Юлдар көнбайышҡа ҡарай борола 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Юлдар көнбайышҡа ҡарай борола

Поиск

               21. Дивизия алғы һыҙыҡҡа күсә

Башҡорт яугирҙәре нисек кенән һуғышҡа тиҙерәк инергә тырышмаһын, эшелондар көнбайышҡа ҡарай йылдам тәгәрәй алманы, йә тегендә, йә бында оҙон-оҙаҡ туҡтап торҙо. Һәр бәләкәй станцияны һәр разъезды һанай-һанай эшелон алға шыуышты. Тимер юл хужалары менән тамаҡ ярыуҙар, ыҙғышыуҙар бер-ниндәй һөҙөмтә бирмәне, улар иң тәүҙә алғы һыҙыҡҡа кисекмәҫтән кәрәк булған самолет, танк, орудие, ҡайһы бер частарҙы үткәрҙе.

Ярай әҙәм балаһы хәлде аңлап түҙергә тырышыуы мөмкин, бына хәрәкәтһеҙ килгән аттар бигерәк ныҡ ғазапланды: яҡын барһаң - кешнәйҙәр, күҙгә ҡарап иреккә сығарыуҙы һорайҙар, шаҡылдатып вагон иҙәндәрен төйгөсләйҙәр. Атлылыр үҙҙәренән алда аттарҙы уйлап һәм йәлләп хафалана. Ҡайһы бер яугирҙәр ат вагондарынан сығышмайҙар, рөхсәт алып аты эргәһендә сәйәхәт итеүҙе хуп күрәләр.

Етенсе тәүлек киткәндә генә Мыльново станцияһында аттарҙы сығарып йөрөтөп алырға рөхсәт алынды. Вагондарҙы асҡан ыңғайы аттар трапҡа ла ҡарамайынса ергә һикерә башланылар. Берәүҙәре сикләнгән майҙанда елеп сапты, икенселәре рәхәтләнеп ерҙә аунаны.

Утлы һуғыш үткән ергә, Тула өлкәһенең Сафоновка станцияһына, дивизия ун өсөнсө тәүлектә килеп етте. Уларҙы бында емерелгән заводтар, яндырылған өйҙәр, һерәйеп ҡалған мейестәр ҡаршы алды. Был күренеш һәр яусының күңеленә ҡара ҡором булып инеп ятты.

- Вагондарҙан төшөргә!

Дивизия Турды һәм Ефремово райондарында тупланды. Июнь аҙағына тиклем дивизия һуғышҡа инмәй, ләкин нығынып та ҡалмай. Яйлап-яйлап ҡына Олым йылғаһына ҡарай Тула, Воронеж өлкәләре аша 600 саҡрымға алға шыла.

Ниһәйәт, 1942 йылдың июнь аҙағында таң атыу менән Башкавдивизия Олым йылғаһы буйына килеп етте һәм ошонда оборона тоторға приказ алды. Полктар оҙайлы оборона тотоу өсөн нығына башланы, һуғышсылар окоп ҡаҙҙы, траншеялар соҡоно. Саперҙар алғы һыҙыҡҡа миналар ҡуйҙы, сәнскеле тимер сыбыҡ һуҙылды. Артиллерия батареялары урынлаштырылды, санитар пункттар барлыҡҡа килде. Комиссар Әлибаев, политруктар ер ҡаҙған кешеләр араһында йөрөп, һәр береһенең рухын күтәрергә тырыштылар. Ат ҡараусылар алғы һыҙыҡтан арыуыҡ артҡа күсеп урынлашты. Июльдең беренсе, икенсе көнөндә Кусимов полкы алдында һуғышҡан, ләкин дошман ҡыҫымына сыҙай алмай сигенгән, яраланған, йонсоған һуғышсылар күренә башланы.

Яңы урынла полктарға яңы номерҙар бирелде: 313-сө Макаев полкы, 294-се - Нафиков полкы, 275-се Кусимов полкы.  

4 июль. Немецтәр әллә яңы часть килгәнде һиҙҙеләр, әллә башҡа сәбәптән иртә менән атакаға күтәрелде. Нафиков полкы алдында дошмандың бер батальоны күренде. Бөтә орудие һәм минометтар телгә килде. Бер-нисә минут эсендә фашистар килгән ялан ҡап-ҡара саң-туҙанға әйләнде. Башҡорт атлы дивизияның был беренсе залпы көслө килеп сыҡты, күрәһең, дошмандың тере ҡалғандары ҡаса башланы. Егеттәр “ур-ра-а” тип ҡысҡырып ҡыуа төштөләр. Шулай итеп, беренсе “сикәнеү” башҡорт атлылары өсөн уңышлы ғына тамамланды.

6 июль. Дошмандың өс полкы авиация, арт полк һәм 80 танкыһы ярҙамында алға ынтылды. Үлемесле һуғыш башланды. Ике көндән һуң һалдат һаны буйынса өс тапҡыр көслөрәк дошман дивизияның бер өлөшөн ҡамай алды, дивизия артҡы рубежға һуғыша-һуғыша күсеп урынлашты һәм башҡа сигенмәйенсә шунда нығынды. Көн дә тиерлек атака артынан атака ҡабатланһа ла дивизия урынынан ҡымшанманы, оборонаны ныҡ тотто, контратка яһап немецтәрҙе аптыратты.

Дошман Борки ауылын алыу өсөн атака башланы, бында Кусимовтың полкы урынлашҡан ине. Сәғәт ярымдан ашыу барған алыш ике аралағы ерҙе төбө-тамыры менән аҡтарып ташланы, көн төнгә әйләнде, бөтә ерҙе саң томаны ҡапланы. Орудиенән, минометтан, автоматтан, пулеметтан ут асып, егеттәр дошманды түшәп һалалар, тере ҡалғаны кире ҡайырала. Ошо үлемесле алышта пулеметсы Ғата Хөсәйенов етмеш дошманды ҡырып һала, бының өсөн ул Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Борки тапҡырында бер-ни ҙә килеп сыҡмағас, дошман артабанғы һөжүмен Афросимовка ауылына күсерә. Бында ла ул ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. Батарея командирҙары Ғиниәтуллин, Ниғмәт Бикмәтов уларҙы туптар менән “һыйлай”. Ҡайһы берҙә эш ҡул һуғышына барып етә. Төнгә ҡарай көслө атыш арҡаһында ике флангыһы ла яланғасланып ҡалған 294-се Нафиков полкын дошман ҡулса эсенә алып тулыһынса ҡамай. Эш һәләк бит! Нисек булһа ла ҡамалған полкты ҡотҡарырға кәрәк! Быны ишетеп ҡалған Шайморатов резервын ала ла был полкка ярҙамға ташлана. Резерв төркөмөнөң аңғармаҫтан һөжүм итеүе арҡаһында ҡулса өҙөлә. Ошо ҡамауҙы өҙгән саҡта полк командиры Гәрәй Дәүләт уғлы Нафиковтың ғүмере өҙөлә. Хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаталар батыр яугирҙе...

Беренсе аҙна эсендә генә Башкавдивизия 320 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, пулеметтарын, ун ике пушкаһын селпәрәмә килтерә, өс самолетын атып төшөрә, ике ҙур складын яндыра. Дивизия үҙе лә ҙур юғалтыуҙар кисерә: 560 яугир батырҙарса һәләк була, юғала, яра ала, 180 ат яралана йәки үлеп һуғыш ҡырында ятып ҡала.

Ҡыҙыу һуғыш барған осорҙа, йәғни 25 июлдә Башҡорт атлы дивизияһына яҙыусы Константин Симонов килеп төшә. Яугирҙәрҙе, сәхнә урынына ҡалҡыуыраҡ урынды һайлап һәм таҡта түшәп, уның менән осрашыуға йыялар, шиғырҙарын тыңлайҙар. Ябығыраҡ кәүҙәле яҙыусы Симонов башҡорт егеттәре алдына килеп баҫа, тәнен турайта һәм тыныс ҡына тауыш менән шиғырын һөйләй башлай:

                    Жди меня.

Жди меня и я вернусь,

Только очень жди.

Жди когда наводят грусть

Желтые дожди.

Жди когда снега метут,

Жди, когда жара.

Жди, когда других не ждут,

Позабыв вчера.

Жди, когда из дальних мест

Писем не придет.

Жди когда уж надоест

Всем, кто вместе ждет...

Сығыш яһаусы алҡыштарға күмелә, барыһы ла урынынан тороп оҙаҡ ҡына ҡул сабалар.

Яҙыусының һорауы буйынса башҡорт егеттәре импровизация - концерт ойошторалар. Беренсе булып “Азамат” йыры менән Баймаҡ районы Түбә руднигы шахтерҙары: халыҡ йырсыһы Фитрат Абдуллин менән Кусимовтың ат ҡараусыһы, ҡурайсы Хәләф Шәйхисламов килеп сыға. Бөтә ерҙе тултырып эс-бауырҙарға инеп әйләнеп килеп сыҡҡан башҡорт моңо ағыла. Тәрән тынлыҡ, тәрәнгә киткән уйҙар, барыһы ла ҡымшанмай ғына йырҙы тыңлай.

 

Алыҫтарҙан,ай, күренә

Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.

Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй,

Ир-егеткәй менән ат башы.

Дивизия комиссары М. Нәзиров эргәһендәге яҙыусыға йырҙың һүҙҙәрен руссаға әйләндереп аңлатып бара. Концерт шулай артабан дауам итә, кемдер бейене, кемдер йырланы, кемдер шиғырын уҡыны.

