Аҡ үгеҙ - муллыҡты бирһен тигеҙ
Балан
Әллә ниңә ныҡ яратты, Әсәй балан бәлешен. Әсәй кеүек, епкә теҙәм, Мин дә балан тәлгәшен.
Тәлгәшенән ҡойолған, Һәр емешен ҡәҙерләп. Әсәй һалып устарына, Ҡарай ине бик текләп.
Аңланым, ниҙәр уйлауын, Әсәй тәлгәш теҙгәндә. Ситкә киткән балаларын, Тибрәткән йөрәгендә.
Бешкән балан тәлгәштәрен, Теҙәм епкә ҡәҙерләп. Яҙмыштың әсе елдәре, Үраһын беҙҙе ситләп.
“Китәм”, тигән һүҙҙәреңә, Булмай һаман ышанып. Ҡайтыр юлдар юҡ ерҙәргә, Киттең, әсәй, илатып.
Кисер, әсәй, иҫән саҡта - Өлгөрмәй ҡалһам ҙурлап. Ғүмеремдең буйҙарында. Йәшәрмен һине уйлап.
Көҙгө һиллек
Көҙгө иртә. Ауылымды, Аҡ томандар биләгән. Бер гонаһыҙ бала кеүек, Ауыл йокоға сумған.
Әтәстәр ҙә кысҡырмай бит, Тынып ҡалған эттәр ҙә. Был һиллекте боҙмаҫ өсөн, Иҫмәй хатта елдәр ҙә.
Һарайҙағы быҙыуҙар ҙа, Мөңғөрләмәй һуң ниңә? Бар тереклек тын тирбәлә, Ер - Әсә бишегендә.
Атай-әсәйгә
Маңлайҙағы ике күҙҙәй, Кәрәк һеҙ, атай-әсәй. Күҙ ҡараһы – балалар тип, Бары тик улар йәшәй!
Атай-әсәй янда саҡта, Йәшәйбеҙ белмәй хәсрәт. Беҙгә булған һөйөү өсөн, Юллайым сикһеҙ рәхмәт!
Беҙҙең өсөн ғүмер буйы, Көйҙөгөҙ атай-әсәй. Яҡшылыҡты һеҙҙән алып, Балаларығыҙ йәшәй!
Үҙебеҙ ҙә күптән инде, Булғанбыҙ атай-әсәй. Һеҙҙән алған тәрбиәләр, Беҙҙең намыҫты биҙәй. Матур йәшәргә әйҙәй!
Ҡуш йөрәкле был тимәгеҙ, Йөрәгем минең берәү. Яңғыҙ ғына йөрәгемә Булһағыҙ ине терәү. Йөрәк өсөн ныҡлы терәк, Дуҫтар булһа яныңда. Яҡындарың хис ҡайғыртмай, Һине гел аңлағанда. Күкрәк шаршауын йыртҡылап, Телмегеҙ һеҙ йөрәкте. Арҡыс-торҡос һүҙҙәр менән, Һындырмағыҙ терәкте!
Беләм, әсәй, көтәһең
Ҡулъяулығы менән әсәй Тәҙрә тирҙәрен һөртә. Тәҙрә тирҙәрен һөртмәй ул, Ғәзиз балаһын көтә.
Беләм, әсәй, көткәнеңде, Тәҙрәләрҙән күҙ алмай. Осоп ҡына ҡайтыр инем, Ҡайтырға шул сыҡмай яй.
Алъяпҡысы менән әсәй , Маңлай тирҙәрен һөртә. Усаҡ яғып, аштар һалып, Көндәрең көтөп үтә.
Яулығыңдың остарына Һөртмә күҙҙәрең йәшен. Ғәзиз балаң һау-сәләмәт, Хәсрәтең, әсәй, йәшер.
Әсәй ҡосағы
Алсы әсәй, мине ҡосағыңа, Ҡайтайымсы бала сағыма. Һинең ҡосағыңда ғына әсәй, Бала сағым ҡабат сағыла.
