Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

II королтая Союза Башкирской Молодежи

Поиск

Понимая сложность политической и социально-экономической ситуации в стране и в республике, сознавая всю ответственность возложенную сегодня на башкирскую молодежь II королтай СБМ постановляет:

1. Требовать от имени II королтая Союза Башкирской Молодежи Верховный Совет БССР на ближайшей сессии установить конкретную дату проведения выборов президента республики не позднее марта 1992 года. В противном случае начать кампанию по отзыву народного депутата БССР М.Г. Рахимова.

2. Предложить Верховному Совету БССР в качестве законодательной инициативы внести следующие поправки к законам о президенте и о выборах президента:

отменить возрастные ограничения кандидата в президенты,

снизить число подписей в поддержку кандидата в президенты до 25 тысяч.

Разработать Закон о гражданстве БССР, в котором для башкир, проживающихся вне территории совр. Башкортостана предусматривалось бы двойное гражданство, наделящие их избирательным правом.

3. Потребовать отставки Председателя Совета Министров БССР М.П. Миргазямова как ответственного за невыполнения требований Декларации о государственном суверенитете БССР в части перевода предприятий, находящихся на территории Башкирии, под ее юрисдикцию. Добиваться незамедлительного выполнения этой части Декларации.

4. Поручить группе юристов из числа членов СБМ подготовить документы в Прокуратуру БССР для возбуждения уголовного дела по факту незаконного подписания постановления о принятии Российского флага на территории суверенной республики Башкортостан.

5. Поручить группе юристов из числа членов СБМ подготовить документы в Прокуратуру БССР для возбуждения уголовного дела по факту избиения граждан бойцами Уфимского ОМОНа 13 ноября 1991 г. у здания телецентра.

6. Присоединиться к решению КМО БССР и выразить протест решению Верховному Совету БССР о назначении председателем комитета по делам молодежи Р. Фахретдинова без учета мнения всех молодежных организаций БССР. В связи с закулисными играми при решении кадровых вопросов, затрагивающих интересы молодежи, выразить недоверия Председателю СМ БССР М.П. Миргазямову, секретарю СДБМ А.Л. Мифтахову, председателю комиссии по делам молодежи ВС БССР М. Магадееву.

7. Приветствовать мужественный чеченский народ, выразить свое восхищение его героической борьбой за свободу и независимость. Направить делегацию СБМ Президенту Дудаеву с проектом Договора о сотрудничестве и взаимопомощи между СБМ и ОКЧН (Общенациональный Конгресс чеченского народа). Обьявить набор добровольцев для защиты чеченского народа в случае угрозы военного вмешательства во внутренние дела Чеченской республики...

 

«С корабля — на бал», тигәндәй, 19 ноябрҙә шул уҡ бинаның кесе генә бер залында (унда буфет урынлашҡан) «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге комитеты ла (өҫтәрәк әйтеүемсә, унда мин дә ағза инем) республикалағы көсөргәнешле ваҡиғаларҙы уртаға һалып тикшерергә, тейешле саралар билдәләргә йыйылды. Бөтә донъя башҡорттарын да берләштерәсәк, хакимиәттәр менән бөтөн халыҡ исеменән аяҡ терәп һөйләшә аласаҡ ҙур ойошма — Башҡорт милли Конгресын төҙөү идеяһы йөҙә ине һауала, ул Конгрестың ҡайһындайыраҡ буласағы тураһында ла һөйләшергә кәрәк ине. Шул темаға алдан уҡ әҙерләгән, машинканан 19 битлек докладымды уҡыным ҡорҙаштарға (әйтергә кәрәк, ошо оҙон тексты ла бүлдермәй тыңланылар):

 

