Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Совет Народных Комиссаров СССР

Поиск

Постановление

№ 1860 от 2 октября 1940 года

Об установлении платности обучения в старших классах средних школ и в высших учебных заведениях СССР и об изменении порядка назначения стипендий.

Учитывая возросший уровень материального благосостояния трудящихся и значительные расходы Советского государства на строительство, оборудование и содержание непрерывно возрастающей сети средних и высших учебных заведений, Совет Народных Комиссаров СССР признает необходимым возложить часть расходов по обучению в средних школах и высших учебных заведениях СССР на самих трудящихся и в связи с этим постановляет:

1. Ввести с 1 сентября 1940 года в 8, 9, и 10 классах средних школ и высших учебных заведениях плату за обучение.

2. Установить для учащихся 8-10 классов средних школ следующие размеры платы за обучение:

а) в школах Москвы и Ленинграда, а также столичных городов союзных республик – 200 рублей в год;

б) во всех остальных городах, а также селах – 150 рублей в год.

Примечание. Указанную плату за обучение в 8-10 классах средних школ распространить на учащихся техникумов, педагогических училищ, сельскохозяйственных и других специальных средних заведений.

3. Установить следующие размеры платы за обучение в высших учебных заведениях СССР:

а) в высших учебных заведениях, находящихся в городах Москве, Ленинграде и столицах союзных республик,— 400 рублей в год;

б) в высших учебных заведениях, находящихся в других городах,— 300 рублей в год;

в) в высших учебных заведениях художественных, театральных и музыкальных — 500 рублей в год.

4. Плата за обучение взимается в соответствующие учебные заведения два раза в год: 1 сентября и 1 февраля. Примечание: За первое полугодие 1940 - 1941 учебного года - плата за обучение вносится не позже 1 ноября сего года.

5. Плата за заочное обучение в средних и высших учебных заведениях взимается в половинном размере.

6. Установить, что с 1 ноября 1940 года стипендии назначаются лишь тем студентам и учащимся в техникумах, которые проявляют отличные успехи.

Председатель Совета Народных Комиссаров Союза ССР

В. МОЛОТОВ

Управляющий Делами Совета Народных Комиссаров СССР

М. ХЛОМОВ

Москва, Кремль. 2 октября 1940г.

 

Йылына 150 һум килем ала алмаған ярлы йәшәгән күп кенә ата-әсәләр был күрһәтелгән хаҡты нисек итеп түләһендәр инде? Халыҡтың ярты өлөшө тиерлек бер-ниндәй эш хаҡы алмай мал-тыуар тотоу иҫәбенә көн күрә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында эш урындары булмау сәбәпле эш хаҡы алмаусыларҙың проценты юғары була. Шул арҡала байтаҡ балалар, бигерәк тә башҡорт милләтенән булғандары, юғары синыфтарҙа уҡыуҙан мәхрүм ителәләр, 7-се синыфтан һуң уҡыуҙы дауам итә алмайынса китергә мәжбүр булалар. 1940 йылда, мәҫәлән, срогында аҡса түләмәгән өсөн 18 бала беренсе һанлы мәктәптән ҡыуыла. 1941 йылда урта белем аттестаты башҡорт класынан 7 уҡыусыға тапшырыла, ә 1942-1952 йылдарҙа, ун йыл дауамында, урта белем алған уҡыусыларҙан бер башҡорт балаһы ла булмай.

1941 йыл, 22 июнь.

Мәктәптә сығарылыш кисәһе бара, урта мәктәпте тамамлаған йәштәргә өлгөргәнлек аттестацияһы тараталар, артабан уйын-көлкө, уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт башланырға тейеш. Ләкин кисәнең икенсе өлөшө ҡапыл ғына боҙолоп ҡуя, сөнки һуғыш башланыу тураһында хәбәр алына, шул урында ғәҙәти барған тормош юҡҡа сыға, һуғыш башланыу ҡайғыһы һәр кемде биләп ала.

Һуғыштың беренсе айҙарында уҡ мәктәп директоры С.Дәүләтйәров, уҡытыу-тәрбиә бүлеге мөдире А. Әҙеһәмов һәм улар менән бергә тиҫтәнән ашыу уҡытыусы үҙ теләктәре менән фронтҡа китә. Ул ваҡытта патриотик тәрбиә бик киң миҡдарҙа алып барылған, тәрбиә шауҡымы бөтә ҡатлам кешеләренең күңеленә үтеп ингән була һәм ул, бигерәк тә тормош һынылыштары ваҡытында, илгә бәлә килгән осорҙа үҙ емештәрен бирә, әлбиттә. Илһөйәрлек тойғоһо менән баштан-аяҡ һуғарылған ошондай патриоттарҙың бер-нисәүһен иҫкә алып үтәйек.

