Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Секретарю цк кпсс тов. Манаенкову.Содержание книги
Поиск на нашем сайте
1. До сих пор, не смотря на 5 лет перестройки, в СССР неизменно продолжает существовать сталинское разделение наций на три категории: нации I категории — это союзные республики; нации II категории — это автономные республики; нации III категории — это автономные области и округи. Такая унизительная для любой нации несправедливость нашла себе оправдание даже в Платформе КПСС по национальному вопросу якобы тем, что «различия в форме самоопределения нации отразили ту жизненную реальность, что в период становления Союза народы находились на разных уровнях социально-экономического развития, существенно различались по численности, не все прошли этапы национальной консолидации, имели в прошлом или были готовы создать собственную государственность». Но, как известно, выше названную «собственную государственность» (Автономный Башкортостан) башкиры имели уже 15 ноября 1917 года, то есть еще до Великой Октябрьской революции и также прежде чем образования самой Советской России. Впоследствии (22 марта 1919 г.) Автономный Башкортостан как государство с его правительством был признан центральной советской властью во главе с Лениным и по обоюдному Соглашению как федеративная республика вошла в состав РСФСР. При том государственный статус Автономной Башкирской Советской Республики в сравнении с современными союзными республиками был несравнимо выше, ибо она имела национальную армию. Однако уже в 1920 году правительство РСФСР в одностороннем порядке грубо нарушило Соглашение, отняв суверенитет республики. Таким образом, «статус автономной республики, полученный Башкирией по Соглашению 22 марта 1919 года, при Сталине, Хрущеве и Брежневе превратился лишь в ничего не дающую декларацию, еще точнее — в простую бумажку» (газета «Вечерняя Уфа» от 14 сентября 1989 г.). В Платформе КПСС по национальному вопросу выше указанный исторический факт полностью проигнорирован — поэтому мы продолжаем числиться нацией II категории. 2. Начиная с кровавого 1937 года и вплоть до наших дней в республике сделано все для того, чтобы Башкирию оставить без башкир — ее коренных жителей. Этот вопиющий факт со всеми его цифровыми данными широко опубликован в печати и известен народу (также ЦК КПСС). Поэтому извингите меня за резкость и разрешите спросить: что делает ЦК, Политбюро и Советское правительство для того, чтобы спасать башкирскую нацию от полного исчезновения между тисками двух братских народов — русских и татар? Кстати, Пятнадцатая Башкирская конференция ВКП(б) в своих резолюциях уже в далеком 1932 году поставил верный диагноз этой межнациональной смертельной болезни («великорусский шовинизм и великодержавническая тенденция татар по отношению к башкирам») и определил метод ее лечения («усиление темпов коренизации совгосаппарата и реализация башязыка»). Что думает по этому поводу уважаемый Секретарь: может быть, наконец-то, пора приступить к исполнению этих резолюций?.. Зигат Султанов, писатель-коммунист. 13 января 1990 г.
Әммә башҡорт халҡының борон-борондан уҡ уға теш ҡайрап килгән яһил дошмандары — татар ҡарагруһтары, расист-шовинистары ла, яҙғы йылыла терелгән яман ҡара себендәрҙәй мыжғышып, башҡорт үҙ аллылығына һәм Башҡортостан республикаһының суверенлығына ҡаршы ең һыҙғанып көрәшеүсе, башҡорт-татар дуҫлығына таяҡ тығып болғатыусы Татар ижтимағи үҙәге (ТИУ) тигән һары һағыҙаҡ ояһы төҙөнөләр. Һәм шул үҙәк өрәктәре үҙҙәренең ағыуҙарын бөркөп йөрөнөләр бөтә тарафҡа. Шундайҙарҙың береһе тураһында «Йәшлек» гәзитендә шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның мәҡәләһе сыҡҡас, шуның шаңдауы рәүешендә, шул уҡ гәзиттә үҙ фекеремде ташҡа баҫтырҙым:
