Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Зав. Сектором цк кпсс по межнациональным отношениям тов. Солодовникову А. Ф.Содержание книги
Поиск на нашем сайте
Уважаемый Аркадий Филиппович! 13 марта с.г. после Вашего телефонного звонка мне стало известно, что Вы мои «Думы о народе», адресованное тов. Горбачеву М.С., из-за нехватки времени полностью прочитать не смогли (ознакомились лишь с началом и концом) и по этой причине для принятия мер отослали в наш Башкирский обком КПСС, тем самым предав меня на верное растерзание. Ибо, если бы Вы смогли прочитать мое послание, легко убедились бы, что я критикую не что иное, как линию Башкирского обкома КПСС, приведшую к искривлению ленинской национальной политики, в результате чего в целях обеспечения великодержавнических интересов замаскированных пантатаристов грубо ущемлены насущные интересы башкирской нации; при том я нелицеприятно критикую нынешнего первого секретаря обкома КПСС тов. Хабибуллина Р.Х., продолжающего проводить указанную линию. Эсли бы все это можно было решить в нашем обкоме, не стал бы я обратиться прямо к тов. Горбачеву. Получается, что я критикую тов. Хабибуллина за грубые недостатки в его работе и с этим обращаюсь в суд высшей инстанции, а судьей там назначается сам критикуемый тов. Хабибуллин... Здесь на местах укрепляется впечатление, что ЦК почему-то упорно не желает вникать в башкирские дела, однако в то же время проявляет завидную чуткость устремлениям татарской стороны... Еще Вы дали понять, что ЦК КПСС искренно хочет, чтобы башкиры и татары жили в дружбе и согласии, как и прежде. Законное желание. Но мне хорошо известно, — и это подтверждается историческими фактами, — что такой многожелаемой «дружбы и согласии» в подлинном смысле этих слов, к сожалению, у нас никогда не было даже в советское время (смотрите резолюции Пятнадцатой Башкирской конференции ВКП(б), Уфа, 17-25 января 1932 г.). А было лишь подобие дружбы, камуфляж, основанный на подавление национальных чаяний башкир. В настоящее время башкирская нация, доведенная процессом татаризации до крайней черты, отбросила камуфляж, открыто проявляя свои национальные интересы, поэтому и возник в республике татаро-башкирский конфликт. А Вы хотите, как понял я по телефонному разговору, реставрировать этот камуфляж, то есть показуху. Справедливые межнациональные отношения в республике начинались складываться и укрепляться только в тридцатых годах до 1937 года при подлинно ленинском первом секретаре обкома КПСС тов Быкине Я.Б., но после ждановской кровавой бани в Башкирской АССР в руководстве взяли верх замаскированные пантатаристы (замеченные еще В.И. Лениным) и их засилие продолжается до сих пор... Чтобы добиться настоящей дружбы, необходимо восстановить попранную справедливость. А почему и как она попрана, и как можно ее восстановить — объяснено на основе подлинных фактов истории в моей вышеназванной строго документированной работе. На основе изложенных причин считаю необходимым с Вашей стороны срочно истребовать из Башобкома обратно на рассмотрение в ЦК КПСС выше названное мое послание тов. Горбачеву М.С. Уверен, приведенный там фактический материал и мои личные наблюдения в какой-то мере помогут ЦК и его предстоящему Пленуму выработать более верный курс для улучшения межнациональных отношений в Башкирии и в других республиках. Надеюсь получить Ваш ответ. С глубоким уважением З.А. Султанов, член КПСС, писатель. Адрес: 450055, Уфа — 55, Уфимское шоссе, 4, кв. 119. Султанов Зигат Адигамович. Телефон: 31-45-97 (квартира). 14 марта 1989 г.