Ошо мәктәптең уҡытыусыһы Хәбиб Ғәниев Совет Армияһы сафына алынғандан һуң хәрби-сәйәси Академияны тамамлап кадровый офицер булып сыға, дивизия комиссары, армия политотделы мөдире булып хеҙмәт итә, лейтенанттан генерал-майор дәрәжәһенә тиклем үрләй. Еңеү яулағанса һуғышта ҡатнаша, ә Баймаҡҡа ҡайтҡас район комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана, башҡа етәксе урындарҙы биләй. 1970 йылда вафат була.

Беренсе мәктәпте тамамлаған Исхаҡ Ғөмәров һуғыштың беренсе йылдарында Фрунзе исемендәге хәрби Академияла уҡып сығып фронтта ҡатнаша, полковник дәрәжәһен ала полк командиры сифатында Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Уның полкы беренселәрҙән булып Гитлер бункерын штурмлай. Батыр яугир “Ҡыҙыл Байраҡ”, “Ҡыҙыл Йондоҙ”, икенсе дәрәжә “Ватан һуғышы” ордендары менән наградлана.

Әҙеһәм Әлибаев беренсе номерлы мәктәптең етенсе класын тамамлағандан һуң Темәс педагогия училищеһенә уҡырға инә һәм шунан фронтҡа китә. Егерме йәшлек батыр бер-бер артлы “Дан” орденының өс дәрәжәһе менән дә наградлана. Һуғыш осоронда өс тапҡыр Дан ордендарын алған яугирҙәрҙе “Советтар Союзы геройы”на тиңләгәндәр.

1939-1941йылғы сығарылыш егеттәренең ун икеһе Белорет филиалы булып һаналған Баймаҡ аэраклубы курстарын тамамлап, артабан хәрби-осоу училищеһендә уҡып сығып, летчик булып һуғыш күген айҡайҙар, батырҙарса һуғышалар.

Шуларҙың береһе өлкән лейтенант Шәкир Ҡадыров 111 хәрби осош яһай һәм һәр ваҡыт базаға юғалтыуһыҙ әйләнеп ҡайта. Ул ике тапҡыр хәрби “Ҡыҙыл Байраҡ” ордены кавалеры була. Тағы “Ҡыҙыл Йондоҙ”, беренсе дәрәжә “Ватан Һуғышы” ордендары менән наградлана.

Капитан Һиҙиәт Күсәбаев Сталинград һуғышында батырлыҡ күрһәтеп “Ҡыҙыл Йондоҙ”, беренсе һәм икенсе дәрәжә “Ватан Һуғышы” ордендарына лайыҡ була.

А. Волков 800 осош яһып гел имен-аман әйләнеп ҡайта. А. Маклаков самолеттарҙы һынау инструкторы була. Һуғыштан һуң ул Баймаҡ аэрапортында мөдир булып эшләй.

Леонид Некляев мәктәпте иамамлап Йылайыр совхозында комсомол секретары булып эшләп йөрөгәнендә фронтҡа алына, Орлов йүнәлешендә, Курск дуғаһында барған үлемесле алыштарҙа ҡатнаша. Уның 1943 йылда туғандарына яҙып ебәргән бер хаты “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитендә баҫылып сыға һәм шул арҡала һаҡланып ҡалып, бөгөнгө көндәргә тиклем килеп еткән. Батыр яугир былай тип яҙа:

 

“...Немецкие головорезы до этого хвалились своими танками “Тигр”, но они просчитались. Наши артиллеристы уничтожают “Тигров”и другую боевую технику противника. В числе их и мой артиллерийский расчет бьет прямой наводкой и уничтожает немецкие танки. С честью выполняю боевое задание, порученное мне моим командованием. Я за боевые заслуги награжден орденом двумя орденами “Красной Звезды” и медалью “ За боевые заслуги”.

“Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзите, 1943,№ 32

 

Леонид Никляев 1945 йылдың 20 мартында Будапешт өсөн барған ауыр һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була.

Мәктәпте тамамлап сыҡҡан ҡыҙҙарҙан Ф. Фәйзуллина, З. Тарасова үҙ теләктәре менән фронтҡа китеп, төрлө урындарҙа батырҙарса һуғышалар.

Һуғыштан тиҫтәләгән уҡытыусы әйләнеп ҡайта алмай, улар араһында С. Дәүләтйәров, А.Г. Әҙеһәмов, Н.Г. Виленский, А. Үзбәков, Х. Ғиниәтуллин, Г. Батыршин, А. Мунасипов һ.б.

Мәктәптә уҡып сыҡҡан һәм һуғыш яландарында мәңгелеккә ҡалған яугирҙәрҙең иҫәп-хисабының осона сығарлыҡ түгел...