Балыҡ тота алмаҫтар Шылтырап аҡҡан саф сығанаҡ-шишмә башын расист Ғаяз Исхаҡиҙан ҡалған серек таяҡ һынығын тығып болғатыусы бәғзеләр, әлбиттә, болғансыҡ һыуҙан балыҡ тоторға яҫҡана, ә ул «балыҡ», билдәле, — туғандаш татар һәм башҡорт ябай кешеләре. Республикабыҙҙың күп милләтле дүрт миллион егәрле һәм түҙмер халҡының хәләл көс-ҡеүәтен, иғтибарын бергә туплап бөгөнгө көндә һәммәбеҙгә икмәк һәм һыу, һауа кеүек иң кәрәкле союздаш республика статусын ҡаҙаныу, елек майыбыҙҙы һурғыс үҙәк идаралыҡ аппараты, министерстволарының колониаль талауҙарынан арыныу сараларына йүнәлтәһе урынға, яр аҫтынан — яу, тигәндәй, тарих саңына күмелгән татар-башҡорт мәсьәләһен һөйрәп сығарып, туғандаш ике халыҡты үҙ-ара ыҙғыштырырға ла үҙҙәре «һәп!» итеп бер юлы икеһенең дә муйынына атланырға самаланып ашҡына ул бәндәләр. Ҡазандың үҙендә хәл ителергә тейешле татар теленең дәүләт статусы мәсьәләһен Өфөлә хәл ҡылырға көсәнеп (урыҫ теле менән бер ҡатарҙан татар милләт-ара тел статусын Мәскәүҙән дәғүәләү урынына!), йәки Башҡорт республикаһында икенсе Татар республикаһы иғлан ҡылырға ҡырҡышып, быуынһыҙ ергә бысаҡ салыу — ике халыҡтың итәге аҫтына ут төртөп үрләргә маташыу түгелме был?!. Донъялағы иң ауыр гөнаһтарҙың да иң ауырылыр ул халыҡ менән халыҡты дошманлаштырыу — үҙҙәрен күркәм татар халҡының интеллигенцияһы иҫәпләгән бәғзеләрҙең бындай ҡылығын һыйҙыра алмайым башыма. Әммә иманым камил: ундайҙар һәм татар халҡы бер иш түгел, икеһенең араһына һыймай тигеҙлек билдәһе! Ошо керһеҙ хаҡиҡәткә бынан дүрт ярым быуат элгәре үк инанған беҙҙең бабалар, шуға күрә йөрәген дә, ил-йортоноң ҡапҡаларын да асып ҡуйған улар золомдан интегеп килеүсе теләгән бер милләткә — татарына ла, сыуашына ла, урыҫына һәм башҡаларына ла бер юлы. Уларға йөрәк йылыһын ғына түгел, ерен дә, малын да, ҡыҙын да биргән башҡорт — ерҙәш һәм туған итеп алған үҙенә: шул саҡтарҙа уҡ кешелекле мәрхәмәт, гөманлылыҡ күрһәтеп, талағын батша сәмреғошо талағандарға Уралында йылы төйәк, политик һыйыныу урыны биргән, хәҙергесә әйткәндә. Ошо хәлде Петербурҙан талағы ташып күҙәткән батша сатраптары 1730 йыл фарманында уҫал тыйған бабаларыбыҙ миһырбанлылығын, тик ҡөҙрәте етмәгән туҡтатырға — болғансыҡ һыу томалай алмаған илдең игелек күҙен. Ә ике ярым быуаттан һуң шул башҡортомдоң тоҡомдары үҙ өйөндә үк өйҙәштәре араһындағы бөтөп барыусы аҙ һанлы «ғаилә» хәленә ҡалырын, милләт яҙмышы ҡыл осонда сайҡалғанда өйҙәштәренән йылы һүҙ һәм тотанаҡ урынына бәғзеләрҙең ҡуйынында йөрөтөлгән таш зәхмәтенән шаңҡытылырын күҙ алдына ла килтермәгәндер ул эскерһеҙ бабалар... Хәйер, яһил атҡан ҡуйын ташының зәхмәте башҡортҡа ғына түгел — татарға ла ҡағыла берҙәй, уға ҡалһа: Т. Ҡарамышева ҡәрендәш мәҡәләһендәге Ғ. Ғәлиев «абыҡай»ыбыҙ монологы уларҙы ла шаңҡытыр. Татар халҡы исеменән туғандаш башҡорт халҡына ҡарата геноцид политикаһын үткәрергә ниәтләнеп, расист дәғүәләрен ҡорған был болғансыҡ һыу балыҡсыһының: «Башҡырт дигән халыҡ та ул юҡ — всего лишь одичавшие татары... ҡырағай хәлгә кергән татар очтыҡлары... эшлексез, ялҡау горлопаннар. Аларны бит рәткә кертеп була бит только если рядом чын татар булса ғына», — тип, татар халҡын да үҙе ише «чын татар»ҙарға һәм «ҡырағай»ҙарға айырып маташыуын башҡаса ҡалай аңларға?.. Әммә бөгөнгө Башҡортостан әхүәленә ҡарата биргән төп политик баһаһы менән килешмәй мөмкин түгел: ҡайҙа ғына төртөлмә, идаралыҡ теҙгендәре