Заглавная страница Избранные статьи Случайная статья Познавательные статьи Новые добавления Обратная связь FAQ Написать работу КАТЕГОРИИ: АрхеологияБиология Генетика География Информатика История Логика Маркетинг Математика Менеджмент Механика Педагогика Религия Социология Технологии Физика Философия Финансы Химия Экология ТОП 10 на сайте Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрацииТехника нижней прямой подачи мяча. Франко-прусская война (причины и последствия) Организация работы процедурного кабинета Смысловое и механическое запоминание, их место и роль в усвоении знаний Коммуникативные барьеры и пути их преодоления Обработка изделий медицинского назначения многократного применения Образцы текста публицистического стиля Четыре типа изменения баланса Задачи с ответами для Всероссийской олимпиады по праву Мы поможем в написании ваших работ! ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
Влияние общества на человека
Приготовление дезинфицирующих растворов различной концентрации Практические работы по географии для 6 класса Организация работы процедурного кабинета Изменения в неживой природе осенью Уборка процедурного кабинета Сольфеджио. Все правила по сольфеджио Балочные системы. Определение реакций опор и моментов защемления |
Урал батыр» эпосын башҡарыусы балаларҙың
Сурина С.Р., тележурналист, драматург, Өфө. «Урал батыр» бәйгеһенең телевизион йылъяҙмаһы авторы (1994-2019йй.) sarvarsurina@mail.ru
ҠОБАЙЫРҒА ТЕРЕҺЫУ БӨРКӨП…
«Урал батыр» эпосын башҡарыусы балаларҙың республика конкурсы тарихынан Башҡортостандың халыҡ сәсәне, бөтә тормошон башҡорт халҡының ауыҙ-тел байлығын йыйыуға арнаған бөйөк фольклорсы, драматург, йәмғиәт эшмәкәре Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) үҙенең туған халҡына иҫ киткес оло бүләк ҡалдыра. Егерменсе быуат башында Рәсәйҙә күтәрелгән милли үҙаң уяныу, халыҡ ижадын һәм тарихын өйрәнеү идеялары менән рухланып, ул башҡорт халыҡ эпостарын, ҡобайырҙарын, дастандарын яҙып ала башлай. Баймаҡ яғында оҫта ҡобайырсылар - Хәмит Әлмөхәмәтов (1861-1923) менән уның Иҙрис ауылында йәшәгән кейәүе Ғәбит Арғынбаев (1856-1921) хаҡында ишетә. 1910 йылдың август башында (бесән-ураҡ мәлендә) Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит утары тип йөрөтөлгән тау башында башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы «Урал батыр» ҡобайыры яҙып алына. Был ваҡиғаның тарихи әһәмиәтен билдәләп, өс уҙаман тарафынан махсус ҡуйылған Сәсән ташы әле лә һаҡлана. Башҡорт сәсәнлек мәктәбенең төп шарты – күсәлилешлек: Fәбит сәсән «Урал батыр» ҡобайырын Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтан отоп ала, ә Ишмөхәмәт сәсән үҙенең уҡытыусыһы Айҙар Байыҡ сәсән булыуын әйтә. Күренекле башҡорт ғалимдары Мөхтәр Сәғитов, Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән башҡорт ҡобайырҙарын, иртәктәрен, эпостарын өйрәнә һәм дәреслектәргә индерә. Советтар илендә үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫеү менән рухи терелеү, милли йәнлелек башлана. Ғалимдар, шағирҙар, мәғариф һәм мәҙәниәт етәкселәре башҡорт сәсәндәре мәктәбен тергеҙеү хаҡында һүҙ башлай (Р.Т.Бикбаев, Ә.М.Сөләймәнов, М.Б.Юлмөхәмәтов). 1990 йылдың мартында Республика Халыҡ ижады үҙәге (директоры Ю.И.Ғәйнетдинов) Нефтселәр Мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә бөтә республиканан сәсәндәрҙе йыя. Рәшит Әхтәров, Хәнифә Әбүбәкирова, Гөлнур Мамлиева, Әсмә Усманова, Вәсилә Садиҡова, Фәүзиә Юлдашбаева, Гүзәл Халиҡова, Асия Ғәйнуллина һ.б. боронғо әйтеш традицияларын тергеҙә, өлкән быуынға эйәреп биш йәш шағир - Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбай, Ғәбиҙулла заман темаларын күтәреп сәсәнлектә ярыш – әйтештә майҙан тота. 1996 йылдың башында Бөрйән районы Яңы Монасип мәктәбендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың, Иҫке Собханғол ауылында «Һомайғош» фольклор ансамбленең тәүге сығыштары яңғырай (ойоштороусылар - Бөрйәндең мәғариф бүлеге – Клара Байназарова, Роза Ғүмәрова, уҡытыусылар Мәрйәм Ҡәҙерғолова, Марат Муллағолов һ.б.). Шул уҡ йылда Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбендә «Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләү бәйгеһе үтә (уҡытыусы Асия Ғәйнуллина). 1996 йылдың аҙағында республика музыкаль белем биреү мәктәп-интернатында (директоры Ф.