 

Ә мәктәп һуғыш йылдарында ла эшмәкәрлеген туҡтатмай балалар тәрбиәләү һәм уҡытыу эшен дауам итә. Ауырлыҡтар, әлбиттә, арта ғына. Уҡытыусылар етешмәй, шуға күрә ошо мәктәптә урта белем алып сыҡҡан йәштәр уҡытыуға ылыҡтырыла. Шулай итеп, уҡытыу эшен башлайҙар: М.А. Чанышева, М.Х. Әҙеһәмова, Р. А. Әҙеһәмова, Н.А. Смирнова, И.А. Бикбова, С.З. Нуриева, ФИ. Гусева, К. Прозорова, М. Мырҙаева.

Һуғыш йылдарында мәктәптә уҡыған балалар һаны ҡырҡа кәмей. Мәҫәлән, 1941 йылда 700 уҡыусы мәктәпкә йөрөһә, 1943 йылда был һан ҡырҡа кәмей һәм исемлектә 400 уҡыусы ғына ҡала.

Был осорҙа мәктәптә ремонт эштәре үткәреү туҡтай, шул арҡала балалар ҡара туңырҙай һыуыҡ кластарҙа шөғөләнергә мәжбүр булалар. Китап-дәфтәрҙәр етешмәй, уҡыусылар тотонолған иҫке китаптарҙы табып, шуның биттәренең ситенә яҙып аҙапланалар.

Инспекторҙарҙың сираттағы бер тикшереүе ваҡытында ике баланың Ленин әҫәренең биттәренә яҙып йөрөүҙәре билдәле була. Был уҡыусыларҙы мәктәптән ҡыуалар, ә ата-әсәләрен КГБ бүленә саҡыртып алып яуаплылыҡҡа тарттыралар.

Ауыр ваҡыт булһа ла мәктәптең Тимур командаһы әүҙем эшләй, улар фронтовик ғаиләләренең, ғәриптәрҙең, хәлһеҙҙәрҙең, ауырыуҙарҙың өйҙәренә йөрөп ярҙам итәләр, утындарын бысып ярып, һыу ташып, мал ҡарашып, йөҙәрен тәртипкә килтереп китәләр. Ә түңәрәктәрҙә һәм унан тыш та уҡыусылар йөн бейәләй, бирсәткә, ойоҡбаш бәйләйҙәр, ҡулъяулыҡ тегәләр, дарыу үләндәрен йыялар һәм фронтҡа ебәрәләр. Быларҙан тыш юл трассаларын ҡарҙан таҙартыу, ҡыҙыу эш ваҡыттарында ауыл хужалығына ярҙам итеү - барыһы ла өлкән класс уҡыусыларының бурысы тип һаналған.

Уҡыусыларҙың үҙешмәкәр түңәрәге сығыштарын баймаҡлылар көтөп ала торған булғандар. Концерттарҙа әүҙем ҡатнашҡан 14 йәшлек Хәмзә Курсаевты тиҙҙән драмтеатрға артист итеп эшкә алалар. Мәктәптең стена гәзите рәссамы булған Миҙхәт Байрамғолов һуңыраҡ һәүәҫкәр рәссам булып китә. Төрөкмән мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән ваҡытында М. Байрамғолов Туғужман тауының түбәһенә урынлаштырып, ҡурайға һәйкәл эшләтә. Ҡурайға арналған бындай тағы бер һәйкәл, минең белеүемсә, тик Өфөлә генә бар, буғай.

Ә музыкаға һәм йырға әүәҫ Камил Вәлиев кларнетта уйнап, халыҡ йырҙарын йырлап, завод клубында даими сығыш яһап йөрөп, билдәле йырсы булып китә. Ул үҙе яҙған автобиографик китабының күп кенә юлдарында беренсе һанлы урта мәктәпте, унда уҡыған саҡтарын һәм һуғыш осорондағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөп былай тип яҙа:

 

1941 йылдың көҙө бик һыуыҡ булды, ҡыш иртә килде. Атайым ширпотреб артелендә кейем бесеүсе булып эшләй ине. Уға райондағы бөтә тегенселәрҙе йыйып, Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн тундар тегергә ҡуштылар, сөнки ул дивизияның комиссары итеп Баймаҡ районының беренсе секретаре Нәзиров билдәләнгәйне. Ширпотреб тәүлек әйләнәһенә эшләне. Һарғылт төҫтә ярым ҡыҫҡа тун һәм флягалар өсөн бәләкәй генә чехол-сумкалар тектеләр. Буласаҡ кавалеристар үҙҙәре эйәр һәм йүгән әҙерләне. Вәлиев исемле бер аҙаш фамилиялы ағай итексе, үҙе күңелсәк кеше ине. Мастерскойҙа ултырып йүгәнгә суҡ таға һәм мин Гитлерҙың муйынын борасаҡмын, тип һөйләнә ине. Йәл, әйләнеп ҡайта алманы. Беренсе һуғышта уҡ фашист танкыларына ҡаршы барғанда һәләк булған. Ун балаһы етем ҡалды...

