Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Правление Союза Башкирской Молодежи.

Поиск

 

20 апрелдә мин иртүк тороп, халыҡ массалары мыжғыған Салауат Юлаев һәйкәле янына ашыҡтым. Азатлыҡ тирмәһенә кереп, бөкләнмәле койкаларҙа хәлһеҙ һуҙылып ятҡан, ҡайһы берҙәре бөксәйеп тороп ултырған егеттәребеҙ эргәһенә сүгәләнем. Унда яҙыусы Булат Рафиҡов «дыуамал йәш быуын»ға үҙенең күпте күргән һәм күпкә аҡыллыраҡ икәнен тойҙортҡос тәрбиәүи вәғәзен тап боронғо муллаларса аяҡ бөкләп ултырып, әкрен генә тауыш менән тәмләп түгә, егеттәрҙе яҡты киләсәгебеҙ хаҡына ғәзиз ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн аслыҡ акцияһын бөгөндән үк өҙөргә, ятаҡтарына һәм өйҙәренә ҡайтып китергә өгөтләй ине. Бәлки, хаҡлы ла түгелмендер, әммә мин уның вәғәзенән Аҡ йорттағы юғары түрәләребеҙҙең һулышын тойғандай булдым... Өндәшмәй генә бер быуа тыңлағандан һуң, ҡәләмдәштең бер аҙ тынып ҡалыуынан файҙаланып, халыҡ мәнфәғәттәре хаҡына күрһәткән фиҙакәрлектәре өсөн сая егеттәргә һоҡланыуымды, изге акцияны барыһы ла иҫән-имен тамамлауҙарын теләүемде белдереп, ошо үткән төндә генә ултырып яҙған, уларға арналған шиғырым тексын биреп ҡалдырҙым:

 

Азатлыҡ азаматтары

 

Сың-сың... сың-сың...

Дүрт миллион бығау —

Бүләк булып ҡайта Мәскәүҙән.

«Ҡушымта»ға ҡушып ҡултамғаһын,

Рәхмәт әйтеп алған меҫкенйән.

 

Сың-сың... сың-сың...

«Йәнгә, — тип, — наҙлы моң»,

Йәне өнәй сылбыр сыңлауын.

Рәхимовтан рәхим көткәндәрҙе

«Ярлыҡаны» Мәскәү тулайым.

 

Башҡортостан түгел — Мәхлүҡстан,

Ҡол өлөшөн өнһөҙ алырға!

Бығау сылбырҙарын сылтыратып

Дүрт миллион йәнгә һалырға.

 

Сың-сың... сың-сың...

Бишкә бөгөп билен

Ҡуштанлана ҡолдар — күр ана!

Россияның ҡушбаш бур бөркөтө

Бауырҙарҙы суҡып тулғана.

 

«Рус түгелмен, ләкин урыҫйәнмен!» —

Ғорурланып алдай ҡол үҙен.

Мәхлүҡстансылар ҡарайтмаҡсы

Башҡортостан тигән ил йөҙөн.

 

Йөҙө ҡараларҙың ҡатарында —

Башҡорт бабаларҙың ҡыҙ, улы.

Мәскәү усын ялап ялғай тамаҡ

Үҙ өйөнөң өйҙәшйән ҡоло.

 

Сың-сың... сың-сың...

Йәнгә, тип, яҡын моң,

Арбамаҡсы Дәжжал ил йәнен.

Башҡортостан! Һинме «Бығаустан»?!.

Мәскәү бейей, туйлап еңгәнен...

 

«Бығаустан»!.. Дүрт миллион бығау...

Тора алыр быға кем ҡаршы?..

Сеү! Сихри йыр! —

Ҡанын ҡоҫоп йырлай

Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы!

 

Эй изге йыр! Йәп-йәш күкрәктәрҙән,

Йөрәктәрҙән уҙа, урғылып:

«Үлһәк үләсәкбеҙ азат килеш —

Булмаясаҡбыҙ һис бур ҡоло!»

 

Һигеҙ йөрәк — тигеҙ дөрләү сыраҡ,

Салауатҡа тиңдәш ҡабына.

Бығау өҙгөс алмас тирмә ҡора

Көн-Өфөнөң изге тауына.

 

Азатлыҡтың һигеҙ азаматы

Ҡаялаған дөрләү йөрәген.

Алмас ҡая, сыйып, ҡомдай ҡоя

Ҡол бығауын — әжәл көрмәген.

 

«Бығаустан» булмаҫ Башҡортостан! —

Азаматтар ҡурпыр ил барҙа.

«Дүрт миллион булһын азамат!» тип,

Юлай улы ҡарғый толпарҙа.

 

Сыңлы бығауҙарын саңға тапап

Дүрт миллион ҡарғыр бер юлы:

«Үлһәк үләсәкбеҙ азат килеш —

Булмаясаҡбыҙ һис бур ҡоло!»

 

Азаматтар тауын аяп иңрәй

Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы:

«Юҡ, үлмәгеҙ! Оло яуға кәрәк

Ир-егеткәй менән ат башы!»

