Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Архангелем – гузәл ерем!

Поиск

Их, бураны, бураны!

Их, бураны, бураны ла,
Йүгәнләп ҡара уны.
Башын бирмәй, йүгәнләтмәй,
Йүләрҙәй туҙа ялы.

Уҙған йәшлегемә ҡайтам,
Хыял атымды менеп.
Йәшлегемә ҡайтыуҙар юҡ,
Уҙған да киткән елеп.

Фото һүрәттәргә ҡарап,
Иҫкә алам йәш саҡты.
Киләсәгем аҡ бурандай,
Булһын көслө, һәм яҡты.

Хәтирәләр буранында,
Йөрөйөм мин аҙашып.
Шаярҙым да, шиғыр яҙҙым,
Йәшлегемде һағынып.

 

Уҙған йыл һикәлтәләрен,
Тигеҙләп яуа аҡ ҡар.
Буран йөрөй урам буйлап,
Емрек юлдарҙы һылап.

Көрәк тотоп сыҡтым тышҡа,
Ел-буран, миңә таныш.
Ҡарҙарҙар көрәп, йөрөйөм мин,
Илемә теләп уңыш!

 

Яңы йылда һәр йортҡа,
Инеп сыҡһын өс бабай.
Санта Клаус, Дед Мороз,
Һәм әлбиттә Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай алып килһен,
Ҡапсыҡ-ҡапсыҡ уңыштар.
Дед Мороз бүләк итһен,
Боҙҙай ныҡлы һаулыҡтар.

Яңы йыл менән ҡотлап,
Яуһын әйҙә, аҡ ҡарҙар.
Санта Клаус өләшһен,
Һәммәгеҙгә доллорҙар!

 

 

Әсәй


Ҡыйыр-ҡыймай эш ҡушаһың,
Ялға ҡайтҡан тип балаң.
Йоҡолары бөттөмө, тип
Борсолоп, әсәй, ҡалаң.
Ҡаршы ала асыҡ йөҙөң,
Һыуынмаған мейесең.
Бала саҡҡа алып ҡайта,
Бешкән тәмле күмәсең.
Самауырың ҡайнап тора,
Ихлас, әсәй, куңелең.
Бала, тиеп, янып-көйөп
Уҙҙы, әсәй, ғүмерең.

 

 

Һорап тормай килә ҡайғылар

Бәхетле булыр өсөн беҙ,
Килгәнбеҙ ергә.
Шатлығы ла, ҡайғыһы ла,
Эйәргән беҙгә.
Эйәртәһе килмәһә лә,
Ҡайғы илсеһен,
Шаҡып тормай асып инә,
Тормош ишеген.
Ҡайғы килһә, һорап тормай
Һинең хәлеңде.
Ҡарап тормай дәрәжәңә,
Өтә йәнеңде.
Ҡайғы һис тә шаҡып килмәй,
Йорттоң ишеген.
Дер һелкетеп сығып китә,
Шатлык бишеген.
Эйәрткебеҙ килмәһә лә
Ҡайғы илсеһен.
Бикле тимәй асып инә,
Тормош ишеген.

 

Архангелем – гузәл ерем,
Районымдың йөрәге!
Хозур, матур тәбиғәтле,
Ата – бабам төйәге.
Нурлы һинең тауҡайҙарың,
Гәлсәр төҫлө һыуҙарың.
Еләк тулы болондарың,
Лайыҡлы ул-ҡыҙҙарың.
Еңеү яулаған улыңды,
Маҡтап һайрай ҡоштарың.
Гөрләп йәшә, Архангелем,
Үрнәк итһен дуҫтарың.
Затлы таштар ситтә торһон,
Әйтергә бит бар һаҡың:
Башҡорт, рус, латыш, татар-
Егәрле уңған халҡың!
Республикам даны булып,
Елкен әле гер үргә.
Мәңге йәш бул, йәшәйек без,
Архангелемдә бергә!

 

Аҡ шәлдәрен ябынғандар,
Бурандан һуң шыршылар.
Әллә шуға бөгөн улар,
Бигрәк матур,ҡупшылар!

 

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-27; просмотров: 4; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.217.4.250 (0.005 с.)