Б.Санъяров, бөгөн Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика мәктәп-гимназияһы) «Урал батыр» ҡобайырын башҡарыусы балаларҙың тәүге ҙур бәйгеһе үткәрелә. Шунан һуң Башҡортостан мәғариф министры Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың бөтә республика конкурсын иғлан итә. 1997 йылдың февраль айында төбәктәрҙә еңеүсе балалар Өфө дәүләт филормония сәхнәһендә беренсе республика конкурсына йыйыла (ойоштороусы – Мәғариф министрлығының милли телдәр бүлеге мөдире Рифҡәт Фәтҡулла улы Абдуллин, кисәне алып барыусы Динә Әмир ҡыҙы Шәймырҙина). 1998 йыл Бөрйәндә район кимәлендә йәнә бәйге үтә. (Ойоштороусылары – Клара Байназарова, Роза Ғүмәрова). 1999 йылдың июнендә - икенсе республика конкурсы, Бөрйән районы мәғариф бүлеге (етәксеһе Гәрәй Миндегәрәй улы Йомағолов, бүлек мөдире Роза Ғүмәрова, Клара Байназарова), Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр бүлеге (мөдире Зилә Шәүкәт ҡыҙы Яппарова), Республика уҡыусы йәштәрҙең мәҙәниәт үҙәге (Разия Зөфәр ҡыҙы Салауатова, Флүрә Шакир ҡыҙы Абсаликова) менән бергә «Урал батыр» эпосы менән бәйле төбәктә - Шүлгәнташ мәмерйәһе янында «Тыуған яҡ тарихы һуҡмағы»н башлайҙар. Эпос һүҙҙәрен ятлаған балалар Урал батыр, Шүлгән, Һомай, Йәнбикә, Йәнбирҙе образдары аша донъяны сәләмләй. Туғыҙ райондан саҡырылған төркөмдәр араһында Саҡмағош районы Ҡаръяуҙы мәктәбенән килгән балалар беренсе урынды яулай (уҡытыусы Альмира Мәснәүи ҡыҙы Калагаева). Эпосты һөйләү конкурсының шарттары асыҡлана, БДУ доценты Х.М.Әхмәтов тәҡдиме менән ятланған юлдар һанына ҡарап баһаларға ҡарар ителә. 2000 йылда Бөрйән районы мәғариф идаралығы районкүләмендә «Һомайҙа ҡунаҡта» тигән йәнә бер бәйге үткәрә. Саҡмағош, Илеш районы уҡыусылары саҡырыла. Сәсәндәр ижадын фәнни һәм тарихи яҡлап мәктәптә өйрәнеү нигеҙҙәре, эпосты яттан һөйләүҙе «Тыуған яҡ этнографияһы һуҡмағы» йәш эҙәрмәндәр хәрәкәте менән ҡушыу мәсьәләләре алға ҡуйыла (ойоштороусы - Клара Байназарова, Роза Ғүмәрова, Республика уҡыусы йәштәрҙең мәҙәниәт үҙәге, Мәғариф министрлығынан З.Ш.Яппарова, Ленинград ғалимы Ю.С.Ляхницкий, Ленинград педагогия институтының фольклор экспедицияһы ҡатнаша).
2001 йылда Бөрйән районы мәғариф идаралығы һәм Башҡортостан мәғариф министрлығы балаларҙы Бөрйәнгә өсөнсө бөтә республика конкурсына йыя. «Урал батыр» эпосын башҡорт һәм инглиз телдәрендә тулыһынса ятлаған Әбйәлил районы Ҡыҙрас мәктәбе уҡыусыһы Венера Баймөхәмәтова бәйгене яңы баҫҡысҡа күтәрә (уҡытыусылары Мәүжиҙә Баймөхәмәтова менән Тәнзилә Ҡунафина). Дүрт мең биш йөҙ шиғри юлды яттан һөйләү мөмкинлеге иҫбатлана. Һәм быны балалар тормошҡа атҡара. Был бәйгелә эпостың йөкмәткеһен сәхнәләштереү һәм тыуған яҡ хаҡында ҡобайыр әйтеү шарттары өҫтәлә. «Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләгән уҡыусыларҙың республика конкурсы бынан һуң йыл һайын үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн һәр районда бәйгеләр үтә, иң оҫта һөйләгән уҡыусыларҙан район командаһы туплана. Команда визитка программаһын әҙерләй, эпос һөйләүсе, үҙ ҡобайырын әйтеүсе, викторина өсөн яуаплыһы була. Ҡурайсы, бейеүсе, йырсы ҡатнашыуы мөмкин. Ҡобайыр һөйләүселәр ике төркөмдә баһалана. Беренсе төркөмдә 7-10-сы класс уҡыусылары, икенсеһе 2-6-сы синыфты тамамлаған балалар. Гран-при яулаған еңеүсе Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә имтиханһыҙ уҡырға инә ала. 2002 йылда Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында үткән конкурста Йылайыр районы Һабыр мәктәбе уҡыусыһы Гөлсәсәк Торомтаева Гран-при яулай. Командалар араһында ярыш ҡыҙыу бара. Мең километр юл үтеп килгән Тәтешле районы командаһы еңеп сыға. Бөрйәндәр башлаған «Тыуған яҡ этнографияһы һуҡмағы» дауам итә – Хәйбулла районының мәғариф ветераны Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова һөйләгән ҡарһүҙҙәрҙә эпик әҫәр геройҙарының Хәйбулла яғындағы эҙҙәре «табыла» - Шайтантау ҡаялары аша үҙенә юл ярып, ағаһы Яйыҡ менән осрашырға ашыҡҡан Һаҡмар – Урал батырҙың улы, дала ҡылғандарын тарап көн-төн иҫкән яман елде сығарыусы аждаһаның Елбаш тауында йәшәүе, Таҙтүбә тауы башындағы боронғо күлдең Урал батырҙан ҡасҡан юха йыландарҙың төйәге булғаны «асыҡлана»… Урал батыр, уның кәләше Һомай, һыу аҫты батшаһы Шүлгән һәм башҡа образдар сәхнәүи тамаша-инсценировкаларҙа уңышлы сағыла.
