Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Комитет по делам архивов Совета Министров республики башкортостанСодержание книги
Поиск на нашем сайте
Центральный Государственный Исторический Архив Республики Башкортостан. 450000, г. Уфа, ул. Карла Маркса, 4, тел. 23-39-22; 22-41-96. 24.03.94 г. №95/Т г. Уфа, ул. Уфимское шоссе, 4, кв. 119, Султанову З.А. Архивная выписка из отчета Башглавлита за декабрь 1924 года о разрешенных к публичному исполнению и демонстрированию произведений: № п/п 20, автор пьесы Бурангулов, наименование произвед. Зангар-шаль, форма и характер произведения — в 2 действиях. П/п Зав. главлит — подпись (неразборчива). Основание: Ф. Р-798, оп. 1, д. 1248, л. 9. Директор архива А.А. Хисматуллин. Зав. архивохранилищем Г.Ш. Габ. (Круглая печать).
Ләкин мине Ҡазанға «ҡунаҡҡа» саҡырманылар — әллә «Аргамак»тың ҡойроҡ аҫтын ҡорт саҡҡандай сапсыныуын һанға һуҡманылар, әллә аҡыл-фәлән яғынан камилыраҡ булдылар... Ошо урында кире-ҡабат үҙебеҙҙең мөхиткә ҡайтып, заманында Мөхәммәтша Буранғолов менән Мәжит Ғафури араһында булған бер хәлде һөйләргә тура килә. Ғафуриҙы күреп белгән өлкән быуын яҙыусыларыбыҙҙың бер килкеһе уның Башҡортостан автономияһын үҙһенмәүен, ҡыҙмасаланыбыраҡ алған бер осрағында, шәлдәүен ысҡындырып, “мона башҡыртҡа автономия!” тип сығарып күрһәтеүен һөйләйҙәр ине. Шул иләмһеҙ ваҡиғаны Мөхәммәтша Буранғоловтың үҙ ауыҙынан ишеткән кешене осратып, көндәлек рәүешендә теркәнем:
25.07.2005 Өфөнөң Аврора урамында шағир яҡташым Мәхмүт Һибәт менән күрешеп, йәйҙең эҫе көнө ине, бер ихатаға инеп, миләш күләгәһендәге эскәмйәлә төрлө темаға һөйләштек. Мәхмүт Һибәт бер иҫтәлеге менән уртаҡлашты: “Йәш сағымда шағир Батыр Вәлид фатирында уның поэмаһын эшләшеп ултыра инем, телефондан Мөхәммәтша Буранғолов шылтыратып, Батыр Вәлидкә инеп сығасағын белдерҙе. Бер шешә ҡыҫтырып килгән икән, хужабикә-еңгәй ҙә, йүгереп сығып, “ярты” алып ингәйне -- хозур табын ҡороп һөйләшеп ултырҙыҡ. Шунда Буранғолов Мәжит Ғафуриҙы иҫкә алды: -- Башҡорт халҡының тере дошманы ине, шул бәндәгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирҙеләр... Оло Башҡортостан төҙөлөп, хөкүмәтебеҙ Эстәрлетамаҡтан Өфөгә күсенеп килгән саҡ, хәҙерге Карл Маркс һәм Пушкин урамдары мөйөшөндәге матбаға йортонда матбаға көнөн байрам итергә йыйылдыҡ. Докладтан һуң тәнәфес иғлан ителеп, ағай-эне тәмәке тартырға туалет бүлмәһенә ағылды. Шунда күрәм: эсеп-ҡыҙышып алған Мәжит Ғафури, шәлдәүенән ағзаһын сығарған да: “Мона башҡыртҡа автономия, тотсоннар төбөннән!” -- тип һүгенә (үҙенең татар телендә, әлбиттә). -- “Мәжит ағай, тыйыл инде, шәлдәүеңде элһәңсе!” -- тип үтенәләр яҡындары. Ләкин теге уғата ярһына: “Мона башҡыртларға автономия, тотсоннар...” Түҙмәнем, елкәһенән бөрөп алып, асыҡ тәҙрәнән тышҡа быраҡтырҙым: “Әгәр кире боролоп керһәң, тетмәңде тетәсәкмен!” Сатанлай-сатанлай ҡасты... -- Шулай һөйләне Мөхәммәтша Буранғолов олатай”... Ә инде халыҡ сәсәненең 100 йыллығына килгәндә, ул арыу ғына кимәлдә үткәрелде, тантанаға саҡырыу билеты ла шаһитлай быны:
Мухаметша Бурангулов, народный сэсэн Башкирии — Мөхәммәтша Буранғолов, Башҡортостандың халыҡ сәсәне. 1888 — 1988. Хөрмәтле иптәш Солтанов! СССР Фәндәр академияһы Урал бүлеге Башҡортостан фәнни үҙәгенең «Почет Билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы Һеҙҙе Башҡортостандың халыҡ сәсәне, билдәле фольклорсы һәм яҙыусы Мөхәммәтша Буранғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ғилми конференцияға саҡыра. Конференция ошо йылдың 22 декабрендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының конференц-залында (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71-енсе йорт) иртәнге сәғәт 10-да асыла.