Сығыштар тамамланғас, Константин Симонов сумкаһын дәфтәрен алып әңгәмәләшкән кешеләрҙең исем-фамилияларын теркәне, батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт йыйҙы, яугирҙәрҙең ғаиләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Бер-нисә көндән һуң Симонов “Красная Звезда” гәзитендә “Башҡорт дивизияһында” тигән очерк баҫтырып сығара, унда былай тип яҙған урыны ла бар:

“Бик ҡыҙыу июль көндәре. Урал алыҫта ҡалды... Ауылдар ҡулдан-ҡулға күсә. Төндә офоҡта ут яҡтыһы балҡып тора. Унда йәйәүле һәм атлы сафта башҡорттар һуғыша...

Нафиков илле яугиры менән ауылға бәреп инде. Көтөлмәгән һөжүмдән немецтар төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасты. Урам тулы арба, дүрт емерелгән ауыр орудие. 400 немец ҡырылды. Ләкин яҡтыра башлағас, унда 400-500 түгел, ә 1000 немец барлығы беленде. Улар ауылда ни бары 30 ғына кавалерист барлығын күрҙе...

Нафиков ҡулсаны өҙөргә уйланы. Һәр яҡтан немецтар ата. Яралылырҙы алға ебәреп, ул бер-нисә автоматсы менән уларҙы ҡаплап ҡалды Фашист пуляһы арҡаһына тейҙе. Уға атлауы ҡыйынлашты, йыш ҡына туҡтарға мәжбүр булды...

Яраланған ҡулын көскә күтәреп, майор автоматтан атты.Үҙе үлем дәрәжәһенә етһә лә һуғышты. Әпсәләмов менән Юлдашбаев майорҙы күтәреп алып китте. Бер минуттан уға тағы пуля тейҙе Майор уларҙың ҡулында йән бирҙе...

Нафиков һәләк булды, ләкин уның дуҫы һәм күрше полк командиры Таһир Кусимов уның өсөн фашистарҙан үс алды...

Төн яҡынлаша. Шайморатов штабында туҡыма менән томаланған тәҙрә эргәһендә киң яңаҡлы, ҡарағусҡыл битле командирҙар ултыра. Улар сираттағы төнгө атаканың планын тикшерә” (28).   

 

1942 йылдың октябре уртаһында, Сталинград тирәһендәге һуғыш ҡыҙа башлаған ваҡытта, дивизияны Сталинград эргәһенә ташлайҙар, ул ҡала эргәһендәге Слащевская станицаһы аша үткән алғы һыҙыҡҡа урынлаша. Маҡсат: Сталинградҡа ынтылған немец-фашист илбаҫарҙарын үткәрмәҫкә, фронттың контрһөжүме алдынан тере һәм хәрби-техник күберәк юҡ итергә, мөмкин тиклем күберәк хәлдәрен бөтөрөргә.

Ошо октябрь айында 275-се полк һуғышсылары өсөн ҡыуаныслы хәл булып ала, уларҙың командиры Таһир Таип улы Кусимовҡа подполковник исеме бирелә. Бер юлы 313-сө полк командиры Зариф Макаев, дивизияның артиллерия начальнигы Мөнир Вәлиев тә шундай уҡ дәрәжәгә лайыҡ була.   

19 ноябрь.

Совет ғәскәрҙәре планлы рәүештә контрһөжүмгә күсә һәм ниһәйәт Сталинград тирәһендәге күп һанлы дошман ғәскәрен ҡамау эше башлана. Ошо һөжүм барышында Башкавдивизия Петровка, Аржановский, Озеры ауылдарын, Блиновский утарын, Обливская станцияһын азат итә һәм 200-ҙән ашыу дошманды әсирлеккә ала, уларҙың өс танкыһын, ике бронемашинаһын сафтан сығара. Был һуғыштарҙа полк командиры майор Таһир Кусимов менән эскадрон командиры өлкән лейтенант Бәҙри Мәмбәтҡолов ауыр яра ала.

Эш былай була:

21 ноябрь көнө Мәмбәтҡолов эскадроны юртаҡ аттарҙа Блиновский утарына бәреп инә һәм бер аҙ тын алыр өсөн ошонда ялға туҡтай.  Шул арала бер төркөм автоматсылар эйәрткән майор Кусимов комиссары менән килеп етә һәм яңы приказ тапшыра: “Обливская станцияһын яулап алырға”. Мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булған станциянан бөтә яҡҡа ла тимер юлдар тарала, шуға күрә дошман юлдарҙы шартлатып өлгөрмәҫ борон баҫып инергә кәрәк.

Атакаға күтәрелделәр. Дошман үлемесле ут менән ҡаршы алды. Аҙаҡтаныраҡ билдәле булыуынса, бында румындарҙың танк армияһы резервы урынлашҡан булып сыҡты. Һуғыш яңынан ҡыҙып китте. Кусимов комэск Бәҙри Мәмбәтҡоловты саҡыртып алып бурыс ҡуя: 120 иң яҡшы атлыны һайлап алып ҡалҡыулыҡты урап үтергә һәм шул яҡтан һөжүм итергә.

Дошман бирешергә теләмәй ҡаты һуғыш алып барҙы, ике яҡтан да яралылыр, һәләк булғандар күбәйҙе. Төнгә ҡарай дошмандың беренсе траншея һыҙымы яулап алынды. Төн уртаһында гранаталар ярҙамында икенсе траншеяға бәреп инделәр. Төнгө һуғыш арҡаһында 120 яугирҙән 75 тере икәне иртәнсәккә ҡарай ғына беленде. Яҡтырғас та эскадронды иҙеп ташлар өсөн килгән дүрт танк күренде, артынан пехота йүгерә. Патрондар аҙ, әл дә гранаталар етерлек, шулар ярҙамында дошманды сигендерә алдылар. Был көндө дошмандың атакаһы ҡабатланды ла ҡабатланды.

31 декабрь, 1942 -се хәрби йылдың иң һуңғы көнө. Дивизияға Красный Яр утарын алыу бурысы ҡуйылды, комдив Шайморатов әмере менән утарға разведчиктар ебәрелде. Бурыс: аныҡ мәғлүмәттәр йыйып алып ҡайтырға.

Кис булды. Блиндажға разведка дивизион командиры капитан Абдулла Әхмәҙиев килеп инде:

- Миңлеғәли Минһажович! Разведчиктар имен-һау әйләнеп ҡайттылар, -  тине ул шатлыҡлы тауыш менән, - бына мәғлүмәттәре. Яңы йылға әҙерләнәләр икән теге ҡәбәхәттәр! Эх, байрам иткән саҡтарында туҙҙырып һалһаң ине! Ну, шәп тә булыр ине.

- Ҡабаланмай тор, капитан! Хәлдәрен беләйек, уйлашайыҡ тигәндәй. шунан аныҡ ҡарар ҡабул итербеҙ, әлегә сыҡмай тороғоҙ!

Мәғлүмәттән генерал Шайморатов шуны асыҡланы: Красный Яр утарында полковник Штагелдың ҡул аҫтында 400 кешелек хәрби төркөм тупланған икән. Шуларҙан 150 кеше гарнизон хеҙмәтен башҡара, 100 летчик ял итә. Улар, осоусылар, бына айҙан ашыу 8 -се кавалерия корпусын, шуның эсендәге Башҡорт атлы дивизияһын бомбаға тота. Ҡалған 150 кеше - интендант хеҙмәтендәгеләр.

Дивизия командиры полк командирҙары, штаб начальнигы менән кәңәшләшкәндән һуң, Красный Ярға төнгө налет ойошторорға булдылар.

Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы төн.

Төн уртаһында башҡорттар утарға өс яҡлап тауыш-тынһыҙ ғына баҫып инделәр. Бер төркөм дошмандың ҡунаҡ булып ултырған урынына эләгеп, теге иҫеректәрҙе ҡул һуғышында юҡ итте. Тағы ике башҡорт төркөмө өйҙән-ойгә йөрөп, йоҡлап ятҡан йәки эсеп ултырғандарҙы дөмөктөрҙөләр. Таң атыуға уйланған эш тамамланып та ҡуйҙы. Үлектәр араһында тик полковник Штагель ғына юҡ ине, сөнки ул, ҡайһы аралалыр, машинаһына ултырып ҡасҡан булып сыҡты.

Кискеһен Шайморатовҡа корпус командиры генерал-майор Борисов шылтыраты һәм ҡотланы: “Миндәге мәғлүмәт буйынса, - тине ул, -  беҙҙең башҡорт егеттәре  400 немец һалдатын һәм офицерын, йөҙҙән ашыу осоусыһын юҡ иткәндәр, бөтә документтаы менән Штагелдың штабын ҡулға төшөргәндәр, 2 рация, 12 мотоцикл, 7 еңел һәм 90 йөк машинаһы, 3 аҙыҡ-түлек склады баҫып алынған. Аэрадромдағы самолеттары ғына тороп ҡалған. Ысын күңелдән барығыҙҙы ла оло еңеү менән ҡотлайым! Ғинуар башында Чернышков станцияһына һәм Чернышковский ҡалаһына һөжүм ойошторорға тейешбеҙ. Бөркөттәреңде яңы алышҡа әҙерлә!  

Ҡаты һуғыштар барышында станция менән эргәһендәге ҡала баҫып алынғас, башҡорт кавалеристары Сталинград - Лихая тимер юлы буйлап көнбайышҡа табан ныҡлап боролдо.

Красный Яр, Чернышковский һәм Морозовскийҙы алыу өсөн барған һуғыштарҙа дивизия үҙенең байтаҡ йәнле көсөн һәм техникаһын юғалтты. Бер полк командирһыҙ тороп ҡалды. Берәй сара күрергә кәрәк ине. Шайморатов ике полкты таушалған Фондеранцев полкына ҡушырға булды, подполковник бындай “табышҡа” ҡыуанды ғына. Был хәрби берәмеккә йыйылма отряд тигән исем тағып та ҡуйҙылар. Был йыйылма отряд эсенә лейтенант Атаевтың да взводы кергән ине. Тап бына ошо взводҡа Донецтың аръяҡ ярына сығып, “79.9 ҡалҡыулығын баҫып алырға һәм төп көстәр килгәнсе тоторға “, - тигән бойороҡ 1943 йылдың 21 ғинуарында бирелде.

