Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Халыҡ тамашаһы өсөн сценарий)

Поиск

Беренсе күренеш

 

Бауырһаҡ бешереүсе Оҫта, эшен тамамлап,

бер табаҡ бауырһағын күтәреп инә.

 ОҪТА. Саҡ бешереп бөттөм. Өлгөрҙөм. Аллаға шөкөр, бауырһағым уңды. Мин бит бауырһаҡ оҫтаһы. Эй тырыштым был юлы, төнө буйы йоҡламаным, бауырһаҡ байрамына әҙерләндем.

 

Йыр-бейеү менән бауырһағын күрһәтә.

Бешерәбеҙ бауырһаҡ,

Ең һыҙғанып тотонһаҡ,

Һә тигәнсе, йә тигәнсе

Әҙер минең бауырһаҡ.

 

Былай булһа, бауырһаҡтарым, гран-при – беҙҙеке! Гран-при – минең бауырһағыма! Ҡана, тәмләп ҡарайым, юғиһә талашып алып ашап бөтәләр, үҙем бер бөртөгөн дә ҡапҡаным юҡ.

Табығын өҫтәлгә ҡуйып, бер бауырһағын ҡаба.

Их, Бауырһаҡҡайым, Хан ҡыҙына ғына ашатырлыҡ! Бигерәк тәмле. Хан ҡыҙына ярарлыҡ, шәп! Их, һөйгән йәрең дә ошо Бауырһаҡ шикелле шәп булһын ине, ул да шундай уңған, һөйкөмлө, мөхәббәтле булһын ине… Тағы берҙе ашайым әле, хыялым тормошҡа ашмаҫ микән. Бына, ошо ҡупшыҡайҙы, тәмлебайҙы, рәхәтбайҙы, татлыбайҙы. Ам!?

Йәнә бер Бауырһаҡты алып ҡапмаҡ була, бармаҡтарына ҡыҫып, уның менән бейеп әйләнә. Ҡапыл бауырһаҡ ҡайҙалыр ситкә, иҙәнгә төшөп китә.

 

Эй, ҡайҙа остоң!? Сирғып тороп ҡасып китәсе… Әстәғарифулла… Ҡайҙа булды…

Тет итеп эҙләй, тапмай, буҙлап илап эскәмйәгә барып ауа.

Уф, арыным. Был ни ғиллә булыр икән!? Ҡуй инде, байрам көндө, кеше күреп, ишетеп ҡалмаһын…

 

Музыка үҙгәрә. Тылсымлы көй башлана.

 

АБ-1. Бауырһағын ысҡындырҙы беҙҙең Оҫта, юғалтты. Арының инде, уңғанбикә. Ана, эскәмйә ситенә ятып, йоҡланы ла китте. 

АБ-2. Бер ғәжәп көй ишетелә. Тылсымлы көй... Сеү, бер нәмә ҡыштырлай. Анау тирәлә нимәлер йәнләнә, кирелә, һуҙыла, көйләй, мығырлай...

АБ-1. Ҡарағыҙ әле, теге табаҡтан төшөп ҡасҡан Бауырһаҡ егет ҡиәфәтенә инде лә бында килә ята...

Өҫтәл ябыуы аҫтынан бер егет сыға – ул Бауырһаҡ.

 

АБ-1. Семте! Мине семте! Төш күрәм.

АБ-2. Юҡ, мине семте. Мин күрәм. Белдем: был Оҫтаның төшө!

АБ-1. Ә ниңә беҙгә күренә!?А-а!

АБ-2. Тыныслан. Беҙгә генә түгел, бөтәбеҙгә лә күренә. Ана, һәмишә халыҡ төш күреп ултыра. Бауырһаҡ төшө!

АБ-1. Бына исмаһам төш! Әллә төш күрәбеҙ, әллә әкиәт башлана.

 

 

Тылсымлы көй ыңғайына Бауырһаҡ йоҡлап ятҡан Оҫтаны ҡулынан (биленән) тотоп торғоҙа, бер-ике әйләндереп бейетә лә битенән үбеп, кире йоҡларға һала…

 

БАУЫРҺАҠ. Ял ит, оҫтабикә, мин байрамға үҙем генә барайым. Бауырһағым бик тәмле - Хан ҡыҙына ярарлыҡ, тинеңме? Хан ҡыҙы ла байрамға килә торғандыр. Мин уны үҙем һыйлап ҡарайым. (Кеҫәһенә бауырһаҡ һалып ала.)  

Икенсе күренеш

Музыка үҙгәрә. «Хан ҡыҙы» көйө.

Йырлай-көйләй Хан ҡыҙы килә.

Бауырһаҡ егет ҡыҙҙы көтөп ала.

 

АБ-1. Ҡарале, анауы килгән Хан ҡыҙы түгелме?!

Аб-2. Шул, Хан ҡыҙы. Көйө лә шуныҡы.

АБ-1. Баяғы Бауырһаҡ егет Хан ҡыҙын тотоп алды! Ҡара һин уны!

 

Хан ҡыҙына эйәреп йөрөп, Егет йырлай.

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,

Бауырһағым бар кеҫәмдә, мә, бирәйем!

ХАН ҠЫҘЫ. Миңә ул бауырһағыңдан ниндәй файҙа,

Матрицала майлы ҡамыр күрмәнемме?!

 

Бауырһаҡ егет Хан ҡыҙына бауырһаҡ бирә.

 

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәмен,

Һин бауырһаҡ яратаһың, мин беләмен.

ХАН ҠЫҘЫ. Һинең бауырһағың ашап ниндәй файҙа,

Һыу буйында ҡырсын ташы күрмәнемме?!

Егет Ҡыҙҙың ҡулына бауырһаҡ тоттора

 

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, ас ишегең, ҡәҙремде бел,

Йөрәгемде бүләк итәм, риза бул, көл.

ХАН ҠЫҘЫ. Һинең бауырһаҡ йөрәгең кемгә кәрәк,

Һандыҡ-һандыҡ алтын аҡса күрмәнемме!?

 

Хан ҡыҙы бауырһаҡты ашай һәм ныҡ сәсәй башлай.

 

ХАН ҠЫҘЫ.  Уй алла, тамағыма торҙо. Уй, һыу, һыу...

БАУЫРҺАҠ. Сәсәүең бушҡа түгел, тимәк, ғашиҡ булдың. Мин дә сәсәйем. Тимәк, дауаһы – мин. Ә миңә - һин.

ХАН ҠЫҘЫ. Юҡ, юҡ, кит, кит…

Икәүләшеп сәсәй-сәсәй баҫтырышып сығып йүгерәләр.

 

АБ-1. Ай, хан ҡыҙына ни булды?!

АБ-2. Тамағына ни торған?! Харап була!

 

Алып барыусылар вай-байлап сыға.

Өсөнсө күренеш

Оҫта йоҡонан уяна.