2003 йыл Баймаҡ районы Талҡаҫ күле буйындағы бәйге – дүртенсе республика конкурсы - Эпос байрамына әйләнә. Йылайыр районы уҡыусыһы Айрат АтанғоловҡаГран-при бүләге тапшырыла. Йылайырҙар икенсе мәртәбә еңеүсе була – ҡобайырсыларҙы Һабыр мәктәбе уҡытыусыһы Фәндиҙә Ҡудашева әҙерләй. Балаларҙың үҙҙәре яҙған ҡобайырҙары – конкурстың яңы турыөҫтәлә. Баймаҡ район мәғариф бүлеге Хәмит сәсән менән Ғәбит сәсәндең туғандарын саҡыра. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол мәктәбе уҡытыусыһы Дәүләтбай Ибраһимов «Хәмит сәсәндең шәжәрәһе»н төҙөй. Хәмит сәсәндең тоҡомонда йырға оҫта, уҡытыусылар һәм табиблыҡҡа маһир кешеләр күп. Ғәбит сәсән нәҫелдәштәре араһында хәрбиҙәр, хужалыҡ етәкселәре байтаҡ. Илһөйәр, сая холоҡло Арғынбаевтар - Башҡортостанда билдәле арҙаҡлы зат. 2004 йылда «Урал батыр» эпосын ятлаған бәйгеселәр Ейәнсура районының йәмле төбәгендә Урта Муйнаҡ ауылы янында туплана. Иң оҫта башҡарыусы Миләүшә Ильясова Гран-при ҡотон Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенә алып китә (уҡытыусыһы Гөлфинә Ильясова). 2005 йылда бәйге тауыштары Дәүләкән районы Асылыкүл буйында яңғырай. Гран-при бүләге Тәтешле районы уҡыусыһы Әлиә Ғәзизоваға бирелә (уҡытыусылары Гүзәл Ғәскәрова менән Руфина Ғәлимйәнова). Башҡорт халҡының «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы геройҙары бәйгене ҡаршылай (тамашаның етәксеһе Зөләрәм Снегирева). Башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы буйынса викторина өҫтәлә. 2006йылда бәйге Миәкә районында үтә. Гран-при бүләгенә Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡыусыһы Александр Щуплов лайыҡ була (уҡытыусыһы Әминә Юнысова). Миәкәләге йыйын бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыуға бағышлана. Конкурстың икенсе турында Аҡмулла шиғырҙарын ятлаған балалар имтихан тота. Беренсе урын – Рида Тимершәйехова, Илеш районы, икенсе урын – Эльвина Ҡыямова, Асҡын районы). 2007йылда эпос башҡарыусылар Стәрлебаш районында йыйыла. Гран-при ҡотон Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбе уҡыусыһы Вәсилә Ҡаҙарбаева яулай (уҡытыусыһы Яңылбикә Вәлишина). Стәрлебашта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған тәүге конкурс үтә - Рәми Ғарипов әҫәрҙәрен башҡарыусылар тәүге мәртәбә майҙан тота. 2008 йылда Стәрлетамаҡ ере унынсы республика бәйгеһен ҡабул итә. Гран-при бүләгенә Рида Тимершәйехова лайыҡ була, Илеш районы, Үрге Йәркәй 1-се урта мәктәбе (уҡытыусылары Ғәлиә Мөхәмәтова менән Ғәлимә Ғәлиева). Бәйгенең юбилейы хөрмәтенә театрлаштырылған тамаша ҡуйыла (режиссёр Альмира Ҡыуатова, сценарий авторы Сәрүәр Сурина, ойоштороусы Эльвера Ишемғолова). 2009йылда ун беренсе республика конкурсы Бәләбәй районында. Гран-при Дыуан районынан Зөлфирә Таһироваға бирелә. Өфө ҡалаһы, 134-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Йәмил Намаҙбаевҡаэпосты һөйләү оҫталығы өсөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың маҡтау хаты, махсус бүләге (ноутбук) тапшырыла (уҡытыусыһы Гөлнур Зарипова). Бәләбәйҙәге бәйгелә Рәшит Ниғмәти менән Баязит Бикбай ижады буйынса викторина үтә (беренсе урында Гөлсиә Солтанова, Йылайыр районы Байғужа мәктәбе). 2010йылда Дәүләкән районында - ун икенсе республика конкурсы. Гран-при яулаусы - Ишембай ҡалаһы, З.Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһыРәсилә Хисмәтуллина. «Урал батыр», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Ҡармасан менән Сәрмәсән», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Аҡһаҡ ҡола» эпосы буйынса тамашалар күрһәтелә. Еңеүселәр араһында Әбйәлилдән Зәлиә Әбдрәхимова, Учалынан Әлнирә Заһиҙуллина, Дәүләкәндән Гөлназ Мусина, Сибайҙан Әлиә Аминева, Хәйбулланан Fәзиз Ишмөхәмәтов, Белореттән Ләйсән Әхтәмовалар булды. 2011йыл -Туймазы районында ун өсөнсө республика конкурсы. Ҡандыракүл буйында Гран-при яулаусы – Fәзиз Әлмөхәмәтов, Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе(уҡытыусыһы Әминә Юнысова). Еңеүселәр араһында Учалынан Әлнирә Заһиҙуллина, Сибайҙан Әлиә Аминева, Баймаҡтан Ильяс Дауытбаев, Илештән Лиана Fәлиуллина, Әбйәлилдән Дәүләт Сафин, Күмертауҙан Инсаф Йәмилев, Туймазынан Айҙар Камалов. 2012йыл -Сибай ҡалаһы янында ун дүртенсе республика конкурсы. Гран-при бүләген яулаусы - Инсаф Йәмилев Күмертау ҡалаһынан (уҡытыусыһы Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы Ишкинина). Инсаф Йәмилевҡа Рәсәй-Башҡортостан “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса “Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы” Премияһы бирелде. 2013йыл – Баймаҡ районы Талҡаҫ күле буйында ун бишенсе йыйын. Гран-при бүләге - Ишембай ҡалаһы республика кадет мәктәбендә уҡыусы Ислам Төхфәтуллиндә (уҡытыусыһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова). 