Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Дело по прошению поверенного от башкирцев тархан бускун дуянова, жалующегося на неправильное отнятие крепостных их земель ясашными татарами по реке сакмаре. 1805 Г.Содержание книги
Поиск на нашем сайте
Оренбургской губернии и уезда 9-го Башкирского кантона Чанким-Кипчатской волости деревни Биктемировой от Мирских людей поверенный башкирец из Князей тархан Бускун Дуянов в просьбе Вашей Светлости изъясняет, что верители его башкирцы Кипчатской волости имеют заселение на правой стороне по течению реки Сакмары на пожалованной предкам их от царей и великих князей земле по данным грамотам и владеным правам. Жительствующие против их деревень по левую сторону реки Сакмары Воздвиженской крепости и в Желтом редуте нагайцы усиленно завладели их сенными и лесными угодиями, допустили без всякого от начальства позволения, пришедших из разных мест ясашных татар в числе 60 душ поселения в их Башкирских дачах деревнею под названием Асиля, со изъятием с них нагайцами 500 руб. — Они Башкирцы претерпели таковое от нагайцев притестнение входили в 803 году со всеподданнейшим о заступлении их к Государю императору, на что хотя и последовало высочайшее повеление о скорейшем окончании в Оренбургской Межевой конторе дела о землях; но они не имеют надежды получить скорого решения, поелику контора донесла межевому Сената департаменту, что Башкирские земли за великостью их межеванием еще не кончены. Они Башкирцы просили о своде оных татар с их дач на другие земли; но вместо того объявлен им от Оренбургского Земского суда Указ Губернского правления, о воспрещении им, Башкирцам, производить на спорных дачах сенокошение. А в июле месяце прошлого 1804 года, когда они начали в означенных своих дачах сенокошение, то соперники их нагайцы приехав с заседателем Земского суда Полюдовым, произвели драку, прибили много Башкирцев, отняли разные вещи, а у некоторых и деньги. На сей их нагайцев дерзкий поступок, приносили они Башкирцы жалобу Оренбургскому военному губернатору Князю Волконскому, по предписанию которого, хотя им некоторые вещи и возвращены, но о поступке нагайцев оставлено без исследования. А в декабре месяце прошлого 1804 года Земский суд объявил им Указ Губернского правления предписывающей спорные сенные покосы отдать во владение Желтого редута нагайцам, приказать сим свести к себе скошенное Башкирцами и поставленные в стога сено, которого всего 224 стога ценою на 1454 руб. ими свезено, через что они и лишились всех способов к продовольствию скота — и по не состоянию ныне там военного Губернатора, не имели ни от кого защиты, просить Вашу Светлость о покровительстве и доставлении им защиты.
Шуның артынса уҡ Рәсәй батшаһы Ырымбур гөбөрнәтере Г.С. Волконскийға яҙа:
Милостивый Государь мой Князь Григорий Семенович! Повторенной от Башкирцев 9-го кантона Чанким-Кипчатской волости тархан Бускун Дуянов жалуется мне на несправедливое у них отнятие крепостных их земель с накошенным на оных ими сеном, которое Оренбургским Земским судом по предписанию Губернского правления отданы живущим с ними в соседстве нагайцам, через что они лишены всех способов прокормлению скота. Не имея точного сведения о деле просителей, я долгом поставил просьбу их препроводить к Вашему Сиятельству и покорнейше просить Вас, Милостивый Государь мой, ежели оной справедлива, доставить просителям законную защиту. Имею честь быть с истынным почтением и преданностию. Милостивый Государь мой Вашего Сиятельства. Февраля 14 дня 1805 года. Его Сиятельству — Кн. Г.С. Волконскому.