 

20 апрель 1992 йыл, Өфө.

 

Ошоғаса был ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтен белдермәгән, Ҡоба тауҙағы ҡуҙғалышты күрмәмешкә-белмәмешкә һалышҡан иң юғары түрәләребеҙ ҙә ҡымшаныша башланы. Шул 20 апрелдә уларҙың бер төркөмө, ниһәйәт, йомшаҡ креслоларынан ҡубынып сыҡты: йәғни «бөгөн, асығыусы егеттәрҙең һуңғы сиккә етеп хәлһеҙләнеүе һәм Данир Ғәйнуллиндың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булыуы сәбәпле, йәмәғәтселектең ҡәтғи талабы буйынса, егеттәр эргәһенә БР Юғары Советы Президиумынан һәм Министрҙар Советынан делегация килде. Һөйләшеүҙә Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Мансур Әйүпов, Юғары Совет комиссиялары рәйестәре Александр Юрин, Зөфәр Йәнекәйев, Раиса Оренбуркина, Светлана Йәнекәйева, Рөстәм Хәмитов, Марат Мәһәҙиев, Румил Аҙнабаев, Президиум ағзаһы Николай Катаев ҡатнашты. Делегация 17 апрелдә Юғары Совет Президиумы менән Министрҙар Советы кәңәшмәһендә ҡабул ителгән мөрәжәғәтте асығыусыларға тапшырҙы. Делегация, Россия халыҡ депутаттарының VI съезы тамамланғас та, Россия менән ике яҡлы килешеү төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр башланасаҡ, тип хәбәр итте. Ике яҡлы килешеү булмай тороп, Федератив Килешеүҙе беҙҙең парламент раҫламаясаҡ, ул саҡта референдум мәсьәләһе ҡалҡасаҡ, тип белдерҙе. Хөкүмәт әһелдәре йәштәр акцияһына тейешле баһа бирҙе, суверенитет өсөн көрәштә халыҡты уяттығыҙ, һеҙ үҙ эшегеҙҙе эшләнегеҙ, тип, хәҙер, егеттәрҙең сәләмәтлеге өсөн борсолоп, асығыуҙы туҡтатырға саҡырҙы» («Йәшлек», 1992 йылдың 21 апреле).

Бирелгән баһа менән килешмәү мөмкин түгел: ысынлап та, республикала йәшәүсе һәм ситтә йәшәүсе байтаҡ халыҡтарҙы сәйәси йоҡонан уятты был акция. Әммә етәкселәребеҙҙең Рәсәй менән «ике яҡлы килешеү төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр башланасаҡ» тип ышандырыуы — империя шарттарында нигеҙһеҙ ҡоро хыял, ҡомдан ишкән арҡан ине, сөнки 31 марттағы ҡул ҡуйыу арҡаһында шуға тиклемге отошло сәйәси мөмкинлек ҡулдан ысҡындырылған — поезд киткәйне инде. Артабанғы тормош бының дөрөҫлөгөн күрһәтте.

Изге Ҡоба тауыбыҙҙың Азатлыҡ тирмәһендәге сәйәси аслыҡ акцияһы йәнде әрнеткес бик оҙаҡ — 30 апрелгәсә бер туҡтауһыҙ 22 (егерме ике!) көн һәм төнгә һуҙылды, уның хаҡында бөтөн илебеҙ шауланы. Һәм ул егеттәребеҙҙең заманға тиң егетлеге булып инеп ҡалды хәтергә һәм тарихҡа.

 

 

Президентлы Башҡортостан

 

1993 йыл тулыһынса, тип әйтерлек, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президентын һайлау өсөн ныҡышмалы көрәштә үтте. Башҡорт халыҡ хәрәкәттәре һәм, ғөмүмән, эсендә йәне булған һәр башҡорт, «Президент башҡорт телен белергә тейеш» тигән шиғарҙы алға һөрҙө һәм, М.Ғ. Рәхимовҡа булған бөтә сәйәси үпкәләрен онотоп, Башҡортостан Республикаһы өсөн сәйәси йөҙө шикле, йәшерен ниәттәре шомло кандидаттар араһынан уны яҡшыраҡ күрҙе лә һайлаусыларҙы уға тауыш бирергә өгөтләне. Һөҙөмтәлә 1993 йылдың 12 декабрендә беренсе Президентыбыҙ итеп Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һайланды.