Аннаклыч Атаев взводы бойороҡто һәм үҙ бурысын тулыһынса үтәне, ҡалҡыулыҡты баҫып алды һәм өс көн, өс төн буйына сигенмәйенсә дошман танкылары һәм һалдаттары менән һуғыш алып барҙы. Атыш һуңғы һалдат һәләк булғас ҡына туҡтаны, шунан һуң ғына төп көстәр килеп етте. Ҡалҡыулыҡ взвод егеттәренең һәм дошман мәйеттәре менән сыбарланған ине. Взводтан берәү ҙә тере ҡалмаған, шикелле.

Шайморатов атынан төшөп немец һәм башҡорт мәйеттәре араһынан атланы, бигерәк тә дошман мәйете менән ялан сыбарланған, артабан бер-нисә дошман танкыһы яныуҙан ҡарайып ултыра.

- Иптәш генерал!

Генерал әйләнде, уның артында Фондеранцев баҫып тора ине.

- Тыңлайым, иптәш подполковник.

- Доклад яһарға рөхсәт итегеҙ! - тип честь бирҙе ул, - Башҡорт кавалерия дивизияһының утыҙ яүгире өс тәүлеккә һуҙылған көсөргәнешле һуғышта 300 фашисты юҡ итте, өс танк, бер бронемашина яндырҙы. Беҙ атаевсыларҙың береһен генә тере килеш таптыҡ. уУл - Исмәғил Әғзәмов. Аңын юғалтмаҫ элек Исмәғил барыһында һөйләп бирҙе, ләкин... ул да ауыр яранан үлеп ҡалды.

Подполковник докладын тамамланы, ул тура ҡатып торған көйө илай ине.

Шайморатов бер һүҙ ҙә өндәшмәне, “китергә мөмкин” тигән ишараны ҡул һелтәп яһаны ла ҡарашын алға, һуғыш яланына төбәп папахаһын систе һәм башын ыжғыр елгә ҡуйып ҡатып ҡалды.

Һуңыраҡ шул билдәле булды: Анаклыч Атаев взводы 22 ғинуар көнө 200 гитлерсыны юҡ иткән, ә иртәгәһенә, взводта 17 яугир ҡалған көнө, тағы 450 фашисты дөмөктөрөп, танкыларын, бронемашиналарын яндырып, һуңғы һалдат яраланып йығылғансы позицияһын ташламаған. Шулай итеп, был данлы взвод 28 панфиловсының батырлығын ҡабатланы һәм тарих биттәренә мәңгелеккә инеп ҡалды. Бына шул турала фекер йөрөтөп уйға батты генерал. Кем тере ҡалыр, кем һуғыш майҙанында ятып ҡалыр - берәүгә лә билдәле түгел, ләкин еңеү барыбер буласаҡ. Бына ошоноһо һәр яугиргә билдәле, тик шул көндө яҡынайтыр өсөн тырышырға ла тырышырға кәрәк. Еңеүгә ышаныс һәр яугирҙең күңелендә булырға тейеш. Тик ышаныс ҡына кешене ҡанатландыра, алға әйҙәй.  

1943 йылдың 6 февралендә Башкавдивизия 8-cе кавалерия корпусы составында дошман тылына рейдҡа ебәрелә, 800 яугирҙан торған ҙур хәрби төркөм Чернухино станцияһын баҫып алырға тейеш, ул ауыр һуғыштарҙан һуң баҫып алына. Ләкин фашистар станцияны юғалтҡыһы килмәй, өҫтәмә көс йыйып, башҡорт атлыларын тулы ҡамауға алалар һәм Чернухино тирәһендәге ҡулсаны ҡыҫа башлайҙар. Шайморатовсылар яугирҙәрен юғалта-юғалта ҡулсаны ҙур ауырлыҡ менән йырып сығалар. 400 кавалерист һәм 150 йәйәүле яугир, бер-нисә көн буйына артынан төшкән фашистар менән алыша-алыша, сигенә.

24 февраль көнө рейдтан сыға алмайынса дивизия командиры генерал-майор Шайморатов эҙһеҙ юғала.

Һуғыштан һуң Штеровка ауылы кешеһе Федор Головатый һөйләүенсә ауылға алты һыбайлы сабып килеп инә һәм фашистарҙың засадаһына эләгә. Атыш ҡапыл ғына башланып китә, гитлеровсылар кавалеристарҙы бөтә яҡтан да уратып алып ҡыҫа баралар һәм бөтәһен дә атып үлтергәнгә тиклем һуғышты дауам итәләр. Фашистар яҡынлап барып береһенең һәйбәт кенә күренгән тунын ысҡындырып алалар һәм китәләр. Урындағы халыҡ уларҙы ерләй, шул ваҡытта туны сиселгән яугирҙың кителендә генерал йондоҙон күреп ҡалалар. Был яугиргә 40-45 йәштәр тирәһе була.

Был, әлбиттә, Шайморатовтың үлеменә бәйләнгән күп төрлө версияларҙың береһе.

Ә әлегә һуғыш дауам итә, позицияла хәл-ваҡиғалар тиҙ генә үҙгәреп тороусан, бойороҡтар бик тиҙ алмашынып тора. Дошмандың һөжүм итеүсе төп көстәренән ялтарырға тигән корпус командиры Борисовтың бойороғо бөтә көстәр менән ҡаршы яуҙы кире ҡағырға тигән әмер менән алмашынды.  

Аттар яҡындағы урманға йәшерелде, кавалеристар ваҡытлыса пехотаға әйләнеп, туң ерҙе барлыҡ көстәре менән соҡой башланы. Орудиеларға, ППР-сыларға, пулеметсыларға төп һәм ярҙамсы “оялар” күрһәтелде. Кавкорпус румындарҙың 1-се танк дивизияһын ҡаршы алырға тейеш.

Алда танктар төркөмөнөң елдереп килеүе күренде. Кусимов  Мәмбәтҡолов эскадронына резервта торорға ҡушты.

Бәҙри һуғыш барышын Кусимов эргәһенә йәнәш тороп күҙәтә, Капитан Хәбировтың артдивизионы дошман танкыларының иң күп күренгән урындарына төбәлгән һәм бер туҡтауһыҙ атып үҙ эштәрен башҡаралар. Бына беренсе танк янып китте, туҡтаны, артынса икенсеһе, өсөнсөһө... Төрлө урында бронемашина, йөк машиналары ҡыйратылды. Дошмандың пехотаһы, янған танктарҙы урап үтеп, алға ынтылды. Уларҙы пулемет, автомат уттары ҡаршы алды, көс-хәл менән дошманды ҡайыра алдылар. Румындар алға үтә алманы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙылармеецтар һөжүмгә күтәрелеп алға ынтыла алманылар, тегеләр дәррәү атышып мөмкинлек бирмәне. Ике яҡ та позицияларын биләп тынып ҡалды, дошман көсөн бер йоҙроҡҡа йыйып тағы һөжүм итәсәге көн кеүек асыҡ ине. Әҙерләнергә кәрәк!

Кусимов Мәмбәтҡоловты саҡырып алды һәм бурыс ҡуйҙы:

- Бәҙри! Һул яҡҡа барып урынлаш, шул яҡта яугирҙәр һирәк. Әгәр ул яҡҡа һөжүм булмай урта тошҡа ташланһалар - һеҙ ҡабырғанан ынтылып дошманды ҡыҫырһығыҙ. Арттарына сығып урата алһағыҙ - бигерәк шәп булыр ине. Маскировкаға иғтибар итегеҙ! Элемтә даими булһын! Бирешмәгеҙ, йәме! Приказды үтәгеҙ!

- Есть приказды үтәргә!

Әҙерләнеү оҙаҡҡа һуҙылманы: барып урынлаштылар, орудиеләрҙе ныҡ итеп йәшерҙеләр, ә пулеметтарҙы флангтарға урынлаштырҙылар.

Тын алырлыҡ та ваҡыт ҡалманы румындар өс төркөм менән алға ынтылды. Бер төркөмө Мәмбәтҡолов ҡаршыһында пәйҙә булды. Танктар шахмат тәртибендә алға шыуыша, улар араһында йәйәүле ғәскәр атлап килә. Бына яҡынланылар, йүгерешә башланылар.

- Егеттәр! Ҡабаланмағыҙ, тағы яҡыныраҡ килһендәр! Тәүҙә пулеметтар эш башлаһын, шунан ПТР-ҙар телгә килергә тейеш, иң аҙаҡтан орудиелар танктарҙы ҡыйратыр.

Алыш ҡапыл ҡубып көсәйеп китте, автоматтар, пулеметтар, ПТР-ҙар телгә килде, тош-тош ерҙе төтөн ҡапланы.

Дошмандың беренсе алғы төркөмө пулеметтар тарафынан туҙҙырылды, икенсе рәте ятырға мәжбүр булды. Алға танктар сыҡты, ата-ата киләләр. Бына беренсе килгән дошман танкыһы ут эсендә ҡалып әйләнеп ултырҙы. Артынан килгәндәрҙән тағы өсәү янды, дүртенсеһе сафтан сыҡты, бишенсеһе кавалеристарҙың позицияһына бөтөнләй яҡынланы һәм тура наводка менән “һыйлай” башланы. Өҫкә менеп килгән танкка кемдер ҡуш граната ырғытып тимер атты дөмөктөрҙө. Был ваҡытта дошман күрше полктың күҙ терәп торған ике орудиеһен юҡ иткән, унда ла көсөргәнешле көрәш бара. Позицияға дошмандың күп снарядтары эләкте, Бәҙри Мәмбәтҡолов эскадроны, ошо бер сәғәт эсендәге алыш ваҡытында, өстән бер өлөшөн юғалтты. Ярай әле ҡараңғы төшөүгә һирәкләнеп ҡалған румын ғәскәре танктарына ышыҡланып артҡа сигенә башланы. Кавалеристар үҙ позицияларында ҡалдылар һәм яралылырҙы, үлгәндәрҙе йыйыштырҙылар.  