Хәрби гөбөрнәтер Г.С. Волконский үҙ сиратында 1805 йылдың 17 апрелендә Ырымбур Земский судына ҡәтғи йөкмәткеле әмернамә бирә: эште тикшерергә һәм ғәйеплеләрҙе ҡануни хөкөмгә тарттырырға. Шуға яуап булып, 1805 йылдың 30 июнендә Г.С. Волконскийға Ырымбур Өйәҙ судынан рапорт атҡарыла. Суд әһелдәре был эшкә бәйле ваҡиғаларҙың һәм ялыу-волокиталарҙың барыһын тиң энәһенән ебенәсә тикшереп һәм тасуирлап, Олобайҙағы баяғы ҡанлы тартыштан һуңғы хәлдәрҙе лә өҫтәкләй: 9 ноябрҙә Жултый редуты нуғайы Хәсән Йомалин 12 кешелек шайкаһы менән килеп, Һунарсы ауылы көтөүлегенән 41 һыйырҙы ҡыуып алып киткән... Кантон башлығы Буранғол Ҡыуатов хәрби гөбөрнәтергә яҙған рапортында Земский суд чиновниктарының мәсьәләне ғәҙел хәл ҡылыуына башҡорттарҙың өмөтө өҙөлөүен һәм ышанмауҙарын белдереп, нуғайҙарҙың һөмһөҙ яҫҡаныуына туранан-тура гөбөрнәтер үҙе сик ҡуйыуын һораған... Әммә Земский суд һаман ҡәтғи ҡарар сығармай — мәсьәләне хәл ҡылыуҙы киләсәккә ҡалдыра: әгәр башҡорт Даяновтың үтенесе һәм кантон башлығы Ҡыуатовтың рапорты ғәҙел икәнлеге раҫланһа, Земский суд уларҙы ярлыҡаясаҡ, шуға күрә башҡорттар дүрт аҙна араһында Губернское Правлениеға мөрәжәғәт ҡылырға тейештәр (Боҫҡон Даянов иҫкәртелгән был хаҡта)... Күренеүенсә, ғауғалы эште хәл итеү һаман һуҙыла: эт — эткә, ә ул эт — ҡойроҡҡа һылтанып тайшана. Олобай өсөн дәғүәләрҙең һүрелмәүен Ырымбур хәрби гөбөрнәтере кәнсәләрендә 1817 йылдың 24 июлендә башланған һәм 1828 йылдың 28 июлендә генә тамамланған эш ҡағыҙҙары күрһәтә: «О спорной земле Воздвиженской крепости с башкирцами Кара-Кипчатской и Усерганской волостей и нагайцами». 95 табаҡлыҡ был папка башҡорттарҙың һаман ғәҙелһеҙлек кисереүен аңлатыу менән асыла:
Его превосходительству господину генерал-лейтенанту — Оренбургскому военному губернатору, Управляющему по сей губернии Гражданскою частию и Кавалеру Петру Кирилловичу Эссену Го Башкирского кантона начальника майора и кавалера Куватова РАПОРТ Поданное ко мне прошение сего июля 19-го числа от поверенного деревни Бектемировой тархана Бускуна Дуянова находя с своей стороны описанные в нем обстоятельствы во всем справедливыми, осмеливаюсь при сем представить оное на благорассмотрение Вашего Превосходительства и покорнейше просить взойтить в бедственное положение башкирцов, а нагайцев Желтого редута и Воздвиженской крепости от неправильного и усильного владения башкирскою землею по правую сторону реки Сакмары лежащую, которая никогда казне не принадлежала и ныне не принадлежит. По данной Вашему Превосходительству Начальственной власти удержать, предоставить им пользоваться оною согласно решению всех судебных мест и господ начальников губернии, а особенно по постановлению Устроителя Края Оренбургского Тайного Советника и Кавалера Неплюева утвержденному самим Правительствующим Сенатом по левой стороне той реки Сакмары. — И тем справедливой стороне башкирской — оказать начальственное Вашего Превосходительства защищение и покровительство, на что буду иметь счастие ожидать в разрешение повеление. 19 июля 1817 года.
Яңы гөбөрнәтер П.К. Эссендың яңы кантон башлығы (әүәлге кантон Буранғолдоң улы) Ҡәһәрмән Ҡыуатовҡа 31 июлдәге яуабында Ырымбур гөбөрнә идаралығына был бәхәсле эш буйынса бөтә материалдарҙы йыйып алып өйрәнергә ҡушыуын, ә ыҙғышыусылар иһә, мәсьәләне хәл ҡылғанға тиклем, ул ерҙәрҙе нисек бар — шулай файҙалана торорға һәм тыныслыҡ һаҡларға тейешлектәрен яҙа. Ошондай уҡ йөкмәткеле ҡағыҙ Земский судҡа ла ебәрелә. Хөкүмәт Сенатынан да П.К. Эссенға император исеменән шуға оҡшаш йөкмәткеле указ килә: башҡорттарҙың батшаға үтенес ҡағыҙында күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе тикшереп һәм йыйып, Хөкүмәт Сенатына атҡарырға ла хәл ҡылыуын көтөргә — чиновниктарҙың волокитаһы бер рәүешле өр-яңынан башлана... Ләкин П.