Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Оҫта – бауырһаҡ бешереүсе, йырға, бейеүгә, телгә лә оҫта, шаян ҡатын.

Поиск

 

Сәрүәр Сурина

 

БАУЫРҺАҠ

 

Халыҡ тамашаһы өсөн сценарий

 

Пролог, алты күренештә, эпилог

 

Ғәмәли төркөм (иғлан ителә):

 

АБ-1(егет), АБ-2 (ҡыҙ), АБ-3 (ҡыҙ) - байрамды алып барыусылар.

Улар – тарихты бәйән итеүсе, ваҡыты менән тасуирлаусы, аңлатыусы булараҡ, тамаша буйына актив ҡатнаша. Әгәр улар музыкант, йәғни тере оркестр булһа – баянсы, ҡурайсы, думбрасы, мандолинасы булараҡ, музыкаль биҙәлеште хәл итһә, ифрат уңайлы буласаҡ.

Оҫта – бауырһаҡ бешереүсе, йырға, бейеүгә, телгә лә оҫта, шаян ҡатын.

Хан ҡыҙы - әкиәти матур йырсы ҡыҙ.

Бауырһаҡ-Батыр егет - әкиәти матур, шаян, баҙыҡ, мөхәббәтле, йырсы егет.

Бауырһаҡ-Дим-дим – костюмлы, дәрәжәле ҡиәфәтле, тәкәббер, һауалы ир.

Сәксәк – ефәккә уранған, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, гел йылмайыусан, көйәҙ ҡыҙ.

Урама–Кәкүртке – ҡат-ҡат итәкле, капризлы, илаҡ, ҡыйпысыҡ бисә.

Ҡош теле–Йыуаса - үҙенә ышана, ныҡ баҫып йөрөй, йыуантаҡ ҡатын.

 

Ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр – 7 йәштән 70 йәшкә хәтле.

 

Сәхнәлә - Алтын көҙ.

Бесән күбәләре, һары ҡайындар, ҡыҙыл миләштәр анһат ҡына

бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡош теле өйөм-оялары булып үҙгәреп тә китеүе ихтимал.

Күңелле халыҡсан көйҙәр.

Уртала өҫтәл, уны тирәләп эскәмйә-ширлектәр теҙелә.

 

Өфө

2015 йыл

 

Пролог

 

Байрамды алып барыусы өсәү -

АБ-1(егет), АБ-2 (ҡыҙ), АБ-3 (ҡыҙ) инә.

АБ-1. Йәмәғәт, ауылдаштар, хәйерле көн!

АБ-2. Алтын көҙҙөң түрендә, мул уңыштың үрендә - әүәл Аллаға, хәйерле сәғәттә Бауырһаҡ байрамы башлана!

АБ-3. Бауырһаҡты кем белмәй, кем ашамай, кем күрмәй?! Йә, кем белмәй?!!

 

ЙЫР-ХУПЛАУ: (Алып барыусылар хуплау йырын берәмләп йырлаһын йәки кемеһе асыҡ, матур йырлай, шул башҡара, ҡалғаны бейешеп тора… Башҡорт халыҡ йыры “Миңә ҡарап-ҡарап ала...” көйөнә йырлана.)

Барыбыҙ ҙа беләбеҙ,

хатта яҡын күрәбеҙ,

Бауыр-бауыр-бауырһаҡ тип,

талымһаҡ та ҡабымһаҡ тип,

танһыҡ аш тип һөйәбеҙ,

табын түрен йәмләп торған

тәмле аш, тип беләбеҙ.

 

АБ-1. Бауырһаҡ – башҡорт халыҡ милли ашамлығы!

АБ-2. Бауырһаҡ - тыныс тормош, етеш тормош ризығы.

АБ-3. Бауырһаҡ – ул беҙҙең өсөн бөгөн байрам ҡыҙығы! Шулай бит?!

 

ЙЫР-ХУПЛАУ:

Бауырһаҡ – ул мул табындың,

бай тормоштоң ризығы,

Бауыр-бауыр-бауырым, тип

елеп йөрөп әҙерләгән,

һәр бөртөгөн ҡәҙерләгән, 

өҫтәлдәрҙе һығылдырған 

аш-һыуҙарҙың ҡыҙығы.

 

АБ-1. Ауылыбыҙҙың оҫталары – залда!

АБ-2. Һөнәрселәр ҙә өйрәнсектәр ҙә бында.

АБ-3. Бауырһаҡты бешереүселәр ҙә ашап бөтөрөүселәр ҙа бында!!!.

 

ЙЫР-ХУПЛАУ:

Бары ла бар булмаһа,

оно-майы булмаһа,

ҡулы-яйы булмаһа,

Бауыр-бауыр-бауырһаҡ, тип

Туй-байрамдар булмаһа,  

Бешмәҫ ине бауырһағым – бешереүсе булмаһа,

Бөтмәҫ ине бауырһағым – бөтөрөүсе булмаһа.

 

АБ-1. Йәмәғәт, ауылдаштар, байрам ҡунаҡтар - Фәлән-Фәләнәләр... (ауыл оҫталарын барлау-һанау) килгән!

АБ-2. Бауырһаҡ байрамы башлана! 

АБ-3. Беҙҙең ауылда Бауырһаҡ байрамы булыр алдынан ғына, ғәжәп матур бер көндә ғәжәп бер ваҡиға булған, ти. Ул ауылыбыҙҙың бауырһаҡ оҫталарының береһенең өйөндә башланған, ти. Көн буйы йорттан-йортҡа күсеп йөрөгән дә әле беҙҙең байрам кисәһенә килеп кергән, ти. Ҡарайыҡ эле шул – ни мажара, ни тарих булды икән ул?!

 

Алып барыусылар артҡы пландағы ҡайын, күбә, сәксәк өйөмө янына китә.

 

 

Музыка



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 6; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 3.15.151.94 (0.007 с.)