Рауф с женой аминой. Курорт железноводск, 1968 год. 


Мы поможем в написании ваших работ!



ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?

Рауф с женой аминой. Курорт железноводск, 1968 год.



Лично по его инициативе в райцентре была образована и создана материально-техническая и учебная база (на голом месте) сельского профессианально-технического училища (СПТУ). Работал от души. Писал стихи. Некоторых из них предлагаю читателям: в них – любовь к людям, к природе…

 

 

Бөрйәнем

Бөрйән, һиндә тыумаһам да

Һиндә булһа инде үлемем.

Был кем тип һорап торма

Ҡабул ит һин тупрағыңа –

Яйыҡ һыуы буйы улымын.

 

Ҡабул ит һин, ситләтмә:

Мин бит быға хаҡлымын.

Ырыуым – Тамъян, ауылым – Ураҙ,

Рәүф тигән атлымын.

 

Ғүмерем буйы һиңә ғашиҡ булдым,

Булманы һис хыянатым

Тырыштым һинең өсөн

Эшләргә барыһын.

 

Хәлдән килгән булһа, хатта

Өҫтәр инем ҡояш яҡтыһын.

Хәлдән килмәне уныһы –

Әйтергә кәрәк тураһын.

 

Яҙмыш шулай ҡушты, Бөрйән,

Һиндә үтте аңлы ғүмерем.

Уйлап ҡара, шулай булғас,

Мин килмешәк һиңә түгелмен.

 

Ояһын юғалтҡан ҡоштар ҡыҙғаныс –

Беҙҙә бәлки шуңа тартымдыр.

Донъя ҡуйып мәңгелеккә киткәс,

Сит ерҙәрҙә микән ятылыр?

 

Тигеҙ үҫтек

Һигеҙ бала булдыҡ үҫкән саҡта,

Үҫеп еткәс тә һигеҙ.

Бәхетебеҙ ҙә сама менән

Бүленгән икән тигеҙ.

 

Дүртебеҙ ҡыҙ, дүртебеҙ малай

Шулай булғанбыҙ тигеҙ.

Тик ауылда ҡалып беребеҙ

Һаҡлай алмаған нигеҙ.

 

Тыуған ауыл магнит кеүек

Үҙенә тартып тора.

Нигеҙ юҡлығын уйлаһаң

Күңел болоҡһоп ҡуя.

 

Ураҙым

Һағынып ҡайтам әле ауылыма,

Оҙаҡ ваҡыт ҡайтҡан юҡ ине.

Ауылымды сығып киткән саҡта

Бик күп өйҙәр әле юҡ ине.

 

Беҙ йәшәгән өйҙәр һаҡланмаған,

Һаҡланғаны үтә иҫкергән

Яңы өйҙәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ,

Мәктәбе лә хәҙер кирбестән.

 

Оҙон урам тағы оҙонайған,

Яңылары уға өҫтәлгән.

Ауылдаштар уландары

Урам һайын һибелгән.

 

Танымаҫлыҡ ауылым үҙгәргән –

Иҫке өйҙәр генә шығырлай.

Тағы ла… ағас япраҡтары шыбырлай

Ҡайтҡанһың бит, күрше, тигәндәй.

 

Сәләмләгән төҫлө тойола,

Сентябрь шул…, елдәр иҫә,

Ағас япраҡтары ҡойола.

Вазифа әбей менән, Васбый әбей

Тораҡ иткән өйҙәр юҡ инде.

 

Үҙҙәре лә күптән донъя ҡуйған.

Донъя шулай инде ҡоролған.

Тигеҙләнгән улар ҡәберҙәре,

Юҡ инде хәбәрҙәре.

Күҙ алдында һаман һындары

Яландарға йәмдәр өҫтәп

Емеш йыйып йөрөүҙәре.

 

Үлер өсөн дә кеше ҡайта тиҙәр

Тыуған ауылы – ғәзиз еренә.

Туған тупраҡ тарталыр ул

Үҙенекен һәр саҡ үҙенә.

 

Йәшлек саҡта һирәк ҡайтты,

Яҙмыш ҡушҡанғалыр уныһы.