ошо «абыҡай»ҙарыбыҙ ҡулында шул... «Ни дисәң дә, республика безнең ҡулға күчте бит... Кем хозяин Уфаға — шул хозяин вись республикаға... Уфада бит барлыҡ татарның Диниә назараты урынлашҡан — димәк, Уфа — татар баш ҡаласы, Ҡазаннан ҡала — икенче... Аллаға шөкөр, бер ун бер йыл ваҡытта без эшебезне бетерербез диеп уйлыйм. Ә хәзер инде сезнең ҡойрыҡларны ҡыстыра башлый татар абыҡайларығызның йомшаҡ ҡулы, чырылдатып, аҡыртып», — тигәненән ҡасандырғы мөстәнләнгән Исхаҡи, Маҡсуди әфәнделәрҙең бөгөн килеп Өфөнөң Октябрь проспектында өрәкләнеп йөрөп ятыуҙары аңлашыла түгелме?.. Әйткәндәй, «татарның Диниә назараты» тигән рухи төйәгенең һәм, ғөмүмән, бабаларының көсләп суҡындырылыуҙан һәм бөтөүгә дусар ителеүҙән ҡалай ҡотҡарылыуының, ул ғына ла етмәһә, татар халҡына рухи терәк мәсеттәр, мәҙрәсәләр, беренсе китап нәшриәттәрен нигеҙләргә батша рөхсәтнамәһе бирелеүенең дә кем арҡаһында икәнлеген беләме икән был сәме саманан ашҡан «чын татар абыҡай»ыбыҙ? 1755 йылда Сурағол батыр Миңлебаев етәкләгән ҡөҙрәтле башҡорт күтәрелешендә әлеге «ҡырағай» аталмыш халыҡтың азатлыҡ яулап биргән йәне, түккән ҡаны мәжбүр иткән бит аҡ батшаны татар халҡына ҡарата геноцид политикаһын туҡтатырға, дин һәм милли мәҙәниәт өлкәһендә лә теҙгенде бушатырға. Бына шуның рәхмәте ҡылыптыр инде, Өфөнөң бөгөнгө «чын татар абыҡай»ҙары алдағы «бер ун бер йылда», имеш, «как пычаҡ поперек горлаға» торған башҡорттарҙың «эшләрен бетерергә», бөтөрөлмәгәндәрен Урал артына һөрөргә, ә улар ҡушҡанды ғына үтәп йөрөгәндәрен «взять сторожом участокка или на ночь битум эретергә», тип ең һыҙғана... Шуныһына шөкөрәнә ҡылайыҡ: бындай «абыҡай»ҙар болғағынан юғары тора халҡыбыҙ. 22.02.1990.
Былтыр, 1989 йылдың апрелендә үк, илебеҙҙәге сәйәси көрәш көсәйеүенең беренсе яҙ ҡарлуғастары булып, хакимиәттәр рөхсәтенән тыш сыҡҡан баяғы митингыбыҙҙа республикабыҙға үҙ аллылыҡ яулап алыуҙы беренсе бурыс итеп ҡуйыуыбыҙҙы әйткәйнем. Шунан һуңғы заманаларҙа ла башҡорт хәрәкәтенең төп шиғары булып ҡалды ул. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР Верховный Советы тарафынан Рәсәйҙең суверенитеты тураһында Декларация иғлан ителгәс, Башҡортостан суверенитеты өсөн беҙ алып барған көрәш реаль нигеҙгә ултырҙы, был көрәш ипкене БАССР Верховный Советы (Президиумының Рәйесе М.Ғ. Рәхимов) депутаттарына ла һирпелде. Шуға күрә үҙ аллылыҡҡа хоҡуғыбыҙҙы, уның ҡанунилығын халҡыбыҙға аңлатырлыҡ публицистикаға ихтыяж да көсәйҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп, шул уҡ «Йәшлек» гәзитенә ошоно яҙып тапшырҙым:
Үҙ аллылыҡтың ҡоласы һәм арҡа таянысы Һәр халыҡтың тик үҙенең тәүбабаларҙан аманатҡа ҡалған берҙән-бер, мөҡәддәс нәҫел төйәге — тупрағында быуын-быуын бабалары яралып-тыуып үҫкән, һөйәктәре шул уҡ тупраҡҡа иңгән, һәр ҡыяғы һәм бөжәге, ҡош-ҡорто һәм кейек-януары, эскән һыуы, һулаған һауаһы, хатта туҙанына тиклем уның менән тик уның, уның телендә һөйләшкән, уның ғына алтын бишеге булған изге ере, тыумыштан уҡ хәләл Тыуған иле бар. Шуға күрә һәр халыҡтың ана шул үҙ Тыуған илкәйендә, үҙ мөҡәддәс тупрағында мөмкин тиклем иркенерәк үҙ аллылыҡ алырға ла үҙе булып ҡалырға хоҡуғы бар. Тап ошондай изге аҫабалыҡ хоҡуҡ, ер-һыу-һауа менән тығыҙ берҙәйлек донъя яратылғандан уҡ сал Уралдың тупрағында Башҡорт иле рәүешендә насип булған беҙҙәргә:
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы — Атай-олатайҙарҙың төйәге. Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған — Шунда ята батырҙар һөйәге... Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын, Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын...
