Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
В редакцию журнала «Агидель».Содержание книги
Поиск на нашем сайте
Я перед завершающим годом 9-ой пятилетки, в преддверии XXV съезда нашей партии завершил свой большой труд — роман «Ядкар». Это — политический роман. Это — роман о наших современниках. В нем остро ставятся морально-этические проблемы человеческой деятельности в эпоху непримиримой идеологической борьбы двух мировых сил, в эпоху бурной научно-технической революции. Вроде бы актуальная, нужная нам тема. Однако я здесь с глубоким сожалением вынужден говорить, что это новое произведение до сих пор пылится под сукном редакционного стола. Говорят, в романе есть образ секретаря обкома, поэтому роман должны предварительно прочитать наши обкомовские товарищи. Меня, как писателя-коммуниста, конечно льстит такое обстоятельство, когда с моим произведением будут заниматься такие ответственные товарищи. Но у Башкирского обкома КПСС разьве мало забот, кроме нашего сугубо писательского дела?.. Я думаю, что при благожелательном рассмотрении вопрос этот могла бы быстро решать сама редакция. Вот почему время идет, а воз и по-ныне там... И тут о своем дитеныше вынужден во всеуслышание кричать сам автор. Вроде бы проявлять нескромность. Однако вспоминается мне такой забавный случай: даже сам Уолт Уитмен, после долгих мытарств со своими «Листьями травы», вынужден был изобрести такой трюк — он собственноручно сочинил и опубликовал хвалебную рецензию на свою книгу. Между прочим, рецензия начиналась так: «Родился великий национальный поэт Америки!» Поймите правильно, не собираюсь я себя уподоблять с великим американским поэтом. Однако и у башкирского народа есть такая мудрая пословица: «Если мы сами себя не сумеем хвалить, то кто же станет нас хвалить?» Я себя не хвалю, но требую у тех наших товарищей, которых это касается, быстрого, беспрепятственного рассмотрения рукописи моей. Думаю, это — священное право каждого трудящегося требовать, чтобы произведенная им продукция без лишних проволочек доходила до потребителя. Товарищи коммунисты, касается это нас всех... Я прошу от редакции по-товарщески чуткого отношения не к моей личности, а к нашему общему литературному делу. Йыхат Солтанов.
1976 йыл буйы әҫәремә ҡарата юғары даирәләрҙән, ниһәйәт, мәрхәмәт яуыуын көтөп, ләкин уны көтөп ала алмайынса, нервыларымды сүбектәй туҙҙырып йәшәнем. Йыл аҙағындараҡ, ғәҙәттәгесә, халыҡ араһында алдағы йыл өсөн «Ағиҙел»гә яҙылыуҙы ойоштороу кампанияһы башланғас, халыҡҡа таратырға матур итеп буклет баҫып сығарылды, проза буйынса унда киләһе йыл баҫыласаҡ ошондай әҫәрҙәр күрһәтелгәйне:
Ғәли Ибраһимов. «Кинйә». Тарихи роман. Беренсе китап. Әнүәр Бикчәнтәйев. «Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар». Икенсе китап. Ноғоман Мусин. «Мәңгелек урман». Роман. Икенсе китап. Фәрит Иҫәнғолов. «Ҡышҡы йәйғор». Роман. Йыһат Солтанов. «Ядкәр». Роман. Ғәйфулла Вәлиев. «Өстамаҡ». Повесть. Булат Рафиҡов. «Тауҙарҙа ҡар иртә ята». Повесть. Азат Мағазов. «Атылған йондоҙҙар». Повесть. Руслан Мәҡсүтов. «Такси — алтынсы яртыла». Повесть. Вәзих Исхаҡов. «Тулҡындар ярға ҡаға». Повесть. Беренсенән, күрһәтелгән биш романдың бер йыллыҡ журналға һыйыуы мөмкин түгел; икенсенән, ул романдар теҙмәһендә минекенең аҙаҡҡа ҡуйылыуы хәүефле ине. Баш редакторыбыҙ Рәйес йәштәш Низамов, өҫтәрәк Назар Нәжми хаттарынан асыҡ күренеүенсә, «үҙ фекере булмаған» һәм партия өлкә комитеты, яҙыусылар берлеге тарафынан иҫкән һәр елгә япраҡтай ҡалтырап торған йомшаҡ күңелле бер йән булып, 1975 йылда редакцияға яуаплы секретарь итеп әлеге лә баяғы шул карьерасы бәндә — белеме һай, илһамы тар, түрәләргә ялағайлығы көслө, миңә ҡарата ҡара эсле графоман Ә.