Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Ашыҡ- эре мөгөҙлө малдың тояғынан алынған һөйәк

Поиск

Уйындың аңлатмаһы

Уҡсыла, билдәләнгән урындан тороп, ағас тәгәрмәстең үҙәгенә төбәп, тейгеҙергә тырышалар. Кемдең уғы сәптең иң үҙәгенә барып ҡаҙала, шул иң мәргән атыусыларҙан һанала. Ә үҙәктән ситәрәк тейгеҙгәндәре уртансылар була. Бөөтөнләй яҙа атҡандары насар уҡсылар була.

Ҡағиҙәләр

Ярыш башланғанда бөтә уҡсылар ҙа уҡ атҡан һыҙыҡ янына туплана.Сәптең арт яғында бер йән эйәһелә булырға тейеш түгел. Уҡтарҙың барыһы ла атылып бөткәс кенә, сәп янына барырға рөхсәт ителә. Һәр уҡсы үҙ уҡтарын таный белергә тейеш. Бер атҡанда нисәшәр уҡ атыуҙы алдан билдәләргә кәрәк. Яҡтарға бүленеп уйнағанда,уҡ атыуҙы сиратлап уҙғарырға кәрәк.Уҡ атыуҙар тамамланғас, ярыш һөөҙөмтәһен һәр яҡтың баш уҡсылары бергәләп тикшерә.

Уйындың әһәмиәте

Ҡул мускулдарын көсәйтә, мәргәнлекә өйрәтә, күҙҙең осҡорлоғон яҡшырта, ғәйрәтлек, үҙ көсөнә ышаныу тәрбиәләй

Осто-осто Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки баҫып тора. Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә: -Осто-осто – торналар осто. -Осто-осто – тырмалар осто. -Осто-осто – ҡарғалар осто. -Осто-осто – арбалар осто. Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш. Кем осмай торған әйбер әйтелгәндә ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла, йә берәй “яза”ға тарттырыла: йырлай, бейей, шиғыр уҡый һ.б.

Сөрәкә уйыны.

-Был уйын өсөн ике таяҡ кәрәк була. Береһен һалаһың, ә икенсеһе менән шул таяҡҡа һуғаһың. Әгәр шул һуҡҡан таяҡ ике тапҡыр әйләнеп сыҡһа, һин еңеүсе булаһың. Шулай итеп, таяҡты әйләндергән һайын берәр мәрәй йыйыла.

Уйындың әһәмиәте:

Уйын баланы көслө итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Физик яҡтан ыңғай тәьҫир иткән

 

Кәнсир.

-Берәй кәнсир* эсенә 12-24 таш һалаһың да өҫтөнә ҡуяһың, ә таҡтаны бүрәнә өҫтөнә һалаһың. Кәнсирҙе таҡтаның бер осона ҡуяһың да ҡалҡып торған икенсе осона ныҡ итеп баҫаһың. Кәнсир эсендәге таштар төрлө яҡҡа тарала. Шуны берәйһе йыя, ә ҡалғандар йәшенәләр. Йыйыусы йәшенеүселәрҙе эҙләй. Әгәр йыйыусы эҙләгән ваҡытта, әле табылмаған берәй йәшенеүсе сығып кәнсирҙе туҙҙырһа, йыйыусы киренән эҙләй башлай. Һәр бер кеше тапҡан һайын таҡтаға һуға бара. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Йәшенмәк уйынының бер төрө булараҡ, уйын баланы иғтибарлылыҡҡа өйртһә, икенсе яҡлап һибелгән таштарҙы йыйғанда уйынсыларға тағы ла әүҙемерәк булыуҙы талап итә, яй ҡуҙғалыусан, ололар әйткәндәй, аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөй торған кеше булһаң, был уйында йәшенгәндәрҙе эҙләүсе булып тик йөрөйһөң

