Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
От члена СП СССР Султанова Зигата АдигамовичаСодержание книги
Поиск на нашем сайте
ЗАЯВЛЕНИЕ Уважаемые товарищи, думаю Вам известно мое тяжелое материальное положение — лишенного публикации и гонораров писателя-профессионала. Последняя книга была издана в 1982 году; в конце 1986 года перед самой отправкой в набор рукопись романа “Ядкарь” — мой пятнадцатилетний большой труд —редакцией журнала “Агидель” была возвращена обратно; на ближайшие годы в темпланах Башкирского (или иного) книжного издательства ни одной моей книги не фигурирует. Поэтому, хотя имею много неопубликованных произведений (поэзия, проза, публицистика) и продолжаю плодотворно работать, вынужден я оставаться совершенно без средств к существованию — не имею ни копейки дохода. Мне уже стукнуло 55 (пятьдесят пять) лет, скоро, в 1992 году исполнится 60; в родной литературы работаю 34 (тридцать четыре) года, мною написано 30 (тридцать) печатных листов поэтических произведений, не говоря о прозе, публицистике, но до сих пор не смог я издать приличного тома своих избранных произведений или собраний сочинений. Поэтому прошу Вас принять решение об издании в Башкнигоиздате однотомника моих избранных поэтических произведений в объеме 18 (восемнадцати) печатных листов. Как стало мне известно, 9 октября с.г. правление утвердил пятилетний план изданий подобных книг писателей, но я об этом не знал (не был оповещен) и поэтому не успел тогда написать заявление. Учитывая это, пршу в ближайшем заседании правления или секретариата рассмотреть мое настоящее заявление и принять положительное решение. Йыһат Солтанов, член СП СССР, поэт и прозаик. 10 октября 1987 г.
Ләкин “яуап” булды быға үле бушлыҡ тынлығы... Үҙем ике тиҫтә йылға яҡын баш күтәрмәй ултырып эшләп киткән “Ағиҙел”емдән дә шәфҡәтле елдәр иҫмәгәс һәм баяғы үле тынлыҡ һаҡланғас, баш редактор Ә. Гәрәйевтең үҙенә исемләп почта аша заказной хат ебәрҙем (1988 йылдың 4 апрелендә үҙ ҡулына тапшырылған):
Гл. редактору журнала “Агидель” тов. Гарееву А.С. Уважаемый товарищ Гареев! Согласно последнему Вашему благожелательному предложению опубликовать мой многострадальный роман “Ятлағандарға ядкәр” (первоначальное название “Ядкәр”) в этом году, я с.г. 22 февраля в Вашем кабинете в редакции журнала вручил Вам лично рукопись романа (566 страниц машинописи). Тогда же Вы предложили предворять роман следующим объяснением (для читателей): “Редакциянан. Был романдың яҙылыуына тиҫтәнән ашыу йыл үтте. Ҡулъяҙма хәлендә йәшәүе осоронда ул бер нисә тапҡыр йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгенә эләгеп, ҡаты бәхәстәр ҙә тыуҙырҙы, ташҡа баҫып сығарырға әҙерләнеп — кире ҡағылды. Бының сәбәбе әҫәрҙең яҙылыу үҙенсәлегенә, авторҙың тарихҡа һәм бөгөнгөбөҙгә булған ҡараштарына ҡайтып ҡала. Көйөнөс менән һөйөнөс йәнәшә йөрөгән һымаҡ, әлеге бәхәстәрҙең, кире ҡағыуҙарҙың файҙаһы ла тейҙе шикелле. Һәр хәлдә, роман йыйнаҡлана, камиллаша төштө. Роман тураһында бөгөн ҡапма-ҡаршы фекерҙәр әйтелә. Әммә ул — бөгөнгө башҡорт прозаһында лайыҡлы үҙ урынын алған әҫәр, һәм уҡыусы уның менән яҡындан танышырға хаҡлы”. Так как Вы лично хоршо знакомы с данным произведением, то тогда мне твердо обещали, что еще раз прочтете рукопись сугубо в практических целях для рационального размещения текста в трех номерах журнала, и что через 20 дней дадите мне знать окончательное решение. Но вот уже прошел второй месяц, однако до сих пор от Вас никаких вестей не получил, от чего живу в большом нервном напряжении. Убедительно прошу Вас незамедлительно дать мне официальный письменный ответ на следующие вопросы: 1. Собираетесь или нет опубликовать в журнале мой роман, если да, то в каком году и в каких номерах? 2. Если роман отвергаете, то сообщите конкретную причину такового. Дайте письменный ответ, ибо мое здоровье не позволяет посещать редакцию. К сему: Йыһат Солтанов. 30 марта 1988 г. Адрес: 450055, г. Уфа, Уфимское шоссе, 4, кв. 119.