 

ОҪТА. Һии, йоҡлап киткәнмен. Байрам башланып ҡуймаһын. Гран-приҙан ҡолаҡ ҡағыу шул булыр. Иң алда барһам, әҙерләгән һыйҙарымды теҙеп ҡуйһам… Гран-при миңә булыр ул, ибет. Репетиция яһап алайым. Былай тип башлаған булырмын. Йәмәғәт! Йәмәғәт, сеү-сеүегеҙ, тиермен. Сер итеп кенә бер нәмә әйтәйемме? Биш төрлө ҡамыр-аш, майлы икмәк һәм дә бауырһаҡ бешерә беләм. Ысын. Ышанмаһағыҙ, бына, күрегеҙ, тиермен. Шунан… Биш төрлө ҡамыр-аш – в студию!

Музыка тантаналы, хыялый.

Дим буйы бауырһағын күтәргән АБ-1 (егет) инә.

 

ОҪТА. Ҡарағыҙ әле бынауын – Дим-дим бауырһағы. Дим буйынан килен алдыҡ, ҡоҙағыйым ошондай ғәләмәт ҙур ҡабара торған бауырһаҡ бешереп ебәрҙе. Рецебын әйтмәй ҡаҡшатты. Белдек!..

 

Башҡорт халыҡ йыры “Дим-дим” көйөнә

йырлап-бейегәндә АБ-1 (егет) ҡатнаша:

йырлаша, бейешә, күрһәтешә, тәмләшә һ.б.

Янып-көйөп Дим-дим,

Тирләп-бешеп Дим-дим,

Һеҙҙең өсөн бешерҙем.

Бауырһағым, Дим-дим,

Бер мөғжизә, Дим-дим,

Көскә килтереп еткерҙем.

 

АБ-1. Ни хәтле олпат, ни хәтле эре был бауырһаҡ! Хас та  Депутат. Әйткәндәй, оло ҡунаҡтар ифрат ярата уны. Яңы исем тағырҙар әле - Депутат бауырһағы. 

ОҪТА. Ярай, депутаттар былай ҙа бөтә нәмәне ялмап бара, уларға тағы бауырһыҡ! Дим бауырһағы тигәс, Дим бауырһағы, бутама!

 

Сәк-сәк күтәреп АБ-2 (ҡыҙ) инә.

ОҪТА. Иһии, сәксәк килә… Был бауырһаҡ кетерләп телдә иреп тора, баллаһаң, телеңде йоторһоң! И, бал тәме, туй йәме, ҡупшыҡай, йылтырҡай…

 

Йырлы-бейеү. Бик ҡупшы сәксәк кейемендәге ҡыҙ башҡара.

ЙЫР-ХУПЛАУ.

Айт, сәксәк, вайт, сәксәк,

Ниҙәр була нишләтһәк –

Ҡыҙҙыраһың күҙемде,

Әп итермен үҙеңде.

 

Айт, сәксәк, вайт, сәксәк,

Уаҡ-уаҡ итеп тешләтһәк,

Телең йоторһоң микән,

Башың тоторһоң микән.

 

Табағынан Кәкүртке - Урама ала АБ-3(ҡыҙға) тоттора..

 

ОҪТА. Был ҡамыр-аштың исеме – Урама. Былтыр башҡалаға, Өфөгә туйға барғанда, тәүләп ашаным. Силәбе яғынан килгән ҡоҙаларҙың күстәнәсе ул – Урама, уны Күгәрсен районы яғында Кәкүртке тиҙәр, Нефтекамалар Нетронь, тип кенә ебәрәләр. Исеме шулай – Нетронь. Саҡ ҡына тейһәң дә ватыла, имеш, ҡыйып ҡарап ҡына торорлоҡ. Үәт наҙлыбикә!

Йырлы-бейеү «Кәкүртке».

Ҡабарынҡы ебәк итәкле күлдәктәр менән ҡыҙҙар бейеү ансамбле башҡара,

урталағы орсоҡ – бейеүсе малай.

ЙЫР-ХУПЛАУ.

Былдыр-мылдыр ҡамырым

Орсоғома урала,

Таж-тож итеп майға сумһа,

Килеп сыға урама.

Ай урама, урама,

Кетер-кетер урала,

Тейә күрмә - ыуала,

Күҙең тейер – ҡарама,

Урап-урап булһа ла кил, 

Урамаға ҡарама.

 

АБ-3. Урама – наҙлыбикә, кәкүртке, нетронь… Тотоп та булмай, ашамай түҙеп тә булмай…

ОҪТА. Ашай башлаһаң, туҡтай алмаҫһың. Тағы бер тәмлекәсем бар әле – Ҡош теле.

 

Ҡош теле, ҡош теле,

йыуаса, тиҙәр уны,

туйҙыра ла, йырлата ла

йыуата, тиҙәр уны.

Ҡош телкәйе тәмле лә,

Түрҙә бигерәк йәмле лә.

 

Шулай ул, әйттем бит, биш төрлө ҡамыр-аш бешерә беләм.

 

Иртән иртүк торһаҡ,

Билде биштән быуһаҡ,

Онон, майын тапһаҡ, 

Бешә тәмле бауырһаҡ!

 

Әһә, бауырһыҡ! Ҡайҙа әле ул бауырһаҡ үҙе?! Атаҡ, кем алды, ҡайҙа ҡалды?! Юҡ бит, юҡ. Эй, теҙелегеҙ, Дим-дим – бында, Сәк-сәк – бында, Урама – бында, Ҡош теле – бында. Бауырһаҡ юҡ?! Бәрәкәт, ҡайҙа булды микән ул?! Табығыҙ. Ул бит – байрам ҡото, гран-при.

Оҫта нисек бауырһаҡ бешергәнен күрһәтеп йырлай, бейей, башҡалар уның хәрәкәтен ҡабатлап бейей.  Барыһы ла Бауырһаҡты эҙләй.

 

ОҪТА. И-ии, бауырһаҡҡайым…

Тасҡып-тасҡып баҫҡайным,

киртеп-киртеп ҡырҡҡайным,

һары майҙы ҡыҙҙырҙым,

сажылдатып сумырҙым,

Аҡҡош кеүек сумғайны,

тулған айҙай тулғайны,

ҡояш кеүек ҡалҡҡайны,

Болот кеүек ташҡайны.

Бауырһағым уңғайны!

Алтын кеүек булғайны,

Ай, ғәләмәт уңғайны!

Ҡайҙа ғына булғайны….

Бигерәк тәмле ине,

бигерәк матур ине,

Майлы ине, баллы ине,

тел йоторлоҡ татлы ине..

Бергә. Ҡайҙа булды бауырһаҡ,

   Байрам ҡото бауырһаҡ,

   Ниҙәр булыр юғалтһаҡ,

   Ниҙәр булыр һуң тапһаҡ?!