К. Эссен эште тиҙләтергә тырыша: 1820 йылдың 17 июлендә 1695-енсе фарманы менән Ырымбур Войсковой Кәнсәләренә һәм Земский судҡа бойора: Жултый биҫтәһендә һәм редутында йәшәүсе нуғайҙарҙың Һаҡмар уң яғындағы башҡорт аҫаба ерҙәренә башҡорттарҙың рөхсәтенән тыш аяҡ баҫырға хаҡтары юҡлығын башҡорттарға һәм нуғайҙарға ҡаты киҫәтеп раҫларға, ә төптө үҙҙәренеке түгел кеше урманын ҡарауылларға ҡуйылған нуғай ҡарауылсылары вазифаһын бөтөрөргә, шулай уҡ Межевой Контораның ул ерҙәрҙең башҡорттарҙыҡы икәнлеген күрһәтеүсе планын Земский судта раҫларға ла шул хаҡта аҫаба башҡорттарға һәм улар менән ыҙғышыусы нуғайҙарға мәғлүм ҡылырға. Әммә был ҡарар ҙа бойомға ашырылмай — бюрократияның туҙанлы өҫтәл буҫтауҙары аҫтында ҡапланып ҡала килә. Булып үткән ваҡиғаларҙы, ике яҡтың ялыуҙарын һәм уларға ҡарата сығарылған ҡарарҙарҙы ысынлап та энәһенән ебенәсә ҡабат тикшереү башлана, чиновниктарҙың был эше биш йыл буйына һуҙылып, 1822 йылдың 28 июлендә П.К. Эссенға яҙылған йылғалай оҙон аңлатма менән ослана. Башҡорт ҡалъяһын тартып алып һоғоноуҙан өмөттәре өҙөлмәгән Жултый нуғайҙары был ҡалъяны инде яңы гөбөрнәтер ҡулы аша алырға яҫҡанып, үҙҙәренең юллаусыһы итеп был юлы ике башҡортто — Аҡъюл Юлъяҡшинды һәм Һунарсы ауылы ҡара-ҡыпсағы Үтәгән ҡарттың улы Бикмөхәммәт Үтәгәневте яллайҙар. (Был бәндәнең ике туған ҡустыһы Ҡолмөхәммәт Күсмөхәммәт улы Үтәгәнев һуңынан, ағаһының ҡылығынан оялып, буғай, хәҙерге Күгәрсен районындағы Сәнкем-Тәүәкән ауылына күсеп китә). Уларҙың ялыунамәһен П.К. Эссен 1824 йылдың 23 июлендә Ырымбур Земский судына юлландыра ла бер юлы Ҡәһәрмән Ҡыуатовҡа, нуғай баҫҡынсыларын башҡорт ерҙәренә ебәрмәҫкә, тигән бойороғо өсөн шелтә иғлан итеп, бынан һуң ер эштәренә ҡыҫылмаҫҡа — суд аша ғына эш йөрөтөргә ҡуша. Шул уҡ 1824 йылдың 19 сентябрендә П.К. Эссен ҡулына Сәнкем-Биктимер һәм Һунарсы ауылдары халҡының һайлап ҡуйылған ышаныслыһы Аҡдәүләт Килдебаевтан[95] баяғы Аҡъюл Юлъяҡшин һәм Бикмөхәммәт Үтәгәнев хөсөтөнә ҡаршы йүнәлтелгән үтенеснамә килеп төшә, унда мәсьәләнең асылы аңлатылып, Ырымбур Межевой Контораһы бәхәсле ерҙәрҙең башҡорттарҙыҡы икәнлеген дөрөҫләп, бөтә сиктәрҙе күрһәтеп план төҙөп биреүе, ә нуғайҙар ҡулындағы ялған пландың кире ҡағылыуы; гөбөрнәтер генерал-майор Бахметев заманында уҡ Ырымбур Граждандар Палатаһы ул ерҙәрҙең башҡорт аҫаба ерҙәре булыуын раҫлауы әйтелә. Баҡтиһәң, 1818 йылда Ырымбур һәм Эстәрлетамаҡ форштмейстеры Максимов Ҡаҫмарт буйындағы урманды тикшереп, уны йыртҡыстарса ҡырҡыуҙы сикләр өсөн, ике яҡтан да — башҡорттарҙан да, нуғайҙарҙан да урман һаҡсылары тәғәйенләп киткән булған, ә нуғайҙар шуны мәкерле файҙаланып, нуғай ҡарауылсы булғас, тимәк, ул урмандар нуғайҙарҙыҡы, тип, Ҡаҫмарт буйҙарына яңынан ҡыҙышып ҡул һуҙа башлағандар. 1824 йылдың йәйендә Рәсәйҙең император ғали янаптары Александр I үҙенең ил буйлап сәйәхәтендә ошо яҡтарға ла һуғылып үтәсәген ишетеп, бабаларыбыҙ күп йылдарға һуҙылған тартыш тураһындағы хатты Алдарбәк Килдебаев аша юлландыралар һәм ул уны сәйәхәт ҡылыусы батшаның үҙ ҡулына илтеп тапшыра. Шунан һуң донъя ҡуласаһы башҡорт файҙаһына нығыраҡ әйләнә башлай, буғай: хәрби гөбөрнәтер П.К. Эссен мәсьәләне, ниһәйәт, башҡорттар файҙаһына ҡырҡа хәл ҡылырға һәм шул хаҡта уға хәбәр итергә бойороп, 1825 йылдың 4 майында эште Ырымбур Өйәҙ судына тапшыра, бәхәсле мәсьәләнең элек Межевой Конторала һәм Земский судта башҡорттар файҙаһына хәл ителгәнлеге лә киҫәтеп әйтелә. Шул ҡағыҙға һалынған рәсми резолюцияға ҡарағанда, гөбөрнәтерҙең тәҡдиме Өйәҙ судында 1826 йылдың 1 февралендә бойомға ашырылған — Олобай һәм Әселе тамағы өсөн башҡорт-нуғай тартышы ошоноң менән тамам, башҡорттарҙың ғәҙел талабы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде, тимәк. 1829 йылдың сентябрендә башҡорт Алдарбәк Килдебаевтың хәрби гөбөрнәтерҙән нуғайҙарҙың шикәйәтнамәләренә артабан иғтибар итмәҫкә һорап яҙған үтенесен хәл ителгән мәсьәләнең тарих битендәге һуңғы шаңдауы итеп ҡарарға кәрәктер. Шулай итеп, 1784 йылдан башланған һәм 41 йылға һуҙылған тартыш 1826 йылдың 1 февралендә тамамланып, һуңғы нөктә ҡуйыла. Киләсәк быуындар тарихи һабаҡ ала: баҫҡынсыны алдан күрә белергә һәм тупһанан үткәрмәҫкә кәрәк. Өйгә бер кереп алһа, уны ҡыуып сығарыуы бик ҡыйын.
