Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Халыҡ - ара бәхет көнө менән!

Поиск

Туғандарға


Туғандар йыйылһа бергә,
Табындар йәмле була.
Туғанлыҡ хисе көсөнән,
Күҙҙәргә йәштәр тула.

Түңәрәк булған донъябыҙ
Кителә лә күрмәһен.
Бер туғандар араһынан
Ел-дауылдар үтмәһен.

Туған-туған булып ҡала
Йыраҡ булһа ла ара.
Туған хәлен яттар белмәҫ,
Туған-туғанға бара.

Хәлен һорап ҡулын ҡыҫам,
Ҡуш-ҡуллап устарыма.
Сит-яттарға барып булмай,
Барам мин туғаныма.

 

 

Сәғәттәрҙең уҡтары,
Теп-теүәл ун икелә.
Нәҡ ошо минуттарҙа,
Күп теләктәр әйтелә.

Яңы йыл килеп инә,
Нурҙар бөркөп һәр өйгә.
Яңы йыл менән, дуҫтар-
Яңы бәхеттәр һеҙгә!

Яңы йыл, яңы йыл,
Йылына бер килә ул.
Бәхет-шатлыҡҡа бик мул,
Булһын ине ул быйыл!

Тек-тек килеп сәғәттәр,
Илтәләр киләсәккә.
Һәр секунды ҡәҙерле,
Алып булмаҫ үтескә.

Яңы йыл да иҫкерә,
Беҙ ҙә түгел мәңгелек.
Беҙҙең ғүмерҙе һанай,
Сәғәт уҡтары тек-тек.

Сәғәт уҡтары тағы,
Теп-теүәл ун икелә.
Календарҙа һуңғы бит,
Ҡәҙерләнеп өҙөлә...

 

 

Яңы йылға теләктәр


Әллә ниңә шыршыҡайҙар,
Бөгөн бигрәк ҡупшылар.
Шыршыларҙың өҫтәренә,
Һибелгәндәр ынйылар.

Ынйыларҙың һәммәһендә,
Уйнайҙар сағыу нурҙар.
Был тылсымды боҙмай ғына,
Эләм уларға шарҙар.

Төрлө төҫтәр балҡышынан,
Күк тә уянды йәйғор.
Ауыҙ йырып, ҡарап торам,
Мин тылсымсы, мин ғорур!

Өр яңы йыл, Сусҡа йылы,
Ашыға безгә дуҫтар!
Яңы йыл да бар халыҡҡа,
Теләйем ҙур уңыштар!

Бар милләттәр берҙәм булһын,
Түңәрәк булһын табын.
Һөйөү-наҙға моһтаждарға,
Хоҙайым бирһен яйын.

Сусҡаны харам тимәйек,
Ҡалайыҡ дуҫтар булып.
Яңы йылда ла йәшәйек ,
Бары изгелек ҡылып!

 

Әйҙүк - Яңы йыл!


Серле Яңы йыл төнөнән,
Көтәм мин дә мөғжиҙә.
“Әйҙүк - Яңы йыл!”, тиермен,
Урының булһын түрҙә!

Бала кеүек, эй һөйөнәм,
Ышанам әкиәткә.
Шиғыр яҙып ҡуйҙым әле,
Ҡыш бабайға бүләккә.

Тылсым тулы нескә уйҙар,
Аҡ ҡарҙарҙай яҡтылар.
Яңы йыл да ҡабул булһын,
Иң ҡәҙерле тойғолар.

Әйләнһен ысын барлыҡҡа,
Яңы йыл әкиәте.
Именлектә ҡаршылайыҡ -
Сусҡа тигән бәрәсте!

 

 

Төн ҡараңғы булған һайын,
Сағыу балҡый йондоҙҙар.
Серле төндә йөрөй инек,
Оҙатып беҙҙә ҡыҙҙар.

Таң һарыһы, ҡапҡа төбө,
Серләшәләр ғашиҡтар.
Әле һаман иҫем дә, шул,
Иң ҡәҙерле минуттар.

Был ғүмерҙәр үткән һайын,
Ҡыҙҙар үтә матурҙар.
Беҙ, егеттәр, ҡартайҙыҡмы,
Күҙ һалмай беҙгә ҡыҙҙар?

