Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Г. Баймак и Баймакском районе

Поиск

2. Должнику в срок 3 дня, со дня возбуждения исполнительного производства, предлагаю добровольно исполнить решение суда.

3. По истечению указанного срока в отношении должника будут применяться принудительного исполнения в соответствии со ст.44,45 Федерального закона «Об исполнительном производстве» и взыскан исполнительный сбор в размере 7 % от взыскиваемой суммы или стоимости имущества должника. А в случае неисполнения исполнительного документа неимущественного характера исполнительный сбор взыскивается с должника-гражданина в размере 5 МРОТ, с должника-организации - 50 МРОТ.

4. Копию документа направить должнику, взыскателю, органу выдавшему исполнительный документ.

5. Постановление о возбуждении исполнительного производства может быть обжаловаго в соответствующий суд в 10-дневный срок.

Судебный пристав-исполнитель Баймакского межрайонного

подразделения службы судебных приставов ГУ МЮ РБ:

Кужабаев М.М. (подпись)

В случае не явки будете привлечен к административной

ответственности!

Представителю должника явиться:

04 июня 2004 года к 10 часам по адресу:

г. Баймак ул. Люксембург-1.

Т. 3-1417.

Эш асылын раҫлар өсөн килтерелгән был документтар хәҙер ҙә шәхси архивымда һаҡлана. (ХША, 1 папка, 1-12 биттәр).

 

2004 йылдың яҙында райондың үҙәк библиотекаһы сәсәндәр һәм ҡобайырсылар араһында бәйге иғлан итте һәм үткәрҙе. Был сарала тиҫтәләгән ҡобайырсы ҡатнашты. Ләкин думбыра сиртеп сығыш яһаусы ҡобайырсы булманы. Ә мин милли кейемдә думбыра тотоп, уны сиртә-сиртә үҙем сығарған “Баймаҡ” ҡобайырын ҡарап ултырыусы тамашасыларға көйләп-һөйләп еткерҙем. Комиссия бер тауыштан миңә беренсе урынды биреп, “Баймаҡ ҡобайырсыһы” тигән танытма тапшырҙы. Һуңғараҡ Баймаҡҡа арналған был ҡобайырымды һайланма йырҙар һәм шиғырҙар шәлкеменән торған китабыма индерҙем (34, 58-67-се биттәр).

Тап ошо осорҙа минең өсөн шатлыҡлы бер ваҡиға булып алды, миңә район комиссияһының ҡарары нигеҙендә бирелгән Батыр Вәлид премияһын район хәкимиәте башлығы тантаналы йыйылыштарҙың береһендә тапшырҙы. Был уңай менән райондың “Һаҡмар” гәзите битендә мин “рәхмәт хаты” яҙып баҫтырҙым. Бына уның эстәлеге:

Рәхмәт һүҙе

Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ булыу миңә, минең ижадыма өҫтәмә ҡанат ҡуйҙы, оло ҡыуаныс килтерҙе. Хеҙмәтемдең шулай юғары баһаланыуы, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй - артабан тағы ла яҡшыраҡ, халыҡ күңеленә барып етерҙәй әҫәрҙәр ижад итергә тейешмен. Иманым камил, бының өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын.

Районда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә шундай ижади бәйге ойоштороу бик ыңғай күренеш. Ул ижадсыларға ынтылыш, көс, дәрт бирә. Батыр Вәлид - тыуған иле, халҡы өсөн янып-көйөп йәшәгән яҡташ шағирыбыҙ, быға, һис шикһеҙ, риза булыр ине. Әйткәндәй, уның шиғырҙары иң нескә йөрәк ҡылдарын тибрәтерлек, көйгә һалынырға әҙер генә торалар.

Рәхмәт һүҙҙәренә килгәндә, иң беренсеһен Б.М. Сәғитов етәкселегендәге 4-се мәктәп педагогия коллективына еткерер инем. Коллегаларым эшемдә, ижадымда яҡын кәңәшсе, ныҡлы терәк булдылар һәм артабан да булып ҡалырҙар, тип өмөтләнәм. Улар минең йырҙар, көйҙәр менән ҡыҙыҡһынып торҙолар, ул ғына ла түгел, күптәрен өйрәнеп, халыҡҡа еткерергә тырыштылар. Мәктәп хоры, вокаль ансамблдәре минең йырҙарым менән даими сығыш яһап, уларҙың киң таралыуына булышлыҡ иттеләр һәм итәләр.

Шулай уҡ йырҙарымды үҙ репертуарына индергән айырым йырсыларға рәхмәтлемен. Йырланған, халыҡ араһында яңҡыраған ғына йырҙар йәшәй, ғүмерле була.

