Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву
Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
сөнсө йүнәлеш: ауыл хужалығынСодержание книги
Поиск на нашем сайте Өсөнсө йүнәлеш: ауыл хужалығын коллективлаштырыу Ауыл хужалығы көстәрен берләштереү, колхоз-совхоздар ойоштороу 1927 йылдың декабрь айында үткән ВКП(б)-ның XV съезды ҡарары нигеҙендә башлана тип һанала, сөнки съезд “Ауылдағы эштәр” тураһында резолюция ҡабул итә. Унда “ваҡ крәҫтиән хужалыҡтарын эре коллективтарға берләштереү партияның төп бурысы” тип әйтелә. Шул уҡ ваҡытта колхоз ойошмаһына инмәй ҡалған шәхси хужалыҡтарға дәүләт яғынан төрлөсә ярҙам итеү, атап әйткәндә, кредит биреү, ауыл хужалығы машиналарын прокатҡа биреп тороу, элиталы орлоҡ менән тәьмин итеү ҡарала. Колхоздарға кереү йәки кермәү һәр кемдең теләгенән сығып эшләнеүе һыҙыҡ аҫтына алына. А. И. Рыков колхоз-совхоздардарҙы ойоштороу перспективаһыҙ эш тип һанай, ә экономист А.В. Чаянов колхоз-совхоздар менән ҡатар башҡа төрлө ауыл хужалығы кооперативтары: товариществолар, артелдәр һәм шәхси хужалыҡтар үҫергә тейеш тигән фекерен алға һөрә. И.В. Сталин, ошо осорҙағы илдең етәксеһе, шәхси хужалыҡтар тулыһынса колхоздарға берләшергә, үҙҙәре бөтөргә, ә башҡа төрлө кооператив ойошмалар булмаҫҡа тейеш тигән фекерҙә була һәм артабан шул фекерен тормошҡа ашырыу өсөн күп тырышлығын һала. Башҡортостанда 1929 йылдың мартында үткән Советтарҙың Етенсе Бөтә башҡорт съезды ҡарарында уңыш йыйыуҙы - 24 %-ҡа, мал һанын - 23 %-ҡа арттырырға, шәхси хужалыҡтарҙың 12 %-тын колхоздарға берләштерергә, 65 % - башҡа төрлө кооперацияғы ылыҡтырырға, тип ҡарар сығара. Был проценттар ул ваҡыттағы ысынбарлыҡты сағылдырғандар. Ләкин Үҙәктән тотошлайы менән һәм тиҙ арала коллективлаштырыуҙы үткәреү эшен йәһәтерәк тамамлау тураһында телеграммалар яуа башлай. Кем был күрһәтмәне үтәмәй - шул көслө тәнҡит утына эләгә, кулактар позицияһында тора тип һанала. Туранан-тура төрмәгә эләкмәҫ өсөн урындағы партия, совет, хужалыҡ етәкселәре үрҙән ебәрелгән күрһәтмәне тайпылмайынса үтәргә мәжбүр була. Килеп сыҡмаған хәлдә отчет ҡабартып күрһәтелә. Шул уҡ йылдың авгусында йыйылған өлкә комитет бюроһы ултырышы Башҡортостан ерендә тотошлай коллективләштереү эшен башлау тураһында ҡара ҡабул итә. Бына шул осорҙан алып ауылдарҙа колхоздарға индереү буйынса ныҡ баҫымдар башланып китә. 1929 йылдың 7 ноябрь көнө “Правда” гәзитендә И.В. Сталиндың “Бөйөк һынылыш йылы” тигән мәҡәләһе донъя күрә. Унда коллективизацияның беренсе йомғаҡтары насар түгеллеге әйтелә, өс йыл эсендә колхоздарға берләшеүҙе тамамлау бурысы ҡуйыла. Мәҡәлә ошондай йомғаҡлау һүҙҙәре менән тамамлана:
Мы идем на всех парах по пути индустриализации к социализму, оставляя за собой нашу вековую “рассейскую” отсталость. Мы становимся страной металлической, страной автомобилизации, страной тракторизации. И когда посадим СССР на автомобиль, а мужика на трактор, - пусть попробуют догонять нас почтенные капиталисты, кичащиеся своей “цивилизацией”. Мы еще посмотрим, какие из стран можно будет тогда “определить” в отсталые и какие в передовые. Башҡортостанда ла колхозға индереүҙе йәһәтләүгә ынтылыш киң йәйелеп китә. 1930 йылдың март айына ҡарата Башҡортостанда 96,9 % шәхси хужалыҡ колхоздарға индеререлеп бөтә һәм был күрһәткес буйынса СССР күләмендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы беренсе урынға сыға. Колхоэдарға күпләп индереү, шәхси хужалыҡтағы малды, донъя ҡаралтыһын, эш ҡорамалдарын колхоз өсөн тартып алыуҙарҙың йышайыуы талаш-тартышҡа килтерә. Мәҫәлән, Башҡортостан республикаһындағы Әлшәй волосында активистар өйҙән-өйгә йөрөп, крәҫтиәндәрҙең һуңғы ит киҫәктәрен, һалдырылған онон, тауыҡ-ҡаҙын, ярмаһын һәм башҡа төрлө аҙыҡ түлеген “коммуна фонды”на тип йыйып йөрөгәндәр (22). Бына ошондай шарттарҙа колхоз активистарын, коммунистарҙы үлтереү, колхоз ҡаралтыларына ут төртөү, ялыу менән Үҙәккә, Өфөгә хаттар яҙыу киң ҡолас ала. Колхозға бирмәҫ өсөн мал һуйыуҙар китә, егерменсе йылдар башындағы кеүек бандитизм күпселек волостарҙа тарала башлай, ҡораллы ҡаршы тороштар күбәйгәндән-күбәйә бара. Большевиктарҙың сәйәсәтенә ҡаршы батрак та, ярлы крәҫтиән дә, урта хәлле лә күтәрелә. ГПУ тарафынан “кулак элементы” тигән мөһөр менән ҡулға алыуҙар китә. Тик бындай алым киреһенсә крәҫтиәндәрҙе ярһыта ғына. Бындай шарттарҙа башҡа төрлө юл табып, нимәлер эшләргә кәрәк ине! 1930 йылдың 2 мартында И. В. Сталиндың “Уңыштарҙан баш әйләнеү” исемле тағы бер мәҡәләһе баҫылып сыға. Унда колхоздарға көсләп индереү сәйәсәте дөрөҫ түгел, тигән фекер әйтелә. Шуның бер фрагменты:
“Успехи нашей колхозной политики объясняются между прочим тем, что она, эта политика, опирается на добровольность колхозного движения и учет разнообразия условий в различных районах СССР. Нельзя насаждать колхозы силой. Это было бы глупо и реакционно (13,227). Сталиндың бындай һүҙҙәре ауыл эшсәндәренең күңеленә хуш килә, майҙай һеңә һәм бөтә ерҙә колхоздан кире сығыу процессы башлана. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә арыуыҡ колхоздар, коммуналар юҡҡа сыға. Шулай ҙа Башҡортостанда башҡа өлкә, край менән сағыштырмаса күптәре һаҡланып ҡала. 1931 йылдың аҙағына ҡарай бында 3566 колхоз иҫәпләнә, ул үҙ эсенә 65 % ярлы һәм урта хәлле крәҫтиәндәрҙе берләштерә. Ул ваҡытта бындай процент кимәле юғары күрһәткес булып һаналған. Ҡалған өстән бер крәҫтиән хужалығы шәхси секторҙа булыуын дауам итә. Уларға дәүләткә һалым һалам түләү, ә колхоздарға ярҙам итеү ҡырҡа арта.Ошо арҡала шәхси хужалыҡтағыларҙың бик күп өлөшө колхозға инергә мәжбүр була. 1940 йылға ҡарата 99,6 % шәхси хужалыҡ колхозға инеп бөтә (13, 230 ). Был күрһәткес илдәге коллективизацияның тулыһынса ғәмәлгә ашыуын күрһәтә. Колхоздарға берләшкән осорҙа совет хужалыҡтары - совхоздарҙы ла ойоштороу эше йылдам бара. Айырма тик шунда: совхоздар, колхоздар менән сағыштырғанда техника, кадрҙар менән яҡшыраҡ тәьмин ителәләр, ә директорҙары юғарыраҡ торған хөкүмәт һәм партия органдар тарафынан тәғәйенләп ҡуйылған, колхоздағы кеүек һайлау булмаған. Тағы бер айырмаһы шунда: совхоздар элекке помещик ерҙәрендә аяҡҡа баҫтырыла, әҙер эш ҡоралдары, аттар һәм башҡа мал яңы коллективҡа тороп ҡала. Күренеүенсә, берәүгә лә өйҙән мал, эш ҡорамалдары йәки башҡа әйберҙәрҙе дөйөм тотоноуға алып барыу кәрәкмәй булып сыға.
|
||
|
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 33; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.214 (0.011 с.) |