Беҙгә 400 грамлыҡ икмәк карточкаһы бирҙеләр. Уға ризыҡ алыр өсөн һыуыҡ төндәрҙә сиратта ҡатып торҙоҡ. Ҡайһы мәлдәрҙә, иртәнсәк Мичурин исемле һатыусы киләл лә: “Буран арҡаһында Магнитогорскиҙан он килтермәнеләр, бөгөн икмәк булмай”, - ти. Сират яй ғына тарала, сөнки был хәбәргә ышанғы килмәй, өйҙә ас балалар көтөп ята бит. Төрлө аш ҡууллана башланыҡ, картуф аҙ ине, сөнки уны һуғышҡа тиклем урыҫ ауылдарында ғына ултырта торғайнылар. Шуға күрә имән сәтләүектәрен ашарға ҡулланабыҙ. Шулай итеп тәүге һуғыш ҡышын башлап ебәрҙек. Мәктәптә илле грамм бәләкә генә киҫәк икмәк бирә торғайнылар. Уны уҡытыусылар бүлмәһендә бик тигеҙ итеп бүләләр ҙә класс етәксеһе, уҡытыусыларыбыҙ килтереп тарата торғайны.

Ныҡ көтөп алған был икмәк киҫәге иләнмәгән ондан бешерелгән, йыш ҡына ярым сей була, һоло, арпа ононоң ҡылсыҡтары килеп сыға. Беҙ шуға ла бик шат инек.

Йәй башланыу менән беҙҙе, йәғни уҡыусыларҙы, Баймаҡ районындағы “Йылайыр” совхозына иген утарға ебәрҙеләр: билсән кеүек ҡаты үләнде йолҡабыҙ, ҡулдарыбыҙ ярылып бөтә... Ашатыуҙары бик хөрт, йоҡлаған урыныбыҙ баҫыу уртаһындағы станда бәләкәй генә вагонда, һалам түшәйбеҙ ҙә ятабыҙ. Тик йоҡлап булмай: ҡандала, бөрсә, бет йоҡларға бирмәй... Үҙәк көйөү, ашҡаҙан ауыртыу менән яфаландыҡ, аш йүнле түгел, серегән арпанан бешерелгән бутҡа. Иртәнсәк ҙур ҡаҙанда ҡайнатылған сәйҙе эсәбеҙ ҙә эшкә китәбеҙ, ә һуңынан шул уҡ ҡаҙанға ҡап-ҡара арпаны һалалар ҙа төшкә тиклем ҡайнаталар. Төшкә беҙ киләбеҙ, шул ашты алюмин тәрилкәләргә һалып бирәләр Беҙ уны “рата туй ашаы” тип атай торғайныҡ. Ҡасып китеү мөмкин түгел. Баймаҡтан “Комсомол” бүлексәһенә 90 саҡрым, ҡасҡан хәлдә лә ҡыуып етеп тотоп алалар. Сыбыртҡы менән туҡмай-туҡмай ҡабат килтерәләр. Ялан аяҡ, ялан баш йөрөйбөҙ, кейергә кейем юҡ. Беҙҙең арала райком секретарының улы Ринат Биктимиров та бар ине. Бер төндө уның менән икәүләп ҡастыҡ. Беҙҙең арттан ҡыуа төштөләр, ләкин урау юлдарҙа, үлән араһында йәшенеп яттыҡ. Иртәгәһен Баймаҡҡа килеп еттек. Ринат ботинкала ине, аяғын ныҡ өйкәткән, туҡтауһыҙ илай. Мин уны өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙым. Бөтәһен дә Ринаттың атаһына һөйләп бирҙкм. Әхәт Нуретдинович Биктимиров ихлас тыңланы ла:

- Ярай, разберусь, - тине.

Бүтәнсә беҙҙе яфаламанылар... (36, 22-24-cе биттәр).

Был юлдарҙы уҡығандан һуң һуғыш осорондағы Баймаҡты, ундағы тормошто тағы яҡшыраҡ һәм киңерәк итеп күҙалларға була, әлбиттә. Камил ағай Вәлеев менән табындаш булған саҡтар булды, ул һуғыш осорон бик әсенеп һөйләр ине.

