Юғары Башкомандующий приказы 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Юғары Башкомандующий приказы

Поиск

Юғары Башкомандующий приказы

Армия генералы Рокоссовскийға.

Белоруссия фронты ғәскәрҙәре , оҫта рәүештә уратып алыу маневры яһау һөҙөмтәһендә, бөгөн 14-се ғинуарҙа немецтарҙың Полесье йүнәлешендәге оборонаһының әһәмиәтле терәк пункттары - Белоруссияның өлкә үҙәге Мозырь ҡалаһын һәм ҙур тимер юлы узелы Калинковичи ҡалаһын штурм менән алдылар.

Мозырь һәм Калинковичи ҡалаларын алыу өсөн барған һуғыштарҙа генерал-лейтенант Батовтың, генерал-лейтенант Беловтың, шулай уҡ генерал-лейтенант Крюковтың, генерал-лейтенант Константиновтың, генерал-майор И.И. Ивановтың, генерал-майор Алексеевичтың ғәскәрҙәре, артиллерия генерал-полковнигы Казаковтың, артиллерия генерал-майоры Бескиндың, артиллерия генерал-майоры Игнатовтың, артиллерия генерал-майоры Егоровтың артиллеристары, танк ғәскәрҙәре генерал-майоры Пановтың танкистары һәм авиация генерал-лейтенанты Руденконың летчиктары айырыуса батырлыҡ күрһәттеләр.

Өлгәшелгән еңеүҙәрҙе билдәләп, Мозырь һәм Калинковичи ҡалаларын азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәткән соединениеларҙы һәм частарҙы “Мозырь” һәм “Калинковичи”исемен биреүгә һәм ордендар менән наградлауға тапшырырға.

Бөгөн, 14 ғинуарҙа,  21 сәғәттә Тыуған илебеҙ башҡалаһы Мәскәү Мозырь һәм Калинковичи ҡалаларын азат итеүсе беҙҙең ғәскәребеҙгә 224 орудиенан 20 артиллерия залпы менән Тыуған ил исеменән салют бирә...

Бөтә майҙан “Ура-а-а” тауыштарына күмелде. Халыҡ шатлығының сиге юҡ икәне күренеп тора. Кемдер аккордионын һуҙып ебәрҙе. Майҙан күмәк артистар йыйылып вальс бейегән сәхнәгә оҡшап ҡалды.  

             24. Фашистарҙы дөмөктөрөү юлында

1944 йылдың башында ла совет ғәскәрҙәре Советтар Союзы ерҙәрен фашистарҙан таҙартыуҙы дауам иттеләр.

27 ғинуарҙа Ленинград блокадаһы алып ташланды, дүрт Украин фронты Корсунь-Шевченко йүнәлешендәге йөҙ меңлек немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итте һәм ҡыуа барып СССР сигенә килеп етте. 12 майҙа Ҡырым тулыһынса дошмандан азат ителде.

Июнь-август айҙарында совет командованиеһы “Багратион” планын тормошҡа ашыра башланы. Белоруссия ерендә Рокоссовский менән Жуков етәкселегендәге дүрт Белоруссия фронты һөжүм итеп дошмандың ғәскәрен дүрт “ҡаҙанға” бикләй.

1944 йылдың 6 июнь көнө беҙҙең союзниктар Нормандияға десант ташлап Гитлергә ҡаршы йүнәлтелгән икенсе фронт аса.

Германияның юғары хәрби чиндәре тарафынан Гитлерҙы үлтереү планы эшләнде, ләкин ул шартлағыстан ситтәрәк тороу арҡаһында тере ҡала.

Совет ғәскәрҙәренең уңыштарын күргән Финляндия СССР менән үҙ-ара тыныс йәшәү тураһында килешеү төҙөргә ашыға һәм беҙгә ҡаршы һуғышыуын туҡтата.

Балтика буйы илдәре немец-фашистарынан азат ителә, совет ғәскәрҙәре дошмандар тарафынан баҫып алынған күрше илдәрҙең сиктәренә килеп етәләр.

Июль уртаһында Ҡыҙыл Армия Польша еренә барып керә. Совет ғәскәре килеп етмәҫ элек Польшаның башҡалаһы Варшавала фашистарға ҡаршы поляктар ҡораллы көрәш башлайҙар, ләкин баш күтәреүселәр көслө хәрби немец төркөмөнән еңеләләр, ә совет яугирҙәре ярҙамға үтеп инә алмайҙар, сөнки һуғыш майҙанында тотолоп ҡалалар.