С. Гәрәйев ҡуйылғас, шул һыҙғырып сығарған елгә буйһыныуҙан арына алмай ине. «Ядкәр»ҙе ул, баш редакторыбыҙ, 1975 йылдың ноябрендә уҡып сығып, уны 1976 йылдың икенсе яртыһында йәки 1977 йылдың тәүге яртыһында баҫып сығарырға вәғәҙә биргәйне. Ләкин Гәрәйевтең ыжғыр еле көслөрәк булып сыҡты: 1976 йылдың 31 декабрендә уның ҡотҡоһо аша редколлегия ағзалары ауыҙынан романға яңы талаптар һәм дәғүәләр ҡылынды, былар барыһы әҫәрҙе фәҡәт тотҡарлау, йәки алып ырғытыу өсөн ине. Шуларҙың бөтәһен 1977 йылдың апрелендә Башҡортостан яҙыусылар берлеге ойошторған ҙур йыйылышта ҡәләмдәштәргә еткерергә уҡталдым:
Уртаға һалып һөйләшәйек. Китап авторҙарының кәңәшмәһе тикмәгә саҡырылмағандыр, бында, моғайын, яҙыусының хеҙмәтенең ил алдындағы мөһимлеге, яуаплылығы, шулай уҡ автор һәм китап яҙмышы тураһында емешле фекер алышып, тәғәйен саралар күреү күҙ уңында тотолалыр. Был иһә һәммәбеҙгә ҡағылған, иң ауыртҡан мәсьәлә. Һуңғы ваҡытта хөрмәтле идара етәкселәребеҙҙең иң ҙур трибуналарҙан тороп роман жанрыбыҙ тураһында «кирбес» тигән ләғнәтләү эпитеты ҡушып һөйләүҙәрен йыш ишетергә тура килгәнлектән, мин дә был урында үҙемде шаҡтай ғәйепле һанап баш эйәм. Сөнки 1962 йылдан биреле мин шул жанрҙа ҡарышып эшләп килдем, 1966 йылда «Ағиҙел»дә, ә 1967, 1969, 1975 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә ҙур-ҙур роман өҙөктәре баҫтырҙым. 1969 йылда «Коммунист», 1974 йылда «Ядкәр» тигән әҫәрҙәрем Яҙыусылар союзының проза секцияһы ултырыштарында тикшерелеп ыңғай баһаланды. Шунан һуң мин был ике әҫәрҙе лә артабан камиллаштырыу, матбуғатҡа әҙерләү өҫтөндә эшләнем. «Ядкәр» романын 1975 йылдың 27 октябрендә «Ағиҙел» редакцияһына тапшырҙым. Башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының тәрән тарихи туғанлығын, хатта этногенетик ҡәрҙәшлеген дәлилләүҙе үҙәк проблема итеп ҡуйған был политик роман беҙҙең бөгөнгө башҡорт совет интеллигенцияһының изге социалистик Ватан, халыҡ бәхете өсөн фиҙакәр көрәше, беҙҙең сафтарҙағы идеологик таҙалыҡ, быуындарҙың күсәгилешлеге, тормошобоҙҙоң юғары әхләҡ нормаларын йәш быуынға аманат итеп биреп ҡалдырыу кеүек мөһим мәсьәләләргә арналған. Унда яҙыусылар, ғалимдар, рәссамдар, артистар, хужалыҡ һәм партия етәкселәре һәм башҡа төрлө профессия кешеләре ҡаршыһында үҙенең ҡырҡа үткерлеге менән көн үҙәгендә торған, фәнни-техник революция осоронда көсөргәнешле заманабыҙ үҙе ҡуйған мораль-этик проблемалар киң тарихи пландағы ваҡиғалар, синфи көрәш, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, шәхес һәм йәмғиәт, кеше һәм тәбиғәт кеүек көстәр араһындағы киҫкенләшкән конфликт аша, йәнле картиналар ярҙамында сиселә. Роман формаһы буйынса бер-береһен бәйләп тултырыусы, замандарҙы берләштереүсе өс монологка — граждандар һуғышында ҡатнашҡан ҡарт быуын, бөгөнгө көрәшсе йәш быуын һәм автор монологтарына ҡоролған. Был, беҙҙең әҙәбиәт өсөн күнегелгән булмаһа ла, донъя әҙәбиәтендәге билдәле алым. Шулай итеп, бөгөнгө көн мәсьәләләрен тарихи һәм ғилми факттар менән беркетеп күтәргән политик роман был. 1975 йылдың ноябрендә баш редактор (Р.