Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Сессии Верховного Совета Башкирии.Содержание книги
Поиск на нашем сайте
Господа депутаты зяпятая голосуя против башкирского языка башкирского Президента Вы узакониваете геноцид точка Полуторамиллионная башкирская нация Вам этого не простит зяпятая вступит в новый этап национально-освободительной борьбы = Султанов, писатель. Уфа — 104, Уфимское шоссе, 4, кв. 119, телефон 31-45-97.
Бындай акциялар, моғайын, минән башҡа ла булғандыр. Халыҡ вәкилдәре үҙҙәре лә һағайҙы һәм иҫтәрен йыйҙы, буғай («Йәшлек» гәзитенең 1991 йыл 2 ноябрь һанынан):
Депутаттар хата төҙәтә 31 октябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡар яуып, үҙәккә үтерлек ел булыуына ҡарамаҫтан, Өфө йәштәре ижтимағи-сәйәси үҙәк бинаһы янына йыйылды. Сөнки бер көн алда республика Юғары Советы сессияһында «Башҡортостан Президенты тураһында»ғы закондың «Президент башҡорт телен мотлаҡ белергә тейеш» тигән пунктын депутаттар ҡабул итмәне. Был Башҡортостандың президенты посына башҡорт милләтенән булмаған кешеләргә юл асасаҡ, башҡорт теленең дәүләт теле булыуын, уның киләсәк яҙмышын ҙур шик аҫтына ҡуясаҡ ине. Ләкин йәштәр үҙҙәрен милләттең ысын патриоттары итеп күрһәтте. Улар, Законға төҙәтмә ҡабул ителмәйенсә, депутаттарҙы бинанан сығармаясаҡбыҙ, тигән талаптарын еткереү өсөн, үҙ вәкилдәрен сессия барған залға индереүгә өлгәштеләр. Күп тә үтмәй, Аҡ йорттоң ҡыйығында эленеп торған Рәсәй флагы ҡолап төштө, ә уның урынында башҡорт милли байрағы елберҙәй башланы. Көндөҙгө сәғәт 12-ләргә, ниһәйәт, депутат ағайҙарыбыҙ үҙҙәренең ҙур хаталарын аңланы, буғай. Халыҡ талап иткән төҙәтмә ҡабул ҡылынды. Йәштәр һәм БЙИ тағы ла бер тапҡыр Башҡортостан ирке өсөн көрәштә үҙҙәренең ышаныслы сәйәси көс икәнен иҫбатланы. Д. Ислами, БДУ студенты.
Шуны ла хәтерләнем. Икенсе донъя һуғышы осоронда Афина Акрополендәге сал Парфенон һарайының түбәһенән фашист оккупанттарының флагын алып быраҡтырған Манолис Глезостың ҡаһарманлығын ҡабатлаусы был егет — Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуып үҫкән студент Рәсүл Арыҫланов ине (аҙаҡ хөкөмгә тарттырып маташтылар). 31 октябрҙә БССР Верховный Советы депутаттары ҡабул иткән ошо «Башҡортостан Президенты тураһында»ғы ҡанунда республика президент һайлауҙары ошо уҡ йылдың 15 декабренә билдәләнгәйне һәм халҡыбыҙ, түҙемһеҙләнеп, шул көндө көтә ине. Ләкин...
Бәйге туҡтатылды!!!... 12 ноябрь көндө Ижтимағи-сәйәси үҙәк бинаһында Башҡортостан Юғары Советының туғыҙынсы сессияһы үҙ эшен дауам итте. Юғары Совет Рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов депутаттар алдында белдереү менән сығыш яһаны. Ул республикалағы ауыр иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, 15 декабргә билдәләнгән президент һайлау күп сығымдар (6 — 8 миллион һум) талап итәсәген әйтеп, уны кисектереп торорға тәҡдим итте. Сәғәт ярым фекер алышҡандан һуң, депутаттар президент һайлауҙы билдәһеҙ ваҡытҡа күсереп тороуҙы хупланы. !!!... Беҙҙең депутаттар, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫәһе урынға, тәүҙә киҫеп, шунан ете ҡат үлсәй, ахырыһы. Ете үк булмаһа ла, ике уйлауҙары хаҡ. Әле генә Президент тураһындағы законға өҫтәмә менән шулай булғайны, хәҙер килеп... («Йәшлек» гәзитенең 1991 йыл 14 ноябрь һанынан).