Август айында Румыния ерен азат итеү башлана. Икенсе Украина фронты менән ( Р.Я. Малиновский) Өсөнсө Украин фронты (Ф.И. Толбухин) тарафынан үткәрелгән Ясса-Кишенев операцияһы арҡаһында 18 немец дивизияһы тар-мар ителә.

Болгария территорияһына беҙҙең ғәскәр 8 сентябрҙә килеп керә һәм бер-ниндәй ҡаршылыҡҡа осрамайынса алға барыуын дауам итә. София аша үтеп, совет ғәскәре Югославия еренә күсә һәм Югославияның халыҡ армияһы менән берлектә һуғыша-һуғыша Белградҡа етәләр.

1945 йыл. Ғинуар айы.

Айҙың ун дүртенсе көнөндә Висло-Одер операцияһы башланған көндән совет ғәскәре бөтә фронт буйынса һөжүмгә күсә. Ике көндән һуң Варшава ҡалаһы азат ителә.

Был емерелгән ҡаланы ҡарап сыҡҡандан һуң, 1-се Белорусь фронты хәрби советы Верховныйға фашистар Варшаваны тулыһынса емергәндәр, промышленность предприятиеләре ер менән тигеҙләнгән, тип еткерә. Өйҙәр, башҡа обьекттар йә шартлатылған, йә емерелгән. Меңәрләгән кешеләр атылған, тере ҡалғаны - ҡаланан ҡыуылған. Ҡалала тереклек һиҙелмәй, ул, ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, бөтөнләй үлгән.

Варшаваның емереклеге, фашистарҙың ҡала кешеләрен нисек язалағандарын ишеткән Польша һалдаттарына һәм офицерҙарына бигерәк ныҡ тәьҫир итә. Улар илай-илай дошманын һуңғы тамсы ҡаны ҡалғансы көрәшеп дөмөктөрөргә анттар бирәләр.

31 ғинуарҙа Одерҙы кисеү башлана, Берлинға тиклем 70 саҡрым аралыҡ ҡалды, тик был саҡрымдар иң ауыр саҡрымдар ине.

Совет ғәскәрҙәренең Одерҙа күренеүе дошман өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булып сыҡҡан.

Кинитц ҡалаһына баҫып ингән ваҡытта урамдар ҡоралһыҙ көйө тегеләй-былай үтеп йөрөгән немец һалдаттары менән, ресторандар ял итеүсе офицерҙары менән тулы була. 

Иҫенә килгән дошман 2 февраль көнө контрһөжүм ойоштора, Бишенсе удар Армия позицияларын дошман самолеттары меңәрләгән тонна бомбалар менән “һыйлай”, бер сәғәт барған утлы ямғырҙан һуң дошман танктарын алға сығарып контрһөжүм башлай. Көсөргәнешле һуғышта беҙҙең артиллерия позицияһына бер төркөм танк килеп етә. Бына-бына дошман совет армияһын кире ҡыуасаҡ. Уйламаған критик ситуация барлыҡҡа килә. Эш шулай тора: капитан Н.И. Кравцовта имен-һау булған һәм атырға яраҡлы танкыға ҡаршы ата торған бер генә орудие ҡала. Башында өлкән сержант Н.А. Бельский торған батарея расчеты ҡаршыһында 8 немец танкыһы, ә бөтә ата торған снаряд ун өс кенә дана. Әгәр ошонан фашистар алға ынтылһа - эш һәләк, дошман танктары тылға инәсәк, артынса һалдат массаһы алға үтеп армияны сигендерәсәк.

Өлкән сержант артиллерияны һарай эсенә йәшерергә һәм стенаһын тишеп артиллерия көпшәһен дошманға ҡаратып ҡуйырға өлгөрөп ҡала, шунда уҡ танктар атакаһы ҡабаттан башлана.

Бельский расчеты тура наводка менән биш дошман танкыһын яндыра, шул арҡала ҡалғандарын кире сигеннргә мәжбүр итә.. Танктар артында немец һалдаттары сылбыры ла алға ынтылыуын дауам итә. Ләкин дошман атакаһы был участокта туҡтатыла. Автоматчиктарҙың ярҙамға килеп етеүе арҡаһында бынан дошмандың тере көсө лә үтә алмай.