Был тарафтан шөйлә йән тынғандай булһа ла, республикала ер мәсьәләһе, аҫаба башҡорт ерҙәренең тулыһынса килмешәктәр ҡулына ҡалыу ҡурҡынысы янаны, сөнки тегеләр тап шул йүнәлештә башҡорттарға ҡаршы аҫтыртын да, асыҡтан-асыҡ та яҫҡаныуҙарын туҡтатманы аҙым һайын. Башҡорт ере өсөн тартыштың бер бөгөнгө түгеллеген, еренән ҡолаҡ ҡаҡҡан башҡорт йәшәүҙән дә туҡтаясағын халҡыбыҙға хәлдән килгәнсә аңлатып биреү өсөн шәхсәнә үҙем, тарихи документтарҙың бер килкеһен һайлап алып, баш һүҙ яҙып, ташҡа баҫырға әҙерләнем, бына шуның баш һүҙе (бөтә материал 1994 йыл «Шоңҡар» журналының 3-өнсө һанында сыҡты):

 

Башҡорт һәм ер — икеһе бер

«Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын!» — тип, бабаларҙың аманатын иҫләттертеп тора беҙгә һәм беҙҙең дошмандарыбыҙға милли гимныбыҙ «Урал». Донъя яратылғандан уҡ ошо ерҙең, Уралыбыҙҙың, төп хужалары булған беҙ, башҡорт халҡы, еребеҙҙе үҙебеҙҙең, атай һәм әсәйҙәребеҙҙең йылы тәнеләй итеп тоябыҙ, һанайбыҙ: еребеҙҙе йолҡтортоу — тере тәнебеҙҙе ҡырҡтыртыу менән бәрәбәр. Талап-тунап, алдап-йолдап һаттыртып та һатып алып һәм башҡа мәкерлектәр ҡылып аҫаба башҡорт еренә хужа булырға, башҡорт табанын тупрағынан тайҙыртырға — башҡортто ел ыңғайына тәгәрләүсе ҡамғаҡтай осортоп таратырға яҫҡаныусылар булған, бар, киләсәктә лә булыр. Быны беҙ тарихыбыҙҙан, Россияның бөтмәҫ-төкәнмәҫ болаларынан интеккән тас бөгөнгөбөҙҙән, шулай уҡ ҡарагруһлы мәкерйәндәрҙең киләсәккә ҡорған ҡара маҡсаттарынан бик яҡшы беләбеҙ: «Башҡорт бөтһә — ере ҡала, йырларға йыры ҡала»...

Юҡ, бөтмәбеҙ! Еребеҙҙе лә, йырыбыҙҙы ла үҙебеҙҙә тоторбоҙ! Сөнки башҡорт һәм ер — икеһе бер, бер бөтөн. Бөтөнлөктө һаҡлау юлында бабаларыбыҙҙың миҫалы беҙгә терәк. «Башҡорт ерҙәре мәсьәләһе» бер бөгөн генә ҡупмаған, ләкин уны яһилдарға үҙҙәренсә сисергә юл ҡуймаған башҡорт халҡы бар!

Бына бер аманат — 1917 йылдың 20 — 25 июль һуҙымында Ырымбурҙа эшләгән һәм Башҡорт Үҙәк Шураһының Идара Комитетын һайлаған беренсе башҡорт ҡоролтайынан аҙаҡ, уның ҡарарҙарына таянып, үҙ илен һәм ерен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ ғәскәрен дәррәү төҙөй башлаған Хөкүмәтебеҙҙең ғәскәргә мөрәжәғәте... Башҡорт иле исеменән Россияның Ваҡытлы Хөкүмәтенә тапшырыу өсөн Илдархан Мутин тарафынан башҡорт халҡы һәм башҡорт ере тураһында урыҫ телендә яҙылған доклад та бик фәһемле; ундайҙарын, йәштәребеҙҙең бер килкеһе әсә теленән мәхрүмлеген, ә күпселеге урыҫ телен иркен аңлауын иҫтә тотоп, тәржемәһеҙ биреүҙе ҡулай таптыҡ. Ырымбур гөбөрнәһенең башҡорттар күпселек тәшкил иткән төбәктәренең береһе булған Орск өйәҙе земство идаралығының ундағы урыҫ ылыҫтарына күрһәтмәһе һәм Преображенск (Йылайыр) ҡасабаһында сабышланған (шабашланған) өйәҙ крәҫтиән съезы ҡарары ла шундайҙарҙан. Башҡорттарҙы үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булыу хоҡуғынан мәхрүм ҡылып, территорияһыҙ (йәғни ерһеҙ-һыуһыҙ) ителмеш ҡуңалтаҡ «мәҙәни үҙ билдәләнеш»кә генә рөхсәт бирмәксе улар (Россия империяһының ҡәҙимге милли сәйәсәте)... Башҡорттарға ҡарата ошо мәкерле сәйәсәтте ул көндәрҙә урыҫтар ғына түгел, ә Садри Мәҡсүди, Ғаяз Исхаҡи һәм үҙ телен дә, татар телен дә белмәгән Ҡазан мосолманы (осетин) Әхмәт Саликов кеүек татар зыялылары ла алға һөргән тырышып. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәлар»ендә («Ағиҙел» журналының 1991 йылғы 6-нсы һаны, 150 — 152-нсе биттәр) был бик асыҡ күренә: «Исхаҡи Мәскәүҙә үҙе сығарған «Ил» гәзитендә (№39) минең хаҡта: «Зәки Вәлиди урыҫса оҙон нотоҡ һөйләп, беҙ ҙә финдар һәм украиндар кеүек берләшергә, үҙ эштәребеҙгә үҙебеҙ хужа булырға тейешбеҙ. Хәҙергә ҡеүәтебеҙ аҙ булһа ла, киләсәк беҙҙең ҡулда. Беҙ конференцияла ерле мөхтәриәт ҡаҙана алырбыҙ», — тине. Ә Дума ағзаһы (Ибниәмин) Әхтәмов уға: «Бында башҡорт далаларындағы митинг түгел; беҙ финдар, украиндар кеүек мөхтәриәт дәғүәләшеүҙә ҡатнаша алмаҫбыҙ», — тип яуап бирҙе», тип яҙҙы. Шул уҡ гәзиттә Украинаның да мөхтәриәт дәғүәләшеүенән көлөп, «Үҙ аллы Хохландия эшләрҙәр, беҙ иһә, урыҫ милләте менән тарихи бәйләнештә булыу сәбәпле, ул юлға баҫмаясаҡбыҙ. Дүрт кешелек бер төркөм булараҡ (Садри Мәҡсүди, Ислам Шаһиәхмәтов, Ғаяз Исхаҡи һәм Шакир Мөхәммәтйәр) хөкүмәт рәйесе кенәз Львовҡа барып, беҙ малорустар (йәғни украиндар) кеүек һеҙҙән айырылырға теләмәйбеҙ, беҙ һеҙҙең менән бергә булырға теләйбеҙ», — тип иғлан итеүҙәрен дә яҙҙы...