Алсы әсәй, алсы ҡосағыңа, Алсы әле, алсы тағы ла. Һинең ҡосағыңда ғына әсәй, Бөтә ҡайғыларым юғала.
Тиңләйем мин, әсәй ҡосағыңды, Аҡ кейеҙле, йылы бишеккә, Балаларым ҡайтып керер тиеп, Күҙ һалаһың һаман ишеккә.
Ҡуйыныңда ғына үҫтерҙең һин, Бишек булды беҙгә ҡосағың, Ҡылған доғаларың кеүек, Шифалы ла бишек йырҙарың.
Ауырлыҡтар килеп тыуа ҡалһа, Һыйынабыҙ һинең яныңа. Күк йөҙөнөң сиге булмағандай, Сикһеҙ рәхмәт, әсәй барына.
Алсы әсәй, мине ҡосағыңа, Алсы әсәй, алсы тағы ла. Һинең ҡосағыңда ғына әсәй, Бала сағым ҡабат сағыла.
Ҡосағыңа алсы тағы ла.
Туғандарға
Туғандар йыйылһа бергә, Табындар йәмле була. Туғанлыҡ хисе көсөнән, Күҙҙәргә йәштәр тула.
Түңәрәк булған донъябыҙ Кителә лә күрмәһен. Бер туғандар араһынан Ел-дауылдар үтмәһен.
Туған-туған булып ҡала Йыраҡ булһа ла ара. Туған хәлен яттар белмәҫ, Туған-туғанға бара.
Хәлен һорап ҡулын ҡыҫам, Ҡуш-ҡуллап устарыма. Сит-яттарға барып булмай, Барам мин туғаныма.
Көҙгө урман. Сәстәремә Тәңкәләр ҡойолалар. Барыһы ла бик зиннәтле, Алтын, көмөштән улар. Тәңкәләрҙең һәммәһенә, Яҙылған үҙ тарихы. Бар уларҙа ай яҡтыһы, Һәм ҡояштың һарыһы. Был ғүмерҙәр, япраҡ кеүек, Бөрөләнә, өҙөлә. Һоҡланам. Сикһеҙ ғашиҡмын Тыуған яғым көҙөнә.
Уймаҡ хикәйә
Әллә мине алданылар, Быйыл бәшмәк күп тиеп. Ҡара урманға юлландым, Яңы итектәр кейеп.
Кеше һүҙенә ышанып, Сыҡтым юлға йыйынып. Ике ҡул да шыптыр, пакет, Йыйырмын, тип, тултырып.
Хыялланам, һә, тигәнсе, Йыйырмын, тип, күп бәшмәк. Ул тиклем ниңә кәрәк һуң, Былай ҙа күп мәшәҡәт..?
Бара торғас барып еттем, Мул бәшмәкле урманға. Бысағымды сығарҙым да, Киттем бәшмәк ауларға.
Барған һайын ҡара урман, Ҡаранғылана бара. Бәшмәктәрҙең эҙе лә юҡ, Нәфсем алға юл яра.
Ингән һайын ҡыҙығыраҡ, Күренде серле урман. Ҡурҡып киттем, ул да ҡурҡты, Сығып ҡасты бер ҡуян.
Шыптырланы, әллә, ҡыуаҡ, Әллә, ҡулдағы шыптыр? Был урман да айыуҙы ла, Күргәндәр, бит, йөҙ тапҡыр.
Ҡурҡтым инде. Үҙем күрҙем, Зоопарк та мин, айыу. Аңланым бит, ҡайһы ваҡыт, Кәрәк нәфсене тыйыу.
Артабан да барыр инем Әгәр бер аҙ ҡурҡмаһам. Бәшмәкселәр көлөр инде, Өйгә бәшмәкһеҙ ҡайтһам.
Барам әле бәшмәктәргә, Ҡышын айыу йоҡлағас. Минең менән булған хәлде, Ауылдаштар онотҡас.