 

Ашамлыҡтар аптырашып сәхнә алдына килеп ҡатып ҡала… -Ана! Ҡайҙа?!.. Барыһы ла шул яҡҡа йүгереп сыға.

 

 

Дүртенсе күренеш

Музыка. «Хан ҡыҙы» көйө яңғырай, артабан диалогтар ҙа шул көйгә йырлана, сөнки был – йә төш, йә әкиәт…

Хан ҡыҙы инә, ҡаршыһына ҡурай уйнап Бауырһаҡ килә.

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, ас йөҙөңдө, мин күрәйем,

Һинең мине һөйгәнеңде мин беләйем.

ХАН ҠЫҘЫ. Һинең мине һөйгәнеңдән ниндәй файҙа,

Хәсрәтемдән сәсәй-сәсәй мин үләйем.

 

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, ни ҡайғылар төштө һиңә,

Нисек итеп ярҙам итә алам һиңә?!

ХАН ҠЫҘЫ. Килмә яҡын, тотма минең ҡулдарымдан,

Зинһар, егет, кит һин минең юлдарымдан.

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, йән һөйгәнем, ҡырыҫ булма,

Ҡалдыр мине яндарыңда, зинһар, ҡыума.

ХАН ҠЫҘЫ. Йөрәгемде яулап алдың, һин, Бауырһаҡ!

Атам мәңге риза булмаҫ, бергә булһаҡ!

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, һис ҡайғырма минең өсөн,

Батшаларҙы мин яулармын һинең өсөн.

Минһеҙ үтмәҫ бер йыйын да, бер табын да.

Иң тәмле, иң бай булырмын мин Йыһанда!

Бауырһаҡ ғәйрәтләнеп сығып китә.

Хан ҡыҙы туҡтауһыҙ сәсәй.

Оҫта инә, ул бер табаҡ бауырһаҡ күтәргән.

ОҪТА. Хан ҡыҙы, ниҙәр булды, ни эшләнең?!

ХАН ҠЫҘЫ. Бауырһаҡты ниңә генә мин тешләнем?!

Шунан бирле сәсәй-сәсәй үләм инде,

Хәлдәремде күрсе, зинһар, ҡотҡар инде.

ОҪТА. Хан ҡыҙы, зинһар, йәнем, ҡыҙма инде,

Ул бит минең Бауырһағым… Беләм инде.

Минең гран-при ала торған Бауырһағым

Хан ҡыҙына ғашиҡ ҡына булған инде…

Оҫта зар илап бөгөлөп төшә, Хан ҡыҙы сәсәй.

Музыка үҙгәрә, ҡәтғи фарманлы. Зурналар уйнай, барабан ҡағыла.

Төрлө ашамлыҡтарҙың йырын алып барыусылар башҡарыуы ла мөмкин.

АБ-1. Йәмәғәт, ағай-эне, иғлан тыңлағыҙ!

АБ-2. Бөтә бауырһаҡ бешереүселәрҙе йыйырға! Һәр береһенең бауырһағын тәмләп ҡарарға.

АБ-1. Кемдең бауырһағы хан ҡыҙын сәсәүҙән туҡтата, шуға хан ҡыҙын бирә! Ярты байлығын ҡушып бирә!

Сәхнәгә ашамлыҡтар, йәғни шул ашамлыҡтарҙы тотҡан оҫталар

 теҙелә. Был юлы ашамлыҡтар үҙҙәре телгә килә.

АБ-2. Ана килгән Урама, һыймай йөрөй урамға.

УРАМА. Урама - мин, Урама, саҡ тора, тип уйлама.

Кәкүртке, Нетронь – мин булам,  Туйҙар түрендә торам.   

Хан ҡыҙы Ураманы ашап ҡарай, тағы ла нығыраҡ сәсәй.

ОҪТА. Юҡ, юҡ был түгел! Урама, тай ҡырғараҡ.

Ураманы ситкә әйҙәп алып китәләр.

Алға Дим-дим бауырһағы сыға.

ДИМ-ДИМ.

Дим-бауырһаҡ буламын,

Яҡшы бизнес ҡорамын -

Ялтыр ҡағыҙҙарға төрөп

Магазинда һаталар,  

Аҡсаһына баталар…

Хан ҡыҙы Дим бауырһағын тәмләй, тағы ла нығыраҡ сәсәй.

Дим-дим ғәжәпләнеп ҡулдарын йәйеп ситкә китә.

АБ-3. Биҙәнә лә төҙәнә Сәк-сәк килә сәхнәгә.

СӘСКӘК.

Баллы-майлы Сәксәккәй,

Мин бигерәк тәмлекәй,

Бөтәһенә лә эләкмәй –

Һиңә генә кәрәккәй!?...

Хан ҡыҙы сәксәкте ҡаба. Йылмайып тын ала, барыһы «ура» ҡысҡыра.

Ләкин Хан ҡыҙы кинәт тағы нығыраҡ сәсәй.

ОҪТА. Бер алйот ҡылған ҡылыҡты ун аҡыллы төҙәтә алмай. Ҡылған Бауырһаҡ, ҡылған ҡылыҡты. Үҙенә ғашиҡ иткән. Хан ҡыҙын ғашиҡ иткән! Әйттем бит, гран-при уға, гран-при!

АБ-1. Туҡтағыҙ, тағы берәү! Ҡош телен тәмләһен!?

Ҡош теле, итәктәре ҡабарып, саҡ атлап килә.

ОҪТА. Сытыр-сытыр ҡабарып,

Килә булыр Ҡош теле.

Ҡаҙан тулып ҡабарып

бешә булыр Ҡош теле.

Ҡош теле, Ҡош теле,

Һине белмәгән – тиле.

Тилеһенән көлөрһөң,

Ашамай нисек түҙерһең.

Хан ҡыҙы Ҡош телен дә тәмләп ҡарай ҙа сәсәп ауып китә.

Барыһы ла уны уратып сабыша.

Бишенсе күренеш

ОҪТА. Туҡтағыҙ. Былай булмай. Хан ҡыҙын ҡарап тороп интектермәйек. Бауырһаҡ табылмаһа, торһон, яңынан бешерәм. Барыбер гран-при минеке буласаҡ.

АБ-1. Байрам тулы оҫталар. Кемдең бауырһағы килешә, шул дауа булыр. Бауырһаҡсылар, ярышҡа теҙелегеҙ. Бауырһаҡ бешереп ашатайыҡ.

Музыка. Бейеү көйө. Бауырһаҡсылар - йәш ҡыҙҙар-егеттәр йәки ысын оҫталар - уйынға сыға. Бауырһаҡ бешереү хәрәкәттәрен күрһәтеп бейеү. Кем яңылыша, шул төшөп ҡала.

Алып барыусылар  команда биреп тора.

Музыка. Бөтәһе ҡамыр баҫа.