Баймаҡ - таланттарға бай яҡ, тип йыш ҡабатлайбыҙ. Был, әлбиттә, дөрөҫ. Ләкин районда мәҙәниәткә, сәнғәткә һәм әҙәбиәткә тейешле иғтибар һәм ярҙам булмаһа, ижадсылар яңғыҙы бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине. Беҙҙең етәкселәр был йәһәттән ҙур тырышлыҡ күрһәтә, таланттарҙы күрә, үҫтерә белә. Ҙур рәхмәт уларға.

Ижадым менән яҡындан ҡыҙыҡһынып торған БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнур Усман ҡыҙы Лоҡмановаға, район гәзите хеҙмәткәрҙәренә, Икенсе Этҡол һәм Ишмырҙа ауыл Советтары муниципаль берәмектәренә, ауыл мәктәптәре коллективтарына айырым рәхмәт һүҙен еткергем килә.Үҙ ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биргәндәре, халыҡ ижадына һөйөү уятҡандары өсөн профессор С.Ә Ғәлинға, Өфө Тел, тарих һәм әҙәбиәт институты директоры И.Г. Илишевҡа, йырҙарыма ыңғай баһа биреп, гәзит-журнал биттәренә тәҡдим иткән өсөн композитор Рафиҡ Сәлмәновҡа рәхмәтлемен.

Йырҙарымды китапҡа баҫтырып сығарған өсөн Өфө халыҡ таланттары үҙәгенә рәхмәтемде белдерәм.

Шулай уҡ мине ҡотлаған бик күп коллегаларыма, дуҫтарыма, туғандарыма, Морат улыма, ҡыҙҙарым Гөлназ, Гөлнара, Гөлнур, Луиза, Резедәләргә рәхмәт әйтеп, һаулыҡ, бәхет теләйем.

Йыр һәм моңдо яратҡан һәм миңә яҡындан ярҙам иткән ҡатыным Рәсимәгә рәхмәтлемен.

Тарихҡа бай булған Баймаҡ еренә, халҡына ла ҙур рәхмәт тойғолары йәшәй. Ҡайҙа ғына барһам да Баймағымдың кешеләре, етәкселәре, уҡытыусылары, мәҙәниәтте алға этеүселәр мине оло хөрмәт менән ҡабул иттеләр һәм итәләр, йырҙарымды яратып йырлайҙар.

Артабан да ижадымды дауам итеп, район мәҙәниәтен үҫтереүҙә үҙ көсөмдө йәлләмәйәсәкмен, тип ышандырам.

Борис Хәйретдинов, һәүәҫкәр композитор,

БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре,

Батыр Вәлид премияһы лауреаты.

(“Һаҡмар” гәзите”, 6 май, 2004 йыл, №51)

2008 йылда ҡыш айҙарында район буйынса шиғыр яҙып мауығыусы уҡытыусылар араһында шағирҙар бәйгеһе ойошторҙолар. Мәктәп етәкселеге тыуған ергә арналған был шиғырҙар конкурсында минең дә ҡатнашыуҙы теләне. “Баймағым - бай яғым” тип аталған тиҫтәләгән шиғырҙарымды бәйге үткәреү комиссияһына тапшырҙым һәм саҡырыу ҡағыҙы алып ҡатнаштым. Бәйге өсөнсө ҡала мәктәбендә үтте һәм алтмышлаған уҡытыусы үҙ шиғырҙары менән ҡатнашты. Бәйгелә ҡатнашыусы һәр кем тәүҙә ҡыҫҡаса үҙ биографияһы менән таныштырҙы, шунан һуң шиғырҙарын һөйләне. Конкурс йомғаҡтары буйынса миңә беренсе урынды бирҙеләр, быны иҫбат иткән Почет грамотаһы тип яҙылған ҡағыҙ тотторҙолар. Бәйге үткәреү комиссияһына бигерәк тә “Мин - Баймаҡтан”, “Балаларға нәсихәт”, “Шундай матур бер йыр яҙһаң ине” исемле шиғырҙар оҡшаған икән. Һуңғы аталған шиғырҙың тексын яҙып үтәйек:

 

Шундай матур бер йыр яҙһаң ине

Шундай матур бер йыр яҙһаң ине,

Ялмап алһын ине булмышты.

Матурлыҡҡа йәм өҫтәһен ине,

Сағылдырһа ине тормошто.

 

Алһын ине йырым ер йылыһын,

Йөрәгемдең ҡайнар тибеүен.

Ямғырҙан һуң ҡояшҡа иркәләп

Йәшел үләндәрҙең кибеүен.

