Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Башҡортостан үҙгәрештәр дәүерендә.Содержание книги
Поиск на нашем сайте 28. Дәүерҙәр һәм осорҙар Инеш һүҙҙә башлыса Башҡортостанға ҡағылған тарихи дәүерҙәрҙе ҡыҫҡаса ғына рәүештә һанап үткәйнек инде. Дәүерҙәр ҡыҫҡағыраҡ, йәки бик оҙон ваҡыт дауамын үҙ эсенә алыуы мөмкин. Мәҫәлән, Тәүтормош-община ҡоролошо йәки урта быуаттар дәүере үҙ эсенә меңәрләгән йылдарҙы, ә урта быуаттар дәүере ярты мең йылдар самаһы ваҡытты индерә. Урта быуаттар башында славяндар, рус халҡының олатайҙары, боронғо дәүерҙә ҡәбилә-ырыу берләшмәләре булып, урта быуаттарҙа кенәзлектәргә бүленеп йәшәүен дауам итә, артабан батшалыҡтар дәүеренә күсә. Рәсәй батшалары дәүере Аҡ батшанан алып Николай Икенсегә тиклем булған теге йәки был батша осорон үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, Екатерина Ике осоро, Павел батша осоро һ.б. Шулай итеп, тарихи дәүерҙәр эсендә был йәки теге шәхес менән бәйләнгән осорҙары бихисап. Рустарҙың яҡын күршеһе булған башҡорт ырыуҙарына килгәндә, Ете ырыу берләшмәһе дәүере башҡорт ҡәбиләләләренең байтаҡ осорҙарын үҙ эсенә алған. Башҡорт ырыуҙары, шул эстән бөрйәндәр, киртләс-киртләс Урал - Ирәндек тауҙары арауығында, битләүҙәрендә, Урал йылғаһының үҙәненән алып ятҡан далаларында, төнъяҡҡа һәм көнсығышҡа ҡарай һуҙылған ҡарурмандарында борон-борондан йәшәгәндәр. Улар бер ҡасан да, бер ҡайҙан да күсеп килмәгәндәр, ә тәүтормош-община ҡоролошоноң таңынан башлап ошо төбәктәрҙе үҙ иткәндәр. Был турала “Урал батыр” эпосы бик яҡшы төшөндөрөп бирә. Шул уҡ ваҡытта боронғо халыҡтың бер өлөшө Урта Азия, Ҡара диңгеҙ ярҙарына күсеп китеп, бер-нисә быуын йәшәп, кире ҡайтыусылар ҙа, яңы урындарҙа ҡалыусылар ҙа булыуы риүәйәттәр аша билдәле. Фәнгә билдәле булыуыса, Көнъяҡ Уралда һинд-иран ҡәбиләләре, башҡортттарҙың боронғо башбабалары, боронғо ҡатламыбыҙ беҙҙең эра башында йәшәгәндәре һәм киткәндәре билдәле. Иран эпосы “Авеста” беҙҙең халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосы менән ауаздаш булыуы ошо турала һөйләмәйме икән? Иран эпосындағы Симург “Урал батыр”ҙағы Самрау ҡошто хәтерләтә. Ике әҫәрҙә лә хәл иткес ваҡиғалар һыу аҫтында бара. Был ерҙәргә төрки телле ҡәбиләләр, атап әйткәндә, һартайҙар, ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар, булғарҙар башҡорт ҡәбиләләре менән йәнәш йәшәйҙәр, ә 13-14 быуаттарҙа башҡорт ерҙәре монгол-татарҙар, нуғайҙар составында йәшәп ала. Күренеүенсә, башҡорттар этник яҡтан бик ҡатмарлы тарихи юл үткән, төрлө ҡәүемдәр, ырыуҙар ҡушылыуы - айырылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән халыҡ. Генетиктарҙың өр-яңы тикшеренеүҙәре Евразияла RIb Y хромосомаһының киң таралған булыуын билдәләй. Башҡорт халҡында ла булған был хромосома Көнбайыш Европаның күп халыҡтары, айырыуса франсуздар, инглиздар, ирландтар, басктар өсөн төп билдә икәне асыҡланған. Бер һүҙ менән әйткәндә, генетиктарҙың асышы шуны раҫлай: башҡорттар таш быуат заманында Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡая таштарына мамонт, бизондарҙың һүрәттәрен төшөргән кешеләрҙең туранан-тура быуыны, уларҙың заты. Шуға күрә улар үҙҙәре биләгән ошо ерҙәрҙең аҫабаһы һәм хужаһы булған. Бик боронғо ваҡытта, III мең йыллыҡ аҙағы - II мең йыллыҡтар башында Көнъяҡ Урал ерҙәрендә “Ар” исеме аҫтында эреле-ваҡлы ырыуҙар көн иткән. Улар үҙҙәрен арийҙәр тип атағандар. Арҡайым (Түңәрәк ҡала), Һынташ ҡалалары шул замандан ҡалған аманаттар. Ҡула (бронза) быуаты заманынан ҡалған ҡомартҡылар өс ҡат түңәрәк диуарҙар итеп төҙөлгән. Боронғо арийҙарҙың тоҡомдары савроматтар һәм сарматтар ҙа Башҡортостан тупрағында тарихи эҙҙәр ҡалдырған. Атаҡлы Филипповка ҡурғандары ла бөгөн бар донъяға билдәле. “Ҡырағай йәнлек” стилендә эшләнгән алтын биҙәүестәр, һауыт-һаба Көнъяҡ Уралда шул заманда йәшәгән боронғо кешеләр йәмғиәтенең мифтарын, донъяға ҡараштарын сағылдыра. Сармат-аландар ҙа башҡорт халҡының боронғо ата-бабаларының бер тармағы ул. Урта быуат баштарында уҡ башҡорттар Башҡортостанда төп халыҡ булып тамырланған милләт булараҡ таныла. Ғәрәптәр уны әл-Башҡорт, Европа тарихсылары - Баскардия, ҡытайҙар - Ба-шу-ки-ли тип атай. XII быуат географы ғәрәп әл-Иҙриси боронғо башҡорт илендә Ҡастра, Мастра, Ҡараҡыя, Гурхан, Нимъян исемле ҡалалар булыуын билдәләгән. Урта быуаттар дауамында славяндар шулай уҡ ырыу-ҡәбилә берләшмәләре булып йәшәп киләләр, һуңыраҡ кенәзлектәргә ойошоп ваҡ дәүләттәр формаһында йәшәй бирәләр. Батшалыҡтар дәүерендә генә ҡеүәтле рус дәүләте барлыҡҡа килә. Рус ерҙәрен киңәйтеү сәйәсәтен Иван Дүртенсе бигерәк уңышлы алып бара, Ҡазан, Әстрхан ханлыҡтарын бойһондора, башҡорт ҡәбиләләрен үҙенә ҡуша. Шулай итеп, XVI быуат уртаһында башҡорт ырыуҙары рус батшалығына ҡушылып хәҙерге көнгә тиклем Рәсәй составында ҡала килә. Батшалар дәүеренән иң һуңғы батша Николай Икенсе осорона бер аҙ күҙ һалып китәйек, шул ваҡытта рус һәм башҡорт тарихының бер өлөшө, капитализмдан социализмға күскән осоро минеңсә, асығыраҡ сағылыр һәм аңлайышлыраҡ булыр. 28.1. Николай Икенсе осоро
Һәр тарихи дәүер, ил үҫеше һәм уның сәйәси йүнәлеше һәм алға ынтылышы ниндәйҙер ил етәксеһенең шәхесенә, уның эшмәкәрлегенә, ҡайһы фирҡәлә тороуына бәйләнгән булыуы бәхәсһеҙ хәҡиҡәт. Сәйәсәт иҡдисадҡа ла туранан-тура йоғонто яһай, әлбиттә. Башҡортостан Рәсәй иленең бер өлөшө булғас, үҫеш йүнәлеше менән ҙур илдән бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. XIX-XX быуаттар аралығына күҙ һалһаҡ шулар күҙгә ташлана: Рәсәй башлыса крәҫтиәндәрҙән торған батшалыҡтарҙың береһе булған. Николай II батша булған осорҙа 1897 йылда халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Уның йомғаҡтары: Рәсәйҙә бөтәһе - 125,6 млн. кеше йәшәй, шул эстән 110 млн. (87%) крәҫтиән ауылда көн күрә. Ә 16 млн. (13%) кеше ҡалала йәшәй. Помещиктар һәм эре буржаазия ҡатламы дөйөм халыҡтың 2,5%-ын тәшкил иткән һәм улар батшалыҡтың төп терәге булған. XX быуат башы Рәсәй иле өсөн еңел булмай. Европа кисергән иҡдисади кризис бында ла күсә һәм ул иң тәүҙә халыҡ хужалығының металлургия, нефть һәм таш күмер табыу предприятиеләренә һуға. Артынса еңел сәнәғәт ауырлыҡҡа осрай, туҡымалар сығарыу, тимер юл төҙөү тармаҡтары күпкә ҡыҫҡара. 1900-1903 йылдарҙа ғына 3 000 сәнәғәт предрпиятиеләре ябыла, 200 мең эшсе эшһеҙ ҡала һәм аслыҡҡа дусар ителә. Ауыл хужалығы ла бөлә: 1901, 1902 йылдарҙа иген һәм башҡа культуралар үҫмәү арҡаһында ауылдарҙа аслыҡ, яланғаслыҡ башлана, 10 млн крәҫтиән аслыҡтан интегә. Улар аслыҡтан ҡасырға тырышып ҡалаларға эш эҙләп барырға, эш тапһа - бәләкәй генә эш хаҡына эшләргә мәжбүр булалар. Капиталист өсөн крәҫтиәндәрҙең ҡалаға ағылыуы ҙур табыш була, сөнки ризаһыҙлыҡ белдергән эшсене ҡыуып эштән сығарып, уның урынына крәҫтиәнде эшкә йәлеп итеү мөмкинлеге тыуа. Бындай иҡдисади кризис, әлбиттә, сәйәси ҡаршылыҡтарға, тора-бара революцион сығыштарға килтерә. Батшаны хәҙер бай ҡатламдан булған ҡайһы берәүҙәр маҡтаһа ла, ул илде аяҡҡа баҫтырыу, демократик юлға боролош яһау, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса бер-ниндәй ҙә ынтылыш яһамаған. Ошондай шарттар арҡаһында халыҡ ҙур ризаһыҙлыҡ белдереп революция юлына баҫа башлай. Артабанғы ваҡиғалар ошо әйтелгән фекергә туранан-тура дәлил булып торалар. Шулай итеп, XX быуат башында Рәсәйҙә болғаныштар башлана һәм илдә революциянан алда була торған ҡаршы торош, йәғни революцион хәл барлыҡҡа килеп, болғаныштар башлана. Улар 1905, 1917 йылғы революцияларға килтерә. Бөтә булған революцион сығыштар артабанғы тормошто яҡшыртыу, демократияны киңәйтеү маҡсатында башҡарыла. Революциялар, В.И. Ленин әйткәнсә, тыныс юл менән йәки ҡораллы көс ҡулланыу аша башҡарылыуы мөмкин. Рәсәй революцияларында ҡораллы көс ҡулланыу беренсе урынды ала. Шулай итеп, Рәсәйҙә батшалар идара иткән дәүер тамамлана һәм советтар хакимлек иткән дәүер башлана (1917-1993). Ул дәүер үҙе айырым шәхестәргә бәйләнгән бер-нисә осорҙан тора.
29. Совет власы дәүере Совет Россияһы, ә унан һуң Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) 1917-1991 йылдарҙа булған Евразиялағы иң ҙур ер биләгән дәүләт. СССР 1922 йылдың 30 декабрендә РСФСР (Рәсәй), УССР (Украина), БССР (Белорусия), ЗСФСР йәки Кавказ арты республикалары менән берләшеү арҡаһында килеп сыҡҡан дәү ил. Төрлө ваҡытта дүрттән алып ун алты союздаш республикаларҙан торған сәйәси-иҡдисади дәүләт берләшмәһе ул. Килешеү буйынса һәр союздаш республика үҙа аллы эш алып бара һәм теләгән ваҡытта СССР составынан сығып китеүгә хоҡуҡлы. Һәр союздаш республикалар үҙ эсендә автономиялы совет социалистик республикаларға, крайҙарға, өлкәләргә бүленә. Совет власы дәүеренең этаптары:
1917-1920 йылдар - революция һәм граждандар һуғышы; 1920-1930 йылдар - Яңы Экономик Политиканы тормошҡа ашырыу; 1930 - 1939 йылдар - cәнәғәтте аяҡа баҫтырыу, колхозлашыу, оборонаны нығытыу; 1939-1945 йылдар - Икенсе Бөтә донъя һуғышында ҡатнашыу; 1945- 1950 йылдар - Илде аяҡҡа баҫтырыу ваҡыты; 1950-1960 йылдар - “Һалҡын һуғыш” ваҡыты; 1970-1980 йылдар - СССР-ҙың стабилизациялы үҫеш ваҡыты; 1985-1991 йылдар - реформа һәм үҙгәрештәр ваҡыты, социалистик системаның юҡҡа сығыуы. Рәсәй өсөн иң ҡыйын йылдар булып граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡыттары була, сөнки тап ошо мәлдәрҙә Рәсәй социализмы яҙмышы, артабанғы йәшәйеше хәл ителә. Граждандар һуғышы осоронда аҡтар менән ҡыҙылдар араһындағы бәрелештәр күп емереклектәргә, массовый үлемдәргә дусар итә. Аслыҡ башланыуы халыҡтарҙың , бигерәк тә башҡорт милләтенең ҡырылышына килтерә. Социализм нигеҙҙәрен нығытып төҙөгән осорҙа саҡта Икенсе донъя һуғышы башлана. Ике йылдан һуң Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы тағы ла ҙур ауырлыҡтарға килтерә. Ябай халыҡтың тылдағы тырышлығы, Ҡыҙыл Армияның массовый батырлығы ғына үҙенә көслөрәк булған дошманды ҡыйратырға мөмкинлек бирә.
29.1. В.И. Ленин осоро
Совет власы дәүере 1917 йылғы Октябрь революцияһынан алып XX быуаттың туҡһанынсы йылдарын үҙ эсенә ала. Был дәүер эсендә СССР-ҙа тиҫтәләгән етәкселәр ил менән идара итә һәм һәр береһе үҙенсә реформалар үткәреүгә ынтыла. Совет дәүләтенең иң беренсе етәксеһе һәм социализм нигеҙҙәрен төҙөүсе Владимир Ильич Ульянов (Ленин). Владимир Ильичтың биографияһын, эшмәкәрлеген, үткән юлын яҙыусылар меңәрләп һәм тағы берҙе яҙыуҙың кәрәге бармы икән? Кәрәге барҙыр, тик ҡыҫҡаса ғына, сөнки һәр кем үҙе аңлағанса яҙа, фекер йөрөтә, уйлай, баһа бирә. Тарихта календарында - 1970 йылдың 22 апреле. Был көн башҡа көндәрҙән айырылмаған ғәҙәти көн. Сембер ҡалаһында йәшәүсе Илья Николаевич Ульяновтың ғаиләһендә тағы бер ир бала донъяға килә. Хатта ул да ошо ит йомғағының ҙурайып алып бөтә донъяға билдәле булған партия етәксеһе, революционер һәм юлбашсы, беренсе социалистик илдең етәксеһе һәм реформатор булырын күҙ алдына килтерә алмағандыр. Лениндың атаһы ла, әсәһе лә революционер түгелдәр, әсәһе Мария Александровна өй хужабикәһе, ә атаһы шул ваҡыттағы алдынғы ҡарашлы педагог: инспектор, ә һуңыраҡ Сембер губернияһы училищеләренең директоры. Ул - действительный статский советник, йәки генерал дәрәжәһендәге чиновник. Ғаилә хәлле йәшәһә лә бында беренсе урынға мәтди байлыҡ түгел, ә рухи байлыҡ, әхләҡи тәрбиә, әҙәплелек ҡуйыла. Ошондай тәрбиә, бигерәк тә етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшкә ынтылыу һәм уны ниндәйҙе бер юл менән хәл итеүҙе йәһәтләү Лениндың ағаһы Александрҙы ла революцион юлға баҫтырғандыр. Илья Николаевич мәғрифәтселек йүнәлешендә, халыҡ мәғарифын үҫтереү юлында хеҙмәт итә, ә балалары бер-бер артлы революцион юлға баҫалар. Ғаилә хужаһы һәм хужабикәһе балаларының яҡтыға, халыҡ тормошон ҡырҡа яҡшыртыуға булған ынтылыштарын, йәмғиәттәге тигеҙлек өсөн көрәш башлағандарын аңлағандармы икән? Күрәһең, аңлағандарҙыр, сөнки улар, ниндәй генә хәл булмаһын, балаларына терәк булырға тырышҡандар. “Террорист” тип ҡулға алынған Александр Ульянов 1887 йылдың 1 мартта үткәрелгән суд ултырышында былай тип сығыш яһай: “Среди русского народа всегда найдется десяток людей, которые настолько преданы своим идеям и настолько горячо чувствуют несчастье своей родины, что для них не составляет жертвы умереть за свое дело. Таких людей нельзя запугать чем-нибудь (36). Владимир Ульяновҡа 17 йәш. Был ваҡытта ағаһы Александр һәм апайы Анна төрмәлә тотола, Мария Александровна уларҙың хәлен нисектер яҡшыртып булмаҫмы, тигән уй менән Петербург урамдарын, төрмә ихаталарын тапай. Был ваҡытта Володя Ҡазан гимназияһында уҡып йөрөгән сағы. Бер көнө Владимирҙы гимназия директоры Ф.М. Керенский саҡыртып ала һәм: - “Причины благосостояния народной жизни” тип аталған иншаңды уҡып сыҡтым, унда ниндәй иҙелгән класс тураһында һүҙ бара, шуныһы бөтөнләй аңлашылмай, крәҫтиән, эшсе, дворян, помещик Хоҙай Тәғәлә ҡушҡанса йәшәй һәм йәшәйәсәк, - тип әйтеп үҙенең ризаһыҙлығын белдерә. Ул да үҙенең улы, А.Ф. Керенскийҙың революция тулҡындарында сайҡалып, министр, һуңыраҡ Ваҡытлы Хөкүмәт башлығы булып ултырыр, ә тиҙҙән Владимир Ульянов уны төшөрөп үҙе ил башлығы булып ултырыр, тип уйлап та бирмәгәндер, моғайын. Күп ваҡыт кешеләрҙең ынтылышына, тормош юлын һайлауына илдәге хәл-торош туранан-тура тәъҫир яһай шул. Александр Ульяновты төрмәгә ултыртыу һәм аҫыуға хөкөм итеү башҡа ғаилә ағзаларын революцион юлдан барыуҙы туҡтатыр, тип уйлайҙар язаға тарттырыуға хөкөм сығарыусылар, ләкин киреһенсә килеп сыға. Володя бына ғына Ҡазан университетына уҡырға ингән ваҡыты, шулай ҙа беренсе көндәрҙән башлап тиерлек уҡыусыларҙың сыуалыштарында әүҙем ҡатнашыусы йәш кеше. Язаға тарттырыу көттөрмәй тиҙ килеп етә, уны Кокушкино ауылына һөрәләр. Тағы тиҫтәләгән йылдар үтә. Социаль-демократ Ульяновты өс йылға Себергә, Шушенское ауылына һөргөнгә ебәрәләр. Тик һөргөн йылдары уны барған юлынан тайпылырға булышлыҡ итмәй, ә киреһенсә яңы көс йыйып, был баш китәрлек эште артабан дауам итергә тигән теләк унла нығындан-нығына, барасаҡ юл асығыраҡ сағыла юлбашсыға. Бында ул һәр уҡымышлы кешегә киң билдәле булған “Рәсәйҙә капитализмдың үҫеше “ тип аталған фундаменталь хеҙмәтен яҙып тамамлай. Тағы өс тиҫтә иҡдисади-сәйәси яҙмалар тап ошонда тыуа. Октябрь революцияһы В.И. Ленин исеме менән туранан-тура бәйле, ул ваҡытта Ленин хәл - тороштоң ҡыл өҫтөндә торған мәлендә бергә эш башҡарған партия етәкселәрен алға әйҙәй, сығыштың һуңлап ҡалыуы түңкәрелештең килеп сыҡмауына килтереүе мөмкин, тип һанай. Ул ваҡытта власть батшанан күскән власть байҙар ҡулында ҡаласаҡ һәм йәмғиәт тормошонда элекке тәртиптәр хөкөм һөрәсәк. Уйлап ҡараһаң, 1917-1924 йылдар, минең уйымса, беренсе социалистик ил етәксеһе булған В.И. Лениндың иң емешле эшмәкәрлеге осоро булып тора. Был дәүер бик ҡыҫҡа ғына аралыҡты үҙ эсенә ала, әлбиттә, шулай ҙа меңәр йылдар буйы хәл ителмәгән мәсьәләләр хәл ителә. Тағы шуны әйтергә кәрәк: Рәсәй социаль-демократик партияһы ағзалары, атап әйткәндә, (большевиктар) Февраль буржуаз-демократик революцияһы йомғаҡтары менән мөһәтһенмәй, батша власын помещиктар власы алмаштырҙы, тип һанай. Шуға күрә власты эшсе-крәҫтиәндәр вәкилдәренә яулап алыр өсөн Октябрь революцияһын тиҙләтеү өсөн бөтә көсөн һала. Февраль революцияһынан күпселек халыҡ киң демократик үҙгәрештәр көтә, ләкин көтөүҙәр бушҡа ғына була: властҡа батша урынына бер төркөм капиталистарҙан торған Ваҡытлыса хөкүмәт батша ваҡытындағы курстан һис тә тайпылмаҫҡа тырыша. Революцияны сәйәси фирҡәләр тыуҙырмай, улар уны йә тиҙләтергә, йә кисектерергә генә мөмкин. Революцияны башлаусы булып һәр ваҡыт иҙелгән ябай халыҡ тора, артабан партиялар йәки төркөмдәр уларҙы етәкләп көрәшкә ойоштора. Быға миҫал итеп Октябрь революцияһы көндәрен килтерергә була. 1917 йылдың көҙөндә Рәсәйҙә революцион кризис ҡырҡыулаша. Халыҡтың властҡа ҡаршы сығышы пролетариаты булған бөтә ҙур ҡалаларҙа көсәйгәндән көсәйә. Бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ, эшһеҙлек хөкөм һөрә. Март-апрель айҙары айҙары эсендә генә 800 завод һәм фабрика эшләүҙән туҡтай. Магазиндарҙа аҙыҡ-түлек һатыу наҡыҫлана бара, бигерәк тә икмәк етешмәй. Петроград, Мәскәү һәм башҡа эре ҡалаларҙа көнөнә бер тапҡыр һәр кешегә 200 грамм икмәк биреү ғәҙәти хәлгә әйләнә, уныһын да күп ваҡыт килтереп еткермәйҙәр. Аҙыҡ-түлек, башҡа әйберҙе баҙарҙан табырға була, ләкин хаҡы “ҡара” баҙарҙа иҫ китерлек кимәлгә күтәрелеп һатыла. Керенский хөкүмәтенең күпләп ҡағыҙ аҡсалар (керенка) эшләтеп таратыуы хәлде тағы ла ауырайта, аҡсаның үҙҡиммәте түбәнгә тәгәрәй. Һуғыштың дауам ителеүе бөтә халыҡтың теңкәһенә тейгән. Шул арҡала ҡалаларҙа стачкалар, забастовкалар артҡандан арта. Крәҫтиәндәр уяна, улар помещик ерҙәрен үҙ белдектәре менән тартып ала башлайҙар. Ауылдарға ебәрелгән язалау отрядтарының башлап йөрөүселәрҙе күпләп ҡулға алыуҙары, туҡмауҙары, ҡорал ҡулланыуҙары бер файҙа ла бирмәй: уға яуап итеп помещиктарҙың өйҙәре яндырылып күккә оса, ер өсөн талаш, һуғыш башлана, ҡайһы бер урында ҡаршы торош, талаш хатта үлтерештәр менән тамамлана. Массалар большевиктар яғына ауыша башлай. Петроград. 