Беренсе ярыш. Бауырһаҡ ҡамыры баҫабыҙ. Он әҙер. Һәйбәт ап-аҡ он, высший сорт, макфа, степная королева, уфимский мелкомбинат, архангельская мукомолка, Ҡыҫынды ҡырындыһы... Он! Күкәй! Тоҙ! Май! Ярма! Алма! Кем яңылыша... Бауырһаҡтар, парлашығыҙ!

Көй кинәт туҡтай. Кем парлашып бауырһаҡ тотоп өлгөрмәй, шул төшөп ҡала.

Икенсе ярыш. Май һалабыҙ. Бауырһаҡты кем ниндәй майға бешерә? Көнбағыш, һары май, ҡаҙ майы, туң май, кулинар майы, маргарин... Парлашабыҙ!

Өсөнсө ярыш. Бешерәбеҙ! Төшөрәбеҙ!Болғатабыҙ! Ҡыҙартабыҙ! Көйҙөрәбеҙ... Парлашабыҙ!

Дүртенсе ярыш. Һөҙөп алабыҙ, табаҡҡа һалабыҙ, балға манабыҙ, ауыҙға ҡабабыҙ! Парлашабыҙ!

ОҪТА. Минең Бауырһағым ҡайҙа йөрөй икән. Хәҙер һөйгәнен тартып алалар. Ана, әллә күпме бауырһаҡтар… Ҡайҙа минеке…

Ана, мине Бауырһағым!

Музыка. Тантаналы. Еңеү, триумф.

Сәхнә уртаһына алтын кеүек балҡып Бауырһаҡ инә.

Ул батшалар кейемендә.

Уға эйәргән орансылар – Алып барыусылар реклама, алтын миҙал, кубок, грамоталар күтәргәндәр. Бөтә геройҙар Бауырһаҡҡа юл бирә.

Сәләмләү одаға әйләнә.

АБ-1. Табындарҙың күрке Бауырһаҡ!

АБ-2. Йыһандарҙың тәме Бауырһаҡ!

Милли затлы ризыҡ – Бауырһаҡ!

Алтындарға тиңдәш Бауырһаҡ!

Бауырһаҡ Хан ҡыҙы алдына килә, Хан ҡыҙы уға баш эйә, ҡулын бирә. Бауырһаҡ Хан ҡыҙын үбә. Хан ҡыҙы көлөп ебәрә.

ОҪТА. Хан ҡыҙы терелде!

АБ-1. Сәсәмә сире һүрелде.

ОҪТА. Бауырһаҡ баҫты дауылды,

АБ-2. Ҡыҙға кейәү табылды!  

СӘКСӘК.  Мин – сәксәк. Туй бик һыйлы киләсәк!.

УРАМА.   Мин – Урама, бай торам, Ҡоҙаны шаҡ ҡатырам.

ҠОШ ТЕЛЕ. Беҙ - Ҡош теле булабыҙ. Йыуаса-тоҡҡа тулабыҙ.

Музыка. «Хан ҡыҙы» дәртле, юғары яңғырай.

БАУЫРҺАҠ. Хан ҡыҙы, йән һөйгәнем, йә, күрәһең,

Һинең өсөн бөтә байрам, йә, көләһең?!

ХАН ҠЫҘЫ. Минең өсөн генә түгел, йәнем, байрам,

Бар халыҡтың, оҫталарҙың байрамылыр.

Һинең кеүек уңған, матур, булдыҡлылар -

Был донъяла һәр муллыҡтың хужаһылыр!

Бергә.

Беҙҙең кеүек уңған, батыр, булдыҡлылар –

Был тормошта һәр байлыҡтың хужаһылыр!

 

Эпилог

АБ-1.

Ауылыбыҙ - Турат

Тормай оҙаҡ уйлап,

Ең һыҙғанып йыйынды                

Үткәрергә байрамды!

АБ-2. Ҡәҙерле ауылдаштарыбыҙ, байрамда ихлас ҡатнаштылар Фәлән-Фәләнә оҫталарыбыҙ, улар бешергән тәмле милли тәмлекәстәр.

Бауырһаҡ – фәләндеке

Сәксәк – төгәндеке

Нетронь-Кәкүртке – шуныҡы

Ҡош теле – быныҡы!!!

АБ-3. Ауылыбыҙ - Турат,

Билен быуып торғас,

Дәррәү берҙәм булғас,

Эй йырланы йырымды:

“Бауырһаҡлы, сәксәкле,

урамалы, ҡоштелле –

Бай, тип туған һыйымды!

Бай, тип тыуған яғымды!”

 

Тамам

Сәрүәр Сурина

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы комментаторы,

драматург, тел. 8 917 3405347, sarvarsurina@mail.ru

 

 

Бауырһаҡ байрамы

Байрамды алып барыусылар - тарихты бәйән итеүсе, ваҡыты менән тасуирлаусы, аңлатыусы булараҡ, тамаша буйына әүҙем ҡатнаша. Әгәр улар музыкант, йәғни тере оркестр булһа – баянсы, ҡурайсы, думбрасы, мандолинасы - музыкаль биҙәлеште хәл итһә, ифрат уңайлы буласаҡ.

Ҡатнашалар: Оҫта – бауырһаҡ бешереүсе, йырға, бейеүгә, телгә лә оҫта, шаян ҡатын; Хан ҡыҙы - әкиәти матур йырсы ҡыҙ; Бауырһаҡ-Егет - батыр, матур, шаян, баҙыҡ, мөхәббәтле, йырсы егет; Бауырһаҡ-Дим-Дим – костюмлы, дәрәжәле ҡиәфәтле, тәкәббер, һауалы ир; Сәксәк – ефәккә уранған, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, гел йылмайыусан, көйәҙ ҡыҙ; Урама–Кәкүртке – ҡат-ҡат итәкле, капризлы, илаҡ, ҡыйпысыҡ бисә; Ҡош теле–Йыуаса - үҙенә ышанған, ныҡ баҫып йөрөүсе, йыуантаҡ ҡатын; Ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр – 7 йәштән 70 йәшкә хәтле.

Сәхнәлә - Алтын көҙ. Бесән күбәләре, һары ҡайындар, ҡыҙыл миләштәр анһат ҡына бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡош теле өйөм-оялары булып үҙгәреп тә китеүе ихтимал. Күңелле халыҡсан көйҙәр.

Уртала өҫтәл, уны тирәләп эскәмйә-ширлектәр теҙелә.

Пролог

Байрамды алып барыусы өсәү - 1-се алып барыусы егет, 2-се алып барыусы ҡыҙ һәм 3-сө алып барыусы ҡыҙ инә.

1-се а.б.: Йәмәғәт, ауылдаштар, хәйерле көн!

2-се а.б.: Алтын көҙҙөң түрендә, мул уңыштың түрендә - әүәл Аллаға, хәйерле сәғәттә Бауырһаҡ байрамы башлана!