 

Алһын ине йырым үҙ эсенә

Йәштәр йырын, ҡурай моңдарын.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ нәфислеген,

Әсәйҙәрҙең наҙлы ҡулдарын.

 

Инһен ине йырға киң яландар,

Ҡара урман, мәғрүр ҡаялар.

Зәңгәр күлдәр, юрғалаҡ йылғалар -

Бөтәһе лә йырға һыялар.

 

Саф күңелле мосолмандар ҡото

Милләт тарихына уйылып,

Инһә ине ошо йыр эсенә

Бөтмәҫ бер моң булып ҡойолоп.

 

Яраларҙы йыр менән дауалап,

Эсеп алып һалҡын ҡар һыуын,

Ер йылыһын, ҡояш нурын йотоп

Баҫыр инем йөрәк ярһыуын.

 

Ниндәйҙер уңыштар менән бер рәттән һаулыҡтың ҡаҡшауы ныҡ һиҙелә башланы. 2007 йылдың йәй айҙарынан башлап йыш ҡына баҫым күтәрелә лә китә, күтәрелә лә китә. Рәсимә һәр саҡ төрлө ысулдар ҡулланып, атап әйткәндә, төрлө дарыу ҡулланып, үлән төнәтмәләре эсереп, кәрәк булғанда укол ҡаҙап күтәрелгән баҫымды төшөрөп тора.

Бер көндө баҡсаға барып мунса төшкән саҡта эҫе оҡшаманымы әллә баҫым башҡа сәбәптән күтәрелеп киттеме - белмәйем, хәл ныҡ хөртәйҙе. Йыуынып бөтөп булманы, мунсанан сыҡтым да тыштағы урындыҡҡа хәл йыйырға яттым. Ләкин ҡатынымдың хәл керетергә тырышып йөрөүенән бер файҙа ла булманы: ҡул-аяҡтар ауырайҙы, күҙ алдында томан хасил булды, мейелә тик бер генә уй өйөрөлә: күрәһең, мин - осландым, мин - бөттөм, минең ғүмер тамамланырға тора. Шулай ҙа ҡурҡыу тойғоһо бөтөнләй юҡ, тағы уйлайым: был донъяға килгәс, үлеме лә була инде. Рәсимә бер-бер артлы ниндәйҙер дарыуҙар эсерҙе. Рәсимә: “Бында “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡырырға телефондар юҡ, яйлап ҡына ҡайтайыҡ”, ти. Бармаҡты ла кәрәгенсә ҡыбырлатырлыҡ хәл юҡ, һиҙәм: энергия мине ташлауын дауам итә, тән сигнал биргәндәй: бер-ике минуттан йәшәүең өҙөләсәк. Һуңғы көс менән торҙом, ҡайтыр юлға тотоношоп сыҡтыҡ. Егерме-егерме биш метр үттек, шикелле, минең артабан атларлыҡ хәлем ҡалманы, туҡтаным һәм ҡолап барғанымды тойҙом. “Бөттөм” тигән уй ярылып үтте һәм мин иҫтән яҙғанмын.

Рәсимәнең әйтеүенсә, ҡолап китеү менән минең йөрәк эшләүҙән туҡтаған. Биш-алты минут дауамында ул бөтә тырышлығын һалып, яһалма тын алыу ысулдарын ҡулланып, мине был донъяға кире ҡайтарған.

Ә йөрәк туҡтаған мәлдә мейе үҙ функцияһын үтәүҙе дауам иткәндер, күрәһең. Шулай булмаһа, тап йөрәк туҡтап торған арала, башҡа бер ваҡытта ла күрмәгән ғәжәп төш-күренеш күрә алмаҫ инем.

 

