Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Инструктору цк кпсс тов. Филину Александру сергеевичу от делегата X съезда писателей Башкирии Султанова зихата Адигамовича заявление.Содержание книги
Поиск на нашем сайте
Глубокоуважаемый тов. Филин! После моего выступления с трибуны съезда с критикой народного поэта Башкирии Мустая Карима он встретил меня на перерыве в фое и, подняв кулак над головой, заявил: «Султанов, ты бил меня, но запомни, Мустай Карим никогда ничего не забывает!» Это является прямой угрозой расправы. С уважением: Зихат Султанов. 28 окт. 1988.
Һәм Филин иптәш мине үҙе айырым күреп һөйләшеп, миңә ҡайтарған шул уҡ ҡағыҙымдың аҫҡы мөйөшөндә эҫе мәлендә үк теркәлгән аңлатмам бар:
По этому поводу тов. Филин мне сказал, что, такое поведение Мустая Карима, наверное, рузультат его старческого маразма, поэтому не стоит придать ему большое значение. И я с этим согласился. З. Султанов. 28 окт. 88.
Биш киҫәктән хасил ошо мемуарымдың мин “нейтраль” аһәңле беренсе киҫәген генә “Ағиҙел”дә сығара алдым, ә “тере классик”ка күпмелер мөнәсәбәтле икенсеһе һәм халҡымдың йәнле тарихына бәйле ҡалғандары ла хәйерле сәғәт һуҡҡанын көтөп ята бирә. Ә ул хәйерле сәғәттең уҡтарын әле булһа Мостай мәҙехселәре ебәрмәй тота: “Ағиҙел”дең 2006 йылғы 11-енсе һанында уны “Урал батыр тоҡомонан” тип һайраған фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың шәрбәтнамәһен генә алығыҙ! Әмәлһеҙҙән иғтибар тағы ла “россиян”дың әлеге лә баяғы шул көндәлегенә төбәлә: “Төш күрҙем. Мине ерләргә тейештәр. Әммә мин тамам үлеп етмәгәнмен. Рус побы йыназа сығырға тейеш. Ул ныҡ иҫерек көйө килде. Мин ҡаршы төштөм: “Мин иҫерек поп уҡыуын теләмәйем”. Өлкән поп килде лә: “Бөгөн минең айныҡ побым юҡ. Ул һәйбәт поп. Һин иртәнсәккә тиклем түҙә алаһыңмы? Ул йоҡлар ҙа айныр, шунан уҡыр”. Мин түҙә алам, нисек тә тырышырмын, тинем. Мин иртәгә тиклем көтөп ятып ҡалдым, ә үҙем уйлайым: “Әле үлмәгәнмен, поп уҡығас, ер аҫтында үлермен инде”. Ошо һуңғы көндәлектәрендә үҙе әйткән ҡурҡаҡ һәм ялағай-ялған мәҙехселәре “үлемһеҙ”ҙе ер аҫтында ла үлмәгәндер тип ҡурҡалар, ахыры, сөнки бит ул васыят шиғырында, итектәремде бергә һалып күмегеҙ – шуларҙы кейеп, янығыҙға ҡайтып йөрөрмөн, тип яҙғайны лаһа... Инде йыйыныбыҙға әйләнеп ҡайтһаҡ, идараның яңы етәкселәрен һайлау барышында (был эштең формаль яғы мин тәҡдим иткәнсә башҡарылды, буғай) беҙ, бер килке делегаттар, күпме генә тырышып ҡараһаҡ та, рәйес итеп Азат Абдуллинды үткәрә алманыҡ (ул үҙе ғәйепле, сөнки сығышында: «Өфөгә күсеп ҡайтмай ғына Мәскәүҙән йөрөп эшләйәсәкмен», — тип, делегаттарҙың күңелен һүрелдерҙе), ә ҡулы оҙон, нәфсеһе аҙғындар ҡоронан булған хәмер ҡоло Динис Бүләков был посҡа партия өлкә комитетының (Ә.М. Дилмөхәмәтовтың) аҫтыртын теләктәшлеге һәм асыҡтан-асыҡ һайлау комиссияһы эшенә ҡыҫылып булышлығы, шул арҡала һайлаусылар тауышының уға күберәклеге менән үтте. «Ағиҙел» журналының баш редакторы итеп тә баяғы Б.З. Рафиҡов һайланды (ҡарға күҙен ҡарға суҡымай)... Иҫ китә — бөтәһе лә иҫкесә — етәкселегебеҙ башында шул уҡ йылғыр өйөр кешеләре ултыра... «Ағиҙел»дең яңы редакторы үҙ тирәһенә өйөрөп алған «яңы» редколлегия ағзаларының исемлеге лә, ниһәйәт, мәғлүм булғас, һөрһөп бөткән шул уҡ кешеләр тәғәйенләнеүенә мөнәсәбәтемде белдереп, «Башҡортостан» гәзитенә бер памфлет яҙып биргән булғайным (ташҡа баҫып сығырманылар):
Реплика!