3. Мишәр ырыуының Йыһат Солтановҡа ялғанған бауының шәжәрәһе
Инде беҙҙең ауыл мишәрҙәренең бабаларына килгәндә, төрлө йылғы хисапнамәләр буйынса түбәндәгесә күренә улар.
Ҡырмыҫҡалы ауылы мишәрҙәре (1834, 1850, 1859 й.й.). Был теҙмәлә Сәнкем-Биктимер мишәрҙәренең туранан-тура бабалары ҡалын хәрефләп бирелә. 1. Сәхип Мәҡсүтов (1759 — 1827), йорт старшинаһы, ә ғүмеренең ахырында зауряд сотник. Уның нәҫеле: а) Абдулфатих (1793), уның улдары: *Абдулнафиҡ (1815), *Мөхәммәҙи (1816); б) Ғабдул Фахрулхаҡ (1793), уның улы: *Абдулнасри (1815); в) Әхмәт (1806). 2. Сабит Мәҡсүтов (1765 — 1831), писарь. Уның нәҫеле: а) Төхфәтулла (1798 — 1821); б) Фатҡулла (1801 — 1842); в) Фәйзулла Сабитов (1801; г) Фәйрүз (1803), указлы аҙансы. Уның улы: *Шаһиәхмәт (1834 — 1835); д) Ноғоман Сабитов (1807 — 1840), уның улы: *Низамитдин (1830), *Шаһивилдан (1837); е) Хәбибназар Сабитов (1814 — 1846); 3. Абдулмәзит Мәҡсүтов (1745 — 1812), уның нәҫеле: а) Абдулвахит (1781), уның улдары: *Абдулҡафия (1810), *Абдулбани (1812); б) Абдулкәли (1792); в) Абдулханнан (1898). 4. Яхъя Әбдрәшитов (1755 — 1826), уның нәҫеле: а) Ғабдуллатиф Яхин (1784), уның нәҫеле: *Мостафа (1801), *Әбдрәхим (1807), *Мөхәммәтрәхим (1811), *Абдулзәлил Ғабдуллатипов (1812), уның улдары: Моғавиә (1839), Фәхритдин (1849), Шаһибәк (1855), Шаһиәхмәт (1858); *Мөхәммәтсәхәүитдин (1812), *Мөхәммәтсадиҡ (1812 — 1847), уның улдары: Абдулсабур (1836), Сәләхитдин (1838), Ямалитдин (1841), *Мөхәммәтғәни (1814 — 1819), *Мостафа Ғабдуллатипов (1819), уның улдары: Мөхәммәтзариф (1853), Мөхәммәтәмин (1853), Мөхәммәтсадиҡ (1856); *Әбдрәхим (1825); *Мөхәммәтрәхим (1829); *Мөхәммәтвәли (1834); *Мөхәммәтғафур (1836); *Шәрәфитдин (1839); *Камалитдин (1844); б) Ғәтиәтулла яхин (1792 — 1859), уның нәҫеле: *Мөхәммәтсафа Ғәтиәтуллин (1813) уның улдары: Шаһимөхәммәт (1831 — 1851), Шаһиәхмәт (1832 — 1851), Сәлимйән (1850); *Әхмәтсафа (1817), уның улы: Вәлийән (1846); *Әхмәтғәли (1827), уның улы: Ахунйән (1857); *Әхмәтйән (1832). 5. Мөхәммәтәмин Мәҡсүтов (1780), указлы учитель. Уның улдары: а) Абдулҡотдус (1815 — 1820); б) Ибраһим (1816 — 1824); в) Мөхәммәтхафиз (1829); г) Мөхәммәтсәлим (1831). 6. Абдуллатиф Яхин-Әбдрәшитов (1763 —1839), уның нәҫеле: а) Ғөзәир (1806); б) Насритдин (1812 — 1844), уның улдары: *Хәйритдин (1837), *Мифтахитдин (1839), *Камалитдин (1843). в) Мөхәммәтлатиф Абдуллатифов (1800), уның улдары: *Мөхәммәтғәни (1820), *Мөхәммәтгәрәй Мөхәммәтлатифов (1829), *Абдулхәбир (1836), уның улдары: Мөхәммәтйософ (1858), Мөхәммәтғариф (1859).
Өҫкәлек йылға тамағындағы Өҫкәлек ауылы мишәрҙәре (1811 й.)
1. Әбдрәшит Мәҡсүтов (1738), уның нәҫеле: а) Мөхәммәдиәр (1770), уның улы: *Мөхәммәтйән (1808); б) Мөхәммәтәмин (1772); в) Мөхәммәтрәхим (1776 — 1797); г) Әбдрәхим (1779).
Документ аҫтына Әбдрәхим Әбдрәшитов «тауыҡ тәпәйе» тамғаһын һалған (Сәнкем-Биктимер ауылы мишәрҙәренең тамғаһы). Былар Сейет биҫтәһенә (Ҡарғалыға) күсеп киткәндәр.