Түрәләребеҙҙән типкеләнеп, янып-көйөп йөрөй-йөрөй сикә сәстәрем дә тиҙләп ағарҙы, киләсәгемә өмөтһөҙлөгөм ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Пенсия йәшемә етергә өс йыл ҡалғанда ла үҙемде ҡағытҡан әҙәбиәт генералдарының һәм опричниктарының таш бәғере йомшамағас, баяғы ҡараңғы тоннель осондағы Т.И. Ахунйәнов иптәш әллә ысын, әллә яңылыш ҡабыҙған “сысҡан уты” яҡтылығына барып етеүгә ышаныс һаман кәмегәс, “разбой” ҡысҡырғандай итеп Яҙыусылар берлеге идараһына ла, Башҡортостан китап нәшриәтенә лә һөрәнләнем бер юлы:
Правление Союза писателей БАССР. Директору Башкирского книжного издательства тов. Нуритдинову Н.Н. От писателя Султанова Зигата Адигамовича ЗАЯВЛЕНИЕ В связи стем, что являюсь писателем-профессионалом и мне в декабре 1992 года исполнится 60 лет, возникает проблема о пенсии, для положительного разрешения которой я до 1992 года должен иметь солидный заработок. Поэтому убедительно прошу Вас включить в план Башкирского книжного издательства на 1991 год (в крайнем случае на первый квартал 1992 года) мой роман-эссе “Ядкарь”, в объеме двадцати шести авторских листов, первое издание, на башкирском языке. В романе-эссе “Ядкарь” отображена полнокровная жизнь трех поколений советской интеллигенции — писателей, артистов, ученых, художников, партийных и хозяйственных деятелей и т.д., а также рабочих и крестьян. Беспощадная схватка, противоборство двух первозданных мировых начал — Чести и Бесчестия, Правды и Кривды остро воплощается в поступках этих людей, наших современников. Главные герои произведения на основе своего опыта, а также данных истории и других отраслей науки осмысливают бытие и приходят к выводу, что далекие предки современных тюркских, славянских и угрофинских народов нашей Родины уже изначально были в подлинном смысле слова единокровными братьями и говорили на одном едином бореальном (северном) праязыке, и что у колыбели цивилизации стояли и они, но не только предки современных китайцев, индийцев, как обычно принято считать. Из этого следует, что наши корни общие, Родина одна и мы, дети разных народов, друг другу не враги, а единокровные братья. Интересное авторское видение мира сочетается с яркой палитрой художественно-изобразительных средств. С глубоким уважением: З. Султанов. 27 октября 1989 г.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: күпме генә яман, яман, тиһәләр ҙә, нәшриәт директоры Н.Н. Нуритдинов иптәш уң ҡолағы менән ишетте быны һәм һулынан үтәләтеп осороп ебәрмәне — күп йәберҙәр аша тураҡланып һәм ҡыҫҡартылып-имгәтелеп килеп еткән “Ядкәр”емде игелекле Лоҡман-Хәким Ғиләжев ағайымдың баш һүҙе менән 1992 йылдың тәүге яртыһында 28 табаҡ итеп баҫтырып сығарҙы — пенсия билдәләү иҫәп-хисабына өлгөрттө! Рәхмәт изгелектәре өсөн шул изге күңеллеләргә.