16 ғалим сығыш яһарға тейеш икән (исемдәре, темалары күрһәтелгән). Башҡортостан Яҙыусылар берлеге был мөһим ғилми конференцияны ойоштороусыларҙың береһе итеп күрһәтелһә лә, уның етәкселәре генә түгел, хатта үҙбелдекле минән башҡа бер яҙыусы ла килмәне, шуға күрәлер инде, Яҙыусылар берлеге исеменән һөйләргә миңә һүҙ бирҙеләр. Гәзиттәге баяғы 1983 йылғы мәҡәләмдә үк мин, тарихыбыҙҙа беренсе булыптыр, моғайын, халыҡ сәсәненең дәрәжәһен «бөйөк» тип билдәләгәйнем (редакцияға рәхмәт: ул “бөйөк” билдәләмәһен билдәле тере «бөйөг»өбөҙҙөң асыуы ҡуҙғалыуҙан ҡурҡып һыҙып ташламанылар). Ошо 100 йыллыҡ юбилей ғилми конференцияһында ла шулай уҡ, бөтәһенән айырмалы рәүештә, ауыҙ тултырып «бөйөк Мөхәммәтша Буранғолов» тип һөйләнем, был иһә артабан яҡын киләсәктә башҡаларға ла уның бөйөклөгөн лайыҡлы баһаларға прецедент булды, буғай. Шулай уҡ мин ғалимдар ҡарамағына: «Мөхәммәтша Буранғоловтың «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән хөрмәтле исеме 1952 йылда юғары органдар тарафынан юҡҡа сығарылыуы дөрөҫ булһа, Башҡортостан Юғары Советынан уның ул исеменең кире ҡайтарылыуын юлларға кәрәк», — тигән тәҡдим кереттем. Институт етәкселәре быны бойомға ашырҙымы, юҡмы — уныһы миңә ҡараңғы.
Юғары Совет рәйесенә өндәшеү
Әммә ике ай уҙыу менән үк, 1989 йылдың 25 февралендә әҙәбиәтебеҙҙең һәм сәнғәтебеҙҙең башҡа бер мөһим мәсьәләһе буйынса минең үҙемә баяғы юғары органға тура мөрәжәғәт ҡылырға тура килде:
Председателю Президиума Верховного Совета БАССР Тов. Султанову Ф.В. Уважаемый Файзул Валиевич! 21 февраля 1989 года в Башакадемтеатре драмы им. М. Гафури состоялся просмотр сдаточного спектакля по пьесе А. Халима «Пәрей туйы», где присутствовала большая группа писателей, журналистов, театроведов, в том числе и я, зав. отделом Литературной критики журнала «Агидель». Представление ошеломило нас своей необузданной антихудожественностью и безидейностью и никто толком не смог понять, почему подобная халтура-драматургия принята академтеатром. При обсуждении спектакля, где присутствовал и министр Культуры республики С. Аминов, мы высказали единое мнение: из-за уродства драматургии спектакль не имеет права быть представленным со сцены академтеатра. Однако руководство театра, как выяснилось позже, пошел наперекор общественному мнению — на другой же день (22 февраля) состоялась премьера спектакля. В связи с этим я написал статью «Кому нужно было это?», где как писатель выразил свое отношение к спектаклю, а также действительному положению национально-культурного дела в республике в целом. Наши республиканские газеты, как Вам известно, несколько раз уже перепечатывали из центральной прессы статьи собственного корреспондента газеты «Правда» В. Прокушева, усиленно муссирующего о якобы имевшем место в республике «башкирском шовинизме», что является сплошной клеветой, ибо истинное положение таково, что как раз башкиры сами являлись и являются жертвами шовинизма. В моем статье доказательно говорится и об этом. Однако наши республиканские газеты, (например, «Совет Башкортостаны») боятся горькой истины и отказываются опубликовать такой материал. Я думаю, гласность и плюрализм, широко шагающие по стране, позволяют говорить нам народу правду, независимо от того, нравится она или нет А. Халиму, В. Прокушеву и их сторонникам, ибо и в прессе должно существовать обратная связь. Поэтому прошу Вас как глава государства ознакомиться с текстом предлагаемой статьи и соодействовать ее опубликованию в Вашем печатном органе «Совет Башкортостаны». С гл. уважением З. Султанов, писатель. Адрес: 450055, Уфа — 55, Уфимское шоссе, 4, кв. 119, Султанову Зигату Адигамовичу. Телефон: 31-45-97 (квартира). 25 февраля 1989 г.