Әселе йылға тамағындағы Әселе ауылы мишәрҙәре (1811 й.) 1. Абдулвахит Әбдрәшитов (1769), уның улы: а) Мөхәммәтғәли (1807). (Асылыкүлгә күсеп китәләр. Әселелә 1834 йылдың 25 апрелендә бер генә өй ҡалған).
Асылыкүл ауылы мишәрҙәре (1834)
1. Абдулвахит Әбдрәшитов (1769, Әселе ауылынан күсеп килгәндәр). Уның улдары: а) Мөхәммәтғәли (1807); б) Ибраһим (1813). Тимәк, Әселенән Асылыкүлгә улар шул 1807 — 1813 й.й. араһында күсеп килгәндәр. 2.Ғәли Әбдрәшитов — 35 йәштә, ләкин был дөрөҫ түгел, сөнки, яҙылған һанды ҡырсып ташлап, яңы һан — «35» яҙып ҡуйғандар. Уның тәүге ысын яҙылышы, моғайын, «75» булған да тәүге «7»-не, баяғыса, бер аҙ ҡырсып, урынына «3» яһап, «35» итеп яңылыштырып яҙғандар. Әгәр шулай икән, дөрөҫө була: халыҡ хисабы алынған йыл 1834-75= 1759 — Ғәли Әбдрәшитов тыуған йыл. Ул саҡта атаһы Әбдрәшит 21 йәштә булған. Ә Ғәлиҙең улы Хисамитдин тыуған 1782 йылда Ғәлигә: 1782-1759=23 йәш — осо осҡа ялғана. Документ аҫтында аңлатма: «№5 почищено в летах — в семействе Гали Абдрашитов 35 лет. С подлинным верно — канцелярист Кадомцев». Әлхасил, Ғәли Әбдрәшитов тыуған йылды 1759 тип дөрөҫләп яҙабыҙ (артабан шул дата алына). 3. Мөхәмәдиәр Әбдрәшитов (1770 — 1826), уның нәҫеле: а) Ҡорбанғәли (1795); б) Мөхәммәтшәриф (1795), уның улы: *Мөхәммәтлатиф (1824); в) Ғүмәр (1799); г) Ғайса (1811), 1828 йылда рекрутҡа биргәндәр; д) Муса (1815).
Сәйет биҫтәһнендә (Һаҡмар тамағы татар Ҡарғалыһында) йәшәгән мишәрҙәр (1834 й.)
1. Мөхәммәтрәхим Әбдрәшитов (1789). 2. Әбдрәхим Әбдрәшитов (1787 — 1817), уның улы: а) Әбсәләм (1802). 3. Фәйзулла Әбдрәшитов (1752 — 1840). 4. Абдрахман Әбдрәшитов (1808), уның улы: а) Абдулхалиҡ (1833).
Үрге Себенле ауылы мишәрҙәре (1834 й.)
1. Абдрахман Әбдрәшитов (1784), уның улы: а) Мөхәммәтғәли (1833).
Богдашкино ауылы мишәрҙәре (1834 й.)
1. Ниғмәтулла Әбдрәшитов (1822 й. үлгән), уның улдары: а) Рәхмәтулла (1810); б) Ибәтулла (1817).
Ырымбур гөбөрнәһе һәм өйәҙе (һуңынан Быҙаулыҡ өйәҙе) Яңы Үмәр ылыҫы Юлыҡ Ямы (почта ҡуналҡаһы) мишәре (1834 й.)
1. Хисамитдин Ғәлиев (1782), 52 йәштә, отставкалағы һалдат. «Уволен в отставку с пачпортом 1823 года сентября 26 дня за №4829». (Ул заманда һалдатта 25 йыл хеҙмәт иткәндәр). Башҡа кеше юҡ. (Моғайын, ғаиләһен ауылда ҡалдырып йәки ғаиләһенән яҙып, «яма»ла яңғыҙы йәшәгәндер). 1823 йылда һалдаттан ҡайтҡанда уға 41 йәш булған. Әрмелә 25 йыл хеҙмәт иткәнлектән, һалдатҡа ул 16 йәшендә алынған. Был Хисамитдин Ғәлиев — баяғы Асылыкүл ауылындағы мишәрҙең, документта йәшен үҙгәрткән Ғәли Әбдрәшитовтың, улы булырға тейеш. Хисамитдин Ғәлиевтың, әрмегә китмәҫе борон уҡ (йәки икенсе йылында), Баһауитдин һәм Тәхәүитдин тигән игеҙәк улдары тыуған, тип фараз ҡылам (ҡайҙа йәшәгәнлектәре билдәһеҙ). Аталары Хисамитдин Ғәлиев әрменән ҡайтҡансы уҡ, моғайын, әсәләре вафат булып, малайҙар таралышып, шуға күрә Хисамитдин Ғәлиевтың ҡайтыр йорто-ғаиләһе булмаған — Юлыҡ Ямындағы почта ҡуналҡаһында