Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Ыҫмалабаш – балалар уйыны.

Поиск

Ыҫмалабаш – балалар уйыны.

Ҡаҙ ҡанатынан ике ҙур ҡауырһынды алып, уларҙы һырттары менән бергә ҡуйып бәйләйҙәр. Йоҙороҡтай ыҫмаланы йомарлап, уға ҡауырһындарҙың башын теркәйҙәр. Был уйын ҡоралы тулайым ыҫмалабаш тип атала. Уны сәпкә атып, алыҫҡа ташлап йәки һауаға сөйөп уйнайҙар.

Кем ыҫмаланы сәпкә тейгеҙә йәки иң алыҫҡа ырғыта, йә булмаһа иң бейеккә сөйә, шул иң мәргән һәм көслө уйнаусы була.

Әбәк-көбәк (урыҫ. Абак-кубяк)— башҡорт милли балалар уйыны.

Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана. балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора. көтөүсе алда торған баланың усына һуғып:

Әбәк-көбәк, алтын табаҡ,

Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ,

Етә алмаһаң, артыңа

Етмеш көрәк көл!-

ти ҙә йүгереп ҡаса, ә тегенеһе уны баҫтыра. көтөүсе, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң артына баҫа алһа, баҫтырылған бала көтөүсе була. Ә инде ҡаса алмай баҫтырған балаға тотолһа, яүынан үҙе көтөүсе була; баҫтырып тотҡаны төркөмдөң артына барып баҫа. Уйын шул тәртиптә дауам итә.

 “Айыу-бүре юҡ икән”

                  Еләк йыям, ҡаҡ ҡоям

                      Әсәйемә бүләккә.

                      Бында еләк күп икән,

                      Айыу-бүре юҡ икән.

“У медведя во бору”

                          У медведя во бору

                          Грибы, ягоды беру.

                          А медведь сидит

                          И на нас рычит.

“Гуси-гуси”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар ҡайтығыҙ” 

- Гуси, гуси! -Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!

- Га – га – га. – Беҙ ҡайтырға ҡурҡабыҙ.

- Есть хотите? - Һеҙ нимәнән ҡурҡаһығыҙ?

- Да – да – да!    - Яман күҙле бүренән!

- Ну, летите! - Бүре ни эшләп ултыра?

- Нет! Нет! Не - Тешен ҡайрап ултыра,

- Серый волк        Беҙҙе тешләп үлтерә.

Под горой               - Дәртегеҙ булһа,

Не пускает        Осоғоҙ ҙа ҡайтығыҙ!

 Нас домой!

- Ну, летите,

Как хотите,

Только крылья

Сбрегите!

Балдаҡ атыш (урыҫ.стрельба в кольцо) — башҡорт балалар уйыны. Башҡорт халҡы борондан уҡ балаларҙы кесе йәштән үк мәргәнлеккә өйрәткән. Был уйын шуларҙың береһе.

Уйын урыны

Ауыл ситендәге тигеҙ ялан.

Әҙерлек

Уйнарға теләүселәр 4-5 баланан артып китһә, был уйынды уҙаҡлашып (ишләшеп) ике тигеҙ төркөмгә бүлергә мәмкин.

Һәр бер уйнаусыла йәйә йәки уғатар мылтыҡ һәм бер нисә башаҡлы уҡ булырға тейеш. Сәп урынына бүрәнә ағастан бысылған тәгәрмәсте алалар. Уның диаметры 15-20 см, ҡалынлығы 3 см тирәһе. Ул тәгәрмәсте ергә ныҡ итеп ҡаҙап ҡуйылған ағастың осона беркетәләр. Атыу һыҙығы сәптән 10 м самаһы алыҫлыҡта булырға тейеш.

Яҡтарға бүленеп уйнаған саҡта, ике сәп яһарға һәм уларҙың араларын 3-4 м ҡалдырып,йәнәш итеп ергә ҡаҙап ҡуйырға кәрәк. һәр яҡтың үҙенең бер баш уҡсыһы була.Йәш ағастан бысып алынған тәгәрмәстең йөҙөндәге ысын сәпкә оҡшаған түңәрәк һыҙыҡтар-бүлкәттәр бар. Ошо түңәрәк бүлкәттәрҙе өлөштәргә бүлеп сығырға кәрәк. Ул саҡта унынсы өлөш ағас үҙәгенә тура килергә тейеш. Сәпте түңәрәк бүлкәттәргә бүлеү ике тигеҙ төркөмгә

 

бүленеп уйнағанда кәрәк.Сөнки был осраҡта яҡтар араһындағы ярыштың һөҙөмтәһе мәрәй иҫәбе менән билдәләнәсәк.



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 6; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.218.167.247 (0.009 с.)