Бөтәһе лә тоталитар партияның Сталин ҡойған ҡануны буйынса бара: шул айҙа уҡ мине КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты Пропаганда бүлегенә саҡыртып, шуның инструкторы Уразаев тигән башҡортмо, манҡортмо милләтле бер иптәш, өҫтәл аша ҡаршыһына ултыртып ҡуйып, 99 тапҡыр тыңланған һәм билдәле булған һөрһөү ҡалыптан вәғәзен миңә үсәгәндәй уҡыны (ҡулында минең «Думы о народе» копияһы): — Күрҙеңме инде үҙеңдең ҙур хатаңды? Бейек тауҙың башына таш бәрергә ярамай — ул таш барыбер, кире тәгәрләп, үҙеңдең башыңа төшә... Ҡыҫҡаһы, партия этикеты буйынса тейешле «һөйләшеү» үткәреп, «һөйләшеү булды» тигән минең ҡултамғамды алып (Үҙәк Комитетҡа хисап биреү өсөндөр), бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә килмәй ҡайтарып ебәрҙе — шуның менән эш тә бөттө. Мин дә, әлбиттә, партиямдың ҡәҙимге эш алымының һис кенә лә үҙгәрмәүенә инанып, бының өсөн Үҙәк Комитетҡа нәфрәт белдереп хат яҙыуҙың һуҡыр тингә лә тормағанлығын аңланым. Урамға сығып ҡысҡыраһы ғына ҡалды... Шеш тә тамам тулышҡас ҡына ярыла, вулкан да һыйыша алмайынса атыла. Ойоштороусыһы кемдәр булғандыр — иҫемдә һис ҡалмаған. Шуныһы ғына хәтерҙә: телефон аша бер-беребеҙгә өндәшеп, «мотлаҡ иртәгә иртән» тигән шартҡа килешеп, бер төркөм (утыҙлап инсан) башҡорт зыялылары 1989 йылдың 10 апрелендә Башҡорт академия драма театры алдындағы Ғафури һәйкәле янында рөхсәт ителмәгән митингыға йыйылдыҡ. Радиокомитеттан бер нисә кеше (мәҫәлән, журналист Ринат Камалов), Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан бер нисә ғалимә һәм Башҡорт дәүләт университетынан байтаҡ студент килгәйне. Яҙыусыларҙан бер үҙем генә инем, буғай. Һәм был һиммәтле төркөм — ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙа сәйәси яҙ башланыуын хәбәр иткән беренсе ҡарлуғастар инек ғәмәлдә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының диалектология секторы мөдире филология фәндәре докторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары комитетының рәйесе профессор Нәжибә Хәйрелзаман ҡыҙы Мәҡсүтованың Башҡортостаныбыҙға үҙ аллылыҡ талап итеп, шуны яулап алырға саҡырып ялҡынлы телмәр һөйләгәне онотолмай. Мин иһә, бындайын да яуаплы заманда халыҡ алдында сығыш яһағанда уйланылмаған һәм осраҡлы бер генә һүҙ ҙә әйтелмәһен, юҡ-бар һөйләп бер генә секунд та сарыф ителмәһен, тигән ҡәҙимге ҡағиҙәмә ярашлы, алдан әҙерләп килтерелгән тексымды уҡыным. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты милли мәсьәлә буйынса үҙенең элек ҡабул ҡылған ҡарарҙарын ғына булһа ла еренә еткереп үтәһен, тигән талап һәм партияның оҙаҡламай буласаҡ пленумына сәйәси тәҡдимдәр бар ине телмәремдә. Оҙон ғына булһа ла (машинкала биш бит тирәһе), аяғөҫтө торған йәмәғәт шаҡтай ҡыҙыҡһынып һәм сабырлыҡ менән аҙағынаса тыңланы, сөнки торғонлоҡ йылдарында барыһы ла тура һүҙгә сарсағайнылар:
10 апрель 1989 йыл митингыһында телмәр Владимир Ильич Лениндың туранан-тура ҡатнашлығында Башҡорт АССР-ын төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылған тарихи көндөң 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ошо айҙарҙа милләтебеҙ яҙмышына, культураһына ҡағылышлы күп нәмәләр тураһында етди уйланырға, берсә, һөйөнөп, берсә, көйөнөп, бөгөнгөбөҙ менән бергә киләсәгебеҙҙе ҡайғыртырға тура килә. Таң һарыһында күҙебеҙҙе тырнап асыу менән бала-сағаларыбыҙҙың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, тубырсыҡтарҙай тупырлап үҫеп килеүенә ҡыуанһаҡ, ауыҙ асып өндөшеү менән үк уларҙың телһеҙлегенә — әсә теленән мәхрүм ҡалыуҙарына әрней йөрәк. Башҡортостан тупрағында башҡортса һөйләштергән ясле, балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙең аҙайыуы йәки онотҡанда бер осрауына ғәжәпләнмәй ҙә башланыҡ шикелле. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн үҙ телебеҙҙә гәзит-журналдар сыҡмауына, балалар әҙәбиәтенең махсус нәшриәте, йәш тамашасы өсөн милли театрыбыҙ булмауына ла күнегеп барабыҙ кеүек. Шулай уҡ райондарыбыҙҙа урыҫ һәм татар телдәрендә әллә нисәләгән тиҫтә гәзит нешер ителгән ваҡыттарҙа башҡорт телендә ни бары ике генә район гәзите баҫылып, ҡалғандары башҡа телдән тәржемә ителеүенә (дубляж), ә башҡорттар 43%, татарҙар — 31, урыҫтар 11% тәшкил иткән 21 көнбайыш райондарыбыҙҙа татар телендә — 21 район гәзите, урыҫ телендә 18 район гәзите уҡыусыларын туплағанда башҡорт телендә бер генә гәзит (ул да булһа дубляж!) быҫҡып янған һуҡыр шәмдәй яңғыҙ үҙе йәшәүенә лә иғтибар итмәйбеҙ кеүек. Ә мәктәп мәсьәләһе? 1925 йылдан алып 1968 йылға тиклем республикабыҙҙа урыҫ мәктәбе һаны 788-ҙән 1914-кәсә, татар мәктәбе 582-нән 1117-гәсә артһа, башҡорт мәктәбе һаны 572-нән 785-кә тиклем генә ыраны. Күренеүенсә, татар мәктәптәре һаны был осорҙа башҡорт мәктәптәре менән сағыштырғанда өс тапҡырҙай артты. Ленинсы милли политиканы тупаҫ боҙоуға юл ҡуйған торғонлоҡ йылдарында Башҡорт АССР Мәғариф министерствоһы әсә телендә уҡытыуҙы ҡырҡа сикләп, элек милли телдә уҡытҡан мәктәптәрҙә балаларҙы урыҫ телендә уҡытыуға күсереү эшен ҡыҙыулатты, был зыянлы эшмәкәрлек беренсе сиратта башҡорт мәктәбенә, башҡорт теленә һуҡты. Миҫал өсөн 1973-74 уҡыу йылын ғына алайыҡ: ул йылда республикабыҙ буйынса 650 милли мәктәп урыҫ телендә уҡытыуға күсерелһә, шуларҙың 112-һе генә татар, ә 420-һе башҡорт мәктәбе ине. Өҫтәүенә, тиҫтә йыл буйы көнбайыш башҡорт ауылдарында гөрләп эшләп килгән 200 башҡорт мәктәбе бер юлы татар телендә уҡытыуға күсерелеп, милләтебеҙҙең көнбайыш диалектында һөйләшеүсе өстән бер өлөшө үҙенең милли телендә уҡып белем алыуҙан, ул ғына ла түгел, үҙ милли телен дәрес итеп кенә булһа ла өйрәнеүҙән мәхрүм ҡалды... Оҙаҡ йылдар һуҙылып килгән ошондай кире күренештәр арҡаһында халҡыбыҙҙың һуңғы өс быуын кешеләренең байтағы башҡа телдә уҡып һәм һөйләшеп үҫте, милли телен танымаған, милли культураһын һанға һуҡмаған, шул нигеҙҙә башҡа милләттәрҙе һәм милли культураларҙы ла ихтирам итмәҫтәй нигилистар, сепрәк-сапраҡ һөйәрйәндәр, ҡорһаҡ ҡолдары булып етеште. Ундайҙарға һәммәбеҙ өсөн изге һаналған интернационализм төшөнсәһе лә дәүләт кеҫәһен ҡармағанда, үҙ шәхси мәнфәғәттәрен даулағанда битлек итеп ҡулланыу өсөн генә кәрәк. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ысын интернационализмдың төп нигеҙен тәшкил иткән ысын миллилекте аяҡ аҫтына һалып тапаныҡ, шуны, аяҡ аҫтынан алып, кешеләрҙең үҙҙәренә ҡайтарырға ваҡыт етте — миллилеккә дефицит ҡырҡыулашты. Ошо яуаплы осорҙа ике күҙебеҙҙең береһе өмөт менән республика етәкселегенә төбәлһә, икенсеһе культура әһелдәребеҙгә уҡтала — үҙ иңенә артҡан әхләҡи-политик йөктө намыҫлы егелеп тартамы һуң аҡ һарайҙа ултырған политиктарыбыҙ, милли әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, фәнебеҙ маһирҙары?.. Мәрмәр көплө аҡ һәм ҡыҙыл һарайҙарҙа әле булһа милләттән айырылғанлыҡ, томора торғонлоҡ хөкөм һөрә түгелме? Әгәр шулай булмаһа, ниңә һаман башҡорт теле көнбайыш башҡорт ауылдарынан ҡыуылған хәлдә ҡала? Ниңә һаман ғәҙел принцип: урыҫ ауылдарына — урыҫ мәктәбе, татар ауылдарына — татар мәктәбе, башҡорт ауылдарына — башҡорт мәктәбе тигән принцип тантана итмәй?!. Һуңғы етмеш йыл эсендә ана шулай башҡорт телен башҡорт мәктәптәренә индермәү арҡаһында Киров өлкәһендә тороп ҡалған 54 мең башҡорттоң, Татар АССР-ында тороп ҡалған 193 мең минзәлә башҡорттарының башҡа милләткә күсерелеп юҡҡа сығарылыуын, бөгөн иһә республикабыҙҙың үҙ эсендәге 300 мең көнбайыш башҡорттарҙың шундай уҡ хәлгә ҡуйылыуҙарын хөрмәтле етәкселәребеҙ ниңә белергә теләмәй? Ҡасан улар көнбайыш башҡорттары телен, башҡорт милли теленең өсөнсө диалектын, татар теле итеп эш ҡылыуҙан, фәнгә һәм хаҡиҡәткә ҡаршы ҡоролған, башҡорт милләтен эстән тороп емерткән һәм бөлдөрткән зәғиф милли политика алып барыуҙан туҡтар ҙа башҡорт милләтенә йөҙ менән боролор?!. Ғәҙел политика төҙөргә ҡыйыулыҡтары етмәһә, ВКП(б)-ның 1932 йылғы XV Башҡортостан конференцияһы ҡарарын ғына булһа ла тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итәм. Бына ул: «...