Бер аҙ тын алғас, төнгә ҡарай һөжүмгә күтәрелергә бойороҡ булды, румындарҙың нығытмаһын баҫып алырға кәрәк ине.

Полктың эскадрондары атҡа менде, ҡылыстарын яланғасландырҙы һәм тауыш-тынһыҙ ғына дошмандың беренсе рәт нығытмаһына яҡынлап, айбарланып, шау-шоу күтәреп дошман позицияһына йәшен тиҙлегендә йомолоп барып инде, ҡылыс менән дошманын тураҡлай башланы. Егерменсе йылдарҙағы граждандар һуғышы бара тип уйларһың!

Бындай һөжүмде көтмәгән румындар артҡа сигенә башланы, танкистары ине ултырыу менән терелгән танктары, ҡараңғыла ҡайҙа атырға белмәй, снарядтарын теләһә-ҡайҙа ебәрҙе, ҡалғандары экипажһыҙ көйө “ял” итте. Дошман беренсе позицияһын ҡалдырҙы, шунан ҙурая барған ҡыҫымға түҙә алмай икенсе позицияһын да ҡалдырып артҡа сигенде. Ҡараңғы юҫыҡта Блиновский утарының бер өлөшө Кусимов полкы ҡулына күсте. Мәмбәтҡолов эскадроны утар ситендәге ҡалҡыулыҡты баҫып алды һәм әлегә шунда нығынып торҙо. Контрһөжүм булһа-бәлән тип уйлап яугирҙәр бында хәл еткәнсе ер ҡаҙып окоптар эшләнеләр.  Бик уңайлы урын икән, тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренеп тора.

Шул арала “атаку прекратить” тигән әмер килеп етте, сөнки дошмандың ҡалған көсө көсө, техникаһы күпме һәм ҡайҙа урынлашҡан, резервы бармы-юҡмы, күршеләш хәрби берәмектәр менән нисек элемтә тота - бына шуларҙың барыһын да командованиегә белергә кәрәк ине. Әлегә бер-нидәй мәғлүмәт юҡ. Ғәскәр ауыл сите буйлап яңы позицияға күсте һәм ер ҡаҙыу эшенә тотондо, сөнки яугирҙәр белә: “ояң” булһа - тере ҡалыуға мөмкинлек күберәк, ер-әсәгә нығыраҡ һыйынған һайын ул һине нығыраҡ һаҡлай.

Яугирҙәрҙең “ялы” оҙаҡҡа һуҙылманы, дошман сираттағы һөжүмгә күсте. Танктары ажарланып алға ынтыла, араһында автоматтарҙан һиптерә-һиптерә дошман һалдаттары зигзаг яһап йүгерә. Беҙҙең яугирҙәр иң беренсе нәүбәттә йүгерешкәндәрен сүпләргә керештеләр. Дошман ул арала ниндәй резерв тапҡандыр - этем белһен, ҡотороноп алға ябырылды.

Тәреле танктары яҡынлай, улар туҡтай бирә лә сәп һайлап ата, тағы туҡтай, тағы ата...

Шайморатов Кусимовты саҡыртты:

- Мәмбәтҡоловҡа өҫтәмә көс ебәрегеҙ һәм ҡайнар аш-һыу илтегеҙ. Боеприпастар алып барырға бер үк онотмағыҙ! Улар яулаған ҡалҡыулыҡ, мөһим стратегик пункт булараҡ, беҙгә бик кәрәк. Эскадрон командирына приказды еткерегеҙ: ҡалҡыулыҡты бирмәҫкә! Аяҡтарҙы ергә батырырға һәм, көслө елдәргә ҡаршы торған һәйкәлдәй, биләгән урындан ҡыбырламаҫҡа!

Дошман бик ғәйрәтле, көсө лә күп, ныҡ ҡоралланған, танктарына йәшенеп яҡынлайҙар, эх, бер ҙә тегеләрҙе сүпләп өлгөрөп кенә булмай бит! Ҡаршылағылар яҡынланы, ләкин килеп етә алманылар, ҡул гранаталарын эшкә ҡушыу арҡаһында тәгәрәшеп ятып ҡалдылар. Алға ынтылырлыҡ йәки артҡа сигенерлек ҡаршыла бер дошман да ҡалманы. Ә бына һулда урынлашҡан эскадрон позицияларына румындар йырып үтә башланы. Окоптар буйлап ҡул һуғышы ҡыҙып китте. Быны күреп торған Кусимов үҙ штабындағыларҙы, һаҡсы-автоматчиктарын йыйып алды ла дошман үтә башлаған ергә ынтылды. Өҫтәмә көс килеү арҡаһында бер-нисә урында тишелә башлаған был позицияны ҙур ауырлыҡ менән “ямап” булды, дошман, тере көсө күберәк булыуға ҡарамаҫтан, Кусимов автоматчиктарының ҡыҫымына түҙә алмайынса артҡа сигенде. Яңы ғына ҡайнаған яланда тулы тынлыҡ урынлашты.

Кусимов бер аҙ һыуынап алыр өсөн баш кейемен сисеп, ҡулына күсерҙе лә штаб начальнигы Нурғалиндан һораны:

- Мәмбәтҡолов менән эш нисек икән? Атышыуҙары шыйыҡ күренә, боеприпастары наҡыҫланғандыр инде? Ярҙам бары еттеме?

- Ебәрелгән төркөм барып етә алмай һуғышҡа керҙе, Таһир Таипович.

- Тағы ебәр!

- Ебәрерлек автоматчиктарым юҡ!

- Күрше полк командиры Абдуллин резервынан егерме автоматсы бүлергә вәғәҙә биргәйне, шуның менән бәйләнешкә кер, вәғәҙәһен үтәһен!

- Есть!

Егерме автоматсы Мәмбәтҡоловҡа барып урынлашыуға тағы һуғыш ҡупты һәм алыш төн буйына туҡтамайса барҙы.

- Егеттәр! Сигенмәҫкә! Үлгәнсә торорға! Сигенергә беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ, - тип ҡысҡырҙы эскадрон командиры һәм башҡаларҙың йомолоп һуғыш алып барыуын күреп күңеле тыныланды. Автоматын яйлап һалып алды ла алдынан арҡыс-торҡос йүгергән дошманға тоҫҡап ата башланы. Бер-нисәһен дөмөктөрҙө, шикелле, ҡолап киткәндәре кире торманы. Окоптан сығып алғараҡ барып ятты һәм атышыуын артабан дауам итте, ҡәбәхәттәргә тоҫҡап атты ла атты, атты ла атты...

Һуғыштың ҡыҙған мәлендә Бәҙриҙең аяғына ниҙер һуҡты, ҡан сорлап ағып китте. Бөтә донъя түңкәрелде, ҡыбырлап булһасы!

Ята торғас өшөй башланы, хәле хөртәйҙе. Пистолетын биленән алып күкрәгенә, фуфайка эсенә йәшерҙе. Белә: пистолетта ике пуля ҡалған. Ҡотолор әмәл булмаһа, бер пуля - дошманға, икенсеһе - үҙенә. Автомат күтәрерлек хәл юҡ инде. Баш ҡарға терәлеп ята. Хәлһеҙ ҡулдары менән баш кейемен батырыңҡырап кейҙе һәм ике йылы бейәләйҙе баш аҫтына һалды, маңлайҙы шуларға терәне. Шуны һиҙҙе: дошман беҙҙең кавалеристарҙы сигендереп алға уҙҙы, атышҡан тауыштар алыҫлашҡандан-алыҫлаша барҙы.

Мәмбәтҡолов күренмәгәс, Әхмәтов ныҡ һирәгәйеп ҡалған эскадронды үҙ ҡарамағына алды һәм хәлен аңғартыр өсөн Кусимовҡа элемтәсе ебәрҙе:

- Ҡаршы тороп булманы, ҡалҡыулыҡты дошман баҫып алды, хәҙер өҫтәмә көс булмайынса контратака ойоштороп булмай. Бына шуларҙы түкмәй -сәсмәй майорға еткер! Ҡабатлайым: өҫтәмә көс кәрәк! Шунһыҙ бер-ни ҙә ҡыйратып булмай.

- Есть! Түкмәй-сәсмәй майорға еткерергә!

- Атлай алған яралылырҙы эйәртеп алып бар!

- Есть, яралылырҙы эйәртергә!

Элемтәсенең әйткәндәрен тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән Таһир Таипович ҡыҙҙы ла китте:

- Бирермен мин уға өҫтәмә көстө! Хәҙер тиҙ генә тыуҙырып ҙурайтып бирермен! Мин уға булған көсөн дөрөҫ файҙаланып, кире ҡалҡыулыҡты алырға бойорам. Үлмәҫ борон нишләп соҡорҙа ятаһығыҙ?

Бер аҙ һыуынғас, аптырап ҡарап торған элемтәсегә йомшағыраҡ итеп өндәште:

- Бер пулемет расчеты, бер миномет расчеты бирәм! Эйәртеп алып китерһең!

- Есть, расчеттарҙы эйәртергә!

- Мәмбәтҡолововты үлгән тиһеңме?