Ялбарыуҙар ялҡытты

Һуңғы ярты мең йыллыҡтағы башҡорт сәйәсәт мөхитен ғөмүмән төп ике этапҡа бүлеп ҡарарға мөмкин. 1557 — 1920 йылдар арауығылыр беренсеһе. Шул 1557 йылда башҡорт халҡы үҙ мөстәҡиллеген һаҡлаған хәлдә ике-ара килешеү аша (хәҙергесә конфедерация тип атарлыҡ!) Рәсәй менән берләшкәндән һуң, ике тиҫтә йыл үтер-үтмәҫтән үк, килешеүҙең төп шарттарын мәкерле боҙа башлаған һәм артабан башҡорт халҡын ҡырып бөтөрөп башҡорт ерҙәренә тулыһынса хужа булыу өсөн асыҡтан-асыҡ та, аҫтыртын да аяуһыҙ геноцид үткәреүгә күскән Рәсәй ипмериализмына ҡаршы башҡорттарҙың үҙ-үҙҙәрен ҡурсалап ҡалыу өсөн ҡораллы изге һуғыштар теҙмәһе ул. 1920 йылда ялҡынлы революционер, коммунист Сөләймән Мырҙабулатов етәкселегендәге еңеү менән тамамланған һуңғы иң ҙур башҡорт восстаниеһы шул беренсе этаптың да тамамланышы ине — Мәскәү башҡорт халҡын рәхимһеҙ ҡырыусы ҡырғын әтрәттәренең хәрәкәтен туҡтатырға мәжбүр булды. Ләкин В.И. Ленин (унан һуң И.В. Сталин) етәкләгән совет-империалистик Рәсәй үҙәк хөкүмәте башҡорт халҡының ҡанлы ҡорбандар биреп яулаған ошо һуңғы ҡаҙанышын да юҡ итеү өсөн империализм арсеналындағы бөтә булған сараларҙы ла еренә еткереп ҡулланды һәм бығаса донъялағы бер империалист-колонизатор ҙа булдыра алмаған уңыштарға иреште, сөнки башҡорттарҙың тоҡомон ҡоротоу (геноцид) политикаһын ул батша хөкүмәте кеүек орҙоло-бәрҙеле түгел, ә фәнни яҡтан йәшертен ныҡ нигеҙләнгән комплекслы ысул (халыҡты ҡырыу, йәшәү сығанаҡтарынан һәм шарттарынан мәхрүм итеү, иленән ситкә һөрөү, эҙәрлекләү, идаралыҡ итеүҙән ситләтеү, ассимиляциялау, тарих-мәҙәниәтенән һәм теленән мәхрүм ҡылыу һ.б.ш. саралар бөтәһе бергә) менән йә асыҡтан-асыҡ, йә аҫтыртын өҙлөкһөҙ тормошҡа ашырҙы. Былар бөтәһе башҡорт тигән тоҡомдо ер йөҙөнән ҡырсып ташларға йүнәлтелгән, шуға ла геноцид атала. Бының өсөн үҙәк хөкүмәт һәм уның урындағы башҡарыусылары 1921 аслыҡ йылын бик оҫта файҙаланып, большевиктарса планлаштырылған алдағы биш йыллыҡта (1920 — 1926) ул саҡтағы бер миллион да йөҙ илле меңле башҡорт халҡын үҙенең төп республикаһында ни бары алты йөҙ илле меңгә ҡалдырыуға (биш йөҙ меңгә кәмегән) өлгәште. Ә шул большевиктар хакимиәтенә тиклем 1917 йылда башҡорт халҡы бер миллион да дүрт йөҙ мең йән тәшкил иткәнен иҫләһәк, ленинсы милли политика үткәрелгән шунан һуңғы һигеҙ йыл эсендә ете йөҙ меңләп башҡорт юҡҡа сыҡҡан. Бөтә милләттәрҙе лә сәскә аттыртыу шиғары аҫтында башҡорт халҡына ҡарата тайпылышһыҙ уҙғарылған геноцидтың был тиклем дә мул уңыш килтереүен донъя тарихы белмәй, әгәр ҙә ки Адольф Һитлер менән Пол Потты иҫәпкә алмаһаҡ... Шунан һуң да геноцид урағы йә асыҡтан-асыҡ, йә аҫтыртын уңыш урған бер-бер артлы осорҙар — ауылды коллективлаштырыу, егерме туғыҙынсы һәм утыҙ етенсе йыл ҡанлы репрессиялары, Бөйөк Ватан һуғышы (башҡорттарҙы милли ғәскәргә айырып утҡа тығыу), һуғыштан һуңғы юрый көсәйтелгән аслыҡ, һуңғы осор «шакировщина» йылдары... Һөҙөмтәлә ураҡ-сүкешле ҡыҙыл флаг елберҙәткән совет империализмының барлыҡ йылдарында ла башҡорт халҡы үҙенең баяғы 1917 йылдағы йән һанына (бер миллион да дүрт йөҙ мең) әйләнеп ҡайта алманы — бер туҡтауһыҙ бөтөүгә табан барҙы. Ә шул уҡ осорҙа был ерҙәге урыҫ халҡы һаны тәүге бер миллион да ике йөҙ меңдән — бер миллион да биш йөҙ илле меңгәсә, татар халҡы дүрт йөҙ илле меңдән — бер миллион да йөҙ илле меңгәсә артты (республика статистика идаралығы төҙөгән рәсми таблицаны[56] ҡарағыҙ). Нимә хаҡында һөйләй был? Бер нәмә хаҡында ғына. Башҡорт ерендә иң күпселек тәшкил иткән өс милләткә ҡарата дәүләт тарафынан ике төрлө демографик-милли политика үткәрелгән: ерҙең төп хужалары башҡорттарға — геноцид, килмешәк урыҫ һәм татарҙарға — ысынлап та хәстәрлекле сәскә аттыртыу. Ә ни өсөн былай һуң? Сөнки был дәүләт хакимиәте башында был ерҙең төп хужаһы башҡорттар түгел, ә баяғы урыҫтар һәм татарҙар йә иһә шуларҙың ҡурайына ғына бейеүсе ҡолойкантон башҡорттар ултыра бойороп. Бөтәһен дә урыҫ һәм татар файҙаһына хәл ҡыла. Сөнки Рәсәй империализмы шулай эшләтә быны — үҙ аллылыҡ һәм азатлыҡ һөйөүсе ғорур башҡорт милләтен бөтөрөп, Башҡортостанды тарҡатып, тупрағын мәңге урыҫ тупрағы ҡылырға. Ана шул юлда татарҙарҙы, боронғо ғәҙәтенсә, йомошсо («служилые татары») итеп алған да (башҡортто юҡҡа сығарғандан һуң татарға ла сират етерен алдан уҡ иҫәпләп, әлбиттә) башҡорттоң ҡолойкантондарын ғына яҡын юлатҡан...