Көҙгө күбәләк
Әбейҙәр сыуағын һин дә, Көтәһеме күбәләк? Мин дә көттөм, ашыҡ-бошоҡ, Күбәләрҙе күбәләп.
Ҡайһы ваҡыт тәбиғәт тә, Була үтә аяуһыҙ. Бешле-сейле өйҙөм инде, Янырҙармы, ялҡынһыҙ?
Алтын япраҡтарға ҡунып, Йылы эҙләй күбәләк. Көҙҙәр йылда бер үҡ булмай, Булмай көҙгә үпкәләп.
Ҡояш нурын хәтерләтеп, Осоп йөрөй күбәләк. Өмөт бар бит, матур булыр, Һинең, минең киләсәк. Һәммәбеҙҙең киләсәк!
Ҡайындар ҙа быйылғы көҙ, Ҡойонманы алтынға. Йәм-йәшел күлдәктәре тик, Ҡарайҙылар ямғырға.
Күрмәйем мин көҙҙөң йәмен, Күктән ҡоя, аҫта һыу. Шыфаһы юҡ ямғырҙарҙың, Яуа кеүек тик ағыу.
Болоттар килгән яҡҡа мин, Ҡыйыр-ҡыймай ҡарайым. Өмөтөмдө өҙмәй һаман, Аяҙ көндәр юрайым.
Йонсоу күкте кинәт киҫеп, Күренде ҡояш нуры. Әллә ошо булды микән Әбейҙәрҙең сыуағы?
Тамсынан башлана ямғыр, Шишмәләрҙән ҙур йылға. Шыуышып тәпәй баҫабыҙ, Сығыр өсөн ҙур юлға.
Беҙҙең ғүмер бер туҡтамай, Ашығып аҡҡан йылға. Шишмәләй сабый сағыма, Ҡайтыр инем бер аҙға.
Их, ҡайынҡай! Күлдәгеңде, Маҡтап йырла һыуҙарға. Был күлдәгең бик килешә, Мансылған ул алтынға!
Аҡлығыңды, сафлығыңды, Һаҡлағанһың ҡайынҡай. Ошо сифаттарың өсөн, Биҙәгән һине Хоҙай!
Иртән сығып, кис байыған, Ҡояш икән был ғүмер. Йә болоттар ҡаплар уны, Йә томандар һүрелтер...
Ҡырауы ла була уның, Боҙло ямғыр һәм ҡары. Беҙҙең ғүмер янып - һүнер, Шәмгә генә тиң бары.
Дуҫтарға
Уңғандар минең дуҫтарым. Улар аҫылдан-аҫыл. Һәр ваҡыт алсаҡ йөҙҙәре, Һәм үҙҙәре ҡунаҡсыл.
Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы, Дуҫтар саҡырһа барам. Ашап-эсеү өсөн түгел, Хәлдәрен белеп ҡайтам.
Ниндәй рәхәт яндарыңда, Дуҫтарың булғанын да. Их , күңелле дуҫтар менән, Ултырыу бер табында.
Тәрән аҡыл, тос феҡерле, Дуҫтарым, дуҫ-иштәрем. Артабан да йәшәйек беҙ, Өҙмәй дуҫлыҡ ептәрен.
Рәхмәтлемен яҙмышыма, Дуҫтарым булғанына. Дуҫтар менән бергә барам, Иң яҡты хыялыма.
Әсәйем бәйләм бәйләй
Күҙ нурҙарын йәлләмәй Әсәйем бәйләм бәйләй. Һүтелгән йомғаҡҡа ҡарап, Үткәндәрен хәтерләй.
Үткәндәре әсәйемдең Булмаған түп-түңәрәк, Әсәйҙәрҙе иҫән саҡта Ҡәҙерләп йәшәү кәрәк.
Күңел йылыһын һалып Әсәйем бәйләм бәйләй Һүтелгән йомғаҡҡа ҡарап, Һағыш-моңдарын көйләй.