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың был ҡарарға килеүе, моғайын, “һыу аҫты ағыны”ның тәьҫиренән -- беҙ белгән һәм белмәгән объектив сәбәптәр арҡаһында булғандыр; бөтәһен дә төптән ныҡ уйлап, ете үлсәп бер киҫә торған яңы заман етәксебеҙ ундай оло тарихи эштең ашыҡ-бошоҡ эшләнергә тейеш түгеллеген беҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белгәндер, бәлки. Өҫтәүенә, ысынлап та, 6 — 8 миллион һум... республикалағы ҡыҙышҡан сәйәси мөхит... РСФСР Верховный Советының быйыл һайлауҙар үткәрмәҫкә, тигән ҡарары... Ләкин тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, хәл иткес мөҙҙәттә йоҡлап ҡалма, тигән мәҡәл дә бар бит әле... Президент һайлау мәсьәләһендәге тотҡарлыҡҡа бигерәк тә йәштәр сыҙай алманы; баш ҡала студенттарының иң әүҙем өлөшө, уҡыу аудиторияларынан ҡала урамдарына сыҡты ағылып, Башҡорт Йәштәре Иттифағы лидерҙарының етәкселегендә Салауат Юлаев һәйкәле торған изге Ҡоба тау яғына ыңғайланы:
Президентлы Башҡортостан өсөн! Кисә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә баш ҡала йәштәре, университет, институттар, гимназия, мәктәптәр уҡыусылары телеүҙәкте ҡамап алды. Маҡсат — Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән телевизорҙан һәм радионан туранан-тура эфирға сығыу ине... Радио һөйләүҙән туҡтатылды. Телефондан милиция наряды саҡыртылды. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рәид Миңдебаев, баш редактор Сәләх Суҡбаев пикетсылар делегацияһы менән килешеү юлдарын эҙләп ҡараны. Әммә йәштәр телевизорҙан һәм радионан халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһамай тороп, бинанан сыҡмаясағын белдерҙе. Тиҙҙән сессиянан депутаттар килеп етте. Улар араһында радиотелекомпанияның генераль директоры Салауат Килдин, БССР журналистар союзы рәйесе Ризуан Хажиев, Юғары Совет комиссиялары рәйестәре Зөфәр Йәнекәйев менән Марат Мәһәҙиевтар бар ине. Йәштәр вәкилдәре менән тағы һөйләшеүҙәр алып барылды. Депутат ағайҙарға, әгәр сессия 15 декабрҙә Башҡортостан президентын һайлауҙарҙы үткәрергә тигән ҡарарына кире ҡайтһа, беҙ телеүҙәкте ҡамауҙы алабыҙ, тигән шарт еткерҙе. Депутаттар, кәңәшләшеү өсөн, йәнә БССР Юғары Советы сессияһы барған Ижтимағи-сәйәси үҙәккә әйләнеп килде. Залдан БССР Юғары Советы Рәйесе М.Ғ. Рәхимовты саҡырып сығарҙылар. Шундай һөйләшеү булды: — Мортаза Ғөбәйҙуллович, эштәр бик насар бит әле. Ҡала йәштәре баш күтәргән, улар телеүҙәкте ҡамап алған һәм эскә лә үтеп ингәндәр. Халыҡҡа мөрәжәғәт менән туранан-тура эфирға ынтылалар. — Нимә теләй улар? — Президент һайлауҙы кисектереүгә протест белдерәләр. Кире 15 декабргә билдәләүҙе талап итәләр. — Юҡ, был мөмкин түгел... Кире телеүҙәккә килгәндә делегаттар корпусына республиканың ДИК рәйесе Владимир Наумов, БДУ ректоры Рәҡип Ғимаев ҡушылды. ...