Ғ. Низамов) уҡып сығып, автор менән һөйләште. Ул романды ыңғай баһаланы һәм уны 1976 йылдың икенсе яртыһында, йәки 1977 йылдың тәүге яртыһында «Ағиҙел»дең өс һанында баҫып сығарырға вәғәҙә бирҙе. «Ядкәр» романын редакция 1977 йылда баҫырға әҙерләй тип, «Ағиҙел»дең реклама буклеттарында ла ташҡа баҫып иғлан ителде. Романда КПСС-тың өлкә комитеты секретаре образы булғанлыҡтан, тәүҙә уны өлкә комитетындағы иптәштәрҙән дә уҡытып алайыҡ, замечаниелары булһа, төҙәтерһең, тинеләр. Мин шатланып ризалаштым һәм «Ядкәр» тейешле иптәшкә тапшырылды. Ләкин, ярты йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, үкенескә ҡаршы, роман унда ҡуҙғатылмаған булып сыҡты. Кире алып ҡайтып, фәҡәт йыл аҙағында, 1976 йылдың 31 декабрендә генә миңә редколлегия ағзаларының фекерен ишетеү насип булды. Ләкин унда, файҙалы кәңәштәр менән бергә, көтөлмәгән бәлә-ҡазалар килеп сыҡты. Йәғни: 1. Автор тормоштан алда барырға тырышҡан; ул тормош әле үҙе хәл итмәгән проблемаларҙы (тәбиғәтте бысратыуҙан һаҡлау, тәүтел — праязык, халыҡтарҙың этногенезы) күтәрә һәм хәл итергә маташа. Ә проблемаларҙы тәүҙә тормош үҙе хәл итеп бөтмәй тороп, яҙыусы уға тотонорға тейеш түгел, имеш... 2. Геройҙарҙың артында прообраздарын төҫмөрләп булмай. Романда һүрәтләнгән яҙыусылар, ғалимдар артында беҙҙең ҡайһы конкрет яҙыусы, ғалим торғанын күрмәгәс, образдар тормошсан булмай, имеш... 3. Әҫәр стиленә ҡарата: романтик әҫәрме был, юмористикмы, публицистикмы, гротекскмы, эссемы?.. Әллә бөтәһе ләме?.. Шуларҙы билдәләүе ҡыйын, алымдарҙың барыһы ла ҡулланылған һ.б.ш. туҙға яҙмаған сәбәптәр... Әйтерһең, иң оло тормош материалдарын да үҙенә һыйҙыра алған жанр (роман) художество сараларының байлығын да үҙенә мул ала алмай... 4. Композиция мәсьәләһе. Был романдың композиция теүәллеген оппонентарыбыҙ ошоғаса күнегелгән «ваҡиғалар романы»ның үрнәгенән сығып барлай; бында иһә композиция теүәллегенең умыртҡаһын ваҡиғалар теҙмәһе түгел, ә фекерҙәр ағышы һәм характерҙар полифонияһының тәшкил итеүен күрергә лә, танырға ла теләмәй. Һөҙөмтәлә авторҙың көсөргәнешле ҡыҫым аҫтында ябай күмерҙән хасил иткән алмас кристалын кире күмергә әйләндертергә, заурядный роман эшләтергә тырышалар, тигән йәмһеҙ тойғо тыуа. Ә баш редакторҙың тәүге позицияһынан, көтмәгәндә, 180 градусҡа боролоуы уның йәки үҙ аллы фекергә эйә кеше булмауы, йәки ҡайҙандыр яһалған баҫымға тиҙ үк бөгөлөп төшә торған умыртҡа һөйәкһеҙ булыуы тураһында асыҡ һөйләй... Автор юғарыла күрһәтелгән пункттарҙың барыһын да хата фекер, кемдәрҙер тарафынан ҡаршы ҡоролған яһалма тотҡарлыҡ тип иҫәпләй һәм, был осраҡта гәрсә яңғыҙ үҙе булһа ла, тулыһынса үҙ фекерендә ҡала, сөнки Хаҡиҡәт бер ваҡытта ла ябай арифметик күпселек менән билдәләнә алмай. Хатта бер үҙе генә тороп ҡалғанда ла Хаҡиҡәт мәңге Хаҡиҡәт килеш ҡала. Оппоненттарҙың береһе (Р.Б. Байымов) әҫәрҙә обком секретаренең талантлы йәш шағирҙы ижади һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн критик моментта уның өйөнә хәлен белергә инеп сығыуын бюрократтарса нарыҡлап: «Обком секретаре ниңә шағирға үҙе хәл белә барһын? Аппараттағы берәй кесерәк хеҙмәткәрҙе ебәрә лә ҡуя ул...» ти. КПСС Үҙәк Комитетының Генеральный секретаре Л.