Конференция считает препятствием в области осуществления решений партии по национальному вопросу: совершенно недостаточные темпы коренизации госаппарата и реализации башкирского языка... и все еще недостаточную прослойку башкир в некоторых учебных заведениях и школах повышенного типа, совершенно недостаточный рост башкир в составе рабочих на отдельных крупных предприятиях,...все еще медленный рост башкирских преподавательских кадров... Отдельные низовые парторганизации не проявили достаточно решительной борьбы с извращениями национальной политики, с проявлением великорусского шовинизма,...с татарской великодержавнической тенденцией... В области подбора и подготовки кадров конференция выдвигает перед обкомом и всей парторганизацией основные задачи: Борьба с извращениями ленинской национальной политики в школе, с великорусским шовинизмом, как главной опасностью, татарской великодержавнической тенденцией по отношению к башкирам... Решительное усиление темпа коренизации соваппарата, введение практики составления контрольных цифр коренизации по отдельным учреждениям, усиление выпуска учебников на башкирском языке,...усиление подготовки квалифицированных преподавателей, главным образом из среды коренной национальности — башкир. Культурное строительство. Конференция констатирует медленность темпа развертывания печати, особенно книгоиздания на башкирском языке и его низкое качество, узость полиграфической базы и поручает обкому развернуть книгопечатание в соответствии с задачами коренизации низших, средних и высших учебных заведений... Конец цитаты. Предлагаю от имени собравшихся на митинге принимать такую резолюцию: 1. Просим бюро Башкирского обкома КПСС осуществить по национальному вопросу резолюцию XV партконференции. 2. Обратиться предстоящему Пленуму ЦК КПСС по национальному вопросу следующими предложениями: а) в национальных республиках (автономных, союзных), а также областях, округах и других образованиях гарантировать законом в партийных, советских и правительственных руководящих органах не менее 50-и процентное представительство этноса, давшего название данной национальной республике, области, округу и другим образованиям. Остальные 50 процентов мест пропорционально разделять между представителями остальных национальностей, населяющих данную территорию; б) язык этноса, давшего название данной национальной республике, области, округу и другим образованиям, должен быть взят под охрану государства. Для достижения этого установить законом языку этноса, давшего название данной национальной республике, области, округу и другим образованиям, статус государственного языка (наряду с русским) с обязательным преподаванием его в школах данной национальной республике; в) Центральному Комитету КПСС и Верховному Совету СССР принять необходимые долговременные меры, чтобы навсегда исключить из нашей жизни и искоренить пантатаризм и другие подобные «измы», то есть насилие одной нации над другой; г) обеспечить подлинное равноправие всех народов Советского Союза, наделив автономные республики всеми правами и обязанностями союзных республик. То есть гарантировать законом автономным республикам статус союзной республики...