Ишек алдында йәштәр бер нисә ҡулса барлыҡҡа килтереп, эстәге иптәштәрен һаҡлай һәм мәсьәләнең ыңғай хәл ителешен түҙемһеҙлек менән көтә. Эстә милиция, ОМОН вәкилдәре, уларҙы үткәрмәй, ишек һағалай. Депутаттар һәм журналистар ҙур ҡыйынлыҡ менән генә фоегә үтеп, юғары күтәрелде. Түңәрәк өҫтәл артында йәштәр вәкилдәре менән әңгәмә, үҙ-ара тыныс кәңәшләшеү барҙы. Әңгәмә радиоға яҙылды. Меңәрләгән йәштәр тәҡдим иткән мөрәжәғәттә бер ниндәй криминал табылманы. Ниһәйәт, радионан да, телевизорҙан да яңғырап, халыҡҡа ишеттерелде. Йәштәр ниндәй талаптар менән сығыш яһаны һуң? — Башҡортостанда 15 декабрҙә президент вазифаһына ирекле һәм демократик һайлауҙар уҙғарырға; — Башҡортостандың тулы үҙ аллылығын тормошҡа ашырырға; — Әгәр Юғары Совет 15 декабрҙә президент һайлауҙары үткәрмәһә, отставкаға китеүен талап итергә; — Республика тормошонда бер ниндәй алға китеш булмауға, әлегә тиклем экономикала приватизация үткәрелмәүенә иң тәүҙә БССР Министрҙар Советы ғәйепле. Уның Рәйесе М.П. Мирғәзәмовтың отставкаға китеүен талап итергә; — Республика территорияһындағы предприятиеларҙы кисекмәҫтән БССР юрисдикцияһына күсереүҙе талап итергә. Зәйтүнә Ханова. («Йәшлек»).
Гәзиттең шул уҡ һанында бер килке ватандаштарҙың көн үҙәгенә ҡағылышлы фекерҙәре бирелгән: Хоҡуҡтарҙан ҡолаҡ ҡағабыҙ. Президент һайлауҙы кисектереү — республиканы суверенлаштырыуҙың алға барышын туҡтатыу ул. Кисекмәҫтән президент һайлаусы башҡа республикаларҙан аҡыллыраҡмы беҙ? Юҡ, киреһенсә, хоҡуҡтарыбыҙ кәмейәсәк, приватизация ла (үтһә әле) бик оҙаҡҡа һуҙылып, киҫелеп, өҙөлөп, кәметелеп ғәмәлгә ашырыласаҡ. Бер ниндәй тәүәккәллеккә юл ҡуйылмаясаҡ. Президент булмағас, власть та булмай. Тимәк, республика халҡының тормошон да яҡшыртып булмай. Президент власына кисектергеһеҙ саралар ҡабул итеүсе хоҡуҡтар йөкмәтелә. Иң Юғары власть ул. Беҙ шунан ҡолаҡ ҡағабыҙ. Дамир Вәлиев, профессор. Киләсәккә юлдар ябыла. Президент һайлауҙы кисектереү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда бер генә эште лә, бигерәк тә сәйәсәттә, кисектерергә ярамай. Сөнки ваҡиғалар бөгөн — бер, иртәгә икенсе төрлө. Икмәк саботажы булды бит инде. Иртәгә унан да яманырағы булыуы ихтимал. Ә президент беҙгә барыбер кәрәк. Бөтә республикалар үҙ аллылыҡ алғанда, сәйәси һәм иҡтисади йәһәттән дә Рәсәй империяһының ҡоло булып ҡалырбыҙмы? Берҙән-бер һәм бик ҡыйыу юл — президент һайлау ине. Чечен республикаһындағы һымаҡ тәүәккәллек кәрәк ине беҙгә. Юғиһә бит РСФСР менән договор проектын ғына алайыҡ. Унда