И. Брежнев иптәштең: «Талант — это национальное достояние, его надо беречь», — тигән бик хаҡ һүҙҙәренән һуң был оппоненттың иҫбатлауы бик тә сәйер тойола. Оппоненттарҙың икенсеһенең (Ғ.Й. Рамазанов) романда проблема итеп ҡуйылған тәүтел (праязык) мәсьәләһенең беҙгә нимәгә кәрәге бар, ул беҙҙә проблема түгел, тип үҙенең ғилми һәм политик һуҡырлығын авторға тағырға маташыуы, шуны әҫәргә кәртә итеп ҡуйыуы ла ғәжәп иткес аңлайышһыҙ һәм аяныслы яңғырай. Ошоға бәйләп, заманында ауыҙыбыҙҙы ныҡ бешергән, терһәкте тешләргә мәжбүр ҡылған рухи һуҡырлыҡтың бер нисә классик өлгөләрен иҫләйек. 1. Күп йылдар буйы генетиканы, генетика атаһы Менделдең бөйөк асышын «антинаучный фәстереү», реакцион тәғлимәт, тип һәләк итеп йөрөнөк. Аҙаҡтан, уның бөйөк асыш икәнлеген тамам төшөнөп, генетика фәнен илдә ҡабат тергеҙеү өсөн күпме көс түктек һәм түгәбеҙ!.. 2. Кибернетика фәнен — «буржуаз шарлатанлыҡ», уның атаһы Винерҙы «шарлатан» тип көлөп йөрөнөк. Аҙаҡтан, XX быуаттың был фәнни-техник революцияһы өлкәһендә йоҡлап ҡалғанлығыбыҙҙы төшөнөп, илай-илай тигәндәй, уны ҡыуып етергә мәжбүр булдыҡ... Беҙ һүҙ алып барған тәүтел — праязык та донъялағы халыҡтарҙың этногенезын билдәләүҙәге үҙенең әһәмиәте яғынан генетика һәм кибернетика менән бер кимәлдә тора, уның киләсәге ҙур. Тәүтел — праязык аша беҙ, был ғилми ҡорал донъяның ҡайһы лагеры ҡулында хеҙмәт итеүгә бәйле рәүештә, донъя халыҡтарын бер-береһенә яҡынайта, туғанлаштыра, йәки уларҙы бер-береһенән айыра, дошманлаштыра аласаҡбыҙ. Әгәр был идеологик ҡорал беҙҙең социалистик лагерҙа тиҙерәк үҙләштерелһә, ул баштан уҡ тулыһынса беҙгә, коммунизм идеалдарына тоғро хеҙмәт итәсәк. Ә киреһенсә булһа, ул беҙгә һөҙөмтәләрен әлегә күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ зыянлыҡ менән янай. Был — стратегик ҡорал. Бөгөнгө империализм аполегеттары тарафынан «кеше азатлыҡтары» маркаһы аҫтында глобаль кимәлдә алып барылған идеологик көрәш иртәгә тағы ла нескәрәк һәм тәьҫирлерәк хөлләгә — халыҡтарҙың «ырыу-ҡәрҙәшлеге», тел һәм тарих, этногенетик территория һ.б. мөнәсәбәтлегенә төрөнәсәк. Хәҙерге маоизм идеяларына ағыуланған Ҡытайҙың беҙҙән «үҙ территорияларын» дәғүәләүе быға бер асыҡ миҫал. Империалистик илдәрҙең идеология штабтары шуны алдан һиҙенеп, кешелек донъяһындағы йәш фән — тәүтел (праязык) өлкәһендә интенсив эш алып бара. Был фән беҙҙең илдә әлегә кәрәк булғанға ҡарағанда аҙыраҡ өйрәнелә, ә Башҡортостанда ул бөтөнләй юҡ: беҙҙә бер вузда ла, ғилми институтта ла уның менән планлы рәүештә берәү ҙә шөғөлләнмәй. Тәүтел (праязык) менән беҙҙең республикала, моғайын, айырым энтузиастар ғына үҙ алдына эшләйҙер. Шундайҙарҙың араһында был фәнгә иң тәрән итеп инеүсе, иң бай фактик материал туплап, эшкәртеп, әһәмиәтле асыштарға ирешеүсеһе — (тыйнаҡһыҙлығымды кисерегеҙ!) мин фәҡирегеҙ буламдыр. Ғәфү итегеҙ: был хаҡта хәбәр итерлек мәғлүмәтле кеше булмағас, фән хаҡына үҙемде үҙем әйтергә тура килә. Тимәк, романда мин, уның художество-нәфис ҡиммәттәренән тыш, бөтә кешелек донъяһы өсөн актуаль булған һәм киләсәктә лә актуаль ҡаласаҡ ғилми проблема ла ҡуям. Шул ыңғайҙа уҡ проблеманың хәл ителешен дә бирәм. Әгәр киң полотнолы «Ядкәр» әҫәре автор тарафынан уйланылған