10 октябрь. Большевиктар партияның Үҙәк Комитеты йәшертен ултырышында Лениндың сығышын тыңлағандан һуң, тиҙ арала ҡораллы күтәрелеш башларға тигән ҡарар ҡабул итә. Тик Зиновьев менән Каменев был резолюцияға ҡаршы ҡул күтәрә. 16 октябрь. ҮК үҙенең ябыҡ ултырышында хәрби-революцион үҙәк ойоштора һәм ул ваҡытлыса Петроград хәрби-революцион комитет (ХРК) менән революцияны ойоштороп үткәреү өсөн берләшә. Хәрби-революцион комитет 75 губернияла эш алып барған 500 парторганизация менән бәйләнеш булдыра. Ә Петроградтың үҙендә революция яғында тороусы ҙур ғына көстәр тупланған була: бындағы ҡыҙыл гвардияла 40 меңдән ащыу ҡораллы эшсе туплана. Балтика флотындағы 80 мең матросы, “Аврора” крейсеры, “Заря свободы” линкоры, тағы йөҙләгән хәрби кораблдәр, Петроград гарнизонының революция яғына сыҡҡан 150 мең һалдат - бөтәһе лә хәрби сығышҡа әҙерләнеп сигнал көтәләр. 24 октябрь.Ҡораллы эшселәр һәм һалдаттар бер-бер артлы тимер юл вокзалын, үҙәк электростанцияны, телеграфты, телефон станцияһын, Дәләт банкын, министрҙарҙар урынлашҡан һарайҙы, буржуаз гәзит типографияһын, Невалағы бөтә күперҙәр баҫып алына, иң һуңынан Ҡышҡы һарай штурмлана, Ваҡытлы хөкүмәт ағзалары ҡулға алына. Улар араһында тик Керенский генә булмай, ул ҡасып өлгөрә һәм АҠШ посольствоһына һыйына. 25 октябрь хәрби-революцион комитет Ваҡытлы хөкүмәттең ҡолатылыуы, властың Петросовет ҡулына күсеүе тураһында иғлан итә. Ошо уҡ көндө кискеһен советтарҙың Икенсе бөтә Рәсәй съезы үткәрелә. Ул: - бөтә властың советтарға күсеүен раҫлай; - тыныслыҡ һәм ер тураһында декреттар (закон) ҡабул итә; - Халыҡ комиссарҙары Советы тип аталған беренсе совет хөкүмәтен һайлай һәм хөкүмәт башына В.И. Ленинды тәғәйенләй. Октябрь революцияһынан һуң бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошоға тиклем илдә хәл ителмәгән байтаҡ эштәр тормошҡа ашырыла. • Йәмғиәттә йәшәп килгән кластарға бүленеште юҡҡа сығара; • Империалистик һуғыштан ҡотолоу сараһын күрә; • Бөтә илдә советтар власы урынлаштыра; • Социалистик экономика булдырыуға юл яра, халыҡтың наҙанлығын бөтөрөү эшен башлай; • Яңы политик системаны булдыра, ябай халыҡ вәкилдәренән торған хөкүмәт һәм Ҡыҙыл Армия, Флот ойоштора һәм граждандар һуғышында еңеү яулай; • Рәсәй халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға, илде электрификациялауға ҡыҙыу тотона; • Күрше илдәр менән килешеп СССР тип аталған дәү ил төҙөргә өлгәшә; • Илде индустриализациялаштырыу һәм ауыл хужалығын коллективләштереүгә ҡарай курс тота; • РСФСР, СССР конституцияларын ҡабул итә һәм сәйәси тормошто шуның нормалары буйынса алып барыла башлай; Ләкин илдә тыныс тормош оҙаҡҡа бармай, 1918 йылдың яҙында йәш Совет Республикаһына ҡаршы хәрби интервеция башлана, уларға контрреволюционерҙар ҡушыла. Рәсәйҙә оҙайлы граждандар һуғышы башлана. Был һуғышты совет власы шулай уҡ еңеү менән тамамлай, Колчак, Деникин, Юденич, Врангель армиялары тар-мар ителә. Был еңеүҙәр хөкүмәт башлығының әрһеҙлеге, халыҡтың советтарҙы үҙ итеүе арҡаһында килә. Лениндың әрһеҙлеге, ябайлылығы тураһында яҙылған китаптар күп, шуларҙың береһе тиҫтәгә яҡын яҙыусыларҙың иҫтәлектәренән торған “Уляновтар ғаиләһе” тигән китапта бик асыҡ сағылған (33). Рәсәйҙе электрификациялау, Яңы экономик политика аша илде аяҡҡа баҫтырыу, кооперацияға һәм коллектив хужалыҡтарға күсеү, мәҙәни революция аша наҙанлыҡты бөтөрөү, Советтар Союзын (СССР) төҙөү - бөтәһе лә В.И. Ленин етәкселеге аҫтында башҡарыла. Ләкин юлбашсының һаулығы ҡаҡшау арҡаһында ул уйлаған эштәрен башҡарып бөтөрә алмай. 1924 йылдың 21 ғинуарында В.И. Ленин вафат була. Илде етәкләү эше И. В. Сталинға тапшырыла.
29.2. И.В. Сталин осоро
Был осорҙо берәүҙәр ыңғай яҡтан иҫкә алһа, икенселәр етешһеҙлектәрен һанау менән булыша. Төп етешһеҙлектәрҙең береһе итеп кулактарҙы һөрөү һәм “халыҡ дошмандары”на ҡаты язалар биреү һанала. Бөтә дәүләттәрҙә лә һәр дәүләт ҡоролошоноң эсендә йәшәүселәрҙең 5-10%-ы ил етәкселәре үткәргән сәйәсәтте хупламай, ҡайһы берҙәре террор, ҡорал көсө менән ҡаршы сыға. Утыҙынсы йылдарҙа кулактар совет активистарын юҡ итеү юлына баҫып, уларға ҡарата ҡатыраҡ булған закондарҙы ҡулланырға дәүләтте мәжбүр итәләр. Был осорҙа органдарҙың артыҡ ныҡ тырышыуы арҡаһында күп кенә ғәйепһеҙ граждандар нигеҙһеҙ рәүештә яуапҡа һәм язаға тарттырыла. Икенсе яҡтан илдә социализм нигеҙҙәрен төҙөү, социалистик индустриализация юлына баҫыу (1926-1929 йй.), ауыл хужалығын коллективлаштырыу һәм колхоз системаһын барлыҡҡа килтереп уны артабан нығытыу (1929-1932 йй.), шулай уҡ социалистик реконструкцияны тамамлау (1933-1937 йй.) 1-се һәм 2-се биш йыллыҡтар дауамында тормошҡа ашырыла. Тышҡы политикала Советтар Союзы тыныс шарттарҙа һыйышып йәшәү, коллектив именлек сәйәсәтен үткәрергә тырыша. Тырышлыҡ үҙ емешен бирә, СССР АҠШ менән дипломатик мөнәсәбәт булдыра, Франция, Чехословакия, Монголия Халыҡ Республикаһы, Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән дуҫ йәшәү һәм бер-береңә ярҙам итеү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Беҙҙең илде Милләттәр Лигаһына ағза итеп алалар. Ләкин артабан да тыныс йәшәргә мөмкинлек булмай, утыҙынсы йылдарҙа Европала бер-бер артлы һуғыш усаҡтары ҡабына. Фашистик Германия, Италия, Япония “Берлин - Рим - Токио” исемле хәрби блок булдырып, Евразия майҙанындағы илдәргә ҡаршы һуғыш башлау, уларҙы карта биттәренән бөтөнләйгә юҡ итеү юлына баҫалар. Сталин бындай шарттарҙа фашизмға ҡаршы бергәләп торорҙай илдәр менән мөнәсәбәткә инергә тырыша, АҠШ, Англия, Франция менән антифашистик блок төҙөүгә ынтылып ҡарай, ләкин бөтә тырышыуҙар бушҡа ғына була. Капиталистик илдәр нисек булһа ла Германия менән СССР-ҙы һуғыштырып ике көслө илдең хәрби һәм иҡдисади хәлен бөтөрөүҙе маҡсат итеп ҡуялар һәм тора-бирә үҙ маҡсаттарына ирешәләр. 1935 йылда Европала һуғыш усағы дөрләй башлай, фашистик Италия Африка континентында урынлашҡан Эфиопияны баҫып ала. 1936 йылда Испанияла граждандар һуғышы башланып китә. Башында генерал Франко торған был илдең фашистары законлы хөкүмәтте ҡолатыуҙы, фашистик режим индереүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Франкоға ҡорал менән Германия һәм Италия ярҙам итә, уларҙың самолеттары Испан ҡалалрын утҡа тота. Испан халҡына тик СССР ярҙамға килә, тик был көрәш 1939 йылда фашистарҙың еңеүе менән тамамлана. 1937 йылда Япония Ҡытай Халыҡ Республикаһы ерҙәренә баҫып инә. Тағы СССР ярҙамға килә, Ҡытайға кәрәкле һуғыш ҡоралдары, яғыулыҡ, самолеттар ебәрә, аҡса менән ярҙам итә. Был ваҡытта алдынғы капиталистик илдәр Японияны артабан ҡотортоп Совет иленә һуғыш башлатыу яғында эш алып баралар. Икенсе донъя һуғышын ойоштороусыларҙың йәшертен пландары, уйҙары И.Д. Овсяныйҙың “Тайна, в которой война рождалась” тип аталған китабында бик аныҡ итеп күрһәтелгән. Китап авторы яҙыуынса, Германия Польшаға ҡаршы һуғыш асҡан көндәрҙә Франция һәм Англия Польшаға хәрби ярҙам күрһәтһә - артабан Икенсе донъя һуғышы, бәлки, тоҡанып һәм артабан тирә-яҡҡа йәйелеп китмәҫ ине (37). Фашистик Германия Польша еренә баҫып ингәндән һуң Совет хөкүмәте һуғыштың артабан дауам итеүе ҡотолғоһоҙ икәнен аңлап, үҙенең именлеген нығытыу буйынса ҡәтғи саралар күрә. Польша эсендә йәшәгән украин һәм белорус халҡын ҡурсылау маҡсатында улар йәшәгән ерҙәргә илебеҙ етәкселеге Ҡыҙыл Армияны индерә һәм был ерҙәрҙе Украина һәм Белоруссияға кире ҡайтара. Бессарабия ерҙәрен кире Молдавияға тапшыра. Латвия, Литва, Эстония менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм ярҙам итешеү буйынса килешеүҙәр төҙөй. Балтика буйы халыҡтары үҙҙәрендә Совет власы индереүҙе хуп күрәләр һәм был уйҙы тыныс шарттарҙа тормошҡа ашыралар. Шулай итеп, СССР 15 союздаш республикаларҙан торған бөйөк илгә әүерелә, уның сиктәре көнбайышҡа ҡарай 300-350 саҡрымға киңәйә. Ә Европала һуғыш артабан дауам итә. 1940 йылдың йәйенә ҡарай Гитлер Германияһы Дания, Норвегия, Бельгия, Нидерланды, Люксембургты баҫып ала, франсуз армияһының төп көстәрен тар-мар итә һәм унда фашистик тәртип урынлаштыра. Тиҙҙән ул СССР-ға ҡаршы һуғыш башлаясағын ул ваҡытта аңғармаған кеше булмағандыр. Илдең оборонаһын нығытыуҙа экономика торошо хәл иткес роль уйнай. Был йүнәлештә Советтар Союзы әүҙем эш алып бара. Һуғыштан алдағы йылдарҙа 3 000 сәнәғәт предприятиелары һәм заводтар сафҡа индерелә. Беренсе һәм икенсе биш йыллыҡтар осоронда сәнәғәт үҙәктәре булған 500 яңы ҡалалар барлыҡҡа килә. Магнитогорск, Березники, Электорсталь, Комсомольск-на-Амуре, Игарка, Караганда - тап шундайҙар иҫәбендә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Сталин ил яҙмышында хәл иткес роль уйнай, әлбиттә. Бындай ауыр көндәрҙә бөтә хәрби һәм хәрби булмаған идара уның ҡулына тапшырыла. Һуғыштың беренсе көндәренән үк Дәүләт оборона Комитеты булдырыла һәм уның етәксеһе итеп Сталин күрһәтелә. Идара итеүҙә ниндәйҙер етешһеҙлектәр булған хәлдә лә еңеү өсөн эшләнгән бөтә эштәр хәрби һәм тыныс тормошта килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе, минеңсә, бер-ни тиклем аҡлай. Беренсе көндәрҙә Ҡыҙыл Армия өсөн Бөйөк Ватан һуғышының хәрәкәте ниндәй ауыр шарттарҙа барғанлығы һәр кемгә мәғлүм. Брест крепосы ҡырҡ көн буйына ҡамауҙа ҡалған көйө дошманға бирелмәйенсә һуғыш алып бара. Смоленск өсөн барған алыштарҙа үҙәк йүнәлештә Мәскәүгә ынтылған немец-фашистарының алға барыуы ҡаты ҡаршылыҡ арҡаһында ике айға туҡталып тора. Көнъяҡта Одесса ҡалаһы ике ай ярым ваҡыт дауамында батырҙарса алыша. Төнъяҡ йүнәлештә фашистар Ленинградты алырға ынтылалар, ләкин уларҙың был теләктәре тормошҡа ашмай. Блокада эсендә ҡалған Ленинград 900 көн буйына батырҙарса ҡаршы тора һәм фашистарҙы ҡыуып ебәргән кәнгә тиклем һуғышты дауам итә. Көнъяҡ йүнәлештә дошман Киевты ҡулға төшөрә, Ҡырымды баҫып ала һәм Севастополгә ынтыла. Үҙәк йүнәлештә Смоленск аша дошман көҙгә ҡарай Мәскәүгә яҡынлай. Октябрь уртаһында, ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, ул Вязьма, Можайск, Калинин, Тула ҡалаларын баҫып ала. Ноябрь айында Мәскәүҙе ҡулға төшөшөрү өсөн дошман бер-нисә һөжүм ойоштора, Клин, Солнечногорск ҡалаларын ала, ләкин Мәскәүҙе алырға көсөнән килмәй. Башҡаланы һаҡлап һуғышҡан дивизиялар, шулар араһында генерал Панфилов дивизияһы үлемесле һуғыш алып баралар, сигенмәйҙәр. Дошман Мәскәүҙән 20-25 саҡрымда артабан алға бара алмай туҡтай. Ҡыҙыл Армияға Мәскәү халҡы ярҙамға килә, мылтыҡ тота алған граждандар ополчение ғәскәрҙәре төҙөп фронтта совет ғәскәрҙәре менән иңгә-иң терәп алышалар. Ҡалғандары хәрби нығытмалар төҙөүгә сыға. Мәскәү тирәһендә хәрәкәт иткән, күбеһе комсомолецтарҙан торған партизан отрядтары көрәште әүҙем алып бара: гитлеровсыларҙы юҡ итәләр, күпер, тимер юл, хәрби складтарҙы яндыралар. Партизан отрядында булған Зоя Космодемьянская, Лиза Чайкина, Саша Чекалин дошман менән алышҡанда батырҙарса һәләк булалар. Сталиндың ҡушыуы буйынса 7 ноябрь көнө Ҡыҙыл Майҙанда совет ғәскәрҙәренең сираттағы парады үткәрелә. Парад үткәреү барыһына ла ыңғай тәъҫир яһай, дошманды тиҙ арал еңеүгә ышанысты арттыра, рухи көс өҫтәй. 1941 йыл, 6 декабрь. Ҡыҙыл Армия контрһөжүмгә күсә һәм дошманды Мәскәү тирәһенән 200-250 саҡрымдай алыҫлыҡҡа ҡыуып ебәрә. 1942 йылдың йәйендә дошман Сталинградҡа уҡтала. Фельдмаршал Ф. Паулюс етәкселегендәге 18 дошман дивизияһы ҡаты һуғыштарҙа Волгаға сыға, ләкин ҡаланы ҡулға төшөрә алмай. Ҡаланы һаҡлаусы 62-се армия (В.И. Чуйков), 64-се армия (М.С. Шумилов) ҡаланы йән тәслим һаҡлайҙар. Ҡала өсөн һуғыш 140 көн дауамында туҡтамайынса бара. Ниһәйәт, беҙҙең өс фронт контрһөжүмгә күсеп, 330 мең һалдат һәм офицерҙан торған 22 фашист дивизияһын ҡулсаға ала һәм улар 1943 йылдың 2 февралендә капитуляция актына ҡул ҡуйып ҡаршылашыуҙы туҡтаталар. 1943 йылдың ҡышҡы айҙарында совет ғәскәрҙәре алға табан хәрәкәт итеп, Ленинград блокадаһын өҙә, Кавказда Краснодарҙы һәм башҡа ҡалаларҙы, шулай уҡ Ростов, Луганск, Курс, Воронеж өлкәләрен тулыһынса азат итәләр. Был осорҙа Чернушки ауылы янында дошман амбразураһын үҙ тәне менән ҡаплап батырҙарса һәләк булған Александр Матросовтың исеме бөтә фронттарҙа билдәле була. 1943 йылдағы йәй айҙарында барған алыштарҙан иң ҡатыһы, күрәһең, Курск дуғаһындағы һуғыш булғандыр. Немец илбаҫарҙары бында 257 дивизия туплап, ҡеүәтле “Тигр” һәм “Пантера” танктарын, үҙйөрөшлө“Фердинант” пушкаларын күпләп ҡулланып, совет ғәскәрҙәрен уратып алырға ынтылалар һәм ошо маҡсатта 5 июль көнө ҡеүәтле һөжүм башлайҙар, ләкин ул барып сыҡмай. Совет ғәскәре фронт һыҙығын ныҡлы тота, ҡыҫҡа ғына арала дошмандың 30 дивизияһын юҡҡа сығара, 650 самолетын, 1500 танкыһын һуҙып һала һәм дошманының хәлен бөтөргәндән һуң, контрһөжүмгә күсә. Орел, Белгород, Харьков ҡалаларын азат итә, Донбасс, Украинаның бер өлөшөн фашистарҙан таҙартып Днепрға барып текәлә. Уны кискәндән һуң Киевты ҡулға төшөрә һәм артабан Европаны азат итеү башлана. 1944 йылдың авгусында - Румыния һәм Чехословакия, сентябрҙә - Болгария, октябрҙә - Венгрия, ноябрҙә - Югославия азат ителә. 1945 йылда Совет Армияһы Балтиканан Карпатҡа тиклем аралыҡта алға ынтылып, Силезия һәм Көнсығыш Пруссия ерҙәренә барып инә. Артабанғы алыш фашистарҙың ояһы булған Берлинды баҫып алыу өсөн башлана. 25 апрель. Эльба йылғаһы ярҙарында Совет ғәскәре көнбайыштан берлингә ынтылыусы Америка ғәскәре менән осраша. 30 апрель. Совет ғәскәре Берлингә инә, рейхстаг штурмлана. 2 май.Берлин гарнизоны ҡаршылашыуҙы туҡтата, 300 мең немец-фашист һалдаты әсиргә бирелә. 8 май.Германияның хәрби етәкселәре капитуляция актына ҡул ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы Ҡыҙыл Армияның тулыһынса еңеүе менән тамамлана. Германия капитуляцияһынан һуң совет хөкүмәте һуғыш хәлендә торған Японияға ҡаршы һуғыш аса, самурайҙар Ҡыҙыл Армия ҡыҫымына ҡаршы тора алмайҙар, шул арҡала Япондар хөкүмәте капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Ошо ваҡиғалар тураһында һүҙ алып барған Юрий Мухин үҙенең китабында Сталинды илдең ысын һәм ышаныслы хужаһы тип таный (38). Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бөтә көс емерелгән ауыл-ҡалаларҙы, халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға йүнәлтелә: Днепрогэс, “Азовсталь”, Харьков трактор заводы кеүек эре 6200 предприятие яңынан сафҡа инә. 1952 йылдың октябрендә партияның XIX cъезы булып үтә. Съезд партия ҮК-ының отчетын тыңлаған һуң партияның ВКП(б) атамаһын КПСС- ҡа үҙгәртеү, биш йыллыҡ план ҡабул итеү (1951-1955), илде артабан электрификациялау, бер-нисә электростанция төҙөү, техник прогресҡа юл асыу буйынса ҡарарҙар ҡабул итә. Съездан һуң күп тә үтмәй, 1953 йылдың 5 мартында, КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары, СССР Министрҙар Советы председателе Иосиф Виссарионович Сталин вафат була. Шулай итеп, совет власы дәүеренең тағы бер осоро үтеп китә. Ярты йылдан һуң, сентябрь айында КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп Н.С. Хрущев һайлана.