республикаларҙы губерналарға бүлеү кеүек бөтә нәмәгә юл асыла. Шул көйө ҡабул итһәк, башҡорт иленең бөтөүе лә мөмкин. Бөтөнләй киләсәкһеҙ ҡалабыҙ түгелме? Бөтә яҡлап юлдар ябыла. Ә беҙҙең халыҡ Кавказ халыҡтары һымаҡ күтәрелеп сыға торған түгел. Нәжибә Мәҡсүтова, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Йәнә сигенеү. Башҡортостан президентын һайлауҙы мотлаҡ үткәрергә кәрәк ине. Суверенлы дәүләткә, үҙ аллылыҡҡа юл ине был. Шундай мөһим сәйәси сараны кисектереү үҙәк хөкүмәт алдында тыңлаусан баш эйеүҙе аңлата. Сәбәптәрен иҡтисади хәлдең ауырлығы, һайлауҙар өсөн генә 6-8 миллион һум аҡса кәрәклеге, өҫтәүенә, РСФСР Юғары Советының һайлауҙар үткәрмәҫкә, тигән ҡарары менән аңлаттылар. Минеңсә, төп сәбәп бер генә — Башҡортостандың тағы Рәсәй хөкүмәте менән килешеүгә барыуы, суверенитетҡа алған курсынан йәнә сигенеүе. Марат Ҡолшәрипов. «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе. Эсендә йәне бар әҙәмдең бөтәһе ҡубынғанда, баш ҡалабыҙ иһә кейәһенә таяҡ тығып болғатылған умарта ҡорттарылай ҡайнашҡанда башҡорт әҙиптәре лә бер ситтә тороп ҡала алмай ине, әлбиттә. Яҙыусылар берлеге йортоноң залында ашығыс йыйылып, ағымдағы бик ҡатмарлы сәйәси хәлдәрҙе тикшерҙек; ҡыҙыу фекер алышҡандан һуң, түбәндәге документты ҡабул ҡылдыҡ:
Башҡортостан яҙыусыларының халыҡҡа МӨРӘЖӘҒӘТЕ Республикабыҙҙағы һуңғы айҙарҙағы киҫкен политик һәм экономик хәл-ваҡиғалар һәр кемдең йәнен шомландыра, күңелдәрҙе өмөтһөҙлөк биләй. Яҡшы, тыныс йәшәргә ышаныс юғала бара. Һәм бөтә был социаль-экономик бәләләрҙең башында Верховный Совет, уның башҡарма органы булған Министрҙар Советы торғаны бер кемгә лә сер түгел. Хәҙер килеп, Башҡортостанда үҙебеҙҙең беренсе президентты һайлар мәл еткәс, Верховный Совет һәм хөкүмәт үҙҙәренең власҡа талашыуын һәм етәкселек итеүҙә булдыҡһыҙлыҡтарын ҡаплау өсөн республикалағы социаль һәм экономик тотороҡһоҙлоҡ сәбәптәрен бары тик буласаҡ президент һайлауҙан ғына эҙләмәкселәр. Президент һайлауҙы билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙып (йәғни күсереп), йәнәһе, халыҡ теләген иҫәпкә алып, уны аслыҡтан һәм бөлгөнлөктән ҡотҡармаҡсылар. Әммә был артҡа сигенеү — башҡорт халҡының үҙ аллылыҡ алыу юлына йәнә бер өр-яңы кәртә ҡороу менән бер. Ирекле, үҙ аллы дәүләт ҡоролошона дәғүә иткән Башҡортостан һаман да шул Россия империяһы ҡыҫымында күҙ-йөҙ һыуын түгеп, үҙ илендә үҙе фәҡир, килмешәк хәлендә йәшәргә мәжбүр. Беҙ, халҡыбыҙҙың бөгөнгө — аяныс, киләсәкке өмөтһөҙ яҙмышы менән һис кенә лә килешергә теләмәгән яҙыусылар, ябай халыҡҡа, милләтте бөтөрөүгә йүнәлтелгән был сәйәси тартышты бөтә тулылығында аңлап һәм килеп тыуған ауыр хәлдән нисек тә ҡотолоу юлдарын эҙләп кәңәш ҡорғандан һуң, башҡорт халҡына түбәндәге өндәмә менән мөрәжәғәт итергә булдыҡ. 