күләмдә һәм кимәлдә донъя күрһә[28], ул бынан һуң йөҙ йыл үткәс тә кешеләргә үткер ҡорал булып хеҙмәт итәсәк. Әйтәйек, нефтселәр тураһындағы «производство» әҫәре, беҙҙең әҙәбиәттә авторҙары тере саҡта уҡ проблемаһы иҫкереүгә дусар булған «кукуруза проблематикалы» йәки нефтселәрҙең «турбобур» проблематикалы әҫәрҙәребеҙ кеүек үк, 40 — 50 йыл эсендә үҙ әһәмиәтен юғалтасаҡ, сөнки улар бөгөнгө көн өсөн күпмелер кәрәк булған, ләкин тактика әһәмиәтендәге генә әҫәр. Ғалимдарҙың иҫәпләп сығарыуынса, 50 йылдан һуң Ер шарында бөтөнләй нефть ҡалмаясаҡ һәм нефть сығарыу проблемаһы ла булмаясаҡ. Ә «Ядкәр» үҙенең проблематикаһы буйынса, үткән замандан бөгөнгө аша киләсәккә күпер һалыусы стратегия әһәмиәтенә эйә ул. Бындай романдарға ла юл ябылмаҫҡа, уларҙың алыҫҡа ата торған стратегик ҡорал икәнен онотмаҫҡа, улар ҙа тиҙерәк донъя күрергә тейешлелер. Ләкин, үкенескә ҡаршы, беҙҙә әҫәрҙең яҙмышын хәл ҡылғанда шәхси симпатиялар һәм антипатиялар хөкөм һөрә, буғай. Һәр хәлдә, минең үҙемдең әсе ижади яҙмыш дәлилләй шуны. Бына алдымда документ, уның төп нөсхәһе, моғайын, Яҙыусылар союзының папкаһына тегелгән:
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретаре ип. В. Исхаҡовҡа. Һеҙҙең миңә 8.01.1973 йыл ебәргән хатығыҙға яуап итәм: Башҡортостан китап нәшриәтендә «Ерем, һиңә өндәшәм» исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығым 1974 йыл планында сығыуҙы көтөп ята; унан тыш: «Аҡ ҡайындар араһында» — повесть һәм хикәйәләр китабын (күләме 20 табаҡ) — 1975; «Йәшел йылан көрмәге» — сатирик повесть һәм хикәйәләр йыйынтығын (күләме 10 табаҡ) — 1976; «Һаҡмар-һыу» [29] романын (күләме 20 табаҡ) — 1977; «Коммунист» романын (күләме 20 табаҡ) — 1978; «Кипаристар сәскә атҡан саҡта» романын (күләме 15 табаҡ) — 1974 — 1979 йылдарҙағы нәшриәт планына индереүегеҙҙе ныҡлап һорайым. Иҫкәртмә. Күрһәтелгән әҫәрҙәрҙең бөтәһенең дә аҡ йәки ҡаралама ҡулъяҙмаһы әҙер, улар тик һуңғы эш стадияһын — нәшриәткә әҙерләп биреүҙе көтә. Яҙылаһы әҫәрҙәр — пландарым хаҡында әлегә әйтмәй торам. Ихтирам итеп, Й. Солтанов. 12.01.1973.
Беҙҙә күп эшләгән кешене яратмайҙар, тиҙ эшләгәнде бигерәк тә. Ләкин мин, документтан күрәһегеҙ, күп эшләһәм дә, тиҙ эшләүселәр, бигерәк тә әҫәрҙәрен тиҙ ташҡа баҫтырыусылар категорияһына ҡарамайым. Сөнки 1973 йылдың ғинуарында уҡ ҡулъяҙмалары әҙер булған (ә мин романдарымды 1962 йылда яҙа башланым һәм бер туҡтауһыҙ ошо көнгәсә һаман яҙам) күрһәтелгән китаптарымдың әле береһе лә ташҡа баҫылып донъяға сыҡҡаны юҡ. Башҡорт АССР-ының 50 йыллығына арнап яҙылған, «Ағиҙел»дең 1969 шул оло юбилей йылғы байрам һанында баҫылып сығып, йәмәғәтселек тарафынан яҡшы баһаланған «Минең шәжәрәм» поэмаһы, күҙҙәрҙе ҡарайтып, ни бары биш йыл үткәс кенә китап булып сыға алды. Ә минеке менән бер йылда уҡ баҫылған башҡа өс иптәштең поэмаһы икенсе йылында уҡ китап нәшриәтендә донъя күрҙе. Егерме йыл буйына яҙып, ваҡытлы матбуғатта һынау үткән хикәйәләр һәм повестәремде әле булһа китап итеп сығара алғаным юҡ. Сатирик повесть һәм хикәйәләр йыйынтығым да, бая аталған «Коммунист», «Кипаристар сәскә атҡан саҡта» тигәндәрем дә ята һаман. Ләкин мин араҡы эсеп урамда эт һуғарып йөрөмәнем, «яҙыусы яҙырға тейеш» тигән девиз буйынса һаман баш ҡалҡытмай эшләнем һәм эшләйем. Һөҙөмтәлә «Ядкәр»ҙең хәле үҙегеҙгә