Рөхсәт ителмәгән митинг был, тип әйткәйнем. Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министры полковник Әнәс Хәсәнов иптәш бер взвод милиционерҙары менән беҙҙе килеп баҫҡанда, ниһәйәт, әйтәһеләребеҙҙе әйтеп бөтөргәйнек инде. Полковник Хәсәновтың яңғыратҡыс рупор аша ҡалын көр тауышы рөхсәтһеҙ митинг яһауҙың ҡанунға һыйышһыҙ икәнлеген киҫәтеп, беҙҙе тиҙерәк таралышырға саҡырҙы. — Һеҙ бит Меңле башҡорто — ниңә татарса сусылдайһығыҙ?! — тип ҡысҡырҙы аранан берәү. Хәсәнов шунда уҡ саф башҡортсаға күскәс, саҡ ҡына тыңлап торҙоҡ та, яй ғына таралыштыҡ. Беҙ белгән осорҙа республикалағы беренсе сәйәси оппозицион митинг һәм, инсафлы ғына булһа ла, беренсе тапҡыр уны ҡыуып таратыу осрағы ине был. 1989 йылдың 17 — 18 декабрендә Өфөлә хәҙерге Ҡоролтай йортоноң (Фрунзе урамы, 40) ҙур залында башҡорт халҡы вәкилдәренең 1-енсе йыйыны үтте (1917 йылдағы тәүге ҡоролтайҙарҙың дауамы итеп, артабан уны IV башҡорт ҡоролтайы тип һананыҡ). Республиканың ҡалаларынан, райондарынан, башҡорттар күп йәшәгән күрше өлкәләрҙән 989 делегат килгәйне, араларында (Өфөнөң Киров районынан) мин дә бар инем. Йыйындың төп ҡарары — «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороу булды. Ҡоролтай шулай уҡ «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең программаһын һәм уставын раҫланы. Ҡабул ҡылынған резолюцияла республикабыҙға суверенитет яулау, Башҡортостанға — союздаш республика, башҡорт теленә дәүләт теле статусын алыу, башҡорт халҡын сәйәси, социаль һәм рухи яҡтан үҫтереү хәрәкәтебеҙҙең төп бурыстары итеп ҡуйылды. Ошоларҙы алға һөрөп ҡыҙыу фекер алышыуҙарҙа үҙ өлөшөмдө индерҙем:
Телебеҙ һәм көнөбөҙ (Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал» йыйынында телмәр. 18.12.1989) Башҡортостанда башҡорт теленең дәүләт статусын ҡабул итеү тураһында һүҙ барғанда Автономиялы (?!.) Башҡорт Совет Республикаһы етәкселәре, йәғни партия һәм совет аппаратсылары, «быны халыҡ теләрме икән һуң?..» ти ҙә, күҙен тултырып ике тарафҡа ҡарай: йәнәһе, ғәзиздәрҙән ғәзиз татар ҡәрҙәштәребеҙ ни әйтер? Урыҫ өлкән ағайҙарыбыҙ ни әйтер?.. Аппаратсыларыбыҙ фәҡәт тура ҡарарға, ошо ерҙең, республиканың төп халҡының күҙенә тура ҡарарға, ғына «онота»... Белергә теләмәһәгеҙ ҙә белегеҙ, хөрмәтле чиновник-етәкселәр: был мәсьәлә башҡорт халҡының мәңгелек бөйөк референдумында — быуаттар референдумында әллә ҡасан уҡ тайпылышһыҙ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ рәүештә хәл ителгән. Таш быуатта уҡ бабаларыбыҙ Урал батырыбыҙ толпары Аҡбуҙаттың Таш Өйө (Шүлгәнташ) мәмерйәһе ҡаяларына үҙенең ҡан төҫлө ҡыҙыл буяуы менән шул Аҡбуҙатты изгеләштереп һүрәтләгәндән алып — ошо көндәге рәссамыбыҙ Әхмәт Лотфуллиндың «Ауылда беренсе Май байрамы» исемле сағыу ҡыҙыл байраҡлы картинаһынаса булған тиҫтәләрсә мең йылдар буйынса барған ул бөйөк референдум. Туҙға яҙған һәм ташҡа яҙған, ҡайһы берҙәре бөгөн дә Урал ҡаяларында ҡысҡырып-шаңғырып торған, китаптарыбыҙ аша, үлемһеҙ эпостарыбыҙ, йыр-моңдарыбыҙ, йолаларыбыҙ, биҙәү сәнғәттәребеҙ аша уҙған ул бөйөк референдум. Түгелгән ҡандарыбыҙ, өҙөлгән баштарыбыҙ, емертелгән, яндырылған иҫәпһеҙ күп ауыл һәм ҡалаларыбыҙҙың харабалары аҫтында ла күмелеп ҡалмай үтәлгән ул бөйөк референдум. 