Әлбиттә, ғәҙәттәгесә, хатыма бер ниндәй ҙә яуап-фәлән булманы... Һәм бына шул «Совет Башҡортостаны»н (һәм башҡаларын да) өркөткән текстың үҙе:
Кемгә кәрәк был пәрей туйы? Владимир Ильич Лениндың туранан-тура ҡатнашлығында Башҡорт АССР-ын төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылған тарихи көндөң 70 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға теүәл бер ай ҡалған саҡта милләтебеҙ яҙмышына, культураһына ҡағылышлы күп нәмәләр тураһында етди уйланырға, берсә, һөйөнөп, берсә, көйөнөп, бөгөнгөбөҙ менән бергә киләсәгебеҙҙе ҡайғыртырға тура килә. Таң һарыһында күҙҙе тырнап асыу менән бала-сағаларыбыҙҙың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, тубырсыҡтарҙай тупырлап үҫеп килеүенә ҡыуанһаҡ, ауыҙ асып өндәшеү менән үк уларҙың телһеҙлегенә — әсә теленән мәхрүм ҡалыуҙарына йөрәк әрней. Башҡортостан тупрағында башҡортса һөйләштергән ясле, балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙең аҙайыуы йәки онотҡанда бер осрауына ғәжәпләнмәй ҙә башланыҡ шикелле. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн үҙ телебеҙҙә гәзит-журналдар сыҡмауына, балалар әҙәбиәтенең махсус нәшриәте, йәш тамашасы өсөн милли театрыбыҙ булмауына ла күнегеп барабыҙ кеүек. Шулай уҡ райондарыбыҙҙа урыҫ һәм татар телдәрендә әллә нисәләгән тиҫтә гәзит нәшер ителгән ваҡыттарҙа башҡорт телендә ике генә район гәзите баҫылып, ҡалғандары башҡа телдәрҙән тәржемә ителеүенә (дубляж), ә башҡорттар 43 процент, татарҙар — 31, урыҫтар 11 процент тәшкил иткән 21 көнбайыш райондарыбыҙҙа татар телендә — 21, урыҫ телендә 18 район гәзите уҡыусыларын туплағанда, башҡорт телендә ни бары бер генә гәзит (ул да булһа дубляж!) быҫҡып янған һуҡыр шәмдәй яңғыҙ үҙе йәшәүенә лә иғтибар итмәйбеҙ кеүек. Ә мәктәп мәсьәләһе? 1925 йылдан алып 1968 йылға тиклем урыҫ мәктәбе һаны 788-ҙән 1914-кәсә, татар мәктәбе 582-нән 1117-гәсә гөрләп артһа, башҡорт мәктәбе һаны 572-нән 785-кә тиклем генә ыраны... Билдәле булыуынса, ленинсы милли политиканы тупаҫ боҙоуға юл ҡуйылған торғонлоҡ йылдарында Башҡорт АССР Мәғариф министерствоһы әсә телендә уҡытыуҙы ҡырҡа сикләп, элек милли телдә уҡыған мәктәптәрҙә балаларҙы урыҫ телендә уҡытыуға күсереү эшен ҡыҙыулатты, был зыянлы эшмәкәрлек беренсе сиратта башҡорт теленә һуҡты. Миҫал өсөн 1973-74 уҡыу йылын ғына алайыҡ: ул йылда республикабыҙ буйынса 650 милли мәктәп урыҫ телендә уҡытыуға күсерелһә, шуларҙың 112-һе генә татар, ә 420-һе башҡорт мәктәбе ине. Өҫтәүенә, бына ғына торған 1988 йылда көнбайыш башҡорт ауылдарындағы тиҫтә йыл буйы әсә телендә эшләп килгән 200 башҡорт мәктәбе бер юлы татар телендә уҡытыуға күсерелеп, милләтебеҙҙең көнбайыш диалектында һөйләшеүсе өстән бер өлөшө үҙенең милли телендә уҡып белем алыуҙан, ул ғына ла түгел, үҙ милли телен дәрес кенә итеп булһа ла өйрәнеүҙән мәхрүм ҡалды... Оҙаҡ йылдар һуҙымындағы ошондай кире күренештәр арҡаһында халҡыбыҙҙың һуңғы өс быуын кешеләренең байтағы башҡа телдә уҡып һәм һөйләшеп үҫте, милли телен танымаған, милли культураһын һанға һуҡмаған, шул нигеҙҙә башҡа милләттәрҙе һәм милли культураларҙы ла ихтирам итмәҫтәй нигилистар, сепрәк-сапраҡ һөйәрйәндәр, ҡорһаҡ ҡолдары булып етеште. Ундайҙарға һәммәбеҙ өсөн изге һаналған интернационализм төшөнсәһе лә дәүләт кеҫәһен ҡармағанда, тамаҡ ярып үҙ мәнфәғәттәрен даулағанда битлек итеп ҡулланыу өсөн генә кәрәк. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ысын интернационализмдың төп нигеҙен тәшкил иткән ысын миллилекте аяҡ аҫтына һалып тапаныҡ, шуны, аяҡ аҫтынан алып, кешеләрҙең үҙҙәренә ҡайтарырға ваҡыт етте — миллилеккә дефицит ҡырҡыулашты. Ошо яуаплы осорҙа ике күҙебеҙҙең береһе өмөт менән республикабыҙ етәкселегенә төбәлһә, икенсеһе культура әһелдәребеҙгә уҡтала — үҙ иңенә артҡан әхләҡи-политик йөктө намыҫлы егелеп тартамы һуң милли әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ маһирҙары? Уҡыусы һәм тамашасы күңелендәге ысын мәғәнәһендәге миллилеккә дефицитты, һыуһауҙы ни рәүешле ҡәнәғәтләндерә был зирәк ҡор? Яҡынлап килгән оло юбилей айҡанлы милләтебеҙгә, бәғере ҡата барған йәш быуын кешеләребеҙгә ҡайһындай ижади бальзам алып киләбеҙ? Диңгеҙҙең бер тамсыһынан да диңгеҙ күренә, тигәндәй, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы орденлы һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының быйылғы яңы эше менән танышырға саҡырылғас, беҙ, бер төркөм яҙыусылар, журналистар, театр белгестәре, ана шул турала ғәмләнеп, оло өмөт бағлап барҙыҡ. Ысынлап та, театр ул әҙәбиәт, тылсымлы һүҙ сәнғәте, музыка, һынлы сәнғәт һәм башҡаларҙың бөтәһе бер төйөнгә сатрашланған балҡышлы дәү түре бит. Театрҙан милли культура кимәлен, илдең сәләмәтлеген йәки сирен асыҡ төҫмөрләп була, академия исемен йөрөткән театр иһә иң юғары мәғәнәлә милләтебеҙҙең көҙгөһө. Милләттең үткән һәм хәҙерге хәлен баҙыҡ сағылдырып күңелдәрҙе зауыҡландырыу менән бергә ул халыҡтың өмөт иткән яҡты киләсәген дә сағыу һынландырып баҡтыртырға, рухландырырға бурыслы. Милләтебеҙ кисергән хәҙерге милләтһеҙлек ауырыуы осоронда академия театры, хәстәленең башы осонда ясин сығыусы түгел, ә тылсымсы-табип булырға тейеш. Шуға ла беҙ А. Хәлимдең «Пәрей туйы» пьесаһы буйынса (режиссеры Абдулла Ғиләжев) әҙерләнгән спектаклдә атаҡлы театр коллективы юғарыла әйтелгәндәрҙең барыһын да күҙ уңында тотоп эш иткәндер ҙә Башҡорт АССР-ы юбилейына лайыҡлы ижад емеше менән килгәндер, тип көткәйнек. Әммә сәхнәнән күргәндәребеҙ башҡа шаңҡыта һуғып, йөрәкте ауырыу ҡылды. Ысынлап та, ауыҙ-моронға, ике күҙгә саң тултырғыс ҡара ҡойон уйнатып, төрлө ташландыҡ әйберҙәрҙе, сүп-сарҙы, ҡалай-ҡолай ярпыларын һауаға сөйөлдөрөп, бер-береһенә бәрелештертеп өйөрөлдөргән шау-шоулы ытырғаныс пәрей туйын хәтерләтте ҡәһәрле был тамаша — пьеса авторының бәйһеҙ хис-хыялы тарафынан һаташыуҙар донъяһынан йыйып-ҡоршап бирелгән, драматургия ҡанундарынан яҙлыҡҡан ала-ҡола ҡорама. Хәйер, драматургия тигән нәмә үҙе бынан йәйәүләп ҡасҡанлыҡтан, тамашаның сәхнәләрен, айырым күренештәрен дә ентекле анализлау, бизмәнгә һалып һәлмәкләтеү мөмкин түгел, сөнки нимә ҡымшатһаң да усыңда уҡ тарҡала ла бер табаҡҡа өйөрөлә, йүнһеҙ тарафҡа тарта... ...