- Яраланған һәм һуғышы-һуғыша үлгән.

- Кәүҙәһен таптығыҙмы?

- Юҡ, ҡалҡыулыҡ башында ятып ҡалды.

- Асыҡ ауыҙҙар! Командирын дошманға ҡалдырғандар! Үлгән тип тынысланғанһығыҙ, бәлки, терелер ул? Тикшерегеҙ, белегеҙ, миңә доклад яһағыҙ!

Ике расчет менән байығып киткән һәм полк командирынан “ярһыу һүҙҙәр” ишеткән Мәмбәтҡолов эскадроны алға ташланды. Улар артынса Маҡаев полкы күтәрелде, ошо уҡ ваҡытта Абдуллин полкы ла алға ташланды. Кобяков полкы ҡайҙа ҡыҙыу алыш, шунда ашыҡты. Бына шулай итеп барлыҡ дивизия алға ынтылды. Дошман тәртипһеҙ рәүештә сигенә башланы. Фронт һыҙығындағы һынылыш Башкавдивизия файҙаһына булып килеп сығыуы ҡыҙылармеецтарҙы ҡанатландырҙы ғына. Улар алға ташландылар.

Дошмандың үлектәрҙә эше юҡ, һуғыша-һуғыша ҡасыу менән мәшғүлдәр. Бына бер саҡ ҡалҡыулыҡҡа снарядтар төшөп ярыла башланы. Беҙҙекеләр ата! “Үҙебеҙҙең ҡоралдан үлергә яҙғанмы икән әллә”, - тигән уй үтте яраланып ҡуҙғала алмай ятҡан комэск башынан.

Бына бер саҡ атҡан тауыштар киренән яҡынайҙы: кавалеристарҙың контрһөжүме арҡаһында дошман табанын ялтырата, буғай. Яралы һыуыҡтан һәм күп ҡан ағыуҙан иҫтән яҙҙы, бөтә кәүҙәһе тағы, нисәнсе ҡат инде, ҡараңғылыҡҡа осто...

Ниндәйҙер тәьҫир арҡаһында яралы яугир иҫкә килде. Әһә! Ҡолағы ишетә, күҙе күрә икән! Насар түгел. Күҙ ҡырыйы менән шәйләп ҡалды: сит телдә һөйләшеп кире яҡҡа туптырҙашып дошмандар үтеп китеп баралар. Әһә! Дошман сигенә түгелме? Хәлһеҙлектән яралы кире күҙҙәрен йомдо. Шул арала берәүһе килеп башҡа ҡуша ҡатҡан кәпәсте систереп алды, партупеяны ҡырҡып ысҡындарҙы һәм тартып алды. Хәл асылын аңлаған яралыға үлгән кеше булып, ҡымшанмай ғына ятырға тура килде, тере икәнде белһәләр - атып китәсәктәр.

Киттеләр. Яралы тағы иҫенән яҙҙы...

Яраланып госпиталдә ятҡан Таһир Кусимов адъютантын саҡыртты:

- Мәмбәтҡоловты таптылармы?

- Тапманылар шул, иптәш майор! Үлектәр араһында ла, яралылыр араһында ла юҡ!

- Улай булыуы мөмкин түгел! Аңлайһыңмы шуны? Әсирлеккә эләккәндер, тип фараз итеп булмай, сөнки румындар берәүҙе лә әсиргә алырға өлгөрмәне, күҙ күреме ерҙән күренеп сигенделәр. Бәлки, снарядҡа эләккәндер, ул ваҡытта өлөштәрен булһа ла табырға кәрәк. Похорон командаһына минең бойороҡто еткер: тағы эҙләһендәр. Офицер формаһында булған һәр үлекте әйләндереп тикшерһендәр. Әмер үтәлмәһә - язаға тарттырасаҡмын!

Мәмбәтҡоловтың кәүҙәһен эҙләү артабан дауам итте.

- Таптыҡ! Тәки таптыҡ! Бында ул, бында!

Яралы Бәҙри Сөнәғәттең тауышын таныны.

- Командир бына ята! Бына! Ипләп кенә һөйрәп сығарығыҙ! Тере бит, тере! Бәхетебеҙ бар икән! Таптыҡ, тәки, эште ярты юлда ташлап ҡуйманыҡ!

Бәҙри ҡыуанды: килделәр! Таптылар! Нимәлер әйтергә маташҡайны - булманы, теле бөтөнләй ҡатҡан...  

Үлемесле яра алыу арҡаһында Бәҙри Мәмбәтҡолов Балашов госпиталенә ебәрелә, госпиталь табибтары уны “оҙаҡ йәшәй алмаҫ” тип уйлай, сөнки уның тәнендә бер имен урын күренмәй, ашай алмай, бик аҙ миҡдарҙа ғына һыу йотҡолай. Ә бер көндө обход ваҡытында был эскадрон командирының үлеп ятҡанын күрәләр, кәүҙәһе бөтөнләй ҡыбырламаҫтан ҡатҡан. Хәл юҡ,  нишләйһең, моргҡа шылдыралар яугирҙе һәм сираты килеп еткәс, зыяратҡа илтәләр. Күмеп ҡуйыр алдынан үлек ҡыбырлағандай була, ниндәйҙер өн сығарғаны ишетелеп ҡала. Иғтибар менән тыңлайҙар: йәрәк һуҡҡан тауыш саҡ-саҡ ишетелгәндәй һымаҡ. Үлмәгән бит! Тере! Ҙур ҡыуаныс менән башҡорт батырын кире госпиталға алып ҡайталар. Йәш һәм ныҡ организм йәнтәслимгә көрәшеп үлемде ахырҙа еңә.

Санитар поезд яралыларын тейәп көнсығышҡа ашыға. Мәмбәтҡолов ҡарап килә: поезд Өфө аша үтә. Баш врач менән һөйләшеп ул Республиканың башҡалаһында ҡалырға ирешә һәм бында, урындағы госпиталдә, ул Таһир Кусимовты осратып шатлана. Һуғышҡа яраҡһыҙ эскадрон командиры, һауығып бөтә яҙған ваҡытта, госпиталдан сығарып тиҙерәк ҡайтырыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Яугир-кавалеристың һүҙенә ҡолаҡ һалалар һәм санитар самолет уны Әүҙәнгә килтереп ҡалдыра. Бында геройҙы Түбәнән килгән туғандары, дуҫтары көтөп торған икән. Артабанғы юлды ат арбаһында дауам итә.   

Мәмбәтҡолов ишеткән хәбәр шул булды: һуңғараҡ ныҡ тетелгән дивизия Башҡортостандан һәм башҡа яҡтарҙан йыйылған яугирҙәр иҫәбенә яңынан аяҡҡа баҫтырыла,  сентябрь уртаһында Черниговты азат итеүҙә ҡатнаша һәм дивизияға Чернигов исеме бирелә. Артабан Днепрҙы кисеүҙә һәм Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Луганшиналағы рейд өсөн 112 Башкавдивизияға 16-cы гвардия дивизияһы исеме бирелә.

                              22. Һынылыш

Мәскәү аҫтындағы контрһөжүм арҡаһында немец-фашист илбаҫарҙары байтаҡ ерҙәрҙе ҡалдырып артҡа сигенде.

1942 йылдың яҙында совет ғәскәрҙәренең бөтә фронттарҙағы һөжүме әллә ни ҙур файҙа бирмәне, Ҡыҙыл Армияның алға китеү туҡтап ҡалды, ҡаршы торош позицион һуғышҡа әйләнде.

Ленинград блокадаһын өҙөргә тырышыу ҙа килеп сыҡманы. Волхов йүнәлешендәге Икенсе удар армия ҡамауҙа ҡалды, уның командиры генерал А.А. Власов дошман яғына сыҡты, ә ҡамалған егерме мең һалдат һәм офицер һуғышты дауам итеп тулыһынса һәләк булды. Вязьма йүнәлешендә һөжүм иткән генерал Ефремовтың ун биш мең яугире ҡамауҙа ҡала, генерал, башҡа ҡотолоу юлын тапмайынса, үҙенә-үҙе атып яуаплылыҡтан ҡотолдо. Ҡамалған төркөм һуғыша-һуғыша тирә-яҡҡа һибелде. Кемдер үлде, кемдер әсирлеккә эләкте, кемдер ҡамауҙан ҡотола алды.

Ҡырым фронтында ла хәлдәр хөртәйҙе. Фронт командующийы Д.Т. Козлов генерал Манштейндың һөжүменә ҡаршы тора алманы, сигенергә мәжбүр булды. 250 көн көн буйына оборона тотҡан Севастополь һәм Керчь дошман ҡулына күсте.

Харьков йүнәлешендә һөжүм иткән совет ғәскәре ҙур ҡаршылыҡҡа осраны, дошмандың контрһөжүме арҡаһында ике йөҙ яугир ҡамау эсендә ҡалды. Фашистар Кавказға ҡарай ынтылдылар, бер-нисә урында Волгаға сыҡтылар һәм Сталинградты алыу өсөн бөтә булған көстө туплап ҡалаға ташландылар.

Сталинград һуғышы 1942 йылдың июль уртаһында башланып  1943 йылдың 2 февраленә тиклем дауам итте. 28 июлдә 227-cе номерлы “Ни шагу назад” тигән бойороҡ бөтә хәрби частарҙа иғлан ителде. Был бойороҡтан һуң фронтта сигенеүселәрҙе туҡтатыу отрядтары (заградотряды) ҡуйылды, штрафбаттар ойоштороу башланды. Бындай ҡаты сараларҙы индермәйенсә булмай ине, сөнки яугирҙәр араһында төрлөһө бар: батыры, ҡурҡағы, тәртиплеһе, уставты һанға һуҡмаусыһы, һуңғыһы бик аҙ, әлбиттә.