1919 йылдың 22 мартында суверенлы Башҡорт Совет Республикаһының, суверенлы башҡорт теленең мәңгелек йәшәү хоҡуғы булып ҡыҙыл нәшриәттең үҙендә ташҡа баҫылып сыҡҡан ул быуаттарҙың бөйөк референдумы һөҙөмтәһе. Һәм иманыбыҙ камил: бер ниндәй ҙә яһил аппаратсының, йәки аппаратсыларҙың хитлығы ла сикләй алмаҫ ерле халыҡтың үҙ ерендә үҙ теленең үҙ аллылығына изге хоҡуғын! Башҡортостанда башҡорт халҡының бөгөнгө көн аҙсылыҡ тәшкил итеп, беҙгә өйҙәш булып килеп ингән башҡа халыҡтарҙың һан яғынан күпселек алып китеүен башҡорт халҡына ҡаршы мәкерле рәүештә файҙаланырға тырышыусы политикан-демагогтар ҙа яҡшы белһен: башҡорт халҡының ихтыярынан тыш башҡорт ерендә «яңы тәртип» урынлаштырыу бер ҡасан да, бер кемдең дә ҡулынан килмәйәсәк! Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генеральный Ассамблеяһының ҡарары бар был хаҡта — аҙсылыҡлы ерле милләттең күпселектәр ҡыҫымындағы изге хоҡуғын ҡурсалау-яҡлау хаҡында. Эйе, беҙҙең борондан килгән, мәрхәмәтле бабаларыбыҙ ишекте киң асып индергән ҡәҙерле өйҙәштәребеҙ бар был илдә. Татарҙарға, удмурттарға, марийҙарға, сыуаштарға һәм хатта урыҫтарға ла яуыз батша-батюшка тарафынан золом көнө, ғәрәсәт көнө ҡупҡан һайын, һыйыныр ек эҙләп улар һеперелеп бында килгәне һайын, асылған ул миһырбанлыҡ ҡапҡаһы. Яуыз батша һәм уның сатраптарының тыйыуҙарына, башҡортҡа ҡаршы ысын геноцид үткәреүҙәренә лә ҡарамай. Бына шундай бер документ: 1730 йыл. — «Записка о башкирском вопросе в Российской империи и о наилучших способах его разрешения, составленная казанским губернатором А.П. Волынским. Уповаю я, что несовершенно известно о состоянии башкирского народа... народ их такою жестокою злобой исполнен, а время от времени непрестанно умножается и растет... А ныне ужа русские немалое число от подушных податей беглецов в Башкиры перешло... И хотя ныне видим, что башкирский народ является кроток, однако же не возможно сказать, что оной был в совершенном и послушании, понеже беглых принимает, несмотря ни на какие указы»... Күренеүенсә, батша указдары тыйыуына ла ҡарамай, урыҫ һәм башҡа милләт ҡасҡындарын күпләп-күпләп үҙ иленә индергән, һыйындырған башҡорт уҙамандары; хәҙергесә әйткәндә, урыҫ самодержавиеһы ҡорбандарына «политическое убежище» биргән, йылыға йылан эйәләй, тиһәләр ҙә, үҙенең йылы ҡуйынына алған. Башҡорттоң ошоғаса һаҡланған аҫыл милли һыҙаттарының береһе — ысын гөманлылығы түгелме ни был?! Һәм шул үҙенең йылы ҡуйынына алған, өйҙәш иткән, табындаш иткән ҡайһы бер милләт кешеләренең бәғзе бер Айҙар Хәлим, Сергей Матюшин кеүек бөгөнгө игелекһеҙ вә белекһеҙ тоҡомдары башҡорт халҡының шул гөманлылығына ҡарата ҡайһылай итеп белдерә һуң рәхмәтен?!. Уларҙың «рәхмәт»енең ниндәй икәнлеге барығыҙға ла мәғлүм — изгелекһеҙҙән игелек көтөү икеле. Кисә бында, уйынлы-көлкөлө генә, хөрмәтле мөфти хәҙрәттәренең кемдәргәлер (әммә башҡортҡа түгел!) йомарт һәм мул иғәнәһе тураһында ла һүҙ ҡуҙғалып ҡуйғайны. Абруйлы тарих китабынан шуға бәйле тағы ла бер сәхифәне бәйән ҡылыуҙы кәрәкле һанайым. 1755 йылғы ҡөҙрәтле башҡорт восстаниеһы тураһында бара һүҙ: «Особую активность проявили башкиры Гайнинской волости Осинской дороги. Они организовали повстанческий отряд во главе с Чурагулом Минлибаевым... События... серьезно встревожили оренбургского наместника И.