Бөгөн килеп уйландыра бик йыш

Йылдарымдың әллә һуңғыһы.

 

Ауылыма

ҡайтыр инем

Мәйет булып ҡайтыу ауылыма

Булмаһа ла яҡшы, нишләйем.

Һуң булһа ла булыр инде –

Үҙ ауылыма ҡайтайым.

 

Ерләнһәм ине Ураҙҙа,

Ата-бабайым шунда.

Артыҡ булмам моғайын

Мин дә унда ятайым.

 

Һуң булһа ла булыр инде,

Үҙ ауылыма ҡайтайым.

 

Ришат улыма

Ҡартлыҡ түгел – тиҙәр шатлыҡ,

Һаулыҡ үҙе икән байлыҡ.

Йәшлек дәүер үтеп китте,

Һаулыҡта үтһен ҡартлыҡ.

 

Изге теләктә бул, хоҙай,

Нурланһын донъя шулай.

Беҙҙән һуң балалар ҡала,

Күрмәһендәр ине нужа.

 

Минең ғүмер үтте инде,

Йәштәрҙе үҙең һаҡла.

Ҡара яҙмыш ситләп үтһен,

Үҙҙәре иҫән саҡта.

 

 

Ришат, һиңә ышаныс ҙур,

Булма һин артҡы сафта.

Иркә ҡыҙым Рәзинәне

Ныҡ һаҡла, наҙлап ҡына.

 

Кем уйлаған, ҡартайғас та

Теләк теләрмен тип ошо хаҡта.

Әжәл минән алыҫ түгел хәҙер

Шулай инде уныһы, асыҡ билгеле,

Уға ҡаршы дарыу юҡлығы

Сер түгел, түгел икеле.

 

Рәүилгә

Ҡапыл ғына ташлап киттең беҙҙе,

Ташлап киттең мәңге ҡайтмаҫҡа.

Көс тапмағанһыңдыр шул

Әжәл менән китеп бармаҫҡа.

 

Янып йәшәнең Рәүил ҡустым,

Быҫҡыманың ҡай берәүҙәр төҫлө,.

Үкенесһеҙ шуныһы.

 

65 йәш күп түгел ул –

Һинең өсөн бигерәк аҙ инде.

Сөнки һинең иманың көслө

Намыҫың таҙа ине.

 

Нурлы йөҙөң һаман күҙ алдымда,

Ултырабыҙ кеүек баҡсала.

Әкрен генә усаҡ яна,

 

Төтөндәре күккә тарала.

Әйтерһең дә, һағышыбыҙ

Төтөн менән бергә тарала.

 

Изге сәғәттә киттең һин,

Изгелә тыуған инең.

Ғәҙелһеҙлектәр алдында

Дауылдай ҡуба инең.

 

Һин күрһәткән кеүек емештәр

Ҡайһы тауҙа тағын бар?

Барам әле тауҙарыңа,

Әллә булыр микән ваҡыттар.

 

Барған хәлдә, һин булмағас,

Күңел табырмынмы тауҙарҙа.

Дауа табырмынмы йөрәгемә

Урман тауышы менән бергә.

 

Ҡош тауышын ғына тыңлауҙан.

Ниндәй елдәр ҡаршы иҫте һиңә,

Ниндәй сирҙәр етте башыңа?

 

Һөйләһәңсе, ҡустым, барыһын теҙеп

Ғәҙәтеңсә ултырып ҡаршыма.

Юҡ шул инде… юҡ…

 

Их сын, Ришат (1959 г.р.), в данное время успешно работает начальником цеха Белорецкого завода рессор и пружин. Он также окончил БашСХИ, как и отец, факультет механизации сельскохозяйственного производства, инженер-механик.

Дочь Разина (1961 г.р.) закончила химический факультет Башкирского государственного университета.

Ришат и Разина много и от души помогали мне в сборе информативного материала книги и в спонсировании издания данной книги.



Поделиться:


Последнее изменение этой страницы: 2017-02-19; просмотров: 289; Нарушение авторского права страницы; Мы поможем в написании вашей работы!

infopedia.su Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Обратная связь - 54.225.21.228 (0.015 с.)