Был батырлығы өсөн Николай Бельский Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, уның расчеты ла наградлана (29).

Бындай батырлыҡтар массовый булғаны тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер.

Апрель айы башланыуға союзниктар ҙа Берлинға арыуыҡ яҡынлашалар. 13  апрель көнө совет ғәскәре Венаға инә.

Немец-фашистары бирелергә теләмәйенсә өҫтәмә көс йыя: ополченецтар, үҫмерҙәр, гарнизон һалдаттары - һәммәһе менән бергә бер млн кеше мылтыҡ аҫтына ҡуйыла һәм уларға Берлинды бөтә көс менән һаҡлау бурысы ҡуйыла.

СССР яғынан Берлин өсөн һуғышта өс фронт ғәскәре ҡатнаша: Беренсе Белорусь фронты (Жуков), Икенсе Белорусь фронты (Рокоссовский), Беренсе Украина фронты (Конев).

16 апрель ошо өс фронт хәрби операция башларға тигән бойороҡ ала һәм һөжүмгә күсә. Беренсе Белорусь фронты өсөн тәүге ике көн бик ҡыйынға тура килә. Улар алдындағы Зеелов ҡалҡыулығы үтеп инмәҫлек итеп нығытылған. Немецтәр был йүнәлештә бик ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә. Һөжүм алдынан өс фронттың да хәрби советы үҙ ғәскәренә мөрәжәғәт менән өндәшә. Беренсе Белорусь фронты хәрби советы мөрәжәғәтендә былай тип яҙа:

 

“Бойцам, сержантам, офицерам и генералам 1-го

                    Белорусского фронта.

                          Дорогие товарищи!

Настал решающий час боев. Перед вами Берлин, столица германского фашисткого государства, а за Берлином  - встреча с войсками наших союзников и полная победа над врагом. Обреченные на гибель остатки немецких частей еще продолжают сопротивляться. Немецкое командование выскребает свои последние остатки фольксштурмовских резервов, не щадит ни стариков, ни 15-летних детей и пытается сдержать наше наступление, чтобы оттянуть на час свою гибель.

Товарищи офицеры, сержанты,и красноармейцы!

Ваши части покрыли себя неувядаемой славой. Для вас не было препятствий ни у стен Сталинграда, ни в степях Украины, ни в лесах и болотах Белоруссии. Вас не сдержали мощные укрепления, которые вы сейчас преодолели на подступах к Берлину.

Перед вами, советские богатыри, Берлин. Вы должны взять Берлин и взять его как можно быстрее, чтобы не дать врагу опомниться. Обрушим же на врага всю мощь нашей боевой техники, мобилизуем всю нашу волю к победе, весь разум. Не посрамим своей солдатской чести, чести своего боевого знамени.

На штурм Берлина - к полной и окончательной победе, боевые товарищи! Дерзостью и смелостью, дружной согласованностью всех родов войск, хорошей взаимной поддержкой сметать все припятствия и рваться вперед, только вперед, к центру города, к его южным и западным окраинам - навстречу двигающимся с запада союзным войскам. Вперед к победе!

Военный совет фронта верит, что славные воины 1-го Беорусского фронта с честью выполнят возложенную на них задачу, сметут с лица земли последние препятствия и с новой победой и славой водрузят свое боевое знамя над Берлином.

Вперед на штурм Берлин

                           Команующий войсками                                                                

                           1-го Белорусского фронта

                             Маршал Советского Союза             

                            генерал - лейтенант:           Г. Жуков.                       

                          Член Военного совета

                                     1-го Белорусского фронта:

                                                            К. Телегин  (30, 3 том).

 

Беренсе Украина фронты һөжүме беренсе көндән үк ҡыҙыу темп ала. Был йүнәлештә дошман оборона һыҙығын әллә ни нығытып өлгөрмәгән була, шуға күрә беренсе көндә үк был фронт 20-25 саҡрым алға табан атлай. Икенсе көнө бынан, дошман оборона һыҙығы йыртылған урындан, ике танк армияһы Ставка бойороғо менән планға ярашлы рәүештә индерелә. Икенсе Белорусь фронты ғәскәре лә ҡаһармандарса көрәшеп алға бара.