Ололарҙы ололау
1988 йылдың 2 ғинуарында Зәйнәб апай Биишеваға 80 йәш тулды, әҙәбиәтебеҙ өсөн был, баһаһын һәм ҡәҙерен белгән кешегә, бик ҙур байрам ине, әммә тантанаға килгән әҙәбиәт-сәнғәт әһелдәренән йырсы Мәғфирә Ғәлиева ғына иҫтә ҡалған. Ленин һәм Коммунистик урамдар киҫешкән мөйөштәге коммунистик сәйәсәт (Лектория) учреждениеһының икенсе ҡаттағы бәләкәй генә залында үткәрелгән был тыйнаҡ ҡына юбилей кисәһенә алдан уҡ телмәр әҙерләп барып һөйләнем (әҙиптәрҙән бер үҙем генә инем):
Һоҡланыу Кешелек донъяһы есемһеҙ төшөнсә түгел, ул донъяның бихисап тарафтарында йәшәгән йөҙәрләгән һәм меңәрләгән тәғәйен халыҡтарҙан хасил. Һәм бер генә халыҡ та, бәләкәйлегенә йә ҙурлығына ҡарамаҫтан, үҙ ҡабығы эсендә генә томаланып йәшәмәй: башҡаларҙың иң аҫыл культура байлыҡтарын ҡабул итеп ала, үҙенекеләрҙе башҡаларға бирә. Һөҙөмтәлә дөйөм кешелек культураһы үҫешә. Шуға күрә кешелек донъяһы культураһына халҡың биргән хазиналарҙы күрһәтеп һоҡланыу ҙа, ғорурланыу ҙа төптө яҙыҡ түгелдер, тип уйлайым. Ошо йәһәттән Абдулла ҡыҙы Зәйнәб апай Биишеваның бөгөнгө көндә башҡорт совет милли культураһында тотҡан оло урыны тураһындағы күркәм һүҙҙәргә ысын йөрәктән ҡушылып, тағы бер фекер өҫтәп әйтәһе килә. Ул — башҡорт халыҡ төпкөлөнән яҡтылыҡҡа ярып сыҡҡан мәшһүр совет яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадының бөгөнгө көндә бер Башҡортостан өсөн генә түгел, ә бөтә Совет иле өсөн донъя күләмендәге мөһим политик әһәмиәткә эйә булыуы тураһында. Сөнки Бөйөк Октябрь революцияһының, Коммунистар партияһы үткәргән ленинсы милли политиканың быуаттар буйы ҡараңғылыҡта иҙелеп йәшәгән Көнсығыш халыҡтарына ҡайһындай ҙа шифалы яңырыу һәм сәскә атыу шарттары алып килгәнлеген был әҙибәнең бөтә тормош һәм ижад юлы һиҙгер лакмус ҡағыҙылай асыҡ итеп күрһәтә. Әгәр беҙҙән: «Совет власы һеҙгә ни бирҙе?» — тип һораһалар, һис бер икеләнеүһеҙ: «Ул беҙҙең Көнсығыш донъяһына бығаса Көнсығыш халыҡтары тарихында күрелмәгән мөғжизәне — ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһынан Зәйнәб Биишева һымаҡ талантты үҫтереү мөмкинлеген бирҙе!» — тип әйтеү үҙе генә лә ифрат тос яуап булыр ине. Билдәле булыуынса, һәр бер дәүләттең кешелексәнлеге ундағы сабыйҙарға, ҡарт-ҡороларға, ҡатын-ҡыҙҙарға күрһәтелгән йәмәғәт хәстәрлеге, миһырбанлылығы менән үлсәнә. Етем-еһер башҡорт ҡыҙынан донъя кимәлендәге әҙибәне аҫырап үҫтергән