Милләтебеҙ гимны булып әүерелгән «Урал»дың был ҡанлы-шанлы шиғри юлдарында сал быуаттар аһәңе аша ғөмүми кешелек тарихының изге ҡануны рәүешендә нығытылған был хоҡуҡ — үҙ аллылыҡ хоҡуғы. Һәм беҙ уны үҙ яҙмышыбыҙға ысын-ысындан үҙебеҙ хужа булып, башҡаларҙың да бауырын ҡанһыратмай, шул уҡ ваҡытта хоҡуғыбыҙҙың туҙан бөртөгөндәй генә өлөшөн дә һөмһөҙ ҡулдар шаҡшылығынан ыуалтырға ирек ҡуймай, мөмкин тиклем ысын үҙ аллылыҡ ҡәғбәһенә барырға тейеш. Ләкин нимә һуң ул ысын үҙ аллылыҡ? Үҙ аллылыҡтың ҡоласын, уның дәүмәл сиктәрен билдәләрлек теүәл сама бармы һуң? Һәм ул нимәгә таяна?..
Төрлө политик төркөмдәрҙең бөгөнгө мыжғыу хәрәкәтендә, республикаларҙың декларацияларында ла төрлө-төрлө билдәләнеп сағыла бит ул. Сөнки тамам бер төҫлө, йөҙ процентлы үҙ аллылыҡтың булыуы мөмкин түгелдер — бер халыҡ та, бер ил дә ер йөҙөндә бер үҙе генә көн күрмәй, уны башҡа халыҡтар һәм илдәр уратып алған, уның мөҡәддәс теләктәре башҡаларҙың да шундай уҡ мөҡәддәс теләктәре менән йөҙгә йөҙ текәшкән... Әгәр саҡ ҡына фантазияға күсһәк, йөҙ процентлы ысын үҙ аллылыҡ ул, минеңсә, ғәрәсәтле яу ҡырында, фронттың иң алғы һыҙығында дошман менән ҡылысҡа ҡылыс сатрашландырған яугир һынында ғына баҙыҡ кәүҙәләнә: шул мөҙҙәттә үҙенең һәм иленең хаҡ яҙмышы — ҡылысында, үҙенән башҡа уға һис кем бойормай ҙа тотҡарламай — был мәлдә ул ни ҡылһа ла үҙ аллы... Бөгөнгө хаҡ яҙмышыбыҙ, үткәнебеҙ, киләсәгебеҙ, баяғылай образлы итеп әйткәндә, һәр беребеҙҙең ҡылысы осонда торған мәлдә, атай-олатайҙар ғорурлығын юйып, сал Уралдың мәғрурлығын кәмһетеп, башыбыҙҙы кире ҡабат үҙәк министрлыҡтар йәтмәһенә — колониаль ҡоллоҡҡа һалырбыҙмы?!. Автономиялы ҡолдарына үҙ аллылыҡ бирмәҫ өсөн, нимәләр генә ҡыланмай улар! Әммә улар менән генә лә сикләнмәй шул әле прогресс дошмандары. Башҡортостандың үҙ аллылығын тыумаҫы борон уҡ быуып ташларға яҫҡанып, паспортында һәм башҡорт исемен йөрөткән, һәм башҡа милләт яһилдары ла үҙе ашаған табағына төкөрөп тибәләнә. Әйтерһең дә, Башҡортостан үҙ аллылығы бер башҡорттар өсөн генә бик кәрәк тә башҡалар өсөн ник кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Башҡортостан үҙ аллылығы (союздаш республика хоҡуҡтары) башҡорттарҙан да бигерәк республиканың башҡа халыҡтарына күберәк файҙалы түгелме ни? Әйтәйек, үҙ аллылыҡ арҡаһында республика табыштарының ошоғаса үҙәктең төпһөҙ ҡойоһона китеп олаҡҡан йөҙ тәңкәһе янда тороп ҡалды, ти. Республиканың төрлө милләтле дүрт миллион халҡын әгәр йөҙ кеше итеп алып, баяғы йөҙ һумды кеше башына теүәл берәр һумдан бүлеп бирһәк, кемгә күпмешәр тейер? Дөйөм халыҡтың яҡынса 40 процентын — урыҫтар, 24 процентын татарҙар, 22 процентын башҡорттар тәшкил иткәнен иҫтә тотһаҡ, баяғы йөҙ тәңкә табыштың етмеш һигеҙ һумы урыҫтар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар кеҫәһенә сумасаҡ, ә башҡортҡа, ғәҙел бүленгән хәлдә лә, егерме ике һумы ғына ҡаласаҡ бит. Шулай булғас, кемгә күберәк файҙа — башҡортҡамы, әллә башҡаларғамы?!. Башына тай типкән бәндә генә быны аңламаҫ, замана үҙе талап иткән Башҡортостан үҙ аллылығына ҡарышыр. Штабы Ҡазанда шытҡан һәм Өфөгә лә ағыулы бер тармағын һуҙған Татар ижтимағи үҙәге (ТИУ) ана шул төп ҡарышҡаҡтар булып тора, етәкселәре Рамазанов һәм Яуышев йөҙөндә