Әхмәт Саликов... Рәсәй исламлығын тик бер йәмғиәт тип таный һәм быны ла «мосолман россияндар» тип төшөнә ине... Татар мөхәррире Ғаяз Исхаҡи ҙа Рәсәй мосолмандары араһында Ҡазандың етәкселеген тәьмин итеү уйы менән һәр хосуста Саликов менән бергә эш итте. Һуңынан эмиграцияла ла һәр саҡ бергә булдылар. 1924 йылда Берлинда Әхмәт Саликов Керенский тарафынан сығарылған «Дни» гәзитенең 22 августағы, Ғаяз Исхаҡи иһә 10 сентябрҙәге һандарында «Милли хистәрҙең үҙгәреүе» исемле мәҡәләләрендә үҙҙәрен урыҫ демократияһы берҙәмлеген ҡайғыртыусы тип күрһәтеп, унитаризмды яҡлау юлында мосолман ҡәрҙәштәренә ҡаршы көрәшеүҙәре хаҡында ғорурланып яҙҙылар»...

Тимәк, татар ҡәрҙәштәребеҙҙең шул замандағы зыялыларының бер килкеһе, хәҙерге көндәрҙәге бәғзеләре кеүек үк, «башҡорт ерҙәре» мәсьәләһендә урыҫ империалист-шовинистары менән үҙҙәренең рухташлығын, бер ҡатарҙа торғанлыҡтарын яҡшы тойоп, белеп һатҡандар Иблескә йәндәрен...

Документ-аманаттар шәлкемен ослаусы федерация тураһындағы өсөнсө башҡорт ҡоролтайы ҡарары һәм икенсе ҡоролтай хаҡындағы юғары сәйәси һәм сәнғәти ҡиммәтле «Хитабнамә» шул ҡатмарлы замананың ошоғаса күптәребеҙгә билдәһеҙ ҡала килгән көрәш заңын асыҡ итеп күҙ алдына баҫтыра. Башҡорт халҡын «ҡайғыртыусы»ларҙың балауыҙ һығып тиргән юхалы нотоҡтары һәм мәшһүр Шәриф Манатовтың уларға биргән тос яуабы «Хитабнамә»нең бәҫен уғата арттыра. Мәктәп һәм вуз дәреслектәренә инергә лайыҡлы был әҫәр, бөтә билдәләренә ҡарағанда, Әхмәтзәки Вәлиди Туған ҡулы менән яҙылғанға оҡшай.

29.12.1993.

 

1994 йылда шул уҡ йүнәлештә һәм исемдә икенсе бер материал әҙерләп, йәнә лә «Шоңҡар» журналының 1995 йылғы 2-нсе һанында ташҡа баҫтырттым, кереш өлөшө ошондай:

 

Ун алтынсы быуат урталарында Башҡортостан үҙе теләпме, әллә мәжбүри «теләп»ме Урыҫ дәүләтенә ҡушылғандан биреле башҡорт халҡының донъяла йәшәргәме, әллә йәшәмәҫкәме тейешлеген билдәләүсе төп мәсьәлә көн үҙәгенә ҡалҡынды — ер мәсьәләһе. Сөнки донъя яратылғандан уҡ Дәү Хоҙайҙың Үҙе тарафынан ярлыҡанып, Иҙел — Кама үҙәне һәм Обь — Иртыш үҙәне араһындағы, бөйөк Бабич әйтмешләй, «Уралҡайҙың аҫты алтын, өҫтө шиғыр, үҙе нур» тупрағына мәңгелеккә еректерелгән һәм шул изге Тәүтөйәктең төп хужаһы, ҡурсаусыһы булған башҡорт халҡынан илаһиәтле был тупраҡты тартып алырға аҙмы яҫҡанды донъя юлбаҫарҙары; ә Рәсәй империяһы тип аталмыш ике башлы ҡоҙғон иһә юлбаҫарлыҡ-ҡомһоҙлоҡтоң сиген уҙып киткәйне. Ҡоҙғон ҡылығы бер булды: бөтә сараларҙы егеп, башҡорттоң тоҡомон ҡороторға, үҙен гүргә тығып, еренә хужа булырға.