2014 йыл – Бөрйән районында ун алтынсы конкурс. Гран-при бүләген Салауат районы Әлкә мәктәбенән Илнар Зарипов яулай. Яҡшы әҙерләнгән йәш ҡобайырсылар - Хәйбулла районынан Рәсүл Билалов, апалы-ҡустылы Рәсүл менән Әминә Әлибаевтар, Бөрйәндән Айдилә Иҫәнгилдина, Илештән Лиана Fәлиуллина, Йылайырҙан Снежана Асаинова, Күгәрсендән Гөлфиә Килсенбаева һ.б. 2015 йыл – Бөрйәндә ун етенсе конкурс үтә. Гран-при лауреаты - Зарема Әминева Учалы районы Мулдаҡай мәктәбенән (уҡытыусыһы З.А.Әминева). Зарема бер-нисә йыл рәттән уңышлы бәйге тота килде. - Учалы районы Яңы Байрамғол мәктәбенән Ләйсән Золотарева башланғыс синыфта уҡыған балалар араһында гран-при дипломын ала. 2016 йыл– Бөрйән ун һигеҙенсе бәйгене ҡаршылай. Гран-при бүләген Гөлфрүз Хисмәтуллина яулай. Ишембайҙағы З.Вәлиди исемендәге 2-се республика гимназия-интернатында уҡыған Гөлфрүздең (уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова) апаһы Рәсилә Хисмәтуллина 2010 йылда Дәүләкән районында үткән бәйгелә еңеүсе булғайны (уҡытыусыһы Рифат Әйүпов). 2017 йыл – Бөрйәндә ун туғыҙынсы конкурс еңеүсеһе Гөлнара Ҡазарбаева, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы. Уның бер туған апаһы Вәсилә Ҡаҙарбаева 2007 йылда Стәрлебаш районында үткән бәйгелә гран-при яулағайны. Уҡытыусылары Яңылбикә Вәлишина, Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбендә эшләй. Был йылдан башлап гран-при дипломына лайыҡ булған йәш ҡобайыр һөйләүсегә Әхмәт Сөләймәнов исемендәге премия тапшырыласаҡ, уны арҙаҡлы ғалим, бәйгенең төп баһаманы булған филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдинова иғлан итте. Беренсе урында – Ләйсән Золотарева (Учалы районы), Сөмбөл Ласынова (Сибай ҡалаһы), Алина Нафиҡова (Салауат ҡалаһы). 2018 йыл – Бөрйәндә егерменсе юбилей конкурсы. Гран-при бүләге Гөлсәсәк Шәриповала ул Ишембайҙа, Зәки Вәлиди исемендәге 2-се Республика башҡорт гимназия-интернатында туғыҙынсы класта уҡый. Уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханованың эпосты ятлап, гран-при бүләген алған өсөнсө уҡыусыһы ул, тәүгеләре: Инсаф Төхфәтуллин (2013), Гөлфрүз Хисмәтуллина (2016). Шулай уҡ 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған Ғәлиә Шәрипова ла – уның уҡыусыһы. 2019 йыл – Ишембай ҡалаһында егерме беренсе республика конкурсы. Гран-при бүләге Гөлназ Үтәгәновала, Күмертау ҡалаһындағы 3-сө республика гимназия-интернаты (уҡытыусыһы....). XXI Республика конкурсында З.Вәлиди исемендәге 2-се республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова 1-се урынды алды. Шулай итеп, ҡобайырсы балаларҙың республика бәйгеләре Бөрйән (1998, 2001), Хәйбулла (2002), Баймаҡ (2003), Ейәнсура (2004), Дәүләкән (2005), Миәкә (2006), Стәрлебаш (2007), Стәрлетамаҡ (2008), Бәләбәй (2009), Дәүләкән (2010), Туймазы (2011) райондарында, Сибайҙа (2012), Баймаҡта (2013), Бөрйәндә (2014, 2015, 2016, 2017, 2018), Ишембайҙа (2019) үтте. Эпосты ятлау, сәхнәләштереү, ҡобайыр башҡарыу вәзен-алымын өйрәнеү киң үҫеш ала. Башҡортостан мәғариф министрлығы (министрҙар - Фирҙәүес Хисаметдинова, Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Зөһрә Рәхмәтуллина, Зиннәт Аллаяров, Әлфис Ғаязов, Азамат Хажин), министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре – Миндебай Юлмөхәмәтов, Артур Сурин, Зилә Яппарова, Рәйсә Күзбәкова, Салауат Кәримов, Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Розалия Сафиуллина), Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдарынан абруйлы жюри тупланы (даими рәйесе - Әхмәт Сөләймәнов, баһалама төркөмө – Салауат Ғәлин, Мирас Иҙелбаев, Розалия Солтангәрәева, Ғәйнислам Ибраһимов, Ғиниәт Ҡунафин, Әхмәт Дәүләтҡолов, Сәлимә Таһирова, Ғәлимә Ғәлина, Азамат Юлдашбаев, Гөлнур Хөсәйенова, Ишбаев, Гөлнар Юлдыбаева, Нәркәс Хөбөтдинова, Сәрүәр Сурина, Ислам Төхфәтуллин). Республика конкурсында Башҡортостан мәғариф министрлығы менән конкурс баһамандары төбәктәрҙә һайлап алған ҡобайырсыларҙы ғына тыңлай, район командалары ғына ҡатнаша. 1998, 2001 йылда Бөрйәндә башланған республика бәйгеһе, төбәк етәкселегенең һорауы менән (бигерәк тә Роза Шәрифйән ҡыҙы Ғүмәрованың юллауы) 2014-2018 йылдарҙа Бөрйән районы “Ағиҙел” балаларҙың йәйге һауыҡтырыу лагерында үтте. 2019 йылда конкурс Ишембай ҡалаһына, Торатау буйына күсте.
Бөрйәндә, эпоста һүрәтләнгән данлыҡлы урындарҙа, башланған конкурс Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Дәүләкән, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Сибайға, Ишембайға күсте. Ҡобайырсыларҙы Аҡмулла, Шәмсетдин Зәки, Ҡаһым түрә, Хәмит Әлмөхәмәтов менән Ғәбит Арғынбаев, Яков Ухсай, Сабирйән Мәүлетҡолов төбәге, Торатау буйы тыңланы, артабан Ҡобағош сәсән, Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән, Салауат Юлаев, Айҙар Байыҡ сәсән, Ғәли Соҡорой, Шәйехзада Бабичтың тыуған ерҙәре көтә. Урал батыр аманаты – ерең, илең, халҡың өсөн йәшәү. Был бөйөк ҡобайыр – тыуған ерҙе, яҡшылыҡты, дуҫлыҡты данлай. Башҡорт халҡының ғына түгел, бөтә Башҡортостан халҡының тормош фәлсәфәһенә әүерелгән Урал батыр аманаты һәр йөрәккә барып етә.