Сәхнә ҡырына шаҡырайтып ҡуйылғандыр Милос Венераһының билдәле шыма таш һыны. Йәнәһе күктең етенсе ҡатын ишаратлаған сәхнә түрендәге бейек һәндерәлә тора ҡайҡайып ошо һынды кәүҙәләндермеш әртисбикә — боронғо грек хөлләһенә төрөнмөш ярым-яланғас тәнле, тереләрҙән тере мөхәббәт хоҙайбикәһе. Баштүбән һөйәп теҙеп ҡуйылған ҡалай табуттармы ни — ҡалай ҡапҡаслы бүлкәләргә бүленгән сәхнә төбө. Заманабыҙҙың уртансы һәм йәш быуынын күҙалландыртырға тейешле йәнә бер өйөр ярым-яланғас һылыубикәләр, уларҙың ыҫпай кейенгән ир-ат затлы һөйәркәләре һәм хәләл ефеттәре шул «табут»тарҙың ҡалай ҡапҡастары артынан дөһөр-шатор атлығып сығалар ҙа, көллөһө лә бер-береһе менән хәтәр әүмәкләшеп, баяғы етенсе ҡат күккә — һәндерәгә менәләр, һәндерәнән төшәләр ҙә, пәрей туйын уғата ныҡ туҙғытып, ҡотһоҙ ҡалай өңдәренә кире кереп китәләр — шаңҡытылған тамашасы аңы сәхнәләге хәрәкәттәр сеймәлешен ни бары ошо «логика»ға һалып юҫыҡларға һәләтле. Көллө ҡойон зәхмәттәре күҙ ҡырҡырлыҡ ут-осҡон, музыка ҡоралдарының ярһыу гөрөлтөһө, шул мәхшәрҙе еңеү өсөн көсәнеп, буғай, артистарҙың һәм артискаларҙың тамаҡ ярып ҡысҡырыуҙары, иҙән тибеүҙәре хасил ҡылмыш дөйөм ғәрәсәт, какофония ике шаршау дауамынса бер туҡтауһыҙ ҡубарыла тамашасы башына. Пьеса авторы тарафынан киң билдәле «Ҡанатлы һүҙҙәр» йыйынтығынан, йыртмалы календарь биттәренән, тип әйтерлек, сүпләп алынған боронғо грек аҡыл эйәләренең әйтемдәрен геройҙарының телмәренә услап-услап һибеү ҙә, тел төбөнә һәм осона шул уҡ боронғо грек мифологияһы үрнәктәрен йәбештереп һалыу ҙа тамашасыны шаҡ-ҡатырырға көсәнеүҙең саманан сыҡҡан өйөрмәһен ауыҙлыҡларлыҡ тос аҡыл һәм логикаға ирештермәй. Бер ыңғайҙан шуны ла әйтергә кәрәк: сәхнәләгеләрҙең телмәренә көрмәлтелгән был үтә «аҡыллы» тел байлығы, әйләнгән һайын, башҡорт теленә тәбиғи булмаған һүҙҙәр, сит тел ҡалыбына һипләп һөйләм төҙөү шойҡаны менән ҡолаҡты ярып, автор тексының башҡорт теленә тәржемә ителмәйенсә, «башҡорт таҡыяһы кейҙертеп» кенә сығарылыуын фашланы — был да, әлбиттә, академия театры сәхнәһен биҙәмәне. Дер-һелкеткес мәғәнәһеҙ шул бәләнән йәнең йүнкеп көйөнөп тә ҡуяһың: был сәхнәлә быға тиклем дә ете диңгеҙ аръяғындағы грек мифтарын тергеҙеп ҡарауҙар булды, әммә улар милли сәнғәтебеҙ хазинаһына иш өҫтөнә ҡуш булып керә алдымы һуң?.. Милли үҙаң шишмәләребеҙ ҡорғаҡһыған заманала милли аңға һәм зауыҡҡа һуҡыр тин дә өҫтәмәгән нәүбәттәге был «греклаштырыу» ынтылышы мотлаҡ кәрәк инеме? Гректарҙыҡынан ҡалышмаҫлыҡ (хатта уҙып та киткән!) башҡорт мифологияһына, гүзәл халыҡ ижадына нигеҙләнгән классик әҫәрҙәребеҙ ҙә ошо сәхнәлә һынланырға юл яра алмай ята бит... Аптырап, рәнйеп, баш ҡатып, берсә, таш Венера баҫып торған ергә, берсә, ымһындыртҡыс тере Венера ҡалҡынған түргә зарлы күҙеңде төбәйһең, әммә хоҙайбикәләр икеһе тиң йәнһеҙ, вайымһыҙ — таш һындар рәүешенән уҙҙыра алмаған уларҙы пьеса авторының ҡөҙрәте. Уның ҡарауы ерҙәге иҙәндә лә, үрҙәге һәндерәлә лә бер ниндәй ҙә аң ҡалыбына һыя алмаған пәрей туйы туҡтауһыҙ ҡоторона — кешелек әхләғенән төңөлдөртөп ғәүрәт хәленә төшөрөлгән ялтыр-яланғас кәүҙәләр һаман бер-береһенә ҡылйыландарҙай көрмәлеп әүмәләшә, әйтерһең, пьеса авторы бөгөнгө көн йәмғиәтебеҙҙең ыңғай кәүҙәләнешен дә, кире һынланышын да тере көйөнә тотоп алып мендерә алмаған сәхнәгә, ә уның, үлеклектән дә үтеп, емтектәй бурһып тарҡалған, әхләҡи умыртҡа һөйәгенән арынған киҫәк-ярпыларын ғына көрәп килтереп өйгән. Тамашасы күңеленә таяныс бирерлек идея умыртҡаһы булмаған ана шул емтек касафаты