Империализм ниңә шулай башҡортҡа ныҡ ҡаныға, геноцид үткәрә һуң? Сөнки башҡорт ярты мең йыл буйына Рәсәй империализмына ҡолдарса буйһонманы, азатлығы, үҙ аллылығы өсөн ҡорал тотоп алышты, азатлыҡ яуында башҡаларға даими өлгө булды. Башҡорт тарихын яҡшы белгән академик М.В. Любавский былай тип әйтеп ҡалдырған: «Из покоренных Россией народностей ни одна не потратила столько усилий и крови, чтобы отстоять свою страну, свои исконние права на занятые земли и угодья, свой национальный быт, как башкирская. В неравной борьбе она понесла большие количественные, материальные и несомненно духовные потери, но при всем том выявила свою этническую устойчивость, сумела сохранить многое из своего национального наследия и даже абсорбировать в себя значительную часть пришлых чужеродцев...» (Археографический сборник: Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Өфө, 1971; 227-229-енсе биттәр). Бына ошоноң арҡаһында совет империализмы осоронда айырым «хәстәрлек»кә дусар ҡылынып ҡанһыратылды ла инде «тәкәббер» башҡорт халҡы. Ҡанһыратылыу менән бергә тоталитар системаның мәкерле өгөт-нәсихәтенә алданыу ҙа ҡасандыр ғорур башҡорт тоҡомон үҙ данлы тарихын хәтерләмәүсе манҡортлоҡҡа төшөрҙө: 1920 — 1991 йылдар арауығында ул үҙен рәхимһеҙ онтаған үлемесле тирмәнгә — геноцидҡа ҡаршы бер тапҡыр ҙа әүәлгеләй ҡулына ҡорал тотоп баш күтәрә алманы (был мөмкин дә түгел ине), ә шул тирмән таштарынан бер туҡтауһыҙ мәрхәмәт көтөп һәм ялбарып көн итте. Ҡасандырғы баш бирмәүсән ғорур тоҡом, үҙ өйөндә үҙе хужа булаһы урында, өйҙәштәренән типкеләнеп ялбарыусыға әйләнде. Ата-баба ғорурлығын тәрәнерәк йәшереп, ул һаман өмөт итте: өйҙәштәре үҙҙәренең кем өйҙәше икәнлеген шулай ҙа иҫтәренә төшөрөр, өй хужаһын күрәләтә типкеләүҙән оялыр, үҙҙәре һөмһөҙ биләп алған түр башынан уға ла урын бирер. Әммә башҡорт урыны тупһала ҡалды, Башҡортостандағы хатта турғай ҡунырлыҡ һәр сыбыҡ башҡорт милләтенә ҡаршы кәртә итеп ҡоролдо. Үҙәктәге үргә ҡарап ялбарыуҙар осорҡайы, бер ете генә түгел, етмеш ете йылға тартылды. «Үҙгәртеп ҡороу» тип шаулашҡан әлегекәй осор ҙа беҙгә үҙгәреш килтермәне. Һәр заманға ҡулайлаштырылған геноцид политикаһын башҡорт халҡы быуындарының башынан үткәреүҙе батша Рәсәй империализмы ҡулынан йәһәт совет империализмы, ә унан һуң, 1985 йылдан башлап, «Яңыртылған Рәсәй»ҙең шовинист-демократик империализмы дәррәү күтәреп алды. Исемдәре генә төрлө, әммә асылдары бер: шул уҡ батша Рәсәй империализмының өс төҫлө флагы, «берәгәй һәм бүленмәҫ Рәсәй» шиғары. Әйтерһең дә, заманалар уҙмаған — Рәсәйҙең ике башлы сәмреғошо халыҡтарҙың бәғерен талай һаман. Быларҙы ҡороһүҙ тимәгеҙ, бабаларҙың заманын һәм бөгөнгөнө шул ике осор документтары аша сағыштырып ҡарағыҙ.