Эпик тере һүҙ үлемһеҙ һәм терелтер көскә эйә. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләгән балаларҙың сәсәнлек традицияларын яңыртыуы заманса мәҙәни күренеш. Тарих тәгәрмәсе кире әйләнмәгән кеүек, боронғо сәсәндәрҙе ҡабатлау мөмкин түгел, әммә үлемһеҙ һүҙ һәм фекер ҡала, тел һәм рух йәшәй. Башҡорт халҡының ижади ҡөҙрәтен туплаған ҡобайырҙы һәр яҡлап өйрәнер ғалимдарыбыҙ – тарихсы, философ, социолог, психолог, географ, археолог, ботаник, табибтар бөгөн үҫә. «Урал батыр» эпосын белгән, ятлаған, уның асылын аңлаған балалар үҙҙәренең тормош асылын да табыр, кешелекте Урал батыр саҡырған яҡтылыҡҡа әйҙәр, Урал батыр кеүек тыуған илен һәм ерен һаҡлаусы быуын үҫер, тип ышанғы килә.
«Урал батыр» эпосын яттан оҫта һөйләгән уҡыусылар: 1. Гөлназ Ильясова, Ауырғазы районы 2. Роза Нафиҡова, Дыуан районы 3. Лена Даянова, Баҡалы районы 4. Зөбәржәт Әминева, Баймаҡ районы 5. Әлиә Таймасова, Хәйбулла районы 6. Әлфиә Хәмиҙуллина, Ғ.Әлмөхәмәтов ис. мәктәп-гимназияһы 7. Руслан Шәрәфетдинов, Бөрйән районы 8. Рәфис Аҡҡужин, Ғ.Әлмөхәмәтов ис. мәктәп-гимназияһы 9. Юлиә Назарова, Йылайыр районы 10. Зиннур Теүәлбаев, Йылайыр районы 11. Розалиә Ҡаҙаҡбаева, Сибай ҡалаһы 12.Лилиә Шәрәфетдинова, Бөрйән районы 13. Тәлғәт Манатов, Хәйбулла районы 14. Азамат Сафин, Асҡын районы 15. Азамат Солтанов, Ишембай ҡалаһы, 16. Динә Иҙиәтуллина, Дәүләкән районы 17. Альбина Усманова, Күмертау ҡалаһы, К.Арыҫланов ис. гимназия 18. Әлфиә Һатлыҡова, Әбйәлил районы 19. Айгөл Исҡужина, Өфө ҡалаһы, 144-се гимназия 20. Эльза Ғөбәйҙуллина, Баймаҡ балалар ижад йорто, 21. Гөлъямал Рәхмәтова, Әбйәлил районы 22. Гөлсинә Йосопова, Салауат ҡалаһы 23. Александр Щуплов, Хәйбулла районы 24. Динис Камалетдинов, Хәйбулла районы 25. Ләйсән Татлыбаева, Әлшәй районы 26. Гөлсиә Солтанова, Йылайыр районы 27. Миләүшә Мөхәмәтова, Илеш районы 28. Дамир Хәйруллин, Әбйәлил районы 29. Сәлимә Ҡаранаева, Ғафури районы 30. Фидәлиә Ишбаева, Ейәнсура районы 31. Кристина Малышева, Салауат ҡалаһы 32. Урал Байбулатов, Күгәрсен районы 33. Зөлфирә Таһирова, Дыуан районы 34. Рәсилә Хисмәтуллина, Ишембай ҡалаһы 35. Гөлфрүз Хисмәтуллина, Ишембай ҡалаһы 36. Таңсулпан Атанғолова, Йылайыр районы, Һабыр мәктәбе 37. Гөлназ Дилмөхәмәтова, Мәләүез ҡалаһы 38. Гөлфиә Фәхретдинова, Ҡырмыҫҡалы районы 39. Ләйсән Боранғолова, Бәләбәй ҡалаһы 40. Роза Батраева, Благовар районы, Күсәрбай мәктәбе 41. Йәмил Намаҙбаев, Өфө ҡалаһы 42. Мәҙинә Ҡәйепова, Хәйбулла районы 43. Дилә Мифтахова, Бишбүләк районы 44. Зилиә Әбелғатина, Миәкә районы Илсеғол мәктәбе 45. Зәлиә Әбдрәхимова, Әбйәлил районы Атауҙы урта мәктәбе 46. Әлнирә Заһиҙуллина, Учалы районы Рысай урта мәктәбе 47. Гөлназ Мусина, Дәүләкән районы Ҡыҙрас урта мәктәбе 48. Әлиә Әминева, Сибай ҡалаһы Р.Өмөтбаев ис. башҡорт лицейы 49. Fәзиз Ишмөхәмәтов, Хәйбулла районы Әбеш урта мәктәбе 50. Ләйсән Әхтәмова, Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбе 51. Ирәндек Байгилдин, Ейәнсура районы Самаҙы мәктәбе 52. Гөлфиә Фәхретдинова, Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбе 53. Әлмира Кашапова, Әлшәй районы М.Буранғолов ис. башҡорт лицейы 54. Рәғинә Сәйфетдинова, Архангел районы Тәүәкәс мәктәбе 55. Гүзәл Шәйҙуллина, Нуриман районы Ишморат мәктәбе 56. Рәмзиә Ходжаева, Федоровка районы Яңы Яуыш мәктәбе 57. Инсаф Йәмилев, Күмертау ҡалаһы, РПЛИ 58. Ислам Төхфәтуллин, Ишембай ҡалаһы, кадет мәктәбе 59. Ынйы Абдуллина, Салауат ҡалаһы, 25-се гимназия 60. Рәғинә Сәйфетдинова, Архангель 1-се мәктәбе 61. Филүзә Ғимашева, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбе 62. Эльза Ғирфанова, Дыуан районы республика лицей-интернаты 63. Әминә Әлибаева, Өфө ҡалаһы, Р.