Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Автономия һәм үҙ билдәләнеш өсөнСодержание книги
Поиск на нашем сайте
Борис Хәйретдинов
Ы н т ы л ы ш Автономия һәм үҙ билдәләнеш өсөн көрәш юлында. Ил саҡыра. Еңеү
(әҙәби-тарихи роман)
Инеш һүҙ
Беҙ - үҙебеҙ - башҡорттар, Күп ырыуға - баш йорттар. Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр, Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар. Шәйехзада Бабич
,, Ынтылыш” тип аталған был хеҙмәт бынан алда яҙылған ,,Ете лә генә ырыу, береһе - Бөрйән” тигән әҙәби-тарихи романдың дауамы, артабанғы бер киҫәге булып тора. Ете эре ырыу берләшмәһенән һәм башҡа вағыраҡ ырыуҙарҙан торған ата-олаталарыбыыҙҙың бер милләт - башҡорт халҡы булып ойошоп етеүен рус революциялары бер ни тиклем тиҙләтте лә, әммә күберәк тетрәтте, шикелле. Революциялар һәм унан һуң ҡупҡан граждандар һуғышы халҡыбыҙ өсөн күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар килтерҙе, уға тағы репрессия ҡорбандары өҫтәлде. Был әйткәндәр барыһы ла халҡыбыҙҙың тарихи биттәре. Уларҙы үҙебеҙ яҙмаһаҡ - кем яҙырға тейеш? Башҡорт халҡы Рәсәйҙәге колониаль иҙеүҙең бөтә ғазабын үҙ елкәһендә татый. Шулай ҙа, аҙ һанлы булыуға ҡарамаҫтан, юғалып ҡалмай, батыр көрәше, тырыш хеҙмәте менән йәшәр көскә эйә булғанын күрһәтә. Бөтә хоҡуғы, мал -мөлкәте таланған һәм ас-яланғас ҡалған көйө ул һаман ерен, иркен ҡайтарыр өсөн тынғыһыҙ көрәшкә ярһый, революцияларҙа ҡатнаша һәм ҙур өмөттәр бағлай. Беҙҙең ата-олатайҙар иле өсөн, ере өсөн йән аямай алышҡа кергәндәр. Был һуғыштарҙа улар сыныҡҡан, яңы ил батырҙарын үҫтергән, улар менән ғорурланған. Күп кенә оҙон характерлы башҡорт халыҡ йырҙары тыуған илебеҙҙе һаҡлауға, батырҙарыбыҙҙың тиңһеҙ көрәштәренә арналған. Башҡорт иле төрлө яуҙҙарҙы күргән һәм үҙ иңендә үткәргән. Иң оло яуҙарҙың береһе - монгол-татар яуы булған. Ғәскәребеҙ иҫ киткес батырлыҡтар күрһәтеп, был яуға ҡаршы торған, ләкин еңеүгә ирешә алмаған. Ил улдарының батырлыҡтары, фиҙәҡәрлектәре тураһында иҫтәлектәр йырҙарҙа һаҡланған, легенда-риүәйәттәрҙә әйтелгән, эпостарҙа сағылыш тапҡан. Башҡорт иленең йәшәйеш эпохаһын тарихи яҡтан, минеңсә, алты дәүергә бүлергә була: 1.Ҡәбиләләрҙең ырыуҙарға бүленеп (сактар, исседондар, даихтар, һундар) Урал - урта Азия арауығында йәйләп йәшәгән дәүер. (VI быуатҡа тиклем); 2. Төрки ҡағанат дәүләте эсендәге йәшәү дәүере. (VI-X бб.); 3. Ҡыпсаҡ дәүләте эсендәге йәшәйеш дәүере. (X-XIII бб.); 4. Алтын Урҙа эсендәге йәшәү дәүере. (XIII-XVI бб.); 5. Рус дәүләте составына инеп йәшәү дәүере. (XVI б. алып); Һуңғы дәүерҙең үҙе өс осорға бүленә: а) батша Иван Грозный менән килешеү төҙөп рус дәүләте составына инеү; б) башҡорт автономияһын иғлан итеү һәм уны совет власы тарафынан раҫланыуы. (15 ноябрь 1917 й. - 23 март 1919 й.): в) Рәсәй менән Башҡортостан республикаһының статусы буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыу. ( 31 март, 1992 й.) Төрлө ваҡыттарҙағы килешеүҙәрҙең йөкмәткеһе хоҡуҡи яҡтан ентекләберәк З. Еникеев тарафынан тикшерелгән. Ул “ Правовой статус Башкортостана в составе России” (Уфа, 2002) тип аталған монографияһында башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш дәүерен дөрөҫ күҙаллап дүрткә бүлгән: а) Рус дәүләтенә ҡушылырҙан алдағы осор; б) рус дәүләте составында; в) СССР ваҡытында; г) совет власынан һуңғы осор;
Октябрь революцияһын сәйәсмәндәр, тарихсылар нисек кенә тип атауға ҡарамаҫтан (бөйөк революция, социалистик революция, Октябрь түңкәрелеше, демократик революцияның икенсе этабы, большевиктар революцияһы) ул ғәмәлдә демократияға юл аса, “халыҡтар төрмәһе” тип аталған Рәсәйҙә граждандарҙың хоҡуҡи тигеҙлегенә юл аса, социализм нигеҙҙәрен төҙөүгә йүнәлеш бирә, байҙар һәм ярлылар төшөнсәһен юҡҡа сығара, төрлө титулдарҙы тарих сүплегенә түгә. Егерменсе быуат эсендә башҡорт сәйәсмәндәре ике тапҡыр Башҡортостанға киң автономия алыр өсөн көрәшкә сығалар. Беренсеһе - совет власы таңында, икенсеһе - XX быуаттың 90-сы йылдарында. Тик киң автономия алыу бәхете килеп сыҡманы, буғай, милли-мәҙәни автономия алыу ғәмәленән ары китә алманыҡ, шикелле. Артабан беҙҙең ниндәй үҫеш юлдары булыу мөмкин һуң? Минең уйымса, улар түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: 1. Ошоға тиклем яулап алынған автономия сиктәренә риза булып йәшәү; 2. Союздаш республикалар кимәлендәге киң автономияны яулап алыу; 3. Тулыһынса үҙ-аллы булған дәүләт төҙөү, килешеүҙәр аша Рәсәй һәм башҡа илдәр менән тиң, тыныс, тулы хоҡуҡлы булып йәшәү; Тағы бер юл сүрәтләнгәндәй: телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе онота барып, уларҙы артабан үҫтереүгә көс һалмайынса ғүмер уҙғарып, урыҫлашып китеү һәм мәңгелеккә тарих биттәренән юғалыу. Бындай юлды күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, ләкин мейенән бөтөнләй алып ташлап та булмай. Артабанғы үҫеш юлыбыҙ нисек килеп сығырын киләсәк үҙе күрһәтер, “өмөтһөҙ - шайтан”, тигәндәй, беҙ, халыҡ, киләсәктең матурыраҡ булыуына өмөт итәбеҙ, әлбиттә.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 56; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.41 (0.007 с.) |