29.3. Н.С. Хрущев осоро
Сталин вафатынан һуң Берияға юғары власты бирмәҫ өсөн Н.С.Хрущев, Маленков һәм уның яҡлылар менән берләшә, һөҙөмтәлә Хрущев КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Был төркөм үҙенең эшен политик тотҡондарҙы реабилитациялауҙан башлай. КПСС-тың XX съезында Хрущев, илдең яңы хужаһы булараҡ, Сталиндың сәйәсәтен критикалай, шәхес культы булдырыуҙа ғәйепләй. Шунда уҡ ул социализм менән капитализм араһындағы көрәш ҡырҡыулығы кәмей барып, улар араһындағы ҡаршы торош бөтөнләй юҡҡа сығыуы мөмкин тигән тезисты алға һөрә. Ул АҠШ менән мөнәсәбәтте яйға һалыуға өлгәшә, шуға был халыҡ ара тышҡы сәйәсәттә “мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу осоро” тип тә атайҙар. Ауыл хужалығында иген уңышын ҡырҡа күтәреү маҡсатында буш ятҡан сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе һөрөү (1954-1056 йй.) башлана. Колхоздарға, совхоздарға күпләп кукуруз үҫтереүгә ҡушыла. Никита Сергеевич колхозсыларға хеҙмәте өсөн аҡсалата түләү тәртибен индерҙе. Был курс колхоздарҙың базаһын артабан нығытыуға йүнәлтелгән була. Бер ваҡиға иҫтә ҡалған: был заманда ашханаларҙа туҡланғандар алған икмәк телемдәре өсөн аҡса түләмәй башлағайнылар. Уның биографияһы совет осорондағы башҡа етәкселәрҙең яҙмышы һәм үткән юлына оҡшаш. Никита Сергеевич Хрущев 1894 йылда Курск губернияһының Ольховск волосындағы Калиновка ауылында тыуа. Атаһы - Сергей Никонорович - шахтер, әсәһе - Ксения Ивановна - өй хужабикәһе була. Ғаиләлә ике бала Ирина һәм Никита ғына. Малайҙың бала сағы ҡәҙимгесә бара: ҡышҡыһын мәктәпкә йөрөй, йәйгеһен көтөү көтә. Бәләкәйҙән үк тиҫтерҙәренән әрһеҙлеге менән айырылып тора. Шахтер булып эшләп йөрөгән сағында, 1914 йылда фронтҡа саҡырыла, унда большевиктар партияһына инә. Тағы ла уға граждандар һуғышында ҡатнашырға тура килә: Ҡыҙыл гвардия отряды командиры булараҡ Царицын фронтында әрһеҙлеген күрһәтә, тиҙҙән батальон политкомиссары булып китә, унан һуң Кубань армияһының политбүлек инструкторы булып хеҙмәт итә. Граждандар һуғышы тамамланғас та Рутченков руднигында управляющий урынбаҫары булып эшләй. Ошо ваҡытта Дон техникумының рабфак бүлегенә уҡырға инеп, техникумдың партия комитеты секретары эшен башҡара, йәш кеше шунда буласаҡ ҡатыны Нина Кухарчук менән таныша. Артабанғы яҙмышы уны Мәскәүгә ташлай. Ул бында Промакадемияға уҡырға инә һәм шунда партия комитеты секретары булып һайлана һәм бик тиҙ үрләй: ВКП(б)-ның Бауман райкомының беренсе секретары, Мәскәү ҡала комитетының икенсе, шунан беренсе секретары. Мәскәү ҡалаһының һәм өлкәһенең беренсе секретары булараҡ, ул “тройка” составына ингән, әлбиттә, ләкин атыуға хөкөм ителгән ҡарарҙарҙа уның ҡултамғаһы юҡлығын биографтары һыҙыҡ аҫтына алып яҙалар. 1938 йылда Никита Сергеевич Украина компартияһының беренсе секретары булып, шулай уҡ партия Үҙәк Комитеты ағзаһы булып һайлана. Тап ошо ваҡытта ул “халыҡ дошмандары”н табып язаға тарттырыуҙа әүҙемләшә, уның тырышлығы менән Украинала 150 мең партия ағзаһы ҡулға алына һәм ултыртыла. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Хрущев бер-нисә фронт советы ағзаһы була. Беҙҙең армияның артҡа сигенеү осоронда ул, хәрби-политик етәкселәрҙең береһе булараҡ, Сталин һәм Дәүләт Оборона Комитеты алдында әллә ни абруй ҡаҙана алмай, киреһенсә күберәк критикаға эләгә. Шулай ҙа һуғышты генерал-лейтенант дәрәжәһендә тамамлай. Һуғыштан һуңғы йылдарҙарҙа ул тағы Украина Министрҙар Советы председателе вазифаһын башҡара, ә 1949 йылдан башлап Мәскәү өлкәһе һәм ҡала комитетының беренсе секретары, КПСС ҮК ағзаһы. Сталин үлгән көнө СССР юғары Советы, КПСС ҮК, СССР Министрҙар Советының берлектәге ултырышында ваҡытлыса партия етәкләү эше уға тапшырыла. Берия һәм уның яҡлылар был ҡарарға ҡаршы сығалар. Бәлки, шуғалыр Хрущев Берияны бөтә постарынан бушатып ҡулға алыу һәм уны язалау эшендә башлаусы булып йөрөй. Был эште аҙағына алып барып еткереү өсөн ул бик тырыша. 1953 йылдың сентябрендә Никита Сергеевич Хрущев КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Һуңыраҡ уға СССР Министрҙар Советы председателе вазифаһын да йәкмәтәләр. Уның инициативаһы арҡаһында Ҡырым өлкәһе һәм Севастополь ҡалаһы СССР Юғары Советы ҡарары нигеҙендә Украина ҡарамағына күсерелә. Был мәсьәлә референдумға ҡуйылмаған, шуға күрә күп кенә сәйәсмәндәр уны СССР конституцияһы положениеләрен боҙоу тип һанай. XX съезда Хрущев Сталиндың шәхес культы һәм репрессия тураһында доклад менән сығыш яһай. Был мәғлүмәт илде икегә бүлә: сталинсылар һәм антисталинсылар төркөмө барлыҡҡа килә. Уның инициативаһы менән мәғариф реформаһы үткәрелә, дөйөм белем биреү мәкәптәре политехник мәктәптәр тип иғлан ителә һәм мәктәптәргә төрлө һөнәр алып сығырға мөмкинлектәр асыла. Ауыл хужалығындағы реформа ҡалаларҙа, эшсе ҡасабаларҙа мал аҫырауҙы тыйыу, ауылдарҙа кәзә малын бөтөрөү, райондарҙы, колхоздарҙы эреләтеү, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкә комитеттары булдырыу, күпләп кукуруз сәсеү менән шөғөлләнеүҙән ғибәрәт була. Һуңыраҡ был реформаларҙы үткәреү туҡтатыла һәм ғәмәлдән сығарыла. Н.С. Хрущев Ҡырымда ял иткән осорҙа 1964 йылғы октябрь пленумы уны “һаулығы ҡаҡшау сәбәпле” бөтә постарҙан бушата һәм пенсияға оҙата. 1971 йылдың 11 сентябрендә вафат була.
29.4. Л.И. Брежнев осоро
Леонид Ильич Брежнев (1886-1975) Украинаның Екатеринослав губернияһының Каменск ҡалаһында тыуып үҫкән. 1915 йылда ул ҡаланың классик гимназияһына уҡырға инә һәм 1921 йылда тамамлай. Курск май заводына эшкә урынлаша, шунда комсомолға инә. 1923-1927 йылдарҙа ер-мелиоратив техникумында уҡый, уны тамамлағас та Виктория Денисоваға өйләнә һәм ер үлсәүсе булып Курск губернияһында, Белоруссияла эшләп ала. Бер йылдан һуң Урал өлкәһенә ебәрелә, унда Бисерт район башҡарма комитетының ер бүлеге мөдире, өлкә ер бүлеге мөдиренең урынбаҫары булып эшләй. Өс йыл эшләп алғандан һуң, Калинин исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтына уҡырға инә, 1930 йылда Днепродзержинск металлургия институтына үҙ теләге менән уҡырға күсеп, инженер һөнәрен алып сыға. 1935-1936 йылдарҙа Л.И. Брежнев армияла танк ротаһында хеҙмәт итә: курсант, лейтенант дәрәжәһе алғас рота политругы булып хеҙмәтен дауам итә. Армиянан һуң Днепродзержинск металлургия техникумында директор, Днепровск металлургия заводында инженер, Днепропетровск өлкә комитетында бүлек мөдире, өлкә комитет секретары булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Брежнев Армияның политик бүлектәрендә хеҙмәт итә, Кавказ фронтында 18-се Армияның политбүлек етәксеһе, шунан Көнъяҡ фронты политбүлеге етәксеһе урынбаҫары була. 1942 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, шул саҡта уға полковник дәрәжәһе бирелә. Новороссийскийҙы фашистарҙан таҙартыу уңайы менән беренсе дәрәжә “Ватан һуғышы” орденына лайыҡ була. Ә генерал-майор дәрәжәһен Леонид Ильичҡа 1944 йылдың ноябрендә бирәләр. Һуғыштан һуң Н.С. Хрущев тәҡдиме менән Запорожье өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлана, экономиканы, заводтарҙы, ауыл-ҡалаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнаша. “Запорожсталь” металлургия заводын ҡыҫҡа срокта сафҡа индергән өсөн Брежнев Ленин ордены менән наградлана. 1947-1950 йылдарҙа Днепропетровск өлкә комитетында беренсе секретарь, унан һуң Молдавия Үҙәк Комитетында беренсе секретарь булып эшләй. Сталин осоронда уҡ КПСС ҮК секретары һәм ағзаһы итеп һайлана. Сталин вафатынан һуң Брежнев Үҙәк Комитеттағы эштәренән азат ителеп Хәрби Диңгеҙ министрлығының политик бүлек башлығы итеп тәғәйенләнә. Һуңғараҡ, 1954 йылда Хрущев уны Ҡаҙаҡстанға ебәрә, унда Леонид Ильич республика компартияһының Үҙәк Комитетында икенсе, шунан беренсе секретары вазифаһында була. Байконур космодромы төҙөп тапшырыуҙа әүҙем ҡатнаша, старт комплекстарының төҙөлөш барышын инспекциялай. 1960 йылдан башлап СССР Юғары Советы президиумы председателе итеп күсерелә. Шул уҡ ваҡытта КПСС ҮК-ы секретары вазифаларын үтәй. 1964 йылдың октябрендә ҮК-ың октябрь пленумы Хрущевтың вазифаларынан бушатыуҙы һорап яҙған ғаризаһын ҡәнәғәтләндерә һәм шунда уҡ Брежневты КПСС ҮК-ның беренсе секретары итеп һайлай. 1969 йылдың башында Совет Армияһы лейтенанты Виктор Ильин Л.И. Брежневты юҡ итеү маҡсатында ынтылыш яһап ҡарай. Ул хәл былай килеп сыға: 22 ғинуар көнө Мәскәүҙә “Союз - 5” космик экипаждарын ҡаршы алыуға арналған тантана үткәрелә. Шул ваҡытта генеральный секретарь үтергә тейеш булған маршрут ситенә Ильин урынлаша. Бының өсөн ул милиция формаһын кейеп ала һәм машинаны күргәндән һуң яҡыныраҡ килеп, ике пистолеттан төбәп ут аса. Шофер шунда уҡ үлә, ә артҡы ултырғыста ултырған космонавтар Леонов, Николаев, Терешкова, Береговой тере ҡала. Баҡһаң, был машинала ил башлығы булмаған икән, ә икенсе машинала икенсе маршрут буйынса киткән була. Был машинаны оҙатып йөрөүсе һаҡсы атып тороусы әҙәмде күреп ҡалып, мотоциклын уға ҡарай бора һәм уны тапап аяғынан йығып ҡаты яралай. Ильин тотола һәм психик больницаға ябыла. Брежнев ваҡытын ҡайһы бер сәйәсмәндәр “Торғонсолоҡ” осоро тип атаһалар ҙа, был осорҙа хәрби-сәнәғәт йүнәлешен артабан үҫтереүгә иғтибар бирелә, бюджетттан байтаҡ ҡына аҡса хәрби комплексты нығытыуға бүленә. Ләкин совет экономикаһы алға китеүҙән яйлап-яйлап туҡтай бара, сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫеш темптары күҙгә күренеп әкренәйә. Был хәл артабан экономик кризисҡа килтерә. Был осорҙа яңы СССР конституцияһы ҡабул ителә, был төп документта халыҡ власын киңәйтеү тураһында һүҙ бара, ләкин шул уҡ ваҡытта бюрократик аппарат артҡандан-арта, коррупция сәскә ата. Икенсе яҡтан, космонавтикаға ҙур иғтибар бүленә, шул арҡала беҙҙең космонавт беренсе тапҡыр асыҡ космосҡа сығып, бөтә донъя масштабында ҙур сенсация яһай. Өсөнсө яҡтан, йәшәп килгән тәртиптәргә ҡаршы сыҡҡандар репрессияға эләгеп торалар, бар ерҙә лә цензура булдырыла Тышҡы сәйәсәттәге йүнәлеште “һыйышып һәм тыныс йәшәүгә ынтылыу” тип атаһаҡ - яңылыш булмаҫтыр. КПСС Үҙәк Комитеты генеральный секретары Л.И. Брежнев Англия һәм АҠШ менән ядро, бактериологик ҡоралды сикләү, космос киңлектәрен хәрби маҡсаттарҙа файҙаланыуҙан тыйылыу тураһында бер-нисә килешеү төҙөүгә өлгәшә. Египет, Һиндостан, Ирак, Суриә илдәре менән хеҙмәттәшлек һәм бер-береңә иҡдисади ярҙам күрһәтеү буйынса килешеүҙәр төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта совет һалдаттары Чехословакияға (1968), Афғанстанға (1979) индерелә. Был хәл-ваҡиғалар беҙҙең илдең абруйын халыҡ-ара аренала ныҡ ҡаҡшата. Етмешенсе йылдарҙа уның шәхес культы башлана ти һанала.Ул СССР-ҙа берҙән-бер биш герой исемен алған юғарыла торған етәксе: Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы. Ул шулай уҡ Еңеү ордены” кавалеры, бөтә социалистик илдәрҙең Африканың, Латин Америкаһының юғары һаналған ордендары кавалеры. Етәкселектең һуңғы йылдарында йыш ауырый. 1982 йылдың 7 ноябрендә ул Ҡыҙыл майҙанда парад ҡабул итә. Бында оҙайлы ғына ваҡыт торорға тура килә һәм ил етәксеһе һыуыҡ тейҙерә. Ике көндән һуң ул вафат була. Леонид Ильич Брежнев өс китап яҙа: “Малая земля”, “Возрождение”, “Целина.” Шул иҫтә ҡалған: ул китаптарҙы политик уҡыуҙарҙа һәм түңәрәктәрҙә өйрәнеү мотлаҡ була торғайны. Был китаптарҙы Брежневтан һөйләтеп яҙыусы Михаил Шолохов яҙған һәм редакторлаған тигән версия ла һаман йәшәп килә.