тарих тәгәрмәсенә таяҡ тығып маташа. Татарстандың үҙ аллылығын, татар теленең ундағы дәүләт статусын хаҡлы рәүештә йәнтәслим яулап йөрөгән, ниһәйәт, шул мораттарына ирешкән был хәрәкәтселәр шул уҡ ваҡытта Башҡортостан үҙ аллылығына һәм башҡорт теленең дәүләт статусына теше-тырнағы менән ҡаршы. Татарстанды заманса тиң хоҡуҡлы итеп алып та, Башҡортостанды әлеге лә баяғы феодал тормош осорона тибеп йыҡмаҡсы улар. Шул типкене ҡеүәтләр, нығыраҡ тибер өсөн, Башҡортостанға үҙ аллылыҡ биреү-бирмәү мәсьәләһен республика халыҡтары референдумына ҡуйырға ла тамшанып маташалар. Рамазанов үҙҙәренең ошо ҡара эслелеген күптән түгел РСФСР Юғары Шураһы рәйесе Б.Н. Ельцин өфөләр менән осрашҡанда ла юғарылыҡлы трибунан тартынмай янъялланы. Башҡорт милләте үҙ ерендә үҙе генә хәл итергә хаҡлы бик нескәлекле изге эшкә татар халҡы исеменән ҡара дегет яғалар ҡарыулашып. Ошо урында татар милли хәрәкәтенең иң актив етәкселәренең береһе, Татарстан ССР-ы Юғары Шураһының депутаты Фәүзиә Бәйрәмованың шул Юғары Шура ултырышында Татарстандың дәүләт үҙ аллылығы тураһындағы мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа һөйләгән ялҡынлы телмәрен иҫкә төшөрәм: «...Инде килеп Татарстан, татар халҡы үҙенә суверен дәүләт алыр өсөн йөрөй икән, быға ҡаршы төшөргә бер генә милләттең дә һәм юридик, һәм әхләҡи яҡтан хаҡы юҡ, — тине ул. — Был — бер милләттең икенсе милләт эшенә тығылыуы буласаҡ һәм, шулай итеп, халыҡ-ара хоҡуҡтар тупаҫ рәүештә боҙоласаҡ. Был ер, тел, иман беҙгә, татарҙарға, Хоҙай тарафынан меңдәрсә йыл элек бирелгән. Беҙ бында килеп кемде лә булһа баҫып алманыҡ һәм алырға ла йыйынмайбыҙ. Беҙ бары тик хоҡуҡтарыбыҙ, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн генә көрәшәбеҙ. Дәүләт һәм тел мәсьәләләрен референдумға ҡуйыу ҙа халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы тупаҫ рәүештә боҙоу буласаҡ, һәм беҙ яҡлауҙы донъя йәмәғәтселегенән һорарға мәжбүр буласаҡбыҙ. Беҙ үҙ еребеҙҙә һөйләшергә тел һорап референдум уҙғарайыҡмы, һуларға һауа, эсергә бер йотом һыу һорап референдум уҙғарайыҡмы? Үҙ еребеҙҙә гүргә инер өсөн өс аршин ер һорап та референдум уҙғарайыҡмы?! «Татарҙарға дәүләт бирмәҫкә!» — тип ҡысҡырып йөрөү, ул — ашаған табағыңа төкөрөү, тигән һүҙ». Хаҡ һүҙҙәр, һәм был һүҙҙәр Башҡортостан үҙ аллылығына, башҡорт халҡының, уның теленең дәүләт статусына ҡаршы күҫәк күтәреүсе Ҡазан эмиссарҙары Рамазанов, Яуышев ише һарыуы ҡайнаған татарҙарҙың үҙҙәренә үк яуап итеп ҡайтарылырға хаҡлы. Яҙыусы булараҡ, мин шуны әйтә алам, — ти йәнә Ф. Бәйрәмова, — бында Татарстан ерендә — татар милли мәҙәниәтенең яҙмышы хәл ителә. Беҙ, татар яҙыусылары, донъяла бары тик бында ғына үҙебеҙҙең китаптарыбыҙҙы баҫтырып сығара алабыҙ, бында ғына беҙҙең уҡыусыларыбыҙ бар. Татар әҙәбиәтенә тыуыу өсөн ерлек бары бында ғына». Ҡорҙашының был бик хаҡлы киҫәтеүен яусыл Яуышев әфәнденең татар халҡы исеменән башҡорт яҙыусыларына, башҡорт мәҙәниәте етәкселәренә яуҙырмыш нигеҙһеҙ дәғүәләренә йәпле яуап рәүешендә ҡайтарып бирергә ине. «Ләкин беҙ, татар яҙыусылары, — тип өҫтәй Ф. Бәйрәмова, — һуңғы ваҡыт ҙур ҡурҡыныс аҫтында ҡалдыҡ — урыҫ мәктәптәрен тамамлаған татарҙар үҙ әсә телдәрендә уҡый ҙа, яҙа ла алмаҫ хәлгә килделәр, милләт телһеҙ ҡалды. Милләтте яңынан терелтер, телле, иманлы, мәҙәниәтле итер өсөн дәүләт кәрәклеген, үҙ аллылыҡ кәрәклеген беҙ тағы ла бер тапҡыр аңланыҡ». Бәрәкалла! Бына тап шуның башҡорттарға ла эскән һыу, һулаған һауа кеүек кәрәклеген аңларға ваҡыттыр бит тап шул ТИУ-сыларға. Башҡорт милләтенең өстән бер өлөшөнөң инде дүртенсе быуыны татар мәктәптәрендә уҡырға дусар ҡылынып, хөрмәтле Ф. Бәйрәмова һүҙҙәрен ҡайтарып әйткәндә, «үҙ әсә телдәрендә уҡый ҙа, яҙа ла алмаҫ хәлгә килделәр, милләт телһеҙ ҡалды. Милләтте яңынан терелтер, телле, иманлы, мәҙәниәтле итер өсөн дәүләт кәрәклеген, үҙ аллылыҡ кәрәклеген беҙ тағы ла бер тапҡыр аңланыҡ». Сөнки Татарстанда ла, Башҡортостанда ла башҡорттарҙы татарлаштырыу политикаһы үткәрелде, әле лә үткәрелә — милләтебеҙ юҡ ителеү ҡурҡынысы аҫтында... Бына ошо башҡорт өсөн һәләкәтле бер осорҙа үҙҙәрен башҡорттоң «игеҙәк» туғаны иҫәпләгән ҡан ҡәрҙәштәр тарафынан, ярҙам ҡулынан да бигерәк, упҡынға тибәреүсе тимер дағалы итек үксәһен йыш күрәбеҙ, бигерәк тә баяғы яһил ТИУ яғынан. Башҡорттарҙы күрә алмаусанлыҡ (башкирофобия) күҙҙәрен тондорған функционерҙар татар халҡы исеменән эш ҡылып, татар халҡы мәнфәғәттәрен дә башҡорттоҡо менән ҡуша аяҡ аҫтына һалып тапай: административ-бойороҡлоҡ системаһының колониаль ҡоллоғо иңрәткән Башҡортостанда үҙ татарҙары ла бергә иҙелеп интекһә интекһен, мәгәр башҡорт зыян күрһен, башҡорт көн күрә алмаһын ғына бер үк... Был нимә: уларҙың ғына көн күрергә хаҡы бар, башҡаларҙың хаҡы юҡ — шулай килеп сығамы?!. Ошо ыңғайҙан, әлбиттә, татар халҡы исеменән иманһыҙлыҡ ҡылып йөрөгән бәғзеләрҙе татар халҡы, уның прогрессив интеллигенцияһы менән тиңләргә ярамай: улар араһында ла бит башына тай типкәндәрҙән типмәгәне күберәк. Әммә башкирофобия сиренең ҡайһы вирусҡа бәйлелеген һәр кем белергә тейеш. Быуат башында уҡ башҡортто күрә алмаусы Исхаҡиҙар, Мәҡсүдовтар һулышынан бүленгән рухи лайлала мыжғып үрсене ул вирус — һуңғы башҡортҡа ясин сығып, мираҫына хужа булыу хыялы. Башҡорт шәжәрәләренә, эпостарына татар тамғаһы һалынды, тарихыбыҙ тыйылды, башҡорт теле татар теленең бер «боҙоҡ диалекты» итеп түбәнһетелде. Тиҫтәләгән йылдар буйы КПСС исеменән бойомға ашырылған милли һәм шуға бәйле экономик, демографик политика башҡорт ерендә башҡорттар өсөн тамуҡҡа, һәләкәткә әйләнде. Башҡорттарҙы инде килеп донъя яратылғандан алып йәшәгән, ата-бабаларының изге һөйәктәре ерләнгән ғәзиз тупрағынан да тамам мәхрүм ҡылырға, баяғыса, «татар ере» тамғаһы баҫырға тамшаналар мөртәттәр. Уларҙың хатта Б.Н. Ельцинға тапшырылған шикәйәтнамәләре лә һуғарылды был вирус ағыуына: Башҡортостан башҡа бер кемдең дә түгел, ә татарҙың «үҙ ере» ҡылып дәғүә өҫтөнә дәғүә өйөлә унда — ошо ергә исем биргән төп халыҡты һанға һуҡмау, уны аша атлап үтергә яҫҡаныу тип аңлайым мин быны. Төп халыҡ башҡорт түгел, ә улар икән дәһә!.. 1552 йылда Яуыз Иван полктары Ҡазан ханлығын теҙ сүктергәс ҡанлы йәштәрен түгеүсе ҡасаҡ булып бабаларының бында килеп һыйыныуын, шуға тиклем башҡорттарҙың Башҡортостанда моноэтнос булыуын, ә Башҡортостан сиктәренең халыҡ-ара танылғанлығын (кенәз Андрей Курбский яҙмалары) белергә лә теләмәй, күрәһең, улар... Татарҙың «үҙ ере» тигән һүҙҙәренең мәғәнәһе баяғы Б.