бөгөнгө мещан күренешенең ҡайһы бер атрибуттарына төрөнөп, ҡайраҡташтай шымарған һүҙҙәрен ҡысҡырып, бәүелһеҙләнеп тантана ҡыла сәхнәлә, бәүелһеҙлектең иң юғары кәүҙәләнеш нөктәһендә тамаша залына ул: «Алға, коммунизмға!» — тип һөрәнләп тә ебәрә... Кире ҡағыу юлы менән дә илдең яҡты идеалын раҫлау мөмкин икәнлеге билдәле. Ләкин «Пәрей туйы»нда ул раҫлау заңы зыңламай, сөнки пьеса авторы күҙ уңында тотҡан идеал, умыртҡа һөйәге юҡ. Шуға күрә сәхнәләге өс быуын әһелдәребеҙҙең дә иҫ киткес шәп уйнауы ла, үкенескә ҡаршы, мәйетте терелтергә тырышып тын өрөү, күрәләтә мәғәнәһеҙгә йән атып көсәнеү кеүек. Ансамблдең иң юғары кимәлдәге төҙөклөгө, профессиональ ҡеүәте, әйтерһең дә: «Бына беҙҙең талант-һәләт, ә һеҙ беҙҙән шуны нимәгә сарыф иттертәһегеҙ!..» — тип бер юлы әҙиптәргә, Культура министерствоһына, театр етәкселегенә рәнйеүен белдерә һымаҡ. Ҡабул ҡылыу спектаклен ҡарағандан һуң, фекер алышыу бүлмәһенә күптәребеҙ ана шулай шаңҡытылып килеп индек. «Академия» исемен йөрөткән, милли культурабыҙҙың шифалы йәншишмәһе булырға тейешле театрыбыҙ сәхнәһенә бындай йән иҙгес мажараның дөрөп килеп кереүе бөтөнләй аңлайышһыҙ, иҫ киткес сәйер ине. Күрәләтә етлекмәгән пьесаға нисек итеп Яҙыусылар союзының драматургия секцияһы үҙенең абруйлы фатиха ҡағыҙын биргән? Режиссер А. Ғиләжев, режиссер ғына түгел, ә профессор һәм граждан да булараҡ, ни ҡулы барып шуны ҡуйырға алған? Академия театрының баш режиссеры Р. Исрафилов, милли драматургтарыбыҙҙың ҡайһыларының иң яҡшы тип нарыҡланған әҫәрҙәрен дә был сәхнәгә үткәрмәйенсә сос һаҡта торған Исрафилов, был юлы ни сәбәпле юл асҡан икән күрәләтә бракка? Аҙаҡ килеп, Культура министерствоһы ниңә күҙ йомоп ҡалған? Өҫтәүенә, спектакль тигән нәмәләре әле өлгөрөп тә етмәҫе, белгестәр һәм йәмәғәтселек хөкөмөнә ҡуйылмаҫы, үҙ баһаһын алмаҫы элек үк, ниңә уны республика матбуғаты тамашасыларға тәҡдим ҡылырға ашыҡҡан, билеттар ҙа ай элгәре һатылған? Хатта танылған драматургтарыбыҙҙың да әҫәрҙәренә бындай иҫ киткес ыңғай шарттар тыуҙырылмай, ишектәр ҙә үҙҙәренән-үҙҙәре шартлап асылып бармай бит. А. Хәлим шул ҡәләмдәштәренән ни яғы менән айырыла, әллә уның кемдәргәлер күрһәткән айырым хеҙмәте, оло ҡаҙанышы бармы?.. Фекер алышыуҙа ана шуларҙың барыһы ла тура ярып әйтелде, күпселектең тәҡдиме лә бер булды: А. Хәлимдең «Пәрей туйы» пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектакль, драматургияһының художество һәм идея-политик зәғифлеге арҡаһында, Башҡорт академия театры сәхнәһендә күрһәтелергә һис тә лайыҡлы түгел. Әммә ләкин... шул йыйылыштың иртәгәһенә үк шул уҡ театрыбыҙ сәхнәһендә «Пәрей туйы»ның тантаналы премьераһы булып үтте — Культура министерствоһы менән театрыбыҙ етәкселеге Башҡорт АССР-ының 70 йыллығы айҡанлы халҡыбыҙға ана шундай бүләк әҙерләп бирҙе. Ошо хәл күңел төйәгебеҙҙә намыҫ экологияһының да боҙолоуы тураһында һөйләмәйме? Төрлө сәбәптәр арҡаһында милли тел һәм милли үҙаң биртенеү кисергән был осорҙа ҡойон уйнатып милләтебеҙҙең күңел усағын емертергә, рухыбыҙҙы ҡаҡшатырға ынтылыш түгелме был? Йәмәғәтселек фекерен аяҡ аҫтына һалып тапау ҡасанға тиклем барыр?! Милли театр милләт алдында үҙ бурысын намыҫлы үтәргә тейеш. Йыһат Солтанов. 24.02.1989.