И. Неплюева... Власти обратились с грамотой казанским татарам. Правительство, кроме того, пошло им на ряд уступок. Было облегчено положение служилых мурз и татар, приписанных к корабельным лесам. Слишком рьяно проводившие политику христианизации Казанский и Тобольский архиереи были переведены в другие районы. Указом от 23 августа 1756 года мусульманам было разрешено строительство мечетей. Было также несколько облегчено положение податного населения Казанской губернии». Бына шулай — башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн фиҙа ҡылған йәне, түккән ҡаны арҡаһында беҙгә ҡәрҙәш татар халҡы һәләк иткес тоталь каторга режимынан, көсләп суҡындырылыуҙан, тимәк, телен һәм динен юғалтып тулыһынса урыҫлаштырылыуҙан — йәғни этно-геноцидтан ҡотолоп ҡалған. Өҫтәүенә, элекке ҡәтғи тыйылыуҙан арынып, ауыл һәм ҡалаларҙа мәсеттәр, мәҙрәсәләр һалырға, ташҡа баҫмаханалар асып, китаптар баҫтырып сығарырға хоҡуҡ алған. Ҡайһы бер татар авторҙары башҡа ҡәрҙәш халыҡтарҙың мәҙәниәтен түбәнһетеү, кәмһетеү ниәтенән яһилланып, революцияға тиклем үк татарҙың күпме мәсете, мәҙрәсәһе, матбағаһы булғанлығын һанап маһая икән, уларҙың был ысындан да ҙур ҡаҙанышын ҡайһы халыҡ үҙенең ҡайнар ҡанын түгеп тәьмин иткәнлеген онотмаһын ине. Әммә уларҙан рәхмәт һүҙе ишетеү өмөтө юҡ... Башҡорттоң ҡанлы ҡорбандары арҡаһында ғына был ерҙә төйәкләнеү, идара ҡылыу хоҡуғы алған, һәм әлегәсә бында — Өфөлә суҡайып ултырған, ләкин йөҙө Ҡазанға боролған мөфтиҙән дә игелек көтөүе ҡыйын: ул үҙенең бай иғәнәһен, кисә бындағы телмәрселәрҙең береһе әйткәне хаҡ булһа, туранан-тура Ҡазанға юлландырыуына ла аптырамайыҡ. Ошо көндәрҙә мин Алматыла ҡаҙаҡ халҡының бөйөк улы Жосопбәк Аймауытовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы булып ҡайттым. Бик күп союздаш республикаларҙан, сит илдәрҙән йыйылғайны ҡунаҡтар. Татарстан күршеләребеҙҙән дә бар ине яҙыусылар вәкиле, баяғы яманатлы Ғаяз Исхаҡиҙың ялалы мәктүбен ташҡа баҫып сығарып, башҡорт халҡының йөҙөн йыртып мәсхәрәләгән «Ҡазан утлары» журналының бүлек мөдире Тәүфиҡ Әйди тигән мөртәт. Шул яһилдың кулуарҙарҙа төрлө республика вәкилдәренә Башҡортостан, башҡорт халҡына ҡарата белдергән ҡәбәхәт «ихтирам»ын ишетеп, Өфөләге былтырғы тантаналарҙа башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, беренсе секретарыбыҙ Хәбибуллин иптәштең «татар игеҙәк туғандарыбыҙ» хаҡында күпертеп туҡыған ҡыуаныслы вәғәздәрен ытырғанып хәтерләнем. Баҡтиһәң, «иҫәүән» башҡорт халҡының яҙмышы бында Өфөлә түгел, ә Ҡазанда, кәм тигәндә ниндәйҙер шул Тәүфиҡ Әйдиҙәр тарафынан әйҙәлеп хәл ҡылына икән дә. Беренсенән, татар халҡының йән иҫәбен улар бөгөндән үк теүәл ун миллионға еткергән (бығаса алты миллиондан ашыу тип белә инек). Ә «игеҙәк туған»дары башҡортто улар биш йөҙ меңгә ҡалдырған да һөҙөмтәлә теүәл бер миллион башҡортто татар итеп иғлан ҡылған һәм үҙҙәренә «ҡушҡан». Икенсенән, Татарстан АССР-ы сиктәрен улар көнсығышҡа ҡарай Уралғаса киңәйтеп, башҡорттарға Урал артындағы административ өс районда ғына ил ҡороп йәшәргә рөхсәт ҡылғандар. «Бына шунда үҙегеҙҙең боҙоҡ телегеҙҙә һөйләшегеҙ, беҙ быға ҡаршы түгел», тип, күңел иреткес татар миһырбанлылығын да белдерҙе миңә Тәүфиҡ. «Беҙ — ун миллионлы халыҡ, бергә тупланыр өсөн беҙгә йәшәү киңлеге кәрәк!» тип нигеҙләп тә ҡуйҙы дәғүәһен... Мин ҡан ҡәрҙәш татар халҡын, уның яҙыусыларын хөрмәт итәм, ә шулай ҙа ҡыйын булһа ла әйтәйем: шанлы 1945 йылда үҙ өңө Берлинда муйыны һындырылған биреле бер ефрейторҙың «йәшәү киңлеге» хаҡындағы билдәле доктринаһын, «драң нах остен» (көнсығышҡа поход) пландарын хәтерләтте был яман ашҡынмыштың дәғүәһе... Ана шул дәғүәле фронтҡа ҡаршы фронт ҡора алдымы һуң беҙҙең республиканың етәкселек штабы? Эйе, фронт бар, әммә уның кемгә ҡаршы тороуын аңлау ауыр. Сөнки: ошоғаса егерме бер көнбайыш райондарыбыҙҙа, башҡорттар күпселек тәшкил итеүгә ҡарамай, ун