3-сө а.б.: Бауырһаҡты кем белмәй, кем ашамай, кем күрмәй?! Йә, кем белмәй?!

Йыр-хуплау: (Алып барыусылар хуплау йырын берәмләп йырлаһын йәки кемеһе асыҡ, матур йырлай, шул башҡара, ҡалғаны бейешеп тора…)

Барыбыҙ ҙа беләбеҙ,

Хатта яҡын күрәбеҙ,

Бауыр-бауыр-бауырһаҡ тип,

Талымһаҡ та ҡабымһаҡ тип,

Танһыҡ аш тип һөйәбеҙ,

Табын түрен йәмләп торған

Тәмле аш, тип беләбеҙ.

1-се а.б.: Бауырһаҡ – башҡорт халыҡ милли ашамлығы!

2-се а.б.: Бауырһаҡ - тыныс тормош, етеш тормош ризығы.

3-сө а.б.: Бауырһаҡ – ул беҙҙең өсөн бөгөн байрам ҡыҙығы! Шулай бит?!

Йыр хуплау:              Бауырһаҡ – ул мул табындың,

Бай тормоштоң ризығы,

Бауыр-бауыр-бауырым, тип

Елеп йөрөп әҙерләгән,

Һәр бөртөгөн ҡәҙерләгән, 

Өҫтәлдәрҙе һығылдырған 

Аш-һыуҙарҙың ҡыҙығы.

1-се а.б.: Ауылыбыҙҙың оҫталары – залда!

2-се а.б.: Һөнәрселәр ҙә, өйрәнсектәр ҙә бында.

3-сө а.б.: Бауырһаҡты бешереүселәр ҙә, ашап бөтөрөүселәр ҙә бында!

Йыр-хуплау: Бары ла бар булмаһа,

Оно-майы булмаһа,

Ҡулы-яйы булмаһа,

Бауыр-бауыр-бауырһаҡ, тип

Туй-байрамдар булмаһа,  

Бешмәҫ ине бауырһағым – бешереүсе булмаһа,

Бөтмәҫ ине бауырһағым – бөтөрөүсе булмаһа.

1-се а.б.: Йәмәғәт, ауылдаштар, байрам ҡунаҡтар (ауыл оҫталарын барлау-һанау) килгән!

2-се а.б.: Бауырһаҡ байрамы башлана! 

3-сө а.б.: Беҙҙең ауылда Бауырһаҡ байрамы булыр алдынан ғына, иҫ киткес матур бер көндә ғәжәп бер ваҡиға булған, ти. Ул ауылыбыҙҙың бауырһаҡ оҫталарының береһенең өйөндә башланған, ти. Көн буйы йорттан-йортҡа күсеп йөрөгән дә әле беҙҙең байрам кисәһенә килеп кергән, ти. Ҡарайыҡ әле шул – ни мажара, ни тарих булды икән ул?!

Алып барыусылар артҡы пландағы ҡайын, күбә, сәк-сәк өйөмө янына китә.

Музыка.

I  күренеш

Бауырһаҡ бешереүсе Оҫта, эшен тамамлап, бер табаҡ бауырһағын күтәреп инә.

Оҫта: Саҡ бешереп бөттөм. Өлгөрҙөм. Аллаға шөкөр, бауырһағым уңды. Мин бит бауырһаҡ оҫтаһы. Эй тырыштым был юлы, төнө буйы йоҡламаным, бауырһаҡ байрамына әҙерләндем.

Йыр-бейеү менән бауырһағын күрһәтә.

Бешерәбеҙ бауырһаҡ,

Ең һыҙғанып тотонһаҡ,

Һә тигәнсе, йә тигәнсе

Әҙер минең бауырһаҡ.

Былай булһа, бауырһаҡтарым, Гран-при – беҙҙеке! Гран-при – минең бауырһағыма! Ҡана, тәмләп ҡарайым, юғиһә талашып алып ашап бөтәләр, үҙем бер бөртөгөн дә ҡапҡаным юҡ.

Табығын өҫтәлгә ҡуйып, бер бауырһағын ҡаба.

Их, Бауырһаҡҡайым, Хан ҡыҙына ғына ашатырлыҡ! Бигерәк тәмле. Хан ҡыҙына ярарлыҡ, шәп! Их, һөйгән йәрең дә ошо Бауырһаҡ шикелле шәп булһын ине, ул да шундай уңған, һөйкөмлө, мөхәббәтле булһын ине… Тағы берҙе ашайым әле, хыялым тормошҡа ашмаҫ микән. Бына, ошо ҡупшыҡайҙы, тәмлебайҙы, рәхәтбайҙы, татлыбайҙы. Ам!!!

Йәнә бер бауырһаҡты алып ҡапмаҡ була, бармаҡтарына ҡыҫып, уның менән бейеп әйләнә. Ҡапыл бауырһаҡ ҡайҙалыр ситкә, иҙәнгә төшөп китә.

Эй, ҡайҙа остоң!? Сирғып тороп ҡасып китәсе… Әстәғарифулла… Ҡайҙа булды…

Тет итеп эҙләй, тапмай, буҙлап илап эскәмйәгә барып ауа.

Уф, арыным. Был ни ғиллә булыр икән!? Ҡуй инде, байрам көндө, кеше күреп, ишетеп ҡалмаһын…

Музыка үҙгәрә. Тылсымлы көй башлана.

1-се а.б.: Бауырһағын ысҡындырҙы беҙҙең Оҫта, юғалтты. Арының инде, уңғанбикә. Ана, эскәмйә ситенә ятып, йоҡланы ла китте. 

2-се а.б.: Бер ғәжәп көй ишетелә. Тылсымлы көй...

1-се а.б.: Ҡарағыҙ әле, теге Бауырһаҡ егет ҡиәфәтенә инде лә табаҡтан төштө.

Өҫтәл ябыуы аҫтынан бер егет сыға – ул Бауырһаҡ-Егет.

2-се а.б.: Оҫта әллә төш күрә, әллә әкиәт башлана.

1-се а.б.: Әллә бөтәбеҙ ҙә төш күрәбеҙме… Бауырһаҡ төшө…

Тылсымлы көй ыңғайына Бауырһаҡ-Егет йоҡлап ятҡан Оҫтаны ҡулынан (биленән) тотоп торғоҙа, бер-ике әйләндереп бейетә лә битенән үбеп, кире йоҡларға һала.

Бауырһаҡ: Ял ит, оҫтабикә, мин байрамға үҙем генә барайым. Бауырһағым бик тәмле - Хан ҡыҙына ярарлыҡ, тинеңме? Хан ҡыҙы ла байрамға килә торғандыр. Мин уны үҙем һыйлап ҡарайым (кеҫәһенә бауырһаҡ һалып ала).  