киҙеүселек эшенә урынлашып, яңғыҙ башы ҡаңғырып йәшәп ятҡан, тип уйларға кәрәк. Был Юлыҡ Ямы хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районындағы Яңы Юлас (Новоюласка) ауылы булырға тейеш, 19-ынсы быуат урталарында ул Быҙаулыҡ өйәҙенә ҡараған (шуға күрә лә беҙҙең мишәрҙәр: «Бабаларыбыҙ Быҙаулыҡ яғынан күсеп килгән», — тип һөйләрҙәр ине). Баһауитдин менән Тәхәүитдин, мишәрҙәребеҙҙең риүәйәте буйынса, аталарының асы яҙмышы өлгөһөндә үҙҙәренең дә малайҙарын батшаға һалдат итеп биреүҙән ҡурсаланып, беҙҙең аҫаба бабаларҙан рөхсәт һәм ер алып, ошо ерҙә һалдатҡа алынмайынса үҙ әрмеһендә сиратлап хеҙмәт итмәле аҫаба башҡорт араһына — Сәнкем-Биктимер ауылына шул «Быҙаулыҡ яғынан» күсеп киләләр. Ләкин... ике йыл үтеү менән үк (1865 йылда) башҡорт әрмеһе бөтөрөлгәнгә күрә, башҡорттарҙы ла һалдатҡа ала башлайҙар, — шулай итеп һемәйгән беҙҙең бабалар, тип көлә торғайнылар мишәр ҡарттары... Әммә әсәйемдең өҫтәрәк бирелгән хикәйәтендә, мишәрҙәр беҙҙең ауылға, ауылыбыҙҙың бер килке аҫабаһы 1868 йылда Һаҡмар үренәрәк үҙҙәренә башҡа Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылын төҙөргә күсенеп киткәс, уларҙан ҡалған урынға 1871 йылда килеп ултырғандар, тиеберәк аңлатһа ла, мишәр ҡарттарының «ике йыл»ды ҡушып һөйләгән риүәйәте буйынса улар Сәнкем-Биктимергә 1863 йылда төйәкләнгән булып сыға. Анығыраҡ даталы документ табылманы. Быҙаулыҡ яғынан пәйҙә булған былар артынса уҡ ауылыбыҙға уларҙың туғандары — Әбдрәшит ҡарт тармаҡтарының Ҡырмыҫҡалылағы тағы ла бер нисәһе күсеп килә һәм улар бөтәһе бергә, Әбдрәшит Мәҡсүтов тоҡомдары, киләсәктә лә үҙҙәренең туғанлыҡтарын юғалтмаҫ өсөн, ошонан һуң һәммәһе лә Әбдрәшитов фамилияһында йөрөргә һүҙ ҡуйышалар, фәҡәт Фәхритдин баба нәҫелдәре генә, башҡалары менән ни өсөндөр ыҙғышып-үпкәләшеп, фамилияларын Әбдрәшитовтан «Фәхритдинов»ҡа алмаштыра... Өҫтә килтерелгән хисапнамә мәғлүмәттәренән ауылыбыҙ мишәрҙәренең бабалары төрлө заманала төрлө ауылдарҙа йәшәгәнлеге күренә. Ә «баш баба» Мәҡсүт ҡарт үҙе (Әбдрәшит бабаның атаһы) Ҡырмыҫҡалыға ҡайҙан һәм ҡасан килгән һуң? Сығышы ниндәй булған? Уның ҡыҫҡаса шәжәрәһен бөйөк ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхритдиновтың “Аҫәр” хеҙмәтендә осраттыҡ: «63. Вәлит бин Мәҡсүт бин Әфәк бин Дусмөхәммәт бин Байғара бин Туҡғара бин Суҡғара. Эстәрлетамаҡ төбәге Ҡырмыҫҡалы ауылында имам вә ахун булып оло бер шөһрәт эйәһе булған. Өфө ҡалаһында мосолманлыҡ идараһы асылмаҫтан элек, ислам йәмғиәтенең мөрәжәғәт итер кешеһе вә һыйынысы булып, кәрәк ерҙәргә мәсет бинаһына (төҙөү өсөн) рөхсәт бирер вә имамдарҙы ла тәғәйенләр булған. 