Ғарипов ис.РБГИ. 64. Ынйы Абдуллина, Салауат ҡалаһы 65. Зарема Әминева, Учалы районы 66. Илнар Зарипов, Салауат районы 67. Гөлсәсәк Шәрипова, Ишембай ҡалаһы, БРГИ-2. 68. Ләйсән Үтәбаева, Белорет ҡ., Я.Хамматов ис. гимназия 69. Луиза Низамова, Балтас районы 70. Сара Истәкова, Бөрйән районы 71. Ғайсар Ҡансурин, Өфө, Р.Ғарипов ис. БРГИ-1. 72. Илнура Сафина, Дәүләкән районы 73. Гөлнара Ҡазарбаева, Баймаҡ лицей-интернаты 74. Алина Нафиҡова. салауат ҡалаһы 75. Сөмбөл Ласынова, Сибай ҡалаһы
«Урал батыр» эпосын яттан башҡарған балаларҙың бәйгеһе тарихында фәһемле осраҡтар бар. Бер мәктәптән гран-при яуларлыҡ икешәр-өсәр сәсәнһүҙ оҫтаһы әҙерләгән уҡытыусылар Фәндиҙә Ҡоҙашева менән Әлфиә Ҡужабәкова Йылайыр районы Һабыр мәктәбендә, ике еңеүсе әҙерләгән Әминә Юнысова Хәйбулла районы Әбеш мәктәбендә эшләй. Ишембайҙағы З.Вәлиди исемендәге 2-се республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханованың өс уҡыусыһы гран-при дипломына лайыҡ булды, икәүһе беренсе урынды яуланы, Илеш районынан Ғәлиә Мөхәмәтова менән Ғәлимә Ғәлиеваларҙың уҡыусылары гран-при яулай йәки йыл һайын призлы урындар ала.
«Урал батыр» эпосын балаларға өйрәтеүсе уҡытыусылар: 1. Тәскирә Ғәлина, Федоровка районы 2. Венера Нәзирова, Йылайыр районы 3. Фәниә Хәсәнова, Дәүләкән районы 4. Зилә Шәйбәкова, Белорет районы 5. Рәзилә Ахунова, Балтас районы 6. Альбина Кайбышева, Республика башҡорт гимназияһы 7. Земфира Шәйхинурова, Балтас районы 8. Нуриза Ситдикова, Баҡалы районы 9. Гөлбүләк Ғәлләмова, Ғ.Әлмөхәмәтов ис. мәктәп-гимназияһы 10. Лира Фәхретдинова, Ғ.Әлмөхәмәтов ис. мәктәп-гимназияһы 11. Гәүһәр Ғүмәрова, Стәрлебаш районы 12. Камил Фазлый, Бәләбәй районы 13. Нәзирә Ғәлимова, Дүртөйлө районы 14. Асия Ғәйнуллина, Сибай ҡалаһы 15. Фәндиҙә Ҡудашева, Йылайыр районы 16. Әлфиә Ҡужабәкова, Йылайыр районы 17. Гөлфинә Ильясова, Ауырғазы районы 18. Ғәлиә Кәлимуллина, Ишембай районы 19. Фәимә Вәхитова, Ишембай районы 20. Юлиә Йәһүҙина, Дим районы 21. Зилә Хәсәнова, Сибай ҡалаһы 22. Фәниә Яҡшыбаева, Күмертау ҡалаһы 23. Фәрҙиә Сыңғыҙова, Күмертау ҡалаһы 24. Эльмира Әминева, Бөрйән районы 25. Руфина Ғилемйәнова, Тәтешле районы 26. Илүзә Шағбалова, Әбйәлил районы 27. Азат Хәлилов, Күмертау ҡалаһы, РПЛИ 28. Зилә Абхәлимова, Күмертау ҡалаһы РПЛИ 29. Фәүзиә Ишкинина, Күмертау ҡалаһы РПЛИ 30. Зөләрәм Снегирева, Дәүләкән ҡалаһы 31. Таңсулпан Низамова, Ҡыйғы районы 32. Ғәлиә Мөхәмәтова, Илеш районы 33. Ғәлимә Ғәлиева, Илеш районы 34. Рәйлә Бикбирҙина, Баймаҡ ҡалаһы 35. Әлфиә Ҡужабәкова, Йылайыр районы 36. Гөлфирә Ҡалмырҙина, Благовар районы 37. Гөлнур Зарипова, Өфө ҡалаһы 38. Рифат Әйүпов, Ишембай ҡалаһы 39. Әминә Юнысова, Хәйбулла районы 40. Фаягөл Әмирханова, Ишембай ҡалаһы 41. Гөлшат Ҡолмөхәмәтова, Рәмзәнә Мәзитова (Салауат ҡалаһы) 42. Рәсимә Алламоратова, Р.Ғарипов ис. 1-cе БРГИ 43. Әлфирә Нуриева, Дыуан районы республика лицей-интернаты 44. Лилиә Миңнеәхмәтова, Сибай ҡалаһы Р.Өмөтбаев ис. Башҡорт лицейы 45. Яңылбикә Вәлишина, Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбе 46. Әлгинә Юлдашбаева, Салауат районы Тирмән мәктәбе 47. Зилә Фәйзуллина, Архангель 1-се мәктәбе, 48. Сәриә Яруллина, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбе һ.б.