Бәйләнештәр селтәрендә,
Ҡыҙҙарҙың ниндәйе юҡ.
Шалтырат ҡына үҙенә,
Килеп етә шунда уҡ!

Әлдә әле йәшлеҡ сағым,
Үткән борон заманда.
Тәртипле, һылыу ҡыҙҙарҙы,
Иҫкә алам һаманда.

 

Көрсөк булғас Ҡыш бабайҙың
Ҡары ла бөткән икән...
“Ҡар юҡ,” – тип тормай,
Ҡыш бабай,
Былтыр ҙа килгән икән.

Ямғыр яуып торғанғамы,
Ҡулсатыр тотоп ингән.
Бүләк тулы ҡапсығын ул
Шыршы башына элгән.

Ҡыш бабайҙы күреү менән,
Ҡыуанған барса халыҡ.
Ҡапсыҡта ниҙәр булыу
Үтә мөһим һәм ҡыҙыҡ.

Ҡыш бабайҙы бигерәк тә,
Көтөп алды һәр бала.
Сөнки улар Ҡыш бабайҙың,
Ҡулынан бүләк ала.

Ҡапсыҡ тулы күстәнәстәр,
Уйынсыҡ һәм тәтәйҙәр,
Бүләк алып ҡыуандылар
Ололар һәм кескәйҙәр.

Ҡыш бабайҙы һис ҡурҡытмай
Донъялағы көрсөк тә.
Быйыл тағы килер әле,
Тейәп ап-аҡ бәхеттәр!

Алып килер бурандарын,
Уйнатыр аҡ ҡарҙарҙы.
Ынйыларға сорнап биҙәр
Йәм-йәшел шыршыларҙы.

Йыл хужаһы Сусҡа юлда
Күптән беҙгә ашыға.
Көрсөк бөлдөрмәҫ беҙҙе һис,
Ышынабыҙ ныҡ уға.

Сусҡа аҡса ҡумтаһы бит,
Йыйырбыҙ унда аҡса.
Көрсөк килеп тыуғанда ла,
Үлмәҫбеҙ әле асҡа.

Ҡурҡма, дуҫым, донъяларҙа
Көрсөктәр булып тора.
Ауырлыҡҡа һылтанмайыҡ,
Тиҙҙән Яңы йыл! Ура!

 

 

Көтә беҙҙе тыуған нигеҙҙәр

 

Ташландык йорт. Ишек алдын

Биҙәмәйҙәр гөлдәр-сәскәләр.

Тыуған ергә тоғро ҡалып,

Кесерткәндәр генә үҫәләр.

Халҡын-ялҡынлы үләндәр,

Беҙ ҡайтырҙы улар белгәндәр.

Ишәйгәндәр йәнһеҙ ихаталар,

Ҡотон юйған шуға урамдар.

Ташлап киткән атай йортон,

Ер ҡәҙерен белмәҫ уландар.

 

Яңы йыл тамашаһы


Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Көрттәр ята күбектәй.
Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,
Әйләнеп күбәләктәй.
Шат ауаҙҙар яңғырайҙар,
Шыршыҡайҙың янында.
Бындай тамаша булаҙыр,
Бары тик Яңы йылда!
Балалар тауҙан шыуалар,
Бейеп йөрөй өлкәндәр.
Тамашаға килгән хатта,
Йәнлектәр һәм кейектәр.
Кемдер кейгән матур битлек,
Ҡайһыһы йылтыр күҙлек.
Сит илдән дә килгәндәр бар,
Ҡулына тотоп һүҙлек.
Тамашаға килеүселәр,
Көтәләр Ҡыш бабайҙы.
Ҡыш бабай ҙа килеп етер,
Етәкләп Ҡарһылыуҙы.
Йыл хужаһы, Сусҡаны ла,
Улар алып килерҙәр.
Тамашаға килгәндәргә,
Бүләктәр өләшерҙәр.
Ҡыш бабайға, Ҡарһылыуға,
Йырын йырлар балалар.
Яңы йыл йырын ишетер,
Бар йыһан һәм ҡитғалар!

 

Йыл хужаһы Сусҡаға

Хыр-хыр килеп, ҡарҙар ярып,
Ашыға беҙгә Сусҡа.
Йыл тажын кейгән башына,
Ашыҡмай, Сусҡа, бушҡа.