1. Һәр милләттең үҙ билдәләнешкә хоҡуғы һәм шәхес азатлығы ихтыярына нигеҙләнеп, бөгөнгө Башҡортостан Верховный Советы һәм Министрҙар Советы алып барған бөтә был политиканың башҡорт милләтен тамырынан ҡоротоуға йүнәлдерелгәнлеген билдәләп, иң һуңғы инстанцияға — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына (БМО-ға) — хат яҙырға. 2. Башҡортостандың ысын мәғәнәһендәге үҙ аллылығы, йәғни яуланасаҡ суверенлығы республикала йәшәгән бүтән милләттәргә ҡаршы йүнәлдерелмәгәнлеген тағы бер тапҡыр билдәләргә. Башҡорттар үҙ ерҙәрендә һаман да — бынан бик күп йылдар элеккесә — бүтән халыҡ вәкилдәре менән дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм тыныс һыйышып йәшәү ҡанундарына тоғро ҡалыуҙарын белдерә. 3. Башҡорт ССР-ы Верховный Советынан Башҡортостандың Президентын һайлауҙы үткәреүҙе билдәләү өсөн халыҡ депутаттарының сираттан тыш сессияһын йыйыуҙы талап итергә. 4. Ошо талап үтәлмәгән тәҡдирҙә декабрь айында Бөтә башҡорт халыҡ йыйынында әлеге Верховный Совет һәм хөкүмәткә бәрәбәр (альтернатив) булған үҙ Ваҡытлы хөкүмәтебеҙҙе — Башҡорт милли конгресын — төҙөргә. Башҡортостан яҙыусыларының 1991 йылдың 14 ноябрендәге йыйылышында ҡабул ителде.
Был ҡатмарлы һәм яуаплы осорҙа, билдәле, Марат Ҡолшәрипов етәкселегендәге беҙҙең «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге һәм Ринат Байымов лидерлыҡ иткән Башҡорт Йәштәр Иттифағы ныҡ әүҙемлек күрһәтте, халыҡ уларға күҙ текәп йәшәне, тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ. 16 — 17 ноябрҙә Ҡоролтай йортоноң ҙур залында (Фрунзе, 40) башҡорт йәштәренең ошо киҫкен проблемаларға арналған 2-се республика ҡоролтайы эшләне, унда бөтәһе 9 ҡала, 11 райондан, шулай уҡ Ҡазандан, Пермдән, Силәбенән, Новотроицкиҙан, Ырымбурҙан 239 делегат килгәйне. Саҡырылыусылар араһында мин фәҡирегеҙ ҙә бар ине. Ринат Байымовтың «Беҙ — тыныслыҡ һәм демократия һаҡсылары» тигән бик ҡыйыу докладынан һуң фекер алышыуҙа шундай уҡ ҡыйыу сығыштар байтаҡ булды. «Йәшлек» гәзитенең 1991 йыл 19 ноябрь һанында шулай уҡ мин фәҡирегеҙҙең дә трибунала уң ҡулын юғары сөйөп ебәреп һөйләп тороуы һүрәтләнгән (телмәр тексымды таба алманым — йә юғалған, йә яҙыуһыҙ ғына һөйләгәнмен, буғай). Республикалағы сәйәси хәлдәрҙең ҡырҡыулығы, етәксе даирәләрҙең эште оҙаҡҡа һуҙыуынан йәштәрҙең ризаһыҙлығы улар ҡабул ҡылырға тип әҙерләгән ҡарар проектының киҫкенлегендә сағыла:
Проект резолюции
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 266; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.147.46.174 (0.011 с.) |