2003 йылдың ноябрь айында Баймаҡ ҡалаһында «Беренсе Халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһе» үтә. Уны Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Халыҡ ижады үҙәге ойоштора, был ярышта «Урал батыр» эпосын башҡарыусы балалар һәм өлкәндәр ҡатнаша, сит өлкәлә йәшәгән һүҙ оҫталары саҡырыла. Гран-при бүләгенә Әбйәлил районы Үтәгән ауылынан Хәнифә сәсән Әбүбәкирова лайыҡ була.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Урал батыр» эпосы бүлеге» асыу, унда уҡыу йорттарында эшләрлек ғилми көстәрҙе әҙерләү – оло хыял булып тора. Күренекле ғалимдар Фәнүзә Нәҙершина, Әхмәт Сөләймәнов, Ғайса Хөсәйенов, Салауат Ғәлин, Дамир Вәлиев, Салауат Ғәлләмов, Рөстәм Рәжәпов, Рәшит Шәкүров, Зәкирйән Әминев, Ғәйнислам Ибраһимов, Гөлнур Хөсәйенова, Рита Сөләймәнова, Гөлназ Йәғәфәрова, Нәркәс Хөббөтдинова, Гөлнар Юлдыбаева, Йыһат Солтановтар эпосты даими өйрәнә һәм халыҡҡа яҡынайта. Бөгөн «Урал батыр» эпосы ете телгә - рус, инглиз, төрөк, француз, венгр, фин, абхаз телдәренә тәржемә ителгән һәм рус, инглиз, төрөк телендә баҫылып сыҡҡан. Башҡортса һәм рус, инглиз телдәренә тәржемәлә «Китап» (Ә.Сөләймәнов, Ә.Хәкимов, З.Рәхимов) һәм «Информреклама» (Ф.Нәҙершина, Ғ.Шафиҡов, С.Шафиҡов) нәшриәттәрендә донъя күрә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы эпостың балалар өсөн һүрәтле махсус баҫмаһын әҙерләй (Р.Ғәббәсов идеяһы). Өфө ҡалаһында йыл һайын төрлө телдәрҙә «Урал батыр» эпосын һөйләүселәрҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы конкурстары үтә. Эпик әҫәрҙең төрлө телдәргә тәржемәһен ятҡа һөйләү - хәҙер ғәҙәти хәл. Тәү мәлдә һоҡланып ҡабул ителгән был күренеш төрлө фекер уята. Эпостың инглиз, рус, француз, төрөк һәм башҡа телдәрҙә яңғыраған бүлектәрен фәнни конференцияларҙа уҡып ишеттереү етәме, әллә Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең һәр ҡайһыһы башҡорт эпосын үҙ туған телендә өйрәнергә тейешме? Ғалимдарҙың ҡайһы бере тәржемәне беренсе урынға ҡуймайынса, әҫәрҙе бары тик саф башҡорт телендә башҡарыуҙы хуплай.
«Урал батыр» эпосын тәржемә итеүселәр: Әхиәр Хәсән улы Хәкимов - руссаға (1968); Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡов - руссаға (1970); Сәғит Ғәйлей улы Шафиҡов - инглизсәгә (2003); Вилорий Яҡупов - французсаға (2003); Айҙар Гайдар улы Хөсәйенов - руссаға (2004); Ғәйнислам Дәүләтбай Ибраһимов - төрөксәгә (2005). «Урал батыр»ҙағы образдар беҙҙең милли сәнғәттә төрлө яҡлап яҡтыртыла. Башҡорт мифологияһы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра - Урал менән Шүлгәнгә йән биргән, уларҙы Үлемдән ҡурҡмаҫ батыр итеп үҫтергән Йәнбирҙе менән Йәнбикә, мөғжизәле Йәншишмә, ҡанатлы Аҡбуҙат, мәшһүр Ҡош батшаһы Самрау, уның ҡатындары Ҡояш менән Ай, ҡыҙҙары Һомай менән Айһылыу, Йыландар батшаһы Әзрәҡә, уның улы Зәрҡүм, ҡанһыҙ Ҡатил батша, хыянатсы Ҡәһҡәһә, Һыу аҫты батшалығы, Уралдың улдары Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш һәм Һаҡмар... 1992 йылда Башҡортостан мәғариф министрлығы һорауы буйынса рәссам Рафиҡ Мырҙашев «Урал батыр» диафильмы өсөн һүрәттәр төшөрә (текст авторы Мирас Иҙелбаев), был уникаль һүрәттәр буйынса әҙерләнгән тапшырыу (1994) Башҡортостан телевидениеһы фондында һаҡлана. Ғәзим Шафиҡовтың пьесаһы буйынса Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Сәсән йыры» спектакле (1997), Башҡорт академия драма театрында «Урал батыр» (2006) спектакле сәхнәләштерелә. Рәссамдар Әмир Мәжитов, Жәлил Сөләймәнов, Дамир Тарханов ижад иткән картиналар «Урал батыр» эпосы һәм мифология» (2003) халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы күргәҙмәһен биҙәй, балаларҙың рәсемдәре буйынса конкурстар үтә. Башҡортостан телевидениеһының «Хазина» ижад берекмәһе йыл һайын эпос башҡарыусылар бәйгеһенән «Уралға йыр» репортаждарын әҙерләй (1994-2014 йй., Сәрүәр Сурина, Наил Хәмитов), шулай уҡ «Подземные лабиринты» (2003, Азамат Хужахмәтов), «Урал батыр и Всемирный потоп» (2004, Салауат Хәмиҙуллин), «В поисках Акбузата» (2005, Рияз Исхаков), «Урал батыр» (2006, Сәрүәр Сурина, Наил Хәмитов) видеофильмдары эфирға сыға.