Әйтер теләктәре барҙыр,
Һәммәһенә, ғалләмгә.
Бүләктәр ҙә тейәп алған,
Инер өсөн һәр өйгә.

Йыл артынан йылдар уҙа,
Эт йылы ҡалды артта.
Йыл хужаһы Сусҡа килә,
Елдереп аҡбуҙатта.

“Төҡлө тояғың менән”, тип,
Ҡаршы алам Сусҡаны.
Уның менә уйнар өсөн,
Һипләп ҡуйҙым сананы.

Яңы йылда ололар ҙа,
Ышана әкиәткә.
Бала саҡҡа ҡайтам әле,
Исмаһам бер сәғәткә.

Сусҡа йылы алып килһен,
Уңыштар бар кешегә.
Йыл хужаһы, һары Сусҡа,
Муллыҡ өйһөн һәр өйгә.

Минең өсөн йыл хужаһы,
Аҡса йыйыу һауыты.
Ошо һауыт буш тормаһын,
Иҫбатлаһын байлыҡты.

Ҡыҙғанмайса, беҙгә, Сусҡа ,
Өләшһен ныҡлы һаулыҡ.
Һау йәшәһә бар кешелек,
Донъяла булыр муллыҡ.

Яңы йылда теләк теләп,
Тәңкә һалам мин усҡа.
Теләктәрем ҡабул булһын,
Үтенәм һинән Сусҡа!

 

 

Көҙҙөң йонсоу көндәренән,
Яланғас ҡалған урман.
Шәрә ҡалған урман буйлап,
Ышыҡ эҙләп мин барам.

Болоттар ҙа шундай һөмһөҙ,
Ергә саҡ-саҡ теймәйҙәр.
Сәфәр сыҡҡан юлсының,
Хәлдәренә кермәйҙәр.

Гел сәскәле аҡландың да,
Уңып бөткән биҙәге.
Йылы йәйҙе хәтерләтер,
Ҡалмаған бер еләге.

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа,
Кем менән ул серләшә?
Мин дә уның ҡайғыһы юҡ,
Яуып үтте йәнәшә.

Аяҡ аҫты үле япраҡ,
Һыуланды кейем- сепрәк.
Ғүмер юлын үткән саҡта,
Һыйыныр юлсы кәрәк.

 

 

Ҡунаҡ


Был донъяға миҙгелдәр ҙә,
Килә тик ҡунаҡ булып.
Ана, килә, ҡыш ҡунаҡҡа,
Ап-аҡ еләнен һалып.

Был ҡунаҡты көттөк инде,
Өй нигеҙҙәрен һылап.
Бик оҙаҡҡа килә икән,
Ҡунаҡ итермен һыйлап.

Ҡунаҡ булғас, тыйнаҡ бул тип,
Тыялмам инде ҡышты.
Йүләрләнеп бейеп китәр,
Аҡлыҡ ҡа күмеп тышты.

Яҙ, йәйе лә, көҙ, ҡышы ла,
Хатта мин үҙем ҡунаҡ.
Улар ҡунаҡсыл булғас,
Үҙемде тотам тыйнаҡ.

Тәбиғәттең һәр миҙгеле,
Туйғыҙа, беҙҙе, һыйлай.
Ҡыш миҙгелен көр кәйеф тә,
Ҡунаҡларбыҙ арымай.

Рәхим ит, һин! Ҡыш миҙгеле,
Ҡыш сығыр һыйың менән.
Бәхет, һаулыҡ һәм киң ризыҡ,
Өмөт итәбеҙ һинән.

 

Ғәләмәт күҙлек


Рәсәй пенсия фондында,
Күҙлек уйлап тапҡандар.
Шул күзлек аша ҡараһаң,
Йәп-йәш күренә ҡарттар.

Пенсия фонды күҙлеген,
Мин дә кейеп ҡараным.
Көҙгөләге шәүлә лә мин,
Егет сағым, таныным.

Бындай ғәләмәт күҙлекте,
Кемдәр уйлап тапҡандар?
Уны һатып алыр өсөн ,
Ҡайҙан аҡса алғандар?

Ул күҙлекте заказ биреп,
Эшләткәндәр Ҡытайҙа.
Хаҡын түләп алыр өсөн,
Аҡса юҡ, аҡса ҡайҙа?