һигеҙ урыҫ гәзите, егерме бер татар гәзите һәм... бер генә башҡортса (ул да булһа дубляж!) гәзит сығарыла; фәнни яҡтан әллә ҡасан уҡ дәлилләнеп, тарихи факт булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленең бер йән, бер тән тәшкил итмеш өсөнсө диалектын — көнбайыш диалектты — милли башҡорт теле тәненән яһил рәүештә ҡырҡып ташлап, уны татар теле итеп иҫәпләүҙәрен, көнбайыш диалект башҡорттарын татар телендә һөйләшә тип раҫлауҙарын һәм шул нигеҙҙә һаман яһил политика үткәреүҙәрен дауам ҡыла ошо үҙебеҙҙең етәксе-аппаратсылар; фән ҡаҙаныштарын ана шулай танымай, инҡар итеп, беренсе секретарь булып эшләй башлаған йылында уҡ ике йөҙ, ә шунан һуң тағы ла бер нисә йөҙ башҡорт мәктәбен яптырҙы ла татар мәктәптәре итеп астырҙы ошо үҙебеҙҙең үк тәүфиҡлебеҙ Хәбибуллин иптәш; башҡорт халҡы күпләп Урал артына — Силәбе, Свердловск өлкәләренә ҡасып сығып бөтһөн, Башҡортостан башҡорттарҙан арынһын өсөн бөтә мөмкин булған экономик шарттарҙы ла тыуҙырҙы, тормошҡа ашырҙы етәксе аппарат. Шулай булғас, биреләнмеш Тәүфиҡ Әйдиҙәр ҡайҙан — бында сығыш яһаусы хөрмәтле делегат Мир Мөхәмәтйәнов ағай әйткән баяғы Ыҡ йылғаһы аръяғынанмы, әллә бирьяғынанмы тороп эш ҡылғанлығын айырыу ифрат ҡыйын... Бына ниңә кисәге бер оратор, күңелендә партияға ышаныу кризисын кисереп, «Башҡорт компартияһы» төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғалта. Ләкин Хәбибуллин иптәш һәм ул етәкләгән аппарат бөтә КПСС түгеллеген, һәм булмаясағын да белһен ине ул иптәш. Башҡортостанда ленинсы Быкиндар, Иҫәнсуриндар, Афзал Таһировтар компартияһы ла булған. Быны бөгөнгө яҙыусы-коммунистар һәр ваҡытта ла аппараттың күҙенә ҡарап әйтте һәм әйтә, ысын үҙгәртеп ҡороу, билдәлелек, ғәҙеллек, хаҡлыҡ өсөн көрәшен дауам итә. Етмәһә, бына ошо йыйын түрендә ултырған иптәштәрҙең, ғәмәлдә яңы тыуып килгән Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал» етәкселәренең дә, байтағы коммунист икәнлеген онотмағыҙ. Коммунистар партияһының ысын милли политика платформаһы беҙгә һөйөклө Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ, башҡорт теленең һәм мәҙәниәтенең артабан ҡаҡшамай йәшәүе, сәскә атыуы хаҡына ең һыҙғанып эшләү хоҡуғы бирә. Быны мин һеҙгә үҙем дә коммунист яҙыусы, КПСС ағзаһы булараҡ әйтәм. Йәнә шуны ла өҫтәйем. Кисәге бер хөрмәтле ораторыбыҙ, артыҡ хисләнеп китеп, буғай, үҙе лә теләмәйенсәлер, туҙға яҙмағаныраҡ һүҙҙәр ҙә ысҡындырғаланы. Ун һигеҙенсе быуаттағы геноцид тураһында. Уны уҙғарған яуыз урыҫ батшаһы ла, татар мырҙаһы ла юҡ инде хәҙер. Урыҫ халҡы һәм татар халҡы ул палачтар өсөн яуаплы түгел. Ул халыҡтар беҙҙең ут күршеләребеҙ, туғандарыбыҙ. Америка аборигендарына теләктәшлек белдереүебеҙҙе бер оратор тәҡдим иткән рәүешле яҙып ебәрһәк, бөтә донъя бот сабып көләсәк беҙҙән. Сөнки АҠШ резервацияларындағы индейҙарҙың тормош-көнкүреш хәле беҙҙекенән кәм тигәндә биш тапҡырға яҡшыраҡ. Быйыл Өфөгә килгәнендә СССР халыҡ депутаты, Америкала булып ҡайтҡан Давид Кугультинов үҙе һоҡланып әйтеп китте бит быны. Инде йыйын ҡарарына керетергә бер тәҡдим: «Халҡыбыҙҙың ҡоролтайының йәғни ҡоролоуының артабанғы тупланышын һәм нығынышын өҙлөкһөҙ дауам иттереү өсөн, үҙәгебеҙҙең үҙ матбағаһын — журналын булдырырға. Ул журналды «Ҡоролтай» тип атарға |
Познавательные статьи:
Последнее изменение этой страницы: 2016-04-21; просмотров: 322; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!
infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.141.201.92 (0.015 с.)