Әсәйемдең ғүмер юлы, Булмаған гөл-сәскәле, Әсәйҙәрҙе иҫән саҡта Хөрмәт итәйек әле.
Ҡайғыларын онотоп, Әсәйем бәйләм бәйләй, Һүтелгән йомғаҡҡа ҡарап, Хәтирәләрен һөйләй,
Беләм, әсәй, үткәндәрең Булмаған тик уң ғына. Әсәкәйем иҫән саҡта Гел янымда бул ғына.
Август
Август аҙағы етһә лә, Мин һаман йәйҙәр көтәм. Йәйҙе күрмәй ҙә ҡалғанмын, Ҡай ара ла көҙ еткән?
Бошонмайым, ҡабатлана, Көҙөн дә кинәт йәйҙәр. Әбейҙәр сыуғы еткәс, Йылыныр әле йәндәр.
Үрмәкселәр үргән шәлдәр Араһынан үтермен. Бер аҙналыҡ йәй эсендә, Көҙҙө һағ(ы)нып бөтөрмөн.
Көҙҙәр етһә, зарығышып, Һағынабыҙ ҡыштарҙы. Ашығабыҙ ҡайтарырға, Көҙөн киткән ҡоштарҙы.
Күрҙем кисә торналарҙың, Йыйылғанын туптарға. Йәйҙән генә тормай тормош, Етәр хыяланырға.
Йәшлек хәтирәләрем
Ай-йондоҙло кис һыйына, Ауылым ҡосағына. Сихри кистең ҡуйынына, Сумам мин дә тын ғына.
Сумам инде. Үтте йәшлек, Үтте егет саҡтарым. Ете ятып илаһам да, Ҡайтмаҫ йәшлек йылдарым.
Беҙҙең замандағы кеүек, Түгел бит хәҙер йәштәр... Урам ярып, гармун тартып, Уҙмай дәртле егеттәр.
Беҙҙең йәшлек шундай матур, Моңло, гармунлы ине. Их, йәшлегем, йүләр сағым, Һаман һағынам һине.
Айлы кистә, киң болонда, Гөрләп торҙо уйындар. Өҙҙөрөп гармун көйөнә, Тыпырлатты һылыуҙар.
Беҙ йәш саҡта барыбыҙ ҙа, Булдыҡ тиленән- тиле. Айлы кистә иҫкә төшә, Гүзәл йәшлегем иле.
Әллә ниндәй хәҙер йәштәр, Торғаны бер ебектәр. Уҙып киткән йәшлегенән, Ҡалырмы хәтирәләр?
Яңғыҙҙарға!
Айға ҡарап моңланалар Һандуғастар кистәрен. Моңланмайҙар. Һөйләй улар, Иң ҡәҙерле хистәрен.
Һандуғасҡа серҙәш булып, Сығам мин дә кистәрен. Хистәремде һөйләр өсөн, Юҡ янымда һөйгәнем.
Һандуғастар моңланышып, Табалар үҙ тиңдәрен. Был донъяға килә кеше, Табыр өсөн үҙ йәрен.
Бар әле лә парын эҙләп, Аҙашып йөрөүселәр. Үҙ яртыһын таба алмай Үҙәҡте өҙөүселәр!
Салғы сыңы, ҡоштар моңо, Ауылда йәйҙәр йыры. Әйтерһең дә сығыш яһай, Данлыҡлы башҡорт хоры. Был моңдарға хайран ҡалып, Бейей парлы торналар. Ауыл йәшәр, йәйҙәр һайын, Сыңлап торһа салғылар.
Мөхәббәт сәскәләре
Һары күҙле. Аҡ керпекле, Мөхәббәт сәскәләре. Сәскә-гөлдәргә тиң икән- Рәссәйҙең гүзәлдәре.
Аҡ сәскәнең керпектәрен. Өҙә Гуля, Гөлшаттар. Ярата, не любит тиеп, Шаярта беҙҙе улар.