Һуғыштан һуңғы 50-60-сы йылдарҙа уҡытыусылар коллективы ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлап уҡытыусы һөнәре алғандар иҫәбенә тулылана. Бына улар: Шахморатова А.Г., Бикбова И. А., Сания һәм Сәриә Нуриевалар, Мәрйәм, Сара, Клара Чанышевалар,Үтәбаева М.М., Үтәғолов Р.И., Маликов Х.М. һәм Маликова Ф.М., Сәйфуллин А.К., Әхмәтйәнова Ш.С., Отдатчикова Ф.К., Часовитина А.И., Байбурина Р.А., Кәримов Я.С. һәм Кәримова Р.А., Буранғолов Ф.З...

Тап ошо осорҙа беренсе мәктәп беренсе булыуҙы юғалта башлай, сөнки яңы асылған 1-се һәм 2-се һанлы Түбә мәктәбе, ҡаланың икенсе һанлы мәктәбе алға ынтылалар. Был мәктәптәрҙә утты-һыуҙы кискән һәм уҡытыусылар коллективын туплап алға әйҙәй белгән мәктәп директорҙары, атап әйткәндә, РСФСР һәм БАСС-ҙың атҡаҙанҡған уҡытыусылары Ғатауллин Х.С., Мәмбәтҡолов Б.М., Антонов С.И. эшләйҙәр.

Илленсе йылдар уртаһында, мәктәптә Әбүбәкиров А.А. директор булып эшләгән осорҙа, политехник йүнәлештә белем биреү өсөн ныҡлы база булдырыла: столярный, слесарный, тегеү эштәрен һәм техника өйрәнеү кабинеттары, ҙур мастерской, айырым физика һәм химия кабинеттары булдырыла, мәктәпкә терәтеп физкультура залы төҙөлөп бөтә, яңынан пар йылытҡысы үткәрелә. Уҡыусылар өлгөргәнлек аттестаты менән бергә мотоцикл һәм еңел машина йөрөтөүсе (категория “В”), киномеханик, слесарь, токарь, электрик, тегенсе һөнәрҙәре алып сыға башлайҙар. Мәктәптә ҡаҙ һәм өйрәк себештәрен үҫтереп биреү киң ҡолас ала, ләкин район вәғәҙә биреп тә ҡошсолоҡ фермаһы төҙөмәүе бәкәлгә һуға һәм был башланғыс һүнеп ҡала, сөнки класс бүлмәләре эсендә үҫтерелгән ҡош балалары дәрестәр үткәреүгә ҡамасаулыҡ килтерә һәм мәктәптең дөйөм санитар-гигиеник нормаларын боҙоуға юл ҡуя.

1961 йылда беренсе мәктәп базаһында юғары уҡыу йорттарына әҙерләү курстары асыла. Оҙаҡ йылдар курстарҙың етәксеһе булып А. А. Әбүбәкиров эшләй. Курстарҙа уҡығандар Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларындағы ВУЗ-дарға инеү имтихандарын ошонда, мәктәп эсендә тапшыра. Ошо арҡала Баймаҡ йәштәренең техник ВУЗ-дарға инеүе һәм уҡып сығыуы ҡырҡа арта.

Беренсе мәктәптә белем алып сыҡҡан профессор-тарихсы, Зәки Вәлиди премияһы лауреаты, Салуат Юлаев ордены кавалеры Әнүәр Зәкир улы Әсфәндийәров, минең БДУ-ла тарих факультетында уҡыған осорҙағы уҡытыусым, үҙенең мәктәп йылдарын былай тип иҫкә ала торғайны:

 

Мин үҙем Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынанмын, 1934 йылда тыуғанмын. Һин йәшәгән Икенсе Этҡол аръяғындағы Мырҙый ауылында ла йәшәп, бер аҙ уҡып китергә тура килде.

1949 йылдан алып 1951 йылдың ноябренә тиклем Азанов урамында урынлашҡан беренсе мәктәптә уҡыным, һигеҙенсе класты тамамланым. Туғыҙынсы класта уҡып йөрөгән саҡта беҙҙе, 9-cы класс малайҙарын, Кемерово өлкәһендә урынлашҡан Прокопьевск ҡалаһына ФЗО-ға (Фабрично-заводское обучение) шахтер һөнәрен алыу өсөн уҡырға ебәрҙеләр. Һәммәһе 22 уҡыусы. Уҡыу тамамланғас кемдер шунда ҡалды, кемдер Өфөгә килеп төпләнде, ә беҙ, бер бәләкәй төркөм үҫмерҙәр, Баймаҡҡа ҡайтып төштөк. Артабан тормош төрлөбөҙҙө төрлө яҡҡа ташланы.

Баймаҡтың беренсе һанлы мәктәбендә беҙ ныҡлы белем алдыҡ. Мин гел “дүртле”, “бишле”гә генә уҡырға тырыштым. Беҙгә, балалар йортонан килеп белем алыусыларға, мәктәп үҙ өйөбөҙгә әйләнде. Беҙ математик Мәрйәм апай Чанышеваны, башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы Зәйнәп апай Зөбәйерованы, тарихтан уҡытҡан мәктәп директоры Әфиәт ағай Айзатуллинды бигерәк хөрмәт итә һәм ярата торғайныҡ...