29.5. Ю.В. Андропов осоро
Брежневтан киткәндән һуң Политбюро иң юғары ил посына Юрий Владимирович Андроповты тәҡдим итә, сөнки унан да ҡулайыраҡ кандидат булмай, күрәһең, ул ваҡытта. Был осорҙа Политбюро составы етмеште үткән өлкән йәштәгеләрҙән торған була. Яңы генераль секретарь (1982-1984 йй.) быға тиклем Дәүләт именлеге комитетын (КГБ) етәкләй, шуға күрә ул совет экономикаһының хәлен, коррупцияның киңәйә барыуын, партияның юғары әһелдәренең ришүәткә тартылыуын, КПСС-тың эстән тарҡала башлауын яҡындан белгән берҙән-бер юғары кимәлдәге дәржәһе булған партия ағзаһы ул. Брежнев осоронда уҡ 1982 йылдың май айында ул СССР Дәүләт Именлеге Комитеты рәйесенән бушатыла һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты секретары итеп үрләтелә. Ул поста эш башҡарған М.А. Суслов үлеп китеү сәбәпле Андропов был эшкә Брежнев ҡушыуы буйынса күсә. Брежневтың вафатына ике көн үткәс тә, 1982 йылдың 12 ноябрендә КПСС ҮК-ның сираттан тыш ултырышында Андропов Коммунистар партияһының генераль секретары итеп һайлана. Яңы поста эште ул генсек аппаратын ҡыҫҡартыуҙан башлай. Артабанғы аҙымы производствола, илдә тәртипте нығытыуға йүнәлә. Эске эштәр, милиция органдары магазиндарға, универмагтарға, кинотеатрҙарҙа облава яһап, эш ташлап киткәндәрҙе асыҡлау маҡсатында документтарын тикшереп, ундайҙар булһа - административ язаға дусар итеү индерелә. Бындай саралар бер ни тиклем ыңғыйлыҡҡа, тәртип нығытыуға килтерә: 1983 йылдың беренсе кварталында сәнәғәт үҫеше 6 % тәшкил итә, Андропов генсек булған осорҙа милли килем (национальный доход) 3,1 %-ҡа, ә сәнәғәт үҫеше 4 %-ҡа арта. Был үҫештең ваҡытлыса икәнен Андропов бик яҡшы аңлай. Уның уйынса бөтә социалистик производствоны тамырынан үҙгәртеп ҡормайынса бер-ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ. Юрий Владмирович коррупцияға, спекуляцияға ҡаршы көслө көрәш аса. Коррупцион төркөмдәр ҡулға алына һәм атыла. Мәҫәлән, Мәскәү Главторгы етәксеһе ғүмерен тап ошолай тамамлай. Уны атыуға хөкөм иткәндән һуң уның тирәһендә эшләп йөрөгән 25 Главторг етәксеһе ҡулға алына һәм ултыртыла. Эшке эстәр министры Н.А. Щелоков, урынбаҫары Ю.М. Чурбанов, Краснодар өлкә комитетының беренсе секретары С.Ф. Медунов коррупцияла ғәйепләнеп эштәренән бушатыла. Партия һәм дәүләт аппаратын таҙартыу эшен ул яйлап һәм планлы алып бара. Ул ил хужаһы булып йылдан ашыу эшләп ҡала. Шул осорҙа СССР-ҙың 18 министры, 37 өлкә комитеттарының беренсе секретарҙары алмаштырыла. Ошо ваҡытта уны аңлаған, ил торомошон үҙгәртеүгә ынтылған яң команда йыя һәм региональ етәкселәр булған М.С. Горбачев, Е.К. Лихачев, В.И Воротников, Н.И. Рыжков, В.М. Чебриков, Г.А. Алиев, Г.В. Романов Мәскәүгә Үҙәк Комитетта эш алып барыр өсөн күсерелә. 1983 йылдың июнь уртаһында Андропов СССР Юғары Советы Президиумы председателе итеп һайлана һәм илдәге дөйөм тәртипте нығытыуға йәнәлтелгән бер-нисә ҡарар ҡабул итеүгә өлгәшә. Тап ошо ваҡытта ул Горбачев менән Рыжковҡа үткән осорға дөрөҫ диагностика биреп, йәмғиәттә булған ыңғай һәм кире яҡтарҙы аныҡ билдәләп, иҡдисади реформа планын төҙөп тапшырырға ҡуша. Был эшкә исемдәре киң билдәле булған ғалимдар: академиктар Г.А. Арбатов, О.т, Богомолов, Т.И. Заславская, шулай уҡ иҡдисади фәндәр докторы Л.И. Абалкин, Н.Я. Пераков һәм башҡалар йәлеп ителә. “Коммунист” ( № 3, 1983) журналында Андропов “Учение Карла Маркса и некоторые вопросы социалистического строительства в СССР” тигән мәҡәлә менән сығыш яһай һәм яҡын йылдарҙа социализм үҫеше уның тарафынан нисек күҙ аллана, шуны байҡап сыға. Күп тә үтмәй “Хеҙмәт коллективтары тураһында” закон (17 июнь, 1983) ҡабул ителә. Яңы закон буйынса эшселәр, хеҙмәткәрҙәр план, коллектив килешеү ҡабул иткән мәлдәрҙә ҡатнашырға һәм тәҡдимдәр индерергә тейешлеге билдәләнә. Ләкин предприятие хужаһы тәҡдимдәрҙе мотлаҡ ҡабул итергә тейешме - юҡмы был законда аныҡ күрһәтелмәгән була. Артабанғы хөкүмәт ҡарарҙары реформа үткәреү йүнәлешенә ҡағылышлы ҡабул ителәләр. КПСС ҮК-ы тарафынан эш ваҡытындағы тәртипте нығытыу, техник үҫешкә булышлыҡ итеү буйынса түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителә: - “Об усилении работы по укреплению социалистической дисциплины труда” (28 июль, 1983); - “О мерах по ускорению научно-технического прогресса в народном хозяйстве” (18 август, 1983); Был осорҙағы тышҡы политиканы “компромиссҡа ынтылыу” тип исемләү ысынбарлыҡҡа тап киләлер. Ләкин АҠШ менән компромисс килеп сыҡмай, сөнки уртаҡ тел табыуға Афған һуғышының дауам итеүе ҡамасаулай. Тағы бер трагедияның килеп сығыуы капиталистик илдәр менән булған мөнәсәбәтте артабан боҙоуға булышлыҡ итә: 1983 йылдың 1 сентябрендә беҙҙең истребитель совет зонаһына инеп осоп барған Корея авиакомпаниеһының “Боинг-747 самолетын атып төшөрә. Самолеттағы 269 пассажир һәләк була. Америка һәм ҡайһы бер Көнбайыш Европа илдәре “Совет империяһы-боҙоҡлоҡ сығанағы” тигән пропаганда компаниеһын йәйелдереп ебәрә. Күп тә үтмәй Америка Ҡушма Штаттары Бөйөк Британия, Дания, Бельгия, Германия Федератив Республика ерҙәрендә “Першинг-2” класындағы урта алыҫлыҡтағы баллистик ракеталарын урынлаштыралар. Быға яуап итеп Юрий Андропов Чехословакия һәм ГДР ерҙәрендә ядро ҡоралын урынлаштырыуҙы тормошҡа ашыра. Тап ошо осорҙа Ҡытай менән булған мөнәсәбәт бер аҙ яҡшыра, сауҙа итеү каналы юлға һалына башлай. Андроповтың ғаилә хәленә килгәндә шул билдәле: ике тапҡыр өйләнә ул. Беренсе ҡатыны Нина Енгалычеванан бер ҡыҙ - Евгения һәм бер ул - Владимир тыуа. Урлашҡан өсөн Володяны ике тапҡыр төрмәгә ултырталар. Унан сыҡҡас, урлашыуҙы ташлай, ләкин бер ҡайҙа ла эшләмәй, эскелек менән шөғөлләнә һәм 35 йәшендә вафат була. Икенсе ғаиләне Татьяна Лебедева менән ҡора, улдары Игорь һәм ҡыҙҙары Ирина була. 1983 йылдың декабрь айында КППС ҮК-ының сираттағы пленумы үткәрелә. Унда Андропов тарафынан яҙылған “Ил үҫешенең төп йүнәлештәре” тезистары ҡарала, ләкин үҙе ауырып китеү арҡаһында был пленумда ҡатнашмай. 1984 йылдың 9 февралендә вафат була. 29.6 К.У. Черненко осоро Андроповтан һуң власть өсөн көрәш ҡарт йәштәге Үҙәк Комитет ағзалары менән йәшерәктәр быуынын тәшкил иткәндәр араһында тағы ла ҡалҡа. Компромисҡа килеп, иң юғары посҡа Черненконы ваҡытлыса ҡуйырға булалар. Ул илебеҙҙең етәксеһе булып ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә (1984-1985) эшләп ҡала. Уның тыуған яғы - Себер, тыуған ауылы - Большая Тесь, бына ошо ауылда 1874 донъяға килә. Мәктәптә белем алып сыҡҡандан һуң, өс йыллыҡ Юғары партия мәктәбен (1945), Кишинев педагогия институтының тарих фкультетын (1953) тамамлай һәм шул ваҡыттан алып ул партия ҡушҡан эштәрҙә төрлө вазифаларҙа эш башҡара. 1929 - 1931 йылдар - ВЛКСМ-дың Новоселовский райкомының өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире. 1931 - 1933 - Каҙаҡстанда Ҡыҙыл Армияның сик буйы отрядтарында хеҙмәт итә, 49-сы погранотрядтың партия ойошмаһы секретары итеп һайлана. 1933 - 1941 - Красноярский крайындағы партияның Новоселовский, Уярский райкомдарында өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире, крайҙың партия уҡыуҙары йорто директоры 1941 - 1943 - ВКП(б)-ның Красноярск крайкомы секретары, артабан Мәскәүҙә партия уҡыуҙарын дауам итә. 1945 - 1948 - Пенза өлкә комитеты секретары. 1948 йылдан башлап Молдавия Үҙәк Комитетының өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире вазифаһында була, ә 1956 йылда КПСС Үҙәк Комитетының өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире итеп Брежневтың теләге буйынса эшкә алына. Улар илленсе йылдар башында танышып дуҫлашып китәләр һәм был дуҫлыҡ ғүмер ахырына тиклем дауам итә. Үҙәк Комитетта эшләгән осоронда генераль секретарға килгән хаттар менән эшләүгә яуаплы була. Тағы Политбюро ултырыштарына көн тәртибен, ҡарар проекттарын, башҡа кәрәкле документтарҙы әҙерләү уға йөкмәтелгән була. Үҙәк партия аппаратында эшләгән осорҙа Черненко менән Брежнев нығыраҡ дуҫлашалар, буш ваҡыттарҙа бергәләп һунарға сығалар, ғаиләләре менән яҡындан аралашалар. Сит илгә сыҡҡан ваҡыттарҙа Брежнев уны үҙе менән бергә консультант итеп алып йөрөүе билдәле. Шуныһы ғәжәп: ул бер ваҡытта ла беренсе ролгә ынтылмай, үҙен биләгән посында эш алып барыуҙы уңайлы тоя. Ваҡыт табып ике томлы “История внешней политики СССР. (1917 - 1980гг.)” тигән монография һәм күп томлыҡ “Международные комиссии периода II Мировой войны” исемле китаптар яҙа һәм Ленин премияһына (1982) лайыҡ була. Андроповтың ауырыуып китеүе Черненкоға илдең иң юғары посын биләргә мөмкинлек аса. 1984 йылдың 13 февралендә Константин Устинович КПСС ҮК-ның генеральный секретары итеп бер тауыштан һайлана. Был ваҡытта уға 72 йәш тулып үткән була. Ил етәкселәре Черненконы ваҡытлы кандидатура тип һанайҙар, сөнки был ваҡытта ул ныҡ ауырый башлаған була. Уның осоронда бер-нисә реформа үткәрелә: мәктәп реформаһы, профсоюздарҙың ролен күтәреү буйынса ынтылыш, Сталиндың исемен кире ҡайтарыу, В.М. Молотовты аҡлау һәм яңынан партия сафына алыу һ.б. Ул бер-нисә тапҡыр үҙен генеральный секретарь вазифаһынан бушатыуҙы һорай, ләкин Политбюро ағзалары ризалыҡ бирмәй. 1985 йылдың 10 мартында больницала ятҡан Константин Устинович вафат була. Наградалары: _______________________________________________________ - Ленин ордены (дүрт тапҡыр); - Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены (өс тапҡыр); - Ленин премияһы лауреаты (1982); _______________________________________________________ - Карл Маркс ордены (ГДР); _______________________________________________________ - Клемент Готвальт ордены (Чехословакия); _______________________________________________________ - Георгий Димитров ордены (Болғария халыҡ республикаһы);
30. Үҙгәрештәр дәүере Был дәүерҙе биш этапҡа бүлеп ҡарау ысынбарлыҡҡа тап килә.
Беренсе этап: 1985, апрель - 1987, ғинуар. Үҙгәрештәр һәм киң социаль - иҡдисади реформалар 1985 йыл 25 апрель пленумынан башланып китә. Ул процестың башы М.С. Горбачев менән туранан-тура бәйле. Тәүге рәттә “үҙгәртеп ҡороу” тигән лозунг ҡулланылмай әле, ә “халыҡ хужалығы үҫешен тиҙләтеү”, “алкоголизмға һәм коррупцияға ҡаршы көрәш”, “хеҙмәтһеҙ килем алыуҙы сикләү” тигән лозунгылар ташлана. Күҙгә эленерҙәй эштәрҙән тик Брежнев заманындағы кадрҙарҙың бер өлөшөн яңыртыу ғына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарыла. Шул осорҙа ил етәкселегенә йәлеп ителеүселәр араһында А.Н. Яковлев, Е.Г. Лигачев, Н.И. Рыжков, Б.Н. Ельцин, А.И. Лукьянов була. XXVII съезд (1986, март-апрель) КПСС программаһын “социализмды камилләштереү” тип атаны. Элекке программа “коммунизмды төҙөү”ҙән ғибәрәт ине. Съезд шулай уҡ ике меңенсе йылға ҡарата һәр ғаиләне квартиралы итеүҙе ҡарарға керетә.
Икенсе этап: 1987, ғинуар - 1989, июнь. Административ юл менән ниндәйҙер үҙгәреш индерергә ынтылыш килеп сыҡманы. Быға ике сәбәп: а) Чернобыль катастрофаһы һәм б) нефткә хаҡтың кәмеүе ҡамасауланы. Үҙәк Комитеттың ғинуар пленумында (1987) экономика менән идара итеүҙе тамырынан үҙгәртеп ҡороу йүнәлеше алға һөрөлдө. Сәйәсәттә асыҡлыҡ, билдәлелек иғлан ителә, цензура юҡҡа сыға. Был осорҙа элек тыйылған китаптар яңынан баҫыла, үткән этапты тәнҡитләгән монографиялар, китаптар, мәҡәләр күбәйә бара. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә рөхсәт биреү тураһында закон (“Об индивидуальной трудовой деятельности”) ҡабул ителә. Тышҡы политикала “яңыса уйлау” доктринаһы керетелә. Шул арҡала экономика сфераһында кооперативтар, сит ил компаниелары менән уртаҡ предприятиелар барлыҡҡа килә башлай. Сәйәси яҡтан социализм деформацияларынан ҡотолоу, Ленин нормаларына, Октябрь идеалдарына кире ҡайтыу лозунгылары ташланһа, иҡдисади яҡтан капитализм юлына ҡарай яйлап-яйлап шыуышыу күҙгә салына.
Өсөнсө этап: июнь 1989 — сентябрь 1991. Был осорҙа экономик кризис тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә бара, компартия менән яңы барлыҡҡа килгән демократик төркөмдәр, берләшмәләр араһында ҡаршы торош башлана. Ул арала уйламағанда Карабах кризисы пәйҙә була. Дүртенсе этап: 1991-1999 йылдар. Кризис бөтә илде ҡаплай, магазиндарҙа аҙыҡ-түлек, киң ҡулланыу тауарҙары, туҡыма, кейем-һалым юҡҡа сыға. Завод-фабрикалар ябыла һәм осоһоҙ ғына хаҡҡа шәхси эшҡыуарҙарға һатыла. Аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә башлай. Капиталистик системала төп тотҡа һаналған баҙар экономикаһына ныҡлап күсеү тап ошо ваҡытта башлана. Һөҙөмтәлә СССР тарҡала. Бишенсе этап: 1999-2014 йылдар.
Был йылдарҙа экономик күтәрелеш осоро башлана, сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫешә башлай. 2010-2011 йылдарҙа эске вал продукцияһы (ВВП) үҫеше 8.8 % тәшкил итә, инфляция кәмей бара. Рәсәй, Белоруссия Ҡаҙаҡстан берҙәм экономик платформа ла эш итәләр. Банк, аҡса, пенсия һәм башҡа йүнәлештәрҙә реформалар үткәрелә һәм ул процесс хәҙер ҙә дауам итә. Ләкин социаль-иҡдисади һәм сәйәси өлкәләрҙә хәл ителмәгән байтаҡ ҡына мәсьәләләр ҡала килә. Бай ҡатламдың байығыуы һәм шул уҡ ваҡытта ярлы ҡатламдың ярлыланыуы дауам итә. Икенсе яҡтан, Украиналағы граждандар һуғышы арҡаһында Америка Ҡушма Штаттары һәм Рәсәй Федерацияһы араһында яңынан“һалҡын һуғыш” торошо башланды. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Ҡырым менән Сеавстополде яңынан үҙ составына ҡайтарып бик дөрөҫ эшләне.
30.1. М.С. Горбачев осоро.
Ҡыҫҡаса характеристика:
Михаил Сергеевич Горбачев, 1932 йылғы. Тыуған ере: Ставрополь крайы, Медведенский районы, Привольное районы. Совет, Рәсәй дәүләт эшмәкәре. КПСС Үҙәк Комитетының һуңғы генераль секретары, СССР Юғары советының президиумының һуңғы председателе, берҙән-бер СССР президенты.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мишаның атаһы Сергей Андреевич һуғышҡа алына. Әсәһе Гопкало Мария Пантелеевнаға ун йәшлек улы менән тиҙҙән дошман аккупацияһы аҫтында йәшәргә тура килә. Шул арала әсәһе ире үлгәнлеге тураһында “похоронка” ала, ләкин ул тере булып сыға, Һуғыш аҙағында орден-миҙалдар тағып ҡайтып керә. Мәктәптә уҡып йөрөгән Миша 13 йәшенән башлап МТС-та, урындағы колхозда эшләй башлай. Комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләгәндә удар хеҙмәте өсөн 15 йәшлек үҫмер Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. 1950 йылда мәктәпте тамамлап, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына һынауһыҙ уҡырға инә һәм уны көмөш миҙалға тамамлай. Ставрополь крайы прокуратураһына эшкә ебәрелгән йәш кеше унда күп эшләмәй, бер-нисә көндән һуң ВЛКСМ өлкә комитетының өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире урынбаҫары итеп күсерәләр. Тиҙҙән уны ВЛКСМ-дың Ставрополь ҡала, шунан өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлайҙар. Мәскәүҙә уҡыған сағында Раиса Максимовна Титаренко менән таныша һәм уға өйләнә. Алтмышынсы йылдар башында М.С. Горбачев партия эшенә күсә: крайкомда парторг, һуңырыҡ партия органдары бүлексәһе мөдире була. Ә 1966 йылдың сентябрендә ул КПСС-тың Ставрополдың ҡала комитеты беренсе секретары итеп һайлана. Ошо осорҙа ҡаланың ауыл хужалығы институтында уҡып агроном-экономист һөнәренә эйә була. 1978 йылдың ноябрендә Брежневтың тәҡдиме менән М. Горбачев КПСС ҮК секретары итеп һайлана һәм ғаиләһе менән Мәскәүгә күсә. Был ваҡытта 46 йәшлек Михаил Сергеевич иң йәш партфункционер була. Бер йылдан һуң ул СССР Юғары Советы президиумы председателе, халыҡ депутаты итеп һайлана. 1990 йылдың 15 мартында СССР халыҡ депутаттарының сираттан тыш ултырышында М.С. Горбачев СССР президенты итеп һайлана. Беренсе СССР президенты совет йәмғиәтенә бик етди реформаларҙы индереп өлгөрә. Бына улар: - Совет системаһын үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен тормошҡа ашыра; - Һүҙ һәм нәшриәт азатлығы, демократия, асыҡлылыҡ сәйәсәтен алға һөрә; - Совет һалдаттарын Афғанстандан сығарыуға ирешә; - Коммунистик идеологиянан ситләшеү сәйәсәтен башлай; - Баҙар иҡдисадының элементтарын тормошҡа ашыра башлай. Беренсе аҙым булып “Шәхси хеҙмәтте ойоштороу” тураһындағы СССР закон тора. Был документ шәхси эшҡыуарлыҡҡа юл аса. - Дисседенттарҙы ғәфү итә, ултырғандарын, һөрөлгәндәрен азат итә; - Йәмғиәт үҫешен тиҙләтеү өсөн халыҡ хужалығында кооперация алымдарын индереү, предприятиеләргә финанс үҙаллылыҡ бирә; - Алкоголгә ҡаршы компание ойоштора; - Цензураны юҡҡа сығара; - Власть реформаһын үткәрә, партияның Үҙәк Комитетын яңырта, уның ағзаларының өлкән йәштә булғандарынан 100 кешене отставкаға ебәрә; Шул уҡ ваҡытта Таулы Карабахта болғаныштар, Әзербайджанда, Грузияла, Ҡаҙаҡстандағы минингтарҙы ҡыуып таратыу, магазиндарҙа аҙыҡ-түлектең наҡыҫланыуы, уға карточка системаһын индереү кеүек ваҡиғалар был осорҙо характерлай. Бындай хәлдәр илебеҙҙең экономикаһын һуңыраҡ гиперинфляцияға килтереп һуға. Варшава килешеүенең, шулай уҡ Берлин стенаһының юҡҡа сығыуы көнбайыш илдәр тарафынан ҡыуаныс менән ҡабул ителә. Тышҡы политиканың йомғаҡтары: - халыҡ-ара көсөргәнеш йомшара төшә; - “һалҡын һуғыш” сәйәсәте, ҡоралһыҙланыу йүнәлешендәге тырышлыҡ арҡаһында йәшәүҙән туҡтай; - Рәсәйҙең хәрби ҡеүәте кәмей бирә, АҠШ берҙән-бер супердержаваға булып ҡала. 1991 йылдың 25 декабрендә 11 союздаш республика Беловежье килешеүҙәренә ҡул ҡуя, шул арҡала СССР тарҡала, М.С. Горбачев СССР президенты булыуҙан туҡтай. 30.2. Б.Н. Ельцин осоро Борис Николаевич Ельцин СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне, Рәсәй Федерацияһының тәүге президенты (1991-1999). Халыҡҡа радикаль реформатор булараҡ билдәле.