25 апрель көнө Эльба йылғаһы эргәһендәге Торгау ҡалаһында 1-се Украина фронты, Берлинды ҡамай барып, Америка һалдаттары менән осраша. Был көндә, өс фронттың да тере көсө күп юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, Берлин тулыһынса ҡамала. Урам һуғыштары башланып китә. Ун бер секторға бүленгән Берлин ҡаты ҡаршы тора. Һәр өй, һәр ҡат, һәр тыҡрыҡ һәм урам үлемесле ҡаршылыҡ күрһәтә. Дошман ҡала аҫтындағы метроны, ер аҫты юлдарын, катакомбаларҙы (ер аҫтындағы оҙон бүлмәләр) оҫта файҙалана, яулап үткәндәң һуң арттан ҡалҡып сығып һуғыша. Берлин өсөн барған үлемесле һуғыштарҙа ғына Ҡыҙыл Армия 100 мең яугирен юғалта.

30 апрель. Рейхстагтың тирә-яғын дошмандан таҙартып бөтөп үҙенә һөжүм итеү башлана. Сержант М.А. Егоров һәм кесе сержант М.В. Кантария рейхстаг  башына ҡыҙыл флаг ҡаҙайҙар. Төнгә ҡарай этаждарҙа һуғыш алып барған дошман бирелә.

Ошо көндө, Гитлер үҙ-үҙен үлтереп, әсирлектән һәм яза алыуҙан ҡотола.

1 май. Төнгө сәғәт 4. Һигеҙенсе армияның күҙәтеү пунктына аҡ флаг тотҡан Германияның пехота ғәскәре генераль штабының начальнигы Кребсты килтерәләр. Генерал В.И Чуйков һәм генерал В.Д. Соколовский уны ҡабул итә. Кребс Гитлерҙың үлеме тураһында хәбәр итә һәм һуғышты туҡтатып килешеү төҙөргә әҙер икәнен белдерә.    Германияның тулы капитуляцияһын талап итәбеҙ, - тип яуап бирә Соколовский.

- Капитуляция мәсьәләһенә ҡағылырға минең полномочием юҡ, - тип белдерә Кребс.

- Беҙҙең талапты үтәр өсөн һеҙгә сәғәт унға тиклем ваҡыт бирәбеҙ, ә хәҙер һеҙҙе кире ҡайтарабыҙ, - тип Соколовский Кребсты оҙатырға ҡуша.

Билдәләнгән ваҡытҡа немец парламентеры килеп Геббельс менән Бормандың капитуляцияға ҡаршы булыуҙарын әйтә. Ошонан һуң Империя канцелярияһын һәм Гитлер бункерын штурмлау башлана. Һуңғы штурмға 301-се һәм 248-се уҡсы дивизия күтәрелә.   

Ошо һуғышта Баймаҡ районы Мәмбәт ауылы башҡорто полк командиры полковник Исхаҡ Ғүмәров та үҙ полкы менән батырҙарса һуғыша, был полк бункерҙы ҡулға төшөрөүҙә хәл иткес роль уйнай.  Һуңғы һәм бик көслө штурм гитлеровсыларҙың тағы бер ҙур төркөмөн юҡ итеү менән тамамлана. Анна Никулина, 9-сы уҡсы корпустың политбүлек инструкторы, бинаның ҡыйығы эсенән үтеп, иң юғары нөктәһенә менеп, ҡыҙыл байраҡты ҡаҙай.

Шулай итеп, төрлө милләт вәкилдәренән торған Ғүмәровтың интернациональ полкы ла еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Әйткәндәй, һуғыш ваҡытында интернационализм сәйәсәте бөтә Ҡыҙыл Армияның нигеҙен нығытыусы сараларҙың береһе була. Ул ваҡытта илһөйәрлек, милләттәр араһындағы дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамға килеү, минеңсә, иң бейек нөктәлә торғандыр.

                     

                       25. Капитуляция

2 май. Көндөҙгө сәғәт өскә ҡарай ҡаршылыҡ күрһәтеүсе дошман төркөмдәре, ҡамауҙан сығып ҡотола алмауын яҡшы аңлағандан һуң, бер-бер артлы аҡ флаг күтәрәләр. Шулай итеп Империя канцелярияһы тирәһендәге әле тере булған 134 меңдән ашыу немец-фашистары биреләләр. Был ваҡытта фашист армияһы башлыҡтары Гиммлер, Кейтель, Йодль Берлиндан ҡасып сығып, төрлө яҡтарға боҫоу сараһын күрәләр.