билдәле. Шулай ҙа һаман эсеп-иҫереп, эт һуғарып йөрөмәйем. Эшләгәнде яратмаһалар ҙа эшләйем. Һәм, әлеге документта планлаштырылғанса, бына быйыл, «Һаҡмар-һыу» тигән яңы романымды бөттөм, иптәштәргә уҡырға тапшырам. Шул уҡ план буйынса «Коммунист» романының ҡулъяҙмаһын камилләү эштәре бара. Тимәк, мин яҙыусылар союзы идараһының һорауы буйынса мәғлүм иткән планымды үтәп киләм. Ләкин союз менән нәшриәт кенә миңә шәфҡәтлелек күрһәткәне юҡ — әҫәрҙәрем ҡулъяҙма хәлендә һаман. Әгәр игенсенең сәскән игенен урып алдыртмай ятҡырып ҡалдырһалар, йәки уны малдан тапатып мәсхәрәләһәләр, игенсе түҙер инеме?.. Ә яҙыусы түҙә... Ғәҙелһеҙлек был. Шулай ҙа үҙ әҫәрҙәреңде уның төп хужаһына — уҡыусыларға еткерә алмай яфа сигеү, этлек күреү, материаль мохтажлыҡта интегеү — күтәреп булмаҫлыҡ йәбер. Башҡортостан Яҙыусылар союзынан, китап нәшриәтенән «Ядкәр» романын нәшриәт планына индереп, килешеү төҙөшөп, миңә ҡулъяҙманы тағы ла нығыраҡ камиллаштырыу өсөн бер йыл иркенләп ултырып эшләрлек материаль мөмкинлек биреүҙәрен һорайым. Шундай гуманлы шарттар Ғәли ағай Ибраһимовҡа (иншалла!) «Кинйә» романының ҡулъяҙмаһы әҙер булмаҫы борон уҡ тыуҙырылды лаһа. Ә минең ҡулъяҙма әҙер, уның ҡайһы бер етешһеҙлектәрен бөтөрәһе генә бар. Ҡояш бөтә кешегә лә бер тигеҙ яҡтырта бит. Шул ҡояш аҫтында уңып бешкән башаҡтарҙы төбөндә ятҡырып серетеү — аяныс хужаһыҙлыҡ был. Йыһат Солтанов. Апрель, 1977.
1977 йыл миңә, ғөмүмән, башынан уҡ йөрәк өҙгөс шәхси ҡайғылар килтерҙе. Февраль айында мәктәпкә киткән Сабит улым урамда шағир Тимер Йосоповты осратып, ҡорҙашым һәм дуҫым Рәми Ғариповтың һис көтмәгәндә ҡапыл вафат булыуы хәбәрен алып ҡайтҡас, тетрәнеп, өйҙән сығып йүгерҙем... Үлеренән ике йыл элек кенә тап килешкәндә, алдыма ҡуйған рюмкаһын кире этәреп, өҙә ҡырҡып әйткәйнем: «Эсеүҙе ташлайыҡ, ҡорҙаш. Һаман былай барһаҡ, түҙә алмаясаҡбыҙ — үләсәкбеҙ бит. Мин үҙем ташланым, һиңә лә бөгөндән ташларға кәңәш итәм». — «Юҡ инде, — тип ҡырт өҙҙө дуҫым, — эсеүем — эсеү, мин уны ташламаясаҡмын!» (Әйткәндәй, яҙыусы Б.З. Рафиҡов та «хәмер командировкаһынан» тамам төҙәлеп, «Ағиҙел»дә мин, Абдулхаҡ ағай Игебаев ултырған бүлмәлә өсөнсө иптәш сифатында әүҙем эшләй башлағас, ошоға оҡшаш кәңәште ысын күңелдән уға ла биргәйнем. Эш шунда: иртәнсаҡ һуңлабыраҡ килһәм, яңы хеҙмәттәшебеҙ яңғыҙы (Абдулхаҡ ағайҙың өйҙә ижад көнө ине) хозурланып, түшәмде күтәртерлек итеп тәмәке боролдатып ултыра, төтөнө балта аҫырлыҡ ҡуйырған. Һөйләшеү ҡыҫҡа булды: «Абау, ниндәй зәхмәт ояһы был?!. Үләһең бит былайһа — ташла тәмәкене!» — «Ю-у-уҡ инде, — тине һуҙып, — ташламайым! Донъялағы берҙән-бер ҡыуанысым бит ул минең!» (Һәм шул «ҡыуаныс»ы әҙәмде ваҡытынан элек фани донъянан алып китте)... Ә Рәми менән булған баяғы һөйләшеүҙә, уның ҡырҡа яуабынан күңелем бик ныҡ ҡайтып: «Улайһа мин бынан һуң һинең яныңа килмәйәсәкмен, сөнки, нисә генә ҡарама, яныңда — “шәкерттәрең” тигән эскесе өйөр, алдыңда хәмерле шешә!..» — тип асыуланып сығып киттем дә, ысынлап та, уға барып йөрөүемде туҡтаттым; осраҡлы тап килешеүҙәр ҙә ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙәр булғылай ине. Эшенән һуңғы тапҡыр ҡыуылыуына тиклем бер арала ул йәнә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баш редактор Рәҡиә Рөстәмова ҡулы аҫтында хеҙмәткәрләнеп алды. Редакцияларыбыҙ матбуғат