Мөхәббәт сәскәләренең, Исеме ромашкалар. Яратҡанын белер өсөн, Өҙә Ләйсән, Машалар.
Дарья, Маша, Гүзәл, Гөлшат, Өҙмәгеҙ ромашкалар. Яратабыҙ, очень любим, Беҙ һеҙҙе һылыу ҡыҙҙар!
Болондар ҙа сәскәләр күп, Өҙөп бөтөрлөҡ түгел. Һылыу ҡыҙҙар урам тулы, Ә һине көтә күңел.
“Китәм”” тимә
“Китәм!”, тимә. Китеүҙәрҙән, Үҙе һаҡлаһын Алла. “Барып ҡайтам” – тип, әйтеп тә, Ҡайтмай ҡалғандар була.
Юлға сыға, оло юлға, Донъя күрмәгән бала. Хәүеф-хәтәр аҙым һайын, Зинһар үҙеңде һаҡла.
Бәлә-ҡаҙа йөрөп ята, Һәр саҡ аяҡ аҫтында. Балаҡайым, һинең яҙмыш, Тик үҙеңдең ҡулыңда.
Ярай әле һин бар ерҙә, "Яратам" - тип әйтеүсе. Ҡатмарлы тормош юлынан, Матурлыҡҡа әйҙәүсе.
Көнөм йәнһеҙ булыр ине Һин янымда булмаһаң. Төндәрем дә шау йондоҙло, "Йәнем", тиеп йылмаһаң.
Һинһеҙ ҡалыр көндәремде, Уйлап ҡарағанда юҡ. Мин бәхетле һинең менән, Һин дә микән шулай уҡ?
Әсәйемдең бауырһағын Һағынып ҡайтам тағы. Ҡара ҡором сорнаһа ла, Ҡаҙаны шундай яңы!
Он-йомортҡа,һары майҙан, Әүәләйһең оҙон бау. Беҙ ҡайтыуға бауырһаҡтан Ҡораң һаман татлы тау!
Һаулығыңа күҙ теймәһен, Уңып бешһен аштарың. Һин бешергән ризыҡ тәмен, Онотмай балаларың!
Тыуған көнөң менән!
Донъя тип – донъя ҡыуабыҙ, Тартабыҙ тормош йөгөн. Онотоп, тор, мәшәҡәтең, Бөгөн бит тыуған көнөң!
Һинең өсөн генә бөгөн, Иң матур гөлләмәләр. Ҡотлай, дуҫ-иш, туғандарың, Яуа изге теләҡтәр.
Бер йыл үтте тағы тиеп, Календарға зарланма. Алда ята күпме йылдар, Үткәнен һин парлама.
Һинең өсөн генә бөгөн, Йылмаялар сәкәләр. Әйҙә, төшәйек бейергә, Ҙурайһын түңәрәктәр.
Тыуған көн үтә лә китә, Алда тора иң шәбе. Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен, Һүнмәһен ғүмер шәмең!
Уҡытыусыма
Әле һаман иңдәремдән, Төшмәй тора бурысым. Рәхмәт әйтер кешем бар бит, Ул, минең, уҡытыусым!
Аҡ ҡағыҙға эҙҙәр һалып, Өйрәттең һин яҙырға. Яҡшылыҡты насарлыҡтан, Өйрәндем айырырға.
Хәрефтәрҙе бергә ҡушып, Өйрәттең һин уҡырға. Өндәнең мине ғилемгә, Наҙанлыҡтан ҡурҡырға.
Уҡытыусым юл күрһәтте, Бейеклеккә, тауҙарға. Диңгеҙҙәрҙе һәм йыһанды, Нисек итеп яуларға.
Байрам менән ҡотлап бөгөн, Баш эйәм һеҙҙең алда. Рәхмәт йырым барып етһен, Ҡыңғырау моңдарында.