беҙҙең йәмғиәт ҡоролошо донъялағы иң гөманлы йәмғиәт тип баһаланырға хаҡлы. Эйе, донъя күләмендәге! Беҙ үҙебеҙ тураһында һөйләгәндә нигилистарса «әҙәп һаҡларға», үҙебеҙҙе үҙебеҙ кәмһетеп йәшәргә күнеккәнбеҙ, ләкин ялған әҙәп ҡараҡлыҡ менән бәрәбәр икәнен дә онотоп ебәрмәйек әле. Ысынлап та, әҙәбиәттең бөтә төрҙәрендә лә (проза, поэзия, драматургия, тәнҡит, публицистика һ.б.) тип әйтерлек һоҡланғыс уңыштар ҡаҙанған һәм күп милләтле Союз уҡыусыһының күңелен арбап алған, тауҙай эпик әҫәр — трилогия тыуҙырған бындай олпат ҡатын-ҡыҙ яҙыусы беҙҙең Көнсығыш донъяһында Зәйнәб апайҙан башҡа бармы икән һуң?!. Алайыҡ Советтар Союзының Көнсығыш халыҡтары республикаларының әҙәбиәттәрен. Алайыҡ сал Египет, Иран, Төркиә, Афғанстан, Һиндостан, Ҡытай әҙәбиәттәрен. Бик боронғо замандарҙан алып бөгөнгәсә байҡайыҡ. Тик уларҙың береһендә лә бындай кимәлдәге олпат ижадлы әҙибә юҡтыр һәм булғаны ла юҡтыр. Минеңсә, эпик ҡоласлы трилогия яҙған ҡатын-ҡыҙ затлы автор булараҡ, әлегәсә бөтә Көнсығыш донъяһына башҡорт совет яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ғына бар. Бына кемдең ижады хаҡында донъя үҙе һоҡланырлыҡ монографиялар яҙырға, ул ижадты ленинизм баҡсаһында күкрәп үҫкән, сәскә атҡан иң сағыу гөл сифатында арымай-талмай киң күләмдә пропагандаларға кәрәк ине беҙгә, тип уйлайым. Социалистик милли культурабыҙҙың ошо һоҡланғыс миҫалы, минеңсә, заманында Владимир Ильич Ленин тарафынан: был — «колониаль политиканың шундай киҫәге, ул немецтарҙың ҡайҙалыр Африкала теләгән бер ажарлыҡтары менән сағыштырыуға торорлоҡ», — тип билдәләнгән элекке Башҡортостан, колониаль Башҡортостан халҡы уҙғандай уҡ тарихи юлдар аша яҡтыға табан уҡталып барыусы бөгөнгө Азия һәм Африка халыҡтары өсөн дә, башҡа халыҡтар өсөн дә уларҙы социализмға өндәп саҡырыусы мең оранға ҡарағанда ла көслөрәк, тәьҫирлерәк яңғырар ине. Бындай таланттарҙың ҡәҙерен белергә һәм улар менән үҙ ваҡытында уҡ хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейеш беҙ! Зәйнәб апай Биишеваға
Сағыл тора киреп тар донъяны — Ер йәҙрәһен ярып яралған. Ҡояштан ул утлы ҡойон алған, Тупраҡтан ул һутлы кәр алған.
Болоттарҙың ҡара өйөрмәһен Төҙ биленә, көлөп, ул көрмәй. Итәгендә уның ер тетрәй, Түбәһендә күктәр күкрәй.
Ҡая ҡырҙарына ҡырҡылышып, Урагандар йыры йырлана. Йыһандарҙың көмөш туҙандары Маңлайына уның сорнала. Йыһат Солтанов. 2.01.1988.