Министырҙар йыйылышып,
Төп фекергә килгәндәр .
Пенсия йәшен оҙайтыу,
Кәрәк тиеп белгәндәр.

Хәҙер ҡарттар йәш күренә,
Типһә, тимер өҙөрҙәр.
Әйҙә, эшләп, йөрөһөндәр,
Күҙлек өсөн түләрҙәр.

Алтмыш йәшем тулғансы мин,
Өйҙә ултырып торам.
Алтмыштан һуң эшкә сығам,
Эш урыны табалһам.

Ашығабыҙ түгелме?
Донъяға килеү менән беҙ,
Ынтылабыҙ гел үргә.
Ашығабыҙ микән шулай,
Күрәсәкте күрергә?

Тәпәй баҫып китеү менән,
Абынып йүгерәбеҙ.
Яҙылғанын үтәй-үтәй,
Ғүмер юлын һүтәбеҙ.

Йүгереп кенә ҡалмайбыҙ,
Юртаҡлайбыҙ гел үргә.
Тыуған көндән йырағайып,
Яҡынайып үлемгә.

Ашығып донъя ҡыуабыҙ,
Ҡыуып тота алмайбыҙ.
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерҙәрен,
Һуңлап ҡына аңлайбыҙ.

Белгән булһам тыуырға ла,
Ашыҡмай торор инем.
Нишләйем һуң, яҙылғанын,
Үтәр өсөн мин килдем.

 

 

Атай йорто


Беҙ тыуып үскән йортобоҙ,
Ҡойолмаған ҡоростан.
Атайҙың оҫта ҡулдары,
Бураған бит ағастан.

Атай йорто, әсәй һүҙе,
Әйҙәй һәр саҡ үҙенә.
Таныш беҙгә һәр бер таҡта,
Ҡәҙерле һәр бүрәнә.

Атай-әсәй, һеҙ өйгән йорт,
Алтын тауҙарҙан ҡиммәт.
Иҫән генә булығыҙ тип,
Әйтәбеҙ һеҙгә рәхмәт!

Атай йорто, селтәр ҡапҡа,
Тартып тора үҙенә.
Ҡайтып башым эйәм әле,
Атайҙың нигеҙенә.

 

 

Тәүге ҡар

Ҡоторона, ямғыр тиһәм,
Урамда ап-аҡ буран.
Күҙ асып, йомған ара ла,
Көтмәгән дә ҡыш булған.

Ваҡытлыса ҡар юрғаны,
Ҡаплаған уяу ерҙе.
Ҡояш сығып йылмайғаны,
Яңы юрған иҫкерҙе.

Алда әле аҡ күбеккә,
Сорналыры ауылдың.
Бына-бына, баҫыр торам,
Тупһаһына аҡ ҡыштың!

 

 

Көҙ йыры


Көйһөҙләнә көн торошо,
Ел-ямғыр, көҙҙөң йыры.
Борсолмайым, мин, был хәлгә,
Ваҡытлыса ул бары.

Көҙҙөң көнө үҙгәреүсән,
Еңмеш бала шикелле.
Болот йырып, ҡояш сыҡһа,
Була йәнгә күңелле.

Ялҡытты, был, көҙ, тимәгеҙ,
Көҙҙөң көйөң көйләгеҙ.
Һәр миҙгелдең үҙ биҙәге,
"Ямғыр!" - тиеп, көймәгеҙ.

Көҙҙөң көнө үтә ҡыҫҡа,
Мансылһа ла алтынға.
Көҙҙөң көйөн көйләмәйсә,
Инеп булмай ҡыштарға.

 

Йәшлек хәтирәләрем

Ай-йондоҙло кис һыйына,
Ауылым ҡосағына.
Сихри кистең ҡуйынына,
Сумам мин дә тын ғына.

Сумам инде. Үтте йәшлек,
Үтте егет саҡтарым.
Ете ятып илаһам да,
Ҡайтмаҫ йәшлек йылдарым.

Беҙҙең замандағы кеүек,
Түгел бит хәҙер йәштәр...
Урам ярып, гармун тартып,
Уҙмай дәртле егеттәр.

Беҙҙең йәшлек шундай матур,
Моңло, гармунлы ине.
Их, йәшлегем, йүләр сағым,
Һаман һағынам һине.