1. 1730 г. — Записка о башкирском вопросе в Российской империи и о наилучших способах его разрешения, составленная казанским губернатором А.П. Волынским.

Уповаю я, что не совершенно известно о состоянии башкирского народа, которых мы внутри государства почитая себе подданными имеем; а по моему... мнению надлежит оных держать и от них осторожность иметь паче всякого внешняго неприятеля по многим доказательствам. Первое, что они имеют махометанский закон и по закону своему, конечно, должны быть христианам неприятели, что уже к Российской империи неоднократно от них через бунты, а потом и самыми разорениями подданнным злоба их явно показана... Второе видно из сего, что народ их такою жестокою злобой исполнен, а время от времени непрестанно умножается и растет, так что через 20 прошедших лет не была прямых башкирцов больше 35 000, или по крайней мере 40 000, а ныне з беглецами стало больше 100 000... И хотя ныне видим, что башкирский народ является кроток, однако же не возможно сказать, чтоб оной был в совершенном и послушании, понеже беглых принимают, несмотря ни на какие указы, и податей не платят, но живут по своей воле, как сами хотят... И по моему б мнению всего лутче, естьли б каким политическим способом их оттуды убавить хотя до половины, а на протчих наложить сперва умеренные подати, а потом время от времени прибавлять... чтобы уже они никакими мерами рук своих противу поднять не могли... Напоследок, когда всевышний поможет оной богомерзкий народ под игу привести, мошно уже со временем будет и то учинить, чтоб ни один иноверец живущей тамо не имел у себя никаково ружья под смертною казнию и притом накрепко смотреть, чтоб уже ни откуды никакова ружья никто к ним не провозил под такою же смертною казнию...

Күрәһегеҙ: башҡорт халҡына ҡарата батша сатраптарының хөсөтөн совет сатраптары дәррәү бойомға ашырҙы...

2. Волынскийҙан һуң бер быуаттай үткәс, декабрист (хәҙергесә «демократ» була инде!..) П.И. Пестелдең Рәсәйҙе үҙгәртеп ҡороу программаһы «Русская правда»нан (АИФ, 45/91):

1. Решительно покорить все народы, живущие к северу от границы... между Россией и Персией, а равно и с Турцией... 2. Разделить все кавказские народы на два разряда: мирные и буйные. Первых оставить в их жилищах и дать им российское правление и устройство, а вторых — семейно переселить во внутренность России, раздробить их меньшими количествами по всем русским ведомостям. 3. Завести в кавказской земле русские селения и всем русским переселенцам раздать все земли, отнятых у прежних буйных жителей, дабы всем способом изгладить на Кавказе даже все признаки его обитателей и обратить сей край в спокойную и благоустроенную область русскую»...

Бына бөгөн шул Кавказда тау халыҡтарының үҙ аллылыҡ өсөн көрәше ялҡындай дөрләгәс, «демократик» битлекле бөгөнгө Рәсәй империализмы, тап баяғы декабрист Пестель һәм гөбөрнәтер Волынский бабалары ҡушҡанса, үткән ноябрь айында уларҙы «ҡыйыу баҫтырыу» өсөн шанлы ҡырғын әтрәттәрен ебәрҙе. Рәсәй вице-президенты генерал А. Руцкой әфәнденең Чечен Республикаһы президенты Ж. Дудаев менән һөйләшеүендә лә тап баяғы үткәндәргә тура күпер һалына: «По свидетельству Д. Дудаева, — тип белдерә АИФ, — во время его переговоров с А. Руцким один из высокопоставленных чинов пытался объяснить новоиспеченному президенту: — России нужно, чтобы все были в составе, и все. — А наше право? — Вот придут две-три дивизии — и все ваше право»... Сәйнеп ҡаптырыу кәрәкмәй был урында: Рәсәй империализмының һәр ҡайҙа ла, һәр ҡасан да маҡсаты ла, алымы ла бер төрлө. Генерал А. Руцкой эргәһендәге ниндәйҙер бер чиновниктың һүҙҙәре өсөн «Яңыртылған демократик Рәсәй» хөкүмәте, парламенты яуаплы түгел, тип әйтерҙәр, бәлки. Улайһа, РСФСР Юғары Советының 1991 йылдың 11 октябрендә Р.И. Хасбулатов ҡул ҡуйған «РСФСР составындағы республикаларҙың башҡарма власть башлыҡтары тураһында» тигән ҡарарына күҙ йүгертәйек: «1. Глава исполнительной власти (президент) республики в составе РСФСР входит в единую систему исполнительной власи РСФСР и вступает гарантом прав и свобод личности, соблюдения Конституции и законов республики в составе РСФСР, защищает суверенитет, экономические и политические интересы РСФСР и республики в составе РСФСР», — тип аҡҡа ҡара менән яҙылған унда. Урыҫ булмаған халыҡтарҙың үҙ билдәләнешкә изге хоҡуҡтарын кәүҙәләндергән үҙ аллылыҡ тураһындағы декларациялары Рәсәй парламенты тарафынан күҙ асып йомғансы сүплеккә быраҡтырылған, президенттары ҡурсаҡҡа — марионеткаларға әйләндерелгән... Әгәр ҙә ки РСФСР мәнфәғәттәре «РСФСР составындағы республика» мәнфәғәттәренә тап килмәһә һәм республика халҡы республика президентынан үҙенең мөҡәддәс мәнфәғәттәрен республика законы менән яҡлауҙы даулаһа? Үҙ республика халҡының мәнфәғәттәрен тоғро һаҡларға һайлаусылары алдында Ҡөрьән (Библия) тотоп ант иткән республика президенты баяғы А. Руцкой яранына Чеченстан президенты Дудаев биргән «Ә беҙҙең хоҡуҡ?» тигән һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйһа?..