йортоноң бер үк ҡатында ине. Эш сәғәттәре аҙағынан бер кисәлә, яңы яҙған шиғырымды тотоп, эргәһенә кереп ултырҙым, бөтә халыҡ таралышҡан — икәүҙән-икәү генә оҙаҡ гәпләштек. Ул, бар ихласлығын һалып, киләсәктә кәрәк булырын алдан күреп, буғай, зәңгәр копировка аша (копияһын үҙендә ҡалдырырға) йәш шағирәләргә шиғриәт серҙәре буйынса йылы эстәлекле хаттар яҙып мауыға — бер нисәһен уҡып та ишеттерҙе. «Кәтибә апайҙан һуң был редактор менән эшләү ҡайһылайыраҡ?» — тип белешкәс, илар хәлгә етеп: «Их, әйтмә лә инде, ҡарт! Булыр ҙа булыр кеше, әммә бындай ҙа яуыз, ҡара йөрәкле булмаҫ! — тине лә, үткәндәрен иҫләп, буғай, бер килке тын ултырғас: — Кәтибә апай менән бергә эшләү осоро, бының менән сағыштырғанда, үҙе бер ожмах булған икән ул!» — тип өҫтәне... Рәми Ғарипов төптән үҫкән имән кеүек таҙа кәүҙәле, бер сиргә лә бирешмәүсән зат булып, «үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа поликлиника тупһаһын аша атлап кергәнем юҡ», — тиер ине. Тик аҙаҡҡы йылдарында ғына ваҡыт-ваҡыт йөрәгенең тибеүҙән туҡтап тороуын (аритмиялыр?) һәм яңынан эшләп китеүен йылмайып ҡына әйткеләп ҡуйһа ла, табиптарға күренгәне булманы. Тажикстанға һуңғы оҙайлы сәфәрендә йөрөп ҡайтҡас, вагонда йоҡлап килгәнендә төшөндә кемдер йөрәгенә хәнйәр ҡаҙауҙан ҡаты һыҙланып уяныуын (моғайын, микроинфаркт кисергән) һөйләп тә шомландырҙы, әммә быға тейешенсә иғтибар итмәгәнлектән, төшө — төш кенә булып ҡалды ла онотолдо... Рәми ҡорҙашым менән мин, бер үк йылда тыуған йәштәштәр генә түгел, ә фекерҙәштәр ҙә булыуыбыҙҙы артыҡ сурытып тормайым. Был хаҡта уның үҙ ваҡытында миңә бүләк итә барған китаптарындағы (уларҙы аҙаҡ шағирҙың ауылындағы йорт-музейына тапшырҙым) автографтары ла тәрән мәғәнәле һөйләй:
Рәми Ғарипов. Таш сәскә. Лирика. Өфө, 1958. (Китаптың корректураһы, коленкор менән тышлап төпләнгән). Титул битендәге автограф: “Йыһатҡа – ҡаным – Рәми. 15-16/VII. Өфө”.
Рәми Ғарипов. Осоу. Шиғырҙар. Өфө, 1966. Автограф: “Йыһат ҡарт! Шағир, әҙип тик үҙенең ғүмер юлында ҡаны менән бергә ҡушып бөтәһен татығанда ғына, шул ут йотҡандарын ҡағыҙға төрөп бирә белер теле булғандан, шул серҙе аңлар иле булғандан ғына шағир-әҙип икәнен һин беләһең. Шулай булғас, минең һымаҡ күп ҡыуыҡ осормаҫһың, тим, дуҫҡай. Көтәм. Ышанам! Рәми ҡартың. 28/IV – 66”.
Рәми Ғарипов. Аманат. Йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙар. Өфө, 1969. Автограф: “Йыһат ҡорҙашыма – һин йәшәгәнгә мин бәхетле! Йәшәйек әле, йәшәйек! Дошмандың эсе китеп ятһын! Ни ҙә булһа әйтербеҙ!.. 70-енсе йыл, 9/I – (ҡанлы көн икән...)”.
Рәми Ғарипов. Горицвет. Уфа, 1969. Автограф: “Йыһат ҡартҡа – минең “знакум” һаҡалы [30], шулай ҙа сәс-һаҡал аҫтында беҙ икенсе бер донъя йөрөтәбеҙ. Шул донъя иҫтәлеге! Йәшәп ҡарайыҡ әле, -- Рәми. 13/II – 70”.
Рәми Ғарипов. Аманат. Йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙар. Өфө, 1969. Был китапты шағир Шакир Ғәлингә бүләк иткән, ә ул иһә, “һаҡла” тиеп, миндә ҡалдырып торғайны, ун йыл үткәс (Рәми үлгәс) кереп алып китте. Шакирға яҙылған автограф:
“Шакир ҡартҡа, -- һине күрһәм, халҡымдың ҡот осҡос талантын да күрәм, фажиғәһен дә күрәм; бәй, күргәс ни, үҙемсә көн күрәм, тик мин киткәс, юҡҡа-буҡҡа күҙйәш ҡойоп ултырмағыҙ, бура бурағыҙ, итәк тулы бала-саға үҫтерегеҙ!.. Ҡалғаны – Аманат! Рәми. 10/II – 70”.