Айлы кистә, киң болонда,
Гөрләп торҙо уйындар.
Өҙҙөрөп гармун көйөнә,
Тыпырлатты һылыуҙар.

Беҙ йәш саҡта барыбыҙ ҙа,
Булдыҡ тиленән- тиле.
Айлы кистә иҫкә төшә,
Гүзәл йәшлегем иле.

Әллә ниндәй хәҙер йәштәр,
Торғаны бер ебектәр.
Уҙып киткән йәшлегенән,
Ҡалырмы хәтирәләр?

 

 

Һаумы тыуған яҡ


Теҙелгәндәр юл буйына,
Ҡарағайҙар, шыршылар.
Ҡайтып килгән яҡташтарын,
Ҡаршы алалар улар.

Беҙ ултыртҡан ҡарағайҙар,
Бейек булып үҫкәндәр.
Китмәҫ өсөн ауылына,
Ҡайталармы киткәндәр?

Оло юлдан ҡайтып киләм,
Таныш һәр бағаналар.
Иҫәнмегеҙ, ауылдаштар,
Һаумы, ағай – бабайҙар!

Сәләм һеҙгә яҡташтарым,
Әбейҙәр һәм апайҙар!
Киткән һәр бер улың ҡайтһа,
Юҡҡа сыҡмаҫ ауылдар!

 

Ауылым әртистәре


Тыуған йортҡа ҡайтам әле,
Ауыл моңон тыңларға.
Әртистәре күп ауылдың,
Ҡайһыһын һуң тыңларға?

Һандуғастар иртә таңдан,
Йырын һуҙа талдар ҙа,
Әтәстәр ҙә мах бирмәйҙәр,
Ҡысҡыралар һарай ҙа.

Быуалағы хор хаҡында,
Әйтеп тораһы ла юҡ.
Басковтарың ары торһон,
Тәлмәрйендәр шундай шуҡ.

Үҙ йырҙарын һуҙып уҙа,
Күл буйына һарыҡтар.
Үрге оста кешнәшешеп,
Ғорур саба айғырҙар.

Мөңөрләшеп һыйырҙар ҙа
Юл ала көтөүлеккә.
Шарик, тузик, бесәйҙәр ҙә,
Ҡушыла был кәнсирткә.

Иртә таңдан кискә тиклем,
Моң йөрөй беҙҙе арбап.
Ауыл әртистәрен ҙурлап,
Алайыҡ бер алҡышлап!

 

 

Донья тотҡаһы - ҡатын

Һуҡһа, үлтерә һуғырлыҡ,
Ҡатындар бар ауылда.
Ҡыл өҙөрлөк хәлһеҙ ҡалған,
Ирҙәр йөрөй урамда.

Ауыр түгел, үтә ҡыҙыҡ,
Йәшәйбеҙ беҙ заманда.
Ҡатын-ҡыҙҙар утын яра,
Ирҙәр ята диванда.

Ирҙе ир иткән дә ҡатын,
Имеш, сир иткән ҡатын.
Тормош йөгөн ҡатын тарта,
Ары ла торһон атың.

Ирҙәр тиеп ҡатын-ҡыҙҙар,
Ниҙәр генә эшләмәй.
Был донъяла ирҙәр сирләй,
Ә ҡатындар һау йәшәй.

Ауыр түгел, үтә ҡыҙыҡ,
Йәшәйбеҙ беҙ заманда.
Бер ир бала тапҡан тиҙәр,
Силәбе ҡалаһында.

Хоҙайым бирмә ирҙәргә,
Бала табыу һәләтен.
Бар кешелек юғалтыр,
Туған телен, милләтен.

Ышанабыҙ юҡ хәбәргә,
Күрмәйбеҙ ысын-барын.
Ирен баға, бала таба,
Донъя тотҡаһы - ҡатын.

Нанотехнологиялар,
Заманында йәшәйбеҙ.
Ишәймәйбеҙ, үлем арта,
Юғалабыҙ, кәмейбеҙ!

 

 

Әсәйем фатихаһы


Һуған тапар ваҡыт еткән,
Баҡсаларға сыҡ, балам.
"Бирешмә", тип , оло юлға,
Балаҡайым оҙатам.

Бәрелерһең-һуғылырһың,
Баш эймә һынауҙарға.
Яҙмыштарҙың әсеһендә,
Яҙмаһын тапалырға.