Ләкин «Яңыртылған демократик Рәсәй» Юғары Советының шул уҡ ҡарарында быға ла яуабы әҙер: «...Действие актов главы исполнительной власти (президента) республики в составе РСФСР в случае их противоречия Конституции и законам РСФСР может быть приостановлено Президентом РСФСР»... Ҡайһындай ҙа мәсхәрә: РСФСР-ҙың урыҫ булмаған миллионлаған халыҡтарын империяның өнһөҙ ҡолдары кимәленә ҡолатып иҙеү! Юғары Совет ҡарарында «РСФСР Президенты» баш хәреф менән яҙылып та, «республика президенты»н бәләкәй хәрефләп түбәнһетеү үҙе генә лә ни тора! Теләһәк, һеҙҙәрҙе беҙ тырнаҡ аҫтына ғына һалып һытабыҙ, тимәкселәр түгелме?!.

Бына шулай ул, ҡәҙерле уҙамандар... Үҙебеҙҙең ерлеккә ҡайтарып әйтһәк, империализм-йыртҡыстың маҡсаты бер: Башҡортостанды — башҡортһоҙ, өйҙө хужаһыҙ ҡалдырыу, ә хужаһыҙ өйҙө мөмкин йәнең тәләгәнсә таларға. Ленинсылар “юлбаҫар” тип атаған хатта Британия, Франция империализмдары ла үҙҙәре колония ҡылған Африка һәм Азия илдәренә мул тормошло цивилизация, ысын үҙ аллылыҡ ҡалдырып китһәләр, ленинсылар һәм хәҙерге «демократ»тар етәкләгән Рәсәй империализмы иһә үҙе иҙеп ҡанһыратҡан колония халыҡтарын йырып сыҡҡыһыҙ фәҡирлеккә һәм бөтөүгә дусар ҡылып, торор ерен, эсәр һыуын, һулар һауаһын үлемесле ағыуҙарға, радиоактивлы ташландыҡтарға ҡандырып, шулай ҙа ҡорбандарын һис кенә лә тырнаҡтарынан ысҡындырырға теләмәй, әле һаман аяҡ-ҡулдарын тышаулап тота бирә. Шуныһы ла фәһемле: империализмдың Африкалағы һуңғы реликты булып танылған раса айырыусы Көньяҡ Африка Республикаһы (КАР) заманында әгәр апартеид (халыҡтарҙы тән төҫөнә ҡарап дүрт сортҡа бүлеү) политикаһы уҙғарыу менән данланһа, планеталағы ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөнә тамырланған икенсе бер реликт — СССР-Рәсәй империализмы — халыҡтарҙы уларҙың йән иҫәбенә һәм биләгән ерҙәренә ҡарап шулай уҡ дүрт сортҡа айырыу политикаһы менән шанланды. КАР инде хәҙер апартеид политикаһынан баш тарта, расистик тип танылған шул дәүләттең хатта ҡап-уртаһында уҡ ҡара тәнлеләрҙең Лесото дәүләте әллә ҡасандан үҙ аллы йәшәп килә. Ә «Яңыртылған демократик Рәсәй» империализмы иһә һаман үҙенең колонияларындағы халыҡтарҙы баяғы сорттарға айырып тота бирә, Рәсәй дәүләте уртаһында ла, ситендә лә үҙ аллы дәүләт ҡорорға һис кемдең хаҡы юҡ тип нығыта — хатта КАР расистары хәтле лә була алмайҙар бындағы аҡ йортло һәм аҡ тәнле «демократ»тар... Бына ниңә башҡорт милләтен яҡларлыҡ, уны юҡҡа сығыуҙан араларлыҡ һәр тәҡдимде, закон проектына һәм Конституцияға төҙәтмәне берҙәм ҡул күтәреү менән кире ҡағыусы Башҡортостан парламенты халыҡ депутаттарының һалҡын-ҡәнәғәт йөҙҙәренән тиртә мыҫҡыллы мәкер: «Бахырсыҡ башҡорттар, күпме тыпырсынһағыҙ ҙа, яҙмышығыҙ беҙҙең ҡулда — бесәй тырнаҡтарынан ҡасан сысҡандың ысҡынғаны бар?!.»