Зәйнәб апай Биишеваға ҡарата, Көнсығыштың тиңһеҙ әҙибәһе, тигән билдәләмәне беренсе башлап ошо кисәлә мин әйттем һәм был билдәләмә артабан башҡаларҙың да ҡәләм осонан һыҙылып ырай башлауға сәбәпселек итте. Зәйнәб апай телмәремдән бик тә ҡәнәғәт ине (әммә уны мәҡәлә рәүешендә редакция әҙәби хеҙмәткәре Ихсан Әхтәмйәнов 11 ғинуарҙа «Башҡортостан» гәзитендә баҫтырырға әҙерләһә лә, баш редакторы А. Исмәғилев кире ҡаҡты). Ә кисәләге Мәғфирә Ғәлиеваның йырҙарын иһә бөтәбеҙ ҙә хозурланып тыңланыҡ. Кисә бөткәс, Зәйнәб апай менән Мәғфирәне икеһен ҡултыҡлап Коммунистик урамдағы өйҙәренә (бер подъезда торалар ине) оҙатып ҡуйҙым... Шул уҡ аҙна араһында икенсе бер күңелле һәм эшлекле ваҡиға булып алды — талантлы ҡәләмдәшем Тайфур Сәғитовтың сәләме килде үҙемә:
Йыһат Солтановҡа хат Хөрмәтле Йыһат ағай! «Ядкәр» тигән романыңды уҡып сыҡтым. Уҡый барған мәлдә үҙ фекеремде әйткән инем инде, әле лә шул көйөмсә ҡалам: әлбиттә, ул беҙҙең заман уҡыусыһына еткерелергә тейешле әҫәр! Йыйнаҡ ҡына итеп әйткәндә, әҫәр — романса фекерләү принцибында яҙылған, ә был инде уның төп уңышын тәьмин итә. Роман жанрына хас фекергә эйә булмай тороп тыуған күпме имгәк китаптар беҙҙең прозала «роман» тигән изге жанрҙы бысратып йөрөйҙәр бит! Унан килеп әҫәрҙәге теманың яңылығы ла иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Ни өсөндөр, беҙҙең совет романистикаһы фәҡәт производство, фәҡәт эштәге конфликтты нигеҙ итеп алырға тырыша. Быға тиклем «Ялкәр»ҙе ҡабул итә алмай йонсоуҙың бәләһе лә ана шунандыр, бәлки. Сөнки һинең роман производство конфликттары түгел, ә кешенең РУХИ донъяһы, уның бөгөнгөһө һәм үткәне, киләсәге хаҡында бит. Унан килеп, ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ кешенең рухи донъяһы. Юҡҡамы ни, әҫәрҙең геройы — яҙыусы. Ҡыҫҡаһы, әҫәрҙе һис тартынмайынса тәҡдим итергә кәрәк матбуғатҡа! Хәҙер, баҫырға әҙерләгәндә ҡарап сығаһы бер нисә моментҡа туҡталып үтмәксемен. Һин, ағай кеше, моряк, шулайғас, елкән карабының төҙөлөшөн яҡшы күҙаллайһың. Унда нисәмә елкән эленә, шуларҙың һәр береһе лә бер тигеҙ көсөргәнешлектә «эшләргә» тейеш, әгәр ки бер елкән йомшағыраҡ тартылған булһа ла караптың йөрөшө йә ҡырыная, йә һүлпәнәйәлер ул. Бәй, романдың сюжетын Ғәли Ибраһимов әйткәнсе «кер бауы» түгел, ә ошо каравелла менән сағыштырыу хәйерлерәк булыр моряк авторға! Шул йәһәттән бөтә елкәндәрең дә бер тигеҙ ҡабарғанмы һуң? Минеңсә, йомшағыраҡ урындары ла бар. Һин уларҙы ҡарап сыҡ әле ихлас ҡына ҡәләм тотоп. Һүҙ уйнатыу артығыраҡ түгелме? Курица — ҡор әсә тип фараз итеү мөмкиндер ҙә, ләкин бер бисә ауыҙынан «проблема»ны «парабеллум»ға әйләндереү һис тә тәбиғи түгел! (ғөмүмән, романда ул ҡул мылтыҡтарының бөтә төрө лә телгә алынған — пистолет, кольт, наган һ.б. Ул нимәгә кәрәктер инде?) Романдың хикәйәләү стиле һәйбәт булһа ла, персонаждарҙың теле ярлы, хатта юҡ дәрәжәһендә: бөтәһе лә бер төрлө һөйләшә, бөтәһе лә тарихтан профессор кимәлендә мәғлүмәт әйтә һ.