Бушлыҡ... Тынлыҡ...Ҡапыл ғына ниндәйҙер ялтыр көмөш төҫтәрҙән торған донъя асылып китте. Бәләкәй генә кәүҙәле ҡош булып осоп ерҙән өҫкә ҡарай күтәрелдем. Аҫҡа ҡараһам - минең ерҙә ятҡан кәүҙәм күренә. Ул шул тиклем асыҡ күренә, хатта кейгән кейемдәремдең һәр өлөшө сағылып тора. Эргәһендә Рәсимә ҡулдарҙы күкрәгемә ҡуйып ниҙер эшләй, башҡара, бер күкрәккә ята, бер турая. Телһеҙ кинолағы кеүек илағанын һиҙәм, ләкин бер тауыш та ишетелмәй. Ҡояш сығышы яғындағы офоҡта үҙенә ныҡ тартып торған көслө яҡтылыҡҡа ҡарай оса башланым. Ул яҡтылыҡ мине магнит кеүек үҙенә тарта, һура. Осоуымды тиҙләткәндән тиҙләтә барам. Кәүҙә ятҡан ерҙәр карталағы кеүек кесерәйгәндән кесерәйә бара. Шул ваҡыт: “Кире ҡайт! Кире ҡайт!”, - тигән ауазды ишетеп ҡайтыр яҡҡа боролорға теләйем. Арттан иҫкән ел ағымы мине артҡа ебәрмәй һаман алға этә. Шулай ҙа Рәсимәнең бойороғон тыңлап ҙур ҡыйынлыҡ менән кире яҡҡа осо башланым. Һауа ағымы ҡаршы булғанға күрә ауырлыҡ менән осам да осам, осам да осам. Хәл бөтә башланы. Ниһәйәт, таныш урындар яҡынайҙы, баҡса тышында юлда Рәсимә һаман минең кәүҙә эргәһендә нимәлер эшләп ултыра. Уларға оҙаҡ ҡына ҡарап өйөрөлөп осоп йөрөнөм дә ҡанаттарымды ҡыҫтым һәм аҫҡа, кәүҙәмә ҡарай ҙур тиҙлек менән шыҡыйҙым. Шәп тиҙлектән ҡолаҡ төбөндә шыжлаған ел ишетелә башланы һәм мин, ниһәйәт, үҙ кәүҙәмә ҙур тиҙлектә барып төкөнөм...

Иҫемә килдем. Йөрәгемдең ауыртып тороуы дауам итә, тын алыш ҡыйынлыҡ менә башҡарыла, кислородҡа туйып бөтөп булмай. Бармаҡтарымды ҡыбырлатып ҡарайым - ҡыбырлайҙар. Тороп ултырҙым. Рәсимә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр әйтә-әйтәмине аяҡҡа баҫтырҙы. Яйлап ҡына атларҙай энергиям бар икәнен һиҙәм, шуға күрә тотоноша-тотоноша, атлай биргәс тора-тора ҡайтып еттек. Беренсе инфаркт бына шулай булды.

Икенсе тапҡыр хәл апрель айында хөртәйҙе һәм мин уҡытып торған урындан район больницаһына эләктем. Икенсе инфаркт шунда булды, система аҫтында саҡта иҫтән яҙғанмын. Табибтар мине “теге” яҡҡа ебәрмәҫ өсөн бар көстәрен һалып үлемдән тағы бер тапҡыр алып ҡалғандар. Иҫемә килһәм - ҡатын-ҡыҙҙар палатаһында ятам. Ремонт эштәре барыу арҡаһында реанимацион эштәрҙе башҡарыу өсөн башҡа урын булмаған булып сыҡты. Ята торғас мейелә шиғыр күплеттары ярала башланы һәм түбәндәге шиғыр юлдары хасил булды:

 

Балнис палатаһында

Аҡ палата. Мин түшәктә ятам,

Башты күтәрергә ярамай.

Йөрәк шартлай яҙып “туп-туп” тибә

Тынысландырыуға ҡарамай.

Бая ғына донъя түңкәрелеп-

Һүнгәнмен... Ҡараңғы һәм бушлыҡ.

Медтуташтар ярҙам ҡулы һуҙып,

Ҡотҡарғандар һалып тырышлыҡ.

Яңы палатаға күсерҙеләр,

Бында ята оло ағайҙар.

Бер фронтовик, береһе - тыловик

Ҡыҙыҡһынып миңә ҡарайҙар.

Йөрәктәре һаман ҡартаймаған,

Йыш иҫләйҙәр йәшлек ваҡытын.

Улар барлай таныш-тоноштарын

Ҡалдырмайса йәшен һәм ҡартын.

Ә урамға тағы яҙ килде, яҙ!

Морон төртә күкһел үләндәр.

Һары төҫө менән ялтырайҙар

Былтыр көҙҙән ҡалған күрәндәр.

Күләүектә турғайҙар сырылдай,

Сәүкә килде һыуға атлығып.

Ҡояш сыҡты, нурҙары уйнаны

Өй ҡыйыҡтарына ҡаҡлығып.

Илаһи мәл! Тәбиғәттең тағы

Йоҡоһонан уянған сағы.

Бындай ожмах ерҙең ҡәҙерен белеп

Йәшә лә йәшә ине тағы.

Кискә табан көн боҙолоп китте,

Болот баҫты бөтә донъяны.

Ямғыр тамсылары ерҙә сәсрәп

Ырғып -һикереп алып уйнаны.

Эңер зәңгәр шәлен ябып китте,

Күк йөҙөндә тулы һары ай.

Йыһан киңлегендә йөҙә-йөҙә

Меңәр йыл әйләнә арымай.

Аңламайбыҙ, нишләп ҡапыл ғына

Халыҡ бай, ярлыға бүленде.