Донъялағы хатта иң бәләкәй, иң артта ҡалған тип иҫәпләнгән халыҡ та үҙ яҙмышын үҙе генә хәл ҡылырға хоҡуҡлы. Башҡа бер ниндәй халыҡ та күпселек тауыш ярҙамында уның яҙмышы менән уйнарға хаҡы юҡ — халыҡ-ара ныҡ танылған норма был. Хәйер, империализм өсөн кешелек нормаһы юҡ, үҙ ҡанунынан башҡа. Башҡортостанға исем биргән төп милләтте юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарып ҡалыуҙың дәүләт программаһын төҙөтөргә тырышыу ҙа, уның мәнфәғәттәрен ҡурсалау өсөн Башҡортостан парламентында төп милләттән халыҡ депутатлығына илле процентлы квота булдырырға ынтылыу ҙа тәҡдимдәрҙең Юғары Совет лабиринттарында аҙаштырылып ҡалдырылыуы менән осланды. Хәйер, ул зарығып көтөлгән тәҡдимдәр халыҡ депутаттары табынына өлгәшкәндә лә шовинист-империалистик күпселектең ҡайһылай хәл ҡыласағы билдәле — баяғы шул егерменсе йылдан башлап башҡорт ерендә башҡорт яҙмышын башҡортҡа ярашлы хәл итерлек парламент та, хөкүмәт тә булғаны юҡ, был хәлендә һәм ул булмаясаҡ та...

Әлхасил, башҡорт бының барыһын да үҙенең ете ҡат тиреһенән үткәреп-татып аңланы, һабан менән ҡылыс һабына күнеккән көрәктәй ике ҡулын юғарыға ялбартып бәхет көтөү заманы тамамланғанлығын күрҙе — талап итеп, яулап алырға ваҡыт. Ярты мең йыллыҡ башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең яңы этабы башланды. Сал быуаттар буйына был Самарау иле Башҡортостан уны белгән бөтә халыҡтар өсөн дә ғәҙеллектең төйәге, матур өлгөһө булды, ә хәҙер килеп төп милләткә ҡылынған ғәҙелһеҙлекте башҡорт халҡы кисерә алмай артабан. Республика парламентын, республика етәкселәрен ғәҙеллеккә саҡырып ҡына ғәҙеллек юллап булмағанлығын тормош яҡшы күрһәтте. Ғәҙеллекте ҡотолғоһоҙ үҙенән-үҙе тәьмин итерлек дәүләт механизмын ҡорорға кәрәк. Ошо юлда бөтә башҡорт зыялыларын, хәрәкәттәрен бөгөн бергә туплағыс бер нәмә бар:

Үҙ ерендә үҙ аллы һәм азат йәшәргә хаҡлылығын дәғүәләгән милләтебеҙҙең берҙәм мөҡәддәс хәрәкәтен туплап кәүҙәләндереүсе, теләктәрен бойомға ашырыусы Башҡорт Милли Конгресын (БМК) иғлан итергә кәрәк бөтә башҡорт милләтенең декабрҙә саҡырыласаҡ сираттан тыш йыйынында.

Унда тағы түбәндәгеләр ҡабул ҡылынырға хаҡлы тигән дөйөм фекер бар (быны беренсе проект итеп ҡарарға мөмкин). Йәғни бына ҡайһылай булырға тейеш ул ойошмабыҙҙың нигеҙе:

БМК хәҙерге Юғары Советҡа һәм хөкүмәткә бәрәбәр (альтернатив) ваҡытлы хөкүмәт булып тора. БМК үҙен башҡа милләттәргә, халыҡтарға ҡаршы ҡуймай, ә ата-бабаның башҡа милләттәр менән дуҫ, һыйышып йәшәү традицияларына тоғролоҡ һаҡлай.

Бөтә башҡорт милләтенең ошо сираттан тыш йыйынында үҙенең хәҙерге сиктәре эсендәге БССР Башҡортостан иле артабан Башҡортостан Республикаһы тип иғлан ителә, Башҡортостан Республикаһының үҙ аллылыҡ тураһындағы Декларацияһы ҡабул ҡылына.

Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе башҡорттарға ла үҙ-үҙенән (автоматик рәүештә) Башҡортостан Республикаһы гражданлығы бирелә (бының өсөн улар паспортындағы «милләте башҡорт» тигән яҙыу ҙа етә), уларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен ҡурсалау Башҡортостан Республикаһына йөкмәтелә. Бер юлы Башҡортостандың башҡа милләтле граждандарының да Башҡортостандан ситтәге үҙҙәренең милли дәүләттәренең граждандары булыу хоҡуғы таныла. Уларҙың һәм республикалағы йән иҫәбе аҙ һанлы башҡа милләт кешеләренең гражданлыҡ мәнфәғәттәрен ҡурсалауҙы Башҡортостанға исем биргән төп милләт үҙ бурысы итеп ала. Башҡорт халҡы ғүмер-баҡый үҙ еренә башҡа халыҡтарҙы үҙе кеүек күреп һыйындырғанлығын, мәрхәмәтен иҫкәртеп тороу кәрәкмәй — халыҡтарҙың үҙҙәренә, тарихҡа яҡшы мәғлүм.

Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Башҡортостан Республикаһының егерме биш йәштән кесе һәм алтмыш йәштән өлкән булмаған, һайлау хоҡуғына эйә булған, Башҡортостан Республикаһы территорияһында кәмендә ун йыл йәшәгән, дәүләт (башҡорт) телен тулайым һәм камил белгән, шулай уҡ милләт-ара аралашыу (урыҫ, татар) телдәрен белгән гражданы һайлана ала. Йәш яғына килгәндә, Салауат Юлаев менән Шәйхзада Бабич егерме ике һәм егерме дүрт йәштәрендә үк хәҙерге президенттар эшләй алмаҫлыҡ эштәрҙе башҡарып өлгөргән бит.

БМК башҡа дәүләттәрҙең (республикаларҙың) территорияларын дәғүәләмәй, ә Башҡортостан Республикаһы территорияһының бөтөнлөгөн, сиктәренең боҙолмауын бөтә саралар менән ҡурсаларға әҙер тороуын белдерә.

БМК Башҡортостан Республикаһын Рәсәйгә ҡаршы ҡуймай, ә, ата-бабалар традицияларына тоғролоҡ һаҡлап, Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй мәнфәғәттәре тигеҙ бизмәнләтелгән (сбалансированный) дәүләт-ара килешеү нигеҙендәге ҡаҡшамаҫ конфедератив берлектә (союзда) туғандарса берегеп йәшәүҙе мөҡәддәс маҡсат итеп ҡуя.

БМК Башҡортостан Республикаһына исем биргән төп (башҡорт) милләтен асыҡтан-асыҡ йәки аҫтыртын үткәрелеүсе геноцидтан ҡурсалау өсөн изге көрәшен был этапта тыныс демократик саралар менән алып бара. Тыныс демократик саралар үҙҙәрен аҡламаған хәлдә, көрәштең башҡа сараларын ҡулланыу хоҡуғын һаҡлай.

Башҡортостан Республикаһы — йәҙрә ҡоралһыҙ территория тип иғлан ителә. Рәсәй менән конфедератив берлеккә (союзға) кергән хәлдә, конфедерацияның дөйөм именлеген тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһының күпме һәм ниндәй өлөш керетеүе дәүләт-ара килешеүҙә билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы бөтә хәрби (ҡораллы) көстәр Башҡортостан Республикаһы граждандарынан ғына төҙөлә. Хәрби хеҙмәткә алынған Башҡортостан Республикаһы граждандары хәрби хеҙмәт ваҡытын Башҡортостан Республикаһы территорияһында ғына атҡара. Башҡортостан Республикаһындағы бөтә хәрби (ҡораллы) көстәр Башҡортостан Республикаһы Президентына ғына буйһона. Хәрби өлкәләге дөйөм конфедерация мәнфәғәттәре лә (һуғыш иғлан итеү һәм солох төҙөшөү) Башҡортостан Республикаһына ҡағылышлы осраҡтарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Юғары Советы аша бойомға ашырыла...