Егерменсе быуаттың 70-80-се йылдарында айырым күрһәткестәр буйынса мәктәп алдынғылар рәтендә булып авангард роль үтәй. Өлгөлө эш алып барған өсөн уҡытыусылар коллективы юғары торған органдар тарафынан уҡытыу-тәрбиә эше буйынса - 5, үҙешмәкәр түңәрәк эше йомғаҡтары буйынса - 8, хәрби патриотик, туристик һәм спорт эштәр буйынса - 34 тапҡыр маҡталып төрлө Почет грамоталарына, дипломдарға лайыҡ була.

1936 йылда һалынған иҫке мәктәп бинаһы туҡһанынсы йылдар башына тиклем балаларҙы үҙ эсенә һыйындыра, ләкин емереклек хәленә килеү арҡаһында ябыла. 1992 йылда Баймаҡ баҙары булған ергә 410 урынлыҡ яңы мәктәп һалынып, ул 1992 йылда эексплуатацияға тапшырылды. Мин эщләгән осорҙа, 2008-2009 уҡыу йылында, мәҫәлән, бында 25 класс-комплект булып, бөтәһе 370 уҡыусы белем алды.

Төрлө йылдарҙа мәктәпте етәкләгән директорҙарҙы иҫкә төшөрөп китәйек. Яңы быуын уларҙың күбеһен бөтөнләйгә белмәй. Мәҫәлән, миңә, һуғыштан һуң тыуған быуын вәкиленә, тик Әбүбәкиров Әшрәф Әхмәт улынан башлап ҡына белергә, күреп йөрөргә тура килде. Һуғыш йылдары осоронда уҡып сыҡҡан уҡыусылар ҙа хәҙерге ваҡытта бер ҡулдағы бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған, сөнки беҙҙә һикһән йәшкә етеп үтеп китеүселәр бик һирәк.

 

Беренсе урта мәктәп директорҙары

(1945-2006 йылдар)

 

 

  Фамилияһы, исеме, атаһының исеме   Эшләгән йылдары  
Зөбәйерова Зәйнәп Ихсан ҡыҙы    
Кимирилов Иван Васильевич    
Байназаров Хәким Вәли улы   1946-1948
Айзатуллин Әфиәт   1948-1952
Пудовкин Георгий Михайлович  
Әбүбәкиров Әшрәф Әхмәт улы 1953-1958 1969-1976
Хөсәйенов Ирек Абдулхай улы   1958-1969
Рәхимғолов Вилүр Зиннәт улы   1976-1978
Азаматов Сабирйән Шөғәйеп улы   1978-1979
Алсынбаев Миңлеәхмәт Зарип улы   1979-1980
Атанғолов Йәғәфәр Сәхи улы   1980-1983
Сәйфуллин Айрат Карам улы   1984-1988
Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы   1988-1990
Аллаяров Зиннәт Абдулла улы   1990-1994
Ишембетов Ришат Вәкил улы   1995-2000
Ғәйетбаев Рауил Вәкил улы   2000-2003
Байымов Илгиз Хөрмәт улы   2003-2008
Хисмәтуллин Илшат Рәфҡәт улы  

 

Уҡыусылар мәктәптең ғорурлығы булһа, уҡытыусылар уның - байлығы. Ғүмере буйы ошо мәктәптә эшләп сыҡҡан Отдатчикова Феодосия Крнстантиновнаны коллегалары хәҙер ҙә хөрмәт менән иҫкә ала. Ул иң күп рус теле уҡытыусылары әҙерләгән педагог.

Ирле - ҡатынлы Айрат Карам улы һәм Флүрә Мөхәмәт ҡыҙы Сәйфуллиндар бөтә ғүмерен беренсе мәктәпкә арнанылар, хаҡлы ялға сыҡҡанса ошонда эшләнеләр.

Сәйфуллин А.К. тарихтан уҡытты, алты йыл мәктәп директоры, ун йыл директор урынбаҫары вахифаларында булып, тапшырылған эшен тырышып башҡарҙы. РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы.

Маликова Ф.М. оҙаҡ йылдар химия, биология фәндәренән уҡытты. Ул “Өлкән уҡытыусы”, “Уҡытыусы-методист”, “РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы” исемдәренә лайыҡ булды.

Беренсе мәктәптә уҡып сыҡҡан БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Кәримов Йәғәфәр Сәхи улы һәм РСФС-ҙың халыҡ мәғариф алдынғыһы Кәримова Раҡия Абдулла ҡыҙы 1959 йылда ҡайтып хаҡлы йылға сыҡҡанса уҡытыу-тәрбиә эшендә булалар һәм хаҡлы ялға сыҡҡанса ошонда яратҡан эштәре менән шөғөлләнәр.