Капитализмға кире ҡайтыу

Ваҡыт үткәс кенә беленде.

Тәртип тә юҡ, беҙҙең аҡсаларҙы

Миллионлап урлап һалалар.

Түләп уҡып диплом алғандан һуң

Барыбер эшһеҙ ята балалар.

 

Бер ай тирәһе ваҡыт район больницаһында дауаланып үтте.

Май уртаһында “Тиҙ ярҙам” машинаһы мине, Өфөлә урынлашҡан “Йәшел сауҡалыҡ” санаторияһына алып китте.

Бындағы бүлмәләр ике кешелек икән. Икенсе ҡаттағы миңә тәғәйен бүлмәне эҙләп таптым да индем. Унда берәү урынлашҡан ине инде. Төҫ-буйына ҡарағанда минән 5-6 йәшкә йәшерәк күренә. Сәләмләшкәс тә буласаҡ күрше минең менән шунда уҡ танышырға булды һәм русса:

- Будем знакомы, я - юрист,- тине.

Мин ул әйткәндең мәғәнәһен аңламай ҡалдым, шикелле, тип уйлап ҡуйҙым, нишләп юрист һөнәрле икәненә баҫым яһай икән тигән уй йүгереп үтте. Берәй ғилләһе барҙыр тип уйлап ҡуйҙым да:

- Хорошо, будем знакомы, я - учитель истории, ҡустым, - тип яуапланым.

Минең башҡорт милләтенән икәнде һиҙеп ҡалған иптәш:

- Һеҙ мине аңламанығыҙ, буғай, һөнәрем - юрист түгел минең, ә исемем - Юрис, - тип яуап бирҙе, татар милләтенән мин.

- Шулаймы ни. Аңланым. Ә минең исемем - Борис.

Хәҙер күрше миңә аптырап ҡараны:

-Мин һеҙҙең төҫөгөҙгә, һөйләшеүегеҙгә ҡарап, тышҡы күренеш менән Салауат Юлаевҡа тартым күреп башҡорт тоҡомонандыр тип уйлап ҡуйғайным, моғайын, фекерем дөрөҫтөр. Һеҙ - башҡортмо? Ҡайһы яҡтан?

- Эйе, мин - башҡорт, Баймаҡтан.

- Шуламы ни! Бик яҡшы. Алла бирһә, бергәләп дауаланырбыҙ.

Дөйөмләп әйткәндә, Бындағы дауаланыу системаһы тәнгә-йәнгә еңеллек килтерҙе, 24 көн дауамында үткәрелгән процедуралар (укол алыу, массаж, гимнастика, ароматерапия һ.б.), көндә йөрәк тибешен тыңлау һәм баҫымды тикшереп тороу тән һиҙелерлек ыңғай эффект бирҙе Йөрәк ауырыулыларға айырым меню менән ашатып-эсереү ҙә үҙ ролен уйнағандыр, күрәһең, баҫым артыуы күпкә кәмене һәм уның кимәле һаулыҡҡа әллә ни ҡурҡыныс түгел ине инде. Хәҙер санаторий эсендәге аллея юлын туҡтап ял итмәйенсә урап сығырлыҡ мөмкинлек барлыҡҡа килде.

Ә урамда май ҡояшы иртән үк тороп тәҙрә аша нурҙарын һуҙа. Тирә-яҡта күк үләндәр күтәрелә, күк, һары умырзая сәскәләре әкрен генә иҫкән йылы елгә иркәләп баштарын сайҡайҙар. Бал ҡорттары гөжләп осоп үтә, кедрҙарға урынлашҡан төрлө ҡоштар ансамбле үҙҙәренең һайрауы, сутылдашыуы менән яҙҙы сәләмләгән илаһи моң тыуҙырып, күңелгә аңлата алмаҫлыҡ нур өҫтәй. Бөтә ерҙә яҙғы йылы көндәрҙең сафлығы күкрәк ситлеген ҡытыҡлай. Бал тәме сығып торған һауа менән оҙаҡ итеп тәрәнгәрәк ебәреп тын алғы килеп кенә тора. Бөтә ерҙә яҙ йылыһы, яҙ наҙы, йылына бер тапҡыр ғына килә торған яҙ матурлығы, яҙ нуры булмышыңды әсир итә. Был донъяның матурлығын яҙып ҡына аңдатып булмайҙыр, күрәһең, һәр кем уны үҙенсә күрә, үҙенсә үлсәй, үҙенсә баһа бирә.

Бер көнө бүлмә балконына сығып, дауахана урамында үҫкән ҡарт кедрҙарға оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, күңелдә үҙенән-үҙе ошондай шиғыр юлдары яралды:

 

“Йәшел сауҡалыҡ”та

Дауахана алды, ҡарап торам:

Ҡарт кедрҙар елгә шаулаша.