Һынмаҫ өсөн үрләгәндә,
Тормоштоң үрҙәренә.
Ҡолаҡ һал һин әсәйеңдең,
Нәсихәт һүҙҙәренә.

Тормош тағанын ҡорғанда.
Арып бер абынырһың.
Ауыр саҡта ҡабатла һин,
Әсәйеңдең доғаһын.

Һуған тапау түгел инде,
Үрләү тормош үренә.
Мин өйрәткән һабаҡтарҙы,
Һалып ҡуй йөрәгеңә.

 

 

Үҙебеҙ тураһында үҙебеҙ...
(Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә)

Йырсы ла ул, бейеүсе лә,
Сценарист һәм ҡуйыусы.
Кәрәк икән гармунсы ул,
Кәрәк саҡта бағыусы.

Илар саҡта көлдәрә ул,
Көлөр мәлдә уйлата.
Онотолған йолаларҙы,
Тергеҙә һәм яңырта.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Аңлай һәр саҡ хәлеңде.
Төшкән саҡта балтаң һыуға,
Күтәрә ул күңелде.

Ябай ғына был эшсенең
Уйында изге ниәт.
Девизы ла ябай уның,
“Йәшәһен, Мәҙәниәт!”

Моңға һыуһаған гармундар,
Уяндылар бик кинәт!
Ауылыма моңдар ҡайтты,
Өләшеп йәнгә сихәт.

Мандолиналар сыңлауы,
Таралды бар тарафҡа.
Туҙан ҡунған баяндар ҙа,
Ҡушылды был парадҡа.

Ҡумыҙсылар тертләтеп,
Оран һалды халыҡҡа.
Уян, халҡым, ал, ҡоралың,
Моң таралһын йыраҡҡа!

Башҡортҡа бит - моңло булыу,
Һеңгән бишек йырынан.
Телгә-моңға һөйөү һаҡлау,
Күскән һәр ырыуынан.

 

 

Ҡәрәҙле телефон

Араларҙы яҡынайта,
Ҡәрәҙле телефондар.
Телефондар селтәрендә,
Серләшә тик тауыштар.

Телефондар алыштырмай,
Осрашып, күрешеүҙе.
Бер йыйылып, сөкөрләшеп,
Тәмләп сәйҙәр эсеүҙе.

Телефондан аралашыу,
Уңайлы һәм еңел дә.
Үҙеңде күрмәй һөйләшәм,
Туғаным, һин, ни хәлдә?

Телефондан ишетәмен,
Ҡәҙерлемдең тауышын.
Туғанҡайым еткерһәңсе,
Хәбәрҙең тик яҡшыһын.

МТС һәм Мегафондар,
Билайн, башҡалары.
Был ара ла һөйләшкән юҡ,
Иҫән булһын башҡайың!

 

 

Дональд Трампҡа

Төнөн балҡып, янған айҙы,
Үрелеп алһам ине.
Урамдағы бағанаға,
Элеп ҡуйырмын уны.

Сыҡмаҫ ине сығымдар ҙа,
Силсәүит казнаһынан.
Һалымдар ҙа йыймаҫ инек,
Ябай Рәссәй халҡынан.

Төнөн яҡты урамдарҙан,
Уҙыр инек йыр һуҙып.
Бысраҡҡа ла суммаҫ инек,
Әрпеш сускалай булып.

Дональд эфәндене уҙып,
Айҙы яуларбыҙ беҙ тиҙ.
“Трамп” линдарҙан бер һикереп,
Айға етербеҙ етеҙ!

 

Күктән ергә ашҡынып,
Эй, ҡойола сәскәләр.
Көтөп алған ҡарҙарҙы,
Туҡтатмай бер кәртәләр.

Улар шундай шаяндар...
Тулалар ҡосағыма.
Бурандар ҙа аҙашып,
Еләм бала сағыма.

Ап-аҡ яллы буранды,
Булмай икән йүгәнләп.
Тышта матур, ҡар яуа,
Уйнайыҡсы бергәләп!

Ҡотороп тулай аҡ “ат”,
Ул тулауға мин бик шат.
Мөғжиҙәле был мәлдәр,
Хыялға ҡуя ҡанат!