Бишташ

-Бишташ уйынын уйнар өсөн иң беренсе биш таш алырға кәрәк. Уларҙың берәүһен алаһың, ә ҡалған дүртәүһен иҙәнгә теҙеп һалаһың. Теҙгәндә дүрт ташты дүрт мөйөшкә һалыпға кәрәк. Шунан ҡулыңдағы ташты өҫкә сорғотаң* һәм шул ваҡытта икенсе ташты бергә алып өлгөрәһең. Шулай итеп дүрт ташты алып бөтәһең. Тағы таштарҙы икешәрләп һалып, тағы алаһың. Өсөшәрләп һалып тағы ла шулай алаһың. Дүртәүһен бергә һалып алаң. Ошоларҙы алып бөтөргәс, ул дүрт ташты кәртәгә индерәләр. Кәртәгә индереү шулай уҡ башҡарыла. Ошолайтып уйнайһың инде был уйынды

Йөҙөк һалыш. Теҙелешеп ултыраһың. Һәр кемдең алдына һалған һымаҡ итәһең дә, берәүһенә генә һалып китәһең. Шанан: — Йөҙөк кемдә? Әйт, — тиһең, көтөүсе эҙләй. Тапмаһа, уйын дауам итә, тапһа, кемдән таба, шал кеше — көтөүсе була, һин уның урынына ултыраһың.

Ҡырҡташ.

       40 таш алына. Нисә кеше була, улар һәр береһе үҙҙәренә ат алалар. Улар бер-береһенән аттарын алырға тейештәр. Әгәр берәйһе икенсеһенең атын ала икән, шул атынан яҙған кеше атын һатып ала. 40 таштың әҙерәген усына ала һәм ҡулының һыртын ҡуя. Һибелгән таштарҙың бөтәһен дә ҡул һырты менән кире алырға тейеш була. Әгәр берәйһен төшөрһә, икенсе кеше дауам итә. Бер кеше бөтәһенең дә аттарын алып бөтмәйенсә һәм 40 ташты ла бөткәнсе алмайынса уйын бөтмәй. Кем 40 ташты ла йыя, шул был уйындың еңеүсеһе була. Иҫкәрмә: 40 таш та аҡ төҫтә булырға тейеш.

Уйындарҙың әһәмиәте: таштар менән уйнау иғтибарлылыҡты, сослыҡты үҫтерә. Дөрөҫ һанарға, билдәле бер тәртипкә күнегеүгә өйрәтә.    

Себен уйыны.

Биш-алты утын ағасы оҙонлоғонда таяҡ алғандар һәм ергә тағы бер таяҡ ҡаҙап ҡуйғандар. Уның башына “себен” итеп тағы бер таяҡ ҡуйғандар. Шул ергә ҡаҙалған таяҡтан алып 5-6 һыҙыҡ һыҙғандар. Һәм бер кеше таяҡтарының береһе менән иң яҡын һыҙылған һыҙыҡта тороп “себен”гә бәргән. Әгәр таяҡ “себен” торған таяҡҡа тейеп, “себен” төшә икән, һин мәрәй йыяһың һәм икенсе һыҙыҡҡа баҫып бәрәһең. Унда ла тейһә - өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә һәм башҡаларына баҫып ташлайһың. Әгәр уйын ваҡытында таяғың тейеп “себен”де төшөрмәһә, икенсе кеше уйынды башлай. Тағы ла һиңә сират килеп етһә, туҡтаған ереңдән түгел, ә киренән башлайһың. “Себен” ҡуйылған таяҡ янында бер кеше торорға тейеш. Ул көтөүсе була. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Был уйын шулай уҡ унда ҡатнашыусыларҙы йыйнаҡлыҡҡа, төҙ итеп бәрә белеүгә өйрәтә.

Кәнсир.