Б.Н. Ельцин Урал өлкәһенең Буткин районында Бутка ауылында 1931 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Атаһы Николай һөнәре буйынса төҙөүсе, репрессияға эләгә, Волга-Дон каналын төҙөүҙә ҡатнаша, 1937 йылда иреккә сыға һәм Березники химкомбинатында мастер, участка начальнигы булып эшләй. Әсәһе Клавдия Старыгина крәҫтиән ҡатламынан сыҡҡан тегенсе. Борис Ельцин бала сағын Пермь өлкәһенең Березники ҡаласығында үткәрә, шундағы мәктәпте тамамлай, уртаса уҡый, ләкин һуғышҡаҡ була, шул арҡала мәктәптән ҡыуыла, шулай ҙа икенсе мәктәпкә күсеп, уҡыуын дауам итә. 1950 йылда С.М. Киров исемендәге Урал политехник институтының төҙөлөш фаукультетына инә, волейбол командаһында сығыш яһап, спорт мастеры булып китә. Уҡып сыҡҡас “Уралтяжмаш” трестына ебәрелә. Унда ул участка етәксеһе булып эш башлай, партияға инә, прораб, баш инженер вазифаларын башҡара һәм 1966 йылда Свердловск өй төҙөү комбинатына (ДСК) директор итеп раҫлана. Күп тә үтмәй КПСС-тың Свердловск өлкә комитетына секретарь итеп күсерелә, төҙөлөш, сәнәғәт эштәренә куратор булып, был йүнәлештәрҙәге эш барышына ҡағылған яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Был поста эшләү ваҡытында үҙен ыңғай яҡтан күрһәтергә форсат тапҡандыр, күрәһең, 1976 йылда партияның Үҙәк Комитеты тәҡдиме менән Свердловск өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был посты Борис Николаевич 1985 йылға тиклем биләй. Шулай итеп, ул был өлкәнең тулы хужаһына әйләнә. Бында ул тәүҙә 23 ҡаттан торған һәм халыҡ телендә “Аҡ йорт” тип аталған өлкә комитет бинаһын төҙөтә, митрополитен төҙөү эшен башлап ебәрә, күрше өлкәләр менән тоташҡан юлдарҙы тәртипкә килтертә, асфальт йәйҙерә. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәъмин итеүҙе яҡшыртырға өлгәшә, талондарҙы ғәмәлдән сығара, мал фермалары, тауыҡ үҫтереү фабрикалары төҙөтә. Шул уҡ ваҡытта йәштәргә торлаҡ комплекстары (молодежный жилой комплекс - МЖК) төҙөүгә иғтибарын йүнәлтеп һәм ярҙам итеп үҙ абруйын арттыра. Квартиралар етмәгән ваҡытта МЖК-лар төҙөү бигерәк тә йәш ғаиләләр өсөн был проблеманы хәл итеүҙә ҙур ғына роль уйнай. МЖК-ның асылы шунда: йорттар йәше утыҙҙан үтмәгән йәш ғаилә ағзаларына төҙөлә. Төҙөүселәрҙән башҡа буш булған һәр кем үҙе ярҙам итә ала, ярҙам иткәндәргә эш хаҡы ла түләйҙәр.Тағы субботниктар, воскресниктар үткәреү даими алып барыла. Комсомол, урындағы активистар йорт төҙөлөп бөтмәҫ элек үк йәш ғаиләләргә буласаҡ квартираларҙы тәғәйенләйҙәр, документ бирәләр. Күп ҡатлы йорттоң аҫҡы ҡатында ясли, кистәрен эшләгән балалар баҡсаһы, аҙыҡ-түлек ларегы, спортзал, клуб урынлаша. Был проект үҙ ваҡытында уникаль проекттарҙың береһе була һәм МЖК йәштәр өсөн торлаҡты йәһәтерәк алыуға мөмкинлек аса. Ошондай йорттар Балтым, Патруши ҡасабаларында ҡалҡып сыға. Свердловск өлкәһендә эшләгән ваҡытта Борис Николаевичҡа, өс бармағы булмаһа ла, хәрби полковник дәрәжәһен бирәләр. Уның артабанғы тормошо СССР Юғары Советы менән бәйләнә: 1978-1989 йылдарҙа ул СССР Юғары Советы депутаты,1984-1988 йылдарҙа Юғары Советтың президиум ағзаһы,1981 йылда КПСС-тың XXVI съезында Үҙәк Комитет ағзаһы итеп һайлана һәм унда партбилетын ташлап партиянан сыҡҡанға тиклем (1990) ҡала. Әлегә ул Свердловскиҙә йәшәй бирә. 1985 йылда, М.С. Горбачев КПСС Үҙәк Комитеты генераль секретары булып һайланғанан һуң, Мәскәүгә күсеп эш башлай. Лигачевтың рекомендацияһы менән ул Үҙәк Комитеттың төҙөлөш бүлеге менән етәкселек итә башлай, ә шул уҡ йылдың июнь айында КПСС Үҙәк Комитетының секретары итеп һайлана, бында ла төҙөлөш эштәренә куратор булып ҡала. Ләкин яңы урында оҙаҡ ваҡыт эшләмәй, ошо уҡ йылдың декабрендә Үҙәк Комитет тарафынан Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары вазифаһына тәҡдим ителә һәм һайлана. Яңы урында Ельцин ҡала комитетының күп кенә хеҙмәткәрҙәрен, райкомдарҙың беренсе секретарҙарын эштән бушата, даими рәүештә аҙыҡ-түлек ярмаркаларын ойоштора, магазиндарҙың һәм башҡа ойошмаларҙың эшен шул урынға барып етеп тикшереүҙәр үткәрә, һаҡсыларын эйәртмәйенсә йәйәүләп Мәскәү урамдарында йөрөп халыҡ менән осраша, уларҙың кәйефтәрен, йәшәү рәүештәрен белешә, артабанғы Мәскәү үҫеше тураһында әңгәмәләр ҡора, һорауҙарына яуап бирә. Уның етәкселегендә Мәскәү төҙөлөшө һәм үҫешенең генераль планы төҙөлә, ҡала көнөн халыҡ ҡатнашлығында тантаналы итеп үткәреү ойошторола. Үҙәк Комитет пленумдарында ҡатнашып Политбюро ағзаларының эш стилен, үҙгәрештәрҙең яй темпта барғанын тәнҡит уты аҫтына тота. Һуңыраҡ үҙенең яңылышҡанлығын таныһа ла ул ҡала комитетындағы эшенән бушатыла һәм Госстройға председатель урынбаҫары итеп күсерелә. 1989 йылдың 26 мартында халыҡ депутаты итеп һайлана һәм СССР Юғары Советына ағзаһы булып китә. 1990 йылдың 4 март көнө Свердловск өлкәһенән РСФСР-ға халыҡ депутаты булып һайлана, ә май айында Юғары Совет председателен һайлау ваҡытында еңеп сыға. 1990 йыл, 12 июнь. Был көнө Рәсәй съезы “РСФСР дәүләт суверинететы декларацияһы”н ҡабул итә. Был документ быға тиклем әллә ни ҙур роль уйнамаған Рәсәй Юғары советы председателе абруйын ҡырҡа күтәрә. Артабанғы ваҡиғалар: 12 июль. КПСС-тың иң һуңғы үткәрелгән XXVIII съезында Ельцин компартияның һәм хөкүмәттең сәйәсәтен ныҡ критикаға тота һәм үҙ теләге менән партиянан сығыуы тураһында иғлан итә. Был инцедент тураһында В. Соловьев менән Е. Клепикова Борис Ельциндың биографияһына, тормошона, сәйәсәтенә арналған китабында былай тип яҙалар һәм үҙ баһаларын бирәләр:
«...12 июля 1990 года Борис Николаевич Ельцин, коммунист почти с 30-м стажем, вышел на трибуну партийного съезда и вынул из внутреннего кармана пиджака заранее заготовленные листовки.Все уже успели привыкнуть к ельциновским демаршам и затаив дыхание ждали очередного. Его превратили в клоуна у партийного ковра, развлекающего номенклатурную публику между основными выступлениями. От него ожидали чего угодно, но только не этого: Ельцин заявил, что, как глава высшей законодательной власти, должен подчиняться воле избравшего его народа, а потому выходит из партии. И дабы никаких сомнений ни у кого не осталось, подтвердил это наглядно, оставил партбилет - сошел с трибуны и под гул потрясенных делегатов спокойно, не оглядыавясь прошагал по длинному проходу и дверям - и был таков. Так партия лишилась еще от одного из своих 18 миллионов человек. В который раз Ельцин портил Горбачеву кремлевский праздник. Отказавшись от навязанной ему роли партийног клоуна, Ельцин показал, что сам этот кремлевский форум не более чем очередная клоунада, политический фарс. Между прочим, в его политизированной семье один из зятьев Ельцина, Валерий, опередил его и первым вернул партбилет. Естественно, выход из партии сделал Ельцина еще более популярным в народе (39). 1991 йыл, 19 февраль. Б.Н. Ельцин телевидениенан сығыш яһай һәм М.С. Горбачевтың отставкаға китеүен, власты союздаш республика етәкселәренән торған Федерация Советына тапшырыуҙы талап итә. 1991 йыл, 12 июнь. Халыҡ һайлауы нигеҙендә Ельцин РСФСР-ҙың беренсе президенты вазифаһына һайлана. Ошо уҡ һайлауҙарҙа вице-президент посына Александр Руцкой үтә. Һайлауҙар үткәс тә Ельцин СССР составындағы Рәсәйҙең үҙ аллылығын киңәйтеү өсөн, номнклатураның льготаларын әҙәйтеү өҫтөндә эшләйәсәген белдерә. Күренеүенсә, был осорҙа ул СССР-ҙы тарҡатыу тураһында бөтөнләйгә уйламай әле. 1991 йыл, 10 июль. Б.Н. Ельцин Рәсәй Конституцияһына һәм халҡына ант килтерә һәм шунан һуң былай тип сығыш яһай:
...Невозможно передать словами душевное состояние, которое я переживаю в эти минуты. Впервые в тысячалетней истории России Президент торжественно присягает своим гражданам. Нет выше чести, чем та, которая оказывается человеку народом, Нет выше должности, на которую избирают граждане государства. ...Я с оптимизмом смотрю в будущее и готов к энергичным дейстиям. Великая Россия поднимется с колен. Мы обязательно превратим её в процветающее демократическое миролюбивое, правовое и суверенное государство. Уже началась многотрудная для всех нас работа. Перейдя через столько испытаний, ясно представляю свои цели, мы можем быть твердо уверены: Россия возродится!
Был һүҙҙәрҙе бөтә үҙәк гәзит-журналдардар шунда уҡ баҫтырып сығара, телевидение каналдары ҡат-ҡат күрһәтә. Рәсәй Президенты булып һайланыу сәбәпле РСФСР халыҡ депутаттары Съезы уны депутатлыҡтан һәм Юғары Совет председателе булыуҙан бушата. Ельциндың иң беренсе указы “РСФСР-ҙа мәғариф системаһын үҫтереүҙең беренсел бурыстары” тип атала. Уны РСФСР-ҙың мәғариф министры Э.Д. Днепров әҙерләп бирә. Декларатив булған был указдың бик күп өлөшө, мәҫәлән, дөйөм белем биреү мәктәптәренә финанс яғынан ярҙамды көсәйтеү, уҡыусыларҙы, аспиранттарҙы, ғаклимдәрҙе сит илдә стажировка үткәреү, уҡытыу, квалификацияһын күтәреү өсөн практикаға ебәреү кеүек пунктта бөтөнләй үтәлмәй ҡала. 1991 йыл, 20 июль. Рәсәй президенты тарафынан “О прекращении деятельности организационных структур политических партий и массовых общественных движений в государственных органах, учреждениях и организациях РСФСР” тигән киң билдәле указын сығара. Ошонан һуң Ельцин үҙ власын киңәйтеү, СССР-ҙыҡын тарайтыу һәм уның контроленән сығыу маҡсатында М. Горбачев һәм союздаш республикаларҙың етәкселәре менән һөйләшеү башлай. “Департизация” һәм “деидеологизация” тип аталған Ельциндың сәйәсәте бына ошолай башланып китә, һуңыраҡ, күренеүенсә, КПСС-ты һәм уның идеологияһын юҡҡа сығарыуҙы тормошҡа ашырыу бара-бара бөтә Рәсәйҙе көрсөлөккә килтереп терәй. Ә бер аҙҙан августа Мәскәүҙә “Август путчы” тип аталған буталсыҡтың килеп сығыуы Борис Николаевич өсөн ыңғайлыҡтар тыуҙыра. Власты алырға ынтылышты М.С. Горбачев ял иткән ваҡытта ойошторолған Ғәҙәттән тыш эштәр буйынса Дәүләт Комитеты (Государственный Комитет по чрезвычайным делам - ГКЧП) башлай, ә Ельцин уға ҡаршы төшөп, ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙ рейтингын бик юғары күтәрә. Нимә ул август путчы ? Ни өсөн киң мәғлүмәт сараларында был турала яҙа һалып бармайҙар? Сөнки: а) социализм эсендә путч булыуы мөмкин түгел, тигән тәғлимәттең йәшәп килеүе; б) путчтың сығышы законлымы-законһыҙмы икәне ошо көндәргә тиклем асыҡланмауы; в) уларҙың баҙнатһыҙ ғына эш башлау арҡаһында бер-ни ҙә ҡыйратып өлгөрмәүҙәре; г) ил үҫешен, унуң сәйәсәтен яҡшыртыуға ынтылыуҙары; Бер һүҙ менән әйткәнлә, август путчы - Мәскәүҙә ойошторолған хәрби заговор, йәшертен рәүештә һүҙ ҡуйышып М.С, Горбачевты властан төшөрөүгә йүнәлтелгән сәйәсәт. ГКЧП-истар үҙҙәре Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтенә ҡаршы сыҡҡан һәм партия-совет органдарында иң юғары постарҙы биләгән төркөм. Уның ағзаһы булып торалар:
1. Янаев Геннадий Иванович (1937-2010) - ГКЧП-ның етәксеһе, СССР-ҙың вице - президенты, КПСС үҙәк Комитеты ағзаһы,19-21 августа СССР президенты функцияһын үтәүсе; 2. Бакланов Олег Дмитриевич (1932 йылғы),Үҙәк Комитет ағзаһы, СССР Оборона Советы председателенең беренсе урынбаҫары; 3. Крючков Владимир Александрович (1924-2007), Үҙәк Комитет ағзаһы,СССР-ҙың Дәүләт Именлеге Комитетының (КГБ) председателе; 4. Павлов Валентин Сергеевич (1937-2003), Үҙәк Комитет ағзаһы, премьер-министр; 5. Пуго Борис Карлович (1937-2010), Үҙәк Комитет ағзаһы, СССР-ҙың эске эштәр министры; 6. Стародубцев Василий Александрович, Үҙәк Комитет ағзаһы, СССР крәҫтиәндәр союзы председателе; 7. Тизяков Александр Иванович, (1926 йылғы), транспорт, элемтә, төҙөлөш, дәүләт сәнәғәте предприятиеләре ассциацияһы президенты; 8. Язов Дмитрий Тимофеевич (1924 йылғы), Үҙәк Комитет ағзаһы, СССР оборона министры. ГКЧП-ның яҡын ваҡыт аралығында бер-бер артлы башҡарыла торған пландары:
- Горбачевты йәмғиәттән ситләштереп изоляцияла тотоу һәм вазифаһынан бушатыу; - Совет Армияһы һәм милиция төркөмдәре менән РСФСР Юғары Советы бинаһын штурмлау, етәкселәрен ҡулға алып иркенән мәхрүм итеү (интернирование) - Илдә ғәҙәттән тыш тәртип режимы урынлаштырыу, бөтә власты Г.И. Янаев һәм ГКЧП ҡулында туплау; - МВД -ны һәм армияны юғары хәрби әҙерлектә тотоу; Артабанғы ваҡиғалар ағышы: 1991 йылдың 19 авгусында иртәнге сәғәт һигеҙҙән алып радио һәм телевидение аша дикторҙар тарафынан “Совет хөкүмәтенең белдереүе” тип аталған текст ҡат-ҡат уҡыла. Бына ул :
Заявление Советского руководства В связи с невозможностью по состоянию здоровья исполнения Горбачевым Михаил Сергеевичем, обязанностей Президента СССР и переходом в соответствии со статьей 127/7 Конституции СССР, полномочий Президента Союза ССР к вице-президенту СССР Янаеву Геннадию Ивановичу. В целях преодоления глубокого и всестороннего кризиса, политической, межнациональной и гражданской конфронтации, хаоса и анархии, которые угрожают жизни и безопасности граждан Советского Союза, суверенитету, территориальной целостности, свободе и независимости нашего Отечества. Исходя из результатов всенародного референдума о сохранении Союза Советских Социалистических Республик, руководствуясь жизненно важными интересами народов нашей страны, всех советских людей. З а я в л я е м:
1. В соответствии со статьей 127/3 Конституции СССР и сстатьей 2 Закона СССР о правовом режиме чрезвычайного положения и идя навстречу требованиям широких слоев населения о необходимости принятия самых решительных мер по предотвращению сползания общества к общенациональной катастрофе, обеспечения законности и порядка ввести чрезвычайное положение в отдельных местностях СССР, на срок 6 месяцев,с 4 часов по Московскому времени с 19 августа 1991 года. 2. Установить, что на всей территории СССР, безусловное верховенство имеют Конституция СССР и Законы Союза СССР. 3. Для управления страной и эффективного осуществления режима чрезвычайного положения образовать Государственный комитет по чрезвычайному положению в СССР (ГКЧП СССР), в слуедующем составе: <> Бакланов - первый заместитель председателя Совета обороны СССР; <> Крючков - председатель КГБ СССР; <> Павлов - премьер-министр СССР; <> Пуго - министр внутренних дел МВД СССР; <> Стародубцев - председатель Крестьянского союза СССР; <>Тизяков - президент Ассоциации государственных предприятий и обьектов промышленности; <> Язов - министр обороны СССР; <> Янаев - исполняющий обязанностей Президента СССР. 4. Установить, что решение ГКЧП СССР обязательны для неукоснительного исполнения всеми органами власти и управления, должносными лицами и гражданами на всей территории Союза ССР. Янов, Павлов, Бакланов. 18 августа 1991года. Был мөрәжәғәттән һуң СССР Юғары Советы председателе А.И. Лукьяновтың ГКЧП-ны яҡлауы тураһында белдереүе уҡыла. Уның артынса ГКЧП-ның халыҡҡа ҡарата мөрәжәғәте уҡыла. Унда ҡайһы бер экстремистик көстәрҙең Советтар Союзын юҡ итергә тырышып эш алып барыуҙары тураһында яҙылған була. Оборона министры Д.Т. Язовтың бойороғо буйынса Мәскәүгә 279 хәрби пехота машинаһы, 148 бронетранспортер, Кантемиров дивизияһының 362 танкыһы керетелә. В.А. Крючковтың бойороғо буйынса Ельциндың ҡала ситендәге дачаһын АЛЬФА уратып ала. Шунда булған Ельцин ваҡиғаларҙың яңы ағышын белешер өсөн Мәскәүгә сығырға була, Язов менән осрашыуға бара тип уйлап, АЛЬФА уны тотҡарлап тормайынса үткәрә. Был, минеңсә, ГКЧП-ның иң ҙур яңылышлығы булғандыр. Борис Николаевич “Аҡ йорт” тип аталған РСФСР Юғары Советы бинаһына тура килә лә телефон аша ГКЧП менән бәйләнешкә инеп, уларға бойһонмаясағын белдерә, Мәскәү халҡына протест йөҙөнән демонстрацияға сығырға саҡыра. Шуға күрә ГКЧП Аҡ йортто ҡамарға ҡушып, Тамань дивизияһының танк батальонын ебәрә. Танкистар тәғәйен урындарын биләйҙәр, ләкин артабан бер-ниндәй ҙә бойороҡ алмайҙар. Ул арала демонстранттар танкистар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы үҙ яғына боралар һәм танк батальоны Ельцин яғына ауышып, танк көбәктәрен кире яҡҡа әйләндерә, Аҡ йорт йортто һаҡлауға тора. Ельцин халыҡ алдына сығып баҫа һәм ГКЧП тарафынан законлы һайланған президентты вазифаһынан бушатыу законһыҙлыҡ, тип сығыш яһай. 20 август. Төн. Армия менән Аҡ йортто һаҡлаусы граждандар араһында бәрелештәр башлана. Өс кеше танктарҙан тапалып әрәм була. 21 август. Сәғәт 8.30: Д.Т. Язов хәрби көстәрҙе Мәскәҙән сығарыу тураһында бойороҡ бирә. 9.00: Г.И. Янаев кәңәшмә йыя, Форосҡа М.С. Горбачевҡа Лукьянов, Язов, Ивашко, Крючков состафында делегация ебәрергә ҡарар ителә. 16.00 тирәһе: СССР Юғары Советы президиумы ултырышы ГКЧП тарафынан СССР президенты Горбачевты вазифаһынан бушатыу ғәмәлен законһыҙ һәм нигеҙһеҙ тип таба һәм вице-президентҡа ғәҙәттән тыш хәл торошон ғәмәлдән сығарырға ҡуша. 14.15: ГКЧП ағзалары Крючков, Язов, Бакланов, Тизяков, Лукьянов СССР президенты М.С. Горбачев менән һөйләшеп килешеү өсөн самолетта Форосҡа (Ҡырым) йүнәләләр. 16.52: РСФСР вице-президенты А.В. Руцкой һәм премьер министр И. С. Силаев М. Гарбачев менән осрашыу өсөн Форосҡа осалар. 17.00: Ҡырымдағы президент дачаһына ГКЧП делегацияһы килеп етә, ләкин СССР президенты уларҙы ҡабул итмәй, уларҙан телефон бәйләнешен аяҡҡа баҫтырыуҙы, ГКЧП-ны таратыуҙы талап итә. 17.10: вице-президент Янаев ГКЧП-ның эшмәкәрлеген легетим түгел тип танып уны таратыу, күрһәтмәләрен юҡҡа сығарыу тураһында указ ҡабул итә. 22.00: РСФСР-ҙың Генераль прокуроры Валентин Степанков ГКЧП ағзаларын ҡулға алыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 22 август. Мәскәү ваҡыты 00.04: Михаил Горбачев Силаев, Руцкой менән бергәләп ТУ-134 самолетында Мәскәүгә килеп төшә. Тап ошо ваҡытта икенсе самолеттан килеп төшкән Язов менән Крючковты ҡулға алалар. 06.00: Эш кабинетына инеп ултырған Янаевты ҡулға алалар һәм прокуратураға алып китәләр. 10.00: СССР Юғары Советы президиумы ултырышында ҡарар ҡабул ителә: а) СССР халыҡ депутаттары Олег Баклановты, Василий Стародубцевты, Валерий Болдинды, Валентин Варенниковты, Олег Шеинды уголовный яуаплылылҡҡа тарттырыуға ризалыҡ бирергә; б) ГКЧП ағзаларын “Матросская тишина”ға (төрмә) ябырға;
Төрмәгә ябылған элекке ГКЧП ағзаларының барыһы ла һуңыраҡ аҡлана. Путчтан һуң күрше республикалар менән яңы союз килешеүе төҙөү эшенә иғтибар бермә-бер кәмей, сөнки Ельциндың власы нығына барыуы, республикаларҙа үҙаллылыҡҡа булған ынтылышы көсәйә барыуы, шул уҡ ваҡытта Горбачевтың идара итеү мөмкинлектәренең ҡырҡа сикләнә барыуы көн кеүек асыҡ ине инде. Артабанғы ваҡиғалар бөтөнләй икенсе юлдан ағыш ала. 1991 йылдың 17 мартында үткәрелгән референдум СССР -ҙы һаҡлап ҡалыу яғында булһа ла, Ельцин СССР президенты Горбачевҡа белгертмәйенсә, йәшертен рәүештә Украина президенты Леонид Кравчук һәм Белоруссия Юғары Советы председателе Станислав Шушкеевич менән 8 декабрҙә осрашып, бер һүҙгә килеп, “Беловежье килешеүе”нә ҡул ҡуя. СССР урынына Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берләшмәһе (Содружество Независимых Государств) барлыҡҡа килә. Был килешеү СССР тарҡата һәм юҡҡа сығара. 12 декабрҙә РСФСР Юғары Советы был килешеүҙе раҫлай, 21 декабрҙә Алма-Атала яңы берләшмәгә күпселек союздаш республикалар ҡушыла, ә 25 декабрҙә, Рәсәйҙә бөтә власты үҙ ҡулында туплаған Ельцин, Горбачев биләгән Кремль резиденцияһына күсеп ултыра һәм ядро һандығын үҙ яуаплылығына ала. Ләкин күпселек халыҡ СССР-ҙы тарҡатыуға ҡаршы була һәм уның вәкилдәре ҡаршы сыға. 1992 йылдың апрелендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Беловежье килешеүен раҫлауҙан өс тапҡыр баш тарта. Рәсәй президенты менән халыҡ вәкилдәре араһында ҡаршы торош шулай башланып китә. Һуңыраҡ Ельцин көс ҡулланып Рәсәй Юғары Советын, халыҡ депутаттарын ҡыуып таратыуға тиклем барып етә. 1993 йыл, 21 сентябрь. Борис Ельцин РСФСР халыҡ депутаттары съезын һәм Юғары Советты ғәмәлдән сығарыу һәм 12 декабрҙә Федераль йыйылышҡа һайлау үткәреү тураһында указға ҡул ҡуя. Шул уҡ көндө Юғары Совет Ельцинды президентлыҡтан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм Рәсәй президенты итеп Александр Руцкойҙы ҡуя. Был ҡарарҙы ишеткән Ельцин Юғары Совет бинаһын милиция менән ҡамап алырға, һыуҙы, электричествоны унда биреүҙән туҡтатырға тигән бойороҡ бирә. Депутаттар осада хәлендә ҡала. 22 сентябрь. Конституцион Суд президент Ельцинды законға ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлеге өсөн посынан бушатыу тураһында ҡарар сығара. 22-24 сентябрь. Халыҡ депутаттарының сираттан тыш X съезы Ельцин дәүләт түңкәрелеше яһаны тигән һығымтаға килә һәм президентҡа үҙ теләге менән посынан китеүгә тәҡдим яһай. 4 октябрь. Ельцин Мәскәүгә ғәскәр индерә, танктарҙан Верховный Совет бинаһын атып емерергә ҡуша. Депутаттар автоматтар менән ҡаршы тороп ҡарай. Ике яҡлап атышҡан ваҡыттта 123 кеше һәләк була, 384-е яралана. Кискә ҡарай депутаттар ҡорал ташлай һәм бирелә. Һуңыраҡ ҡаршы торған депутаттарға амнистия иғлан ителә. 1993 йылдың 12 мартында Дәүләт Думаһына һәм Федерация Советына һайлауҙар үтә. 1996 йылға ҡарай иҡдисади реформаларҙың килеп сыҡмауы, Чечня менән һуғыш хәленә етеп, беренсе Чечня һуғышы башланыу арҡаһында Ельциндың рейтингы бик ныҡ кәмеп китә. Шулай ҙа ул президент һайлауҙарында ҡатнашырға була. Уның төп аппоненты булған Рәсәй коммунистары партияһы (КПРФ) етәксеһе Геннадий Зюганов 32,03%, Ельцин 35,28% тауыш йыйып икенсе турға үтәләр һәм икенсе турҙа Ельцин еңә. Ҡайһы бер аналитиктар, башҡа партия вәкилдәре был еңеү һайлау йомғаҡтарын фальсификациялау арҡаһында булды тип һанай. Әйткәндәй, Беренсе Чечня һуғышы 1994-1996 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Сәбәбе шул: 1990 йылда чечня халҡының бөтә милләт конгресы генерал Джохар Дудаевты конгресс етәксеһе итеп, ә бер йылдан һуң Чечня президенты итеп һайлай. Яңы президент ошоға тиклем эшләгән Юғары Советты ҡыуып тарата һәм Рәсәй составынан сығыуын иғлан итә. Ошо сәбәптәр арҡаһында Юғары Совет яҡлылар менән Дудаевсылар араһында граждандар һуғышы башлана. Бер-береһенә ҡаршы тороусы хәрби көстәрҙең яҡынса тигеҙ булыу сәбәпле был һуғышта ике яҡ та еңеүгә өлгәшмәй. Ельцин Чечняның үҙ аллылығын, Рәсәй составынан сығырға булған ынтылышын танымай һәм конституцион тәртип урынлаштырыу маҡсатында Чечнягә ғәскәр индерә. Рәсәй яғынан күп юғалтыуҙар аша Грозный һәм башҡа бер-нисә ҡала алына, ләкин күп тә үтмәй Дудаевсыларҙың контрһөжүме арҡаһында Рәсәйҙең сикләнгән ғәскәр төркөмө Грозный, Гудермес, Аргун ҡалаларында ҡулсаға алыналар. Ҡан ҡуйыуҙы туҡтатыу маҡсатында Хасавьюртта боевиктар башлығы Аслан Масхадов менән генерал Александр Лебедь осрашып, 1996 йылдың 31 авгусында ҡаршы торошто туҡтатыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуялар. Шулай итеп, Беренсе чечня һуғышы тамамлана. Ә Кремль үҙенсә йәшәй: президент һайлауҙары үткәндән һуң юғары дәүләт вазифаларына һайлау осоронда Ельцинға финанс менән яҡындан ярҙам иткәндәр ҡуйыла: Анатолий Чубайс - президент хәкимиәте етәксеһе, Владимир Потанин - хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары, Борис Березовский - Рәсәйҙең именлек Советы секретары урынбаҫары. 1999 йыл, май айы. Дәүләт Думаһы Ельцинды посынан бушатыу өсөн эш алып бара - әлегә килеп сыҡмай. Ельцин, үҙ рейтингының түбән булыуын белгәнгә күрә, был иң юғары хөкүмәт посында толҡа тапмай башлай, күрәһең. Йыл аҙағында ул үҙ теләге менән отставкаға китергә була, алдан уҡ әҙерләнә, В.В. Путинды хөкүмәт башына тәғәйенләй. 31 декабрҙә, сәғәт 12 тулыр алдынан, Яңы йыл тантанаһы менән ҡотлау ваҡытында, Борис Николаевич отставкаға үҙ теләге менән китеүен һәм урынына, һайлауҙарға тиклем, Рәсәй президенты вазифаһын үтәүсе итеп В.В. Путинды ҡалдырыуын телевидение аша белдерә.