 

 

Йәшнәп йәшәргә кәрәк

Салдар ҡунған сәстәр улар,
Кисерештәр билгеһе.
Үткәндәрҙең сағылышы,
Бөгөнгөмдөң көҙгөһө.

Маңлайҙағы һырҙарҙа ла,
Тәрән мәғәнә ята.
Үткәндәрҙән ауаҙ булып,
Хәтирәләрем ҡайта.

Үпкәләр юҡ үткәндәргә,
Булмай уны төҙәтеп.
Киләсәккә өмөт бағам,
Бөгөнгөһөн күҙәтеп.

Ғүмерҙәрҙең ҡыҫҡалығын
Иҫкәртеп сәнсә йөрәк.
Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙе,
Йәшнәп йәшәргә кәрәк!

 

Ҡош юлынан ҡоштар ҡайта
Һауа ла эҙҙәр һыҙып.
Яҙҙар һайын ҡайта улар,
Төйәктәрен һағынып.

Көҙөн киткән парлы ҡоштар,
Ҡайтырҙармы парлашып?
Ҡайтырҙармы бик күптәре,
Яңғыҙ ғына илашып?

Яҙҙар һайын ҡоштар ҡайта,
Ояларын зарығып.
Бик күптәре оҙон юлда,
Яҡындарын юғалтып.

 

Кешеләр бәхетле тиеп,
Йондоҙҙар ерҙе ҡоҫа,
Ә кешеләр бәхет эҙләп,
Төпһөҙ йыһанға оса.

Бәхет эҙләп йөрөмәйем,
Кәрәкмәй алтын тәхет.
Был донъяла йәшәү үҙе,
Хоҙай биргән ҙур бәхет.

Бәхетме ни, бармаҡ һайын,
Алтын балдағың булыу.
Бәхет эҙләп был тормошта,
Байлыҡ артынан ҡыуыу.

Ситтә торһон алтын – көмөш,
Байлыҡ, тиҙәр, бер айлыҡ.
Бәхетле йәшәү өсөн,
Хоҙайым бирһен һаулыҡ.

Бәхет эҙләп йөрөмәйем,
Кәрәкмәй алтын тәхет.
Бәхет – Хоҙай уйҙырмаһа,
Сит ерҙә һиңә ләхет.

 

 

Аҡ ҡыштарҙың сафлығын,
Хәтерләтә май айы.
Һалҡын елдәрҙә ҡойола
Муйылдарҙың таждары.

Аҡ сәскәләр буранынан
Таныш һуҡмаҡтан үтәм.
Кире ҡайтмаҫ йәшлегемдең
Хәтирәләрен һүтәм.

Муйылдарҙың күлдәгенең
Ел тарата сәскәһен.
Мәңге кеүек тойолһа ла
Үткән икән йәшлегем.

Яҙҙар һайын аҡ сәскәгә,
Күмелер ул муйылдар.
Ләкин кире ҡабатланмаҫ-
Йәшәлгән беҙҙең йылдар!

 

 

Ҡарттар йорто. Тәҙерәнән,
Күҙ алмай көтә әбей.
Минең өсөн әбей булһа,
Балаһына ул әсәй.

Күҙҙәренән бөртөк-бөртөк,
Күҙ йәштәре тәгәрәй.
Бағып үҫтергән балаһын
Әсә күрергә теләй.

Был юлы ла көтөүҙәре,
Уҙҙы бушҡа, заяға.
“Бушамай йөрөйҙөр, балам"-
Үпкәләмәйем уға!

Балаларын нисә йылдар,
Көтә был йортта ҡарттар.
Күҙ йәштәре күптән кипкән,
Ҡалтырай аяҡ-ҡулдар.

Ҡарттар йорто. Эскәмйәлә,
Йәнә, әбей-бабайҙар.
Мәрхәмәтһеҙ балаларын
Көтә әсәй-атайҙар...

 

 

Яҙмыш еленә буйһынып,
Ғүмер юлын үтәбеҙ.
Күрәсәкте күрәбеҙ ҙә,
Мәңгелеккә китәбеҙ.

Их, ғүмер юлдарының -
Булмаһа ине сиге.
Китмәҫ инек баҡыйлыҡҡа,
Бикле булһа ишеге.

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-27; просмотров: 5; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.129.216.15 (0.011 с.)