Башҡорт мифтарының башланғыс мотивтарын туплаған эпик әҫәр булараҡ, эпос яңы фәнни асыштар яһарға форсат бирә. 2003 йылда «Урал батыр» эпосы һәм мифология» Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы йыйыла, ул эпосты яҙып алыуға 85 йыл тулыу айҡанлы 1995 йылда Өфөлә булып үткән фәнни конференция ҡарарҙарын тағы ҡалҡыта. Унда мөһим саралар билдәләнгәйне. Ләкин был ниәттәр береһе лә тормошҡа ашмайынса, әлегәсә ҡағыҙҙа ҡала: — «Урал батыр» эпосы буйынса Халыҡ-ара конгресс үткәрергә. — «Урал батыр» фольклор паркын булдырырға. — Халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл асырға. — Өфө аэропортына, майҙан-урамдарға Урал батыр исемен бирергә. — «Башҡорт эпостары» турист маршрутын асырға. — Башҡалабыҙ Өфөлә башҡорт сәсәндәренең музейын булдырырға.
2011 йылдың 10 июнендә Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында «Урал батыр» ҡобайыры һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тигән исем аҫтында икенсе халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда бөтөн кешелектең рухи мираҫының ЮНЕСКО-ла теркәлгән исемлегенә башҡорт халҡының «Урал батыр» ҡобайырын индереү мәсьәләһе ҡаралды. Донъяның ауыҙ-телдән ижады һәм материаль булмаған рухи ҡомартҡыларын барлаған ЮНЕСКО-ның махсус ҡурсалау исемлегенә инеү башҡорт халҡының ҡобайырҙарын һәм иртәктәрен артабан өйрәнеү, таратыу һәм һаҡлау мөмкинлеге бирер ине.
Ҡобайырҙарҙа ил аҡылы, ил фәлсәфәһе, ил тарихы. Сәсәнһүҙ оҫталығы башҡорт өсөн иң ҡиммәтле кешелек сифаттары рәтендә. Ил аҡылын һәм ил уйын сатнатып әйтеп, кеше йөрәгендә ил тойғоһо тоҡандыра сәсәнлек ҡөҙрәте, ул - һирәк осрай торған һәләт, ил байлығы. Бөгөн дә сәсән уйлы һәм сәсән һүҙле кешеләр бар. Данлы ҡобайырыбыҙ яңы быуатта, яңы йәш ҡобайырсылар башҡарыуында яңғырай. Сәсәндәрҙең быуындан-быуынға тапшырған ҡобайырҙары, Башҡортостан балалары ижадында, тереһыу бөрккәндәй, яңынан яңғырай. Ҡобайырлы башҡорт халҡы егерме беренсе быуатта ла үҙ тарихы, үҙ йөрәге, үҙ рухы менән йәшәй.
республика конкурсында тыуған фекерҙәр: Фольклор халыҡтың аҡылын, менталитетын күрһәтә, ә эпос – уның тамырлы, тарихлы булыуын иҫбатлаусы документ. Әхмәт Сөләймәнов Башҡортостан балаларының «Урал батыр» эпосын ятлауы – үҙе бер фәһем, үҙе дәрес. Фирҙәүес Хисаметдинова
«Урал батыр» - тәүтормош осорҙан бөгөнгәсә һәм киләсәккә лә етерлек донъяуи белем, фәлсәфә туплаған бөйөк әҫәр. Фәнүзә Нәҙершина «Урал батыр» эпосын ятлаған балалар ғүмергә етерлек аң-белем туплай һәм ата-бабаларҙың рухын яңырта. Мирас Иҙелбаев
«Урал батыр» эпосын донъя кимәленә сығарырға ваҡыт. Ул - башҡорт халҡының бөтә донъяға бүләге. Ғәйнислам Ибраһимов Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Урал батыр» эпосын өйрәнеүсе махсус бүлек асырға ваҡыт. Ғайса Хөсәйенов
«Урал батыр» эпосы башҡорт милли фәлсәфәһенең нигеҙе. Эпосты бөтә тәрәнлегендә — тарихи, этник, фәлсәфи, мифологик, этик киңлектәрҙә өйрәнеү кисекмәҫтән башланырға тейеш. Был – иҫ киткес асыштар, табыштар юлы. Салауат Ғәлләмов
«Урал батыр» эпосы берәүҙәр өсөн - тарих, икенселәргә - тел үрнәге, өсөнсөләргә - сәнғәт әҫәре, дүртенселәргә - милли идеологияны сағылдырған мәшһүр ҡомартҡы. Әхиәр Хәкимов Эпос – тере шишмә һәм таш ҡая. Ул мәңгелек эсендәге миҙгел, йыһандағы - нур, зиһендәге – аҡыл, йөрәктәге – хис. Рөстәм Рәжәпов
«Урал батыр» - халыҡтың боронғо аң кимәлен, ҡарашын һәм хыялын сағылдырған монументаль поэтик ҡомартҡы. Мөхтәр Сәғитов. Урал батыр башҡорт халҡына икенсе мәртәбә йән өрә. Зилә Яппарова.
«Башҡорттарҙан Геродот еҫе килә» тигән Лев Толстой. «Башҡорттар — улар сарматтар» тип яҙа Рычков. Геродот сарматтарҙың тарихын яҙып ҡалдырған, тимәк ул боронғо башҡорттарҙың тарихын яҙған, һәм беҙҙең беренсе тарихсыбыҙ — Геродот, тип әйтә алабыҙ. Геродот тарихын дәреслектәргә индереп, Боронғо донъя тарихы менән бергә өйрәнергә ваҡыт беҙгә. Салауат Ғәлләмов
Эпостың баҫмалары һәр йортта булырға тейеш. Айҙар Хөсәйенов
«Урал батыр» эпосы сайтын Интернетта булдырыу мотлаҡ.
Азамат Юлдашбаев
Эпосы булған халыҡ - боронғо халыҡ. Эпостар башҡорт халҡын Уралтауға мәңгегә ҡаҙаҡлап ҡуйған. Әхмәт Сөләймәнов
Сәрүәр Сурина БР Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Урал батыр» бәйгеһенең телевизион һәм хронологик йылъяҙмаһы авторы (1994-2019йй.) sarvarsurina@mail.ru
|
||||
Последнее изменение этой страницы: 2024-06-17; просмотров: 11; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы! infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 18.118.193.20 (0.088 с.) |