б. Йәғни персонаждар түгел, ә инкубатор сығарған геройҙар! Был яғына ла иғтибар кәрәктер. Унан килеп, 564-енсе биттең аҙағына «беренсе китап бөттө» тип ҡуйғанһың. Роман былай ҙа оҙон, аҙағын көс-хәл менән түҙеп уҡырға тырышаһың, тағы ла икенсе китап... Быны башҡа төрлөрәк эшләп булмаймы икән? Әйтәйек, Бальзак романдары серияларҙан тора бит. Һин дә һәр бер китабыңды айырым бер тамамланған әҫәр, ләкин ниндәйҙер бер серияға буйһона һымағыраҡ итеп матбуғатҡа тәҡдим итергә ниәтең юҡмы? Уйлап ҡара әле! Юғиһә, үҙең үк пенталогия яһаған авторҙарҙан әсе итеп көләһең дә үҙең шулар юлына төшөргә ниәт итәһең булып сыға түгелме? Ярай, хәҙергә бына ошолар. Ғөмүмән, эште туҡтатмай ҙа, оҙаҡҡа ла һуҙмайынса тамамлап ҡуйырға кәрәк. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым — беҙҙең заман әҙиптәре үҙҙәренә оҡшамаған һәр ҡулъяҙманы «әҫәр юҡ» тигән мөһөр менән юҡ итергә әҙер генә торалар. Шул арҡала ла беҙҙә бер ниндәй ҙә бәхәсле, серле йәки аңлай алмай аптыраған әҫәрҙәр күренмәй. Бөтәһе лә асыҡ, ябай һәм ярылып ятҡан хәҡиҡәтте раҫлап ҡысҡырып торған әҫәрҙәр почетта! Йәғни — бездарщина! «Ядкәр» үҙенсәлекле, сетерекле һәм, трафарет стилдә яҙылмағас, замандаштар аңлай алмай йонсойҙар, ахыры. Йәл! Уны донъяға сығарырға, һәм башҡорт романистикаһын төрләндереңкерәп ебәрә алырлыҡ бер китап менән байытырға ине тиҙерәк! Ихтирам итеп, Тайфур Сәғитов. Өфө, 10.01.1988.
Ләкин ҡаршы иҫкән елдәр бының ише ыңғайҙарын еңә бара ине шул... Шуның хаҡта һөйләй көндәлек бите:
Апрель 1988. Ниһайәт, Мостай Кәримдең мине Союз күләмендә «милли сикленгенлек» (РСФСР Верховный Советының 10-ынсы саҡырылыш 9-ынсы сессияһындағы депутатлыҡ телмәре һәм төрлө газеталарҙағы мәҡәләләре) ярлығы йәбештереп «данлауы»ның һәм асылда тап уның «күрһәтмәләре» (фарманы) менән романыма («Ядкәр») көн күрһәтмәүҙәренең төп сәбәбен уның тоғро хеҙмәтсеһе һәм ялағайы Әмир Гәрәйев (баш редакторлыҡ вазифаһын ул башҡа кешегә ҡалдырыр алдынан йөрәкһеп йөрөй ине, буғай) «Ағиҙел» журналы редакцияһы бүлмәһендә үҙенең урынбаҫары Р. Солтангәрәйев һәм секретаре Ә. Әминев шаһитлығында үҙ ауыҙынан асып һалды: «Һин, Йыһат, беләһеңме шуны, Башҡортостан бит ул үҙенә башҡа бер республика, ул Татарстан да түгел, Сыуашстан да түгел, сөнки Башҡортостан халҡының яртыһын татарҙар тәшкил итә, мәҫәлән, Туймазы, Илеш, Асҡын һ.б. район яҡтары. Ә һин романыңда гел генә башҡорт тураһында яҙаһың, бер тапҡыр ҙа татарҙы телгә алмайһың. Әгәр һинең был романыңды «Ағиҙел»дә баҫып сығарһаҡ, үҙең уйлап ҡара, ул татарҙарҙың зитына теймәҫме, ни өсөн был гел башҡорттар тураһында ғына яҙа, тип әйтмәҫтәрме?!» Ә мин быға яуап итеп шул уҡ Мостай ағаһының теге заман бер йыйылыш ваҡытында миңә яҙып биргән — романымды яҡшы баһалаған фекерен иҫенә төшөргәс, мәсхәрәле көлөп киҫәтте мине: «Һи-и-и, һин шуға ышанаһыңмы? Һиңә бер төрлө әйтә, ә бында килеп — икенсене. Бына былай итеп, — салғы менән бесән сапҡандай ишаратланы, — аҫтан ғына ҡырҡа ул!..» Күренеүенсә, быға бер ниндәй ҙә аңлатма биреп тороу кәрәкмәй... Романды шул юлы уҡ яңы баш редактор... Булат Рафиҡовҡа тапшырҙым... Шулай итеп, ил таҡмағын үҙгәртеберәк әйткәндә:
Батинкаһы, батинкаһы, Батинкаһы сакауай. Бер яһилдың китеүенә — Икенсеһе гатауай...