«Интернат-мәктәп» (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге гимназия) туҡталышында «хрущевка» йортоноң беренсе ҡатындағы ике бүлмәле фатирында бала-сағалары ишәйеп һәм ҙурайып барһа ла, Яҙыусылар берлегенән киңерәк торлаҡ һорап ғариза яҙманы, сөнки быныһы өсөн дә фатир хаҡын айҙыҡын — айға үҙ ваҡытында түләргә хәле етмәй, йорттар идаралығы әленән-әле электр сымын өҙөү йәки йылы һыуҙы ябыу менән янаған хаттар ебәреп йөҙәтә ине. Ана шулай ғаризаһы булмауға ла ҡарамаҫтан, көтмәгәндә, Яҙыусылар берлеге рәйесе Әсғәт Мирзаһитов менән Литфонд директоры Зөлфәр Хисмәтуллин ағайҙар көндәрҙән-бер көндө Рәмиҙе үҙҙәре идараға саҡыртып алып, Рихард Зорге урамындағы туғыҙ ҡатлы яңы йорттоң етенсе ҡатындағы өс бүлмәле фатирға ордер тотторалар. Нигеҙ туйына бер килке яҡын ҡәләмдәштәре үҙ-ара иғәнә һалышып, кейем шкафы һ.б. нәмәләр алып барып ҡотланыҡ... Бына шул ҡотло төйәгендә 1977 йылдың февралендә, үҙе донъяға килгән айҙа, Рәми яңғыҙы ҡала (тыуған көнөн дә балалары менән генә үткәрә) — ҡатыны Надежда Васильевна эше буйынса аҙна-ун көнгә Мәскәүгә командировка алып, бер ыңғайҙан Мәскәү янындағы Переделкино ҡасабаһына әсәһенең хәлен белергә киткән (шул көндә Рәми командировканан ҡайтып, улар икеһе Өфө аэропортында ҡыҫҡа ғына мәлгә осрашып аймылыша). Шағир тирәһендәге шау-шоулы өйөр (“шәкерттәре”), иркенлектән файҙаланып, һәр береһе шешә ҡыҫтырып, тигәндәй, шағирҙы тыуған көнө менән ҡотларға эркелә, өйҙә ҡоролған көслө тантана аҙна-ун көнгә һуҙыла... Надежда Васильевнаның шул саҡтағы һөйләүенсә, ул Мәскәүҙән ҡайтып ингәндә мәжлес инде таралған, зал эсе — ҡара һөрөм, өҫтәл өҫтөндә — күбәләй өйөлгән тәмәке төпсөгө һәм рюмкалар, ә кухня иҙәнендә буш шешәләр үтеп кергеһеҙ рәүештә тумарлап ята... Ә минең тоҫмаллауымса, моғайын, был хәлгә бәйле ир менән ҡатын араһында буран да ҡубынғандыр... Ошо урында Рәмиҙең күптәнге кисерештәрен иҫкә төшөрөү урынлы: «Йөрәк ауырта. Миңә инде был донъянан тайырға ла ваҡыт инде». (Әҫәрҙәр, II том, 493-өнсө бит). «Ниндәй генә нәжестә ҡойонһам да, ниңә һуң мин бер яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, сафлыҡҡа ышанам икән! Бәлки, минең бөтә фажиғәм дә шундалыр... Әллә минең бөтә ғүмерем ҡот осҡос бер хата микән? Ә үҙем: «Хаталар ҙа булыр тормошоңда,/Тик тормошоң хата булмаһын», — тигән булам. Инанам, яҙам. Бала саҡтан биреле ошо ғазаптарҙы кисерәм. Ниңә? Үҙеңдең бишегең тирбәлгән өрлөктәге тырма тешендә йөрәгең туҡтаған кәүҙәң тирбәлеп тороу артығыраҡ түгелме икән был донъяла?.. (Шағирҙың аҫылынып үлеү уйы ла булған, тимәк... — Й.С.). Инде тегендә (эрәүергә) былай ҙа күп ҡалмаған, үҙ ҡулдарым менән һыҡмайынса ла шартлар был йөрәк»... (Әҫәрҙәр, III том, 67-нсе бит). «Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо» (Ғ. Туҡай) — минең хәлгенәм ошо... Онотмайым тыуған көнөмдө (онотмаҫ өсөн үлер көнөңдө). [Тыуған көнөндә үлергә йыйынғандай... — Й.С. ]. Кешенең бөтә ғүмере ҡыҫҡа бер һыҙыҡҡа һыя: 1932 — 1999(?)»... (Шунда уҡ, 71-енсе бит. Ләкин шағир аҙаҡҡы цифрында яңылышҡан – туҡ
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 355; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.133.133.251 (0.014 с.) |