Хөрмәтле дәүләт эшмәкәребеҙ Фәйзул Вәли улының Юғары һәндерәһенән, билдәле, бер ниндәй ҙә яуап та бирелмәне, сара ла күрелмәне, буғай, — күнегелгән күндәмлек. Тормошобоҙ һәүетемсә үҙ ыңғайына аҡты. Тиҙ үк арала сәхнәбеҙҙән үҙенән-үҙе төшөп ҡалған «Пәри туйы» урынына икенсе «туй»ҙар килде... Ә мин иһә, төрлө яҡтан ҡағыла-һуғыла, туған әҙәбиәтебеҙҙең төрлө жанрҙарында ла йән атып эшләүем менән бергә башҡорт халҡының рухи-мәҙәни тарихын тәрәндән тикшереү, шуны яҙып халҡыма еткереү юҫығындағы үҙемә күрә фиҙакәрҙәрсә юлымды дауамланым (хеҙмәттәремдең бер килкеһе журналдарҙа донъя күрҙе). Бер үк ваҡытта ҡаным ҡыҙышып утлы-дауыллы сәйәсәткә лә сумдым... ӨСӨНСӨ КИҪӘК Елле-дауыллы йылдар Сумамын сәйәсәткә
1989 йыл; балыҡ башынан серей, тигәндәй, торғонлоҡтан һәм ҡартлыҡтан әлһерәп бөткән юғары етәкселек әһелдәре Коммунистар партияһының йылдар буйынса һуҙылып килгән кризисын үҙҙәренең әрпешлеге менән уғата көсәйтеп, күп милләтле Советтар Союзы халыҡтарының ҡыҙыл империя ҡыҫымына ҡаршы туплана килгән нәфрәтен һуңғы сиккә еткерҙе — илдә ижтимағи-сәйәси хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Шундай елле-дауыллы замана килде -- Башҡортостан республикаһын юҡ ителеүҙән ҡурсалап ҡалыу өсөн һәм республикабыҙға үҙаллылыҡ (суверенитет) даулап халыҡ урамға сыҡты, майҙандарҙы һәм залдарҙы илдең изге талаптары тетрәтте. Бындай хәлдә яҙыусының урыны, әлбиттә, халыҡ араһында ине; халыҡ беҙҙән замана заңын яңғыратҡан ҡыйыу һәм хаҡ һүҙ көттө, телмәрҙәребеҙҙе йотлоғоп тыңланы. Арабыҙҙа, әлбиттә, “как бы чего не вышло” тип, үҙ тиреләрен һаҡлап, әсе араҡы шауҡымында өйҙәрендә боҫоп ятыусылар ҙа булды (аҙаҡ улар “беҙ алыштыҡ!” тип күкрәк һуғып йөрөнөләр һәм түрәлек креслоларына үрләнеләр), ләкин эсендә йәне барҙар аҙаҡҡаса кереше тартылған уҡ ине. Дары һымаҡ гөлтләп ҡабынырға әҙер торған массалар алдында хаҡлыҡты ғына ярып һалған йәнле һүҙ, тере һүҙ кәрәккәнлектән (ә ундайҙы матбуғатта ташҡа баҫтырыу беҙҙең өсөн тыйылғанлыҡтан), эштән ҡайтҡас төнөн ҡағыҙға яҙып, ә иртәгәһен янып-көйөп трибуналарҙан һөйләргә -- телмәр публицистикаһына күстем, ә был иһә йөрәгемде, мейемде яндырып үткән һәм керешенән атылған уҡтай киләсәккә төбәлгән заманабыҙҙың изге шаңдауы ине. (Уҡыусыны алдан уҡ киҫәтәйем: мемуарҙаң был киҫәге, тулыһынса тип әйтерлек, ана шундай туранан-тура заман заңдарына ауаздаш телмәр публицистикаһынан хасил). Бөтә союздаш һәм автономиялы республикаларҙа, тап ошо беҙҙәгеләй, суверенитет, үҙ аллылыҡ өсөн хәрәкәт көсәйҙе. Большевиктарҙың Башҡортостанда башҡорт халҡына ҡарата 70 йыл буйына асыҡтан-асыҡ та, аҫтыртын да геноцид сәйәсәте үткәреүе һөҙөмтәһендә йән иҫәбе яғынан ныҡ кәмегән һәм кәмей барған, гүр ҡырыйына килтереп еткерелгән милләтебеҙҙе һәләкәттән ҡотҡарыу, артабанғы үҫешен тәьмин итеү ғәме борсоно манҡортлоҡҡа бирешмәгән, намыҫын юймаған зыялыларыбыҙҙы. Күп милләтле Башҡортостан суверенитеты менән бергә башҡорт халҡының йәшәүе өсөн мотлаҡ булған милли консолидация, башҡорт теленә дәүләт статусы, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын тергеҙеү мәсьәләләре лә ҡалҡып сыҡты көн үҙәгенә. Ошо йылдың аҙағындараҡ үткәрелергә тейешле халыҡ иҫәбен алыу (перепись) эше халҡыбыҙҙың йән иҫәбен кәметкән һәм кәметәсәк ассимилияцияның сәбәптәрен һәм уны туҡтатыу юлдарын эҙләргә, башҡорттан башҡа милләт