«Конгресс» — донъяға билдәле һүҙ, шул уҡ йыйын, ҡоролтай тимәк латинса. Сит илдәргә ла аңлайышлы итеп, ойошмабыҙҙы шулай атайыҡ. Эшләп килгән Юғары Совет парламенты төп милләт мәнфәғәттәрен һанға һуҡмағанлыҡтан, уға бәрәбәр (альтернатив) итеп эстондар ҙа, чечендар ҙа үҙ Милли Конгрестарын төҙөнө. Ул Конгрестарҙың ҡаҙанышы бөгөн аныҡ күҙ алдыбыҙҙа. Һиндостан Милли Конгресы үҙ ваҡытында Британия империализмын еңеп, Һиндостандың үҙ аллылығына иреште. Африка Милли Конгресы тиҫтәләгән йылдар буйынса ундағы апартеидҡа ҡаршы көрәш хәрәкәтен етәкләй, ул да КАР парламентына һәм хөкүмәтенә кереп ерегә башланы инде. Африка Милли Конгресын төҙөткән сәбәптәр беҙҙекенә оҡшашыраҡ, әммә башҡасараҡ та: унда төп золом — апартеид, ә беҙҙә иһә апартеидты ла үҙ эсенә алған йә асыҡтан-асыҡ, йә аҫтыртын геноцид. Шуға күрә Башҡорт Милли Конгресының төп маҡсаты — геноцидҡа ҡаршы был этапта политик саралар менән көрәш, уны юҡ итеү. Бының өсөн кәрәк:

1. Башҡортостандың ысын үҙ аллылығына өлгәшеү — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең ике-ара килешеүе нигеҙендә конфедератив берлеккә (союзға) кереү. Рәсәй менән беҙ ике тапҡыр (1557 һәм 1919 йылдарҙа) дәүләт-ара килешеү менән берләштек, икеһендә лә конфедератив хоҡуҡтарға эйә булдыҡ (төп күрһәткесе — үҙебеҙҙең милли ғәскәргә хоҡуҡ). Ә хәҙерге Рәсәй хакимиәте тәҡдим ҡылған федератив берлектең төп асылы (унан сығыу хоҡуғы юҡлығы — «берәгәй һәм бүленмәҫ Рәсәй») бер кемгә лә ҡол булырға күнекмәгән ғорур башҡорт намыҫына ныҡ тейә. Ҡәбергә генә керәләр сыҡмаҫ өсөн. Башҡортостан Рәсәйҙе халыҡтарҙың ҡәберенә әйләндереүгә ҡаршы. Һәр хәлдә, башҡорт милләте ҡәбергә керергә теләмәй ҙә йыйынмай... Рәсәйгә берегеп йәшәү өлгөләрен ярты мең йыл буйына беҙ аҙ күрһәтмәнек, Рәсәй ҙә беҙҙе хөрмәт итергә һәм аңлап ышанырға тейеш.

БМК 1991 йылдың 1 ноябренәсә Башҡортостанда төйәкләнеп йәшәгән башҡа милләт кешеләренең биләгән ер-һыуҙарын, мөлкәттәрен дәғүәләмәй. Ләкин ошо көндән башлап башҡа милләт кешеләренең Башҡортостанға күсенеп килеүҙәрен ҡәтғи тыя һәм туҡтата. 1991 йылдың 1 ноябренәсә Башҡортостанда төпләнеп йәшәгән ғаиләләрҙең Башҡортостандан ситтәге ағзаларының әйләнеп ҡайтыуы, шулай уҡ ситтән бында никахҡа кереүселәрҙең килеүе тыйылмай. Әгәр ошо ҡәтғи ҡарар боҙолһа, Башҡортостанға ситтән рөхсәтһеҙ күсенеп килеүселәрҙе кире ҡайтарып ебәреү өсөн башҡорт халҡы теләгән бер сараларҙы, шул иҫәптән көс ҡулланырға хаҡлы. Оҙайлы геноцид һөҙөмтәһендә үҙ республикаһында аҙсылыҡта ҡалған һәм бөтөп барған төп милләтте ҡайтанан тергеҙер өсөн, Башҡортостан Республикаһы төрлө сәбәптәр арҡаһында республиканан ситтә ҡалған, хәҙер әйләнеп ҡайтырға теләгән башҡорттарҙы ҡайтарып алырға дәүләт ҡаҙнаһынан ярҙам күрһәтә. Республика халыҡ хужалығына үтә зарури белгестәрҙе генә, милләттәренә ҡарамай, уларҙың Башҡортостанда ҡалыу ваҡыты күрһәтелгән контракт менән ваҡытлыса килтерергә, бындай кәрәкле белгестәрҙе үҙебеҙҙә әҙерләүҙе тәьмин итергә.

Бөтә башҡорт милләтенең ошо сираттан тыш йыйынында Башҡорт Милли Конгресының закондар сығарыусы Юғары Шураһы (Советы) һәм Башҡарма Комитеты һайлана (һәр ҡайһыныһы ун берәр кешенән). Бөтә Башҡортостан буйлап уларҙың урындарҙағы структуралары төҙөлә. БМК Юғары Шураһы менән Башҡарма Комитеты үҙҙәренең бөтә аппараты менән элекке КПСС рескомының бинаһ <



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 357; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.141.37.212 (0.012 с.)