Н. Ельцин килеп киткәндән һуң тиҙ үк асыҡланып, Яуышев әфәнде ауыҙынан ТИУ-сыларҙың ультиматумы рәүешендә республика матбуғаты аша иғлан ҡылынды: «Беҙҙең талаптар ҡабул ҡылынмаһа, урыҫ иптәштәр менән һөйләшеп, элекке Өфө өлкәһен аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһен күтәрәсәкбеҙ. Ул саҡта татар халҡының ихтыяждарын һанға һуҡмаусы булмаҫ!» Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, республикабыҙ тупрағының ҡап-яртыһын ҡырҡып алыу икән дә ниәттәре! Нәфсеһе әхләҡ бизмәненә һыймаған дәғүәсегә яуап итеп йәнә лә шул уның үҙенең абруйлы ҡорҙашы Фәүзиә ханым Бәйрәмова телмәренән фәһемле өҙөк ҡайтарып бирергә була: «Хәҙер айырым урыҫтар тарафынан Татарстанды — Ҡазан өлкәһе итергә, Ҡазанды иһә Татарстанға буйһоноуынан сығарырға тигән мәғәнәһеҙ фекерҙәр әйтелә. Татарҙар бындай вәхшилеккә бер ҡасан да юл бирмәйәсәктәр!». Ә башҡорттар иһә бындай вәхшилеккә ҡасан да юл ҡуйырҙар, баштарын эйеп күнерҙәр, тип ымһынамы икән ни шөһрәтле ТИУ-сылар?!. Шул тиклем үк үҙ-үҙҙәрен белештермәй ашҡынмаҫтар ҙа ине, юғиһә. Күрмәйһегеҙме ни, башҡорттарҙың киләсәген башҡорттарҙан тыш хәл ҡылып, шулай уҡ бындағы урыҫтарҙан да, татарҙарҙан да һорамай, яманатлы «Иҙел — Урал штаты»ның сереп бөткән ҡарасҡыһын тарих сүплегенән соҡоп сығарған да яңы бөйөк Татарстан ҡоршап та ҡуйған улар (һары-һоро гәзиттәрендә, әлбиттә). Ошо йылдың авгусында ТИУ ташҡа баҫып таратҡан «яңы» географик карта аныҡ дәлиле бының: Татарстан тарафынан тулыһынса йотолған Башҡортостан. Бына ни өсөн ҡырталашып күләгәләр менән алыша икән урындағы шанлы ТИУ яугирҙәре...
Юғарыла килтерелгән өлгөләрҙән асыҡ күренеүенсә, Татарстандың үҙ аллылығына ҡаршы уның дошмандары ҡайһындай шаҡшылыҡ ҡулланһа, шуларҙың барыһын тиң ТИУ-сылар бында, Башҡортостанда, Башҡортостандың үҙ аллылығына аяҡ салыу өсөн ҡабатлай. Тел әйләнмәй быға баһа бирергә. Татарстанда татар халҡы өсөн яулап алынған хәләл үҙ аллылыҡ менән мөрәхәтһенмәй, Башҡортостан ерендә лә татар үҙ аллылығы урынлаштырырға яҫҡанып, башҡорт ҡәрҙәштәренең яҙмышын аяуһыҙ аяҡ аҫтына һалып тапайҙар. Шуның хаҡына башҡа милләттәр менән «һөйләшеп» берләшергә лә әҙерҙәр имеш. Әммә. Ф. Бәйрәмова ханым әйтмешләй, ашаған табағына төкөрөргә, йәиһә беткә үсегеп тунын утҡа яғырға риза булырмы икән һуң ул башҡа милләт вәкилдәре, шулай уҡ татарҙар ҙа? Депутаттарҙы әйтәм. Башҡортостан Юғары Шураһы ултырышында үҙ аллылыҡ мәсьәләһен алға һөрөп хәл иткәндә берәү ҙә үҙе ултырған ботаҡҡа балта сабып маташмаҫ, айыҡ аҡыл өҫтөнлөк итер тип ышанғы килә. Яҙмыштарҙы хәл ҡылғыс шул ултырышта һәр депутаттың ҡайһылай тауыш биргәнлеге исем-фамилиялары менән халыҡҡа киң билдәле булырға тейеш — һайлаусылар белһен үҙ геройҙарын. Һәр хәлдә, Башҡортостан үҙ аллылығы бер башҡорттар өсөн түгел, ә унда йәшәгән бөтә халыҡтар өсөн дә һыу, һауа һымаҡ үтә зарур. Иншалла, күпме аяҡ салһалар ҙа, Башҡортостан үҙ аллылығы алыныр — бөгөн булмаһа, иртәгә, иртәгә булмаһа, береһе көнгә — барыбер ул алыныр. Сөнки тарих тәгәрмәсен таяҡ тығып тотҡарларға ғына була, ләкин уны туҡтатыу мөмкин түгел, сөнки ҙә бит халыҡ үҙе әйтмешләй:
Ҡайнап ҡына сыҡҡан Иҙел аша Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ. Ир-егеткәйҙәрҙең өмөткәйен Тәфтиләүҙәр мәңге быуа алмаҫ.
Әммә рәсми үҙ аллылыҡ яулап алыу менән генә теүәлләнмәй ил ғәме: рәсми үҙ аллылығыбыҙ артабан тәғәйен эштәр, егәрле хеҙмәт һәм ҡыйыулыҡ менән генә бойомға ашырыласаҡ. Бының өсөн милләтебеҙгә өйҙәш булып бергә йәшәгән башҡаларҙың теләктәшлек һәм берҙәмлеге лә кәрәк. Үҙенең ғәзиз Татарстан республикаһында үҙ аллылыҡҡа ирешкән ҡәрҙәшебеҙ татар халҡы ла ҡан ҡәрҙәше башҡорт халҡының изге ынтылышын ихтирам итер, тапатырға юл ҡуймаҫ. Яу ҡырының иң алғы фронт һыҙығында ысын үҙ аллылыҡ алыусан ҡылыслы яугир образын миҫаллағайным. Ҡылыслы дошмандан башын ҡыйҙыртмаҫ өсөн, алдын да, артын да ныҡ тойомлап алышыу мотлаҡ уға. Бындай саҡта яугиргә иң ышаныслыһы — арҡа таянысы (арҡадаш) табыу, үҙе һымаҡ уҡ яугир менән арҡаға арҡа таяп, бер юлы ҡуш ҡылыс менән алды-артты ҡурсалау. Ошо яугир образын әгәр политик алыштар ҡайнаған бөгөнгө тыныс тормошобоҙға ла күсерһәк, бындай арҡадашлыҡты бынан дүрт быуат элгәре үк табып биргән беҙгә ғәзиз бабалар — бер-беребеҙгә тоғролоғобоҙ яуҙарҙа бергә һыналған урыҫ халҡы. Ҡитғабыҙ яҙмышын хәл ҡылырлыҡ иң яуаплы дәүерҙәрҙең һуңыраҡҡы икеһендә лә башҡорт һәм урыҫ үҙе теләп ҡул бирешеп килеште, бер-береһенә арҡадаш булды — 1557 һәм 1919 йыл. Яҡшымы, яманмы, беҙҙең башҡа арҡа таянысы юҡ, был — тарихи ысынбарлыҡ.
Бына инде өсөнсө яуаплы дәүер — ейәндәрҙең ейәндәре лә ғәзиз күреп ҡәҙерләрлек өсөнсө килешеү арҡылы бер-беребеҙгә ныҡ арҡа таяныслы булыу, барыбыҙҙың дөйөм йорто Башҡортостан тупрағына үҙ аллылыҡ алыу ваҡыты етте. Яҙмыштарҙы хәл ҡылырлыҡ изге эштәр атҡарғанда арҡа таяныстары баҙыҡ булырға, шик-шөбһә һәм хәүефле ғәм албырғандыртмаҫҡа тейеш. Әйтәйек, Башҡортостан үҙ аллылыҡ алыр ҙа РСФСР-ҙан кендеген сабып өҙөр, һөҙөмтәлә бындағы урыҫтар ҡасаҡ хәленә ҡалыр, тигән хафа борсой имеш ҡайһы бер туғандарҙы. Бының ише имештәргә урын ҡалдырмаҫ өсөн, ҡабул ҡылынасаҡ үҙ аллылыҡ декларацияһына асыҡлыҡ индерергә кәрәк, минеңсә: башҡорт милләте бер ҡасан да РСФСР, уның халыҡтары менән араларҙы өҙөргә ниәтләнгәне юҡ, беҙҙең һымаҡ йән иҫәбе аҙ милләткә, океандағы энә күҙәүендәй генә утрауҙай, башҡаларҙан айырылып, үҙ ярҙарыңа бикләнеп, йөҙ процентлы үҙ аллы булып йәшәү мөмкинлеге юҡ һәм ул булмаясаҡ та. Бөтәбеҙҙең дә бөтәбеҙ менән кендектәре берешкән, бер-беребеҙҙең ҡан тамыры бер-беребеҙгә үрешкән — уны ҡанатмайынса һис ҡырҡыуы мөмкин түгел. Һәм ҡырҡырға кәрәкме һуң әле уны — бер-беребеҙгә йәшәү һуты тиртешеү бәрәкәтен?! Фәҡәт бер изге теләк: ошоғаса халыҡтарҙың ҡанын һурып ҡаҡшатыусы албаҫтылыҡ ҡануны: автономиялы республикалар — колония, ә Рәсәй — метрополия системаһы та
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 237; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.145.81.47 (0.017 с.) |