Дәүләт Оборона Комитеты председателе Сталин яңыраҡ уның урынбаҫары итеп билдәләнгән Г.К. Жуковты Сталинград фронт һыҙығына ебәрҙе. 12 сентябрь көнө фашистар ҡала ситенә килеп инделәр, ҡаты урам һуғыштары башланып китте.

Сталинградты ҡурсылаусы ғәскәр үлемесле алышта ҡаршы тора алды. Генерал В. И. Чуйков һәм генерал М. С. Шумилов армияһы, ҙур юғалтыуҙарға ҡарамайынса, бөтә булған ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татып, үҙ рубеждарын ташламанылар. Хәҙер инде Ҡыҙыл Армия һуғышыу оҫталығы буйынса дошмандыҡынан ҡалышмай ине инде, ҡорал менән дә эштәр насар түгел, яңы типтағы автоматтар, минометтар, танкылар, самолеттар фронтта күбәйгәндән күбәйә барҙы. Хәрби етәкселәр хәрби берәмектәр араһында ышаныслы бәйләнештәр, кәрәк ваҡытта ярҙамға килеү ысулдарын ныҡлап үҙләштерҙеләр, киң стратегик масштабта фронттар, армиялар, дивизиялар, полктар, батальондар менән эш итергә оҫтарҙылар. Генералдар. маршалдар  араһында оригиналь ысулдар менән һуғышыусы, стратегия, тактиканы кәрәкле ваҡытта дөрөҫ ҡулланыусы Г.К. Жуков иң алғы рәткә сыҡты. Ул “Еңеү маршалы” тигән исем менән яугирҙәр араһында билдәле булды.

19 ноябрҙә совет ғәскәренең контрһөжүме башланды. Өс фронттың көслө һәм емергес көстәренә ҡаршы тора алмаған фашистар сигенергә мәжбүр булды. Уларҙың ҙур бер өлөшө 300 мең һалдаты һәм офицеры тулы ҡамауҙа ҡалды. Ике ай буйына барған ҡаты һуғыштарҙан һуң,  генерал-фельдмаршал Паулюс менән уның ҡамалған һалдаттары әсирлеккә алынды.

Сталинград һуғышы дошманды тулыһынса тар-мар итеү менән тамамланды. Был еңеү бөтә совет-герман фронтында ҙур һынылышҡа килтерҙе. Сталинградтан һуң совет армияһы бөтә фронт участкаларында көслө һөжүмгә күсте. Ржев, Смоленск азат ителде, Ленинград блокадаһы алып ташланды.

1943 йылдың йәйендә дошман командованиеһы “Цитадель” тип аталған һөжүм итеү планы ҡабул итте. Был план буйынса Курск йүнәлешендә фашистар реванш алып, бындағы совет ғәскәренең ҙур бер өлөшөн ҡамап юҡ итергә тейеш. Курск эргәһендәге фронт һыҙығының бер өлөшө дуға һымаҡ “ярты түңәрәк” булып, алға, дошман яғына сыҡҡан. Дошмандың маҡсаты: шуның “муйынына” ике яҡлап һөжүм итергә һәм ҡапма-ҡаршы килеп   ҡушылырға, артабан “ярты түңәрәкте” тулыһынса ҡамап алырға!       

Разведка ярҙамында совет командованиеһына дошмандың һөжүм башлау көнө һәм сәғәте билдәле булды. Был участокта оборонала торған Үҙәк фронт командующийы Рокоссовский һәм Воронеж фронты командующийы Ватутин Жуковтың кәңәшен тыңлап, тәүҙә оборонала алышып, дошман хәле бөткәндән һуң, контрһөжүмгә күсергә булалар. Иртәнсәк, һөжүм башланмаҫ элек, катюшалар дошман һалдаттары йыйылған урындарҙы тетеп һалалар, дошман һуғыш башланмаҫ элек уҡ ҙур юғалтыуҙарға дусар була. Уларҙың һөжүме ошо арҡала өс-дүрт сәғәткә һуңлап башлана.

5 июль 1943 йыл.

Бер-нисә мең фашист танкыларынын ата-ата алға үрмәләүенән башлап, Курск һуғышы башланып китә. Быға тиклем булмаған грандиоз танк һуғышы тап ошонда күҙәтелә. Курск дуғаһында  ике яҡлап 4 миллион тере көс, 13 мең танк, 12 мең самолет ҡатнаша. 12 июль көнө Прохоровка янында танктар алышы булып, унда 12 меңдән ашыу танк һуғышта ҡатнаша. Ер һәм күк ҡара төтөн булып тоташа. Ошо көндө фашистар һөжүме хәлһеҙләнә барып туҡтай. Был мәлде дүрт күҙ менән көтөп торған совет армияһының икенсе эшелондағы резерв көстәре контрһөжүм башлай һәм немецтәрҙе ҡыуырға тотона. Август айында Орел, Белгород, Харьков ҡалалары азат ителә, совет ғәскәрҙәре Днепрға етеп, әҙерлекһеҙ көйө, дошман пулялары аҫтында, ҡаршы яҡ ярға ынтылалар һәм яр буйын яулап алалар. Был уңышлы һуғыштар арҡаһында Киевҡа юл асыла һәм 6 ноябрь көнө Украина башҡалаһы Киев дошмандан тулыһынса таҙартыла.

Шулай итеп, Сталинград һуғышы һынылыштың башы булһа, Курск дуғаһындағы алыштан һуң һынылыш бөтә фронт һыҙығын биләй. Был осорға ҡарай командирҙар ҙа тәжрибә туплап өлгөрә, ә совет ғәскәре, уның ябай һалдатынан башлап генералдарына тиклем оҫта һуғышырға, стратегик һәм тактик алымдарҙы дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында ҡулланырға өйрәнә. Бынан һуң бөтә фронт һыҙығы буйынса немец-фашист илбаҫарҙарын ил киңлектәренән ҡыуыу башлана. Ҡыҙыл Армия тәүҙә Советтар Союзын, бер-ни тиклем ваҡыттан һуң Европаны фашизмдан тулыһынса азат итеп, баҫып алыусыларҙы үҙ өңөндә тар-мар итеү көнөн яҡынлатыу өсөн бөтә көсөн һала.

Гвардия сержанты Тәфтизан Миңлеғолов Баймаҡ районынандағы Күсей ауылынан. Атаһы Таһир ҡарт ғүмер буйы крәҫтиән хеҙмәтенән айырылманы. Ярлы йәшәнеләр, әммә тамаҡтары туҡ булды, сөнки бер быҙаулы һыйыр, ваҡ мал көттөләр, йыл да ҡолонлаған шәп бейәләре булды. Был тирә мал көтөү өсөн бик уңай, көнбайышта Ирәндек тауҙары һуҙылған, көнсығыштан исемһеҙ түбәләр теҙмәһе урынлашҡан. Мал яратҡан ҡылған үлән йыл да аҡ сәскә атып ҡотороп үҫә. Бөтә ер йәм-йәшелгә әйләнгән ваҡытта Ирәндек буйы ожмахҡа әйләнә.

Малай бәләкәйҙән ат яратты, шул малды яратыуы уны Башҡорт атлы дивизияһына килтерҙе лә инде. Егет ҡырҡ беренсе йылдан алып Совет армияһы сафында. Әле тыуған яҡты иҫләп, үткәндәрҙе барлап ҙур булмаған бер күл эргәһендә ултыра. Тымыҡ күл күңелде тынысландырып тын ғына ялтырап ята, хәс тә Ирәндек буйында ултырған кеүек. Яңыраҡ булған хәл иҫенә килеп төштө әле, хатта үҙе үк аптырап ҡуйҙы. Ул, старшина Ғәфүр Шәкиров, Абдулла Бәкиров менән немец һалдаттары менән тулып йөрөгән Черныш ауылына баҫып инде. Алйотлоҡмо был, әллә батырлыҡмы ҡапыл ғына аңғарып та булмай. Бәлки, һалҡын ҡанлыраҡ та булырҙар ине, тик был юлы түгел, бигерәк ныҡ йәндәре көйгәйне шул. Унда илбаҫарҙар мал талап, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыллап, өйҙәрҙе үртәп йөрөгәндәрен ишетеп ҡалғайнылар, өсәүләшеп һөйләштеләр ҙә автоматтар һәм гранаталар менән ҡоралланып дошман араһына барып инделәр. Өс сәғәт барған һуғышта өс баһадир үҙҙәренең оҫта һуғышсы икәнен күрһәтте. Кавалеристар аттарҙа осоп йөрөп ун һигеҙ дошман һалдатын һуҙып һалдылар, ҡалғандары был тирәнән “ысҡыныу” яғын ҡараны.  

Нишләптер әсәһе һуңғы ваҡытта күберәк иҫкә төшә, төшкә керә башланы. Әллә ауырып киттеме икән, әллә мине һағынамы икән, тип уйлап алды ул. Малай сағында Күсемташ һыртына менергә ярата тоғайны, бынан байтаҡ ерҙәр ус аяһы эсендәге һымаҡ күренә ине. Их, имен-һау ҡайтып булһа - белер ине нисек йәшәргә! Өйрәнгән алтын сығарыу эшенә  тотонор ине лә беренсе эш хаҡына әсәһенә күлдәклек туҡыма, атаһына яңы эйәр һатып алыр ине, ә үҙенә нимә алыр ине икән? Баштан-аяҡ өр-яңынан кейенер ине, егет ҡорона тулып матур кейенеп йөрөгән сағы ла булманы әле быға тиклем. Гел эш тә эш, эш тә эш...