ӘҘИПТӘРСӘ ӘҘӘПЛЕЛЕК «Әҙип — әҙәпле булырға тейеш!» (М. Кәрим). — Заманабыҙҙың бөйөк аҡыл эйәһенең ауыҙынан сыҡҡан был ҡанатлы әйтем бейек трибуналарҙан, бөйөклөккә почти яҡын сәсмә әҫәрҙәрҙән әҙәби ҙә, әҙәби түгел дә мөхиткә уңышлы сәселеп, әҙәбиәтебеҙ даирәләрен әҙәпһеҙлек шойҡанынан шөйлә «ҡурсалап» килде. Һөҙөмтәлә һуңғы ун йылда әҙиптәребеҙ әҙәбиәтебеҙҙең көҙгөһө булған «Ағиҙел» журналы биттәрен ифрат әҙәпле әҫәрҙәр — хикәйәләр, повестәр, романдар, поэмалар һәм шуларҙы йор баһалаусы әҙәпле әҙәби тәнҡит тип аталған мәҙехнамәләр менән байытты, байытты ғына түгел, сифаты менән уҡыусыны әҫәрләндереү урынына һаны менән иҫәрләндереп, редколлегия кәртәләрен бар тип тә белмәй, «Ағиҙел»де алдырыусыларҙы бер туҡтауһыҙ әҙәпле «әҙәбиәт» тип аталған, әммә хатта һыйыр ҙа көйшәмәҫ «ҡыу һалам» өйөмөнә күмде, сөнки ул йәмғе һаламсылар — «Ағиҙел»дең әҙәпле генә редколлегия ағзалары үҙҙәре үк ине. Тик уларҙан башҡалары (журналды уҡыусылар) әҙәпһеҙерәк булып сыҡты: шанлы ун йыл эсендә егерме мең, ә аҙағында бер юлы һигеҙ мең әҙәпһеҙ йән, һаламды сәйнәргә теләмәй, «Ағиҙел»де яҙылып алдырыуҙан туҡтаны, йәғни һалам ҡаплаған әҙәби көҙгөбөҙгә елкә соҡорон күрһәтте. Шуға ла ҡарамай, һаман әҙәплелек һаҡлап, мәжмүғә биттәрен үҙ исемдәре менән һаламлап ҡайыуҙы дауамлаған, ә «ят»тарҙың «әҙәпһеҙерәк» ынтылыштарын һәүетемсә ситкә тибәргән редколлегия ағзаларының ныҡышмалы эшмәкәрлеген лайыҡлы баһалау мәсьәләһе үҙгәртеп ҡороу осорондағы әҙәпһеҙ әҙиптәр йыйылыштарында бер нисә тапҡыр күтәрелеп, һаламдары аҫтан ҡуҙрап төтәгән мәсьәләгә Яҙыусылар союзы идараһы, партбюро ағзаларының иғтибары бер юлы йәлеп ителһә лә, әҙәпле генә рәүештә ул янғын һүндерелә торҙо, сөнки шул уҡ бик әҙәпле редколлегия ағзаларының күбеһе үҙҙәре үк бер үк ваҡытта идара һәм партбюро ағзалары ла ине... Төтөнлө мәсьәлә аҙаҡ килеп яҙыусыларҙың X съезд трибунаһында гөлтләп, бер һаламды ла имен ҡалдырмаҫтай хәтәр янғынға әүерелде, үҙгәртеп ҡороу осоронда журналды ла заманса үҙгәртеп ҡороу, бының өсөн беренсе сиратта баяғы йылғыр һалам торхандарҙан торған редколлегияны һаламһыҙландырып яңыртыу кәрәклеге үҙҙәренең үк тырпай һалам ҡамылдары менән күҙҙәренә төртөп әйтелде. Шунан һуң ике айға яҡын тәрән тынлыҡ һөрҙө «Ағиҙел» тәңгәлендә. Әҙәплеләр быны яҡшыға юраһа ла, әҙәпһеҙҙәр борсолоп ҡыҙышһа ла, ике уртала тороусы күпселек