3 май. Рейхстаг стеналарына һәм колонналарына совет һалдаттары һәм офицерҙары ҡултамғаларын яҙып ҡалдырыуҙы башҡаралар һәм шунда уҡ үлектәрҙе йыйыу дауам итә.

7 май. И.В. Сталин Берлинға шылтыратып Г.К. Жуковты һорай һәм ул трубканы алғас та  хәл-әхүәл һорашҡандан һуң һүҙен  былай тип  дауам итә:

 

Сегодня в городе Реймсе немцы подписали акт о безоговорочной капитуляции. Главную тяжесть войны на своих плечах вынес советский народ, а не союзники, поэтому капитуляция должна быть подписана перед Верховным командованием всех стран антигитлеровскоә коалиции, а не только перед Верховным командованием союзных войск.

Я не согласен и с тем, что акт капитуляции подписан не в Берлине, центре фашисткой агрессии. Мы договорились с союзниками считать подписание акта в Реймсе предварительным протоколом капитуляции. Завтра в Берлин прибудут представители немецкого главного командования и представители Верховного командования союзных войск. Представителем Верховного Главнокомандования советских войск назначаетесь вы. Завтра к вам прибудет Вышинский. После подписания акта он останется в Берлине в качестве вашего помощника по политической части (30, т. 3).

8 май көнө иртә менән Вышинский килеп төшә, ул капитуляция буйынса бәтә кәрәкле документтарҙы һәм совет ғәскәре командованиеһенең ултырышта ҡатнаша торған вәкилдәре исемлеген килтереп таныштыра. Ошо көндө бөтә эре гәзит-журналдарҙың корреспонденттары, фоторепортерҙары, журналистары Берлингә бер-бер артлы ағыла. Төшкә ҡарай союздаш илдәрҙең Верховный командованиеһы вәкилдәре килеп етә: Бөйөк Британия авиацияһы маршалы Артур В. Теддер, Америка Ҡушма Штаттары хәрби-һауа ғәскәре командующийы генерал Карл Спаатс һәм франсуз армияһы башкомандующийы генерал Ж. Латр де Тассиньи. Уларҙы аэрадромда Ҡыҙыл Армия командованиеһы вәкилдәре армия генералы В.Д. Соколовский, Берлиндың беренсе каменданты генерал-полковник Н.Э. Берзарин һәм башҡа хәрбиҙәр ҡаршы ала.

Шул уҡ аэрадромға инглиз офицерҙарының һағы аҫтында немец хәрби командованиеһы вәкилдәре генерал-фельдмаршал Кейтель, флот адмиралы фон Фридебург, авиация генерал-полковнигы Штумпф килтерелә. Капитуляция церемонияһын үткәреү урыны итеп Берлиндың Карлсхорст районындағы хәрби-инженер училищеһенең ашхана залы билдәләнә.

Алдан һөйләшеү буйынса союздаш ил вәкилдәре Жуков биләгән бүлмәгә йыйылалар һәм теүәл төнгө ун ике сәғәттә залға килеп инеп үҙ урындарына урынлашалар.

Календарҙа 9 май көнө асыла.

Бөтә делегациялар фото-кино репортерҙарының ҡарашы аҫтында инеп урынлашып бөтөүҙәренә инанғас ҡына Г.К. Жуков ултырышты аса һәм немец хәрби командованиеһы вәкилдәрен залға килтерергә ҡуша. Улар бер-бер артлы сығып ултырышҡас та немец делегацияһына һорау менән мөрәжәғәт итә:

- Һеҙ бер-ниндәй өҫтәмә шарт ҡуймайынса капитуляция актына ҡул ҡуйырға әҙерһегеҙме? Уны яҡшылап ҡарап сыҡтығыҙмы?

Был һорауҙы Теддер инглиз телендә ҡабатлай.

- Эйе, уҡып сыҡтыҡ, ҡултамғаларыбыҙҙы ҡуйырға әҙербеҙ, - тип яуап бирә генерал-фельмаршал Кейтель.

- Ул ваҡытта бында яҡын килегеҙ һәм капитуляция актына ҡултамғаларығыҙҙы ҡуйығыҙ!