30.3 В.В. Путин осоро
Путин Владимир Владимирович, 1952 йылдың 7октябендә Ленинградта тыуа. 2000-2008 йылдарҙа һәм 2012 йылдың май айынан алып Рәсәй Федерацияһы президенты, Рәсәй хөкүмәте рәйесе (1990-2000),Именлек Советы секретары (1999), Федераль именлек хеҙмәте (ФСБ) директоры. Милләте-рус. Володя өсөнсө бала булып донъяға килә, Виктор һәм Альберт исемле ағайҙары ул тыумаҫ элек үк был донъянан киткән булалар. Атаһы Владимир Спиридонович - һуғыш ветераны, Ҡыҙыл Армия сафында һуғыш башланған айҙан уҡ һуғышҡа керә, яралана. Һуғыштан һуң Ленинградтағы Егоров исемендәге заводта мастер булып эшләй. Әсәһе Мария Ивановна Шеломова шул уҡ заводта блокада ваҡытында ҡалып эшләй, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла эшен шул урында уҡ дауам итә. Путиндар ғаиләһе Басков тыҡырығындағы коммуналь йортта ғүмер һөрә. 1960-1965 йылдарҙа Володя Путин 193-сө һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый, шунан химик йүнәлештәге урта мәктәпкә күсеп уҡый һәм 1970 йылда тамамлай. 1970-1975 йылдарҙа буласаҡ ил президенты Ленинград дәүләт университетының халыҡ-ара бүлеге юридик факультетында уҡып сыға, ошонда уҡ коммунистар партияһы сафына алына. Артабан Дәүләт именлеге комитетына ебәрелә, ҡыҫҡа сроклы курсты үткәндән һуң юстицияның өлкән лейтенанты дәрәжәһен ала һәм контрразведка йүнәлеше буйынса эшләй, КГБ-ның Юғары мәктәбе курстарында белемен арттыра, майор дәрәжәһен ала. Ю.В. Андропов исемендәге КГБ институтына уҡырға инеп “Тышҡы разведка” һөнәрен үҙләштерә, ныҡлап немец телен өйрәнә. 1985-1990 йылдарҙа йәш разведчик Германия Демократик Республика ерлегендә хеҙмәт итә, Дрездендә СССР-ГДР дуҫлығы йортонда директор вазифаһында тора һәм бер юлы контрразведка эше менән шөғөлләнә. Бында эшләгән осорҙа “За заслуги перед Национальной армией ГДР” тигән бронза миҙалға лайыҡ була. 1990 йылдың яҙында Ленинградҡа ҡайта һәм Ленинград ҡала советы председателе Собчактың кәңәшсеһе итеп билдәләнә. 1995 йылда тик чиновниктарҙан торған “Наш дом - Россия” (НДР) партияһының региональ бүлексәһен етәкләй. Санкт-Петербург мэрияһында В.В. Путин менән йәнәш эшләйҙәр: И.И. Сечин, Д.А. Медведев, В.А. Зубков, А.Л. Кудрин, А.Б. Миллер, Г.О. Граф, Д.Н. Козак, С.Е. Нарышкин һәм башҡалар. Улар бөтәһе лә 2000-енсе йылдан башлап Рәсәй хөкүмәтендәге, президент хәкимиәтендәге, дәүләт компаниеларындағы юғары постарға күсереләләр. 1997 йылдың яҙында, А.Л. Кудрин киткәндән һуң, В.В. Путин Рәсәй президенты хәкимиәтенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ошо ваҡыттан башлап ул Кремлдә иң текә һәм билдәле фигураларҙың береһенә әйләнә. 1998 йыл, 25 июль. Ельцин уны Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте директоры (ФСБ РБ) итеп тәғәйенләй. 1999 йылдың 26 мартында ФСБ башлығы Путинға өҫтәп Рәсәйҙең Именлек советы секретары вазифаһы ла тапшырыла. 9 август көнө президент Ельцин уны саҡырып ала һәм хөкүмәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй, ә 16 августа Дәүләт думаһы уны күпселек тауыш менән хөкүмәт рәйесе (премьер-министр) итеп раҫлай. Ошо уҡ йылдың декабрь айында Владимир Путин “Россия на рубеже тысячилетий” тип исемләнгән программа менән сығыш яһай. Киң мәғлүмәт саралары төрлөсә комментарийҙар менән уны бер-бер артлы баҫтырып сығаралар. Программала В. Путин көслө дәүләт власы булдырмайынса, Рәсәй экономикаһы эффектилығын ҡырҡа күтәрмәйенсә халыҡтың йәшәү рәүешен яҡшыртыу мөмкин түгел, тигән фекерҙе ҡыҙыл һыҙыҡ аҫтына ала. Путиндың премьер-министр булып раҫланып эш башлау осоро Дағстандағы боевиктарҙың сығышы менән тап килә. 1999 йылдың сентябрендә Мәскәүҙә, Буйнакскиҙә, Волгодонскиҙә террористик сығыштар була, кешеләр йәшәгән өйҙәр шартлатыла, 300 тирәһе тыныс тормошта йәшәүсе кеше үлтерелә. Путин был йүнәлештә хәрбиҙәрсә бик йәһәт эш итә, бандиттарға ҡаршы ойошторолған операцияны үҙе етәкләй һәм һөҙөмтәлә 15 сентябргә ҡарай Дағстан бандиттарҙан таҙартыла. В.В. Путин ике срок эсендә (2000-2008) президент вазифаһын үтәй. 2008 йылдың 7 майында президентлыҡты яңы ғына һайланған Дмитрий Медведевҡа тапшыра. Путиндың иң беренсе реформаһы булып Федерация Советы составына туранан-тура ҡағылған реформа торалыр. Быға тиклем ағза булып губернаторҙар һәм регион етәкселәре тора ине, улар ғәҙәттә ултырыштарға килеп кенә китәләр ҙә үҙ эштәренә ашығалар ине. Реформа буйынса һәр региондан икешәр вәкил һайлана, улар урындағы эштәренән бушатылып, даими рәүештә Мәскәүҙә эш алып баралар. Власть вертикалын нығытыу һәм үҙәккә бойһоноуҙы көсәйтеү маҡсатында В.В. Путин Рәсәй Федерацияһы ерен административ яҡтан 7 “ф е д е р а л ь о к р у г” ҡа бүлә. Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округ составына керетелә. Был Федераль Округҡа (ФО) үҙәктең тулы вәкиле булып С.В. Кириенко һайлана, ФО үҙәге - Түбәнге Новогород ҡалаһы. 2004 йылдың сентябрендә Бесланда булған террористик акттан һуң президент регион башлыҡтарын һайлау тәртибенән баш тартып үҙе тәғәйенләп ҡуйыуға күсә. Был курсҡа ул терроризм менән көрәште көсәйтеү маҡсатында күсеүен белдерә. Урындағы Дума, мәҫәлән, Башҡортостанда Ҡоролтай, президент күрһәткән кандидатты ғына тауышҡа ҡуйырға тейеш. Өс тапҡыр һайламаһа - урындағы Дума таратыла. 2003 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтә, күпселек урынды власть партияһы “Берҙәм Рәсәй” алды. Икенсе урында - КПРФ, шунан ЛДПР, “Родина” блогы булды. Борис Грызлов Дәүләт Думаһы председателе итеп һайланды. 2005 йылдың яҙында Дәүләт Думаһына партия исемлектәре буйынса һайлауҙар тәртибе индерелде. Владимир Путин заманында Чечня проблемаһы яңынан ҡырҡыулаша. Шул сәбәптән Рәсәй был регионға 1999 йылдың 30 сентябрь көнө ғәскәр индерергә мәжбүр була. “Икенсе Чечня һуғышы” тип аталған ҡаршы торош (30.09 1999 - 2009 йй.) бер дөрләп янып, бер быҫҡып китеп ун йыл тирәһе дауам итә. Чечен 2002 йылдың октябрендә чечен боевиктары Мәскәүҙәге “Норд-Ост” мюзиклын баҫып ала, эстәге 800 тамашасы улар ҡулында ҡала. Террористарға ҡаршы булған хәрби операцияла газ ҡулланыу юлы менән уларҙы юҡ итәләр. Йөҙҙән ашыу тамашасы һәләк була. Бынан һуң да террор Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа дауам итә. Мәҫәлән, Чечен Республикаһы президенты Әхмәт Ҡадыров Грозныйҙағы “Динамо” стадионында террористар ҡалдырған бомба шартлау арҡаһында үлә. 2009 йылдың апрель уртаһында Чечня боевиктары менән һуғыш официаль рәүештә туҡтай. Был илдең президенты итеп беренсе Чечня һуғышында боевик булып йөрөгән Рамзан Ҡадыров президент булып һайлана. Чечен республикаһы (Ичкерия) Рәсәй составында ҡала. 2007 йылдың декабренән алып 2011 йылдың сентябренә тиклем ваҡыт аралығында Рәсәй президенты вазифаһына Медведев һайлана, ә В.В.Путин хөкүмәт етәксеһе булып эшләй башлай. 2002 йылдың 7 майында В.В. Путин өсөнсө тапҡыр Рәсәй президенты итеп һайлана хөкүмәт башына Д.А.Медведевты тәҡдим итә һәм “май указдары” тип аталған бер серия указға ҡул ҡуя. Медведев яңы хөкүмәт ағзаларын тәғәйенләп яңы вазифала эш башлай. Һуңғы осорҙағы Путиндың тышҡы политикаһы башлыса Украинала һәм Ҡырымда 2014 йылдың башында башланған сәйәси һәм ижтимағи кризис менән бәйле. 17 мартта ул Ҡырымды бойондороҡһоҙ республика итеп ҡабул итеүе, ә уның ерендә урынлашҡан Севастополдең айырым статусын таныуы тураһында указға ҡул ҡуя. Ҡырымда үҙаллылыҡ буйынса референдум үткән ваҡытта погонһыҙ хәрбиҙәр (йәшел кешеләр) тәртип һағына баҫалар. Рәсәй Федераль Йыйылышы етәкселәре Ҡырым вәкилдәре менән Ҡырым һәм Сеавстополде Рәсәй составына ҡабул итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуя. Июль айында Украина күгендә Малайзия “Боинг”ы атып төшөрөлә. Рәсәй яғы был “ҡара” эште башҡарыусы Украина тип атай. Ә АҠШ президенты вәкиле Рәсәйгә һылтай. Украина менән Донецк, Луганск араһында барған һуғышта Рәсәй ғәскәре ҡатнаша тип һанаған Көнбайыш илдәре АҠШ-ты тыңлап, Рәсәйгә ҡарата санкция иғлан итә. 2014 йылдың 18 декабрендә Кремлдә үткәрелгән ҙур пресс-конференцияла Путин Украинаның көнъяҡ-көнсығышында Рәсәйҙән барған ирекле һуғышсылар (доброволецтар) үҙ теләктәре менән һуғышта ҡатнаша һәм уның өсөн бер-ниндәй аҡса алмайҙар, тигән белдереү яһай. Президенттың күп кенә сығыштарында ул Украинала барған граждандар һуғышына АҠШ һәм Көнбайыш илдәр туранан-тура ғәйепле тигән фекерҙе үткәрә. Икенсе яҡтан граждандар һуғышын туҡтатыу өсөн бар тырышлығын һала.
30.4. Д.А. Медведев осоро ДмитрийАнатольевич Медведев, тыуған йылы - 1965, Ленинград. Сәйәси һәм дәүләти эшмәкәр. Рәсәй Федерацияһының унынсы хөкүмәт башлығы, өсөнсө президенты (2008-2012.). ОАО“Газром” етәксеһе (2000-2008), хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары, нанотехнология буйынса куратор. (2005-2008). 2007 йылдың 10 декабрендә ул “Берҙәм Рәсәй” партияһынан президентлыҡҡа кандидат итеп тәҡдим ителә, ә 2 мартта президент булып һайлана. Яңы президент инаугурация ваҡытындағы сығышында “граждандарҙың иҡдисади һәм сәйәси хоҡуҡтарын киңәйтеү” өҫтөндә эшләйәсәген белдерҙе. Беренсе указдары туранан-тура социаль сфераға ҡағышлы булды, шул эстән, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм мохтаж булғандарҙы федераль бюджет иҫәбенә 2010 йылдың майына тиклем квартиралар менән тәъмин итеү тураһындағы указ. Икенсе указы “Торлаҡ төҙөүҙе артабан үҫтереү саралары” тип аталды һәм унда хөкүмәт тарафынан шәхси төҙөлөшкә аҡсалата ярҙам итеү юлдары һәм мөмкинлектәре күрһәтелде. Рус казактары ҡатламына арналған указында (3 июль, 2008) уларҙың статусын аныҡланы һәм урындарҙа тәртип һаҡлау эшендә уларҙың ролен билдәләне. Интернетҡа һалынған “Россия, вперед!” тигән мәҡәләһендә Рәсәйҙең артабанғы үҫешен, күҙалланы, технологик модернизация юлдарын, инновация мөмкинлектәрен барланы. Һуңыраҡ Сколковала фәнни-технологик комплекс асыуға иреште (“Проект Сколково”). Президент Медведев осоронда 2008 йылдың август айында Грузия менән көнъяҡ Осетия араһындағы ҡаршы торош көсәйә һәм һуғыш хәрәкәттәре башлана. Рәсәй Федерацияһы үҙ аллылыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән, Грузия СССР-ҙан сыҡҡандан һуң Рәсәй составына үҙ теләктәре менән ҡалған осетиндарҙы яҡларға һәм ярҙамға килергә мәжбүр була. “Биш көнлөк һуғыш”тың төп ваҡиғалары: 8 август. Президент Саакашвили бойороғон үтәп, Грузия хәрби көстәре Көнъяҡ Осетияның башҡалаһы Цхинвалды һәм уның тирә-яғын артиллерия утына тота, республика еренә ғәскәрен индерә һәм һуғыш хәрәкәттәрен башлай, башҡаланы штурмлай. Ошо арҡала тыныс йәшәгән граждандар, шулай уҡ бында тыныслыҡ ҡурсылап тороусы Рәсәй хәрбиҙәре тиҫтәләп үлтерелә. 9 август. Рәсәй өҫтәмә хәрби көстәрен Абхазия һәм Көнъяҡ Осетия ерҙәренә туплай. 10 август. Алыш диңгеҙҙә башлана. Һөжүм итеүсе Грузияның ике катеры һыуға батырыла, Грузия флоты самолеттарҙан утҡа тотола. 11август. Рәсәй хәрби көстәре һөжүм башлай, Грузия хәрбиҙәрен кире ҡыуып алып китә, Грузия еренә инә, Зугдиди һәм Гори ҡалаларын баҫып ала. 12 август. Медведев хәрби операцияны туҡтатыу тураһында бойороҡ бирә һәм килешеү өсөн осрашыу ойошторорға тәҡдим итә. 16 август. Рәсәй, Грузия, Абхазия, Көнъяҡ Осетия етәкселәре осрашып “Тыныслыҡ урынлаштырыу план”ына ҡул ҡуялар. Тыныслыҡ урынлашҡандан һуң Д.А. Медведев былай тип сығыш яһай:
«В конечном счёте, до какой-то поры у нас ещё оставались надежды на то, что это всё-таки некая провокация, которая не будет доведена до конца. Но в тот момент, когда реально заработали ракетные орудия, начали стрелять танки, и мне было доложено о гибели наших граждан, в том числе миротворцев, я ни минуты не колебался и отдал приказ на поражение и ответные действия» (40). 2009 йылдың июнендә Д.А. Медведев һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы председателе Ху Цзиньтао икәү-ара осраша һәм энергетиканы был күп халыҡлы илгә һатыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуялар. Барак Абама Мәскәүгә визит яһаған ваҡытта (июль, 2009) ҡоралланыуҙы артабан сикләү буйынса ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Армияһында реформа үткәреү планлаштырыла. 2011 йылдың 24 сентябрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында 2012 йылғы президент һайлауҙарына Путин үҙ кандидатураһын ҡуясаҡ, тип иғлан ителә. Ул кандидатура һайланһа - Медведев хөкүмәтте етәкләйәсәк тип әйтелә. Ошонда Медведевҡа “Берҙәм Рәсәй” партияһын етәкләү тапшырыла. Коррупцияға ҡаршы көрәште ҡыҙыулатыу маҡсатында Медведев бер пакет план ҡабул итә. 2011 йылдың 1 мартында “Полиция тураһында” закон ҡабул ителә, милиция бөтөрөлә. Рәсәй президенты булып һайланған Путиндың тәҡдимен хуплап Дәүләт Думаһы 2012 йылдың 8 майында Д.А. Медведев Рәсәй хөкүмәтенең председателе итеп һайлай. КПРФ һәм “Справедливая Россия” фракциялары ҡаршы тауыш бирә. Экономик яҡтан Рәсәй, кем президент булып ултырһа ла, кризистар кисерә, ул 1998 йылда булып үтә, 2008, 2015 йылдарҙа ҡабатлана, сөнки беҙ донъя баҙары менән ныҡ бәйле һәм ундағы һәр ыңғайлыҡ һәм етешһеҙлек, доллар курсының юғары күтәрелеү йәки түбән төшөүе беҙгә лә килтереп һуға. Ил граждандары өсөн президент булып ниндәй фамилиялы кеше ултырһа ла ярай, тик ул тыныслыҡҡа, халыҡ көнкүрешен яҡшыртыуға ынтылырға, байҙар-ярлылар араһындағы айырманы кәметеү өсөн тырышып эшләргә тейеш. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарҙа барған курс илдә демократлаштырыуҙы киңәйтеүҙән, тормоштоң төрлө сфераларын яңыртыу сәйәсәтенән ғибәрәт ине. Ошо тулҡындар Башҡортостанға ла ҡағылды, бында тағы бер сәйәси тулҡын “үҙаллылыҡ”, “суверенлы булыу” өсөн ынтылыш өҫтәлде. Туҡһанынсы йылдар башындағы илдә башланған экономик кризис Башҡортостанды ла урап үтмәне: бер-бер артлы завод-фабрикалар ябылыуы , ауылдарҙа колхоздарҙың бөтөүе, уларҙың шәхси ҡулдарға күсеүе эшһеҙлек тыуҙырҙы, шул уҡ ваҡытта коррупция һәм енәйәтселек күбәйә барҙы. Бер төркөм кешеләр реформа ваҡытын кеҫәләрен ҡалынайтыу өсөн файҙаланды, приватизация һәм акционирование ваҡытында мутлыҡтар йышайҙы. Коррупция менән көрәшеү, экономиканы артабан аҫҡа тәгәреүен туҡтатыу Башҡортостан етәкселеге өсөн иң мөһим бурыстарҙың береһе булды. Шул ваҡытта рухи байлыҡҡа иғтибар итеүселәр бермә-бер кәмене, үткән осорҙо критикалау бер модаға әйләнде. Шул ваҡытта рух милли мәҙәниәт һағында тороусы ойошмалар барлыҡҡа килде: республика мәҙәниәте үҙәге “Аҡ тирмә”, славян мәҙәниәте фондының Аксаков бүлексәһе, Өфө Лермонтов үҙәге, рус, татар, сыуаш,мари мәҙәниәт үҙәктәре барлыҡҡа килде. Демократлаштырыу курсы КПСС-тың абруйын артабан тағы ла түбәнерәк төшөрөүгә ярҙам итте, шул уҡ ваҡытта Советарҙың роле күтәрелә барҙы. Беренсе туҡмаҡ иң юғарыла торған етәкселәргә төштө, әлбиттә. 1989 йылдың июнендә партияның Өлкә Комитеты беренсе секретары М.З. Шәкиров, етәкселек ҡанундарын боҙоуҙа ғәйепләнеп, вазифаһынан бушатылды. Унан һуң һайланған Р.Х. Хәбибуллин да, И.А. Горбунов та был вазифала оҙаҡ эшләй алманылар. Һуңыраҡ Ельцин указы менән КПСС йәшәүҙән туҡтаны. БАССР Юғары Советы сессияһы 1990 йылдың 4 апрелендә Юғары Совет председателе итеп быға тиклем Өфө нефть ҡыуыу заводы директоры булған Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улын һайланы.