Ашығабыҙ түгелме? Донъяға килеү менән беҙ, Ынтылабыҙ гел үргә. Ашығабыҙ микән шулай, Күрәсәкте күрергә? Тәпәй баҫып китеү менән, Абынып йүгерәбеҙ. Яҙылғанын үтәй-үтәй, Ғүмер юлын һүтәбеҙ. Йүгереп кенә ҡалмайбыҙ, Юртаҡлайбыҙ гел үргә. Тыуған көндән йырағайып, Яҡынайып үлемгә. Ашығып донъя ҡыуабыҙ, Ҡыуып тота алмайбыҙ. Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерҙәрен, Һуңлап ҡына аңлайбыҙ. Белгән булһам тыуырға ла, Ашыҡмай торор инем. Нишләйем һуң, яҙылғанын, Үтәр өсөн мин килдем.
Сысҡан йылы
Тимер сана, аҡ аттар ҙа, Елдерә беҙҙгә Сысҡан. Йыл хужаһы юлға сыҡҡан, Ҡурҡытмай уны буран.
Матур-изге теләктәрен, Ҡапсыҡҡа һалған ипләп. Ер шарын иңләп елә ул, Бары бәхеттәр теләп.
Ҡыңғырауҙар моңдарына, Ҡушылып йырлай ул йыр. Яңы йылды ҡаршылайыҡ, Табынға ҡуйып шәп сыр.
Ишеттегеҙме, дуҫтарым, Сысҡан ҙур юлға сыҡҡан? Был хәбәрҙе ишетепме, Сусҡа мандатын һалған.
Сысҡан йылы аяҡ баҫа, Ырыҫ - һаулыҡ, йыр менән. Йыл буйы төшмәй йәшәйек, Һыйлы табын түренән!
Был донъяға килеү менән беҙҙе, Аҡ йүргәккә төрөп, биләйҙәр. Күкрәк һөтөн, йөрәк һ(утын) биреп, Бала тиеп - йәшәй әсәйҙәр.
Һүҙ әйтмәгеҙ, зинһар, әсәйҙәргә, Әсәйҙәр бит берҙән – бер генә. Балалар тип , янып йәшәйҙәр ҙә, Китә улар бер көн мәңгегә.
Иҫән булһаң әсәй, алдарыңа, Алыр инең үҫкән балаңды. Изге доғаларың менән имләп, Йыуатырһың ине улыңды (ҡыҙыңды).
Һүрәтеңә ҡарайбыҙ ҙа әсәй, Һағынабыҙ бергә саҡтарҙы. Беҙгә ғүмер биргән әсәйҙәргә, Эйәйек беҙ, һәр саҡ баштарҙы.
Әсәйҙәрҙе иҫән саҡтарында, Ҡәҙерләйек, хөрмәт итәйек. Йылы һүҙгә, гөлгә күмәйек тә, Ауыр һүҙҙәр бер үк әйтмәйек.
Бәләкәй генә бер болот, Эй, йөрөнө ҡотороп. Уңға китте, һулға барҙы, Түҙмәй, иланы, ҡойоп.
Болот һеңде тыуған ергә, Күк тә элендә күпер. Шул күпергә һәммәһе лә, Хыялында бер менер.
Бындай сихри күперҙе мин, Күргәнем бар йыш ҡына. Арба этәп, мендем мин дә, Шул күпер уртаһына.
Уртаһына барып еткәс, Ҡараным мин түбәнгә. Һәм, һоҡландым! Болон һайын, Халыҡ сыҡҡан бесәнгә.
Салғылары сыңлап тора, Тырма тештәре һына. Яумай торсо, кескәй болот, Тыныслансы саҡ ҡына!
Был күперҙең уртаһында, Торор инем мин һаман. Ап-аяҙ күк, бесән кипкән, Бесәндән "тирмә" ҡоям.
Үҙем барып күрмәһәм дә, Уҙғаным бар янынан. Уҙған һайын Ҡуштау йәне, Сәләм юллай яңынан.
Баҫып алды илде, ерҙе, Мейеһеҙ, шәп, түрәләр. Сабата кейеп үҫмәгән, Ҡоторған әфәнделәр.