Ботағында ҡоштар сырылдашып,

Бер телем икмәккә талаша.

Ҡояш сыҡты ағастар артынан,

Нурҙары ла бөгөн бай ғына.

Тау артында ынйылай емелдәп,

Ҡариҙелкәй аға яй ғына.

Бында һиллек. Ҡасандыр ошонда

Кемдәр килеп, кемдәр китмәгән.

Ошо Хоҙай еренә талашып,

Ниндәй генә һуғыш үтмәгән.

Ғүмер булғас, тағы яҙҙы күрҙем,

Умырзая сәскә атҡанын.

Ҡоштар моңон тыңлап, уйҙар уйлап,

Ҡарап торҙом ҡояш батҡанын...

 

Июнь айында мәктәптә әйләнеп ҡайттым һәм отпускыға сыҡҡансы эшемде дауам иттем, экзмендар, зачеттар алдыҡ, ремонт эштәрен башҡарҙыҡ. Июнь уртаһында мәктәп уҡытыусылары һәм дирекция мине оҙатыуға арналған кисә ойошторҙо. Кисәлә бөтә коллектив ҡатнашты, кисәлә, электән килгән ғөрөф-ғәҙәт буйынса, яҡшы һүҙҙәр әйтелде, эшемә ыңғай баһа бирелде, һәр методик берләшмә бүләктәрен тапшырҙы.

30 июль көнө - һуңғы эш көнөндә отпускыға китеү тураһындағы бойороҡҡа “таныштым” тип яҙып ҡул ҡуйҙым. Унда: “...Предоставить очередной отпуск с последующим увольнением...”, - тигән һүҙҙәр бар ине.

Шулай итеп, мин хаҡлы ялға килеп етмәҫмен инде,тип фекер йөрөтһәм дә - килеп еттем. Пенсионерҙар сафына баҫыу, минеңсә, тормоштоң тағы бер баҫҡысына баҫып юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүҙе аңлаталыр һәм үҙенә күрә бәхеттең бер өлөшөлөр, сөнки пенсия йәшенә етә алмай гүр эйәһе булғандар ҙа байтаҡ бит. Уларҙы беҙ, тормош ығы-зығыһында ҡайнап йөрөп, һирәк иҫкә төшөрәбеҙ.

Хаҡлы ялға китер алдынан, 2008 йылдың май айында әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн һәм минең өсөн дә ҡыуаныслы бер ваҡиға булып алды. Киң халыҡ ҡатламына билдәле булған яҙыусылар Рамаҙан ағай Үтәғолов һәм Азамат ағай Тажетдинов бергәләп “ Сәсәндәр иленә сәйәхәт” тип атап китап сығарҙылар. Китапта XIX-XX быуаттарҙағы сәсәндәр ижадына байҡау яһалған, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһында хәҙерге ваҡыттә йәшәүсе сәсәндәрҙең ижади емештәре ҡыҫҡаса барланған.

Китаптағы сәсәндәр исемлегенә авторҙар мине лә кереткәндәр һәм “ Алдар батыр бәйете”, “Аҡмулла рухына мөнәжәт”, “Йәш быуынға нәсихәт” тигән яҙмаларҙы баҫтырғандар. Үҙ ижадыңды ниндәйҙер баҫмала күреү, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Бик күп материалды туплап йөкмәткеле йыйынтыҡ сығарғандары өсөн китап авторҙарына ҙур рәхмәт!

 

22. Беренсе мәктәптең данлы юлы

Отпускыға сығыу менән ныҡлап баҡса эштәренә тотоноп киттем, күп кенә ремонт эштәрен башҡараһы бар ине. Даими эш алып барып был бурысты сентәбрь уртаһына ҡарай атҡарып бөтөрә алдым. Мин - пенсионер, хаҡлы ялда, иркенләп йөрөп ятҡан ваҡыт.

Тап ошо ваҡытта беренсе һанлы урта мәктәп директоры Баимов Илгиз Хөрмәт улы музыка дәрестәрен уҡытырға эшкә саҡырҙы. Дәрес һаны күп түгел икән, шуныһын һораштым да риза булдым һәм уҡыта башланым. Уҡытыусылар коллективы миңә таныш, бәлки, шуғалыр улар мине йылы ҡаршы алып үҙ иттеләр. Был мәктәп бай традициялы уҡыу йорто икәне, дөйөм алғанда, миңә билдәле, шулай ҙа тарихсы һөнәрле булараҡ, беренсе һанлы мәктәптең үткән юлын төптәнерәк өйрәнергә булдым.