1917 йылда хөрриәт иғлан ителгәндән һуң да үҙгәрмәне хәл; киреһенсә, башҡорт ерҙәрен көпә-көндөҙ хөрриәт исеменән юлбаҫарҙарса тартып алыу, башҡортто һуңғы ҡарыш еренән мәхрүм ҡылып һәләк итеү сәйәсәте уғата көсәйҙе генә. Үлемесле шул шарттарҙа, һыуға батып барыусы бахырйән һаламға йәбешкәндәй, 1919 йылда ҡыҙыл байраҡлы Рәсәй Шуралар Йөмһүриәтенә, йәғни Совет Рәсәйенә, өмөтләнеп күҙ төбәгәндер милли уҙамандарыбыҙ, сөнки ҡыҙыл хакимиәт ил шаулатып «Милләттәрҙең үҙ билдәләнешкә хоҡуғы»н иғлан ҡылды, ә үҙен иһә «халыҡтар төрмәһе Рәсәй»ҙең көллө иҙелгән милләттәрен азатлыҡҡа сығарыусы һәм яҡлаусы тип атаны бит... Һәр хәлдә, элекке аҡ уҡалы хөлләһен ҡыҙыл-бурҙатлыға алмаштырғанынан һуң да империя — империя килеш ҡалғанлығын бабаларыбыҙ үтәнән-үтә күреп-белеп торһалар ҙа, хөрриәт ҡапҡалы киләсәгебеҙҙе яҡшыға юрарға тырышҡандарҙыр, моғайын: өмөтһөҙ — шайтан, тиҙәр бит. Автономия алған көндәрҙәге Башҡорт Хөкүмәтенең халҡыбыҙға «Өндәмә»һенән ана шуны аңларға мөмкин...

Башҡортостан тупрағына талпандай ҡаҙалған колонизаторҙар Башҡортостан автономияһының ҡан дошманына әүерелеп, башҡорттарға ҡаршы ҡайҙа — ҡораллы фетнә, ҡайҙа — яла яғыу ойошторалар; үҙҙәрен — Советтарҙың терәге, автономия алған башҡорттарҙы — дошманы итеп күрһәтергә тырышалар. Мәскәүҙә лә шулар шаҡшылығына күҙ йоморға, ә гонаһтарын ярлыҡарға тырышыусылар етерлек була, сөнки, бөйөк инҡилап булһа ла, империясылыҡ сәйәсәте һис үлмәй — уғата мәкерлерәк, аҫтыртыныраҡ төҫ ала. Шуға күрә лә Башҡорт Хөкүмәте һәм Рәсәй Үҙәк Хөкүмәте араһында киләсәктә ҡотолғоһоҙ ҡаршылыҡтарҙы алданыраҡ иҫкәртергә, мөмкин тиклем булдырмаҫҡа йә йомшартырға тырышып, ил тотҡаһы уҙамандарыбыҙ 1919 йылда Үҙәк Совет Хакимиәтенә ифрат мөһим Белдереү яҙып тапшыра («В Центральный Исполнительный Комитет СФС Республики»), уның шул урыҫ телендәге төп нөсхәһен шул көйөнсә уҡып сығыу һәр кемгә лә килешер...