1179 йылда (1765/1766 м.) хөкүмәт тарафынан хоҡуҡлы булып, шағбан айында (Ай йылының һигеҙенсе айы), мең ике йөҙ һигеҙенсе (1208) йылда (1793 м.) вафат булған. Ҡәбере Ҡырмыҫҡалы ауылында. Улдары Вилдан ахун менән Сафиян ахун да мәшһүрҙәр иҫәбенән. Атаһы Мәҡсүт бин Әфәк Ҡазан виләйәтендә Яңы Саллы исемле ауылдан күсеп, Өфө төбәгендәге Биш Ҡурай ауылына килеп, дәрәжә тотоуҙа үҙе лә ғөләмән булып, Мортаза әфәнде (29) янында файҙа иткән». («Ағиҙел» журналының 2001/2 һаны, 127-нсе бит). Мәҡсүт баба тәүҙә хәҙерге Туймазы районындағы Бишҡурай ауылына күсеп килгән булырға тейеш. Иң боронғо хисапнамәнән күренеүенсә, Бишҡурай мишәрҙәре ни өсөндөр унан хәҙерге Илеш районына күсерелгән һәм шундағы Бишҡурай ауылын нигеҙләгән. Мәҡсүт улдарынан Вәлит, Сәхип, Сабит, Абдулмәзит, Мөхәммәтәмин исемлеләре, моғайын, аталары Мәҡсүт бабай менән бергә, — Ҡырмыҫҡалыға, ә Әбдрәшит тигәне хәҙерге Йәнсура районында Өҫкәлек йылғаһы тамағындағы Өҫкәлек ауылына күсенеп ултырғандар, Әбдрәшиттең Яхъя, Абдуллатиф исемле улдары атаһының Ҡырмыҫҡалылағы туғандары янына китеп һыйынған. Бына шул Әбдрәшит Мәҡсүтовтан үрсегән дә инде хәҙерге Әбдрәшитовтар (һәм Фәхритдиновтар). Уларҙың шәжәрәһен бөгөнгөләр үҙҙәренең тамырҙарын юллай алырҙай төҙөп бирергә тырыштым. Шәжәрәләге рим цифрҙары — быуындар нәүбәтен күрһәткес. Мәҫәлән, Мәҡсүт баба VI-сы быуын булһа, уның ғәрәп цифрҙары менән нәүбәтләп билдәләнгән 6 улы VII-нсе быуын тәшкил итеп, исеме ҡалын хәрефтәр менән яҙылған 6-нсы ул Әбдрәшит иһә бөтә Әбдрәшитовтарҙың (һәм Фәхритдиновтарҙың) бабаһы булып тора. Шул VII-нсе быуын Әбдрәшиттең 9 улы нәүбәттәге VIII-енсе быуынды тәшкил итеп, һәр улан исеме алдында шул VIII һәм туғыҙ улдың һәр береһенең үҙ нәүбәт һаны йәнә ғәрәп цифрҙары менән ҡуйыла, мәҫәлән: VIII. 2. Яхъя Әбдрәшитов (1755 — 1826). Туғыҙ улан араһынан беҙҙең ауыл Әбдрәшитовтарының өс бабаһының исеме, артабан уларҙы айырым-айырым алып нәҫелдәрен тәфсилләү өсөн, ҡалын хәрефтәр менән яҙылды. Нәүбәттәге IX-ынсы быуын тағы рим һәм ғәрәп цифрҙары менән билдәләнеп (мәҫәлән: IX. 1. Ғабдуллатиф Яхин), унан тыуған нәүбәттәге быуын исеме иһә шулай уҡ рим цифры һәм алфавит хәрефе ҡуйып яҙыла, мәҫәлән: X. а) Мостафа... X. д) Абдулзәлил Ғабдуллатипов... Ә ул X-ынсы быуындан тыуған уландар иһә нәүбәттәге XI цифры һәм йондоҙ (*) ишараты менән билдәләнеп, уларҙан тыуған артабанғы быуындар исеме алдына нәүбәттәге рим цифры ғына ҡуйыла, мәҫәлән: XI. *Ғилажитдин Шәрәфитдин улы Әбдрәшитов, уның улы: XII. Сафуат Әбдрәшитов... Шулай итеп:
Сәнкем-Биктимер ауылы мишәрҙәренең шәжәрәһе
I. Суҡғара. — II. Туҡғара. — III. Байғара. — IV. Дусмөхәммәт. — V. Әфәҡ. — VI. Мәҡсүт (1793 й. вафат), уның улдары: 1. Вәлит; 2. Сәхип; 3. Сабит; 4. Абдулмәзит; 5. Мөхәммәтәмин; 6. Әбдрәшит. — VII. Әбдрәшит Мәҡсүтов (1738), Өҫкәлек ауылында. Уның улдары: VIII. 1. Ниғмәтулла Әбдрәшитов (1822 й. үлгән); VIII. 2. Яхъя Әбдрәшитов (1755 — 1826); VIII. 3. Ғәли Әбдрәшитов (1759 — 1834 й. иҫән); VIII. 4. Абдуллатиф Әбдрәшитов (1763 — 1839); VIII. 5. Абдулвахит Әбдрәшитов (1769); VIII. 6. Мөхәммәдиәр Әбдрәшитов (1770 — 1826); VIII. 7. Мөхәммәтәмин Әбдрәшитов (1772); VIII. 8. Мөхәммәтрәхим Әбдрәшитов (1776 — 1797); VIII. 9. Әбдрәхим Әбдрәшитов (1779).