Мәктәптең элекке уҡыусыһы математика уҡытыусыһы, РФ-ның халыҡ мәғарифы алдынғыһы Күсәбаева Рәйнә Фазулла ҡыҙы 25 йыл буйы туған мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Тырышып эшләү һөҙөмтәһендә шулай уҡ хөкүмәтебеҙҙең төрлө наградаларына лайыҡ булалар:

Ефимова Роза Александровна, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - “За доблестный труд” миҙалы, “БР-ның мәғариф отличнигы” билдәһе;

Килдиярова Роза Сәхи ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - “БР-ның мәғариф отличнигы” билдәһе;

Сәйетова Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы, мәктәп библиотекары - “БР-ның мәғариф алдынғыһы” билдәһе;

Йәнеҙаҡова Дилбәр Шәһит ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы - “БР-ның мәғариф алдынғыһы” билдәһе;

Алсынбаев Миңлеәхмәт Зарип улы, математика уҡытыусыһы - “БР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “РФ-ның мәғариф отличнигы”;

Лоҡманова Гөлнур Усман ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - “БР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “РФ-ның мәғариф отличнигы;

Кәримова Фәниә Муса ҡыҙы - “БР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның мәғариф отличнигы;

Хисмәтуллина Миңнур Арслан ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы - РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы;

Сәйфуллина Мөнәвәрә Ғәлиәхмәт ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы - РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы;

РФ-ның мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булдылар:

География уҡытыусыһы Хәсәнов Әхмәт Рәхим улы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юнысова Фәтхиә Латып ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлеева Зәкиә Мырҙабай ҡыҙы, математика уҡытыусыһы Хәйруллина Мәфрүзә Ғилемхан ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ғилманова Рәйлә Ахун ҡыҙы һәм Абдрахманова Мира Насип ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Абҙаҡова Әлфиә Ғәлләм ҡыҙы;

БР-ның мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булдылар:

Биология уҡытыусыһы, завуч Биктимирова Хөрмә Мөхәмәт ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусылары Бүләкова Миңсылыу Мотаһар ҡыҙы, Уйылданова Гөлсөм Хитабулла ҡыҙы, Хәмитова Нәсимә Хөрмәт ҡыҙы һәм Салихова Клара Әхмәт ҡыҙы, химия уҡытыусыһы Иҙрисова Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙы, тарих уҡытыусыһы Ибраһимова Рәсимә Хөрмәт ҡыҙы, математика уҡытыусыһы Ильясова Фирүзә Мөжәүер ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы Фәхретдинова Ғәлиә.

 

Шулай итеп, беренсе һанлы мәктәп хәҙер ҙә авангардта барыусы уҡыу йорттарының береһе булып ҡала килә.

2009 йылдың йәйендә мәктәптең йәйге лагерында эшләп алғандан һуң, был матур уҡытыусылар коллективы менән июль башында хушлаштым.

 

23. “Йәнгүҙәй”- әҙәби-ижад берекмәһе

“Йәнгүҙәй” ул Баймаҡ үҙәк библиотекаһы янында ойошторолған әҙәби-ижади берекмә. Мин, шиғыр яҙырға әүәҫ кеше булараҡ, күптән бирле “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзаһы булып торам, уның йыйылыштарында, кисәләрендә әүҙем ҡатнашырға тырышам. Әйткәндәй, был әҙәби-ижади берекмәгә тәү башлап нигеҙ һалыусы шағирә Гөллирә Исхакова. Хәҙерге ваҡытта ул Рәйес Түләк исемен йөрөтә, шиғыр ижад итеү менән шөғөлләнгән өс тиҫтәгә яҡын кеше был ижади берекмәнең әүҙем ағзалары булып тора.

2009 йылдың аҙағында иҫтә уйылып ҡалырҙай тағы бер ваҡиға булып алды. Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй әҙәби-ижади берекмәһе етәксеһе Айгөл Ишемғужина тырышлығы менән “Ирәндек гәүһәрҙәре ” тип исемләнгән йыйынтыҡ-китап донъя күрҙе. Был йыйынтыҡтың беренсе бүлегендә Баймаҡ ерлегендә ижад иткән шағирҙарҙың шиғырҙары, ә икенсе бүлегендә прозала шөғөлләнеүселәрҙең ҡайһы бер хикәйәләре, нәҫерҙәре урынлаштырылған. Йыйынтыҡҡа ошо юлдарҙы яҙыусының бер килке шиғырҙары инеп китеүе минең өсөн бер рухи ҡыуаныс булды, әлбиттә, сөнки ғүмер буйы тиерлек йөҙҙән ашау шиғыр яҙып та уны китапҡа баҫтырыуҙы бөтөнләй күҙалламай инем әле. Ә бына “Йәнгүзәй” ижади берекмә етәксеһе был эште башҡарып та ҡуйған, шуға күрә ошо берекмә ағзалары, уға оло рәхмәтебеҙҙе белдерҙек һәм белдерәбеҙ.