-Берәй кәнсир* эсенә 12-24 таш һалаһың да өҫтөнә ҡуяһың, ә таҡтаны бүрәнә өҫтөнә һалаһың. Кәнсирҙе таҡтаның бер осона ҡуяһың да ҡалҡып торған икенсе осона ныҡ итеп баҫаһың. Кәнсир эсендәге таштар төрлө яҡҡа тарала. Шуны берәйһе йыя, ә ҡалғандар йәшенәләр. Йыйыусы йәшенеүселәрҙе эҙләй. Әгәр йыйыусы эҙләгән ваҡытта, әле табылмаған берәй йәшенеүсе сығып кәнсирҙе туҙҙырһа, йыйыусы киренән эҙләй башлай. Һәр бер кеше тапҡан һайын таҡтаға һуға бара. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Йәшенмәк уйынының бер төрө булараҡ, уйын баланы иғтибарлылыҡҡа өйртһә, икенсе яҡлап һибелгән таштарҙы йыйғанда уйынсыларға тағы ла әүҙемерәк булыуҙы талап итә, яй ҡуҙғалыусан, ололар әйткәндәй, аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөй торған кеше булһаң, был уйында йәшенгәндәрҙе эҙләүсе булып тик йөрөйһөң

Туп – соҡор уйыны:

Туп – соҡор уйынын уйнар өсөн иң тәүлә һыйырҙың баҡтаһын* алып туп эшләйҙәр. Шунан һәр бер уйнаусы тигеҙ урында бәләкәй генә итеп соҡор ҡаҙый, аҙаҡ тупты тәгәрәтәләр, кемдең тубы шул соҡорға төшә - шул кеше уйындан сыға бара, кемдеке төшмәй - шул кеше үҙенә мәрәй йыйып бара. Кемдеке күберәк мәрәй - шул еңеүсе.

Уйындың әһәмиәте:

Был уйын да ҡатнашыусыларҙың әүҙем һәм етеҙ булыуҙарын талап итә. Тубыңды тәгәрәтеп ебәргәндә, тиҙлек менән иҫәпләшеү кәрәк: шәп барған туп соҡорға төшмәй, уйынысыға мәрәй килтерәсәк

Мәскәй – әбей.

- Бер кеше әсәй, бер кеше Мәскәй әбей, ҡалғандары балалар булып бүленәләр һәм түңәрәккә торалар, әсә кеше балаларҙы уратып йөрөй:

«Тимер ситән үрәйем

Мәскәй әбей инмәҫкә»,- тип һамаҡлай ҙа һөткә китә, шул ваҡыт Мәскәй әбей тыңлап тора ла балаларҙы баҫтырып тота башлай, кем тотола - шул Мәскәй әбей затына әүерелә бара. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Шулай уҡ тормошсан уйын. Яуыз заттарға ышанмаҫҡа, юҡһа үҙең дә шундай хәлгә ҡаласағыңды төшөндөрә. Етеҙлек, көс, иғтибарлылыҡ талап ителә был уйында.

Йәмле таш:

 -Бүрәнә алып, шуның өҫтөнә таҡта һалаһың, шул уҡ таҡтаның да бер яҡ осона күп кенә итеп таш һалаһың. Бер кеше таҡтаның теге яҡ осона баҫһа, таштар тирә - яҡҡа һирпелә, шунан таштарҙы һирпкән кеше, кире йыйып һалырға тейеш. Уйындың шарты: һанап һәр ташты һалырға кәрәк.

       -Беҙ ошо уйындарҙы уйнаһаҡ, малайҙар ҡышын сәкән һуғып уйнай торғайнылар, ә йәйен инде йүгерек уйындар уйнаныҡ.

Уйындарҙың әһәмиәте:

Ҡурсаҡтар тормошҡа әҙерләһә, таштар менән уйын иғтибарлылыҡты, йылғырлыҡты үҫтергән.

 Гөргөлдәк - йәшенер алдынан әйтелгән һанашмаҡҡа бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән уйын исеме:гөр-гөр гөр әтәс, ике тауыҡ бер әтәс тип һанашмаҡ әйтелгән арала уйында ҡатнашыусылар йәшенеп бөтөргә тейештәр.

 Һәпәләк- эҙләүсенең күҙен бәйләп баҫҡан урынында бер –икене өйөрөлтөп,башҡалар эргәһенән китә,эҙләүсе тотолоусының кем икәнлеген әйтергә тейеш була.



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 6; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.133.138.234 (0.008 с.)