Милләт-ара әхүәлдәр
1988 йыл. Ошо йылдың йәй урталарында илдәге сәйәси низағтар, болғансыҡ һыуҙы болғатыуҙар йышайҙы; бер төркөм татар экстремистары (араларында татар милләтле әҙиптәребеҙҙең бер килкеһе лә), Башҡортостан республикаһын бөтөрөп, ерҙәребеҙҙе Татарстанға ҡушыу йә, быныһы барып сыҡмаһа, унан Рәсәйҙең Өфө гөбөрнәһен яһау хыялы менән һаташтылар. Бигерәк тә элегерәк үҙен «башҡортмон» тип йөрөгән һәм ҡаш менән күҙ араһында ҡапыл «татар»ға әүерелгән экстремист Айҙар Хәлим ифрат ныҡ ҡоторондо. Яҙыусылар берлегенең партия ойошмаһы быға битараф ҡала алманы — баштарына ҡара мунса еҫе ҡапҡандай ҡыланыусы бындай ҡыҙылғолаҡтарҙы саф һауала айнытырға самалап ҡараны:
Уважаемый товарищ Султанов! 23 августа 1988 года в Доме писателей состоится открытое партийное собрание. Повестка дня: «Межнациональные отношения в свете материалов XIX Всесоюзной партконференции и наша практика». Докладчик Тайфур Сагитов. Начало в 15.00. часов. Партбюро. Иртәгә йыйылыш тигән көндә ултырып, һөйләйәсәк телмәремде машинкала баҫып алдым — һуғышҡа ҡоралһыҙ барыу минең ғәҙәткә кермәгәйне. Йыйылышҡа халыҡ һеперелеп килде. Бөтәбеҙҙе сикһеҙ нәфрәтләндергәне, әлбиттә, «аҫаба башҡорт» Айҙар Хәлимдең көтмәгәндә «саф татар»ға әүерелеп, «Дружба народов» журналында башҡорт халҡына ушат-ушат бысраҡ-яла ауҙарыуы һәм, ике республика араһына шына ҡағып, донъя болғатып йөрөүе ине. Талантлы ла, көслө лә докладында Тайфур Сәғитов уның да, уның ише бәғзеләрҙең дә әшәке йөҙҙәрен фашланы, тик ул һөйләгән тексты матбуғатҡа сығартмауҙары ғына — үкенес. Доклад артынса партия өлкә комитетының Культура бүлегенән Тәлғәт Сәғитов трибуна артына баҫып, татар милләтле бәғзе бер ҡәләмдәштәребеҙҙең әлеге Яҙыусылар берлегенән айырылып сығыуҙы һәм үҙҙәренә башҡа татар яҙыусылары берлеге төҙөүҙе даулап өлкә комитетҡа яҙған хатын уҡып ишеттерҙе, улар ошо талаптарын: «БАССР Яҙыусылар союзы ағзаларының алтмыш ете процентын татарҙар тәшкил итә», — тигән ялған мәғлүмәт менән нығытырға тырышҡандар. Ләкин йыйылышҡа килгән һәм сығып һөйләгән яҙыусыларҙың бөтәһе лә — татарҙар ҙа, урыҫтар ҙа, башҡорттар ҙа — ундай сәйәси ғауғасыларҙы һәм бысраҡ атыусы яласыларҙы ҡырҡа хөкөм ҡылдылар, шул иҫәптән үҙем дә. Әлеге лә баяғы шул тик тороп сыҙамаҫ йәнем...
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 317; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.218.5.216 (0.013 с.) |