Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Сәкән һуғыу - хоккей уйыны һымаҡ

Поиск

Бура һуғыу- бер тигеҙ генә,утын ағасы кеүек ағастарҙы теҙеп ҡуйып алыҫтан тороп икенсе бер ағас менән бәреп йығыу.

Сәкән һуғыу - хоккей уйыны һымаҡ

Сорғотаң - өҫкә сөйөү тигәнде аңлата

 Кәнсир - консерва ҡалайы

Сүрәтендә - төҫлө,һүрәтендә тигән һүҙ

Баҡта - малдың яҙғыһын ҡойола торған “ҡышҡы туны”

 

«Һуҡыр тәкә» уйыны Бер баланың күҙен яулыҡ менән бәйләйһең. Ҡалғандар бүлмә буйлап унан ҡасып йөрөй. Күҙе бәйләнгән кеше уларҙы тоторға тырыша. Тотолған кеше үҙе һуңынан «һуҡыр тәкә» булып ҡала. Һәпәләк Был уйынды өс-дүрт бала ла уйнарға мөмкин. Берәүҙе, күҙҙәрен бәйләйҙәр ҙә, ишек тотҡаһына тотондоралар. Тотондороп: Һуҡыр ағай, көтөп тор, Ишек бауын тотоп тор. Әбей бутҡа бешерә, Бабай ашап бөтөрә, Һыйырҙары баҡыра, Быҙауҡайын саҡыра, Үгеҙҙәре үкерә, Кәзәләре һикерә, Дөбөр-дөбөр дөптәтеп, Тир-тир титәтеп.., — тип арҡаһынан ҡаға-ҡаға, һамаҡлайҙар ҙа ҡасып китәләр. Күҙҙәре бәйләнгән бала уларҙы тоторға тейеш. Иң беренсе тотолған бала уйынды дауам итә .

«Күҙбәйләш» уйыны
Уйынсылар түңәрәкләп баҫа. Урталағы икәүҙен күҙе бәйләнә. Уйынсылар шым ғына тора. Урталағының береһе: «Һин ҡайҙа?» — тип, икенсеһен эҙләй. Күҙе бәйләнгән уйынсыны түңәрәктән ситкә сығарырға ярамай. Ҡалған уйынсылар уны кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреп торалар. Тоторға тырышыусы уйынсыларҙы уларҙың аяҡ тауышы, тын алыш буйынса эҙләй. Күҙе бәйләнгәне кемде тота, артабан шуның күҙен бәйләйҙәр: һуҡыр килеш башҡаларҙы ул эҙәрләй башлай. Уйын шулай дауам итә. Иң ҡыҙығы шунда: тегеләр бер-береһен эҙләгәндә, түңәрәк яһап тороусы уйынсылар ҡасып китеп бөтөргә лә мөмкин.

Йәшерәм яулыҡ.
Балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар. Бер бала яулыҡ ала ла йөҙҙре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләп көйләп йөрөй.
Йәшәрәм яулыҡ,

 Йәшәрәм яулыҡ
Йәшел ҡайын аҫтына.
һиҙҙермәйсә һалып китәм
бер иптәшем артына.
шул арала яулыҡты берәйһенең артына һиҙҙермәйсә һалып китә. йыр бөтөп, яулыҡ һалыусы туҡтағас, барыһы ла үҙ тйрәләрен ҡарай. яулыҡ кем янына һалып ҡалдырылған - шул кеше яулык һалыусы булып ҡала. ә тегеһе уның урынына ултыра. уйын шул рәүешле дауам итә.

 

 

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 6; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.219.140.44 (0.006 с.)