Уйҙары осона сығып өлгөрмәне Тәфтизан атыш тауыштары ишетелде һәм ул көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Әле бөгөн, 29 сентябрь көнө, Усохи ауылы өсөн һуғыш бара, алыш бөгөн бигерәк иртә менән башланды. Алда урынлашҡан дошман минометы баш күтәрергә ирек бирмәй ут ялҡыны һибә. Бына шуны нисектер дөмөктөрөргә кәрәк ине. Күптәр ынтылдылар - булдыра алманылар, тик үле кәүҙәләре генә яланда ятып ҡалды. Күпме яугир дуҫтар һәләк булды ошо миномет арҡаһында.

Ул алға ҡарай яй ғына шыуышты ла шыуышты. Фронт һыҙығы артта ҡалды. Тырыша торғас барыбер яҡынлап “мертвая зона” тип хәрбиҙәр атаған аралыҡҡа, минометтың ҡултыҡ аҫтына инә алды.  Бер-бер артлы ике гранатаны һелтәүе булды минометтың өнө тығылды. Ҡыуанып та өлгөрмәне уның өҫтөнә дошман танкыһы менеп килә. Һуңғы гранатаны ул танк яҡын килеп еткәс кенә ташланы. Эләкте бит, яна башланы. Танкынан сыҡҡан ике фашисты ла сүпләп өлгөрҙө гвардия сержанты. Гитлеровсылар уны тереләй ҡулға төшөрөргә теләп уратып ала башланылар. Ул фашистарҙы автоматтан берәмләп сүпләргә кереште, кем башын күтәрә, шуға пуляһын ултырта, тик бөтә яҡҡа ла әйләнеп өлгөрөргә кәрәк, шуныһы ғына ҡыйын. Шул ваҡыт күкрәгенә эҫе тимер киҫәге инеп ултырғанын һиҙҙе, ҡан сорлап аға башланы, ҡыбырларлыҡ та тәндең хәле ҡалманы.Йәне күккә осто...

Арттағы төркөм йүгерешеп килеп еткәндә Тәфтизан һәләк булып өлгөргәйне ине. Ағас эргәһендә ғәзиз кәүҙәһе ята, ҡанға буялған гимнастеркаһының йыртығы аша яраһы күренә, пилоткаһы бер яҡ ситтә, ҡояш нурҙарына йондоҙон емелдәтеп, етемһерәп ята. Тирә-яғында тиҫтәләгән фашист мәйете ерҙе сыбарлаған. Артабаныраҡ шартлатылған миномет батареяһы ҡалдығы, уға йәнәш кенә уттан ҡарайған йәнһеҙ танк күренә.

Батырҙарҙы хөрмәтләп ер-әсә ҡуйынына тапшырҙылар, залп биреп хушлаштылар һәм ғәскәр артабан, көнбайышҡа ҡарай, алыша-алыша юлын дауам итте.

Ә көҙгө көн үҙенең ҡырыҫ холҡон күрһәтә башланы. Төнөн һыуыта , көндөҙ йылыта.

Ноябрь айында башҡорт һыбайлылары Полесье киңлектәре аша Белоруссияға килеп инделәр.

Гвардия подполковнигы Таһир Кусимовтың полкы Малодушка ауылының бер яҡ ситенә килеп кискеһен урынлашты. Ауыл немецтәрҙең сигенеү юлында ятҡан биҫтә. Полк сигенеүсе лошманды ут менән ҡаршылап, Молодуш яланында уның юлын киҫергә тейеш.  

Көн яҡтыра башланы. Орудияларҙы, пулеметсыларҙы флангыларҙа урынлаштырып бөтөп, автоматсыларға йәшенер урындарын күрһәтеүгә күкһел томан артынан “тигр”ҙарҙың ҡара шәүләләре күренде, артынса геүләү тауышы ишетелде. Улар яҡынайған һайын моторҙар дөһөрләүе көсәйә барҙы, һуғыш машиналарының теҙелешеп килеүенән бөтә ер тетрәй. Был күренеш фантастик ҙур ҡара бер ҡорттоң бер-нисә саҡрым оҙонлоҡтағы ерҙе ялмап, бормаланып шыуышып килгәнен күҙ алдына баҫтырҙы.

Подполковник Таһир Кусимовтың күңеле тыныс, сөнки ул “ҡунаҡтарҙан” алда булған көстө һәм резервты тәғәйен урындарына урынлаштырып өлгөрҙө, танктарҙың ҙур төркөмө килерен алдан уҡ белгәнгә күрә орудияларҙы, автоматчиктарҙы уңайлы урындарға йәшереп ҡуйырға ҡушты. Бойороҡтар тулыһынса үтәлде, хәҙер инде дошманды көтөргә ҡалды.

Таһир Кусимов дошман яғына күҙ ташланы. Әһә! Башланды. Әйҙә, килегеҙ! Ер кәрәкме һеҙгә? Бирербеҙ уныһын да, һәр берегеҙгә ике метр ер етә бит инде, үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ бит!

Ҡаршы яҡта танктар теҙеме асығыраҡ күренде. Бер танк алдан елдерә, уға күс ҡорто кеүек бер килке автоматчиктар йәбешкән. Батарея командиры Килмәк Ирназаров команда бирҙе, беренсе снаряд теймәне - эргәһендә генә ярылды. Немец автоматчиктары беренсе танктан ырғып төшкәнен күреп башҡаларынан да һикереп төштөләр һәм ата-ата яҡынлаша башланылар. Икенсе снаряд танктың башняһын алып ташланы. Уны урап сығып, икенсе танк алға йүгерҙе, өлкән сержант Миндеғол Арыҫланов уға тура наводка менән ут ебәрҙе. Снаряд танктың гусеницаһын сатай-ботай килтерҙе, ул ҡыйшайып ултырҙы ла тынды.

Ҡалған танктар юлдан тайпылды, тап ошо ваҡытта ике ротаға яҡын гитлерселәрҙең автоматчиктары күренде. Улар һулғараҡ тартып алға ынтылдылар. Уларға ҡаршы йәшереп ҡуйылған тачанкалағы “максимка” тыҡылдай башланы. Дошманға бер төркөм автоматсылар ҡаршы сыҡты һәм ата-ата алға йүгерҙе. Төтөн һәм томан араһында ҙур буталыш китте. Тағы дошмандың танкылары күренде. Ярты сәғәт эсендә егеттәр тағы биш танкты яндырып сафтан сығарырға өлгәштеләр.

Фашистарҙың бер төркөм автоматсылары уң флангыла алышҡан аҙ һанлы 4-се эскадрондың тылына бәреп инде. Сылбыр артынан сылбыр булып ата-ата атлауҙарын беләләр.

Окопта атышып ятҡан йәш һалдат, бер юлы был тиклем гитлерсыларҙы күрмәгәнгәлер, “беҙҙе ураттылар” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра артҡа йүгерҙе, уның эргәһендә атышып ятҡан һәм шулай уҡ күп хәрби тәжрибәле булмаған һалдаттар ҡушылып сигенә башламаһындармы?

Ут һәм төтөн эсенән Таһир Кусимов атта саптырып килеп сыҡты, уға унлаған автоматсы эйәргән.

- Туҡта! Туҡта тим! - Гвардия подполковнигы наганынан һауаға атып ебәрҙе, - хәҙер үк боролоғоҙ! Бына мин һеҙгә ярҙамға киләм! Ҡасып барыусылар тапана биреп торҙолар ҙа кире йүгереп барып, окоптарынан урын алдылар һәм фашистарҙы ҡырырға тотондолар. Уларға подполковниктың автоматсылары ҡушылды. Һуғыш кискә тиклем дауам итте, фашистар атлылыр биләгән рубежды үтә алманылар. Контрһөжүм ваҡытында байтаҡ фашист һалдаты “Гитлер капут” тип ҡулдарын күтәреп әсирлеккә төштө.

Гвардия подполковнигы Күсимов полкы Малодуша янында барған һуғышты башҡа хәрби берәмектәрҙән айырым алып барҙы, сөнки дивизия штабы менән дә бәйләнеш булманы. Полк командирының тәжрибәле булыуы, кавалеристарының оҫта һуғышыуы арҡаһында Гомель төркөмөнә ингән дошмандың сигенеүсе частарының береһе ошонда тар-мар ителде, Речицаға сығыу юлы бикләнде һәм бик күп гитлерсылар йәһәннәмгә оҙатылды.

Бына шулай юлдар көнбайышҡа ҡарай боролдо һәм артабан да ул дауам итте. Совет ғәскәренә тотҡарлыҡ яһарға маташыусы фашистар уны, совет хәрби көстәрен, туҡтата алмай ине инде.

Юлдар, юлдар... Яңы ғына көҙ ине, әле яңы йыл ишек ҡаға, 1943 йыл тамамланырғы тора.

Майор Хәбиров уйҙарға сумып ултыра. Һай! Һуғышта көндәр бигерәк тиҙ үтә, ҡыҙыу алыш ваҡытында 5-10 минут үткәндәй һымаҡ, ә ысынбарлыҡта бер сәғәт - сәғәт ярым ваҡыт аралығы үткән була, тип уйланы ул, ҡыҫҡа ғына ял минуттары ҡоралды, аттарҙы ҡарау, булмаһа - серем итеп алыу менән үтә. Ҡурай тартып йырлап ултырған саҡтары ла бихисап. Әле һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй.

Хәҙергә хәл шулай: яҡындағы ҡалҡыулыҡта дошман урынлашҡан. Черниговсылар, әйткәндәй, был Башкавдивизияның батырлыҡтары өсөн бирелгән яңы исеме, алышҡа әҙерләнәләр. Һәр кем үҙ посында, һәр кемдең үҙ эше бар.