Инде ҡалын хәрефләп яҙылған һәм беҙҙең ауылға ҡараған VIII-енсе быуын кешеләренең нәҫелдәре айрым-айырым:
VIII. 2. Яхъя Әбдрәшитов (1755 — 1826), уның нәҫеле: IX. 1. Ғабдуллатиф Яхин (1784), уның нәҫеле: X. а) Мостафа (1801); X. б) Әбдрәхим (1807); X. в) Мөхәммәтрәхим (1811); X. г) Мөхәммәтсадиҡ (1812 — 1847); X. д) Абдулзәлил Ғабдуллатипов (1812); X. е) Мөхәммәтсәхәүитдин (1812); X. ж) Мөхәммәтғәни (1814 — 1819); X. з) Мостафа Ғабдуллатипов (1819); X. и) Әбдрәхим (1825); X. к) Мөхәммәтрәхим (1829); X. л) Мифтахитдин Ғабдуллатипов (1830 — 1903 й. иҫән), уның нәҫеле: XI. *Ямалитдин Мифтахитдинов-Әбдрәшитов (1830), уның нәҫеле: XII. Бибилатифа Ямалитдин ҡыҙы (1854 — 1904), Йыһат Солтановтың ҡартәсәһе (атаһының әсәһе). X. м) Мөхәммәтвәли Ғабдуллатипов (1834); X. н) Мөхәммәтғафур Ғабдуллатипов (1836); X. о) Шәрәфитдин Ғабдуллатипов-Әбдрәшитов (1839), уның нәҫеле: XI. *Ғилажитдин Шәрәфитдин улы Әбдрәшитов, уның улы: XII. Сафуат Әбдрәшитов (1927). IX. 2. Ғәтиәтулла Яхин (1792 — 1859). VIII. 3. Ғәли Әбдрәшитов (1759 — 1834 й. иҫән), уның нәҫеле: IX. 1. Хисамитдин Ғәлиев (1782 — 1834 й. иҫән), уның нәҫеле: X. а) Баһауитдин Хисамитдин улы, уның улдары: XI. *Әхмәтсафа Баһауитдин улы Әбдрәшитов, уның улдары: XII. Ғәбделрахман, XII. Ғатаулла, XII. Ғөбәйҙулла Әбдрәшитов; XI. *Әхмәтвафа Баһауитдин улы Әбдрәшитов, уның улы: XII. Мөхәммәтхафиз Әбдрәшитов (1900), уның улы: XIII. Мансур Әбдрәшитов. X. б) Тәхәүитдин Хисамитдин улы, уның улдары: XI.*Сиражитдин, XI. *Низамитдин Тәхәүитдин улы Әбдрәшитов, уның улдары: XII. Сәләхитдин Низамитдин улы Әбдрәшитов (1897), уның улы: XIII. Рифҡәт Әбдрәшитов; XII. Сәхәүитдин Низамитдин улы Әбдрәшитов (1902), уның улдары: XIII. Рауил Әбдрәшитов, XIII. Дамир Әбдрәшитов; XI. *Ғималитдин Тәхәүитдин улы Әбдрәшитов, уның улдары: XII. Фәхрәлитдин Ғималитдин улы Әбдрәшитов, XII. Ғимазитдин Ғималитдин улы Әбдрәшитов, уның улдары: XIII. Шәйхулла Әбдрәшитов, XIII. Ғәни Әбдрәшитов (1930); XII. Ғәйналитдин Ғималитдин улы Фәхритдинов, уның улы: XIII. Ғәләүитдин Фәхритдинов (1897); XII. Нәжмитдин Ғималитдин улы Әбдрәшитов, уның улдары: XIII. Сәғитдин Нәжмитдин улы Әбдрәшитов, уның улы: XIV. Фәрһәт; XIII. Фәсхитдин Нәжмитдин улы Әбдрәшитов (1903 — 1941), уның улдары: XIV. Ирек Әбдрәшитов (1932), уның улы: XV. Сиражи Әбдрәшитов; XIV. Йәүҙәт Әбдрәшитов (1937), уның улдары: XV. Миҙхәт Әбдрәшитов, XV. Илфат Әбдрәшитов; XIII. Хисмәтулла Нәжмитдин улы Әбдрәшитов (1909 — 1941), уның улдары: XIV. Фәрит Әбдрәшитов, XIV Гафур Әбдрәшитов. XII. Зәйналитдин Ғималитдин улы Фәхритдинов, XII. Шәйхналитдин Ғималитдин улы Әбдрәшитов-Фәхритдинов, уның улы: XIII. Шәмситдин Фәхритдинов, уның улы: XIV. Ғабдрахман Фәхритдинов (1908), уның улы: XV. Йәүҙәт Фәхритдинов. XII. Нуралитдин Ғималитдин улы Әбдрәшитов. XI. *Зиалитдин Тәхәүитдин улы Әбдрәшитов, XI. *Хиалитдин Тәхәүитдин улы Әбдрәшитов, XI. *Хисамитдин Тәхәүитдин улы Әбдрәшитов (1849), уның улдары: XII. Һибәтулла Хисамитдин улы Әбдрәшитов, уның улдары: XIII. Ғиниәтулла Һибәтулла улы Әбдрәшитов (1908 — 1945), уның ҡыҙҙары: XIV. Мәсҡүҙә Әбдрәшитова (1932), XIV. Сания Әбдрәшитова (1937), Йыһат Солтановтың хәләл ефете. Һәм шул Ғиниәтулланың улы: XIV. Самат Әбдрәшитов (1941), уның улдары: XV. Салауат Әбдрәшитов, XV. Руслан Әбдрәшитов; XIII. Хәбибулла Һибәтулла улы Әбдрәшитов (1913 — 1942), уның улы: XIV. Ирек Әбдрәшитов (1941), уның улдары: XV. Марсель Әбдрәшитов, XV. Илһам Әбдрәшитов, XV. Инсаф Әбдрәшитов, XV. Виль Әбдрәшитов. XII. Ғибаҙулла Хисамитдин улы Әбдрәшитов, уның улдары: XIII. Хәйрулла Әбдрәшитов (1913 — 1940), XIII. Хәмиҙулла Әбдрәшитов (1924), уның улы: XIV. Мәзит Әбдрәшитов; XIII. Насибулла Әб
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 288; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.118.166.45 (0.018 с.) |