Ғорур тауҙың - юҡ, гәйебе, Урғып – һытылып , бармай! Онталған тау тупрағына , Бер һеңергеҙ оялмай!
Ҡышҡы балан
Байҙар ашар риҙыҡ түгел, Мин йыйған, туңған балан. Файҙалы был емеште мин, Һалҡындар төшкәс йыям.
Ҡышҡа ҡалған баландар бит, Һалҡындарҙа бешәләр. Емештәре аҡ ҡарҙарға, Ялҡын булып төшәләр.
Ҡышҡы урман, балан тирәм, Тулды силәк, күнәгем. Иртәгәһен бәлеш һалыр, Минең өсөн һөйгәнем.
Ыуылдырыҡ түгел инде, Бары тик ябай балан. Яратам, әсе булһа ла, Кәрәкмәй миңә банан.
Һаумы, ҡарлы, нурлы ҡыш!
Тәүге ҡарҙар, ҡара ерҙә, Үтә ап-аҡ күренә. Йылы тунымды кейеп мин, Инәм ҡыштың түренә.
Һалҡыны ла булыр инде, Булыр буран, ҡарҙары. Сатлама һалҡындарҙың да, Була икән үҙ йыры.
Күҙ асҡыһыҙ бурандың да, Бар бит тауышы – моңо. Буйһынам ҡыш ҡанунына, Мин генәме ҡыш ҡоло?
Беҙ тәбиғәт балалары, Хоҙай ҡулында яҙмыш. Имен-аман булайыҡ беҙ, Һаумы, ҡарлы, нурлы ҡыш!
Көҙҙәр еткәнен белгертеп, Киттеләр, ҡарлуғастар. Бағаналар сымдарына, Ҡалманы ҡуныр ҡоштар.
Ҡоштар менән йәйҙәр китә, Ҡоштар йырын көҙ көйләр. Киткән ҡоштарҙы оҙатты, Йәшләнеп минең күҙҙәр.
Хушлашыпмы? Ҡошсоҡтарым, Күкте иңләне ҡат-ҡат. Көҙгө күктә эҙҙәр һыҙып, Нығытты улар ҡанат.
Һайрар ҡоштарҙың моңдары, Ҡолаҡ та сыңлай һаман. Киткән ҡоштар артынан, Йәйҙе оҙатып ҡалам.
Муллыҡ, мөгөҙҙәрен кейеп, Юлға сыҡҡан, аҡ Үгеҙ. Муйынында ҡыңғырауҙар, Сың-сың килә бер тигеҙ.
Мөгөҙҙәре тулы байлыҡ, Тимер тояҡтар етеҙ. Һә, тигәнсе килеп етер, Яңы йыл беҙгә бик тиҙ!
Санаһында бүләктәре Һәм иҙге теләктәре. Аҡ бурандар араһында, Уттай яна күҙҙәре.
Һәр йортҡа, урам-ҡураға, Инәм ти ул – тағын да. Барыһын да ҡотлар өсөн, Яңы йыл табынында.
Яңы йылды көтөп ала, Кескәйҙәр һәм ололар. Үгеҙ йылы аяҡ баҫа, Яңы йыл менән дуҫтар!
Алып килһен һәммәбеҙгә, Аҡ үгеҙ һаулыҡ, шатлыҡ. Артыҡ байлык кәрәк түгел, Һаулыҡ бит үҙе байлыҡ.
Ишетәгеҙме, дуҫтарым, Елдереп килә Үгеҙ? Үгеҙ йылы барыһына, Муллыҡты бирһен тигеҙ.
Яңы Үгеҙ йылы менән, Ҡотлайым һеҙҙе дуҫтар! Иҫке йылда тороп ҡалһын, Яман сир һәм вирустар.
Туҙҙырып ап-аҡ ҡарҙарҙы, Ашыға беҙгә Үгеҙ. Ҡаршы алам Яңы йылды, Алдына түшәп кейеҙ!
|