Беренсе һанлы Баймаҡ урта мәктәбе ҡалала иң элгәре асылған уҡыу йорто булып тора һәм ул был тирәләге тау мәғдән ятҡылыҡтарының асылыуы, уны сығара башлауы менән туранан-тура бәйле. XIX быуаттың икенсе яртыһында Таналыҡ-Баймаҡ Көнъяҡ Уралдағы тау сәнәғәте үҙәгенә әйләнә. Был эшкә ылыҡтырылған эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең уҡый-яҙа белеүе мотлаҡ кәрәк була. Шуға күрә 1878 йылда сауҙагәр Гәрәев буласаҡ ҡалала рус-башҡорт мәктәбен асып ебәрә. Быға тиклем башҡорт балалары Баймаҡҡа йәнәш кенә урынлашҡан Ғәбделмөъмин (Иҙелбай) ауылында дини белем алғандар. Был дини мәктәп менән имам-хатип Гатаулла Сырлыбаев етәкселек итә. “Карый хәҙрәт” исеме менән атап йөртөлгән был имам-хатип бөтә Ҡөръәнде яттан белгән уҡымышлы (ҡарый) кеше булған. Бынан тыш башҡорт-татар балалары Таналыҡ мәсетендәге мәҙрәсәгә йөрөп белем алғандар Уларҙы Фәтхулла мулла Бүребаев һәм Сәфиулла мулла Ҡоланбев уҡытҡан. Совет власының беренсе йылдарында уҡ был муллалар репрессияға эләгәләр.

1916 йылда баҡыр заводы эшселәренең талабы буйынса рус балалары өсөн сиркәү янында “церковно-приходская школа первой ступени” тигән исем аҫтында тағы бер рус мәктәбе асыла. Был мәктәп менән һуңғы дин әһеле Михаил Гарбушин етәкселек итә. Ә 1918 йылда башҡорт балалары өсөн тағы бер башланғыс мәктәп асыла. Мәктәп төҙөү өсөн аҡсаны халыҡ йыйып бирә.

Граждандар һуғышы осоронда мәктәптәр йүнләп эшләй алмай, сөнки аслыҡтан һәм төрлө ауырыуҙарҙан балалар күпләп ҡырылалар. Был ваҡытта Бөрйән-Түңгәүер кантонындағы халыҡтың 98% -ы аслыҡтан интегә. Аслыҡтан интеккән балаларҙы үлем тырнағынан ҡотҡарыу өсөн 1919 йылда Баймаҡта балалар 50 урынлыҡ балалар приюты асыла (мөдире Ермолаев). Ә ике йылдан һуң приют балалар йорто статусын ала һәм унда Америка Хәйриә Йәмғиәте (АРА) ярҙамында ашхана асыла һәм бындағы балаларға, шулай уҡ балалар йортонан башҡа булған аслыҡҡа дусар булған балаларға ла ашатыу ойошторола.

Тик 1922 йылда ғына мәктәп яңынан үҙ ишектәрен аса һәм наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш компаниеһы эсендә балаларҙы уҡытыу артабан дауам итә. Хәҙер уның исеме үҙгәрә, ул В. И. Ленин исемендәге “Беренсе баҫҡыстағы берҙәм хеҙмәт мәктәбе” тип атала башлай. Бында бөтәһе 231 уҡыусы бала белем ала. Һуңыраҡ, 1930 йылда ул БАССР-ҙың мәғариф буйынса Халыҡ Комиссарҙарының терәк мәктәбе итеп иғлан ителә һәм ул райондың методик үҙәге ролен уйнай башлай. 1926 йылда башланғыс мәктәп икенсе баҫҡыс (ете йыллыҡ) хеҙмәт мәктәбе итеп үҙгәртелә. Мәктәп директоры итеп Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев тәғәйенләнә. Һуңынан ул БАССР мәғариф министры булып китә.

1922-1930 йылдарҙа уҡытҡан уҡытыусылар: И. Тереғолов,И. Абзаков, А.М. Чанышев, Г. Муллабаева, М.И. Моратов, Р. Кадыкова - бөтәһе лә Ырымбур педагогия техникумын тамамлаусылар.

Мәктәп эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр ҙә була. Мәҫәлән “Ҡыҙыл Башҡортостан”(1934) гәзитендә түбәндәге йөкмәткеле статья баҫыла:

“Парталар етешмәү арҡаһында беренсе класс уҡыусылары дәрестәрҙә аяғөҫтө шөғөлләнәләр, ә бишенсе класта норма буйынса 42 уҡыусы бала урынына 54 уҡыусы һабаҡ ала һәм шуға күрә бер парта артында 3-4 уҡыусы ултырырға мәжбүр”...