II күренеш

Музыка үҙгәрә. «Хан ҡыҙы» көйө. Йырлай-көйләй Хан ҡыҙы килә. Бауырһаҡ-Егет ҡыҙҙы көтөп ала.

1-се а.б.: Ҡарале, анауы килгән Хан ҡыҙы түгелме?!

2-се а.б.: Шул, Хан ҡыҙы. Көйө лә шуныҡы.

1-се а.б.: Баяғы Бауырһаҡ егет Хан ҡыҙын тотоп алды! Ҡара һин уны!

Хан ҡыҙына эйәреп йөрөп, Егет йырлай.

Бауырһаҡ: Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,

Бауырһағым бар кеҫәмдә, мә, бирәйем!

Хан ҡыҙы: Миңә ул бауырһағыңдан ниндәй файҙа,

Матрицала майлы ҡамыр күрмәнемме?!

   Бауырһаҡ егет Хан ҡыҙына бауырһаҡ бирә.

Бауырһаҡ: Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәмен,

Һин бауырһаҡ яратаһың, мин беләмен.

Хан ҡыҙы: Һинең бауырһағың ашап ниндәй файҙа,

Һыу буйында ҡырсын ташы күрмәнемме?!

Егет ҡыҙҙың ҡулына бауырһаҡ тоттора.

Бауырһаҡ: Хан ҡыҙы, ас ишегең, ҡәҙеремде бел,

Йөрәгемде бүләк итәм, риза бул, көл.

Хан ҡыҙы: Һинең бауырһаҡ йөрәгең кемгә кәрәк,

Һандыҡ-һандыҡ алтын аҡса күрмәнемме?!

Хан ҡыҙы бауырһаҡты ашай һәм ныҡ сәсәй башлай.

Хан ҡыҙы: Уй алла, тамағыма торҙо. Уй, һыу, һыу...

Бауырһаҡ: Сәсәүең бушҡа түгел, тимәк, ғашиҡ булдың. Мин дә сәсәйем. Тимәк, дауаһы – мин. Ә миңә - һин.

Хан ҡыҙы: Юҡ, юҡ, кит, кит…

Икәүләшеп сәсәй-сәсәй баҫтырышып сығып йүгерәләр.

1-се а.б.: Ай, хан ҡыҙына ни булды?!

2-се а.б.: Тамағына ни торған?! Харап була!

Алып барыусылар вай-байлап сыға.

III  күренеш

Оҫта йоҡонан уяна.

Оҫта: Һии, йоҡлап киткәнмен. Байрам башланып ҡуймаһын. Гран-приҙан ҡолаҡ ҡағыу шул булыр. Иң алда барһам, әҙерләгән һыйҙарымды теҙеп ҡуйһам… Гран-при миңә булыр ул, ибет. Репетиция яһап алайым. Былай тип башлаған булырмын. Йәмәғәт! Йәмәғәт, сеү-сеүегеҙ, тиермен. Сер итеп кенә бер нәмә әйтәйемме? Биш төрлө ҡамыр-аш, майлы икмәк һәм дә бауырһаҡ бешерә беләм. Ысын. Ышанмаһағыҙ, бына, күрегеҙ, тиермен. Шунан… Биш төрлө ҡамыр-аш – в студию!

Музыка тантаналы, хыялыйса.

Дим буйы бауырһағын күтәргән 1-се а.б.инә.

Оҫта: Ҡарағыҙ әле бынауын – Дим-Дим бауырһағы. Дим буйынан килен алдыҡ, ҡоҙағыйым ошондай ғәләмәт ҙур ҡабара торған бауырһаҡ бешереп ебәрҙе. Рецебын әйтмәй ҡаҡшатты. Белдек!..

Йырлап-бейегәндә алып барыусы ҡатнаша: йырлаша, бейешә, күрһәтешә, тәмләшә һ.б.


Янып-көйөп Дим-дим,

Тирләп-бешеп Дим-дим,

Һеҙҙең өсөн бешерҙем.

Бауырһағым, Дим-дим,

Бер мөғжизә, Дим-дим,

Көскә килтереп еткерҙем.


1-се а.б.: Ни хәтле олпат, ни хәтле эре был бауырһаҡ! Хас та  Депутат. Әйткәндәй, оло ҡунаҡтар ифрат ярата уны. Яңы исем тағырҙар әле - Депутат бауырһағы. 

Оҫта: Ярай, депутаттар былай ҙа бөтә нәмәне ялмап бара, уларға тағы бауырһыҡ! Дим бауырһағы тигәс, Дим бауырһағы, бутама!

Сәк-сәк күтәреп 2-се а.б. инә.

Оҫта: Иһии, сәк-сәк килә… Был бауырһаҡ кетерләп телдә иреп тора, баллаһаң, телеңде йоторһоң! И, бал тәме, туй йәме, ҡупшыҡай, йылтырҡай…

Йырлы-бейеү. Бик ҡупшы сәс-сәк кейемендәге ҡыҙ башҡара.

Йыр-хуплау:           


Айт, сәксәк, вайт, сәксәк,

Ниҙәр була нишләтһәк –

Ҡыҙҙыраһың күҙемде,

Әп итермен үҙеңде.

Айт, сәксәк, вайт, сәксәк,

Уаҡ-уаҡ итеп тешләтһәк,

Телең йоторһоң микән,

Башың тоторһоң микән.


Табағынан Кәкүртке - Урама ала, 3-сө алып барыусы ҡыҙға тоттора.

Оҫта: Был ҡамыр-аштың исеме – Урама. Былтыр башҡалаға, Өфөгә туйға барғанда, тәүләп ашаным. Силәбе яғынан килгән ҡоҙаларҙың күстәнәсе ул – Урама, уны Күгәрсен районы яғында Кәкүртке тиҙәр, Нефтекамалар Нетронь, тип кенә ебәрәләр. Исеме шулай – Нетронь. Саҡ ҡына тейһәң дә ватыла, имеш, ҡыйып ҡарап ҡына торорлоҡ. Үәт наҙлыбикә!

Йырлы-бейеү «Кәкүртке».

Ҡабарынҡы ебәк итәкле күлдәктәр менән ҡыҙҙар бейеү ансамбле башҡара, урталағы орсоҡ – бейеүсе малай.

Йыр хуплау:               


Былдыр-мылдыр ҡамырым

Орсоғома урала,

Таж-тож итеп майға сумһа,

Килеп сыға урама.

Ай урама, урама,

Кетер-кетер урала,

Тейә күрмә - ыуала,

Күҙең тейер – ҡарама,

Урап-урап булһа ла кил, 

Урамаға ҡарама.


3-сө а.б.: Урама – наҙлыбикә, кәкүртке, нетронь… Тотоп та булмай, ашамай түҙеп тә булмай…

Оҫта: Ашай башлаһаң, туҡтай алмаҫһың. Тағы бер тәмлекәсем бар әле – Ҡош теле.