31.1 Президент М.Ғ. Рәхимов М.Ғ. Рәхимов, Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Таваҡан ауылында 1934 йылдың 7 мартында тыуа. Рәсәй һәм Башҡортостан сәйәсмәне, 1993-2010 йылдарҙа Баҡортостан Республикаһы президенты. Милләте - башҡорт. Белеме - юғары, Өфө нефть институтын тамалай (1964). Атаһы Ғөбәйҙулла Зөфәр улы һуғыштан һуң төрлө колхоздарҙа рәйес булып эшләй, “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ була. 1960-1975 йылдарҙа М. Рәхимов Өфө нефть ҡыуыу заводында цех етәксеһе урынбаҫары, эшләп сығарыу цехы начальнигы урынбаҫары, баш инженер ярҙамсыһы.1976-1978 йылдарҙа ул баш инженер, завод директоры, СССР халыҡ депутаты, СССР Юғары Советы ағзаһы, Башҡортостан һәм Өфө ҡала советы депутаты. 1990-1993 йылдарҙа Рәхимов Башҡортостандың Юғары Советы председателе, 1993-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы президенты. М. Рәхимовты президент булып үткән осорҙа Башҡорт халыҡ үҙәге “Урал” етәкселегендә “Башҡортостанға - союздаш республика статусы” тигән хәрәкәтте башлай. Хәрәкәтте халыҡ һәм Юғары Совет депутаттары хуплай. Сираттағы БАССР Юғары Советы сессияһы (ноябрь, 1989) М. Ғ. Рәхимовтың докладын тыңлағандан һуң, 1990 йылдың 11 октябрендә “БАССР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында” Декларация ҡабул итә. Ошо дата республика көнө итеп иғлан ителде. 1991 йылды юғалтыуҙар һәм табыштар йылы тип атарға булалыр, сөнки ГКЧП-ның сығышынан һуң Ельцин Рәсәй эсендә КПСС эшмәкәрлеген туҡтата, ә Конституцион Суд ике айҙан һуң Рәсәй президентының указын законһыҙ тип таный һәм партияны аяҡҡа баҫтырыуға рөхсәт бирә. Күп коммунистар шул арала партиянан китеп өлгөргән була. 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй менән Башҡоростан араһында Федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла. Яңы Конституция проекты 1993 йылдың 24 декабрендә Юғары Совет тарафынан ҡабул ителә. Яңы Конституция буйынса республикаға президент вазифаһы индерелә, БАССР атамаһы Башҡортостан Республикаһы менән алмашына, Юғары Совет бөтөрөлә, ә уның урынына ике палатанан торған парламент - Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай булдырыла. Һуңыраҡ Ҡоролтай бер палаталы итеп үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһының Яңы Конституцияһы 6 киҫәктән, 12 бүлектән, 164 статьянан тора. Ғөмүмән, Республиканың суверенитетын иғлан итеү, властың демократик институттары ойошторолоуы - ике палаталы парламент һайлаулы президент, кеше хоҡуҡтарын барлап сығыу - халыҡ әллә ҡасандан бирле көткән ҙур яңылыҡ булды. Конституциябыҙҙың иң тәүге редакцияһы Башҡортостаныбыҙҙың үҙаллылығын иҫбатланы, Федератив килешеүгә һәм уның Ҡушымтаһына таянып, иҡдисади, финанс, халыҡ менән бәйләнеш формалары булдырҙы. Ғөмүмән, Конституциябыҙға беренсе төҙәтмә индергәнгә тиклем, республикабыҙ киңерәк үҙаллылыҡҡа эйә булды. Әммә 2002 йылда башлап дәүләт суверенитеты тураһындағы һүҙҙәр Конституциянан алып ташланды. Был эш вертикаль власты нығытыу өсөн эшләнде, тигән аңлатма бар, ләкин ышандырырлыҡ дәлилдәр юҡ. Башҡортостан үҙаллығы кемгә ҡамасаулар ине? Бер кемгә лә. Ул ғына түгел, 2006 йылдан башлап республика президентының халыҡ тарафынан һайланыу положениеһы, тулы үҙаллылығы юҡҡа сыҡты. Мәҫәлән, яңыртылған 1-се статьяла “суверенлыҡ”, “үҙаллылыҡ” тигән һүҙҙәр күренмәй. Унда былай тип яҙылған: 1 cтатья Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында республиканың бөтә күп милләтле халыҡ ихтиярын һәм мәнфәғәтен сағылдырыусы демократик хоҡуҡи дәүләт булып тора. “Башҡортостан Республикаһы”, һәм “Башҡортостан” тигән атамалар тиң мәғәнәле. Конституцияның өсөнсө статьяһында ла “суверенитет” һүҙе алып ташланған, үҙгәртелгәндән һуң ул ошолай уҡыла:
3 статья Башҡортостан Республикаһында халыҡ власының конституцион системаһы эш итә. Халыҡ власы туранан-тура, шулай уҡ дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдарв аша тормошҡа ашыра. Халыҡ власының иң юғары кәүҙәләнеше булып референдум һәм ирекле һайлауҙар тора. Башҡортостан Республикаһында дәүләт власы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм ошо Конституцияға ярашлы тормошҡа ашырыла. Конституияға ярашлы бер палаталы Ҡоролтай 110 депутаттан тора (ст. 67) һәм улар биш йылға бер һайлана (ст.68). Президентлыҡ вәкәләтлеге лә биш йыл дауамында ҡаралған (сст. 83). Тәүге Ҡоролтайға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан башҡа фирҡә вәкилдәре һайланмай, тағы шуныһы үкенесле: депутаттар корпусының күбеһе чиновниктарҙан тора, бында ябай һәм ярлы ҡатламдан булған халыҡ вәкилдәре, атап әйткәндә, эшсе, һауынсы, малсы вәкилдәре бөтөнләй күренмәй. 2003 йылдың мартында БР ҡоролтайына депутаттар һайлау үтте. Яңыртылған Дәүләт йыйылышына 120 депутат һайланды. Ҡоролтай рәйесе итеп К.Б. Толкачев һайланды. Башҡортостан президенты булып Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы өс срокта һайлана (1993, 1998, 2003). Башҡортостандың беренсе президенты М.Ғ. Рәхимовҡа, уның үткән юлына, эшмәкәрлегенә һәм тормошона төрлө баһа биреүселәр күп. Шуларҙың береһе “Деловые люди” журналисы Геннадий Ариевич үҙ журналында (1995 йыл, май), минеңсә, ысынбарлыҡты үҙ күҙлегенән сығып дөрөҫ сағылдырған репортажында былай тип яҙып сыҡты:
“...Подчеркнутая открытость, столь непривычная для застегнутых на все пуговицы былых советских лидеров - первое, что бросается в глаза при общении с Муртазой Рахимовым, главой башкирского государства. Он легко, словно не замечая, разрушает все приготовленные нами ловушки, живо и откровенно отвечает на “хитрые” вопросы, нисколько как будто не озобоченный, какое может произвести впечатление. Поначалу даже сомневаешься: не показная ли демонстрация, однако очень скоро начинаешь поддаваться обаянию искренности, ставшей неотъемлимой частью имиджа президента. Естественный или хорошо придуманный, этот имидж, безусловно, “работает”. Двери кабинета и дома Рахимова, нам говорили, открыты для всех и всегда. Думается, все же тут некоторая метафора: без определенного аппаратного фильтра это физически невозможно, да и охрана просто сойдет с ума. Рахимов - об этом нам тоже рассказывали многие - прост, трудолюбив и дотошен. Впрочем, бывает и крут с теми, кого считает болтуном, лжецом, а то и - пуще всего - жуликом. Побеседовав с Муртазой Губайдулловичем в еще не так давно обкомовском здании, в интерьере которого, впрочем, мало что изменилось, мы пригласили Рахимова к себе в гости, в “Зеленую рощу”, где разместились журналисты “ДЛ”, дабы встретиться в более непринужденной обстановке. Не особенно, если честно, расчитывали на его согласие. Но он не только с готовностью обещал, но и действительно приехал в назначенный день и час в уфимский санаторий. Мы внимательно наблюдали за приготовлениями к этому визиту, но так и не обнаружили ни срочных дорожных и строительных работ, ни разительных улучшений в меню, ни специального оцепления, ни блокирования подъездных путей... Поговорив и без церемоний приняв рюмку-другую, мы все вместе на двух машинах - и этот наш экспромт также не вызвал у Президента никаких возражений - отправились на родной завод Рахимова, на котором прошла вся его рабочая и директорская должность, где он вырос в крупного производственника, куда уходят настоящие корни его личости и характера... Был репортаж - интервью “Башкортостан. Выбор пути” тигән исем аҫтында сыҡҡан документтар, репортаждар йыйынтығында урын тапҡан һәм, әлбиттә, беренсе президентҡа баһа биргән саҡта иғтибарға лайыҡ (41). 1995 йыл, 17 декабрь. Был көндө Башҡортостанда референдум үткәрелә, халыҡ ҡарамағына ике төп һорау сығарыла: 1. Башҡортостан ере, ер-һыуы һатып алыу обьекты булырға тейешме? - Был һорауға “юҡ” тип халыҡтың 84 % яуап бирҙе. 2. Рәсәй менән килешеп экономик үҙаллылыҡты артабан дауам итеү һәм тормошҡа ашырыу кәрәкме? Икенсе һорауға референдумда ҡатшашҡан 97% кеше “эйе” тип яуапланы (13, 571). 2002 йылда Рәсәйҙә халыҡтың иҫәбен алыу компаниеһы үткәрелә. Уның төп күрһәткестәре буйынса Башҡортостанда бөтәһе 4 миллион 104 мең кеше йәшәй булып сыҡты. Ә 1989 йыл халыҡ иҫәбен алғанда был һан 3 943 меңгә тигеҙ ине. Тимәк, 13 йыл эсендә дөйөм халыҡ иҫәбе республика буйынса 161 меңгә артҡан артҡан. Был, әлбиттә, ыңғай күрһәткестәрҙең береһе. Республикала йәшәгән бөтә халыҡтың 1 221 302 кешеһе - башҡорттар (29,8%), 970 702 кеше - татарҙар (24,1%), 1 490 715 кеше - рустар (36,32%). Ә Рәсәй Федерацияһы эсендә был иҫәп мәғлүмәте буйынса 1 673 389 башҡорт йәшәй (42). 2010 йыл, 15 июль. Рәсәй президенты Д.А Медведев Башҡортостан президенты М. Ғ. Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итә, шунда уҡ беренсе дәрәжә “За заслуги перед Отечеством” ордены менән наградлай. Һайланғанға тиклем президент вәкәләтлеген ваҡытлыса үтәү Р. З. Хәмитовҡа йөкмәтелә.
31.2.Республика президенты Р.З. Хәмитов Рөстәм Зәки улы Хәмитов, Рәсәй дәүләт эшмәкәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы ағзаһы. 2010 йылдың 19 июленән башлап Башҡортостан президенты булып эш башлай, 2004 йылдың 14 сентябрендә икенсе срокка һайланды. Хәҙерге көндәге республикабыҙ башлығы, сөнки Медведевтың указы буйынса (декабарь, 2010) республика президенттары “регион башлыҡтары” тип атала башланы. Техник фәндәр докторы. Р.З Хәмитов 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһе Драченино ауылында тыуған. Милләте буйынса үҙен башҡорт тип таный, тыуған теле - башҡорт теле, урыҫ телен юғары кимәлдә ҡуллана, инглиз телендә иркен аралаша. Атаһы - Хәмитов Зәки Сәлим улы БАССР-ҙың Балтас районы Штәнде ауылында тыуған, 1973-1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының “Машиналар ремонтлай” кафедраһы мөдире, ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы булып эшләгән. Әсәһе, ғүмер буйы математика уҡытыусыһы булып эшләгән педагог - хаҡлы ялда. Ҡустыһы Рәшит Өфөлә машина йөрөтөүсе (водитель) булып эшләй. Ҡатыны - Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы - табиб, балалары Камил һәм Нурия Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Р.З. Хәмитов 1971 йылда Өфө ҡалаһының 115 һанлы урта мәктәбен тамамлай. 1977 йылда Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын инженер-механик һөнәре буйынса уҡып сыға, белемен артабан камиллаштырып техник фәндәр докторы дәрәжәһенә ирешә. Университетты тамалағандан һуң хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү берләшмәһендә башлай, унан һуң оҙаҡ ҡына ваҡыт (1978-1986) Өфө авиация институтында эшен дауам итә. Туҡһанынсы йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советына депутат итеп һайлана, Юғары Советтың экология, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу буйынса комиссия рәйесе була. 1994-1996 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса министр. - 2000-2003 йылдар. Рәсәй президентының Волга (Иҙел) буйы Федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиллек аппаратында Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор. - 2004 йыл.Һыу ресурстары федераль агентлығы етәксеһе. - 2009 йыл. “Русгидро” йәмғиәте идараһы ағзаһы ә 2010 йылдың 19 июленән башлап Башҡортостан Республикаһы президенты. Президент булып эшләй башлаған беренсе көндәрҙән алып Рөстәм Зәки улының эшләү йәнәлеше “Халыҡ өсөн эшләү” тип аталды. 2011 йылдың 30 ноябрендә Ҡоролтайҙа ул мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Сығышында иң актуаль булған мәсьәләләрҙе һанап үтте, ғәҙеллекте тормошҡа ашырыу, халыҡ тарафынан властҡа йоғонто яһау мөмкинлектәрен арттырыу дәирәләренә, көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды. Төп ынтылыш халҡыбыҙҙың йәшәү кимәлен күтәреү, тип атаны ул һәм уның сәбәптәрен асыҡлап ул былай тине: “Алдыбыҙҙа торған төп проблема — ул республиканың иҡтисади ҡеүәте менән халҡыбыҙҙың йәшәү кимәле араһындағы айырмалыҡ. Беҙ ауыл хужалығы ерҙәренә, урмандарға, һыу ресурстарына, файҙалы ҡаҙылмаларға бай булған гүзәл төбәктә йәшәйбеҙ. Башҡортостандың иҡтисади, фәнни, белем биреү ҡеүәте күп быуындарҙың хеҙмәте менән тупланған. Ошо ҡеүәте республикабыҙҙы тотош илгә танытты. Бөгөн республика — күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар төркөмөнә ингән, иҡтисади яҡтан алға киткән Рәсәй төбәктәренең береһе. Ҡабатлап әйтәм, был ҡаҙаныштар тәү сиратта халҡыбыҙҙың хеҙмәт емеше. Тап ул — беҙҙең төп байлығыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ. Хәҙерге тормоштоң төп ҡаршылығы ла ошоға ҡайтып ҡала. Халҡыбыҙ аҙ эш хаҡы ала, иҫке фатирҙарҙа йәшәй, хеҙмәте өсөн тейешле баһанан мәхрүм, ә бит беҙ ғорурланған нәмәләрҙең барыһына ла нәҡ уның хеҙмәте һалынған. Ошо рәүешле ғәҙеллек принцибы боҙола.. Мәҫәлән, көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһен — торлаҡ-коммуналь хужалығын ғына алайыҡ. Тиҫтәләрсә йыл инде дәүләт власы органдары бында тәртип булдырырға тырыша. Мәсьәлә хәл ителдеме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә хаҡ арта, торлаҡ фонды, инженерлыҡ селтәрҙәре иҫкерә. Тураһын әйтергә кәрәк: тармаҡта граждандарҙың аҡсаһын оятһыҙ рәүештә үҙләштереүсе йөҙҙәрсә әрәмтамаҡ барлыҡҡа килде. Ҡайһы бер йорттарға инеүе лә ҡурҡыныс. Ниңә дәүләт был мәсьәләлә алға китә алманы? Эштә торлаҡ-коммуналь комплексының хеҙмәттәренән файҙаланған граждандарға таянмағанғалыр, тип уйлайым. Миңә көн һайын йөҙҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Хат, Интернет аша. Айына кәмендә бер тапҡыр граждандарҙы ҡабул итәм. Бынан тыш, республика буйынса сәфәрҙәрем барышында предприятиеларҙа булам, завод, фабрика, ферма, оҫтаханаларҙың ябай хеҙмәткәрҙәре менән даими аралашам. Һөйләгәндәрем раҫ булһын өсөн мәсьәләләр буйынса ярайһы уҡ хәбәрҙармын. Властың ялған һүҙ һөйләүен халыҡ шунда уҡ тоя һәм ышанмаусанлыҡ менән яуап бирә. Һөҙөмтәлә халыҡ менән власть араһындағы упҡын тәрәнәйә, ә иҡтисад тейешле һөҙөмтәлелеккә өлгәшә алмай. Сөнки коллектив эш итеү һәләте юҡҡа сыға. Был — билдәһеҙлеккә алып барған юл, уны беҙ бер ысул менән — намыҫлы булып ҡына үҙгәртә алабыҙ. Бәлки, власть ҡыҫҡа перспективала отолор ҙа, сөнки хаталарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе танығандан һуң, уларҙы төҙәтергә лә тура киләсәк, әммә оҙайлы киләсәктә мотлаҡ отасаҡ. Халыҡҡа таянған власть абруйлы һәм көслө буласаҡ. Халыҡ һәм власть бер бөтөнгә әүереләсәк”.