Башҡортостан, башҡорт ере, башҡорт халҡы бер-береһенән айырылғыһыҙ икәнлеген, шул тоташлыҡты өҙөргә быуаттар буйына ниндәй ҡара көстәрҙең көсәнгәнлеген аҙ һүҙ менән бөтә тарихи тулылығында асып һала был документ; яҙылыуына етмеш биш йыл үткәндән һуң да ул үҙенең бер хәрефенең дә әһәмиәтен юғалтмай, иҫкермәй һәм киләсәктә лә шул көйөнсә ҡаласаҡ, белгестәргә бик ҡиммәтле сығанаҡ, киң ҡатламға дәреслек һымаҡ буласаҡ. Хәҙер ҙә башҡорт ерҙәренә тирә-яҡтан ҡомһоҙ ҡулдар һуҙылғанда, уны сәлдереү өсөн империяла мәкерле сәйәси уйындар барғанда шуларҙың ысын асылын аңлау, тыуған тупрағын һәм үҙен ҡурсалау өсөн һәр башҡорт был аманаттан файҙалы һабаҡ аласаҡ тип һанайым. Бөгөнгө бәләләребеҙҙең, бер бөгөн генә түгел, ә бынан етмеш биш йыл һәм унан да элегерәк башыбыҙға төшөрөлөүен беләбеҙ. Батша хөкүмәте төптө рәсми рәүештә — закондар сығарып талата башҡорт ерҙәрен, шуның юридик кәкерсәктәргә эленгән, ябай-ялпы абайламаҫтай йәшерен механизмы булдырыла, бер туҡтауһыҙ бойомға ашырыла. «Башҡорттоң ере күп ул» тигән колонизаторҙар уйҙырмаһы ла документта статистик мәғлүмәт менән фашлана: шул 1919 йылда башҡорттоң йән башына ни бары бер ярым дисәтинә ер (һөрөргә яраҡһыҙ тау-урман менән бергә) тура килгән. Дәүләт сәйәсәтенә әүерелмеш ерһеҙләндереү һөҙөмтәһендә башҡорт халҡы ҡырылып бөтөүгә бара (йән иҫәбе күҙгә күренеп кәмей). Алдан күрә белеүсәнлек шул тиклем көслө: РСФСР-ҙы ҡайһылай итеп ысын-ғәҙел федерация яһау тәҡдиме лә бар был документта, был иһә буласаҡ СССР Конституцияһынан да, һуңғы замандағы атаҡлы «Сахаров Конституцияһы»нан да камилыраҡ Төп Ҡанундың нигеҙе булырҙай тәҡдим.

1993 йылдың 24 декабрендә президентлы Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы (Төп Ҡануны) ҡабул ҡылынды — Башҡорт милли хәрәкәттәренең иң мөһим теләк-талаптарының байтағы иҫәпкә алынды унда (тимәк, күп йыллыҡ сәйәси көрәшебеҙ елгә османы)...

 

Тормошобоҙҙағы ошо мөһим сәйәси яңырыштар, әлбиттә, рухи-мәҙәни йәшәйешебеҙҙе лә үҙгәртте, яңыртты. Ҙур педагог һәм ғалим, мәктәп дәреслектәренең күренекле авторы Төхфәт ағай Аслаевтың ныҡышмалы үтенесе буйынса, ҡайһылыр синыф балаларының уҡыу китабына керетеү өсөн, 1995 йылдың 12 ғинуарында түбәндәге шиғырҙарымды ижад итеп бирҙем:

 

Башҡортостан Конституцияһы

Башҡортостан Төп Ҡануны

Тигән аҫыл хоҡуҡ бар.

Конституция тип тә

Атала ул, отоп ҡал!

 

Башҡортостан тигән илдең

Хоҡуҡтары яҙылған.

Халыҡ — азат, бәхетле-шат

Йәшәһен, тип танылған.

 

Һәр бер әҙәм көр үтәһә

Ил алдында бурысын,

Конституция һаҡлар

Именлеген, ырыҫын.

 

Башҡортостан-республикам

Ҡотайһын, тип теләйек.

Ҡанундарҙы боҙмайынса,

Уҡыйыҡ та эшләйек!

 

 

Башҡортостан Флагы

 

Башҡортостан Флагында —

Иң яратҡан төҫтәрем:

Күм-күк күгем, ап-аҡ һыуым,

Йәм-йәшел ер өҫтәрем.

 

Ете ырыу — ете суғы

Алтын башлы ҡурайҙың.

Елберләгән Флагымда

Йөҙө балҡый Уралдың!

 

Башҡортостан Гербы

 

Башҡортостан Гербында

Илем күрке сағыла.

Атлы баһадир Салауат —

Урал тигән сағылда!

 

Күк күгебеҙ, аҡ һыуыбыҙ,

Йәшел хәтфә еребеҙ.

«Башҡортостан» исемкәйен

Шул өс төҫтә күрәбеҙ.

 

Ете суҡлы ете ырыу —

Ҡурайымдың үҙәге.

Бөтөн донъя бер түңәрәк —

Башҡортомдоң биҙәге.

 

Нурға мансып Ҡояш ҡалҡа —

Аллана ла гөлләнә.

Тыуған илем Башҡортостан —

Ер йөҙөндә гөлләмә!

 

 

Башҡортостан Гимны

 

Иртән торһам, радионан —

Һәр көн сәғәт етелә

Гимн уйнай. Уны тыңлап

Йөрәккәйем елкенә.

 

Илкәйемдең иркенлеге,

Уралымдың саллығы;

Ҡыр-урмандар йәшеллеге,

Баҫыуҙарҙың байлығы;

 

Ауылдарҙың, ҡалаларҙың

Күкрәп сәскә атыуы;

Халыҡтарҙың татыулығы,

Йөҙҙәренең балҡыуы —

 

Моңло көйгә һалына ла

Йөрәгемә яғыла —

Башҡортостан Гимны ул!

Мәңге-мәңге яңғыра!