Ҡош теле, ҡош теле,

Йыуаса, тиҙәр уны,

Туйҙыра ла, йырлата ла

Йыуата, тиҙәр уны.

Ҡош телкәйе тәмле лә,

Түрҙә бигерәк йәмле лә.

Шулай ул, әйттем бит, биш төрлө ҡамыр-аш бешерә беләм.

Иртән иртүк торһаҡ,

Билде биштән быуһаҡ,

Онон, майын тапһаҡ, 

Бешә тәмле бауырһаҡ!

Әһә, бауырһыҡ! Ҡайҙа әле ул бауырһаҡ үҙе?! Атаҡ, кем алды, ҡайҙа ҡалды?! Юҡ бит, юҡ. Эй, теҙелегеҙ, Дим-дим – бында, Сәк-сәк – бында, Урама – бында, Ҡош теле – бында. Бауырһаҡ юҡ?! Бәрәкәт, ҡайҙа булды микән ул?! Табығыҙ. Ул бит – байрам ҡото, Гран-при.

Оҫта нисек бауырһаҡ бешергәнен күрһәтеп йырлай, бейей, башҡалар уның хәрәкәтен ҡабатлап бейей. Барыһы ла Бауырһаҡты эҙләй.

Оҫта:


И-ии, бауырһаҡҡайым…

Тасҡып-тасҡып баҫҡайным,

Киртеп-киртеп ҡырҡҡайным,

Һары майҙы ҡыҙҙырҙым,

Сажылдатып сумырҙым,

Аҡҡош кеүек сумғайны,

Тулған айҙай тулғайны,

Ҡояш кеүек ҡалҡҡайны,

Болот кеүек ташҡайны.

Бауырһағым уңғайны!

Алтын кеүек булғайны,

Ай, ғәләмәт уңғайны!

Ҡайҙа ғына булғайны….

Бигерәк тәмле ине,

Бигерәк матур ине,

Майлы ине, баллы ине,

Тел йоторлоҡ татлы ине.


Бергә:                     Ҡайҙа булды бауырһаҡ,

Байрам ҡото бауырһаҡ,

Ниҙәр булыр юғалтһаҡ,

Ниҙәр булыр һуң тапһаҡ?!

   Ашамлыҡтар аптырашып сәхнә алдына килеп ҡатып ҡала…

- Ана! Ҡайҙа?!

Барыһы ла шул яҡҡа йүгереп сыға.

IV  күренеш

Музыка. «Хан ҡыҙы» көйө яңғырай, артабан диалогтар ҙа шул көйгә йырлана, сөнки был – йә төш, йә әкиәт…

Хан ҡыҙы инә, ҡаршыһына ҡурай уйнап Бауырһаҡ килә.

Бауырһаҡ:    Хан ҡыҙы, ас йөҙөңдө, мин күрәйем,

Һинең мине һөйгәнеңде мин беләйем.

Хан ҡыҙы:    Һинең мине һөйгәнеңдән ниндәй файҙа,

Хәсрәтемдән сәсәй-сәсәй мин үләйем.

Бауырһаҡ:    Хан ҡыҙы, ни ҡайғылар төштө һиңә,

Нисек итеп ярҙам итә алам һиңә?!

Хан ҡыҙы:    Килмә яҡын, тотма минең ҡулдарымдан,

Зинһар, егет, кит һин минең юлдарымдан.

Бауырһаҡ:        Хан ҡыҙы, йән һөйгәнем, ҡырыҫ булма,

Ҡалдыр мине яндарыңда, зинһар, ҡыума.

Хан ҡыҙы:    Йөрәгемде яулап алдың, һин, Бауырһаҡ!

Атам мәңге риза булмаҫ, бергә булһаҡ!

Бауырһаҡ:        Хан ҡыҙы, һис ҡайғырма минең өсөн,

Батшаларҙы мин яулармын һинең өсөн.

Минһеҙ үтмәҫ бер йыйын да, бер табын да.

Иң тәмле, иң бай булырмын мин Йыһанда!

Бауырһаҡ ғәйрәтләнеп сығып китә. Хан ҡыҙы туҡтауһыҙ сәсәй. Оҫта инә, ул бер табаҡ бауырһаҡ күтәргән.

Оҫта: Хан ҡыҙы, ниҙәр булды, ни эшләнең?!

Хан ҡыҙы:    Бауырһаҡты ниңә генә мин тешләнем?!

Шунан бирле сәсәй-сәсәй үләм инде,

Хәлдәремде күрсе, зинһар, ҡотҡар инде.

Оҫта:              Хан ҡыҙы, зинһар, йәнем, ҡыҙма инде,

Ул бит минең Бауырһағым… Беләм инде.

Минең Гран-при ала торған Бауырһағым

Хан ҡыҙына ғашиҡ ҡына булған инде…

Оҫта зар илап бөгөлөп төшә, Хан ҡыҙы сәсәй.

Музыка үҙгәрә, ҡәтғи фарманлы. Зурналар уйнай, барабан ҡағыла.

Төрлө ашамлыҡтарҙың йырын алып барыусылар башҡарыуы ла мөмкин.

1-се а.б.: Йәмәғәт, ағай-эне, иғлан тыңлағыҙ!

2-се а.б.: Бөтә бауырһаҡ бешереүселәрҙе йыйырға! Һәр береһенең бауырһағын тәмләп ҡарарға.

1-се а.б.: Кемдең бауырһағы хан ҡыҙын сәсәүҙән туҡтата, шуға хан ҡыҙын бирә! Ярты байлығын ҡушып бирә!

Сәхнәгә ашамлыҡтар, йәғни шул ашамлыҡтарҙы тотҡан оҫталар теҙелә. Был юлы ашамлыҡтар үҙҙәре телгә килә.

2-се а.б.: Ана килгән Урама, һыймай йөрөй урамға.

Урама:  Урама - мин, Урама, саҡ тора, тип уйлама.

Кәкүртке, Нетронь – мин булам,  

Туйҙар түрендә торам.   

Хан ҡыҙы Ураманы ашап ҡарай, тағы ла нығыраҡ сәсәй.

Оҫта: Юҡ, юҡ, был түгел! Урама, тай ҡырғараҡ.

Ураманы ситкә әйҙәп алып китәләр. Алға Дим-дим бауырһағы сыға.

Дим-дим:              Дим-бауырһаҡ буламын,

Яҡшы бизнес ҡорамын -

Ялтыр ҡағыҙҙарға төрөп

Магазинда һаталар,  

Аҡсаһына баталар…

Хан ҡыҙы Дим бауырһағын тәмләй, тағы ла нығыраҡ сәсәй. Дим-дим ғәжәпләнеп, ҡулдарын йәйеп ситкә китә.

3-сө а.б.: Биҙәнә лә төҙәнә Сәксәк килә сәхнәгә.

