Составлен: 19 ноября 1931 года 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Составлен: 19 ноября 1931 года

Поиск

Составлен: 19 ноября 1931 года

Ф.И.О: Чусов Николай Иванович

Адрес на момент раскулачивания: д. Большеустьикинское  

Мечетлинского района.

Социальное положение - кулак, обложен индивидуальным     

налогом в 1931 году.

Состоял ли в колхозе - да, с 1930 года; вышел, вычищен - в  

июле 1931 года как кулак.

Лишен ли избирательного права: лишен избирательных прав - в 1931 году;

Выборные должности в советских учреждениях: в 1927 году

избран членом крестьянского комитета;

Артабанғы яуаптарҙан шул асыҡлана: Чусов революциянан алда уҡ ике батрак, ун бишләгән йәйге сезон эшсеһе тотҡан, утыҙ гектар ере, ете аты, ашлыҡ һуҡҡыс, көлтә бәйләгес машиналары булған. Бөтә был механизмдарын колхозға тапшырһа ла ул респубика эсенә һөрөлгән.

Был характеристиканан Чусовтың хәлле йәшәгән крәҫтиән икәне күренеп тора, ләкин күп осраҡта ныҡ ярлы йәшәгәндәрҙе дә һөргәндәр, репрессия атҡарыуға нигеҙ булһын өсөн булмаған малын яҙып, байлығын арттыра биреп ҡағыҙға төшөргәндәр. Бындай эште ниндәйҙер сәбәп арҡаһында кемделер дошман күреп йөрөгән кешеләр башҡарған.  

Республика эсенә йәки эргәһенә ебәрелгәндәрҙең күбеһе Магнитка, Миәс, Пермь тирәһенә, ҡайһылары - Өфө электростанцияһын һәм моторҙар эшләү заводын төҙөү өсөн (2310 спецпереселенец), Белорет металлургия заводына (850 cпецпереселенец) ебәрелгән. Утыҙынсы йылдарҙа Башҡортостан ерендә 17 спецпоселок барлыҡҡа килгән. Дөйөм алғанда республика буйынса ҡулға алынған: 1930 йылда - 6630 кеше, 1931 йылда - 8484 кеше, 1937йылда - 8577 кеше. СССР буйынса 1929-1933 йылдарҙа 9 млн крәҫтиән репрессия ҡорбанына әйләнә.

Шулай итеп, хөкүмәттең кулакты, халыҡ дошмандарын бөтөрөү  сәйәсәте колхозлашыу осорондағы ҡаршы торош арҡаһында башлана һәм артабан бер системаға әйләнеп китә.

Репрессия сәйәсәте аҫтына башҡа категориялағы кешеләр ҙә күпләп эләгә, ул, репрессив аппарат, беренсе нәүбәттә хәрби һәм хәрби булмаған етәкселәрҙе сүпләй. Миҫалдар күпләп килтерергә була, шуларҙың береһе - Шәһәрғәзе сәсән Ғәбдиев яҙмышы.

1925 йыл. Икенсе Этҡол ауылы (хәҙерге Баймаҡ районы) уҡытыусыһы Шәһәрғәзе Ғәбдиевты халыҡ ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуя. Белеме етерлек, ауылдың иң тәүге мөғәллиме, рус-герман һуғышында ҡатнашҡан һәм арыуыҡ донъя күреп, тере ҡайтҡан һалдаттарҙың береһе.

Ауылда киҫкен, буталсыҡ ваҡыт. Кулактарҙы синыф булараҡ бөтөрөү, коллективлаштырыу осоронда һәр төрлө ошаҡсылар, ялағайҙар, ҡуштандар күбәйә. Улар Ғәбдиев Совет власына ҡаршы икән, кулактарҙы яҡлай тигән имеш-мимештәрҙе тарата һәм үҙҙәре үк ялыу яҙыу менән булаша. Көндәрҙең береһендә, бер -ниндәй ғәйебе булмаһа ла, сексоттар (секретные сотрудники НКВД) тырышлығы менән ул ҡулға алына һәм, РСФСР Енәйәт кодексының 58-се статьяһы нигеҙендә “халыҡ дошманы” тип, ун йылға иркенән мәхрүм ителә.

Шәһәрғәзе Ғәбдеев ғүмеренең иң матур сағында ГУЛАГ (Государственное Управление лагерями) төрмәләрендә бөтә ауырлыҡтарҙы, кәмһетелеүҙәрҙе, аслыҡ -яланғаслыҡты татый. Архангелдә, Мурманск яҡтарында урман ҡырҡыу эштәрендә, Беломор канал төҙөүҙә ҡатнаша. Һаулығы ҡаҡшағас, ете йылдан һуң ҡайтарыла, ләкин һәр саҡ күҙәтеү аҫтында була. Уҡымышлы булһа ла яуаплы эштәргә яҡын ебәрелмәй, Мырҙый ауылында урман ҡырҡыу эштәрендә генә йөрөй  (2, 6 ).

Тағы бер миҫал. 1930 йылдың аҙағында “Урман ҡарауылсылары“ тип аталған дело буйынса, контрреволюцион ойошмала тора тип, Баймаҡ һәм Бөрйән районының 123 кешеһе ҡулға алынған. БАССР ОГПУ-һы ҡарары менән шуларҙың 47-һе атыуға хөкөм ителгән һәм ҡарар еренә еткерелгән.

Күренекле башҡорт етәкселәренең яҙмышы тағы ла аянысыраҡ булғаны билдәле. Шуларҙың береһе йәне-тәне менән совет власына, халҡына бирелгән, илдә тәртип булдырыу, уны артабан үҫтереү буйынса көс-ҡеүәтен йәлләмәгән Муса Лут улы Мортазин (25). Ошо батыр яҙмышының һуңғы, аяныслы өлөшөн күҙаллап китәйек.

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 42; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.214 (0.009 с.)