“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе тураһында уның етәксеһе Айгөл Ишемғужина былай тип яҙҙы:

 

... “ Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары менә осрашыуҙы мин самауыр артында ултырып сәй эсеүгә тиңләйем. Юҡ, беҙҙең самауырыбыҙ юҡ. Әммә даими осрашыу урыны булған үҙәк район китапханаһының “хужабикәһе” Луиза Дәүләтшинаның, һәр хеҙмәткәрҙең йөҙөндә балҡыған ихласлыҡ самауыр сәйенән дә былайыраҡ йәнде йылыта, ә “йәнгүҙәй”ҙәрҙең өр-яңы ижади күстәнәстәренән ауыҙ итеү яңы ғына мейестән сыҡҡан эҫе икмәкте тәмләүҙән ни яғы менән кәм? Рухи ихтияжды ҡәнәғәтләндереү үҙ үк ихласлыҡҡа юл яра.

...Тормошомдо тыуған яғым менән бәйләүемә шул тиклем бәхетлемен. Бында мин Гөллирә апай Исхакова менән, ул етәкләгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары менән таныштым. Ижадҡа ғашиҡ йәндәр йәндәр менән нығыраҡ аралашҡан һайын рухташ күңелдәр араһында йәш айырмаһы юҡлығын төшөнөү минең өсөн ҙур асыш булды. Ошо ваҡыт эсендә әллә күпме яңы исемдәр асылды, быҫҡый биреп баҙлаған күпме усаҡтар осҡондар сәсеп дөрләп кенә ҡалманы, башҡаларҙы ла илһамландырҙы. Әммә йәшәү булған ерҙә үлем дә йәнәш йөрөй шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Юғалттыҡ беҙ Гөллирә апайҙы. Йәмле яҙ айҙары еткән һайын йөрәк тулыһынса был миҙгелгә һөйөнә алмай - юғалтыу һағышы йәнде өтә. Ә шулай ҙа, Урал батыр тыуған төйәгенә һипкән Йәншишмә кеүек, ул тыуҙырған “Йәнгүҙәй” әле лә тере. Ошоноң менән шағирә донъяла мәңге ҡалырлыҡ матур бер эш башҡарҙы.

“Йәншишмә” һәм “Йәнгүҙәй”. Икеһе лә матур “йән” һүҙе менән башлана. “Йәнгүҙәй” килсәктә лә, Йәншишмә кеүек, тирә-яғыбыҙға йәшәү бүләк итһен, күңелдәрҙе йырлатһын, тик ҡыуаныстан ғына илатһын!

2007 йылда берекмәгә яҡташыбыҙ, данлыҡлы Буранбай сәсән нәҫеленән булған шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең исемен алыуыбыҙ ҙа юҡҡа түгелдер. Ул бит гүзәл тыуған илдең тереклеге өсөн үҙен ҡорбан иткән Урал батырға тиң шәхес! Ундайҙарҙың һәр һүҙе йылдар үткән һайын яңыса яңғыраш ала. Улар йөҙ йылға бер тыуған илиһи йәндәр. Тик, ниңәлер, баҡыйлыҡҡа күскәс кенә улар исеме халыҡ телендә йышыраҡ ҡабатлана, яҙмыштары йөрәктәребеҙҙе һыҙлата... (37, 4-5-се биттәр).

 

Был йыйынтыҡҡа мин ижад иткән шиғырҙарҙан “Мин - Баймаҡтан”, “Мин яҙҙарҙы көтәм”, “Һандуғас моңо” (йыр), “Ел килтерҙе яҙ еҫен”, “Тоҡтағолға барып ҡайттым әле...”, Китһәң ине үкенмәйсә генә...”, “Серҙәш булды аҡ ҡайын”, “Көҙ”, “Ҡыңғырау сәскә булып атырмын”, “Йәй башы” тип исемләнгән шиғырҙар индерелгән булып сыҡты. Шул шиғырҙарымдың береһе билдәле шағир Батыр Вәлидкә арналып яҙылған ине. Бына ул:

 

Тоҡтағолға барып ҡайттым әле...

Тоҡтағолға барып ҡайттым әле,

Батыр Вәлид тыуған еренә.

Ауыл урамында хәтфә үлән,

<


Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2017-02-17; просмотров: 133; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.21.12.122 (0.014 с.)