 

Ләкин... һөйгән ғәзиз төйәгебеҙ, күргән яҡты көндәребеҙ ниндәй генә хозурлыҡтар бирһә лә, әллә ҡайҙа алыҫтарҙа — Ҡаф тауы артында йәшәгәндәрҙең асы яҙмышы, ҡайғыһы ла сорнап алып һыҙлата икән шул йөрәкте...

Бөгөн килеп ошо юлдарҙы яҙғанда ҡомло ғәрәп сүлдәрендә бик боронғо мәҙәниәтле Ғираҡ иле өҫтөнә АҠШ, Бөйөк Британия осҡостары, диңгеҙҙәге караптары көнө-төнө ҡара әжәл бомбалары, «Тамагавк» ракеталары яуҙыра, бер гонаһһыҙ бала-сағаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙың, ҡарт-ҡороноң ғәзиз ғүмерен өҙә, сәскә атҡан гүзәл ҡалаларҙы көлгә әйләндереп, барыһын ер менән тигеҙләй...

Ә 1995 йылдың 12 ғинуарында иһә президент Б.Н. Ельцин әфәнде бойорған Чечнялағы ҡанлы мәхшәрҙәр тетрәтте йөрәгемде, ҡәләмемде ҡанға мансып яҙғандай булдым был мәҡәләмде:

 

Балаҡ төрөп ҡан кисергә...

Уралымдан алыҫ-алыҫ Кавказдағы йәмле Грозный ҡалаһына бер туҡтауһыҙ әжәл бомбалары яуа — гүйә улар минең башыма ауа...

Урам тулы ятҡан мәйеттәр сыбарлана экрандарҙан — гүйә улар араһында мин үҙем үлеп ятам...

Тере килеш тарҡалыусы имәнес дейеү бәрейеләй империяның баштан-аяҡ ҡоралланған дивизиялары аҙ ғына һанлы чечен халҡын көн-төн ҡанға батырыу, шул уҡ ваҡытта шуға бәйләп башҡорт халҡына ҡарата ла Мәскәүҙән яһил янауҙарҙың йышайыуы мине, империя тотҡоно булырға дусар башҡорт әҙибен, ҡан йотоп уйландырта. Башты баҫып ултырып шәйләгәндә, халыҡтарға янаусы был яуызлыҡтың тарихи тамырҙары хәтергә килә. Урыҫ дәүләтенә үҙ теләге менән ҡушылған беренсе «субъект» булараҡ, борондан уҡ Башҡортостан ошо уҫал империяның «милли мәсьәләне хәл ҡылыу» алымдарының башҡорт елкәһендә һынап үткәрелмеш лабораторияһына әүерелде. Йәғни мәҫәлән, империя ҡапҡанына ҡабылған башҡа халыҡтар, шул иҫәптән чечендар, ҡапҡан эсендә тыпырсынып ни күрһә, уларҙан да элегерәк бөтәһен башҡорт күрҙе...

Батша ҡырғынсыларының йөҙәрләгән, меңәрләгән башҡорт ауылдарын яндырып көл ҡылыуҙарын; йөҙәрләгән, меңәрләгән башҡорттарҙы атып та, тураҡлап та һәм донъяға билдәле булған бөтә язалау ысулдарын ҡулланып та үлтереүҙәрен; тереләрен бығаулап, Россияның төпкөлдәренә, Себергә һәм Балтиҡ яҡтарына ҡатырға һөрөүҙәрен; бала-сағаларын урыҫ дворяндарына, татар мырҙаларына ҡоллоҡҡа таратып биреүҙәрен һәм башҡаларын тасуирлап тормайынса, шул иҫәпһеҙ яуызлыҡтарҙың сәбәбен һәм маҡсатын ул ҡатилдарҙың үҙ ауыҙынан тыңлайыҡ. Мәҫәлән, «Россия империяһындағы башҡорт мәсьәләһен иң шәп хәл ҡылыу ысулдары» тураһында 1730 йылда хөкүмәткә Ҡазан гөбөрнәтере А.П. Волынский яҙыуынса:

«Башҡорт халҡын... теләгән бер сит ил дошиманынан да яманыраҡ күреп ҡулда тоторға кәрәк»... Сөнки бит «улар Мөхәммәт динендә», тимәк, «христиандарҙың дошманы». Өҫтәүенә, «был халыҡ... әленән-әле өҙлөкһөҙ үрсей һәм арта», ә был иһә бөйөк держава сәйәсәтенә тап килмәй — урыҫ түгел халыҡтар өҙлөкһөҙ кәмергә генә тейеш...