1932 йылда Баймаҡта тау-металлургия техникумы асыла. Ошо уңай менән етенсе класта уҡыусы 60 баланың барыһы ла техникумдың әҙерлек курсына алына.

Утыҙынсы йылдарҙа Баймаҡта бер-бер артлы яңы мәктәптәр асыла башлай: Өсөнсө номерлы башланғыс кластар мәктәбе (1930),дүртенсе номерлы тулы булмаған урта мәктәп (1937),икенсе номерлы тулы булмаған урта мәктәп (1939).

1938 йылда эшселәр ҡасабаһы булған Баймаҡ ҡала статусын ала. Уның эсенә Ольховка руднигы - 493 кеше, Семеновский - 293 кеше,Юлалы - 1540 кеше, Яңы Иҙелбай - 108 кеше инә. Тиҙҙән Юлалы һәм икенсе номерлы мәкәтәтәр урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Хәҙер инде Баймаҡта ике урта, ике тулы булмаған урта (ете йыллыҡ), дүрт башланғыс мәктәп, Пионерҙар йорто, ике балалар баҡсаһы, район библиотекаһы, колхоз-совхоз драмтеатры тулы көс менән эшләй башлай.

Ватан һуғышынан алда Беренсе мәктәпкә нигеҙ һалыусы уҡытыусыларҙан Шәйҙуллина М.Р.,Күзнецова К.Д. Ленин ордены кавалерҙары булалар. Мәктәпте тамамлап сыҡҡандар араһында республика кимәлендә киң билдәле булған шәхестәр бар. Уларҙың күптәре миңә таныш. Мәҫәлән, М.Р. Айытҡолова менән мәктәп-интернатта бергә эшләргә, М.Ә. Байрамғолов менән ҡатнашып йәшәргә тура килде. Ә.З. Әсфәндийәров Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда минең уҡытыусым булды, Башҡортостан тарихы буйынса дәрестәр алып барҙы. Ә.Ф. Маматов Сибай педагогия училищеһендә уҡыған осорҙа беҙгә химия фәненән һабаҡ бирә торғайны.

Мәктәпте тамамлаусы шәхестәрҙе һанап китәйек.

Беренсе ҡала мәктәбенең арҙаҡлы шәхестәре

Шәхестәр Сығарылыш йылы Почетлы исеме
Абдуллина Мөнирә Акрам ҡыҙы 1966 педагогия фәндәре кандидаты
Абыҙгилдин Абрек Әмир улы 1955 РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы,ТАССР-ҙың халыҡ рәссамы
Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы 1967 РФ-ның атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре
Антонов Сергей Иванович 1939 РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Антонова Альбина Зәкир ҡыҙы 1947 БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы
Айытҡолова Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы 1959 БАССРҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Алибеков Азамат Мөбәрәк улы 1954 БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы
Арсланова Сәйҙә 1954 БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Асҡарова Гөлнур Асат ҡыҙы 1964 БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Әбделмөкминова Ғөбәйҙә Хәйбулла ҡыҙы 1942 БАССР-ҙың атҡаҙанған артисе
Әҙеһәмов Энгел Рәхмәтулла улы 1954 Химия фәндәре кандидаты
Әсфәндийәров Әнүәр Зәкир улы 1951 БДУ профессоры, БАССР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Әфләтунов Сәлих Ғинийәт улы 1967 БДУ профессоры, БАССР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Байбурина Римма Әхмәт ҡыҙы 1952 РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндийәр улы 1949 БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Балапанов Мәлик Хәкимйән улы 1976 Химия фәндәре кандидаты
Бикбов Азат Әхәмәт улы 1949 Техник фәндәр кандидаты
Биҡҡолова Нурия Фәйзулла ҡыҙы 1967 БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Буранбаева Альмира Вара ҡыҙы 1967 БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Вағапова Былбыл Зиннәт ҡыҙы 1962 БР-ның атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре
Власов Николай Иванович 1946 Техник фәндәр кандидаты (Силәбе)
Вәлеев Сыңғыҙ Әбдрәхмән улы 1941 СССР-ҙың почетлы металлургы
Вәлеев Камил Абдрахман улы 1948 БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы
Газина Мәрйәм Фәхрәзи ҡыҙы 1956 БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы 1960 Медицина фәндәре докторы
Ғүмәров Лоҡман Әхмәт улы 1953 Иҡдисади фәндәр кандидаты
Долгов Петр Кириллович 1945 Ҡара диңгеҙ флотында капитан
Дәүлә


Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2017-02-17; просмотров: 116; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.188.211.246 (0.014 с.)