Сәксәк:                       Баллы-майлы Сәксәккәй,

Мин бигерәк тәмлекәй,

Бөтәһенә лә эләкмәй –

Һиңә генә кәрәккәй!?

Хан ҡыҙы сәк-сәкте ҡаба. Йылмайып тын ала, барыһы «ура» ҡысҡыра. Ләкин Хан ҡыҙы кинәт тағы нығыраҡ сәсәй.

Оҫта: Бер алйот ҡылған ҡылыҡты ун аҡыллы төҙәтә алмай. Ҡылған Бауырһаҡ, ҡылған ҡылыҡты. Үҙенә ғашиҡ иткән. Хан ҡыҙын ғашиҡ иткән! Әйттем бит, Гран-при уға, Гран-при!

1-се а.б.: Туҡтағыҙ, тағы берәү! Ҡош телен тәмләһен!?

Ҡош теле, итәктәре ҡабарып, саҡ атлап  килә.

Оҫта:                           


Сытыр-сытыр ҡабарып,

Килә булыр Ҡош теле.

Ҡаҙан тулып ҡабарып

Бешә булыр Ҡош теле.

Ҡош теле, Ҡош теле,

Һине белмәгән – тиле.

Тилеһенән көлөрһөң,

Ашамай нисек түҙерһең.


Хан ҡыҙы Ҡош телен тәмләп ҡарай ҙа, сәсәп ауып китә. Барыһы ла уны уратып сабыша.

V күренеш

Оҫта: Туҡтағыҙ. Былай булмай. Хан ҡыҙын ҡарап тороп интектермәйек. Бауырһаҡ табылмаһа, торһон, яңынан бешерәм. Барыбер Гран-при минеке буласаҡ.

1-се а.б.: Байрам тулы оҫталар. Кемдең бауырһағы килешә, шул дауа булыр. Бауырһаҡсылар, ярышҡа теҙелегеҙ. Бауырһаҡ бешереп ашатайыҡ.

Музыка. Бейеү көйө. Бауырһаҡсылар - йәш ҡыҙҙар-егеттәр йәки ысын оҫталар уйынға сыға. Бауырһаҡ бешереү хәрәкәттәрен күрһәтеп бейеү. Кем яңылыша, шул төшөп ҡала. Алып барыусылар  команда биреп тора.

Музыка. Бөтәһе ҡамыр баҫа.

Беренсе ярыш. Бауырһаҡ ҡамыры баҫабыҙ. Он әҙер. Һәйбәт ап-аҡ он, высший сорт, макфа, степная королева, уфимский мелкомбинат, архангельская мукомолка, Ҡысынды ҡырындыһы... Он! Күкәй! Тоҙ! Май! Ярма! Алма! Кем яңылыша... Бауырһаҡтар, парлашығыҙ!

Көй кинәт туҡтай. Кем парлашып бауырһаҡ тотоп өлгөрмәй, шул төшөп ҡала.

Икенсе ярыш. Май һалабыҙ. Бауырһаҡты кем ниндәй майға бешерә? Көнбағыш, һары май, ҡаҙ майы, туң май, кулинар майы, маргарин... Парлашабыҙ!

Өсөнсө ярыш. Бешерәбеҙ! Төшөрәбеҙ! Болғатабыҙ! Ҡыҙартабыҙ! Көйҙөрәбеҙ... Парлашабыҙ!

Дүртенсе ярыш. Һөҙөп алабыҙ, табаҡҡа һалабыҙ, балға манабыҙ, ауыҙға ҡабабыҙ! Парлашабыҙ!

Оҫта: Минең Бауырһағым ҡайҙа йөрөй икән. Хәҙер һөйгәнен тартып алалар. Ана, әллә күпме бауырһаҡтар… Ҡайҙа минеке…

Ана, мине Бауырһағым!

Музыка. Тантаналы. Еңеү, триумф.

Сәхнә уртаһына алтын кеүек балҡып Бауырһаҡ инә. Ул батшалар кейемендә. Уға эйәргән орансылар – алып барыусылар реклама, алтын миҙал, кубок, грамоталар күтәргәндәр. Бөтә геройҙар Бауырһаҡҡа юл бирә. Сәләмләү одаға әйләнә.

1-се а.б.: Табындарҙың күрке Бауырһаҡ!

2-се а.б.: Йыһандарҙың тәме Бауырһаҡ!

Милли затлы ризыҡ – Бауырһаҡ!

                    Алтындарға тиңдәш Бауырһаҡ!

Бауырһаҡ Хан ҡыҙы алдына килә, Хан ҡыҙы уға баш эйә, ҡулын бирә. Бауырһаҡ Хан ҡыҙын үбә. Хан ҡыҙы көлөп ебәрә.

Оҫта: Хан ҡыҙы терелде!

1-се а.б.: Сәсәмә сире һүрелде.

Оҫта: Бауырһаҡ баҫты дауылды,

2-се а.б.: Ҡыҙға кейәү табылды!   

Сәксәк: Мин – Сәксәк. Туй бик һыйлы киләсәк!.

Урама: Мин – Урама, бай торам, Ҡоҙаны шаҡ ҡатырам.

Ҡош теле: Беҙ - Ҡош теле булабыҙ. Йыуаса-тоҡҡа тулабыҙ.

Музыка. «Хан ҡыҙы» дәртле, юғары яңғырай.

Бауырһаҡ:      Хан ҡыҙы, йән һөйгәнем, йә, күрәһең,

Һинең өсөн бөтә байрам, йә, көләһең?!

Хан ҡыҙы:       Минең өсөн генә түгел, йәнем, байрам,

Бар халыҡтың, оҫталарҙың байрамылыр.

Һинең кеүек уңған, матур, булдыҡлылар -

Был донъяла һәр муллыҡтың хужаһылыр!

Бергә:                   Беҙҙең кеүек уңған, батыр, булдыҡлылар –

                               Был тормошта һәр байлыҡтың хужаһылыр!

Эпилог

1-се а.б.:           Ауылыбыҙ - Турат

Тормай оҙаҡ уйлап,

Ең һыҙғанып йыйынды                

Үткәрергә байрамды!

2-се а.б.: Ҡәҙерле ауылдаштарыбыҙ, байрамда ихлас ҡатнаштылар оҫталарыбыҙ улар бешергән тәмле милли тәмлекәстәр. Бауырһаҡ, Сәксәк, Нетронь-Кәкүртке, Ҡош теле (оҫталарҙың исемдәрен әйтә).

3-сө а.б.:            Ауылыбыҙ – Үрге Һаҙ,

Билен быуып бер аҙ,

Дәррәү берҙәм тотондо,

Эй йырланы йырымды:

«Бауырһаҡлы, сәксәкле,

Урамалы, ҡоштелле –

Бай, тип туған һыйымды!

Бай, тип тыуған яғымды!»

 

2015 йыл.

 



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 6; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.226.150.136 (0.017 с.)