кешеләре яһаусыларҙың ысын йөҙҙәрен асырға этәрҙе. Хәйер, был оло ғәм минең өсөн яңы түгел — 1974 йылда уҡ «Ядкәр» тигән романымда (ун дүртенсе сәхифә) күтәреп сыҡҡайным уны, хатта көнбайыш диалектты ла әҙәби телебеҙгә керетеү өсөн ниндәй тәғәйен саралар күрелергә тейешлеген дә кәңәш иткәйнем, үҙемә ҡалһа... Бына шул ғәм, был юлы инде башҡаларҙың да башын ныҡ ауырттырып, 15 йылдан һуң кире әйләнеп ҡайтты, ә мине йыл башынан уҡ баяғы урам публицистикаһы өлкәһендә ең һыҙғанып яңынан-яңы рухи-ижтимағи һөжүмгә күсергә этәрҙе. Республика гәзиттәрендә тура һүҙҙе һөймәүҙәренә лә ҡарамаҫтан, “Советская Башкирия”ла юл ярырға тырышып, түбәндәге мәҡәләмде илтеп ҡараным:
Думы о переписи Когда думаю о предстоящей переписи населения республики, о будущем Башҡортостана, башкирской нации, невольно приходит на ум положение из статьи русского публициста Владимира Вострухина «Что вепсы нам? Что мы вепсам?» (журнал «Молодой коммунист» №9, 1988 г.). Оказывается, на территории нынешней Ленинградской обласи когда-то существовала страна Вепсария и многочисленный вепский народ. Теперь уже давно нет Вепсарии, а вепсов осталось всего лишь 8 тысяч душ, но вскоре их вовсе не станет — идет безудержная сплошная ассимиляция, то есть, как пишет автор статьи, вепсы «стали бежать из вепсов в русские». Публицист, обратившись к одному из последних вепсов, дает ему такой риторический вопрос: «Но вместе с языком исчезнут и вепсы как народ. Останутся людские единицы и будут жить, есть, пить, спать, но не вспомнят никогда, что они — вепсы. Неужто не восстает ваша национальная гордость при мысли, что будут русские, грузины, литовцы, туркмены, башкиры, но не будет вепсов?» Как видите, башкиры здесь перечисляются в ряду наций благополучных, гарантированных от исчезновения. Но так ли на самом деле? Уважаемый автор статьи, по-видимому, начитался писаний собственного корреспондента «Правды» Прокушева и небезизвестного «сына двух народов» некоего Айдара Халима о якобы могучих и свирепых башкирах, жестоко властвующих в своей республике над бедными русскими и татарами, закрывая их школы и лишая их родного языка. Но так ли в самом деле? Если обратиться к фактам (а факты — упрямая вещь!), то они свидетельствуют о небывалом в истории кризисном состоянии башкирской нации. Вопрос стоит так: быть или не быть башкирскому национальному языку, самой башкирской нации. Если в конце прошлого века в 1897 году на территории только одной Уфимской губернии проживали 899 тысячи башкир (41% к общему населению губернии) и только лишь 184 тысячи татар (11%), то к 1970 году примерно на той же территории численность башкир стала 892 тысячи (23% к общему населению), а татар 944 тысячи (24%). Как видно, за годы советской власти в Башкирии прирост татар составлял в 5 раз, но в то же время численность башкир стала меньше, чем было их в самодержавном 1897 году. А за пределами республики наблюдался полное их исчезновение. Например, если 1897 году в Мензелинском уезде, сплошь населенном башкирами и в советское время отошедшем в состав новообразуемой Татарской АССР, насчитывалось 193 тысячи башкир, то в 1926 году по переписи их стало только 17
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 270; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.141.46.108 (0.023 с.) |