үҙгәртеп ҡороу тантанаһына инанды, сөнки юғары даирәләр инде әҙиптәрҙең эшенә ҡыҫылмауын, ысын әҙәп үҙаллы тантана итеренә ышаныуын белдергәйне. Һәм бына шулай булды ла: Яҙыусылар союзының съезда һайланған яңы идараһы ултырышында «Ағиҙел»дең редколлегия ағзаларын бигерәк әҙәпле рәүештә «яңыртып» тәғәйенләү башланды. Һәм заманса үҙгәртеп ҡороуҙың әҙиптәр өсөн дә әҙәпле эш түгеллеге бына ҡайҙа күренде: ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта, ә «мин-мин» тигән шайтандың башына баҫыу уғата ҡыйын икән... Ошо драматик мәлдә бөйөк аҡыл эйәһенең ҡанатлы әйтеме тағы ярҙамға килде: «Әҙип — әҙәпле булырға тейеш!» Һәм әҙәпле ултырҙаштар бер бармаҡты ла ауырттырып тешләмәне, «мин-мин» тигән шайтанды ла бармағына элеп быраҡтырманы: бер-береһен, әҙәпле генә бармаҡ төртөп күрһәтеп, «редколлегия ағзалары» тигән исемлеккә теркәтте. Һөҙөмтәлә «редколлегия» көлтәһе шул уҡ элекке башаҡһыҙ-емһеҙ һәм йүнһеҙ ҡыу һаламдарҙан бөрөп бәйләнде. Алфавит һәм әҙәп тәртибе буйынса ошоғаса икеһе бергә ошо юғары әҙәпле көлтәнең тап урта билендә булып килгән әҙәпле генә икәүҙең яҙмышы әҙәпһеҙлеккә дусар була биреп ҡуйҙы-ҡуйыуын, хатта тәҙрәгә бәрелгән серәкәй безелдәүе ишетелерлек шаҡтай шомло тынлыҡ урынлашты. Сөнки ошбу азаматтарҙың икеһе тиң әлеге съезда ревизия комиссияһы тарафынан «Ағиҙел» менән нәшриәтте шәхси һауын һыйырына әйләндереүҙә һәм ғәйре егетлектәрҙә лайыҡлы баһаланып, яңы идара ағзалығына һайланмай ҡалғайнылар... Һаламторхан ҡорҙаштар, ниһәйәт, әҙәпле генә көрһөнөп һулыш алды: — Йәмәғәт, был икәү әүәл-әүәлдән әҙәпле көлтәнең тап уртаһында торҙо лаһа, бынан һуң да әҙәпле алфавит тәртибен боҙорға ярамаҫ, күсәгилешлелек дауам итергә тейеш, — тине ипле генә берәү. Әҙәпле генә тотанаҡлап, был элекке икәүҙе лә элекке урындарына теркәткәс кенә, съезд заңы талап иткән баяғы төп бурысҡа — редколлегияны яңыртырға йәғни әҙәплеләрҙән әҙәпле яңыларҙы өҫтәргә керештеләр һәм бөтөнләй әҙип булмаған бәғзе бер ике әҙәбиәтсе-һаламсы теркәлде көлтәгә бер тауыштан. Уларҙың да оҙаҡламай «әҙип» булып китеренә өмөт ҙур, сөнки һуңғы бер-ике йыл араһында «әҙәби тәнҡит» баҫыуында ҡамылдары ғына ҡалған бер нисәүҙең дә ҡамыл-мәҡәләнән — дәррәү һалам-повескә һәм хатта романға күсеп, һаламдан биҙгән уҡыусыларыбыҙҙың «Ағиҙел»гә елкә соҡорон борошоуҙа тос өлөш индереүҙәренә үҙебеҙ шаһит булдыҡ бит... Ҡыҫҡаһы, үҙ-ара аңлашып әҙәпле эш ҡылыу һөҙөмтәһендә «һалам генерал»дарыбыҙ кәштәләй яурындарына бер юлы идара һәм редколлегия ағзалығының һаламдан ишкән эполеттарын үҙ ҡулдары менән тағып алырға ла әүәлгеләй башаҡһыҙ бер ҡыҫыр көлтәгә тупланырға өлгөрҙө; инде журнал уҡыусыларына дәрәжәле көлтәселәребеҙҙең һалам-ҡамыл хикәйәләрен, повестәрен, романдарын, поэмаларын һәм мәҙехнамәләрен уларҙың шул әҙәпле ҡулы аҫтындағы «Ағиҙел» биттәренән бер-бер артлы ҡабул ҡылып алаһы ғына ҡалды, сөнки маңлайҙарына талант мөһөрө баҫылып та, маңлайҙарынан әҙәпле генә тибеп ебәрелгән автор-әҙәпһеҙҙәрҙең, серәкәйҙәй күпме генә тызылдап бәрелһәләр ҙә, һалам эполеттар аша «Ағиҙел»гә үтеп кереүе икеле. Йыһат Солтанов, әҙәпһеҙерәк әҙип...
М. Буранғоловты ололау
Был йылыбыҙ шуныһы менән ҡыуаныслы булып иҫтә ҡалды: ғинуар айы Зәйнәб апай Биишеваның 80 йәшлек юбилейы менән башланһа, декабре Мөхәммәтша Буранғоловтың 100 йыллығы менән осланды. Әйтергә кәрәк, 1983 йылда уның 95 йыллығын «Ағиҙел календары» рубрикаһы аҫтында ғына булһа ла билдәләргә тырышыуыбыҙ уңышһыҙ тамамланғайны. Бына шуның күңелһеҙ бер шаһаҙәтнамәһе:
Ип. Солтанов! Был әйбер барырлыҡ түгел. Баш менән түгел, ә... к... менән эшләнгән. Журнал бите менән бер бит календарь әҙерләйек, Ғөбәй Дәүләтшинға ла шулай — бер бит. Әмир Гәрәйев. 19.09.1983. Яҙыу аҫтына М. Буранғолов датаһына ҡарата Абдулхаҡ ағай Игебаев әҙерләп биргән шул «к... менән эшләнгән» материал үҙе теркәлгән: мин белмәгән «Ләлә Фәрзүтдинова. Моңло бер йыр уның исеме (Мөхәммәтша Буранғоловтоң тыуыуына — 95 йыл)». 7,5 бит, А. Игебаев тарафынан журналдың 12-нсе һанына тәғәйенләнмеш. Ҡағыҙ битенә үҙем дә яҙып ҡуйғанмын: «Хәсән Назарҙан шул әйтелгән күләмдә һәйбәт мәҡәлә әҙерләткәйнем, ташҡа баҫылып сығып та килә ине, корректуранан кинәт алып ташланылар, сөнки Мостай Кәрим: «1952 йылдың 19 июлендә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарары менән Мөхәммәтша Буранғоловтың «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән исеме тартып алынды, ул быға лайыҡ түгел», — тип ҡырҡа ҡаршы төшкән (баш редактор Әмир Гәрәйев үҙе әйтте)». Бик үкендем... Мәшһүр фольклорсы һәм драматургыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген томалаусы был ғәҙелһеҙлек күңелемде биләп алып, тынғылыҡ бирмәгәнлектән, «Башҡортостан» гәзитендә «Мөхәммәтша Буранғоловтың «Зәңгәр шәле» тигән сәмле мәҡәләмде сығартыуға өлгәштем. Бер-ике ай үтеүгә үк, Татарстандың Яр Саллы шәһәрендә «Аргамак» атлы сүп-сар кәрзиненең (йәғни журналының) баш редакторы булып алған әлеге «ике халыҡтың улы» Айҙар Хәлим үҙенең шул керле баҫмаһының 1994/2 һанының 102 — 105-енсе биттәрен миңә бысраҡ атыуға бағышланы:
Көпә-көндез ҡычҡыртып талыйлар яки «Зәңгәр шәл»не кем язған? Татарстан мәданият министры Марсель әфәнде Таишев иғтибарына. «Туғандаш» башҡорт матбуғатының «туғандаш» татар халҡына, аның мәданиятына пычраҡ атуы һәм, аҡылсыз ҡашынып, ике милләтне ничек кенә булса да маңғайға-маңғай чәкәштерергә тырышуы яңалыҡ түгел. Ғабдулла Туҡай, Мәжит Ғафуриләрнең башҡорт булуын инде алар «раслады». Ҡол Ғали һәм Риза Фәхретдиннәр белән дә алар мәсьәләне «ачыҡлады». Күптән түгел башҡорт тел белгече Рәшит Шәкүр, Салих Сәйдәшевнең «Совет Армиясе маршы»н башҡортныҡы «итте». Менә тағын бер «ачыш». Башҡортның күптән инде «тиле бәрән орлығы ашаған» язучысы, публицисты, тел ғалиме, этнографы, фотографы, социологы һәм тағын да әллә кемнәре, әллә кемнәре сыйфатында йөрегән Жиһат Солтанов «Зәңгәр шәл» пьесасының авторы Кәрим Тинчурин түгел, ә... Мөхәммәтша Буранғолов икәнлеген ачыҡлады. ...Татарстан мәдәният министрлығы мондый оятсыз акцияне жавапсыз ҡалдырырға тиеш түгел, ул, махсус комиссия төзеп, газетаны һәм авторны тирән тикшеренүләр нәтижәсендә хөкемгә тапшырырға тиеш, диб исәплибез. Искәндәр Камский.
Артабан гәзиттән мәҡәләм күсереп баҫылған, ләкин, «Аргамак»тың үҙ ысулы буйынса, ике урында текстың иң мөһим өлөштәрен «техник сәбәптәр» арҡаһында төшөрөп ҡалдырғандар. Арыраҡ 106-нсы биттә баҫманың урыҫ телле уҡыусылары өсөн татар телендә баҫылғандар тураһында аңлатма — «анонс» бирелгән:
Сенсация номера: Уфа. «Кто написал «Голубую шаль?» Перепечатка из газеты «Башкортостан». Известный башкирский мифотворец Зигат Султанов через 74 года «доказывает», что жемчужина татарской драматургии «Зәңгәр шәл» («Голубая шаль») написана не Каримом Тинчуриным, а мифологом Мухаметшой Бурангуловым. «Аргамак» талап ҡылған «хөкөмгә» тарттырыу була ҡалһа, баҡтыртып күрһәтергә, тип, тейешле дәүләт органынан тарихи документтың рәсми күсермәһен алып әҙерләп ҡуйҙым:
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 278; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.188.211.58 (0.012 с.) |