Чечен Республикаһы Эчкерияға Россия армияһының әлеге рәхимһеҙ ябырылыуы уны тап шул Волынский билдәләгән сәбәптәре өсөн «теләгән бер сит ил дошманынан да яманыраҡ күреп ҡулда тоторға» ынтылыуҙан килеп сыҡҡанға оҡшай. Әйткәндәй, башҡорттарға ҡарата шул Волынский раҫлаған тағы ла бер оторо сифат чечендарға ҡарата ла хас ине: «башҡорт халҡы әле йыуаш ҡына күренһә лә, әммә ифрат тыңлаулы ла тип әйтә алмайбыҙ уларҙы, сөнки, бер ниндәй ҙә указдарға ҡарамай, ҡасаҡтарҙы ҡабул ҡылалар, яһаҡ түләмәйҙәр, ләкин йәндәре теләгәнсә үҙ аллы йәшәйҙәр»... — Грозныйға һөжүм ҡылырынан алда чечен илен ғәйепләгән беҙҙең көндәрҙәге «демократик» Мәскәүҙең рәсми дәлилдәре һымаҡ был. Һәм Россия ғәскәрҙәре ундағы тыныс тормошло халыҡҡа тонна-тонна бомба һәм ракеталарын, снаряд һәм пуляларын ни өсөн көн-төн яуҙырыуҙары ла аңлашыла (шул уҡ Волынскийҙан): «Иң шәбе... уларҙы (башҡорттарҙы) яртылаш ҡына булһа ла кәметергә кәрәк ине, ә ҡалғандарына тәүҙә еңелерәк яһаҡ һалып, һуңынан яһаҡты әленән-әле арттырырға... бер нисек тә беҙгә ҡаршы ҡул күтәрә алмаҫлыҡ хәлгә еткереп»... — Бөгөн дә бит чечендарҙың бер өлөшөн (дудаевсыларҙы) «кәметеп», икенсе өлөшөн («оппозиция»ны) үҙҙәренсә ярлыҡарға тырышалар түгелме ни?.. «Аҙаҡ килеп, — ти башҡорт мәсьәләһен ҡайһылай шәп хәл ҡылырға өйрәтеүсе, — Хоҙай өсөн ҡәбәхәт шул халыҡты ҡаты иҙгес ҡулыбыҙ аҫтына алырға Хоҙайыбыҙ үҙе ярҙам иткәс... унда йәшәгән башҡа (йәғни мосолман) динле бер кем дә, үлем язаһы янауында, ҡулында бер ниндәй ҙә мылтыҡ тотмаҫлыҡ хәлгә килтерербеҙ»... — Быныһы ла үҙен ҡурсалап ҡоралланған чечен халҡының ҡоралын һалдыртып алырға маҡсатланған Мәскәү сәйәсәтен сағылдырғандай...

Беҙ генә түгел, империя тотҡалары ла тарихтан һабаҡ ала, бабалары Волынскийҙың нәсихәттәрен заманаға һәм урынға яраҡлатып үҫтерә. Волынскийҙан һуң бер быуат үткәс, атаҡлы декабрист (хәҙергесә «демократ» була инде!..) П.И. Пестелдең Россияны үҙгәртеп ҡороу программаһы «Русская правда»ла яҙыла һәм ул беҙҙең көндәрҙәге Россияны үҙгәртеп ҡороу реформаларын үткәреүсе Кремль хакимиәтенә шул Кавказда яһилланырға юл һыҙып ҡалдырғандай:

«1. Россия һәм Фарсия һәм шулай уҡ Төркиә араһындағы сик һыҙығынан төньяҡтараҡ йәшәгән бөтә халыҡтарҙы тәүәккәл рәүештә буйһондорорға... 2. Бөтә кавказ халыҡтарын ике төргә бүлергә: тыныс йәшәүселәр һәм боласылар. Тәүгеләрен үҙ йорттарында ҡалдырырға ла уларға Россия идаралығы һәм ҡоролошо керетергә, ә икенселәрен ғаиләләре менән Россияның төпкөлөнә һөрөргә, уларҙы ваҡ төркөмдәргә тарҡатып, төрлө төбәктең урыҫ идаралығы ҡарамағына таратырға. 3. Кавказ ерендә урыҫ ауылдары булдырырға һәм бөтә урыҫ килмешәктәренә элекке хужаларынан тартып алынған бөтә ерҙәрҙе таратып бирергә... һәм был илде... урыҫ төбәгенә әйләндерергә»...

Тимәк, Сталин депортацияһы хәҙерге коммунистарҙың да, «демократ»тарҙың да ҡан бабалары декабристар тарафынан уҡ билдәләнгән һәм дудаевсыларҙың ошо көндәрҙә лә депортацияланыуҙан ҡурсаланыуҙары ерле юҡҡа түгелдер. Әйткәндәй, бөгөнгө чечен фажиғәһен тыуҙырыуҙа элекке вице-президент коммунист Руцкой менән уның бөгөнгө сәйәси дошманы коммунист-«демократ» президент Ельцин сәйәсәттәренең ифрат күсәгилешлеген, берҙәйлеген тормош үҙе раҫланы. Мәҫәлән, 1991 йылда Руцкой делегацияһы Чечня баш ҡалаһында Дудаев менән осрашыуҙа уға (Дудаевҡа) ультиматум ҡуйылған: «Бөтәһе лә (йәғни бөтә халыҡтар ҙа. — Й.С.) һәм бөтә нәмә лә Россия составында булырға тейеш. — Ә беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ? — тип һорай Дудае<



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 291; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.191.54.190 (0.017 с.)