Р.З. Хәмитов эшләгән осорҙа республикабыҙҙа байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды, шуларҙың ҡайһы берҙәрен ул үҙе атап китте: 1. Хәйбулла районындағы “Юбилей” ятҡылығында яңы байыҡтырыу фарикаһының тәүге сираты файҙаланыуға тапшырылды, баҡыр-цинк линияһы эшләй башланы, 300-ҙән ашыу эш урыны асылды; 2. Благовещенда йылылыҡты изоляциялаусы материалдар заводы асылды, уға 3 миллиард һумдан ашау аҡса һалынды, 300 яңы эш урыны булдырылды; 3. Яңы милекселәр Октябрьскиҙә керамик плитә етештереү эше башланы. Инвестициялар күләме - 245 миллион һум, 200-ҙән ашыу эш урыны булдырылды. 4. Өфөлә “Витценманн-Руссия”берлектәге предприятиеһенең яңы цехы файҙаланыуға тапшырылды. Уға 220 миллион һум аҡса һалынды, 100 эш урыны барлыҡҡа килде; 5. “Салауатметалл” ҡыҙыу килеш цинклау заводы эшләй башланы. Төҙөлөшкә 1 миллиард һум самаһы аҡса һалынды. Заводта 200 кеше эш урынына эйә булды, яҡын арала тағы ла 100 кеше йәлеп ителәсәк; 6. “ИКЕА” һәм “Ашан” магазиндары, сауҙа комплекстары асылды. Инвестициялар күләме 9 миллиард һум самаһы тәшкил итте, 500-ҙән ашыу эш урыны булдырылды. 7.“Биополимер” проектын һынау этабы тамамланды. Ул Рәсәйҙә бойҙайҙы тәрән эшкәртеү буйынса тәүге завод буласаҡ. Бынан тыш, унда башҡа аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларының ҡалдыҡтары эшкәртеләсәк. “Биополимер”ҙа һәм ҡатнаш предприятиеларҙа 1,5 меңгә яҡын белгес эшләй аласаҡ. Тағы ла бер нисә мең кеше, нигеҙҙә ауыл райондары халҡы, “Биополимер” өсөн сеймал етештереү — бойҙай үҫтереү менән шөғөлләнәсәк. Артабанғы эшләнгән һәм эшләнәсәк эштәргә туҡтап республика башлығы Өфөнөң 5-се ТЭЦ, Түбәнге Һөйән ГЭС-ы, “РусГидро- Альстом” төҙөлөшөнә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә фертолет двигателдәрен етештереү цехы ойошторолоуын бәйән итте. Ауыл хужалығы ҡағылып президент былай тип һүҙен дауам итте:
“Ауыл хужалығында ла ҙур проекттар бар. Мәләүездә күркә үрсетеү һәм уның итен эшкәртеү буйынса комплекстың икенсе сиратын киңәйтеү тамамланасаҡ. Бында 400-гә яҡын эш урыны булдырылған, өҫтәмә рәүештә тағы ла 200 урын барлыҡҡа киләсәк. 2013 йылдың уртаһында өсөнсө сират файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, заводта 1 меңдән ашыу кеше эшләйәсәк. Ул Рәсәйҙә иң юғары технологиялы производстволарҙың береһе буласаҡ. “Разгуляй” компаниялар төркөмө менән берлектә әле ит етештереү һәм эшкәртеү буйынса ҡеүәтле агрохолдинг ойоштороу буйынса эшләйбеҙ. Ул биш заманса сусҡасылыҡ комплексынан һәм эшкәртеү заводынан торорға тейеш. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 13 миллиард һум тәшкил итәсәк тип күҙаллана. 1 меңгә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Киләһе йылдан республикала малсылыҡ комплексын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Биш йыл, иң күбе ете йыл эсендә беҙ 500 һөтсөлөк фермаһын төҙөкләндерергә һәм сафҡа индерергә тейешбеҙ. Улар кәмендә 400–500 баш малға иҫәпләнгән заманса юғары технологиялы ҙур предприятиелар буласаҡ. Әйткәндәй, программа йәш белгестәр өсөн торлаҡ һалыуҙы ла күҙаллай — һәр ферма ҡарамағында уңайлыҡтары булған кәмендә ике йорт төҙөләсәк. Ошо көндәрҙә Күгәрсен районында инкубаторҙа тоҡомло күркә йомортҡаһы етештереү буйынса фабрика төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул селекция өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы файҙаланған производство буласаҡ. Инвестициялар күләме — 1 миллиард һум, 200-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ. Быйыл да, киләһе йыл да беҙ Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарындағы мегафермаларҙың төҙөлөшөн аҙағына еткерәсәкбеҙ. Улар — ҡеүәтле заманса комплекстар. Был эште лә тамамларға тейешбеҙ. 1914 йылдың 29 декабрендә Р.З. Хәмитов В.В. Путинға Башҡортостандың социаль-экономик үҫеш хәле тураһында доклад яһаны. Уның әйтеүенсә, республиканың 13 күрһәткесенең 12-һе ыңғайлыҡ йәки плюс тамғаһы менән бара. Регионда йылына 1,8 миллион тонна һөт әҙерләнә. 60 миллиард тәшкил иткән 11 инвестпроект булыу арҡаһында мегафермалар, ҙур ауыл хужалығы комплекстары төҙөйбөҙ, тине. Уның һүҙҙәре буйынса, инвестиция капиталы 104-105% тәшкил итеп тора. Социаль күрһәткестәр буйынса эш хаҡы яйлап күтәрелә барыуын, демографик хәлдең ыңғай индекс менән тороуын әйтте, йыл буйына 60 мең бала тыуҙы, үҙеш 6,5 мең тәшкил итә тип өҫтәне ул. Ҡырымға ярҙам йөҙөнән 200 миллион аҡса йыйылыуын, Башҡортостан республикаһынан бырып 38 объектты: юлдарҙы, балалар баҡсаларын, һыу үткәргестәрҙе ремонтлау эштәрен башҡарып ҡайттылар, 15 комбайн барып уңыш йыйыуҙа ҡатнашты, тине регион башлығы. Республикабыҙ күп милләтле. Башҡорт телендә һөйләшеүселәр дөйөм халыҡтың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Телебеҙҙе беҙ, башҡорттар, яратабыҙ, артабан да үҫеүен теләйбеҙ, уны ҡыҫһалар - борсолабыҙ, сөнки тел тураһында тел болғаусылар һирәк -һаяҡ булһа ла табылып тора. Телебеҙ хаҡында булған уй-фекерҙәрҙе, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, бәйән итеп китәйек.
31.3. Башҡорт теле - боронғо тел. Милли рух Башҡорт мәҙәниәтен белмәгән йәки уны бик томанлы итеп күҙ алдына килтергән ҡайһы бер кешеләр, мәҫәлән, башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыуҙы тыйырға тигән фекерҙе алға һөрәләр, урыҫ телен өйрәнеү дәрестәрен күбәйтеүҙе талап итәләр һәм шулай итеп шовинистик булған, ләкин хәҙерге демократик заман талаптарына тап килмәгән, дөрөҫ булмаған юлда торалар. Урыҫ телен урыҫ балаһы мәктәптә генә түгел, ә мәктәптән һуң да йоҡлап киткәнсе һөйләшеп һәм шул ыңғайҙа өйрәнеп йөрөй түгелме һуң? Ә башҡорт балаһы урамға сыҡһа, тағы урыҫ телендә аралашырға мәжбүр. Бындай хәл бигерәк тә ҡалаларҙа күҙгә эленә. Урыҫ телен белеү кәрәк, шөкөр, был телдә һәр башҡорт иркен һөйләшә ала, ә башҡорт телен белгән урыҫтар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бына ни өсөн башҡорт телен башҡорт балаларына ла, Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренә лә мәктәптәрҙә өйрәнеү бик кәрәк, сөнки ул - тормош талабы. Кемдер башҡорт телен, мәҙәниәтен белергә теләмәй икән - үҙ иркендә. Беҙҙең өсөн телебеҙ - мәҙәниәт һәм рух сығанағы. Рәми Ғәрипов яҙғанса, “башҡорт теле бер телдән дә кәм түгел”, ул ғына ла түгел, беҙҙең тел иң боронғо телдәрҙән һанала. Билдәле булыуынса, донъяла таралған төп тел төркөмдәре, атап әйткәндә, һинд-Европа, дравид, Кавказ, семеохамит, урал, алтай тип аталған тел ғаиләләре үҙ-ара генетик яҡтан туған, ҡан-ҡәрҙәш. Уларҙың бөтәһе лә тәүтелдән килеп сыҡҡан булырға тейеш, тип һанай Р. Подольный үҙенең “Пути народов” исемле китабында был телде проностратик тел тип атай (43). Тәүтел тураһындағы фекерҙе Германия философы фон Лейбниц та яҡлай. Башҡорт теленең боронғо телдәр рәтендә һәм сифатында булыуына дәлилдәр, минеңсә, етерлек: ер-һыу атамалары, эпос-легендалары, шәжәрәләре, боронғо яҙыуҙары һ.б. “Башкиры” тигән фундаменталь хеҙмәттең авторы, этнограф-археолог С.И. Руденко башҡорт теленең боронғо булыуын икеләнмәйсә былай тип яҙҙы:
“Башҡортостандың күпселек халыҡ һөйләшкән тел, күрәһең, урындағы беҙгә билдәле булмаған башҡа телдәрҙе үҙ эсенә алған боронғо башҡорт теле, уның үҙенсәлектәрен күрше халыҡтарҙың телен һәм башҡорт телен тәрән өйрәнеп, сағыштырып ҡарап ҡына асыҡларға була. Был телдең уғыр-фин һөйләшенән килеп сығыуы тураһындағы гепотезаны антропологик яҡтан да, лингвистик яҡтан да дөрөҫ тип һанап булмай. Уғыр һөйләшенең ҡайһы бер элементтары төнъяҡта йәшәүсе башҡорт ырыуҙарының теле аша килеп инеүе бик мөмкин. Этник яҡтан боронғо башҡорттарҙы, уларҙың төнъяҡ -көнбайыш өлөшөн Геродоттың тиссагеттары менән, көнъяҡ-көнсығыш өлөшө савроматтар һәм ииркалар менән тоташҡан булырға тейештәр тип уйлайым (44).
Тарих фәндәре локторы Э. Берзин уйлауынса һәм иҫбатлауынса, беҙҙең эраға тиклем IV-III мең йыллыҡтар араһында Днестр - Яйыҡ арауығында “ям” тип йөрөтөлгән мәҙәни берҙәмлек эсендә булған халыҡтар бер телдә һөйләшеп ҡатнашыуҙарына шик юҡ. (45) Төрки телдән айырылып сыҡҡан башҡорт теле күп телдәргә әһәңдәш. Телебеҙҙә йыш осраған ө, ә, ү һуҙыңҡылары монгол, герман телдәре диалектарында билдәле. Беҙҙең телдең башҡа телдәр менән бәйләнешен өйрәнеп, Салауат Ғәлләмов “Башкурдский язык и Санскрит” тигән аталған фундаменталь хеҙмәт яҙып сыҡты һәм күп кенә бәхәсле мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе. Шул хеҙмәттәге таблицала булған бер сағыштырыу схемаһын килтереп китәйек. Унда бөтәһе лә асыҡ күренеп тора, сөнки һүҙҙәр төрлөсә яҙылһа ла ауаз-әйтелештәре бик яҡын. (46) Русса Башҡортса Санскритсә (Хинди) Курдса
молтва намаҙ намас ньмеж голос ауаҙ ауаз ауаз гусь ҡаҙ ханса каз где ҡайҙа кодһа кода друг дуҫ дост дост тонкий нәҙек нәздик назик
“Иле барҙың теле бар” йәки “Рух һүнмәһә - ил һүнмәҫ” тигән халыҡ мәҡәлдәре үҙ эсенә бик тәрән философик төшөнсә, ҙур тормош тәжрибәһе ята. Минеңсә, тел менән рух һәм тыуған ерең булһа ғына һаҡлана һәм артабан үҙешә, ерһеҙҙең, илһеҙҙең “илһөйәрлек” тип аталған рухы ла булмай, илде яҡларҙар яҡшы һуғышсы ла сыҡмай. Беҙ үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙә йәшәйбеҙ. Башҡорт халҡы борон-борондан үҙ ерен һаҡлаған, Уралын бер кемгә лә бирмәгән. Уралды ғына түгел Рәсәй сиктәрен дә ул ҙур тырышлыҡ менән һаҡлаған. Нәмә һуң ул рух? Был төшөнсәне һәр кем үҙенсә аңлата. Минең уйлауымса, рух ул - күңел ныҡлығы, халҡыңа, телеңә тоғролоҡ, мәҙәни бейеклелек, халҡыңды яратыу, тарихыңды белеү һәм илеңде, ереңде һөйөү. Кәрәк саҡта ғүмереңде йәлләмәйенсә ереңде ҡурсылау, яҡлау. Халыҡ рухы - үҙ телебеҙҙә сыҡҡан тарихи һәм әҙәби китаптарҙа, халыҡ ижадында, эпостарҙа, риүәйәттәрҙә. Ниндәй милләттең әле “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Сыңрау торна” кеүек мәшһүр эпостары бар? Шулай ҙа рухыбыҙ юғары беҙҙең тип маһайып та булмай, сөнки һуңғы осорҙа илһөйәрлек тойғоһо күпкә бүҫкәрә бирҙе. Икенсе яҡтан, башҡорттарҙың генофондын көслө тип әйтеп булмай. Төп дәлил итеп башҡорт этносының һуңғы йөҙ йыл эсендә (1987-1987) үҫеүҙән туҡтауын килтерергә мөмкин. Әгәр башҡа халыҡтар, мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, әрмән, үзбәк, әзербайжан кеүек миләттәр 4-10 тапҡырға артһа, башҡорттар иһә 9,7%-ҡа ғына ишәйә алған. XVII-XVIII быуаттарҙағы ихтилалдар, граждандар һуғышы, репрессиялар арҡаһында яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса бер ярым миллиондан ашыу башҡорт юҡ ителгән. Был һандар эсенә тәбиғи үлем менән вафат булғандар иҫәпкә алынмай.
Йомғаҡлау
Боронғо ваҡыттарҙа башҡорт халҡы ырыуҙарҙан торған. “Ҡәбилә” тип бер ханға бойһонған бер-нисә ырыуҙың берләшмәһен атағандар. Бындай берләшмә башлыса һуғыш ҡурҡынысы тыуғанда барлыҡҡа килгән, һәр осраҡта яңы хәрби башлыҡ - хан һайлағандар. Тора-бара хандарҙы оҙайлы ваҡытҡа бай һәм батыр булғандар араһынан һайлап аҡ кейеҙҙә күтәргәндәр Бына шулай башҡорттарҙың ете ырыу берекмәһе барлыҡҡа килә. Башҡорт исемле хан ваҡытында ете ырыу берләшмәһен Башҡорт ханы халҡы йәки ҡыҫҡартып башҡорт халҡы тип атай башлағандар. Башҡорт хан үлеп киткән, ә ул ойошторған ете ырыу берләшмәһе артабан нығынып эргә-тирәләге ырыу ҡәбиләләрҙе үҙенә ҡушып бер бөтөн халыҡҡа, ә һуңырыҡ Башҡорт хан исемле милләткә әйләнеп китә. Был фаразлау, минеңсә, тарихи ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап киләлер. Меңәрләгән йылдарҙы үҙ эсенә алған тарихыбыҙҙа ыҙғыштар ҙа, һуғыштар ҙа, талаштар ҙа бихисап булған. Башҡорт тамырҙары тәүтормош кешеләре менән тоташыуы “Урал батыр” эпосында ла аныҡ сағыла, археологик яҡтан да раҫлана. Минеңсә, үҙ тамырҙарыңды белеү, шәжәрәң менән ҡыҙыҡһыныу бик кәрәк булған һәм файҙалы ынтылыштыр һәм хәҙерге ваҡытта шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың артыуы бик ыңғай күренеш. Тарихта күренеүенсә халҡыбыҙ үҙ азатлығын, Уралын, торған һәм тыуған ерен төрлө юлдар менән яҡларға тырышҡан: һөжүм булһа - яуға күтәрелгән, бәхәс килеп сыҡһа - һөйләшеп килешеүҙәр менән яйға һалған, кәрәкле тип тапһа - яҡын-тирәләге ырыу-ҡәбиләләр менән союзға кергән. Шул маҡсатта башҡорт халҡы X-XII быуаттарҙа ҡыпсаҡтар менән союзда торған, уларҙың “Дешт-и-Ҡипчаҡ” тип аталған ҡыпсаҡ ҡәбиләләре дәүләте составында ғүмер һөргән. XIII быуат уртаһында татар-монголдарға ҡаршы яуға күтәрелгән, тиҫтәләгән йылдар дауамында үлемесле һуғыш алып барған һәм халыҡ генофондын һаҡлап ҡалыу өсөн баҫҡынсылар менән килешеү төҙөгән, татар-монголдарҙың артабанғы һуғыштарында улар яғында ҡатнашҡан һәм Монгол дәүләте эсендә, нуғай ханлығында ҡалып йәшәүен дауам иткән. Үҙ ерен, үҙаллылығын артабан һаҡлау маҡсатында башҡорт халҡы XVI быуат уртаһында ныҡ көсләнеп алған урыҫ дәүләтенә йөҙөн борған, Аҡ батшаға (Иван IV) барып баш һалған һәм Рәсәй составына ингән һәм Октябрь революцияһына тиклем бер ил булып йәшәгән. Революциянан һуң Рәсәй составында көйө үҙаллылыҡты киңәйтеү, киң автономия өсөн ныҡышмалы көрәш алып бара. Был көрәш авангардында З. Вәлиди һәм уның фекерен хуплаусы зыялылар торған. Был шәхесте берәүҙәр маҡтай, икенселәре яманлай, нисек кенә булмаһын ул башҡорт халҡын ҡурсылаған һәм ул берәүгә лә бер зыян да эшләмәгән. Уның ваҡиғалар ағышын алдан уҡ аңғарыу һәләте лә булған. Башының өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйырыуын күреп-һиҙеп ситкә сығып киткән һәм ғүмерен оҙайтҡан. Ул ғына ла түгел, профессор дәрәжәһенә етеп тағы ла башҡорт халҡының абруйын артабан үҫтергән. Был яҙмаларҙа башҡорт халҡының Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт халҡының автономия өсөн көрәше, азатлыҡҡа ынтылышы, граждандар һуғышынынң фәжиғәһе, төрлө ваҡытта совет власына булған ҡараштары, башҡорт полктарының көрәш юлы, ябай халыҡтың ауыр, аслы-туҡлы йәшәүҙәре бәйән ителде. Шулай уҡ утыҙынсы йылдарҙағы тормош, репрессияға ҡағылған мәл бер аҙ яҡтыртылды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтҡа ябай халыҡтың мәтди ярҙамы, башҡорт атлы дивизияһын булдырыу, командирҙарҙың, һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр бирелде. Рәсәй иленең артабанғы тормош үҫешен һәм барышын барлау маҡсатында “Дәүерҙәр һәм осорҙар” бүлегендә яҡтыртыуҙы хуп күрҙек, Башҡортостандағы реформаларҙы байҡап үттек, сөнки Башҡортостан, Рәсәй иленең бер өлөшө булараҡ, шул уҡ сәйәсәтте үткәрә, бер үк закондарға бойһона, тик үткәреү юлдары ғына бер ни тиклем айырылыуы мөмкин. Билдәле булыуынса, XX быуаттың 80-90-сы йылдарынан алып Рәсәй иле социализм системаһын кире ҡағып капитализм нигеҙҙәрен төҙөүгә ҡарай боролдо. Ҡасандыр инҡар ителгән был системаны, әлбиттә, кемдәрҙер өнәмәй. Шундайҙарҙың береһе - Ҡасим Мәсәғутов. Ул үҙенең китабында Рәсәй үҫешенә ҡағылып былай тип яҙа:
“...Халыҡ өсөн иң юғары әхләки ҡиммәт - тыуған ил. Яңы урыҫ байы Рәсәйҙә байыҡты, Англияла өйҙәр һатып алды, акцияларын Германияға һалды, аҡсаларын АҠШ банктарында тота. Уның Ватаны ҡайҙа? Ниндәй илде ул яҡларға тейеш?... ...Олигархтар талаған ябай халыҡ өсөн тыуған илде һаҡлау олигархтың байлығын, “Берҙәм Рәсәй” етәкселегендә булдырылған әхләҡкә, ғөрөф-ғәҙәттәргә тап килмәгән тәртиптәрҙе һаҡлауға, яҡлауға тиң. Берҙәм Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары нисек кенә өндәшмәҫкә тырышмаһын әхләкһеҙлекте йәшереү мөмкин түгел. Рәсәйҙең көсһөҙлөгө - тормоштоң бөтә йүнәлештәрендәге әхләҡһеҙлектең хакимлеге. Берҙәм Рәсәйҙең көсө - әхләҡһеҙлекте таратыуҙа. Әхләҡи нормаһы булмаған йәмғиәт үлемгә дусар ителә... ...Капиталистик илдәрҙең күп кенә ғаиләләрендә байлыҡ бер-нисә быуын тырышлығы менән йыйыла. Бер быуын дауамында ла байыҡҡандар бар; ул айырым кешенең йәки ғаиләнең хеҙмәте, таланты арҡаһында ғына килеп сыға. Рәсәй экономикаһын һауыҡтырыу, илде, халыҡты ҡотҡарыу өсөн көрәш байҙарға, байлыҡҡа ҡаршы барыу түгел. Эш байлыҡта ла, олигархта ла түгел, ә улар бай булып тыуып ҡына ҡалмай паразиттар булыуҙа. Рәсәйҙе ҡотҡарыу кешенең байлығын бөтөрөүҙе, олигархты юҡ итеүҙе аңлатмай, ә киреһенсә олигархтың паразитик йәшәйешен юҡҡа сығарыуҙы күҙаллай (47). Күренеүенсә, бөгөнгө йәшәйеш ҡанундары кемгәлер оҡшай, кемгәлер оҡшамай. Социализм осоронда эшселәр һәм крәҫтиәндәр синыфы булды, хәҙерге йәмғиәт байҙар, капиталистар, олигархтар синыфынан, бер-ни тиклем урта хәллеләрҙән һәм ябай, ярлы халыҡтан тора. “БОМЖ” (без определенного места жительства) тип исемләнгән хәйерселәр ҙә бар. Бөгөнгө Рәсәй капитализмы, минеңсә, классик социализм менән АҠШ капитализмы ҡушымтаһы. Артабан нисек булыр күптәргә билдәһеҙ, шулай ҙа уйлап ҡуям: социализм ваҡытындағы булған “коммунизм төҙөүсенең әхләки кодексы” булған кеүек хәҙерге ваҡытта “Капитализм төҙөүсенең әхләки кодексы” тигән ҡулланма индергәндә яҡшы булыр ине, сөнки тәртипһеҙлек, әхләкһеҙлек һәм енәйәтселек бөтә сфераларҙа ла артҡандан-арта бара, ә ул беҙҙең тыныс йәшәүебеҙгә бик ныҡ ҡамасаулай. Яңы ҡалҡып сыҡҡан буржаазияның да әхләки яғы бик ныҡ аҡһай. Әйткәндәй, социализм осоронда ҡабул ителгән был әхләҡи кодекс Ҡөръән ҡанундарына тулыһынса тап килә ине, әҙәм балаһында кешелеклелек, кеселеклелек тәрбиәләүгә, бер-береңде хөрмәт итеү, намыҫлы булыу кеүек рухи һәм әхләҡи ғәҙәттәрҙе индереүгә йүнәлтелгән. Шулай булғас уның нимәһе насар? Капитализмдың яңы әхләҡи кодексы булһа, ул да иң матур сифаттар тәрбиәләүгә нигеҙ һалырға тейеш, сөнки бөгөнгө көндә сәскә ата барған бәйһеҙлек бөтә енәйәттең башы булып тора. Туҡбыҙ, әлбиттә, тик туҡ булһаң да аҡса ҡоло ғына булып йәшәүҙең, тик үҙең өсөн генә байлыҡ туплау менән генә шөғөлләнеүҙең мәғәнәһе лә, рухи матурлығы ла юҡтыр тип уйлайым. Минең уйымса, беҙ йәшәгән йәмғиәткә ниндәй генә исем тағылмаһын, ниндәй генә боролоштар булмаһын ул - социаль, әхләҡи һәм рухиәтле, ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы, демократик йәмғиәт булырға тейеш. Нисек кенә килеп сыҡмаһын, ниндәй генә тормош һикәлтәләре булмаһын халҡыбыҙҙың генофонды меңәр йылдар дауамында һаҡланыр тигән ышаныста ҡалам. Меңәр йылдарға һуҙылған киләсәк дәүерҙәрҙә һәм ҡитғаларҙа Башҡортостан үҙ урынын табып, үҫешен артабан дауам итәсәгенә иманым камил.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 49; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.214 (0.039 с.) |