Артиллеристарҙың мәшәҡәте күберәк, сөнки уларға “һуғыш аллаһын”  ипкә килтереү генә түгел, шуны тартып  урындан-урынға, кәрәкле тип табылған ергә шылдырып йөрөгән аттарҙы ла тәрбиәләр кәрәк. Һуңғы осорҙа артиллерия аттары йонсоп китте, хатта күтәрткәндәр бар, ул ғына ла түгел, береһенә икенсеһе өҫтәлә бара. Фураж етешмәй бит.

Майор Хәбиров үҙенең егеттәрен яҡын-тирәләге ауылдарға мал аҙығы артынан ебәрҙе. Смол утарында яугирҙәр бер-нисә бесән эҫкерте табып ҡайттылар, Хәбиров ныҡ шатланды был хәбәргә. Тәғәйен кешеләр бесәнде, хәрбиҙәр туҡтаған урынға ташый башланылар. Ошонда уҡ лапаҫ эшләп, атлыҡса әтмәләп ҡуйҙылар ҙа аттарҙы йыйҙылар. Үтә хәлһеҙләнгән хайуандарҙы арбаларға тейәп килтерҙеләр, уларын ҡарарға һәр атҡа бер яугир билдәләнде.

Дивизия командиры генерал-майор Белов та аттар менән даими ҡыҙыҡһына. Григорий Андреевич аңлай: аттар - төп тартыу көсө. Ә алда, яңы 1944 йылда, яңы юлдар, яңы һөжүмдәр, яңы еңеүҙәр буласаҡ, тик дивизияны, ә беренсе сиратта яугирҙың иң яҡын һәм аҡыллы дуҫы, “серҙәше” булған аттарҙы, тәртипкә килтерергә кәрәк. Башҡорт егеттәренең үҙ аты менән һин дә мин һөйләшкәнен Белов ишеткәне бар, ике яугир һөйләшә икән тиһәң - юҡ, бер үҙе атҡа нимәлер һөйләй, муйынынан яратып, һөйөп ала, ашап бөтмәйенсә алып ҡалған йә икмәк һынығы, йә шәкәре менән һыйлай. Аттан да аҡыллы хайуан юҡ, тип еңешәләр башҡорт егеттәре, бәлки, шулайҙыр ҙа.  

Белов адъютанты Сабир Шәкировты саҡырып частарға барып әйләнер өсөн аттарҙы әҙерләргә ҡушты.

Юлға өс хәрби һыбайлы - генерал-майор Белов, капитан Шәкиров һәм генералдың атын тәрбиәләүсе коневод Абызгилдин сығып китте. Теге икәү тыныс ҡына үҙ-ара башҡортса һөйләшеп баралар, йә йылмайышып ҡуялар, йә етди булып китәләр.

Белов, ҡайһы бер рус командирҙары кеүек, егеттәренә башҡортса һөйләшеп аралашыуҙы тыймай. Үҙе лә был телде аңлай, тик һөйләшергә уңыйһыҙлана, сөнки ул әйткән башҡортса һүҙҙәр нишләптер ҡаты килә лә сыға.

- Аттар тураһында фекер алышаһығыҙмы? - тип һораны Белов егеттәрҙең икеһенә лә ҡарамайынса

- Так точно, иптәш генерал, аттар тураһында гәпләшәбеҙ. Бына һеҙҙең коновод  аттар тураһында шиғыр яҙған, шуны һөйләмәй инәлдерә.

- Һөйлә, һөйлә, Абзгилдин! Мин дә тыңлап барырмын. Башҡортса йырлағандарын ишеткәнем бар, ә бына шиғыр һөйләгәндәргә бер ҙә осрағаным булманы. Һөйлә әйҙә! Һуғыштан тере ҡалһаң - рус генералына башҡорт телендә үҙем сығарған шиғырымды һөйләнем әле тип баларыңа, ейәндәреңә әйтерһең.

Абызгилдин был юлы инәлтмәне, тамағын ҡырып алды ла ҡабаланмай ғына һөйләп алып китте:

Һай! Атһыҙ күҙәллап булмай

Ирәндек яғы  далаһын.

Башҡорт тирмәләргә йәшәп,

Ат көткән табып  сараһын.

Киң яланда ҡылғандар,

Шунда аттар тулғандар.

Аттар саба, һай,

Иркен дала, һай,

Эҙкәйҙәре генә ҡала.

Малайҙар сапҡан бәйгелә

Ир - ат кейек аулаған.

Баҫҡынсылар яу асҡанда

Ат менән ирек даулаған.

Башҡорт аты - донъя ҡото,

Башҡорт аты -  ир ҡанаты.

Башҡорт аты - иң тоғро дуҫ,

Елдәй етеҙ - тарпан заты.

- Шәп килеп сыҡҡан, - тип маҡтаны Шәкиров шиғырҙы, - быны ҡурай менән башҡарырҙай итеп йырға һалырға кәрәк ине.

- Йыр итеп һалып була ул, - тип яуап бирҙе Абызгилдин, - тик ул ваҡытта икенсе куплетын ҡушымта итеп ҡулланырға һәм һәр куплет артынан ҡабатларға кәрәк.

Генерал баш бармағын өҫкә ҡуйып маҡтауын аңғартты. Өс һыбайлы аттар торған урынға килеп етте. Унда, майор Хәбиров хужалығы тип аталған урында, артиллерия аттары ла , полк аттары ла йыйылған ине. Генералға бындағы тәртип, ат ҡараусыларҙың, ветеринарҙарҙың был хайуандарға ҡарата булған мөнәсәбәте бик оҡшаны. Дивизия ветеринария хеҙмәте начальнигы Баһаүетдинов хәлһеҙ һәм ауырыу аттарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә ветеринария табибтарын, фельдшерҙарын эшкә ылыҡтырған. Генерал ветеренария хеҙмәткәрҙәрен бер урынға йыйып уларға рәхмәт белдерҙе, һорауҙарына яуап бирҙе һәм сығышын былай тип йомғаҡлап ҡуйҙы:

- Минең нимә әйтеремде һеҙ һиҙеп тораһығыҙ: атһыҙ кавалерист булмай. Һеҙҙең бурыс: бөтә аттарҙы яуҙа ҡатнашырлыҡ хәлгә килтереү. Тик ятып туйҙырҙы, ҡасан һөжүм башлайбыҙ тип һорайһығыҙ. Яуап бирәм: тиҙҙән. Бына яңы йылды ҡаршы алырбыҙ ҙа артабан алға китербеҙ. Тик беҙ артабанғы алыштарға тулы әҙерлек менән инергә тейешбеҙ. Һуғышта ат арымаҫҡа, яусы иренмәҫкә тейеш. Генерал Шайморатов йыш ҡына: “Атҡа маңлай күҙе менән түгел, ә күңел күҙе менән ҡарарға кәрәк”, - тип әйтә торғайны. Командирыбыҙҙың ошо һүҙҙәрен онотмайыҡ! Бында эштәрегеҙ насар бармай икән, күрҙем, ҡыуандым, шулай тотоғоҙ!

Һеҙҙе, алданыраҡ булһа ла, етеп килгән яңы йыл менән ҡотлайым! Иртәгә наркомовскийҙан икешәр порция таратасаҡбыҙ, матур итеп яңы йылды ҡаршылағыҙ һәм үҙегеҙсә “йыуығыҙ”. Бында, фронтта, ҡымыҙ бешеп эсерлек мөмкинлек юҡ бит инде...

1943 йыл, 14 ғинуар.

Ҡыҙыл Армия хәрби берәмектәре берәм-берәм Мозырь ҡалаһына яҡынлашты. Кусимов полкы ла башҡа уҡсы полктар менән иңгә-иң терәп һуғыша-һуғыша килеп, ҡала биҫтәһенә килеп инде. Бында өс сәғәткә һуҙылған урам һуғыштары башланды.

Мозырь Белоруссия Полесьеһындағы иң боронғо ҡала. Эргәһендә Припять йылғаһы ағып ята. Ул - ҡала - порт. Аҡ һәм йыйнаҡ йорттарҙан торған ҡала ике йыл ярымға һуҙылған һуғыш һәм аккупация мәлендә үҙ күркәмлеген юғалтҡан, әлбиттә. Гитлерсыларҙың бында бөтә күренгән эше ҡаланы емереүҙән ғибәрәт. Үҙәк электр станцияһы , вокзал, һыу башняһы, мәҙәни усаҡтар шартлатылған. Ир-ат халҡын атҡандар, төрмәләргә ташлағандар, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа ҡыуғандар. Ошондай вәхшилек арҡаһында утыҙ мең кешенән ике меңе тере ҡалған. Ләкин халыҡты ҡурҡытып буламы ни! Ҡала тирәһендәге урман-тауҙарҙа һәм башҡа өлкәләрҙә урынлашҡан партизандар фашистарҙан үс алғандар, уларға бер ҙә тынғылыҡ бирмәгәндәр. Бындағы партизандарҙың лозунгыһы: үлемгә-үлем, башҡа-баш.

Фашистарҙы ҡыуып сығарғандан һуң, ҡала майҙанына йыйылған халыҡ азатлыҡ килтереүсе армияға, уның яугирҙәренә мең-мең рәхмәттәр әйтте, ҡыуаныстарынан түгелеп илаусылар ҙа бихисап булды. Был халыҡ йыйылышында урындағы партизандар ҙа ҡатнашты.

15 ғинуар. Бөтә хәрби берәмектәрҙе бергә йыйҙылар. Корпус командирының урынбаҫары полковник Владимир Степаненко яугирҙәр алдында сығыш яһап һуңғы хәрби яңылыҡтарҙы еткерҙе, уңыштарға, етешһеҙлектәргә туҡталды, шунан һуң Юғары Башкомандующий И.В. Сталиндың приказы менән таныштырҙы:

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 7; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.15.240.39 (0.026 с.)