Шулай итеп, 1945 йылдың 9 майында 0 сәғәт 43 минутта Германияның капитуляцияһы тураһындағы акты ҡултамғалар менән нығытыла һәм немец вәкилдәрен шунда уҡ залдан алып сығып китәләр. Жуков совет иленең Верховный башкомандующий исеменән ҡотлау һүҙен әйтә. Бынан һуң төрлө урындан шатлыҡлы тауыштар күтәрелә, кешеләр бер-береһен ҡотлайҙар, ҡосаҡлашалар, сөнки ысынлап та ҡыуаныстар сиктән тыш сығып урғыла. Бөтәһе лә ысын күңелдән фашизм дөмөккәнгә, һуғыш бөткәнгә шатланалар.

Капитуляцянан һуң совет ғәскәре командованиеһы алдына тағы өс ҙур бурыс килеп баҫа: яңы власть органдарын төҙөү, емерек Германияны аяҡҡа баҫтырыу һәм ас немец халҡының тамағын туйҙырып яңы тәртип урынлаштырыу.

Был бурыстарҙы үтәү өсөн Берлиндә Советтар Союзы геройы Н.Э. Берзарин етәкселегендә Үҙәк хәрби камендатура ойошторола. Үҙ нәүбәтендә ул Берлин ҡалаһы райондарында район камендатуралары ағзаларын төғәйенләй. Хәрби камендатуралар, яңы демократик власть органдары төҙөгәнгә тиклем, ваҡытлыса бөтә власты үҙ ҡулына алып тора.

Ҡалала бөтәһе 250 мең күп ҡатлы өй-здание иҫәпләнә. Берлин өсөн барған һуғыштар арҡаһында шуларҙың 30 меңе ер менән тигеҙләнә, 20 меңе яртылаш емерек, 150 меңе еңелтә емерек булып ҡалған була. Ҡаланы аяҡҡа баҫтырыу ошо емеректәрҙе таҙартыуҙан башланырға тейеш, сөнки бындағы иҫ киткес емереклектәр аша йәйәү ҙә үтерлек түгел. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн хәрби машиналар һәм совет һалдаттары эшкә ҡушыла.

Ҡалала транспорт та эшләмәй. Күп метро станциялары немец командованиеһы ҡушыуы буйынса һыу аҫтында ҡалдырылған, 225 күперҙе немец-фашист ғәскәре шартлата. Вагон паркында торған бөтә ҡала трамвайҙары сафтан сығарылған, урамдарҙағы емереклек арҡаһында бөтә юлдар ҡапланған, магазиндар, киоскылар эшләмәй. Электростанция, һыу һурҙырыу станцияһы, газ заводы эшләүҙән туҡтаған, канализация системаһы ҡый менән тулған. Бер-нисә аҙна буйына аҙыҡ алмаған Берлин халҡы, ә уларҙың күбеһе балалар, ҡарттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, аслыҡтан интегә. Бик күп урындарҙа ут-янғын яныуы һаман да дауам итә, урам тулы кеше мәйете.

Бөтә был эштәрҙе атҡарыу, ҡаланы тәртипкә килтереү, янғындарҙы һүндереү һәм башҡа эреле-ваҡлы эштәр совет ғәскәре иңенә төшә. Камендатуралар был эштәргә яңыраҡ төрмәләрҙән совет ғәскәре тарафынан сығарылған немец коммунистарын, антифашистарҙы, демократтарҙы йәлеп итә башлай. Улар менән бергәләп яңы демократик власть органдары - ҡала һәм район магистратуралары ойошторола.

Немец халҡына беренсе ярҙам күрһәтеү маҡсатында совет хөкүмәте Берлинға 96 мең тонна иген, 60 мең тонна картуф, 50 мең баш мал, шулай уҡ бер-ике аҙнаға етерлек шәкәр, май ебәрә. Артабан аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе киңәйтә барыу ҡарала.

Күренеүенсә еңеү еңел килмәй, тылдағыларҙың еңеү өсөн ас-яланғас көйө тырышып эшләүҙәре, командирҙарҙың һуғыш тәжрибәһенең байыуы, конструкторҙарҙың яңы төр самолеттар, танктар, минометтар, автоматтар, орудиелар уйлап сығарыуы, ауыл хужалығы һәм промышленностың көнө-төнө хәрби ҡорал, аҙыҡ түлек етештереүе, ә иң мөһиме, совет һалдаттарының массовый батырлығы арҡаһында еңеү килде. Ҡыҙыл Армия батырҙары араһында Башҡортостандың да батырҙары бихисап.

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 43; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 216.73.216.214 (0.011 с.)